"Ҡуяндарҙы әүәләргә өйрәнәбеҙ"
план-конспект занятия по аппликации, лепке
Предварительный просмотр:
Мәктәпкәсә белем биреү муниципаль автономиялы учрежденияһы «Уралҡай» балалар баҡсаһы
“Художестволы-эстетик тәрбиә”( әүәләү)
Тема: “Ҡуяндарҙы әүәләргә өйрәнәбеҙ”
Тәрбиәсе:Түләгәнова Г.А.
“Миләшкәй”әҙерлек төркөмө
30.10.2013 йыл
Мораҡ ауылы
Маҡсат:
Тыуған ауылдың тәбиғәтенә һөйөү, хайуандарына ҡарата һаҡсыл,хәстәрлекле ҡараш тәрбиәләү.
Балаларға ҡуянды хәрәкәттә әүәләргә булышлыҡ итеү;
Пластилинды етерлек өлөштәргә бүлергә, пропорцияһын һаҡлап йәнлекте кәүҙәләндерергә күнектереү. Әүәләгән һынды аҡ буяу менән буярға, өҫтәлмә элэменттар менән биҙәргә булышлыҡ итеү. Йәнлектәр тормошо тураһында, бирелгән һорауҙар буйынса һүрәткә ҡарап бәйләнешле һөйләм төҙөп һөйләргә, уйынсыҡ ҡуянға ҡарап уның тән өлөшөн атап әйтергә өлгәштереү.
Йыһазландырыу: Уйынсыҡ ҡуян, модель, урман композицияһы, ял минуты өсөн шыршылар макеты.
Таратып биреү материалы: пластилин(төрлө төҫтә), таҡта, стека, бумала, аҡ буяу, ҡара бисер, салфетка.
Дәрес барышы:
Т: Кешене тормошта төрлө нәмәләр уратып алған: һауа, һыу. Кеше үҫемлектән, йәнлектәрҙән башҡа йәшәй алмай. Тауҙар,урмандар,йылғалар булмаһа донъя йәмһеҙ булыр ине.Бына шуларҙың бөтәһен бергә тәбиғәт тип атайҙар.Беҙҙең ауылыбыҙҙың тәбиғәте бик бай матур,ә урманды төрлө хайуандарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Балалар, мин һеҙгә хәҙер йомаҡ әйтәм, ә һеҙ ниндәй хайуан тураһында һүҙ барғанын аңларға тырышығыҙ:
Алғы аяғы ҡыҫҡа
Сабырға ул бик оҫта.
Һоро тунын һала ла,
Аҡ тунын кейә ҡышҡа.(ҡуян)
(тәрбиәсе уйынсыҡ ҡуянды керетә)
Т: Ҡуян ниндәй?
Б: Ҡуян аҡ ҡына, матур.
Т: Ҡуяндың кәүҙәһе ниндәй тән өлөштәренән тора?
Бала: Ҡуяндың башы, оҙон ҡолаҡтары бар.
Бала: Башында ҡылый күҙҙәре, мороно, мыйығы бар.
Бала: Алғы һәм артҡы тәпәйҙәре, бәләкәй ҡойроғо бар.
Модель буйынса хикәйә төҙөү.
Т: Беренсе һүрәттә нимә күрәһегеҙ?
Бала: Ҡуян,уның башында ишетер өсөн оҙон ҡолаҡтары, тирә- яҡты күрер өсөн ҡылый күҙҙәре, еҫ һиҙер өсөн мыйыҡтары бар. Ҡуяндың артҡы тәпәйҙәре алғы тәпәйенә ҡарағанда оҙонораҡ-шәп йүгерер өсөн.
Т: Афарин, икенсе һүрәттә Әлфир, нимә күрәһең, ҡуян нимә менән туҡлана?
Бала: Ҡуян кишер, кәбеҫтә, үлән ашай.
Т: Өсөнсө һүрәткә ҡарағыҙ, ҡуян нимәнән ҡурҡа?
Бала: Ҡуян төлкөнән, бүренән һәм һунурсынан ҡурҡа.
Практик өлөш
Т: Балалар, әйҙәгеҙ хәҙер пластилиндан ҡуянды әүәләйек.
Уның өсөн пластилинды өс өлөшкә бүләбеҙ; тәүге ҙур өлөшө-
кәүҙәһе һәм аяҡтары өсөн, икенсе өлөшө- башы, ҡолаҡтары өсөн, өсөнсө өлөшө- ҡойроғона.
Ҙур киҫәкте усыбыҙға һалабыҙ һәм түңәрәк хәрәкәттәр яһап әйләндерәбеҙ. Килеп сыҡҡан түңәрәкте
усыбыҙға һалып бер яҡҡа тәгәрләтәбеҙ һәм конус формаһын алабыҙ; стека менән конусты ике яҡ ситенән уртаға табан әҙерәк ҡырҡабыҙ һәм ҡырҡылған ерҙе бармаҡтар менән һыйпап,тигеҙләп тәпәйҙәрен эшләйбеҙ.
Уртансы киҫәктән башын һәм ҡолаҡтарын эшләйбеҙ; түңәрәкте тәгәрләтеп унан семтеп ҡолаҡтарҙы һуҙабыҙ. Кәүҙәһенә башын ҡуйып һылайбыҙ,аҙаҡ ҡойроғон ҡуйып һылайбыҙ.
Ял миуты: Тейен сәпәкәй итә,
Терпе иҙәнде тибә.
Ә айыу-тайыш табан
Башын ғына һелкетә.
Ҡуян һикереп китә,
Шыршы аҫтында өйө.
Ул шунда кереп китә.
Балаларҙың эше.
Ҡуянды әүәләү; аҡ төҫкә буяу, бисер менән күҙҙәр эшләү.
Йомғаҡлау.
Т: Афарин, балалар. Хәҙер беҙҙең ҡуяндарыбыҙ өшөмәйәсәк
уларҙың аҡ туны бар, ҡуяндарыбыҙҙы урманға ебәрәйек,
(ҡуяндарҙы урман макеты эргәһенә ҡуялар, балалар менән эш барышын иҫкә төшөрөп китәләр).
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Тема: "Күңелле ҡуяндар"
Тема: "Күңелле ҡуяндар"...