Юл ҡағиҙәләре
план-конспект урока (старшая группа)

Абдуллина Гюзель Фахритдиновна

МАҠСАТ: Светофор менән таныштырыу, һөнәрҙәр, транспорт тураһында белемдәрен нығытыу, “  р”  өнөн нығытыу, юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүҙе өй-рәтеү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Һүҙлек эше: светофор, тротуар.

Йыһазландырыу: юл билдәләрен күрһәтеүсе һәм дидактик уйындар өсөн атрибуттар, ҡала урамы сағылдырылған плакат, өс төҫлө флаг, өс төҫлө алты шар.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл юл ҡағиҙәләре14.39 КБ

Предварительный просмотр:

               

                                                                   

    Балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмө өсөн дәрес өлгөһө

 

 ТЕМА:  ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ 

 

МАҠСАТ: Светофор менән таныштырыу, һөнәрҙәр, транспорт тураһында белемдәрен нығытыу, “  р”  өнөн нығытыу, юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүҙе өй-рәтеү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Һүҙлек эше: светофор, тротуар.

Йыһазландырыу: юл билдәләрен күрһәтеүсе һәм дидактик уйындар өсөн атрибуттар, ҡала урамы сағылдырылған плакат, өс төҫлө флаг, өс төҫлө алты шар.

 

 

                                          Дәрес барышы

-Балалар, бөгөн дәрестә беҙ юл ҡағиҙәләре менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Уларҙы белеү транспортта йөрөүселәргә лә,йәйәүлеләргә лә кәрәк.

-Ә һеҙ ниндәй транспорт төрҙәрен беләһегеҙ?

-Балаларҙың яуаптары  (ер,һауа, һыу транспорты).

-Дөрөҫ. Бөгөн беҙ ер транспортында –машинала сәйәхәткә сығабыҙ.Һеҙ әҙерме?

-Эйе.

-Машинаны йөрөткән кеше кем була?

-Шофер.  

                             Урамдарҙа йөрөүе

                            Бик ябай ғына түгел.

                             Уның ҡағиҙәләре бар

                             Уларҙы бик яҡшы бел!

                             Белергә кәрәк шоферға,

                             Кәрәк йәйәүлегә лә,

                              Әле бәләкәй булһаҡ та

                             Белергә кәрәк беҙгә лә.

-Моторҙы тоҡандырығыҙ!  Р-р-р-р ...(дөрөҫ әйтеү)

Балалар ҡулдарын өҫкә күтәреп, мотор әйләнеүен күрһәткән хәрәкәт яһайҙар.       

-Беҙ беренсе туҡталышҡа яҡынлашабыҙ. Ҡарағыҙ әле, нимә күрәһегеҙ?

-Светофор.

-Ә нимә була ул светофор?

-  Ул урамда хәрәкәт йүнәлешен күрһәтә.Төрлө төҫтәр менән сигнал бирә.

-  Уның ниндәй төҫтәре бар?

-  Ҡыҙыл, һары, йәшел.

- Ул төҫтәр нимәне аңлата?

- Ҡыҙыл-туҡта, һары- әҙерлән, йәшел- атла.

- Дөрөҫ.

Бында эшләнеп бөтмәгән светофор тора- макетҡа төҫтәрен дөрөҫ кенә итеп бына ошо ҡыҙыл, һары,йәшел түңәрәктәрҙе йәбештерегә кәрәк.Мольбертта торған светофорға балалар түңәрәктәрҙе йәбештерә.(Йәбештереү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү)

Уйын “ Светофор “.

Балалар залдың бер яғында, тәрбиәсе икенсе яғында тора.Тәрбиәсе төрлө төҫтәге флагтар менән сигнал бирә, балалар яңылышмай үтәргә тейештәр.                        

Йәшел- атларға, һары- урында атларға, ҡыҙыл- туҡтарға. Кем яңылыша,шул уйындан сыға. Бер нисә тапҡыр ҡабатларға.

-Был туҡталышта оҙаҡ булдыҡ, икенсеһенә ҡуҙғалайыҡ. Унда беҙҙе “ эйе йәки юҡ”  уйыны көтә.

                            

-Һеҙ тротуарҙан йөрөйһөгөҙме?(эйе)

-Светофорҙа ҡыҙыл янһа, һеҙ юлды аша сығаһығыҙмы? (юҡ)

-Йәшел утта сығаһығыҙмы? (эйе)

-Автобус артына йәбешеп йөрөргә яраймы? (юҡ)

-Афарин! Күп беләһегеҙ икән!

 

-Моторҙы тоҡандырығыҙ! Р-р-р...  (дөрөҫ әйтергә)

 

Өсөнсө туҡталышта викторина  “Юлда”

-Тротуарҙан йәйәү йөрөгән кеше кем була? (йәйәүле)

-Машинала ултырып йөрөгән кеше кем була? (пассажир)

-Машина тауыш бирһә, ул нисек атала? (сигнал)

-Светофорҙың нисә күҙе? (өс)

-Машина ҡайҙа йоҡлай? (гаражда)

-Автобус көткән урын (туҡталыш)

-Юлдар, өйҙәр, парктар, уйын урындары булған ер (урам)

-Поезд, трамвай юлы нисек атала? (рельс)

-Ҡағиҙәне боҙған кешегә ниндәй яза бирәләр?(штраф)

 

Ә хәҙер ҡыҙыҡлы һорауҙарға ла яуап бирәйек.

-Почтальон Печкинға ниндәй транспорт бүләк иттеләр?(велосипед)

-Мәскәй Әбейҙең транспорты нимә? (һепертке)

-Емеля нимәгә ултырып батшаға барған? (мейес)

-Ниндәй сәйер өй һуң был, эсе тулы балалар,бензин менән туҡлана,итектәре-резина? (автобус)

Һуңғы туҡталышта беҙҙе “ Светофорҙы тоҡандыр “ уйыны көтә.Кем алдараҡ тоҡандыра, шул алда ҡайтып китә.

Балалар ике төркөмгә бүленеп, бер бер артлы теҙелеп баҫалар.Алдағы бала өҫтән ҡыҙыл шар ебәрә,Балалар бер береһенә шарҙы бирәләр, иң аҙаҡта торған бала шарҙы күтәреп күрһәтә- ҡыҙыл ут яна.Шулай дауам итә.Йәшел шарҙы  яндырғас,ҡайтырға мөмкин.

-Бына беҙ ҡайтып та еттек. Әйҙәгеҙ, машинанан төшәйек. Был төркөмдә бик аҡыллы балалар икән. Юл ҡағиҙәләрен беләләр.Һеҙ бер ҡасан да бәләгә ос рамаҫһығыҙ, тип ышанғы килә.