Ата-әсәләргә
занимательные факты

Ижбаева Лилия Курмангалиевна

Ата-әсәләргә ярзам

Скачать:


Предварительный просмотр:

КИТАП КЕШЕНЕ ҮҪТЕРӘ

Балаларҙа китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, улар аша матур сифаттар тәрбиәләү – ата - әсәләрҙең бурысы.

Китап уҡымайынса, үҙ өҫтөңдә эшләмәйенсә уңышлы кеше булыу мөмкин түгел.

Беҙҙең маҡсат – аҡыллы, юғары технологиялы йәмғиәт төҙөү. Әммә уны белемһеҙҙәр менән төҙөп булмай. Шуға ла уларға уҡыу мөмкинлеге бирергә тейешбеҙ. Баланың иртәгәһе көнгә уңышы уның бөгөн нимә уҡыуына бәйле. Яҡшы китап яҡшы менән насар, излегек менән яуызлыҡ араһындағы сикте асыҡларға ярҙам итә

Китап – белем шишмәһе, белем сығанағы. Улай ғына ла түгел, әҙәби китаптар уҡыу кешене рухи яҡтан байыта, ҙур тәрбиәүи сараға эйә.

Интернет, телевидение кеүек электрон саралар киң таралған мәлдә китапханаларға йөрөүселәр күҙгә күренеп кәмей. Әммә шул уҡ ваҡытта нәфис-әҙәби баҫмаларҙың йәмғиәттә тотҡан урынын оноторға ярамай. Сөнки уҡыуҙан туҡтаған халыҡтың киләсәге өмөтһөҙ. 

        Китап — иң акыллы кәңәшселәрҙең береһе. Китап һәр кешегә хезмәттә булыша, ул кешеләрҙе  бәләнән ҡоткара, тормошты танып белергә өйрәтә. Китап кешегә үҫәргә һәм халыкның аңын байытырға мөмкинлек бирә. «Китап кешене ғәләмдең  хуҗаһы итә», — ти П.А. Павленко. 
Бала саҡта китап укыуҙан да күңелле нәмә юҡтыр. Бигерәк тә ул китапта һиңә таныш хәлдәр тураһында яҙылган булһа, уны ҡат-ҡат укыйһы, улар тураһында иптәштәреңә һөйләһе, шиғырҙарын күңелдән   ятлайһы килә.

     Китап — ҡанатлы ул! Китап, үзенең ҡанатына ултыртып, һине мең йылга артҡа илтеп ташлай, йәки ул кешене йөҙ йылға алға алып китә

Дөньяла иң зур китапхана — Рәсәй дәүләт китапханаһы. Уның эсендә егерме ике миллион китап бар.

 Доньялагы иң бәләкәй китапхана һиндостандың Амритсар ҡалаһында. Унда тик бер генә китап һаҡлана.



Предварительный просмотр:

Балаларға рухи тәрбиә биреүҙә ата-әсәләргә кәңәштәр

 

1.Ғаиләлә  балалар менән саф матур башҡорт телендә аралашығыҙһөйләшегеҙ.

2. Ғаиләгеҙҙә шәжәрә ағасын төҙөгөҙ, ата – бабаларҙан килгән йоланы һис кенә лә  юғалтмағыҙ.

3. Бала бәләкәйҙән үк ғаилә традицияларын белеп, өйрәнеп үҫергә тейеш. Балаларығыҙҙың тыуған көндәрен, һәр бер уңыштарын билдәләп үтегеҙ. Халҡыбыҙҙың ғөрөф – ғәҙәттәрен һаҡлағыҙ.

4. Балалар менән музейҙарға, төрлө күргәҙмәләргә, һәйкәлдәргә, билдәле урындарға йышыраҡ йөрөгөҙ.

5. Бергәләп яҡшы китаптар уҡығыҙ, йырҙар өйрәнегеҙ, спектаклдәргә, тамашаларға, концерттарға йөрөгөҙ

6. Әгәр ҙә балағыҙҙы тулы хоҡуҡлы шәхес итеп тәрбиәләргә теләһәгеҙ, үҙегеҙ йәшәгән ил, ер тураһында яҡшы уйҙа булығыҙ.

7. Ата- бабаларығыҙҙың бөгөнгө матур тормош өсөн күп көс һалыуы, һәр ваҡыт булған ауырлыҡтарҙы ғорурлыҡ менән үтеп сығыуҙары тураһында балағыҙға йышыраҡ һөйләгеҙ.

8. Балағыҙҙы Тыуған илебеҙҙең, ауылдың иҫтәлекле урындары менән таныштырығыҙ.

9. Әгәр ҙә балағыҙҙы музейҙарға, күргәҙмәләргә йышыраҡ йөрөтһәгеҙ, ул ҙурайғас та был мәҙәни усаҡтарға йөрөүҙән туҡтамаясаҡ.

10.  Телевизор ҡарағанда йышыраҡ беҙҙең тыуған илебеҙҙең ғорурлығы булған билдәле кешеләр тураһындағы тапшырыуҙарға күберәк иғтибар итегеҙ.

11. Балаға ни тиклем иртәрәк рухи тәрбиә бирә башлайһығыҙ шул тиклем иртәрәк уның орлоҡтарын күрерһегеҙ, киләсәктә тыуған илебеҙҙең ғорурлығы булырлыҡ юғары рухлы шәхестәр тәрбиәләрһегеҙ!



Предварительный просмотр:

Балаларҙы рухи тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары

           Балаларҙы тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары айырыуса ҙур урын ала. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәъмин итә. Был физиологик процесс булһа, балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

          Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: яңғыҙ ғына уйнап йөрөгән сабый уйындан бик тиҙ ялҡа, арый, унан ләззәт тапмай башлай. " күмәкләп уйнағанда балалар ғәжәп бер ансамбль тыуҙыра: сабый үҙенең коллективҡа мөнәсәбәтен билдәләй, күмәк һәм уртаҡ уй менән эш итергә өйрәнә, уның күңелендә иптәшлек,  дуҫлыҡ, нәфислек тойғолары тәрбиәләнә.

           Тимәк, баланың уйнай белеүе генә етмәй, ул дөрөҫ һәм матур итеп уйын ҡора ла белергә тейеш. Баланы тәрбиәләүҙә был бик  мөһим мәсьәлә. Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын популярлаштырыуҙан башланып китә. Халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй бит, сөнки улар халыҡтың хеҙмәт итеүе барышында барлыҡҡа килгән.

           Башҡорт халыҡ эпосы, легенда һәм әкиәттәренән күренеүенсә, уйындар, төрлө ярыш – һынауҙар борон – борондан халыҡ тормошонда бик ҙур һәм мөһим урын алып килгән.

           Шулай итеп, халыҡ уйындары халыҡтың тормошона һәм шөғөлөнә тығыҙ бәйләнгән, борон – борондан баланы донъя көтөргө әҙерләү сараһы булып хеҙмәт иткән.

           Халыҡ уйындары, йөкмәткеләренән сығып, ике ҙур төркөмгө бүленә: драмалы (сюжетлы йәки башҡарыусанлы) һәм хәрәкәтле (ҡағиҙәле) уйындар. Бынан тыш, балалар уйыны йыл миҙгелдәренә ҡарап та төркөмләнә, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре – ҡыш, икенселәре – яҙ, йәй һәм көҙ көндәрендә генә уйнала. Хәрәкәтле уйындарҙа билдәле бер маҡсатҡа ирешеү, һөҙөмтәгә килеү кеүек ынтылыштар ята. Бала үҙенә үҙе төрлө яҡлап баһа бирә, үҙ мөмкинселектөрен билдәләй ала. Баланың шәхес булып формалашыуында был бик мөһим мәсьәлә. Шуға күрә уйынды ойошторғанда ошо хәкикәтте күҙ уңынан сығарырға ярамай.

           Уйындарҙы ойошторғанда бигерәк тә түбәндәгеләрҙе иҫтә тоторға кәрәк: физик һәм рухи яҡтан тәрбиәүи әһәмиәттең дөйөм белем биреү ҡеүәтен. Был маҡсаттарҙың тормошҡа ашыуы уйынды ойоштора белеүгә бәйләнгән.

           Бер үк уйын менән баланы төрлөсә тәрбиәләргә мөмкин:

  • сәләмәтлеген нығытыу;
  • тормошҡа кәрәкле хәрәкәт күнекмәләрен үҙләштереү;
  • ижад итеү һәләтлеген үҫтереү;
  • ыңғай әхлаҡ сифаттарын, ихтыяр көсөн булдырыу;
  • үҙаллылыҡ, активлыҡ, ойоштороусанлыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү.

Уйындарҙы уйнатҡанда физик көсөргәнешлеккә айырыуса иғтибар итергә кәрәк: бала уйындан арырға тейеш түгел, киреһенсә, уйнағандан һуң ул үҙенә  илһам һәм көс , дәрт тойһон. Уйынды белгәндә генә балалар араһында активлыҡ көслө бара.

Уйындар балаларға үҙ-ара аралашырға ярҙам итә.

Балаларға туп уйындары, уҡ атыш уйындары, йәшенмәктәр, йүгерешле, баҫтырышмаҡ уйындар, бейеүле-таҡмаҡлы һәм төрлө дидактик уйындар өйрәтергә була.

Баланың тәнен сыныҡтырыу, рухын нығытыу өсөн туп уйындары: “Уртала уйыны”, “Өйрәк һәм төлкө”, “Туп ҡағыш”, “Туп бәреш”, “Мәргән туп”, “Ашай торған – ашамай торған” һ. б. Туп  уйындары һүҙһе: башҡарылған хәрәкәтле уйындарға инә. Был уйындарҙы балалар яратып уйнайҙар. Сослоҡ, таҫыллыҡ, йылдамлыҡ тәрбиәләнә һәм тирә-яҡҡа йүнәлеш алыу, хәрәкәттәрҙе координациялау, тигеҙлек ?аҡлай белеү күнекмәләрен нығыта.

 Уҡ атыш уйындары: йәйә менән уҡ – башҡорт халҡының боронғо ҡоралы. Элек ошо ҡорал менән халыҡ кейек аулаған һәм үҙ илен илбаҫарҙарҙан һаҡлаған. Мәргән булыу өсөн “Йәҙрә атыш уйыны”, “Осҡор уҡ”, “балдаҡ атыш” уйындарын уйнатырға була. Балаларҙың йәшенә ҡарап, уйынды ябайлаштырырға кәрәк, икенсе предметтар менән алмаштырыу ҙа уңышлы.

Йәшенмәк уйындарын балалар айырыуса ярата. Был уйындар аша зирәклек, аңлылыҡ, уяулыҡ, тапҡырлыҡ, сослоҡ, йылғырлыҡ, ҡолаҡ, ҡулдарһың һиҙеүсәнлеген, иғтибарлылыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләнә. Был төр уйындар балаларҙың хәтеренә, тәртибенә һәм нервылар системаһына ыңғай тәҫьир иткән эмоциялар.

Йүгерешле, баҫтырышмаҡ уйындарҙы һүҙһеҙ  башҡарылған һәм һүҙле, һамаҡлы уйындарға бүлергә мөмкин. Был уйыцндарҙа хәрәкәт, көс ҡулланыу беренсе урында тора.”Ҡатырғыс”, “Көн мен!н төн”, “Энә менән еп”, “Айыу менән ҡуяндар”, “Бесә менән сысҡан”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Айыу – бүре юҡ икән”, “буяу һатыш” һәм башҡа уйындар инә. Балаларҙың организмндағы бөтә  органдарҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыуға булышлыҡ итә: буй һындарының үҫешенә, мускулдар системаһының нығыныуына ярҙам итә.

Бейеүле- таҡмаҡлы уйындар уяулыҡ, тапҡырлыҡ, үткерлек, һиҙгерлек, хәрәкәтсәнлек, етеҙлек талап итә, һүҙҙә лә мәғәнәлек, оҫталыҡ һәм тапҡырлыҡ талап итә. “Көлдөргөс”, “Наза”, “Зинһан өсөн”, “Йоҡосолар”, “Ҡаҙ бәпкәләре һәм төлкө”, “Сыйырсыҡ” уйындарын уйнарға була.

Башҡорт халыҡ уйындарын өйрәтеү балаларға туған телдең матурлығын, төҙөклөгөн, тапҡырлығын күрһәтә ала, уларҙа милли рух тәрбиәләүҙә тос өлөш индерә.



Предварительный просмотр:

Ата-әсәләр өсөн консультация:

“Мөнәсәбәттәр балала сағыла”

http://www.fantasiya.net/_fr/5/5925108.jpg

Бала холҡоноң күп һыҙаттары ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәр һөҙөмтәһендә формалаша. Ата-әсәйҙең үҙ-үҙен тотошо ҡай саҡ ғаиләләге ҡапма-ҡаршылыҡтарға һәм тәрбиәләүҙә ҡатмарлыҡтарға килтерә. Өйҙәге аңлашылмаусанлыҡтар баланың күңел төшкөнлөгөнә бирелеүенең төп сәбәбе булып тороуы бар. Миҫал килтерәйек. Баланың өләсәһе (әсәһенең әсәһе) бик бойороусан, уҫал булған, ти. Ул артыҡ талапсан, шул уҡ ваҡытта ҡыҙының үҙ аллы булыуына, үҙен яҡлай алмауына ышанмаған, мөмкин булған бар юлдар менән һәр саҡ балаһын ҡурсып тороп кәрәк тип һанаған. Һөҙәмтәле ҡыҙы үҙенә ышанмаҫ, ҡурҡаҡ булып үҫә, мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итә алмай. Үҙе әсәй булғас, ул ҡурҡыуын балаһына күсерә. Был ҡатындың холҡо үҙ әсәһенекенә ҡарағанда йомшағыраҡ, шулай ҙа уның фиғеленән күп нәмәне үҙенә алған. Бала киләһе минутта әсәһенән нимә көтөргә икәнлеген белмәй, һөҙөмтәлә күңел төшөнкөлөгенә бирелә.

Бындай әсәйҙәр бик һиҙгер була, ул балаһының үҙ-үҙенә ышанмауына, ҡурҡыуына, илауына, башҡалар менән аралаша белмәүенә шунда уҡ иғтибар итә. Үҙегеҙҙә ошондай әсәйҙең һыҙаттарын күрәһегеҙ икән, ваҡытында туҡтау мөһим икәнлеген аңлағыҙ. Балағыҙҙың үҙ аллы булыуы, үҙенә ышанып үҫеүе өсөн ни эшләргә, үҙеңде нисек тоторға икәнлеге хаҡында уйлағыҙ! Ысын мәғәнәһендә бала өсөн хәүефле нәмәләрҙең шул тиклем күп булмауын аңлау хәлегеҙҙе еңеләйтер. Хәүефле нәмәләрҙе, хәлдәрҙе аныҡ билдәләгеҙ һәм баланан ошоға бәйле ҡағиҙәләрҙе һәр ваҡыт үтеүен талап итегеҙ. Ҡурҡыныс янамағанда иһә баланың уйынына ҡыҫылмағыҙ, ирек һәм үҙаллылыҡ бирегеҙ. Шул саҡта уны кәрәгенә артыҡ ҡурсалауҙан ҡасырһығыҙ, үҫешенә лә зыян килтермәҫһегеҙ. Башҡа төрлө хәлдәр ҙә булыуы бар. Балаһын яңғыҙы ғына тәрбиәләнгән, юғары белемгә эйә, яҡшы эштәге ҡатынүҡыҙҙар араһында ла, эшендә артыҡ тотҡарланып йәки үҙе уйлап сығарған ялған ҡағиҙәләргә таянып, балаһын шаштырыуҙан ҡурҡып, бәләкәсенә күңел йылыһын биреп еткерә алмаған хәлдәр ҙә осрай. Бала өсөн әсәһе менән аралашыуҙа мөмкин булған алым булып ҡурҡыу, ныҡ итеп йүткереү, эсенең сәбәпһеҙ артыуы ҡала. Был хәлдәр иғтибар йәлеп итеү һәм әсәнең мөнәсәбәттән йомшартыу өсөн үҙенән-үҙе килеп сыға. Ҡәҙерле бәләкәсегеҙ һөйөүгә мохтаж. Уның менән күберәк ваҡыт бергә булырға тырышығыҙ. Бергә уйнағыҙ, ҡеүәтләгеҙ, дәртләндерегеҙ, балалар баҡсаһындағы тормошо менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Балалар өсөн иң яҡшыһы – ғаиләләге тәбиғилек, тормошто яратыу, унан тик яҡшылыҡ көтөү, еңеллек хөкөм һөрөүе. Дуҫтарығыҙҙы балалар менән бергә ҡунаҡҡа саҡырығыҙ йәки бергәләп киноға, театрға, кафеға барығыҙ, паркта йөрөгөҙ. Был ваҡытты күңелле итеп үткәреү генә түгел. Бындай осрашыуҙар балаларығыҙҙың тиҫтерҙәре менән яҡшыраҡ аралашыуында, үҙ-үҙенә ышаныслы артыуында бик әһәмиәтле. Бәләкәсегеҙҙең файҙалы шөғөлдәрен күреп, баһалағыҙ. “Ниндәй матур һүрәт”, “Һауыт- һабаны йыуғаның (йыуышҡаның) өсөн рәхмәт”, “Ҡалай ҡыҙыҡ әйбер һөйләнең һин!”, “Сәсеңде үҙең тарап та ҡуйғанһың, афарин!” тип әйтеү генә лә кескәй кешенең күңелен күтәрә, дәртләндерә. “Һин бик аҡыллы ҡыҙ!”, “Бик ҡыҙыҡ уйлап тапҡанһың!”, “Был йомаҡҡа яуапты еңел генә таптың да ҡуйҙың”, “Һин шәп йүгерәһең” тигән һүҙҙәр баланың һәләтен үҫтерергә лә ярҙам итер. Бәләкәсегеҙҙең донъяны өйрәнеүе, төпсөнөүе, ҡыҙыҡһыныуы һеҙгә оҡшағанын әйтегеҙ, теләгенә, һорауына ҡолаҡ һалығыҙ. Һәр беребеҙҙең эше күп, хаталарҙын да бер кем дә азат түгел – бөтә нәмә өсөн дә үҙеңде ғәйепләү кәрәкмәй. Үҙегеҙгә, ата-әсәгә генә хас булған һиҙгерлегегеҙгә ышанығыҙ. Һеҙ үҙегеҙ уйлағандан да күберәк беләһегеҙ. Һиҙемләүегеҙгә таянығыҙ, балаларығыҙҙың фекерен ҡолаҡ һалығыҙ, улар өсөн көсөгөҙҙән килгәнде эшләгеҙ.