Сценарий "Аулак өй"
план-конспект занятия (средняя, старшая группа) по теме

Латыпова Расима Сагдатовна

Сценарий праздника "Аулак өй" для детей средней и старшей группы. Можно использовать и в начальных классах школы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл сценарий "Аулак өй"17.01 КБ

Предварительный просмотр:

                                      Балалар  баҡсаһында “Аулаҡ” байрамы

                                                 Латыпова Рәсимә Сәғҙәт ҡыҙы

                                                 Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Маҡсат: балаларҙы халыҡ ижады үрнәктәре менән таныштырыу, башҡорт халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен, йомаҡтарын  өйрәтеү, туған телгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:башҡорт милли балаҫтары, сигелгән мендәрҙәр, һике, һандыҡ, самауыр.

Балалар менән алдан алып барылған эштәр: йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү, Башҡортостан тураһында альбомдар менән танышыу, башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡыу, башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлау.

Байрам барышы

Зал. Өй эсе күренеше. Стенала, иҙәндә - милли балаҫтар.Һикегә лә балаҫтар йәйелгән, мендәрҙәр өйөлгән. Урҙала сигелгән таҫтамалдар эленгән. Һике эргәһендә һандыҡ.

Өләсәй менән ҡыҙыҡай инәләр (Өләсәй- әбейҙәрсә кейенгән тәрбиәсе, ҡыҙыҡай- Айгөл исемле булһын).

        Өләсәй:Ҡыҙым, һин ултырып тор.  Ә мин аҙ ғына баш төртөп алайым әле. Ошо донъя мәшәҡәттәре менән арып та киттем инде. Атайыңдар ҙа ҡунаҡҡа  китте бит әле.Һин, ҡыҙым, берәүгә лә ишек асма инде, яраймы…

        Өләсәй һикегә менеп ята, ә Айгөл уның эргәһенә ултырып, ҡулъяулыҡ сигә башлай. Ишек шаҡыған тауыш ишетелә. Айгөл ишекте аса. Милли кейемдәр кейгән тәрбиәсе һәм ҡыҙҙар килеп керә.

        Тәрбиәсе:Айгөл, һинең атайыңдар ҡунаҡҡа киткән икән. Тимәк, бөгөн һеҙҙә –аулаҡ. Бергә-бергә күңел асайыҡ тип килдек (ҡыҙҙар шаулаша).

        Айгөл:Шауламағыҙ, ҡыҙҙар, шауламағыҙ. Өләсәйемде  уятаһығыҙ бит!. Әйҙәгеҙ шым ғына уйнайыҡ. Ниндәй уйын уйнайбыҙ?

        Тәрбиәсе:  Әйҙәгеҙ, “Беҙ ун ике ҡыҙ инек” уйынын уйнайыҡ. ( Уйын башлана. Ҡыҙҙар шаулашалар, ҡысҡырып көләләр, йырлайҙар.Тауышҡа өләсәй уянып китә).

Өләсәй: Уф, хоҙайым! Һеҙ мине йоҡлай тип уйлаһығыҙмы? Аҙ ғына баш төртөп алайым тиһәм… Башымда бейей башланығыҙ бит. Шулай булмай бит инде, аулаҡҡа килдек тигәс тә. Бын беҙ йәш саҡта аулаҡта тәртипле була торғайныҡ. Ҡул эштәре эшләй инек: бәйләй инек, ҡулъяулыҡ сигә инек, йөн тетеп ултыра торғайныҡ. Һеҙ ҙә эш менән булығыҙ ( өләсәй балаларға йомғаҡтар тарата. Ҡыҙҙар башҡорт халыҡ йыры “Шәл бәйләнем”де йырлайҙар. Тағы ла ишек шаҡыйҙар. Тауыштар ишетелә).

Тышта малайҙар тауышы:Ҡыҙҙар, асығыҙ әле ишекте! Асмаһағыҙ – тәҙрәнән керәбеҙ!

Ҡыҙҙар: Малайҙар килгән, малайҙар! Кем әйтте икән уларға беҙҙә аулаҡ икәнен? (Айгөл  өләсәһенән рөхсәт һорай ҙа ишекте аса. Өйгә матур итеп кейенгән малайҙар инеп тула).

Малайҙар: Саҡырмаһағыҙ ҙа килдек, ҡыҙҙар! Бергәләшеп уйнайыҡ, күңеллерәк булыр.

Ҡыҙҙар: Әйҙәгеҙ таҡмаҡ әйтешәйек. (Тәрбиәсе ҡыҙҙар менән малайҙарҙы ҡапма-ҡаршы баҫтыра).

Малайҙар:

Һай, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары,

Янып тора күҙҙәре.

Ҡыҙҙарына һүҙ әйтмәгеҙ-

Бик уңғандар үҙҙәре.

Ҡыҙҙар:

Егеттәре килгәндәр,

Ишек асып ингәндәр.

Беҙҙең аулаҡта икәнде

Әллә ҡайҙан белгәндәр.

Малайҙар:

Алын алайыҡ микән?

Гөлөн алайыҡ микән?

Урталарға йүгереп сығып,

Кемде алайыҡ икән?

Ҡыҙҙар:

Алын алырһығыҙмы?

Гөлөн алырһығыҙмы?

Беҙ барырға ҡаршы түгел-

Һайлап алырһығыҙмы?

Өләсәй: Эй, балалар, нисек матур итеп йырланығыҙ!.Һай , афарин! Йәш саҡтарым иҫемә төшөп китте.Әллә бейеп тә күрһәтәһегеҙме?

Тәрбиәсе: Булдырабыҙ уны, инәй. Әйҙәгеҙ әле, егеттәр, ҡыҙҙарҙы  бейергә саҡырайыҡ.(Балалар “Башҡорт полькаһы”н бейейҙәр).

Өләсәй: Һай, балалар, бигерәк тә оҫта бейейһегеҙ икән!.

Тәрбиәсе: Беҙҙең балалар  шулай ул, инәй. Үҙҙәре - оҫталар, үҙҙәре- уңғандар, үҙҙәре- аҡыллылар.

Балалар:Инәй, беҙгә әкиәт һөйлә әле.

Өләсәй:Балаларым,  әкиәттәрҙе онотоп та бөткәнмен инде. Йомаҡ ҡына ҡояйым.

1.Аҡ бабай, аҡ бабай, аҡ туныңды ҡаҡ, бабай (ҡыш).

2.Ҡышын да, йәйен дә йәшел (шыршы).

3.Йәйен һоро, ҡышын аҡ,

   Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ (ҡуян).

4.Ап-аҡ юрған таптым,

   Ер өҫтөнә яптым (ҡар).

5.Көндөҙ йоҡлай, кис уяна (ай).

6.Иртә килә, кис ҡайта (ҡояш).

Өләсәй: Эй, бәләкәстәрем,бигерәк зирәк икәнһегеҙ,  бөтә йомаҡтарыма ла яуаптар таптығыҙ.

Тәрбиәсе: Ултырып арып та киттек.Уйнап та алайыҡ инде. Ниндәй уйын уйнайыҡ икән?

Балалар:”Һәпәләк” уйнайыҡ”! (Балалар ”Һәпәләк”  уйынын уйнайҙар).

Тәрбиәсе: Хәҙер бейеп, йырлап  та алайыҡ. (Балалар тәрбиәсе менән  “Әйләнәбеҙ” йырын түңәрәктә әйләнеп йырлайҙар. “Әйләнәбеҙ” йыры, М.Бураҡаева шиғыры, Ш.Ҡолбарисов  көйө).

Өләсәй: Эй, балалар, ҡайһылай матур итеп күңел асаһығыҙ. Минең дә ҡайғы-һағыштарымды тараттығыҙ, рәхмәт инде һеҙгә! Айгөл  ҡыҙым, атайыңдар ҙа  оҙаҡламай ҡайтыр. Бар, йүгереп кенә һыуға барып кил. Сәй ҡуяйыҡ, дуҫтарыңды сәй эсерәйек.  (“Шишмә буйында” бейеүен Айгөл менән бер малай башҡара).

Өләсәй: Бына ҡыҙым һыу ҙа алып ҡайтты. Ҙур үҫкәнһең инде. Минең ҡулға эш тә теймәй. Хәҙер сәй ҙә ҡуйып ебәрәм (өләсәй “аш бүлмәһе”нә  инеп китә.

Ҡыҙҙар: Айгөл,  ана атайыңдар ҡайтып килә(өлкәндәрсә кейенеп, бер малай менән ҡыҙ инә. Байрамға ата-әсәләрҙе лә йәлеп итергә мөмкин).

Айгөлдөң әсәһе:Беҙ ҡунаҡта йөрөһәк, беҙгә лә ҡунаҡтар килгән икән.

Айгөлдөң атаһы: Һеҙҙең күңел асҡанды беҙ генә күрмәй ҡалдыҡ шул.Ҡыҙҙар, малайҙар, йәш саҡтарҙа аулаҡтарға мин дә күп йөрөнөм.  Аулаҡтарҙың уртаһындаинем мин. Мин гармунсы бит. Ҡана, бирегеҙ әле гармунымды (гармунсы башҡорт халыҡ көйөн уйнап ебәрә).Хәҙер, балалар,  бейетеп тә алам үҙегеҙҙе. Йә, ҡайһығыҙ  ҡыйыуыраҡ?

Малайҙар: Динә бейеһен, Динә! Ул матур бейей (Динә бейей).

Айгөлдөң атаһы: Ҡыҙым, рәхмәт,матур бейейһең икән.

Өләсәй:Сәй ҡайнаны. Хәҙер бөтәгеҙ ҙә байрам сәйенә рәхим итегеҙ (Байрамда ҡатнашыусылар сәхнә артына үтә).