« ЯЛБЫР ЭТ»
план-конспект занятия (младшая группа) на тему

Кужагильдина Вагида Равиловна

 

 

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.

Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.

Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.

Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.

Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин.  

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл _yalbyr_et.docx15.41 КБ

Предварительный просмотр:

« Ялбыр эт»

Маҡсат: уйын барышында тәрбиәсе күрһәтмәләрен үтәргә өйрәтеү.

Материал: ҙур уйынсыҡ эт.

УЙЫН БАРЫШЫ

Тәрбиәсе ҙур уйынсыҡ этте ултырғысҡа ултырта. Ултырғыс артында бер бала эт ролен үтәй.

Тәрбиәсе:

 - Бына был ”эт” йоҡлай, уятып ҡарайыҡ, - ти ҙә шиғри һүҙҙәр әйтә:

Бына ята ялбыр эт.

Тәпәйгә башын һалған.

Шым ғына йоҡлап ята,

Шулай ул өйҙө һаҡлай.

Әйҙә, уны уятып

Тәмле тамаҡ бирәйек.

Беҙҙе нығыраҡ яратһын,

Өйҙө нығыраҡ һаҡлаһын.

Балалар аяҡ осона ғына баҫып эткә яҡынлайҙар, шым ғына өндәшәләр:

 - Ялбыр эт, беҙҙең менән уйна!

Эт өрә (уйынсыҡ  эт артында ултырған бала “өрә”).

 - Һау! Һау!

Балалар йүгереп ҡасалар. Уйын 2-3 ҡат уйнала.  

 -Эттәр яман була. Таныш булмаған эткә бөтөнләй яҡын барырға ярамай. Ә беҙҙең эт беҙҙең менән уйнай!