“ҠУЯНҠАЙ-ЙОМШАҠҠАЙ”
план-конспект занятия (младшая группа) на тему

Кужагильдина Вагида Равиловна

 

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.

Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.

Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.

Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.

Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин. 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kuyankay-yomshakkay.docx15.71 КБ

Предварительный просмотр:

Ҡуянҡай-йомшаҡҡай”

(уйын-бейеү)

Маҡсат: шиғри юлдар йөкмәткеһенә ярашлы хәрәкәттәр яһау, ритм тойғоһон үҫтереү.

УЙЫН БАРЫШЫ

Ҡуян уйынсығын ҡарау

  • Беҙгә бына ниндәй ҡуян ҡунаҡҡа килгән. Ул йомшаҡ ҡына, аҡ ҡына. Әйҙәгеҙ беҙ уның менән уйнайыҡ һәм бейейек.

Тәрбиәсе балаларға «ҡуян» башлыҡтары кейҙерә. Балалар түңәрәккә теҙеләләр. Тәрбиәсе йырлай, һүҙҙәр йөкмәткеһенә ярашлы хәрәкәттәр яһайҙар.

Ҡуянҡай-йомшаҡҡай!

Ҡырға барып йөрөп кил!

Ҡуянҡай, йөрөп кил!

Йомшаҡҡай, йөрөп кил!

Ҡуянҡай, йомшаҡҡай!

Уйнап алсы, уйнап ал!

Ҡуянҡай, уйнап ал!

Йомшаҡҡай, уйнап ал!

Ҡуянҡай, йомшаҡҡай!

Һикер әле, һикерсе!

Ҡуянҡай, һикер әле!

Йомшаҡҡай, һикерсе!

Ҡуянҡай, йомшаҡҡай!

Бейе әле, бейесе!

Ҡуянҡай, бейесе!

Йомшаҡҡай, бейесе!

Балалар йырлайҙар, сәпәкәй итәләр, уртала ҡуян йыр юлдары йөкмәткеһенә ярашлы хәрәкәттәр яһай.

  • Ҡуянға беҙҙең менән күңелле булды. Ул рәхмәт әйтә һәм беҙҙең менән хушлаша.