Бәләкәстәр төркөмө өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре.
проект по обж (младшая группа)

Әҙәм балаһының тормошо бихисап юлдарҙан тора. Уйҙың иге-сиге булмаған кеүек, уларҙың да осо-ҡырыйы юҡ. Туралары, урауҙары, уңғаны-уңмағандары бар.

          Юлға сыҡмай ҙа тороп булмай шул. Ҡайҙа ғына барһаң да, ниндәй маҡсат менән сыҡһаң да, имен-һау өйөңә әйләнеп ҡайтып инеү – оло бәхет. Хәҙер –автомобиль заманы. Транспорт күп булғанлыҡтан, уларҙың хәрәкәтен тәртипкә һалыр кәрәк.  1994 йылдан беҙҙең илдә халыҡ-ара юл йөрөү ҡағиҙәләре индерелгән. Барлыҡ машина йөрөтөүселәр уларҙы өйрәнәләр һәм ҡулланалар. Был ҡағиҙәләр боҙолған осраҡта төрлө юл һәләкәттәре – авариялар була, машиналар ватыла, иң аянысы – кешеләр улә.

          Юл йөрөү ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейеш, сөнки йыш ҡына улар ғәйебе менән юлдарҙа төрлө фажиғәләр була. Уларҙа күбеһенсә балалар үлә, имгәнә, ғәрип ҡала. Был – бик ҡыҙғаныс, ауыр хәл. Балаларҙың һаулығы һәм ғүмере беҙҙең – ололарҙың бурысы икәнен онотмайыҡ. Шуға күрә беҙгә, юл билдәләрен хәтерҙә ҡалдырырға, юл ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Балаларҙың юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүе ул – балалар хәүефһеҙлегенең бер юлы.

        Эйе, беҙ ауыл ерендә йәки ҡала ерендә йәшәйбеҙме ул, бөтә ерҙә лә бер үк юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белер кәрәк. Балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу ул ата-әсәнең бурысы булып тора. Сөнки баланың һаулығы һәм ғүмере  юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нисек үҙләштереүенән дә тора.

         Балалар баҡсаһында ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу мөһим урындарҙа тора һәм ул хәүефһеҙ бала-саҡты булдыра ла. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу балалар баҡсаһынан башлана һәм был тема ҡабатланып, балаларҙың иҫтәренә яңынан-яңы төшөрөлөп торола. Юлда һаҡ булыр кәрәк! Беҙ тиҙлек заманында йәшәйбеҙ. Шуға күрә юл ҡағиҙәләрен белергә кәрәк. Юлды тейешле урында сыҡ. Иң тәүҙә һулға, унан уңға ҡара. Машина юҡлығына ышанғас ҡына, юл аша сығырға мөмкин. Машинаға ултырғас ҡайышыңды атай, әсәй эләктерергә онотмаһын, яҡтылыҡты сағылдырыусы ленталар ҙа бик кәрәк. Сөнки бала баҡсаға килгәндә ата-әсәһе менән атлап, йә машинаға ултырып килә. Ул ололарға ҡарап һәм үҙенең белеменә таянып юлда нисек хәрәкәт итергә өйрәнә һәм иҫендә ҡалдыра. Был эште ҡабатлап та торор кәрәк.

         Мин үҙемдең бәләкәстәр төркөмөндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡағылышлы проект эше үткәрҙем. Проект эшенә дәрестәр, әңгәмәләр, уйындар, макет, китапсыҡ эшләү эштәрен алдым. Интерактив таҡтала йәнһүрәт тә ҡарап алдыҡ. Балалар ихлас һәм теләп ҡатнаштылар.  Юлды аша үткәндә, урамдан атлағанда, машинаға нисек дөрөҫ ултырырға,  юлда үҙҙәрен әҙәпле тоторға ла өйрәнделәр. Проект эшенә ата-әсәләр ҙә йәлеп ителде. Мәҫәлән, бәләкәстәр өсөн машинала автокреслоның бик мөһим икәнлеге, ултырғас ҡайышты эләктереү, балаларға юл ситенән атларға, юлдан йүгермәҫкә, юлда уйнамаҫҡа икәнлеген аңлатыу, яҡтылыҡты сағылдырыусы ленталарҙың кәрәклеге һәм башҡа мөһим һорауҙарға аңлатыу эштәре алып барылды. Улар араһында консультациялар, «Хәүефһеҙ бала-саҡ» акцияһы ла үткәрелде.  

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konkurs_pdd.docx297.82 КБ

Предварительный просмотр:

Иҫке Собханғол ауылы 2-се һанлы башланғыс мәктәп - балалар баҡсаһы

Проект эше

“ Бәләкәстәр төркөмө өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре”

( бәләкәстәр төркөмө)

Төҙөүсеһе: тәрбиәсе 

Сирбаева Ғәлиә Факил ҡыҙы

                                 

Теманы актуалләштереү.

          Әҙәм балаһының тормошо бихисап юлдарҙан тора. Уйҙың иге-сиге булмаған кеүек, уларҙың да осо-ҡырыйы юҡ. Туралары, урауҙары, уңғаны-уңмағандары бар.

          Юлға сыҡмай ҙа тороп булмай шул. Ҡайҙа ғына барһаң да, ниндәй маҡсат менән сыҡһаң да, имен-һау өйөңә әйләнеп ҡайтып инеү – оло бәхет. Хәҙер –автомобиль заманы. Транспорт күп булғанлыҡтан, уларҙың хәрәкәтен тәртипкә һалыр кәрәк.  1994 йылдан беҙҙең илдә халыҡ-ара юл йөрөү ҡағиҙәләре индерелгән. Барлыҡ машина йөрөтөүселәр уларҙы өйрәнәләр һәм ҡулланалар. Был ҡағиҙәләр боҙолған осраҡта төрлө юл һәләкәттәре – авариялар була, машиналар ватыла, иң аянысы – кешеләр улә.

          Юл йөрөү ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейеш, сөнки йыш ҡына улар ғәйебе менән юлдарҙа төрлө фажиғәләр була. Уларҙа күбеһенсә балалар үлә, имгәнә, ғәрип ҡала. Был – бик ҡыҙғаныс, ауыр хәл. Балаларҙың һаулығы һәм ғүмере беҙҙең – ололарҙың бурысы икәнен онотмайыҡ. Шуға күрә беҙгә, юл билдәләрен хәтерҙә ҡалдырырға, юл ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Балаларҙың юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүе ул – балалар хәүефһеҙлегенең бер юлы.

        Эйе, беҙ ауыл ерендә йәки ҡала ерендә йәшәйбеҙме ул, бөтә ерҙә лә бер үк юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белер кәрәк. Балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу ул ата-әсәнең бурысы булып тора. Сөнки баланың һаулығы һәм ғүмере  юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нисек үҙләштереүенән дә тора.

         Балалар баҡсаһында ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу мөһим урындарҙа тора һәм ул хәүефһеҙ бала-саҡты булдыра ла. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу балалар баҡсаһынан башлана һәм был тема ҡабатланып, балаларҙың иҫтәренә яңынан-яңы төшөрөлөп торола. Юлда һаҡ булыр кәрәк! Беҙ тиҙлек заманында йәшәйбеҙ. Шуға күрә юл ҡағиҙәләрен белергә кәрәк. Юлды тейешле урында сыҡ. Иң тәүҙә һулға, унан уңға ҡара. Машина юҡлығына ышанғас ҡына, юл аша сығырға мөмкин. Машинаға ултырғас ҡайышыңды атай, әсәй эләктерергә онотмаһын, яҡтылыҡты сағылдырыусы ленталар ҙа бик кәрәк. Сөнки бала баҡсаға килгәндә ата-әсәһе менән атлап, йә машинаға ултырып килә. Ул ололарға ҡарап һәм үҙенең белеменә таянып юлда нисек хәрәкәт итергә өйрәнә һәм иҫендә ҡалдыра. Был эште ҡабатлап та торор кәрәк.

         Мин үҙемдең бәләкәстәр төркөмөндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡағылышлы проект эше үткәрҙем. Проект эшенә дәрестәр, әңгәмәләр, уйындар, макет, китапсыҡ эшләү эштәрен алдым. Интерактив таҡтала йәнһүрәт тә ҡарап алдыҡ. Балалар ихлас һәм теләп ҡатнаштылар.  Юлды аша үткәндә, урамдан атлағанда, машинаға нисек дөрөҫ ултырырға,  юлда үҙҙәрен әҙәпле тоторға ла өйрәнделәр. Проект эшенә ата-әсәләр ҙә йәлеп ителде. Мәҫәлән, бәләкәстәр өсөн машинала автокреслоның бик мөһим икәнлеге, ултырғас ҡайышты эләктереү, балаларға юл ситенән атларға, юлдан йүгермәҫкә, юлда уйнамаҫҡа икәнлеген аңлатыу, яҡтылыҡты сағылдырыусы ленталарҙың кәрәклеге һәм башҡа мөһим һорауҙарға аңлатыу эштәре алып барылды. Улар араһында консультациялар, «Хәүефһеҙ бала-саҡ» акцияһы ла үткәрелде.  

         ЮХХДИ инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Алтыншина Ләйсән Радик ҡыҙы менән «Балалар, юлда һаҡ булығыҙ!» темаһы аҫтында осрашыу бик урынлы булды.

          «Һаҡланғанды һаҡлармын” тигән төшөнсәне онотмайыҡ. Юлда иғтибарлы, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп , бәлә-ҡазаһыҙ йөрөргә яҙһын.

Бәләкәстәр төркөмөндә “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре” аҙналығы.

Маҡсаты: балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу, урамда, юлды аша нисек үтергә икәнен өйрәтергә, бәйләнешле телмәрҙе, иғтибарлыҡты, аң-зиһенде үҫтереү, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, әҙәплелекте тәрбиәләү.

Үткәреү ваҡыты: 28.02.-5.03.2022 йыл.

Үткәрелгән саралар

Үткәреү ваҡыты

Маҡсаты

Әңгәмә

Нимә ул юл?

28.02.2022

балаларҙы юл элементтарын дөрөҫ әйтергә, юл ситенән һәм ата-әсәй менән генә атларға кәрәк икәнлеген өйрәтеү, юлда уйнарға ярамағанлыҡты аңлатыу.

Дәрес

“Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре”  (тирә-яҡты өйрәнеү)

“Юлда машиналар” (аппликация)

“Светофор” (һүрәт төшөрөү)  

1.03.2022

2.03.2022

3.03.2022

Балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу, урамда, юлды аша нисек үтергә икәнен өйрәтергә, бәйләнешле телмәрҙе, иғтибарлыҡты үҫтереү, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, әҙәплелекте тәрбиәләү.

Уйындар

“Машиналар”, “Таксист”(хәрәкәтле уйын)

“Светофор” (әҙ хәрәкәтле уйын)

« Ҡалаға сәйәхәт» (сюжетлы-ролле уйын)

Көн һайын

Балаларҙы үҙ юлдарынан ғына йөрөргә, бәрелешмәҫкә өйрәтеү; иғтибарлыҡты үҫтереү, коллектив эсендә татыулыҡты тәрбиәләү.

Һүрәттәр ҡарау

4.03.2022

Һүрәттәргә ҡарап юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нығытыу.

Йәнһүрәт ҡарау

4.03.2022

Йәнһүрәт аша юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һаҡларға өйрәтеүҙе дауам итеү.

Һүрәттәр буяу

5.03.2022

Ҡәләмдәрҙе дөрөҫ тоторға, һүрәт ситенә сығармай матур, бөхтә буярға өйрәтеү.  

Макет эшләү

28.02.2022

Макет аша балаларға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм ҡағиҙәләре менән таныштырыу

Китапсыҡ эшләү

1.03.2022

Балалар менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен сағылдырған китапсыҡ эшләү. Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу.

Ата-әсәләр менән эш:

«Хәүефһеҙ бала-саҡ» акцияһы ,

консультация “Хәүефһеҙлек саралары – үҙ ҡулығыҙҙа!”

Көн һайын

Юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген булдырмау өсөн эш алып барыу.

 Нимә ул юл?

     Маҡсат: балаларҙы юл элементтарын дөрөҫ әйтергә, юл ситенән һәм ата-әсәй менән генә атларға кәрәк икәнлеген өйрәтеү, юлда уйнарға ярамағанлыҡты аңлатыу.

    Ҡулланылған материал: Ҡуян-әсә, ҡуян-малай, урам макеты, юл хәрәкәте тураһындағы китапсыҡ

    Әңгәмә барышы: Һаумыһығыҙ балалар, беләһегеҙме бөгөн беҙгә кем килде? Бөгөн беҙгә әсә-ҡуян килгән, ул үҙе менән балаһын да эйәрткән. Ҡарағыҙ әле, малай-ҡуянға нимә булған, малай-ҡуян әсәһен тыңламай юлда туп менән уйнаған һәм машина аҫтына ҡалып аяғын ауырттырған. Әсә-ҡуян беҙҙән ярҙам һорай, улына юлда уйнарға ярамағанын аңлатығыҙ әле тип килгән. Балалар, юлда уйнарға яраймы ул? Балалар: юҡ! Эйе, юлда уйнарға ярамай. Ни өсөн юлда уйнарға ярамай? (балаларҙың яуаптары). Эйе, балалар, юл ул машиналар йөрөр өсөн төҙөлгән. Әйҙәгеҙ, макет эргәһенә барып малай-ҡуянға юлда уйнарға ярамағанлығын, ә ҡайҙа уйнарға икәнлеген күрһәтәйек. Балалар, малай-ҡуян, тәрбиәсе макет эргәһенә барып малай-ҡуянға юлда уйнарға ярамағанлығын, ә ҡайҙа уйнарға икәнлеген курһәтәләр. Был нимә тип атала, кем белә?(балаларҙың яуаптары). Афарин, балалар! Эйе, был юл тип атала. Юл нимә өсөн төҙөлгән? (балаларҙың яуаптары). Эйе, юл машиналар йөрөр өсөн төҙөлгән. Ә йәйәүле кешеләр юл ситенән, тратуарҙан ғына йөрөйҙәр. Юлдан тегеләй ҙә былай ҙа машиналар утеп торалар. Юлдың ҡап уртаһынан аҡ һыҙыҡ утә. Машиналарҙың ҡайһы берҙәре бер яҡтан, ә икенсе машиналар юлдың икенсе яғынан утәләр һәм улар төкөшмәйҙәр. Ә был һыҙыҡтар кешегә юл аша утер урынды күрһәтеп торалар. Ул йейәүлеләр сыға торған урын русса пешеходный переход йәки зебра тип атайҙар.(ҡабатлау) Юл аша тик ата-әсәй менән генә сығабыҙ. Балалар, әйтегеҙ әле, юлда уйнарға яраймы? (балалар яуаптары). Афарин, балалар! Юҡ, юлда уйнарға ярамай. Юлда машина күренмәһә лә уйнарға ярамай, сөнки ҡапыл машина килеп сығып, һеҙҙе бәрергә мөмкин. Беҙ әле бәләкәйбеҙ, шуға урамға тик ата-әсәй менән генә сығыр кәрәк. Ҡуянҡай, һин дә әсәйеңде тыңлап ҡына йөрө, бер үҙең ҡасып урамға сығырға ярамай, бигерәк тә юлда, юл буйында уйнарға ярамай. Аңлашылдымы? Малай-ҡуян: Эйе, бүтән юлда уйнамаясаҡмын, әсәйемде тыңлап ҡына йөрөйәсәкмен! Рәхмәт һеҙгә, балалар! Һау булып тороғоҙ! Балалар, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләштек? Ниндәй ҡағиҙәләр иҫегеҙҙә ҡалды? (балаларҙың яуаптары, китапсыҡ ярҙамында ҡағиҙәләрҙе барлап сығалар) Эйе, бөгөн беҙ юлда уйнарға ярамағанлығы тураһында һөйләштек. Афарин, балалар!

 

  

 Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре

       Маҡсат: Балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу.

       Бурыстар:

- урамда, юлды аша нисек үтергә икәнен өйрәтергә;

- бәйләнешле телмәрҙе, аң-зиһенде, иғтибарлыҡты үҫтереү;

- юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, әҙәплелекте тәрбиәләү.

Ҡуллнылған материалдар: Светофор ағай, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен сағылдырылған һүрәттәр, макет.

Дәрес барышы: Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа Светофор килгән. Ул беҙгә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында һөйләйәсәк һәм беҙҙең белемдәрҙе лә тикшерәсәк.

Таныш булайыҡ, балалар,

Светофор ағай булам

Тәртип һаҡлайым юлда,

Барыһын ҡарап торам.

Беҙ көн һайын балалар баҡсаһына  киләбеҙ. Килгән саҡта юл аша ла сығабыҙ, юл ситенән дә атлайбыҙ. Ә беҙ беләбеҙ микән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен? Светофор ағай беҙгә һүрәттәр алып килгән, әйҙәгеҙ шул һүрәттәргә ҡарап беҙ ҡағиҙәләрҙе барлап сығайыҡ.

Беренсе һүрәт. Юлда уйнарға ярамай. Был һүрәткә ҡарап нимә әйтерһегеҙ балалар? (балалар яуаптары) Эйе, юлда уйнаға ярамай. Сөнки юлда машиналар йөрөй, һеҙҙе бәреп үтеп китергә мөмкиндәр. Иҫләйһегеҙме малай-ҡуян әсәһен тыңламай юлда туп менән уйнаған һәм уны машина бәргән. Ул дөрөҫ эшләмәгән. Беренсенән, әсәһен тыңламаған, икенсенән юда туп типкән. Юлда уйнарға ярамай. (ҡабатлау)

Икенсе һүрәт. Юл ситенән, ата-әсәй менән атлар кәрәк. Ә был һүрәт беҙгә юлдан тугел, ә юл ситенән атларға кәрәге тураһында һөйләй һәм дә ата-әсәй менән генә атлар кәрәк.

Өсөнсө һүрәт. Беҙҙең бөтәбеҙҙә машинаға ултырғаны бар. Әйҙәгеҙ әле, кемдәр ултырғаны бар, ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ. Кемдәр балалар баҡсаһына машинаға ултырып килә? Машинаға ултырғас беҙ нимә эшләйбеҙ? (балалар яуаптары) Эйе, афарин балалар, машинаға ултырғас беҙ ҡайышты эләктерәбеҙ. (һүрәт ҡарау)

Ял минуты.

Уйын “Светофор”

Өсөнсө һүрәт. Юл аша сыҡҡанда уңлы-һуллы ҡарар кәрәк.

Машина уҙғанын көтмәй

Йүгермә һин тиҙерәк.

Быны белеү – һәр кемгә,

Ҡайҙа йөрөһә лә кәрәк!

Юл аша тик ата-әсәй менән һәм билдәләнгән ерҙән генә сығабыҙ. Ул ер нимә тип атала? Зебра йәки йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урыны тип атала. Юлды сығыр алдынан уңға һулға ҡарап алабыҙ машина килмәйме тип.

Макетта бөтә ҡағиҙәләрҙе лә ҡабатлау.

-юлда уйнарға ярамай;

-юл аша сығыр алдынан тир-яҡҡа ҡарап алыр кәрәк, берәй машина килеп сыҡмаһын өсөн;

-билдәләнгән ерҙән генә юл аша сығыр кәрәк;

-машина күренһә, үтеп киткәнен көтөр кәрәк;

-юлдан түгел, ә юл ситенән ата-әсәй менән атлар кәрәк;

-машинаға ултырғас ҡайышты тағыр кәрәк.

Тәрбиәсе: Афарин, балалар, бөгөн һеҙ бик аҡыллы булдығыҙ!  

C:\Users\Bazal\Downloads\WhatsApp Image 2022-03-24 at 14.57.50.jpeg

 

Юлда машиналар (коллектив эш)

Маҡсат: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе дауам итеү.

Бурыстар:

- балаларҙы әҙер өлгөләрҙән машиналар төҙөп йәбештерергә, коллектив менән эшләргә өйрәтеү;

- иғтибарлылыҡтарын  үҫтереү;

- татыулыҡ, дуҫлыҡ тәрбиәләү.

Ҡулланылған материал: Ҡуянҡай, техника һүрәттәре, машина өлгөләре, машина өлөштәре, ватман, клей.

Дәрес барышы: 

-Һаумыһығыҙ, балалар, бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа Ҡуянҡай килде, әйҙәгеҙ әле һаулыҡ һорашып алайыҡ. Һаумыһығыҙ! Ул бушҡа ғына  килмәгән, беҙҙән ярҙам һорап килгән. Күп итеп машина өлгөләре ҡырҡҡан, ә ҡағыҙға нисек урынлаштырырға белмәй. Ярҙам итәбеҙме Ҡуянҡайға?

Балалар: эйе!

-Ул беҙгә йомаҡтар ҙа алып килгән икән (һәр йомаҡтың һүрәтен ҡарау).

Ат түгел, кешнәмәй,

Йөҙ аттан кәм эшләмәй. (трактор)

Һыу эсә, бесән ашамай,

Үҙе дүрт аяҡлы (автомобиль)

Йә тәрән соҡор ҡаҙый ул,

Йә бейек өйөм өйә.

Төҙөүселәр уны һөйә,

Тимер бәһлүән – тиә. (экскаватор)

Тимер жираф, башы күктә,

Күп күтәрә көсө күпкә.

Тонна-тонна йөктәрҙе

Эләктереп ала ул,

Балкондарын балҡытып,

Бейек өйҙәр һала ул. (кран)

Ул үҙе шундай көслө,

Тешле-тешле сүмесле.

Бер үҙе эшләй ала

Йөҙ кешелек эште (экскаватор)

      -Балалар, эйе, афариндар, ә былар бөтәһе бер һүҙ менән нисек әйтелә? (балалар яуаптары).

     -Эйе, техника тип атала. Техника беҙгә бик кәрәк, беҙ машиналарға ултырып ҡайҙалыр барабыҙ, сәйәхәт итәбеҙ, ә тракторҙар, йөк машиналары, экскаваторҙар беҙгә эштә ярҙам итәләр. Беҙ техникаһыҙ йәшәй алмайбыҙ. Машиналар ҡайҙан йөрөйҙәр? Эйе, юлдан йөрөйҙәр. Юл ул машиналар йөрөр өсөн эшләнгән. Шуға ла юлдан йөрөгәндә бик һаҡ булыр кәрәк. Атай һәм әсәйҙе тыңлап ҡына йөрөр кәрәк: юлдан йүгермәйҙәр, юл аша сыҡҡанда уңлы-һуллы ҡарар кәрәк һәм билдәләнгән урындарҙан ғына сығыр кәрәк, юл ул уйнар өсөн урын түгел.  Бөгөн беҙ, Ҡуянҡай алып килгән өлгөләрҙән, өлөштәрҙән юлда китеп барыусы техникаларҙы эшләйәсәкбеҙ. Машиналар ҡайҙан йөрөйҙәр әле? (балалар яуаптары) Эйе, юлдан йөрөйҙәр. Ә кешеләр ҡайҙан йөрөйҙәр? (балалар яуаптары) Эйе, юл ситенән, тротуарҙан. Афарин балалар! Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Ҡуянҡайға ярҙам итәйек.

Бернесе, балалар үҙ-ара килешеп, алдарында ятҡан машина өлөштәренән техникаларҙы йыйып, ватманға дөрөҫ, сюжетлы һүрәт килеп сығырлыҡ итеп һалып сығалар. Афарин, балалар! Ял итеп алайыҡ!

 Ял минуты

“Мин шофер”

Мин еләм, юлдан еләм, (урында атлайҙар)

Мин - шофер, мин - шофер (рулде боралар)

Моторым геүләп эшләй (ҡулдарҙы тәгәрмәс кеүек өйрөлтәләр)

Педалгә баҫып алам да (ярым сүкәйеп алалар)

Алыҫ офоҡтарға еләм (урында йүгерәләр)

(Балалар тәрбиәсе ярҙамы менән йәбештерәләр һәм бер ыңғай юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дә ҡабатлап сығалар). Ҡуянҡай балаларға рәхмәт әйтә. Ҙур рәхмәт, балалар! Һау булып тороғоҙ!

Афарин балалар!

C:\Users\Bazal\Downloads\WhatsApp Image 2022-03-24 at 14.57.17.jpeg

Светофор

Маҡсат: Балаларҙы светофор менән таныштырыу.

Бурыстар:

- урамды, юлды аша нисек үтергә  тейешлекте өйрәтеү;

- бәйләнешле телмәрҙе, иғтибарлылыҡты үҫтереү;

-  юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, әҙәплелек тәрбиәләү.

Ҡулланылған материал: светофор һүрәте, һары, ҡыҙыл, йәшел түңәрәктәр, аҡ ҡағыҙ, ҡәләм, краска, кисточка.

Дәрес барышы: Һаумыһығыҙ, балалар! Минең йомағымды сисһәгеҙ, беҙгә кем ҡунаҡҡа килгәнен белерһегеҙ.

Урам уртаһында тора,

Өс күҙле бер баһадир.

Юл сыҡҡанда һәр бер кеше,

Уға ҡарай бик етеҙ.

Нимә ул, балалар? (светофор)

    -  Эйе, афариндар, ул светофор тип атала. Әйтегеҙ әле, светофор нимә өсөн кәрәк икән? (балалар яуаптары). Эйе, светофор юлдарҙа тәртип булһын өсөн кәрәк, машиналар бер-береһенә төкөшмәһен өсөн юл ситенә ҡуйып ҡуйғандар.  - -        

    - Светофорҙың нисә төҫө бар? Эйе, ул өс төҫтән тора (балалар һанап сығалар). -      

    - Афарин, балалар!   Һәр төҫтөң үҙенең ҡағиҙәһе бар. Әйҙәгеҙ әле, балалар,тыңлап алайыҡ шиғырҙарҙы.

Урамда тора баһадир,

Исеме уның ҡыҙыҡ.

«Светофор» тип атайҙар,

Тәртип һаҡлай ул бик ныҡ.

Светофорҙың күҙҙәре

Гел сигнал биреп тора.

Иғтибарлы кешеләр

Гел уға ҡарап тора.

Светофор ағай һәр ваҡыт

Тәртип һаҡлай ҡалала.

Уны таный ололар ҙа,

Хатта кескәй бала ла.

Ҡыҙыл янһа – ашыҡмағыҙ,

Шул урында туҡтағыҙ.

Һары янһа - сабыр итеп

Бер аҙ көтөп тороғоҙ!

Әгәр йәшел емелдәһә,

Хафаланмай сығығыҙ!

      - Бына шулай, светофор тәртип һаҡлай! Кешеләрҙе , машиналарҙы матур итеп юлдан үткәреп ебәрә.

      - Әйҙәгеҙ, “Светофор” тигән уйын уйнап алайыҡ. (Уйын «Светофор»). Тәрбиәсе ҡыҙыл түңәрәк күрһәтһә, тик торалар, һары түңәрәк – әҙерләнәләр, йәшел түңәрәк - урында атлайҙар.

     - Ә хәҙер алдыбыҙҙа ятҡан аҡ ҡағыҙ битендә беҙ светофор эшләйбеҙ һәм буяйбыҙ.

Балалар үҙ-аллы светофор эшләйҙәр һәм буяйҙар.

     -Афарин, балалар! Бик оҫта эшләгәнһегеҙ. Рәхмәт.

Балалар үҙҙәре эшләгән һүрәттәрҙән күргәҙмә яһайҙар.

Ата-әсәләр өсөн консультация.

Хәүефһеҙлек саралары – үҙ ҡулығыҙҙа!

               Хәрәкәт тиҙлеге, юлдағы техникаларҙың күплеге илдә бик тиҙ үҫешә һәм үҫешәсәк тә. Шуға ла юлдағы хәүефһеҙлек – ул бөтәбеҙгә лә ҡағыла. Һәр беребеҙ үҙ балаһын һау-сәләмәт итеп күргеһе килә. Юлдағы хәүефһеҙлекте булдырмау – ул балалар менән ваҡытында  эште башлауҙан тора. Бигерәк тә, ауыл ерендә бәләкәстәргә ҡапҡанан сығыу менән ҡыйынлыҡтар һәм төрлө хәүефтәр янай. Юл- транспорт фажиғәләренең сәбәбе  балалар һәм уларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәүенән тора. Эйе, бәләкәс балалар юлдағы хәүефте аңлап етмәй. Мәҫәлән, балалар машина менән үҙ арауыҡтарын самалай белмәй, юл аша сығып өлгөрәм тип уйлап, алға ынтыла. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ,өлгөрмәүе лә бар.

   Ҡайһы бер ата-әсәләр бала балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә барғас аңларҙар тип уйлай. Был фекер төптән яңылыш!  Балала сабый саҡтан үҙ ғәҙәте, ҡылығы барлыҡҡа килә, шулай уҡ төрлө ваҡытта нисек үҙеңде тотоу манераһы ла бәләкәйҙән һалына. Шуға ла балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлатыу ата-әсәләр һәм беҙ- педагогтарҙың бурысы.

    Бала үҙ ата-әсәһенән өлгө ала ла инде. Беренсенән эште үҙебеҙҙән башлайыҡ. Беҙгә - ололарға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белергә һәм һаҡларға кәрәк. Ә балалар менән был эште бала атлай башлағас түгел, ә алданыраҡ балаға иҫ инә башлағас та башлар кәрәктер ул һәм аңлатып ҡына ҡалмаҫҡа, ә практик эш тә алып барырға кәрәк. Сөнки бала күрә һәм ул иң яҡын кешеләренең ҡылығын ҡабатлап ҡына ҡалмай, тирә-яҡтағы кешеләрҙе лә эләкләй. Ата-әсәйҙәр үҙ балаларына ғына түгел, ә башҡа балаларға ла өлгө күрһәтергә тейеш.

      Ололар һәр ваҡыт эш менән мәшғүл, уларҙың  ваҡыты юҡ. Шулай ҙа:

- балағыҙ өсөн бер көн буш ваҡыт табып, уның менән урам буйлап йәйәү йөрөп  

   килегеҙ;

- балағыҙҙың юл ҡағиҙәләрен ниндәй кимәлдә белеүен һәм үтәүен тикшерегеҙ;

- уның баҡсаға тиклем юлын икәүләшеп өйрәнегеҙ;

-яҡын юлмы йәки алыҫ юлмы машинаға ултырғас та ҡайышты тағыу мотлаҡ.

     Балағыҙҙы кескәй саҡтан юл ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтегеҙ! Бала күҙәтеп аңына һала бара. Балаларҙы урамда яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, машина юлында уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: балалар өсөн автомобиль креслоһы һәм хәүефһеҙлек ҡайышы  һис тә артыҡ нәмә түгел, ә бик мөһим, кәрәкле сара! Шулай уҡ яҡтылыҡты сағылдырыусы ленталар ҙа бик кәрәкле әйбер.

     Беҙҙең балаларға өс, дүрт йәш һәм уларҙың иң тиктормаҫ, “мин үҙем” тигән ваҡыттары. Бигерәк тә ошо йәштәрҙә тик тормаҫҡа әйләнәләр, ә тирә-яҡтағы хәүефте аңламайҙар һәм күрмәйҙәр. Уларҙың урамда атай, әсәй менән етәкләшеп түгел, ә алдан йүгереп барғылары килә, шулай уҡ тирә-яҡты үҙ-аллы танып өйрәнеү маҡсатында үҙҙәре генә урамға, юлға сығып китеүҙәре ихтимал. Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ!

     Беҙ ауыл ерендә йәшәйбеҙ һәм беҙгә юл ҡағиҙәләре нимәгә ул тип ҡарарға ярамай. Ауыл ерендәме ул, ҡала ерендәме  бөтә ерҙә лә бер үк юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белергә кәрәк. Атайҙар һәм әсәйҙәр, үҙебеҙҙе һәм балаларыбыҙҙы юл-транспорт фажиғәләренән  һаҡлайыҡ!

Уйын “Светофор”

Маҡсат: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нығытыу, светофор сигналы буйынса хәрәкәт итергә өйрәтеү, иғтибарлылыҡты үҫтереү.

Материал: һары, ҡыҙыл, йәшел түңәрәктәр.

Уйын барышы: йомаҡ:

Урам уртаһында тора

Өс күҙле бер баһадир.

Юл сыҡҡанда һәр бер кеше,

Уға ҡарай бик етеҙ.

   -Нимә ул? (светофор). Тәрбиәсе  һары, ҡыҙыл, йәшел түңәрәктәрҙе балаларға күрһәтеп, ниндәй төҫ һәм нимәне аңлатҡанын һорай. Артабан ул бер-бер артлы алмашлап түңәрәктәрҙе балаларға күрһәтә. Ҡыҙыл түңәрәк – балалар тик торалар, һары түңәрәк – әҙерләнәләр, йәшел түңәрәк – хәрәкәт итә башлайҙар. «Машиналар» хәүефһеҙ арауыҡты һаҡлайҙар.  

Уйын “Машиналар”

Маҡсат: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нығытыу, иғтибарлылыҡты үҫтереү, коллектив эсендә дуҫлыҡты булдырыу.

Материал: картондан эшләнгән рулдәр.

Уйын барышы: һәр бала үҙ юлынан дөрөҫ йүнәлештә барырға, әгәр ҙә билдәләнгән урындарҙа йәйәүле килеп сыҡһа ,уны үткәреп ебәрергә тейеш.

Сюжетлы-ролле уйын “Ҡалаға сәйәхәт”

Маҡсат: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нығытыу, коллектив эсендә дуҫлыҡты булдырыу.

Материал: руль, яһалма аҡсалар, балыҡтар, ҡармаҡ, аҙыҡ-түлек, ашъяулыҡ, һауыт-һаба.

Уйын барышы:

Тәрбиәсе. Балалар, мин һеҙгә ҡалаға сәйәхәткә сығырға тәҡдим итәм. Һеҙ ризамы?

Балалар. Эйе!

Тәрбиәсе. Нимәгә ултырып барабыҙ? (балалар яуаптары) Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән автобуста барайыҡ. (Бер баланы шофер итеп һайлайҙар.) Мин кондуктор. Ә һеҙ кем булаһығыҙ?

Балалар. Пассажирҙар

Тәрбиәсе .Автобусҡа инеп ултырғас нимәне оноторға ярамай?

Балалар. Ҡайышты тағырға кәрәк!

Тәрбиәсе. Афариндар!

Тәрбиәсе. Автобуста ниндәй ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк? (балалар яуаптары)

Балалар. Ипләп кенә һөйләшергә, шоферға ҡамасауламаҫҡа.

Тәрбиәсе. Ә нимә эшләргә ярамай? (балалар яуаптары)

Балалар. Ҡысҡырырға, тороп йөрөргә ярамай. (бер юлы балалар  юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрәләр)

Беренсе туҡталыш. «Урман». Балалар автобустан сығып урман ситендә ҡоштар тауышын тыңлайҙар, ял итәләр. (ҡоштар тауышының аудиояҙмаһын тыңлайҙар) Тәрбиәсе. Балалар, урманда ниндәй хайуандар йәшәй? (балалар яуаптары)

    -Әйҙәгеҙ, һеҙ - ҡуян балалары, мин ҡуян-әсә булайым. Күңелде асып бергәләп бейеп алайыҡ. “Ҡуян” йырына бейеү.

Икенсе туҡталыш. “Күл буйында». Балалар күлдә балыҡ тоталар.

Өсөнсө туҡталыш. “Кибет” . Балалар кибеткә инеп аҙыҡ-түлек һатып алалар.

Дүртенсе туҡталыш. “Ялан”. Яланда ашъяулыҡ йәйеп ашап алалар.

Тәрбиәсе. Балалар, оҡшанымы һеҙгә сәйәхәт?

Балалар. Эйе, бик оҡшаны!