"Иғтибарлы һәм һаҡ бул, йәйәүле!"
план-конспект занятия по обж (старшая группа)
-Балаларға юлда йөрөгәндә йәйәүлеләр ҙә,транспорт йөрөтөүселәр ҙә юл ҡағиҙәләрен белергә һәм үтәргә тейеш икәнен аңлатыу.
-Балаларҙа хәүефһеҙ йәшәүгә теләк тыуҙырыу,ҡыҙыҡһыныу, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
detyam_pdd.doc | 37.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы
2-се һанлы Иҫке Собханғол “Башланғыс мәктәбе-Балалар баҡсаһы”
Иғтибарлы һәм һаҡ бул, йәйәүле!
Әҙерләне: тәрбиәсе-
Сәйәхова Сәмәрә Ғәбдинур ҡыҙы
2015йыл
Максат.
Балаларға юлда йөрөгәндә йәйәүлеләр ҙә,транспорт йөрөтөүселәр ҙә юл ҡағиҙәләрен белергә һәм үтәргә тейеш икәнен аңлатыу.
Балаларҙа хәүефһеҙ йәшәүгә теләк тыуҙырыу,ҡыҙыҡһыныу, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Юл билдәләрен күрһәтеүсе һәм дидактик уйындар өсөн атрибуттар,ҡала урамын сағылдырған макет,өс төҫлө флаг.
Дәрес барышы.
-Балалар,беҙ бөгөн бергәләп юл ҡағиҙәләрен өйрәнәйек.
-Эйе,юл йөрөмәгән бер кеше лә юҡ был доньяла.Ләкин юлда йөрөй белмәгән кешеләрҙе һәр саҡ ҡайғы,хәүеф көтә,авариялар булып тора.Шуға күрә һәр кем юлда йөрөү ҡағиҙәләрен белергә һәм үтәргә тейеш.
-Балалар,беҙҙең ауылыбыҙ бик ҙур.Уның урамдарында транспорт күп.
-Балалар,һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?
-Эйе.
-Һеҙ ниндәй транспортта сәйәхәт итергә яратаһығыҙ?
-Автобуста,еңел машинала,сомолетта,вертолетта.
-Беҙ бөгөн һеҙҙең менән машинала сәйәхәт итергә сығабыҙ.
-Машина йөрөткән кеше кем була?
-Шофер машина йөрөтә.
-Әгәр йәйәүлеләр юлды кәрәкмәгән ерҙән сыҡһалар,автомобилдәр нисек сигнал бирә?
-Пип-пип.
-Ә юл ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә белергә тейешме?
Артем: Юҡ,йәйәүлеләр ҙә.
-Кемдәр йәйәүле булырға мөмкин?
Рушан: Ҡыҙҙар,малайҙар.
Ләйсән: Ағайҙар,апайҙар,балалар.
Тәрбиәсе: Мин һеҙгә бер ваҡиға һөйләйем,ул бер ҡуян малайы тураһында,ул юл ҡағиҙәләрен белмәгән.
Йәшәгән,ти,ҡуян-малай.Юл буйлап йүгереп барған.Машина килеп сыҡҡан.Машина ҡуяндын аяғын тапаған.Ул больницаға эләккән.
-Ни өсөн ҡуян-малай машинаға тапалған?
Азалина: Юлда барған,әсәһен тыңламаған.
Тәрбиәсе: Дөрөҫ,машина юлынан барған,тирә-яғын ҡарамаған.Юлда йүгерергә лә,уйнарға ла ярамай,балалар.
-Балалар,сәйәхәткә әҙерләнегеҙ!Моторҙы тоҡандырығыҙ!
-Р-р-р-р-р-р (дөрөҫ әйтеү).
Балалар торалар,ҡулдарын өҫкә күтәрәләр һәм мотор әйләнеүен күрһәткән хәрәкәт яһайҙар.
-Беҙ беренсе туҡталышҡа яҡынаябыҙ.
-Балалар,ҡарағыҙ әле,бына урам.Урамдың машиналар йөрөй торған өлөшөн күрһәтегеҙ.
-Йәйәүлеләр урам аша ҡайҙан сығалар?
-Урам сатын күрһәтегеҙ?
-Тротуарҙы күрһәтегеҙ?
Дияна: Машиналар йөрөй торған юлдан ситтә
Йәйәүлеләр йөрөй торған юл һалынған.
Эй,кешеләр,атлағыҙ тик шул юлдан ғына
Иҫән-аман булырһығыҙ һәр ваҡыт та.
Яҙгөл: Тротуар ул беҙҙең өсөн ҡалдырылған
атла шунан.
Шат йылмайып өйөңә ҡайтырһың һин.
Тәрбиәсе: Был ҡағиҙә һеҙҙең өсөн бик бик кәрәк.
Белеү генә түгел һәр саҡ уны үтәү кәрәк.
Балалар,әйтегеҙ әле,бында нимә күрәһегеҙ?
Динис: Мин светофор күрәм.
Тәрбиәсе:
-Ә нимә ул светофор?Светофор урамда хәрәкәттең йүнәлешен күрһәтә.Төрлө төҫтәр менән беҙгә сигнал бирә.
-Балалар,ҡарағыҙ әле,светофорҙа ниндәй төҫтәр бар?
Илһам: Ҡыҙыл,һары,йәшел.
-Ҡыҙыл төҫ туҡтарға ҡуша.
-Һары төҫ әҙерләнергә ҡуша.
-Йәшел төҫ атларға ҡуша.
Уйын: “Светофор”.
Балалар залдың бер яғында торалар,икенсе яғында регулировщик (тәрбиәсе) тора.Йәшел флагты күтәрә лә әйтә:
-Тирә-яҡҡа ҡарама,бик шәп атла!
Ҡыҙыл флаг күтәрә лә әйтә:
-Туҡта.Урыныңдан ҡыбырлама.
Ә һары флаг күтәрһәм,урында атларға.
Светофорға ҡарап хәрәкәт иткән бала еңеүсе була.
-Был туҡталышта оҙаҡ булдыҡ.Ҡуҙғалырға әҙерләнегеҙ.
Моторҙы тоҡандырығыҙ.Икенсе туҡталышта “Эйе” йәки “Юҡ” уйынын уйнайбыҙ.
-Һеҙ тротуарҙан йөрөйһөгөҙмө?
Динар: Эйе.
-Светофор ҡыҙыл янһа,юл аша сығаһығыҙмы?
Азалина: Юҡ.
-Йәшел утта сығаһығыҙмы?
Алия: Эйе.
-Автобус артынан йәбешеп йөрөргә яраймы?
Рамазан: Юҡ
-Балалар,һеҙ юл ҡағиҙәләрен бик яҡшы беләһегеҙ.
Афарин!
-Моторҙы тоҡандырабыҙ!
-Р-р-р-р-р-р.
-Туҡтаныҡ,тыныс ҡына ултырабыҙ.Ял итәбеҙ.Ял иткәндә викторина сисәбеҙ.
«Юлда” викторинаһы.
-Һеҙ юл ҡағиҙәләрен беләһегеҙ.Дөрөҫ яуапҡа бер очко алаһығыҙ.Тиҙ генә ике командаға бүленәбеҙ һәм ярышты башлайбыҙ.
-Тротуарҙан атлаған кешене нисек атайҙар?
Яҙгөл: Тротуарҙан йәйәүле аталай.
-Юл ҡағиҙәләрен һаҡлаған полиция?
Рушан: ГАИ.
-Йәйәүлеләр һәм транспорт нимә буйлап йөрөйҙәр?
Гөлдәриә: Йәйәүлеләр тротуарҙан атлайҙар.
Артур: Машиналар юлдан йөрөй.
-Ҡағиҙәне боҙһалар йәки үтәмәһәләр,ниндәй яза бирәләр.
Илһам: Аҡса түләтәләр.
Ләйсән: Машина йөрөтә алмайҙар.
-Пассажирҙар автобусҡа ҡайҙа ултыралар?
Илүзә: Туҡталыштан.
Тәрбиәсе: Йәйәүлеләргә юл аша сығыр өсөн
һыҙаттар-“Зебралар» тамғаланған.
Арҡыры үтәм тиһәң алдағы юлыңды
Зебра-юлдан атла,зинһар,онотма шуны!
-Афарин,балалар.Ҡайтыр юлға сығайыҡ.Моторҙы тоҡандырайыҡ.
-Р-р-р-р-р
-Бына беҙ ҡайтып та еттек.Әйҙәгеҙ,машинанан төшәйек.Беҙҙең төркөмдә аҡыллы балалар.Юл ҡағиҙәләрен беләләр.Һеҙ бер ҡасан да бәләгә осрамаҫһығыҙ тип ышанабыҙ.
- Мне нравится (1)