"Минҽң әкиәт"
занимательные факты по художественной литературе (подготовительная группа)
Айыухан кәңәштәрҽ.
Борон-борон заманда ҡара урманда йәшәгәндәр, ти айыу, бүре,төлкө, ҡуян. Улар йәй буйы бик күңелле йәшәгәндәр ти. Һыуыҡ ҡышта килеп еткән. Айыу йәйгеһен бүрегә “Әйҙә һиңә өй һалайыҡ, йылы ла йәшәрһең ”- тигән.Ә бүре: “Юҡ, мин бер ҡыр кәзәһе артынан баҫтырһам йылынам. Миңә өй кәрәкмәй” - тигән тей. Шунан, айыу был һүҙҙәрҙе төлкөгә лә әйткән : « Әйҙә төлкө һиңә өй һалайыҡ, мин ағас йығырмын » - тигән. Ә төлкө уға яуап итеп «Юҡ миңә өй кәрәкмәй, минең туным йылы, ҡойроғомдо ябынамда ағас төбөнә дә ятам.» - тигән ти. Аптырағас айыу үҙенең теләген ҡуянға әйткән.Ҡуян да айыуҙың ярҙамынан баш тартҡан ти.
Ул:,, Юуууҡ, мине бүре, төлкө баҫтырһа йүгереп йылынам,,- тигән.
Бына оҙаҡ көттөрмәй ҡыш та еткән, һыуыҡ көндәр башланған.Ә айыу үҙенең йылы өңөндә, йылы ла рәхәтләнеп ята тей.
Бер ваҡыт ишек тә ҡаты туҡылдатыу ишетелә, сығып ҡараһа, дер ҡалтырап бүре тора ти.,, Айыу ағай, өшөттөрҙө бит әле, индер инде өйөңә тип үтенә ,,ти. Айуы:,, Мин һиңә йәй көнө әйттем, өй һалайыҡ тип,тыңламаның ,,- тигән дә өйөнә саҡырған.Бер ваҡыт айыу менән бүре йоҡлап ятһалар, тағы ла ишектә шаҡылдатыу ишетәләр . Айыу сығыпҡараһа, төлкө килгән ти.,. Айыу ағай ишегеңде ас әле, тышта һыуыҡ, өшөттөрҙө тигән, үҙен йәлләтеп.Айыу: ,, Ә Төлкөбикә, һинме ней, һин бит йылы туныңа ышанып өйҙән баш тарттың ,,- тигән. Ә хәйләкәр төлкө ғәйебен таныған булып,үҙен йәлләтеп:,, Эйе шул Айыу ағай,мин яңғылышҡанмын. Индер инде, зинһар ,, -тип үтенгән ти. Айыу:,, Улай хатаңды танығас, әйҙә ин тигән ти.
Айыу ҡышҡылыҡҡа тип йыйған балы менән сәй эсергә саҡырған. Шул ваҡыт ишекте барабан тауышы сығарып туҡылдата башлағандар. Айыу сығып ҡараһа, дер ҡалтырап ҡуян тора ти. Уның тештәре тешкә теймәй:,, Айыу ағай, өшөттөрҙө бит, быйыл ҡыш бигерәк һыуыҡ килде тигән.Айыу йәлләп уны ла индергән, сәй эсергә саҡырған.
Йәнлектәр сәй эсеп, йылынып алғас, айыу тағы һүҙ башлаған: ,, Быйыл йәлләп индерҙем, тик йәй еткәс үҙегеҙгә өй һалаһығыҙ,,- тигән, асыуланып.
Оҙаҡ көттөрмәй, йәй ҙә килеп еткән. Бүре, төлкө, ҡуян өй һалырға тотонғандар,ти. Айыу ағас йыҡҡан, тегеләр ташып өй һалғандар. Бүрегә ҙурыраҡ, ә төлкө менән ҡуянға бәләкәйерәк итеп. Ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ, утын әҙерләгәндәр ,ти.
Бына Яңы йыл байрамы ла еткән.Улар бергәләшеп, шыршы ултыртып заманса биҙәгәндәр. Айыу ағайҙы ҡунаҡ иткәндәр. Уға рәхмәттәр уҡый-уҡый, үҙҙәренң йылы өйөндә рәхәтләнеп ҡыш сыҡҡандар, ти.
Бына шулай, изгелек ерҙә ятып ҡалмай.