Шиғыр "Етемлек"
книга по художественной литературе (подготовительная группа) по теме

Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы

Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығына бағышлап яҙылған шиғыр

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon shigyrzar.doc24.5 КБ

Предварительный просмотр:

Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә

Баймаҡ ҡалаһы

        “Етемлек”

Һуғыш… Һуғыш… Күпме унда ята

Күпме уға һыйған мәғәнә,

Һуғыш… Һуғыш…

Күптәр өсөн миллион ҡорбан булһа,

Күптәр өсөн - бары етемлек.

Һуғыш… Һуғыш… Күптәрҙе һин

Аямайса етем ҡалдырҙың:

Етем бала, етем ҡатын, әсә,

Етемһерәп ҡалды ауылдар.

Ер йөҙөнән  мәңге юҡ ителде

Әллә күпме ауыл, ҡалалар.

Етем яландарҙа саңға күмелеп

Ятып ҡалды күпме һалдаттар.

Һуғыш зары һаман сағыла кеүек

Инәй-олатайҙар күңелендә.

Ул һаман да мәлһеҙ саҡыра кеүек

Ыңғырашҡан һалдат янына.

Һуғыш… Һуғыш… Аяманы бит ул,

Һағышҡа баҫты иҫәпһеҙ әсәне.

Тол ҡалдырҙы һанһыҙ ҡатындарҙы,

Етем итте купме баланы

Емерелде өйҙәр,  аҡ мейестәр

Һерәйеште  көтөп хужаһын.

Илап олой эттәр, ә урманда

Кинәнделәр барлыҡ бүреләр.

Һуғыш… Һуғыш… Әйт һин, дөрөҫөн генә,

Кем күңеленә яра һалманың?

Кемдең тормошона инмәнең дә,

Кемдең юлын ҡыйып үтмәнең?..

Күпме егеттәр, тормош йәмен күрмәй,

Ятып ҡалды һуғыш ҡырында.

Күпме ҡыҙҙар, бәхет татымайса,

Күмелделәр бомба соҡоронда.

Йәлләмәне һуғыш, аяманы,

Күбәйтте тик яңы ҡәберҙәр.

Билдәһеҙҙәр, исемһеҙҙәр менән

Тулды ерем, урын ҡалманы.

Һәм хәҙер ҙә, эңер төшкән һайын,

Ишетелә кеүек аһ-зарҙар:

Етем әсә, етем ир һәм бала,

Тол ҡатындар, яралы һалдаттар

Илап сүгә ҡәбер өҫтөнә…