"Ҡапма -ҡаршы һүҙҙәр менән танышыу"
план-конспект занятия (старшая группа)
Предварительный просмотр:
Тема “Ҡапма-ҡаршы һүҙҙәр”
2020 йыл апрель.
Маҡсат: контраст предметтарҙы сағыштырып, “ киң-тар”, “ҙур-бәләкәй”, “бейек- тәпәш”, “оҙон-ҡыҫҡа”, “йыуан-нәҙек”, “эҫе- һыуыҡ”, “шәп-яй”, төшөнсәләрен аңлап, айырып әйтә һәм тирә-юн предметтарында таба белеү. Балаларҙың аң-зиһен, уйлау етеҙлеген, һүҙ байлығын, тапҡырлылығын үҫтереү.
Белем биреү эшмәкәрлеге:
- Балалалар, һаумыһығыҙ! Хәлдәрегеҙ нисек? Кәйефегеҙ күтәренке ме? Яуап бирәбеҙ. “Эйе”, “Яҡ” тигән һүҙҙәр юҡ, шуға күрә тулы итеп яуап бирәбеҙ. Тағы һорайым Хәлдәрегеҙ нисек? Кәйефегеҙ күтәренке ме? Афарин , улай булғас башлайыҡ.
Балалар, бөгөн беҙ ҡапма –ҡаршы һуҙҙәр менән танышабыҙ. Әйҙәгеҙ әле уйлап ҡарайыҡ...КӨН (... эйе көн ҡапма ҡаршы һүҙе ТӨН)
Йомшаҡ- ҡаты..... Иҫләнегеҙ ме, беҙ ҡасандыр балалар баҡсаһында уйын тип тә уйнай торған инек. Иҫләп алайыҡ...
Аҡ- ҡара
Оҙон- ҡыҫҡа
Таҙа-бысраҡ
Күп-аҙ
Ыуаҡ- эре
Матур-насар
Ҡалын-нәҙек
Бейек-тәпәш
Яй-шәп....
- Хәҙер мин һеҙгә һурәттәр курһәтәм, ә һеҙ әйтеп ҡарағыҙ, аҙаҡ бергәләп әйтербеҙ.
- кәнфит шәкәрле- лимон ....(әсе),
- Туңдырма һыуыҡ- сәй ....(эҫе)
-бесәй ултырғыс өҫтөндә- ә икенсе бесәй ултырғыс .....( аҫтында)
-Шкаф ауыр-Ҡауырһын ....(еңел)
-Ҡусҡар яй йөрөй- машина ..... (тиҙ )йөрөй
-Ҡайыш нәҙек- яулыҡ .....(киң)
-Һауыт буш- һауыт ....( тулы)
-Диван йомшаҡ- өҫтәл .....(ҡаты)
-Ағаһы бейек- ҡустыһы ...(тәпәш)
-Диназавр өлкән-....Ҡырмыҫҡа ...(бәләкәс)
- поезд оҙон-... икенсеһе .....(ҡыҫҡа)
Аҡыллыларым һеҙ бик дөрөҫ яуап бирҙегеҙ. Ә хәҙер ҡайһы бер белмәгән башҡорт һуҙҙәрендә туҡлап китәйек.
Нимә ул туңдырма? ...... башҡортса дөрөҫ һөйләшер өсөн морожный түгел, ә туңдырма тип әйтер кәрәк.
ҠУСҠАР- башҡортса, русса улитка. Әйҙәгеҙ әле бергәләп әйтәйек ҠУСҠАР. Тағы берҙе...
3 Арынығыҙ мы? Ял итеп алайыҡ, телефон, компьютер эргәһенән китеп иркен ергә баҫып торайыҡ та... әҙерһегеҙ ме?
Яратҡан шиғырыбыҙҙы ятлайыҡ
“һаумы алтын ҡояшым,
Сәләм, зәп -зәңгәр күгем,
Иҫәнме , һин елкәйем
Барығыҙҙы ла сәләмләйем!”
Ә хәҙер балалар шиғыр өйрәнәйек.
Таҫма
Минең таҫмам тар икән
Бармаҡ киңлек бар икән.
Һинең таҫмаң киң икән
Усым менән тиң икән.
Ә хәҙер һеҙгә эш ҡушам , ваҡытығыҙ булһа миңә һүрәт эшләп ебәрегеҙ ,Һүрәтегеҙ ҡапма ҡаршы әйберҙе аңлатһын.
Әгәр шиғырҙы ятлай алһағыҙ аудио , йә видео сообщение менән һалһағыҙҙа була, бик яҡшы булыр ине.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект образовательной деятельности в подготовительной группе "Аршаны нашего района".
Конспект НОД в подготовительной группе "Аршаны нашего района". Дать представление об источниках и родниках родного края, обогащение эколого-познавательных представлений детей, посредством эк...
Самоанализ НОД по окружающему миру "Аршаны нашего района"
Самоанализ НОД по окружающему миру "Аршаны нашего района"....