Кинезиологик күнегеүҙәр - мейе өсөн гимнастика
консультация (подготовительная группа)

Уразбаева Айгуль Фатиховна

Консультация для педагогов

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kineziologik_kunegeuz1.docx20.53 КБ

Предварительный просмотр:

Кинезиологик күнегеүҙәр – мейе өсөн гимнастика

Ураҙбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы, Бала үҫтереү үҙәге “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды

Кинезиология – билдәле хәрәкәттәр аша аҡыл  һәләттәренең үҫеше тураһындағы фән. Һеҙҙең белеүегеҙсә, беҙҙең баш мейеһе ике ярымшарҙарҙан тора, уларҙың һәр береһенең үҙ функцияһы бар, билдәле процестар өсөн яуап бирәләр (һул яҡ – математик, билдәләр, телмәр, логик, аналитик яҡтан, информацияны ишетеп ҡабул итеү өсөн,маҡсат ҡуйыу һәм программа төҙөү өсөн яуап бирә; уң яҡ –гуманитар, образлы, ижади – тән өсөн, хәрәкәттәр координацияһы өсөн яуап бирә). Ысынбарлыҡта иһә улар бер-береһен тулыландырып киләләр. Кешегә уларҙың һәр береһенең айырым яҡшы эшләүе түгел, ә бергә бәйләнештә эшләүе мөһим. Беҙҙең баш мейеһенең бөтә бүлектәренең эшмәкәрлеген әүҙемләштереү өсөн һәм ярымшарҙар араһында эффектлы бәйләнеште булдырыу өсөн тап кинезиологик күнегеүҙәр ярҙам итәләр. Был күнегеүҙәрҙең комплексын “аҡыллы гимнастика” йәки мейе өсөн гимнастика тип тә йөрөтәләр.

 Кинезиология һаулыҡ һаҡлау технологияларына инә. Кинезиологик күнегеүҙәр һаулыҡты нығыта, тонусты күтәрә, арығанлыҡты, ҡуҙғыусанлыҡты кәметә, эмоциональ торошто яҡшырта, артыҡ әүҙемлекте кәметә. Шулай уҡ был күнегеүҙәр хәтерҙе, иғтибарҙы, телмәрҙе яҡшырта, арауыҡ төшөнсәләрен нығытыуға ярҙам итә, ваҡ һәм дөйөм моториканың үҫешенә булышлыҡ итә.

Шулай итеп, кинезиологик күнегеүҙәрҙе үткәреүҙең маҡсаты түбәндәгеләрҙә:

-  мейе ярымшарҙарының бәйләнешен булдырыу;

-  моториканы үҫтереү;

- һәләттәрен үҫтереү;

- хәтерҙе, иғтибарҙы үҫтереү;

- телмәр, яҙыу һәм уҡыу күнекмәләрен, фекерләүҙе үҫтереү;

- дислексияны, стресс, апатия кеүек торошто булдырмау;

Кинезиологик күнегеүҙәрҙең төрҙәре:

  • тын алыу күнегеүҙәре;
  • күҙҙәр өсөн күнегеүҙәр;
  • бармаҡтар өсөн күнегеүҙәр;
  • релаксация өсөн күнегеүҙәр.

 Балалар баҡсаһы алдында торған төп бурыстарҙың береһе – балаларҙың телмәрен үҫтереү. Телмәр – ул тыумыштан бирелмәй. Яҡшы телмәр үҫеше баланың төрлө яҡлап үҫеше өсөн мөһим шарт булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа телмәрендә кәмселектәре булған балалар һаны артҡандан-арта бара. Белгестәр билдәләүенсә, баланың телмәр һәләттәре артикуляция аппаратының үҫешенән генә  түгел, ә ҡулдарҙың хәрәкәтенән дә тора. Ҡул бармаҡтарын күнектереү телмәр функцияһының үҫешенә булышлыҡ итә. Әгәр ҙә баланың бармаҡтары хәрәкәтсән, етеҙ икән, тимәк ул тиҙерәк һөйләшергә өйрәнәсәк, телмәре дөрөҫ үҫешәсәк.

Балалар тирә-йүнде шәхси тойомлауҙар һәм хәрәкәттәр аша ҡабул итәләр.

Мин, логопед булараҡ, үҙ эшемдә ваҡ моториканы  үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәм. Әммә һәр педагог үҙенең эш тәжрибәһенә балаларҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү өсөн традицион булған, шулай уҡ традицион булмаған алымдарҙы һәм ысулдарҙы ҡулланып ҡарарға бурыслы.

Күнегеүҙәрҙе һәм уйындарҙы көн һайын ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге алдынан йәки ял минуттары ваҡытында уйын формаһында бөтә төркөм менән йәки индивидуаль үткәреү тәҡдим ителә.

Мейе ярымшарҙарының күп өлөшөн ҡул суҡтарының эшмәкәлеге менән бәйле күҙәнәктәр биләй, бигерәк тә ҙур бармаҡтың эшмәкәрлегенә ҡағыла, сөнки ул ғына башҡа бармаҡтарға ҡаршы ҡуйылған.

Интеллектуаль һәм фекерләү процестарын камиллаштырыуҙы  бармаҡтарҙың һәм тәндең хәрәкәттәрен үҫтереүҙән башларға кәрәк. Үҫтереү эше хәрәкәттәрҙән фекерләүгә йүнәлтелгән булырға тейеш, киреһенсә түгел.

Балаларҙы кесе йәштән бармаҡ уйындарын ябайҙан ҡатмарлыға эшләргә өйрәтергә кәрәк. Бармаҡ уйындарын дөрөҫ итеп эшләргә өйрәнгәндән һуң 5 йәштән ҡулдарҙың ике-өс торошонан торған кинезиологик күнегеүҙәр комплексы бирелә. Бала тәүҙә өлкәндәр менән бергә эшләй, шунан хәтерләп үҙ аллы эшләй. Күнегеү тәүҙә уң ҡул менән, шунан һул ҡул менән, шунан ике ҡул менән бергә эшләнә.

Күп кенә кешеләр көндәлек  физик хәрәкәттәрҙе үҙҙәренә ҡулайлы ҡул менән эшләргә ғәҙәтләнеп киткәндәр. Балаларға тештәрен таҙаларға, сәс тарарға, берәй әйберҙе тоторға, һүрәт төшөрөргә һәм яҙырға икенсе ҡул менән тәҡдим итеп ҡарағыҙ әле, үҙегеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ! Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, “уңайһыҙ” ҡул менән билдәле хәрәкәттәрҙе эшләү мейенең яңы майҙансыҡтарын әүҙемләштерә һәм мейе күҙәнәктәре араһында яңы бәйләнеш булдырырға ярҙам итә.

Кинезиологик күнегеүҙрҙе эшләүгә ҡағиҙәләр:

  1. Күнегеүҙәрҙе теүәл үтәү мотлаҡ. Тәүҙә педагог күнегеүҙәрҙе үҙе яҡшы итеп эшләргә өйрәнергә тейеш, шунан ғына балаларға күрһәтә.
  2. Күнегеүҙәр бик ябай, шуға күрә ҡайҙа  эшләһәләр ҙә була.
  3. Көн һайын шөғөлләнергә кәрәк.
  4. Күнегеүҙәр уйын формаһында ойошторола.
  5. Бер күнегеү 2 минуттан артыҡ булмаҫҡа тейеш.
  6.  Комплекс араһында күнегеүҙәрҙең урынын алмаштырырға була.

Кинезиологик күнегеүҙәр:

  1. Күнегеүҙәр комплексын “Мейе кнопкаһынан”  башларға тәҡдим итәм. Ул йоҡонан уянырға, үҙ-үҙеңде эшкә әҙерләргә ярҙам итә, вестибуляр аппаратты эшкә әҙерләй, мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Күнегеү торған килеш эшләнә. Бер ҡул менән беренсе һәм икенсе ҡабырға араһын умрау һөйәге аҫтында баш бармаҡ менән һул яҡты, һуҡ һәм сәтәкәй бармаҡ менән һул яҡты массаж эшләргә кәрәк, икенсе ҡул кендектә тора.
  2. “Уйлау эшләпәһе” – күнегеү ҡыҫҡа ваҡытлы хәтерҙе “тоҡандыра” һәм мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Ҡолаҡтарға бөтә бармаҡтар өҫтән аҫҡа ҡарай массаж эшләргә, баш бармаҡ ҡолаҡ артында, ә ҡалғандары алда тора.
  3. “Балдаҡ” – ҡулдың бармаҡтарын бер-бер артлы баш бармаҡ менән тоташтырып “балдаҡ” эшләргә.
  4. “Бесәй” – эҙмә-эҙлекле ҡулдарҙың торошон алмаштырырға: йоҙроҡ, ус(тәүҙә уң ҡул менән, шунан һул ҡул менән, шунан ике ҡул менән бергә).
  5. “Ҡолаҡ- танау” – һул ҡул менән танауҙың осон тоторға, уң ҡул менән һул ҡолаҡҡа тотонорға, шунан ҡулдарҙы төшөрөргә һәм ҡулдарҙың торошон алмаштырырға.
  6. “Лезгинка”- һул ҡулды йоҙроҡҡа йоморға, баш бармаҡты ситкә ҡаратырға, йоҙроҡто бармаҡтар менән үҙеңә ҡаратырға. Уң ҡулдың тура яҙылған усы менән горизонталь рәүештә һул ҡулдың сәтәкәй бармағына тейергә. Шунан ҡапыл ике ҡулдың да торошон киреһенсә алмаштырырға.
  7. “Йоҙроҡ – ҡабырға - ус” - эҙмә-эҙлекле ҡулдарҙың торошон алмаштырырға: йоҙроҡҡа йомолған ус, өҫтәлгә ҡабырғаһы менән ҡуйылған ус, өҫтәлгә өҫкә ҡаратып һалынған ус ((тәүҙә уң ҡул менән, шунан һул ҡул менән, шунан ике ҡул менән бергә).
  8. “Ҡоймаҡтар” – уң ҡул усы менән аҫҡа ҡарап ята, ә һул ҡул усы менән өҫкә ҡарай. Ике ҡулдың торошон бергә генә алмаштырырға. Шиғыр юлдары менән оҙатырға мөмкин:

Әсәй ҡоймаҡ бешергән,

Тәмле итеп ҡамырҙан.

Бына шулай ҡабарған,

Бына шулай йәйелгән.

  1. “Симметриялы һүрәттәр” – һауала ике ҡул менән дә көҙгәләге симметриялы һүрәттәрҙе эшләргә (түңәрәк предметтарҙан башларға кәңәш ителә: ҡарбуз, алма һ.б. “Һүрәт эшләгәндә” бала үҙенең ҡулына ҡарарға тейеш) Был күнегеүҙе шулай уҡ ҡағыҙ битендә лә эшләргә була. Күнегеүҙе ҡатмарлаштырып, уң ҡул менән квадратты, һул ҡул менән түңәрәкте эшләргә тәҡдим итергә була. Был күнегеү баланы мәктәпкә әҙерләгәндә ярҙам итә.
  2. “Өй – терпе - йоҙаҡ” – ике ҡулдың да бармаҡтарын, шулай уҡ баш бармаҡты мөйөш яһап тоташтырыға (өй), устарҙы бер-береһенә мөйөш яһап ҡуйырға, бер ҡулдың бармаҡтарын икенсе ҡулдың бармаҡтары араһына индерергә (терпе),  устарҙы бер-береһенә ҡыҫырға, бармаҡтарҙы ишергә (йоҙаҡ).
  3. “Шәмде һүндер”, “Шәмдәр” – организмдың ритмын яйлай, үҙеңде ирекле, контрольдә тоторға ярҙам итә.
  4.  Күҙҙәр өсөн күнегеүҙәр “Һигеҙ”, “Геометрик фигуралар”, “Һандар” – күреү даирәһен киңәйтә, ҡабул итеүҙе яҡшырта. Бармаҡ менән һауала сикһеҙлек тамғаһын эшләргә һәм күҙҙәр менән артынан йөрөтөргә. Һуңынан ике ҡул менән сикһеҙлек тамғаһын эшләргә була. Геометрик фигуралар, биҙәктәр эшләп тә күнектерергә була.
  5. “Сатраш аҙым” -  аяҡтың уң яҡ тубығын һул ҡулдың терһәгенә тейҙерергә, шунан уң аяҡты бөгөп арттан һул ҡулға тейергә. Шунан тубыҡ менән терһәкте алмаштырырға.
  6. “Куктың крюктары” (Крюки Кока) – көсөргәнеште сисә, стрестан сығара, логик фекергә килергә һәм уйҙарҙы тәртипкә килтерергә ярҙам итә. Күнегеү ултырып эшләнә. Уң аяҡтың табанын һул тубыҡҡа һалырға, уң ҡулды үксәгә һалырға, ә һул ҡул менән ҡуңысҡа тотонорға. Ике минут тирәһе ултырырға, шунан аяҡтарҙы төшөрөп ултырырға, табандарҙы айырырға, шунан һуң ҡулдарҙы бергә ҡушып, бармаҡтарҙы яҡынайтып “өй” эшләргә. Тағы ла ике минут ултырырға, терһәк менән тубыҡтарҙы алмаштырырға.
  7. “Ағас” – был күнегеү көсөргәнеште сисеү һәм тынысланыу өсөн эшләнә. Сүкәйеп ултырырға, башты тубыҡтарға йәшерергә, тубыҡтарҙы ҡосаҡларға. “Был – орлоҡ, ул яйлап үҫә”. Яйлап ҡына тороп баҫырға, кәүҙәне турайтырға, ҡулдарҙы өҫкә күтәрергә. “Ел сыҡты, ағасты бәүетә”(кәүҙә уңға-һулға бөгөлә)

Билдәле булыуынса, һаулыҡтың нигеҙе бала саҡта һалына. Әгәр ҙә беҙ балаларыбыҙ һау-сәләмәт булып үҫһен тиһәк, уларҙың хәрәкәт һәм физик йөкләмәләргә ихтыяждарына иғтибар итергә тейешбеҙ. Ә инде кинезиологик күнегеүҙәр балаларҙа һау-сәләмәт тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам итәсәк, төрлө яҡлап үҫешенә булышлыҡ итәсәк.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Приход ребенка в детский сад может стать для него радостным событием в его жизни, если Вы ему вовремя поможете.

Приучайте ребенка к режиму.Как управляться с одеждой самостоятельно?Наблюдайте за тем, как у него складываются необходимые умения и навыки.Культура поведения.Взаимоотношения со сверстниками и взрослым...

Непосредственно образовательная деятельность Образовательная область « Безопасность» Тема: «Огонь наш друг, но не всегда – бывает от него беда»

конспект непосредственно образовательной деятельности на тему " огонь наш друг, но не всегда бывает от него беда"...

25 СПОСОБОВ узнать у ребенка, как у него дела в школе, не спрашивая, как у него дела в школе.

25 СПОСОБОВ узнать у ребенка, как у него дела в школе, не спрашивая, как у него дела в школе....

Доклад «Развитие представлений об организме человека, что для него польза, что для него вред»

Корни развития здорового образа жизни складываются в детском возрасте, когда ребенок приобретает многие привычки, в том числе и навыки выполнения жизненно необходимых движений, которые оказывают сущес...

план работы на июнь меся (неделя)

план работы на инюнь первая неделя....