Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ.
Вложение | Размер |
---|---|
ilen_hoyms_ken_telen_hoyms.docx | 18.91 КБ |
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ.
Башҡорт илен тотош утҡа сорнап,
Тәфтиләүҙәр ниҙәр ҡылмаған.
Тик батшалар телен киҫкәндә лә,
Башҡортом бит телһеҙ ҡалмаған!
(Р.Бикбаев)
Тыуған ил! Туған тел! Ниндәй изге төшөнсә. Һәр кем уны үҙенсә һөйә, үҙенсә аңлай, уның менән ғорурлана. Ниндәй генә гүзәл, иҫ китерлек урындарҙа булһаң да, үҙ төйәгең яҡыныраҡ, йүгереп ҡайтҡы, тиҙерәк үҙ тупрағыңа аяҡ баҫып туған телендә аралашҡы килә. «Тыуған илем – алтын бишек», - тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Ысынлап та, ата-әсәйем, ағайым һәм дуҫтарым иң ҡәҙерле кешеләрем булһа, тыуған илем ул минең йәшәгән йортом, изге төйәгем, ә туған телем – ата-әсәмдең теле!
Мин Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфө лә йәшәһәм дә үҙ тамырҙарым менән Баймаҡ районы Мерәҫ ауылынанмын. Күк Ирәндек итәгенә һыйынып ултырған ауылда минең олатайым менән өләсәйем йәшәй. Мерәҫ ауылы – ғәжәйеп мөғжизәләр төйәге. Кейек-януарға, емеш-еләккә, ағасҡа бай урманындары, мең төрлө балыҡ үрсегән Таналыҡ йылғаһы үҙе генә ни тора!
Был ожмахтай ауылға ҡайтҡан һайын Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янына барамын. Был урын олатайҙарымдың васыяты кеүек, сөнки улар ошо һуғышта ҡатнашкан. Ҡорбандар исемлегендә ҡарт олатайҙарым Нотфулла Сафин һәм Хэким Ғиндуллиндың да исемдәре бар. Ошо ергә килгән һайын, уларҙың рухына, батырлығына тәрән ихтирам менән сәскәләр һалам.
Аҫаба ерҙәр өсөн атай-олатайҙарыбыҙ күпме яу сапҡан, ҡан ҡойған, тупрағына хәләл тирен түккән, ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙы мәңге ҡурсалап йәшәгән, һис бер илбаҫарға бирмәгән.
Тамырҙарым тоташҡан Мерәҫ ауылына ҡайтҡан һайын ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағында ял итәбеҙ. Атайымдың ҡурай моңдарын тыңлап, тәбиғәттең иҫ киткес бай ҙа, серле лә булыуына хайран ҡалып, әйтеп бирә алмаҫлыҡ көс тә, дәрт тә алып ҡайтам.
Атайым да, әсәйем дә халҡым, милләтем тип янып йәшәгән
рухлы кешеләр. Атайым ағайымды бәләкәйҙән ҡурайҙа уйнарға өйрәтһә, ә әсәйем мине башҡортса матур итеп йырларға һәм бейергә өйрәтте. Ағайым музыка мәктәбенең ҡурай синыфында 5 йыл белем алды. Республика кимәлендә уҙғарылған бик күп конкурстарҙа еңеү яуланы. Үҙем дә башҡорт теле буйынса ҡала кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашамын, призлы урындар яулайым.
Бындай ваҡиғалар мине дәртләндереп кенә ҡалмай, ә йөрәктә ышаныс уята. «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ», – тип яҙған яҡташыбыҙ Рәми Ғарипов. Уның һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Балалар баҡсаһында ла «Башҡорт теле» түңәрәгенә бик теләп йөрөнөм. Иртәлектәр үткәрелгәндә минән башҡортса йырҙар йырлата, шиғырҙар һөйләтә торған инеләр. Ләкин ҡалала яҡын-тирәлә башҡорт мәктәбе булмағанлыҡтан, уҡыуымды урыҫ мәктәбендә башланым. Әммә үҙ телемдә һөйләшеүемде, бейеүемде, йырлауымды ташламайым.Мәктәптә уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса түңәрәккә ҙур теләк менән йөрөйөм. Бында миңә асылмаған сер йомғағын һүтергә, тел һәм әҙәбиәт донъяһына үтеп инергә мөмкинлек тыуҙы. Дуҫ-иштәрем менән ата-әсәйем, туғандарым аралашҡан телдә һөйләшеү – үҙе бер бәхет ул! Ниндәй генә саралар үтһә лә, теләп ҡатнашам.
Тыуған ил, туған тел – бик ҙур төшөнсә. Әлегә үҙемде ошо киңлектең бер өлөшө итеп кенә тоям. Ләкин киләсәктә республикамдың шаулап сәскә атасағына, башҡорт теленең ныҡлап күтәрелеүенә ышанам һәм уның үҫешенә мин дә өлөш индерермен тигән уй-теләктәр менән йәшәйем. «Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул», - тиһәләр ҙә мин үҙ илемдә солтан булып, халҡымды, милләтемде күтәргем килә.
Туған телемдең, шулай уҡ тыуған республикамдың бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн борсолам. Тарих ҡуласаһында инде нисәмә быуаттар тамырыбыҙҙы киҫергә, үткәндәребеҙҙе онотторорға тырыштылар, ләкин берәүгә лә бер ҡасан да баш бирмәгән халҡым.
Хәҙерге ҡатмарлы иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр осоронда донъябыҙҙы шифалы ямғырҙай йәшәртер, тормошобоҙға тереһыу бөркөр Урал батырҙай халҡы өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер кешеләр кәрәк. Ә уның өсөн илебеҙҙе һаҡлап, яҡлап сығыусы төп ҡоралыбыҙ – белем, ғилем һәм дөрөҫлөк булыуын аңлайым. Шуға мәктәпте уңышлы тамамлап сыҡҡас, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға барырға теләйем. Киләсәктә мин туған телемдең бөтә нескәлектәрен, матурлығын халҡыма еткерергә ынтыласаҡмын. Үҙемдең маҡсатыма ирешәсәгемә ышанам.
Кешеләргә мөрәжәғәт итәм: уяу булайыҡ, үҙ йөҙөбөҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, ата-бабаларыбыҙҙың изге васыятына тоғро ҡалайыҡ. Зәңгәр күктә нурлы ҡояшыбыҙ берәү булған кеүек, сыуаҡ Башҡортостаныбыҙ, саф телебеҙ, ғәзиз еребеҙ ҙә берәү генә. Уларҙың яҡты киләсәге беҙҙең ҡулда.
Рисуют дети водопад
"Разделите так, как делили работу..."
Космический телескоп Хаббл изучает загадочную "тень летучей мыши"
Большое - маленькое
В какой день недели родился Юрий Гагарин?