Сочинение о знаменитом просетителе М. Акмуллы, в честь которого назван педагогический университет
Вложение | Размер |
---|---|
akmulla.docx | 19.12 КБ |
Мифтахетдин Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы.
Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп,
Тик Аҡмулла берҙән-бер бит ул.
Быуаттарҙан алып быуаттарға,
Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.
Рәшит Шәкүр.
Ысынлап та, Мифтахетдин Аҡмулла исемен ишетеү менән күҙ алдына аҡыллы, тәртипле, итәгәтле ир килеп баҫа. Аҡмулла ижады менән танышҡас, шундай фекер тыуа: ул ни тураһында ғына яҙмаһын, иғтибары һәр саҡ бер нәмәгә – әхлаҡ, ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Мәҙәниәттең нигеҙе – ғилем, әхләҡи сафлыҡ.
Башҡорт халҡының күренекле улы Аҡмулла үҙенең ҡабатланмаҫ ижады, ялҡынлы өндәүҙәре менән әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Уның «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән һүҙҙәре актуаллеген бөгөнгө көндә лә юғалтмай.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Быйыл бөйөк сәсән, халыҡ мәғрифәтсеһе тыуыуына 185 йыл. Аҡмулла – үҙенең тәрән халыҡсан, юғары художестволы, халыҡтың иң изге хыял һәм ынтылыштарын сағылдырған поэтик ижады менән киң массаларҙың мөхәббәтен яулаған шағир. Ғөмүмән, Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхләк мәсьәләләре, эстетик, этик тәрбиә мәсьәләһе ҙур урын алып тора, мәғрифәтсе булараҡ, ул халҡының киләсәген туранан – тура шуға бәйләп аңлата.
Милләттең алға китешен, мәҙәниәттең сәскә атыуын, ғөмүмән, бөтөн бер халыҡтың бәхетле тормошон айырым күренекле шәхестәргә бәйләп аңлатыу – мәғрифәтселектең төп һыҙаты. Миңә бигерәк тә Аҡмулланың «Егетлек хасиәте – мәғрифәттә» шиғыры үҙенең идея-тематик йөкмәткеһе менән оҡшай.
Ысынлап та, тик аҡыллы, уҡымышлы һәм мәҙәниәтле кешеләр генә киләсәктең ышанысы һәм терәге, ә был турала Аҡмулла нисә тиҫтә йылдар элек үк дөрөҫ күҙаллаған.
Шағир Мифтахетдин Аҡмулла 19 быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкиле. Ул яңы типтағы мәғрифәти әҙәбиәтте үҫтереп ебәреүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай.
Тура һүҙле, халыҡ ғәменә, ил фекеренә тоғро күңелле булғаны өсөн дә Аҡмулланың тормош юлы бик ауыр һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша үтә. Ошо уҡ сифаттары арҡаһында ул 1867 – 1871 йылдарҙа ялған ялыу буйынса төрмәгә ултырып сыға. Зиндан тормошоноң ҡот осҡос картиналарын һүрәтләп, шағир бөтөн йәмғиәттең ытырғаныс яҡтарын асып һала, уның фондында йәмғиәттә барған изгелек һәм яуызлыҡ, рәхимһеҙлек һәм гуманлыҡ, иҫкелек һәм яманлыҡ араһындағы мәңгелек алышты күрһәтә.
Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн бер яҡтан, башҡорт мәғрифәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанышы, классик өлгөләренең береһе булһа, икенсенән, ул беҙҙең милли әҙәбиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө ул. Ул ысын мәғәнәһендә тормош һабағы.
Аҡмулланың бар булмышы менән халыҡ шағиры булды. Йылдар үтеп, мәшһүр шағирҙы тыуҙырған дәүерҙән алыҫлаша барған һайын Аҡмулла һынының мөһабәтлеге, ул сәсеп ҡалдырған гүзәл шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла асығыраҡ күренә. Уның поэтик ижады бөгөн дә, ҡабатланмаҫ бер моң булып, халыҡ күңелендә йәшәй, йәш быуынды дөйөм кешелеклелек, гуманизм рухында тәрбиәләүҙә, кешеләргә әҙәплелек, сабырлыҡ, кеселеклелек, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыш, эстетик зауыҡ күндереүҙә әүҙем ҡатнаша.
Ул үҙенең бөтә ғүмере буйы башкорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, араһында уларҙың ғалим бер серҙәше булып, дәртле бер мәғрифәтсе улы булып йәшәне. Ул илдән-илгә, ҡаланан-ҡалаға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйүгә күсә йөрөп ижад итте.
Аҡмулла ижадындағы Тыуған ил, туған халыҡ төшөнсәһе, патриотизм, юғары гражданлыҡ тойғоһо башҡорт халыҡ поэзияһынан, героик эпостарҙан килгән тыуған Уралды һаҡлау, ирек, азатлыҡ өсөн көрәш кеүек яңғырашлы. Аҡмулла ҡабатланмаҫ ижады менән башҡорт әҙәбиәте тарихында иң лайыҡлы урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы. Аҡмулланың фәһемле һүҙҙәре бөгөнгө көнгә тиклем дә, бөгөнгө көндә лә һәм киләсәктә лә мәғәнәһен юғалтмай.
Һин донъяға рәхәт кенә
Йәшәү өсөн тыумағанһың,
Ғүмерең буйы сәйәхәттә
Янып-ярһып йырлағанһың.
Йөрәгеңдән урғылған моң
Ул үтә лә ҡайнар булған.
Изге күңелдәргә шундуҡ
Яҙ наҙҙары булып тулған.
Әйҙәгәнһең яҡты юлға,
Өндәгәнһең гел яҡшыға…
Тереләрҙән тере булып
Йәшәйһең һин ана шуға!
Ф. Рәхимғолова
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ
ОКТЯБРЬ РАЙОНЫНЫҢ 37 -СЕ УРТА МӘКТӘБЕ
МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫ
ДӨЙӨМ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Мифтахетдин Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы.
(инша)
Башҡарҙы: Әхмәтьәнова Карина,
9 Г синыфы уҡыусыһы
Тикшерҙе: Әхмәтова Регина Илфат ҡыҙы,
башҡорт теле уҡытыусыһы
Өфө – 2016
МУНИЦИПАЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ ШКОЛА № 37 ОКТЯБРЬСКОГО РАЙОНА ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД УФА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Просветитель Мифтахетдин Акмулла
(сочинение)
Выполнила: обучающаяся 9 Г класса
Ахметьянова Карина
Проверила: Ахметова Регина Ильфатовна,
учитель башкирского языка
Уфа - 2016
Ручей и камень
Усатый нянь
И тут появился изобретатель
Рукавичка
Два петушка