уҡыусылар башҡорт телендә тыуған яҡ, уның байлыҡтары хаҡында шиғыр яҙғандар
Вложение | Размер |
---|---|
stihi.doc | 36.5 КБ |
Йәйғор кеүек балҡый тыуған ерем, мәңге күреп туймаҫ тамаша.
(Уҡыусылар ижад иткән шиғырҙар)
Тикшерҙе: Әхмәтова Р. И.
Башҡарҙы: башланғыс синыф уҡыусылары
ҠУРАЙЫМ
Эй ҡурайым, ҡурайым
Моңло һинең көйҙәрең.
Сирлене дауалаған,
Моңһоҙҙо йәнләндергән
Серле һинең көйҙәрең.
Ерем һиңә һеңдергән
Үҙ йылыһын, үҙ көсөн.
Гончаров Илья
Башҡортостаным.
Яратам тыуған илемдең
Йылы ҡояш нурҙарын.
Яратам тыуған еремдең
Сәскәле болондарын.
Яратам, аңлайым
Ҡамыштарың моңһоу сағын
Яратам, аңлайым
Ағиҙеленең тирбәлеп ағышын
Яратам тыуған илемде
Шуға ла мин бик бәхетле!
Васильева Елена
Уралым
Уралымдың матурлығы
Бай тәбиғәтендә сағыла
Уралымдың тарихы
Китаптарҙа һөйләнә
Онотолмай бер ҡасан да
Уралымдың үткәне
Текә ҡаяларында
Мәңге уйылып ҡала.
Семенов Артем
Башҡортостаным.
Минең һөйөклө Башҡортостаным.
Матурыраҡ сит илдән!
Урмандарың, тауҙарың,
Яландарың, йылғаларың
Туғаныраҡ миңә зәңгәр диңгеҙҙән.
Фәрхетдинова Аделия
Тыуған ерем
Тыуған еремдең матурлығы
Әйтерһең әкиәттәге ожмах
Урманында йәшел хәтфә,
Болондарында мең сәскә,
Йылға, күлендә балыҡ
Һикереп-сумып уйнай
Татлы балы, ҡымыҙы
Көс бирә, дауалай.
Шарафисламов Сабир
Тыуған ерем
Йүкәм урманы,
Сейәм тауы
Үлән үҫкән урамы,
Буранлы һыуыҡ ҡыштары
Бында мин тыуған
Бында минең Башҡортостан
Туҙаны ла ҡәҙерле
Шифалы һауаһы
Ул йөрәккә наҙлы.
Арыҫланова К.
Тыуған еремдең матурлығы
Аллы- гөллө сәскәләр
Йәшел хәтфә өҫтөндә
Күбәләк бал ҡорттары.
Ярышып-ярышып уйнайҙар
Әйтерһең дә диңгеҙҙә
Һыу инә балыҡтар.
Ниндәй матур тәбиғәт
Минең тыуған еремдә.
Бәҙретдинова А.
Миндә ҡайнай
Башҡорт һәм урыҫ ҡаны.
Миндә йәшәй
Ике милләт дуҫлығы.
Бер ҡулымда урыҫ,
Бер ҡулымда башҡорт
Икеһендә алға әйҙәй
Миндә булған көс.
Дәүләтшин И.
Тигрёнок на подсолнухе
Кто грамотней?
Загадочная система из шести экзопланет
Старинная английская баллада “Greensleeves” («Зеленые рукава»)
Снегири и коты