Тыуған яғыбыҙ Башҡортостан хаҡында яҙа уҡыусы. Бөйөк телебеҙгә, матур тәбиғәтебеҙгә дан йырлай.
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan_-tyugan_toygem.doc | 50 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ
ОКТЯБРЬ РАЙОНЫНЫҢ 37 -СЕ УРТА МӘКТӘБЕ
МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫ
ДӨЙӨМ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Башҡортостан – тыуған бишегем.
(инша)
Башҡарҙы: Әхмәтгәлина Карина,
8 б синыфы уҡыусыһы
Тикшерҙе: Әхмәтова Регина Илфат ҡыҙы,
башҡорт теле уҡытыусыһы
Өфө- 2016
Башҡортостан – тыуған төйәгем.
Башҡортостаныбыҙ иҫ китмәле гүзәл һәм бай республика. Тәбиғәтенең, үҫемлектәрҙең, ҡош-ҡорттарҙың, йәнлектәрҙең байлығы, йылға-күлдәрҙең күплеге, һыуҙарының муллығы, сафлығы үҙе ни тора. Был йылға-күлдәр буйында башҡорт ауылдары донъя көтә, мал, ҡош-ҡорт аҫырай, балалар үҫтерә. Тыуған еремдең гүзәллегенә, халҡымдың ҡунаҡсылығына һоҡланмаған кеше ҡалмаған. Бөйөк рус яҙыусылары А. Н. Толстой, А. П. Чехов, С. Злобин Башҡортостандың матурлығы тураһында ниндәй генә һүҙҙәр әйтмәгәндәр.
Башҡортостандың ниндәй генә төбәгенә баҡма, ни менәндер һине хайран итер, күҙҙең яуын алыр. Унда әллә күпме байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ, үҙенә генә хас биҙәктәр күрергә мөмкин.
Бөрйән районында бөтә донъяға билдәле булған Шүлгәнташ мәмерйәһе бар. Был мөһабәт мәмерйә Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Иң үҙенсәлекле һәм боронғо мәмерйә ул. Мәмерйә үҙе генә түгел, уның тирә-яғындағы тәбиғәт тә ғәжәйеп матур. Мәмерйә әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә.
Башҡортостандың иң ҙур райондарының береһе – Белорет районы. Был райондың ауылдары бормаланып-бормаланып, зәңгәр тулҡындарын ярға ҡаға-ҡаға аҡҡан Инйәр һәм Ағиҙел йылғалары буйында урынлашҡан. Ауылдарҙы тирә-яҡтан ҡара урманлы, бейек-бейек үркәсле тауҙар уратып алған. Тәбиғәт матурлығы Кеше өсөн, үҙебеҙ өсөн. Мең төрлө сәскә, ҡош тауыштары, шишмә сыңы, һыҙылып таң атыуы ла, төрлө биҙәктәр яһап болоттар йөҙөүе лә – бөтәһе лә беҙҙең өсөн. Халҡыбыҙ тәбиғәт ҡосағында йәшәгән һәм йәшәй. Көн һайын шул матурлыҡтан илһам алған, күңеле йыр менән тулған.
Тыуған ил тыуып-үҫкән ерҙән башлана. Мин Башҡортостанда йәшәүем менән бәхетлемен. Тыуған илем – ул тыуған ҡалам, тыуған йортом, ата-әсәм, туғандарым, күршеләрем, дуҫтарым… Ошолар бит миңә шул тиклем яҡын! Тыуған еремдән Бер аҙға ғына китһәм, өҙөлөп һағынам. Тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға ашығам.
Әлеге көндә Башҡортостанда саф һыулы шишмәләребеҙ, йылғаларыбыҙ кәмей, беҙ тыналып йөрөгән һауабыҙ көндән-көн бысрана, бөйөк ағастарыбыҙ ҡырыла. Беҙ был мәсьәләләрҙе нисектер хәл итергә тейешбеҙ. Кеше үҙ ғүмерендә, Бер генә булһа ла, ағас ултыртырға тейеш. Урманға ял итергә барғанда, бушаған консерваларҙы ташлап китергә ярамай. Башҡортостан – беҙҙең өйөбөҙ. Дуҫтар, әйҙәгеҙ өйөбөҙҙө бысратмайыҡ, ә киреһенсә, таҙартайыҡ. Мин тыуған яғымды яратам һәм ҡәҙерләргә ант итәм.
Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы - Өфө. Өфөбөҙ – нисәмә милләт халыҡтың дуҫ йәшәгән төйәге, дуҫлыҡ ҡалаһы. Миллионлы ҡалабыҙҙың филармонияһы, кинотеатрҙары, парктары, юғары уҡыу йорттары, сауҙа нөктәләре, дауаханалары, ҡунаҡханалары, ҙур-ҙур завод-фабрикалары бар. Баш ҡалабыҙҙа һәр ваҡыт төрлө конференциялар, конгрестар уҙғарылып тора. Уларҙа сит илдәрҙән дә бик теләп ҡатнашалар. Республикабыҙҙың, баш ҡалабыҙҙың иң ҡәҙерле символы – Салауат Юлаев һәйкәле. Милли батырыбыҙ, шағир һәм импровизаторыбыҙ һәйкәле бына нисәмә йыл )фөбөҙ ҡунаҡтарын Ағиҙелдең текә ярынан ҡаршы ала һәм хәйерле юл теләп ҡала.
Көмөш ҡайыш быуған егет кеүек,
Ағиҙелде урап билеңә,
Баҫҡанһың һин, Урал һаҡсыһындай,
Тыуған )фөм минең, бергенәм…
(Н. Нәжми )
Ҡалабыҙ күҙгә күренеп матурлана башланы. «Аҡбуҙат» ипподромы, Тимер юлы вокзалы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм башҡа биналарҙы төҙөнөләр. Был биналар киләсәк быуаттарҙа ла архитектура үрнәктәре булырлыҡ. Яңы мәктәптәр асылды, шифаханалар төҙөкләндерелде.
Башҡортостанда төрлө милләт кешеләре йәшәй. Элегерәк, бында бер ҡайҙа ла башҡортса яҙылған урындар юҡ ине. Бәхеткә күрә, башҡорт теле – дәүләт теле тип иғлан ителде. Бөгөнгө көндә беҙ, башҡорттар, үҙебеҙҙең телебеҙҙә уҡып, һөйләшеп йөрөй алабыҙ. Хәҙер магазиндарға башҡортса исемдәр бирә башланылар, автобустарҙа башҡортса тәржемәһе яҙылған. «Телең барҙа – илең бар, илең барҙа – иркең бар, иркең барҙа- күркең бар», - ти бит шағир ҙа. Телде һаҡларға кәрәк. Туған тел – беҙгә ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡы. Шуға күрә телебеҙҙе онотмайыҡ, ҡәҙерләп өйрәнәйек! Башҡорт теле булһа, Башҡортостаныбыҙ ҙа, киләсәккә өмөтөбөҙ ҙә булыр. Илем, телем тип янып йәшәүсе кешеләр менән сикһеҙ ғорурланам.
Башҡортостандың матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн оҫта рәссам буяуҙары, шағир ҡәләмдәре кәрәк. Уның гүзәллеген бер иншала ғына һүрәтләп бөтөргә мөмкин түгел. Киләсәктә Башҡортостаныбыҙ һаман да матурайыр, нығыныр тип уйлайым. Мин үҙем Башҡортостанда тыуғаныма, үҫкәнемә, шунда йәшәгәнемә ғорурланам. Бер нисә көндән тиерлек тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тыуған көнө етә. Мин республикамды ошо ҙур байрамы менән ҡотлайым һәм киләсәктә тағы ла үҫеүен, балҡыуын теләйем. Республикала йәшәгән халыҡҡа бәхет, именлек, ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө генә теләп ҡалам.
Тыуған көнөң менән, Республикам,
Татыулығы һәр бер милләттең.
Тыныс йәшәү һинән-минән тора,
Тыныс йәшәү менән ҡиммәтһең.
Тыуған көнөң менән, Республикам,
Тыуған көнөң менән, милләттәш!
Бәхет кенә теләп бер-беребеҙгә,
Тупланайыҡ милләт, дуҫ-иптәш!
(З. Йәнбирҙина)
Нас с братом в деревню отправили к деду...
Ёжикина Радость
Астрономический календарь. Март, 2019
Лист Мёбиуса
Астрономический календарь. Апрель, 2019