Матбуғат биттәрендә/На страницах газет
Бында төрлө матбуғат биттәрендә баҫтырылған материалдар йыйылған
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
samye_udachnye_priemy_v_obuchenii_bashkirskomu_yazyku.docx | 25.33 КБ |
Предварительный просмотр:
Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар!
Ижади эшләүсе уҡытыусы традицион методтар, алымдар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ яңы алымдарҙы әҙерләргә, уҡыусыларҙың үҙҙәрен эҙләнергә мәжбүр иткән дирижер булырға тейеш уҡытыусы.
Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен өсөн, унда ғәжәпләнеү, һоҡланыу, ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәре, төрлө алымдар ҡулланыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Теләп башҡарылған, күңелгә ятыш эш иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Әгәр материалды үҙләштереү ҡыйын, ялҡытҡыс, бер төрлө икән, уҡыусының күңеле һыуына, активлығы кәмей һәм телде өйрәнергә булған теләге бөтөнләй һүнергә мөмкин. Шуға күрә уҡытыусы яңы ысулдар, эш алымдары уйлап тапҡанда йәки ижади эшләгәндә генә балалар ҙа ижади фекер йөрөтә аласаҡ, үҙҙәрен “асыш яһаусы” , “уйлап табыусы” итеп тоясаҡ.
Системаға һалынған, традицияға ингән, ыңғай һөҙөмтәләр биргән һәләтле балалар менән эшләү алымдары менән уртаҡлашып китмәксемен.
Минеңсә, уҡыусыларҙы фән донъяһына алып кереү, ҡыҙыҡһындырыу, уларҙы тикшеренеү эштәренә йәлеп итеү проблемаһы һәр уҡытыусыны уйландыра. Милли мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн был айырыуса мөһим. Ни тигәндә, бындай мәктәптәрҙә белем алыусы балалар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың һаны артыҡ күп түгел. Ә уҡыусыларҙы эҙләнеү-тикшеренеү менән шөғөлләндерә алыу бик ҙур мөмкинлектәр аса, уҡыусыларҙың һөйләм телен, ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһындырыу ҙа айырыуса һөҙөмтәле. Беренсенән, бындай уҡыусылар китаптарҙы күпләп уҡый башлайҙар, сөнки әҙәби әҫәр уның эҙләнеү эшендә төп сығанаҡ булып хеҙмәт итә. Уҡыусы китап авторының башҡа әҫәрҙәрен алып уҡый, сағыштыра, был темаға яҙылған башҡа авторҙарҙың да хеҙмәттәрен, әҫәрҙәрен эҙләй, ижади фекерләй.
Икенсенән, уҡыусының төрлө һүҙлек, тәнҡит материалдар менән эшләү күнекмәһе арта. Уҡыусыларҙа бындай күнекмәләр булдырыуға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәклеге асыҡ. Торған һайын күбәйә барған фәнни мәғлүмәт эҙлекле рәүештә эшләй белеүҙе талап итә.
Эште башҡарыу барышында ҡайһы бер уҡыусыларҙа киләсәктә фән донъяһын ныҡлап үҙләштереү теләге уяныу ихтималын да күҙ алдынан юғалтырға ярамай. Дәрестәребеҙҙә ултырыусы егет һәм ҡыҙҙар араһында киләһе көн ғалимдәре лә ултырырға мөмкин бит.
Фәнни-эҙләнеү эшсәнлеге барышында алынған күнекмәләр уҡыусыға башҡа фән нигеҙҙәрен үҙләштергә, берҙәм дәүләт имтихандарына, олимпиадаларға әҙерләнгәндә ҙур ярҙам буласаҡ.
Һөҙөмтәлеллеккә ирешеү өсөн мин үҙемдең методик эшсәнлегемде түбәндәге йүнәлештәрҙә алып барам: а) дөйөм педагогик әҙерлекте тағын да камилләштереү; б) белем биреүҙең сифатын күтәреү өсөн яңы, алдынғы технологияларҙы үҙ эшемдә актив ҡулланыу; в) мәктәп, район, республика күләмендә ойошторолған фәнни-тикшеренеү эштәрендә уҡыусылар менән актив ҡатнашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу.
Минең уйлауымса, уҡыусыларҙы фәнни-тикшеренеү эшенә тартыу һәм эҙләнеү һөҙөмтәләрен уҡытыу-тәрбиә процесында ҡулланыу – белем биреүҙең иң отошло алымдарының береһе.
Ошо өлкәлә уҡыусыларым менән яулаған үрҙәр әйтеп үтелгән фекерҙе иҫбатлай. 16 йыл рәттән беҙ республикабыҙҙа үткәрелгән «Фәнгә аҙым», «Ломоносов уҡыуҙары», «Ибраһим уҡыуҙары», «Кейекбай уҡыуҙары», «Киләсәккә аҙым» фәнни-ғәмәли конференцияларының, Республика уҡыусыларының Кесе академияһының, муниципаль фәнни-ғәмәли конференцияларының, Бөтә Рәсәй эҙләнеү эштәре конкурстарының актив ҡатнашыусылары булып торабыҙ. Мәҫәлән, быйылғы йылдың биш айында республика күләмендә алты тапҡыр призер һәм еңеүсе булдыҡ.
Белгәнебеҙсә, фәнни эшкә әҙерлек дәрестәрҙә башлана. Беҙ, уҡытыусылар, үҙебеҙҙең һәр уҡыусыбыҙҙың уңыштарын һәм уңышһыҙлыҡтарын дәрестә асыҡ күрәбеҙ. Үҙе генә эш башҡарғанда уҡыусының уны теләк менән йәки теләкһеҙ башҡарыуын асыҡ аңлайбыҙ. Шуға күрә фәнни-тикшеренеү эштәренә әҙерлекте дәрестәрҙә башларға кәрәклеге бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел. Эш алдынан беҙ уҡыусылар менән берлектә иң беренче актуаль проблеманы формалаштырабыҙ. Уҡыусыға белем еткерелмәй, проблеманы тикшереү барышында улар уны үҙҙәре эҙләп табалар. Шунан сығып, беҙ уҡыусылар менән башҡарыласаҡ фәнни эштең маҡсатын, бурыстарын, өйрәнеү объектын билдәләйбеҙ. Уҡыусылар фәнни эш алымдарын үҙләштерә. Эҙләнеү эштәре түбәндәге этаптарҙа башҡарыла: фәнни-эҙләнеү эшенә тема һайлау, эште яҙыу өсөн материал туплау, эштең төҙөлөшө менән таныштырыу, фәнни эште яҡлау.
Йомғаҡлап шуны әйтәһе килә: фәнни эш менән шөғөлләнеү уҡыусыны күп нимәгә өйрәтә: уйлау мөмкинлектәре киң асыла, логик фекерләү дәрәжәһе үҫә, төрлө сығанаҡтар менән үҙ аллы эшләргә, төрлө сығыштар яһарға өйрәтә. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уҡыусылар ораторлыҡ оҫталығы, үҙ фекерен иҫбатлай белеү, дискуссия алып барыу күнекмәләре ала. Ә иң ҡиммәте – уларҙа үҙ уңыштарын күргәндән һуң ижад дәрте ҡабыныуы.
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!