Минең брошюраларым
Уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли эштәрен туплаған китапсыҡтар
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
broshyura_tushelderek-gziz_halkymdyn_ruhy.docx | 2.92 МБ |
broshyura_berense_azymdar.doc | 501 КБ |
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Талас урта мәктәбе уҡыусыларының
эҙләнеү эштәре
Беренсе аҙымдар
Стәрлетамаҡ районы - 2019
Инеш һүҙ
Стәрлетамаҡ районы Талас урта мәктәбе уҡыусылары йыл һайын үткәрелә торған “Киләсәккә аҙым” фәнни-ғәмәли конференцияһында бик теләп ҡатнашалар. Уларҙың бар белемдәрен, күңел йылыһын биреп әҙерләгән хеҙмәттәре һәр ваҡыт юғары баһалана. Әлеге йыйынтыҡта уҡыусыларҙың шундай эштәренең бер нисәһе тупланған.
Уҡыусылар хеҙмәтенең икеһе ауылдашыбыҙ яҙыусы Әхмәт Кәбир улы Әһлиуллин ижадына бағышланған. Уның әҫәрҙәрендә тыуған ергә, тыуған ауылға, башҡорт халҡына ихтирам һәм һөйөү сағыла. Яҙыусының ижадын дәрестәрҙә өйрәнәбеҙ һәм белем, төплө тәрбиә биреүҙә бик теләп ҡулланабыҙ. Уның ижад емештәре тыуған яҡҡа мөхәббәт уятыуҙа шәп ҡулланма, үҙ төбәгеңдең тарихын өйрәнеүҙә алыштырғыһыҙ сығанаҡ булып тора.
Беҙҙең башҡорт яҙыусыларына ҡарата ихтирамыбыҙ ҙур. Шуға бәйле, уҡыусылар эҙләнеү эштәренең темаһы итеп уларҙың тормош һәм ижад юлын һайлайҙар. Тәҡдим ителгән эштең береһе яҡташыбыҙ Имай Насыриҙың 115 йыллыҡ юбилейына бағышланған.
Уҡыусыларҙың эҙләнеү эше дауам итә. Уларҙың хеҙмәте туған телебеҙҙе һәм әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүҙең бер өлөшө булып тора.
Солтанова Р.С., башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытусыһы
Талас урта мәктәбе
Ауылымдың серле тарихы
( Шәйәхмәтова Регина, 8 синыф, 2008 йыл)
Талас ауылы мәктәбендә уҡыу дәүерендә мин бик күп мәсьәләләргә тап булдым. Миңә асылмаған байтаҡ серҙәрҙе астым. Әлбиттә, мин тыуған ауылыбыҙ Таластың да үҙенсәлектәрен, тормошон, нисек барлыҡҡа килеүен, күренекле кешеләрен, атаҡлы яҙыусыларын да ситтә ҡалдырманым.
Тик бына мине бер һорау борсой: ”Таласта башҡорттармы әллә татарҙар йәшәйме, бәлки, райондың “Ауыл тормошо” гәзитендә әйтелгәнсә, мордваларҙыр?”
Саҡ ҡына артҡа китеп, Таласҡа тәү башлап кемдәр килеп ултырғанын барлаһаҡ, бик ҡыҙыҡ фактҡа тап булабыҙ. Таласҡа беренсе булып төпләнеүселәр Талас менән Супай Мерәсевтәр ерһеҙ башҡорттар булғандар. Ә ни өсөн Талас ауылы район күләмендә татар ауылы булып һанала һуң? Мин шул һорауға яуап эҙләргә булдым. Һәм бына ниндәй ҡыҙыҡлы серҙәр астым.
«Мокшы волосте (шундай волость булған) башҡорттары Талас һәм Супай Мерәсевтар 1669 йылда Яйыҡ-Суба ырыуы вотчина хужалығы тарафынан Асау йылғаһы буйлап, йылына 4әр һыуһар тиреһе һәм берәр батман бал түләп вотчинаға кертелгәндәр».
Тарих ауыл нигеҙләнеүен шулай аңлата. Ауыл исеме бөтөн тарихи документтарҙа, тәүге килеүселәрҙең сығышын күрһәтеп, “Талас Мокшина” тип аталып йөрөтөлә башлай.
Октябрь революцияһынан һуң Таласта ауыл советы булдырыла. Ул Талас-Мокша ауыл советы тип атала, әммә оҙаҡ йәшәмәй. 1930 йылда кантондар бөтөрөлөп, райондар ойошторолғанда бөтөрөлә, ә ауыл Бүреҡаҙған ауыл советына керетелә.
Ошо осорҙан ауылдың исемендә лә үҙгәреш була, ул “Таласҡа” ғына әйләнә.
Ҡыҫҡаса тарих бына шундай. Асау буйы ерҙәре элек Өршәк һәм Дим буйы башҡорттары, Яйыҡ-Суба Меңле ырыуыныҡы булған.
Һорау тыуа: “Меңле ырыуы кешеләре Талас менән уның энеһе Супайҙы ни өсөн кереткәндәр һуң?”
Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Ҡыяметдин Хисаметдин улы Хөснөтдинов ағай: “Талас ҡарт Кәлсер-Табын ырыуы кешеһе булған”,- тип әйткән. Күрегеүеҙсә, был фараз тарихи документтар менән раҫланмай. Шулай ҙа был абзый бер ҙә юҡты һөйләмәгәндер: тимәк, беҙҙең ауылға килеп ултырыусылар араһында Кәлсер-Табын ырыуы башҡорттары ла булған, уларҙың үҙҙәрен Талас ҡартҡа туғаныбыҙ тип йөрөүҙәре мөмкин.
Улай ғына ла түгел. Талас менән Супайҙың ерһеҙ булғанлығы тарихта билгеле. Таластың шәжәрәһе табылмаған. Шулай ҙа, милләте буйынса кемдәр йәшәй һуң Таласта? Татарҙармы, башҡорттармы? Әллә ысынлап та мордвалармы?
Талас менән Супайҙың Асау йылғаһы буйы ерҙәренә нисек хужа булыуҙарына туҡталмайса ғына, ул бабайҙың беҙҙең башҡорт-татар араһында ҡабатланмаҫ сәйер исеменә туҡталып үтәм мин.
Бының өсөн Ҡуғанаҡ йылғаһы исеменә иғтибар итәйек әле. Был монголдарҙан ҡалған атама—Ҡыуғынлы Ыҡ булырға тейеш. Ҡыуғын татар-башҡортта һыу буйҙарында, күлдәр тирәһендә үҫкән айырауыҡ була.
Монголдар килгәндәр ҙә киткәндәр, ә ҡайҙа киткәндәр һуң улар? Барыһы ла кире ҡайтып бөттө микән? Айырыуса улар ҡыуалап алып килгән ҡырғыҙ, ҡаҙаҡтар барыһы ла кире ҡайтып китте микән? Етмәһә, Талас атамаһы беҙҙә генә кеше исеме (антропоним) булып йөрөй. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡтарҙа улар топонимикала киң ҡулланыла. Ҡырғыҙстанда Талас исемендә ҙур тауҙар бар, уларҙан беҙҙең Дим йылғаһы ҙурлығында Талас йылғаһы ағып сыға, өлкә үҙәге булып торған, күренекле яҙыусы Сыңғыҙ Айтматовтың тыуған ҡалаһы ла шул исемде йөрөтә.
Шуға күрә ул яҡтан килгән яугирҙәрҙең ҡайһы берҙәренең, Урал тауҙарын үҙ итеп, берәр башҡорт ауылында төпләнеп ҡалыуы ғәжәп хәл түгелдер. Аҙаҡ инде, тыуған тауҙарын иҫкә алып, берәр балаһына Талас исемен ҡушыу тәбиғи хәлдер. Ҡаҙаҡтарҙа элек балаға исем ҡушыу йолаһын иҫкә төшөрһәк, был хәлде инҡар итеү мөмкин дә түгел һымаҡ. Унда бала тыуған иртәне ҡояш сыҡҡан мәлдә йорттоң аҡһаҡалы тирмә ишегенән сыға ла тирә-яғына ҡарай, әгәр ҡуй күренһә, балаға Ҡуйбикә, ат күренһә—Йылҡыбай, күмәк нәмә күренһә—Түлебай тигән исем ҡушалар. Был осраҡта ҡартҡа күренгән тауҙың Таласты хәтерләтеүе һис тә ғәжәп түгелдер.
Улай ҙа был урында Талас һүҙенең мәғәнәһен аңлатыу кәрәктер. Яҙыусы Йософ Гәрәйҙең “Был һүҙҙәр ҡайҙан килә?” тигән китабында “Талас боронғо төркисә “тулҡынлы” тигәнде аңлата. Талас йылға, Талас күл...”-тиелгән.
Әбей батша Екатерина II Пугачев-Салауат яуҙарын баҫтырғас ҡына, татарҙарға башҡа ерҙәргә күсеп китергә рөхсәт итә. Юғиһә Ҡаҙан губернаһында ерҙәре тартып алынғандарҙы, ерһеҙ ҡалғандарҙы, суҡынмаһалар, ҡолоҡҡа ебәреү бер ни тормаған. Башҡа ауылдарҙағы кеүек, Таласҡа ла халыҡ төрлө яҡтан йыйылған.
Улай ҙа төп халҡын ике нәҫел кешеләре тәшкил итә. Береһе уның бөгөнгө көндә лә һаҡланып ҡалған Талас ҡарт нәҫеленән таралған башҡорттар. Икенсе нәҫел кешеләре-татарҙар- Әлкә улы Йөҙәй балаларына барып тоташа. Уларға Таласовтар, Бикҡоловтар, Ирназаровтар, Мостафиндар һәм башҡаларҙың тармағын керетергә була.
Һуңыраҡ килгән башҡорт фамилияларына Мусиндар, Әлибаевтар, Әлимғоловтар керә.
Талас бик әкрен үҫкән. Ауылда 1880 йылда 22 генә йорт иҫәпләнгән. Уларҙа 77 башҡорт, 75 типтәр йәшәгән. Бының сәбәптәре, минеңсә, ауылдың оло юлдарҙан бер ситтә, урман төбәгендә ултырыуы менән аңлатылалыр. Икенсенән, Талас менән уның энеһе Супай ерһеҙ, тимәк, фәҡир булғандар. Ҡаҙан арты яҡтарынан ҡасыр килгәндәр ҙә, Башҡортостан ерендә тыуып-үҫеп, башҡорт була тороп, батша ғәлийәнәптәренә, түрәләрҙең мәрхәмәтһеҙлегенә ҡаршы ихтилалдарында ҡатнашҡан өсөн ауыл-йорттары яндырылып, ерһеҙ ҡалған, һыйыныр төбәге булмағандар ҙа Таласҡа килеп ултырғандар.
Тәү килеүселәрҙең бер кәсебе тураһында әйтмәй үтеү хилаф булыр һымаҡ. Был таласлыларҙың башта ҡырағай ҡорттарҙан бал алыуы, аҙаҡ ағас ҡыуышы таҙартып, үҙҙәре соҡоп оя яһап солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүҙәре. Талас халҡы НЭП осоронда иркенләп йәшәй башлай, өй ҡаралты һала, мал-тыуарҙары ишәйә.Ауылда ат тотоусылар, һыйырҙар арта һәм күпләп ашлыҡ сәсә башлайҙар.
Бөгөн Таласта 7 милләт кешеһе йәшәй. Үткәрелгән перепистар буйынса ҡыҙыҡлы факттарҙы күреп була:
1795-се йылда беҙҙең ауылда 70 башҡорт, 75 типтәр булған.
1870-се йылда 110 башҡорт, 320 типтәр, 28 мишәр йәшәһә, 1917-се йылдан алып 1989-сы йылға тиклем ауылыбыҙҙа тик татарҙар ғына теркәлгән. Уларҙың һаны ла башта үҫкән, унан һуң кәмегән:
1917-се йылда – 1060 татар, 1920-се йылда- 1491, 1959-сы йылда- 1323, 1979-сы йылда- 1251, 1989-сы йылда- 927 татар иҫәпләнгән. Ошо факттарға нигеҙләнеп, Талас ауылы 2001-се йылға тиклем татар ауылы булып һанала ине.
Ә инде 2002-се йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Таластың төп халҡы башҡорттар булып сыға. Сөнки Бүреҡаҙған ауыл советы күләмендә барлығы 791 башҡорт иҫәпләнгән, шуларҙың 672-һе (74,4%) Талас ауылында йәшәй. Ошо уҡ иҫәпкә алыу буйынса, Таласта барлығы 900 кеше йәшәй. Тимәк, татарҙар һаны 228 генә кеше тәшкил итә. Башҡорттарҙың һаны кинәт кенә артып китеүен нисек аңлатырға һуң? Минеңсә, 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһы дәүләт суверенитеты Декларацияһын ҡабул иткәс, күп кенә ауылдаштарыбыҙ үҙҙәрен ысын башҡорт итеп тоя башланылар. Һуңғы йылдарҙа, нәҫел ептәрен өйрәнеп. Шәжәрәләр төҙөгәс, күптәр был хистең артыуын тойҙо, сөнки ауылдаштарымдың байтағының тамырҙары башҡорттарға барып тоташыуы билдәле булды.
Талас ауылы районыбыҙҙа иң боронғо һәм иң ҙур ауылдарҙың береһе булып һанала. Бында әлеге көндә лә ауылды «ос”тарға бүлеү һаҡлана. Шуныһы ҡыҙыҡлы, ауылдың яртыһын «башҡорт осо», ә икенсе яртыһын «Ҡырмыҫҡалы осо» тип йөрөтәләр. Ауылдағы халыҡтың һөйләме лә башҡорт телмәренә бик яҡын. Әммә һөйләшеүгә генә ҡарап, ауылдаштарыбыҙ бер-береһен татарға, башҡортҡа айырып йөрөтмәй, бер халыҡ булып йәшәүен дауам итә.
Халыҡта “Теле барҙың-иле бар” тигән әйтем йөрөй. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына бөгөн килеп тағын инандыҡ. 1999 йылда ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закон, туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе принциптарын аныҡ билдәләп, башҡорт һәм рус телдәренә дәүләт теле статусы бирә. Беҙҙең район мәктәптәрендә лә был Законды ғәммәләштереү маҡсаты менән балаларға башҡорт телен өйрәтеү эше ойошторола.
Мәктәп уҡыусыларына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы ойоштороу өсөн бар кәрәк-яраҡ әсбаптар, дәреслектәр булдырылды.
Тел... Милләт... Был ике һүҙгә күпме ҙур мәғәнә һалынған. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.
Татар теле-әсәм теле,
Башҡорт теле-тыуған ер теле,
Ә рус теле-бөйөк Ватан теле,-
Өсөһө лә минең үҙ телем!-
тип ғорурланып әйтә алам мин бөгөн. Мин үҙем - татар балаһы. Тыуған телем - татар теле- менән бер рәттән, тыуған ерем теле - башҡорт телен- өйрәнеүемә мин сикһеҙ шатмын. Башҡортостанда йәшәгәс, мин был телде лә туған телем итеп һанайым. Ғорурлыҡ менән әйтә алам: мин бәхетлемен. Башҡорт ерендә тыуып-үҫеүем менән, уның шифалы һауаһын һыулап йәшәүем менән бәхетлемен. Башҡортостан-минең тыуған ерем. Бында минең үткәндәрем, бөгөнгө көнөм, киләсәгем.
Тыуған илем Башҡортостан - бай тәбиғәтле Урал тауҙарында урынлашҡан. Йыш ҡына уны икенсе Швейцария, тиҙәр. Тыуған ауылым Талас - ошо матур илдең бер төбәге. Сихри гүзәллек батшалыҡ иткән илдә тыуып үҫеүемә һоҡланам да, ғорурланам да. Ауылымда бер нисә милләт вәкилдәре туғанлашып, иңгә - иң терәп йәшәүенә мин сикһеҙ шатмын. Татармы һин, башҡортмо, әллә русмы йәки сыуашмы - мөһим түгел. Иң әһәмиәтлеһе- һинең кешеләргә мөнәсәбәтең, тормошҡа ҡарашың, тыуған ереңә мөхәббәтең.
Тыуған ерем! Һиңә бәхетле киләсәк, әлегеләй тыныс һәм аяҙ күк, бөтә яҡтан да һау-сәләмәт булыуыңды теләйем.
Тыныс күгемдә ғорур бөркөт саңҡылдаһын, һәр ваҡыт балаларҙың шат ауаздары яңғыраһын Уралымда. Айлы төндәрҙә егет менән ҡыҙ вәғәҙә бирешһен, ҡапҡа төптәрендә аҡбайҙар өрһөн, һалҡын ҡышта, көҙҙәрҙә өй алдынды ҡыҙылтүштәр сырҡылдашһын – илем гөрләһен!
Оло йортом-Уралым,
Ырыҫ ҡотом-Уралым,
Һиндә минең йөрәгем,
Һиндә минең терәгем.
Борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙың маҡтанып түгел, һоҡланып әйткән һүҙҙәренә мин дә ҡушылам:
Ергенәйем алтын, һыуы һалҡын,
Башҡорт ере кеүек ер ҡайҙа?
Әһлиуллиндар шәжәрәһе
( Әһлиуллина Айгөл Х., 10 синыф уҡыусыһы. 2009 йыл)
Был эшемдә мин шәжәрә тураһында тулыһы менән мәғлүмәт биреп, Әһлиуллиндар шәжәрәһен архив материалдарға, факттарға, ата-бабаларымдың һөйләүенә ҡарап үҙемдең нәҫел ағасымды торғоҙҙом. Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләрҙең әһәмиәте бик ҙур. Шәжәрә ул – ырыу тарихының йылъяҙмаһы. Ғаилә тарихын һәм нәҫелде өйрәнеү менән махсус фән – генеалогия шөғөлләнә. Уның атамаһы боронғо грек һүҙенән алынған һәм “шәжәрә” мәғәнәһен аңлата.
Башҡорттарҙа борон – борондан үҙенең ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм уны һаҡлау йолаһы йәшәгән. Шәжәрәгә ырыуҙың ирҙәр һаны ғына кертелгән һәм шәжәрәне белеү талап ителгән. Нәҫел – ырыу тураһында мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланылған, быуындан быуынға, быуындан быуынға ҡалдырыла килгән. Үҙеңдең шәжәрәңде белеү ғәҙәте башҡорттарҙа бик оҙаҡ ваҡыт һаҡланып килгән, үҙенең нәҫелен 7 быуынға тиклем белеү ғәҙәти хәл булған, хатта ата – бабаларын 10 – 12 быуынға тиклем белеүселәр күп осраған.
Минеәхмәт бабай “Талас” китабын яҙып сығарғас, мин унда үҙемдең быуындарымды күрҙем һәм бик ҡыҙыҡһына башланым. Ләкин “Талас” китабында минең Кәбир олатай һәм уның “асыштарынан” башҡа (Талас ауылында беренсе һыу тигермәне яһай) бер кем юҡ ине. Ә теге зәңгәр тышлы китап профессор Р.Г. Кузеевтың “ Башҡорт шәжәрәләр”е китабы булып сыҡты.
Шунан һуң мин Әһлиуллиндар шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына башланым. Мин түбәндәге һорауҙарға яуап эҙләнем: Әһлиуллиндар нәҫелен башлаусы кем булған, Талас ерҙәренә улар ҡайҙан килгәндәр һ.б.?
Бына шундай һорауҙар ҡуйып, эшемдә быларҙы сисергә, асыҡларға булдым.
Шәжәрә
Шәжәрә - ырыу тарихының йылъяҙмаһы. Башҡорттарҙа борон – борондан үҙенең ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм уны һаҡлау йолаһы йәшәгән. Шәжәрәгә ырыуҙың ирҙәр һаны ғына кертелгән һәм шәжәрәне белеү талап ителгән. Нәҫел – ырыу тураһында мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланылған, быуындан быуынға, быуындан быуынға ҡалдырыла килгән. Үҙеңдең шәжәрәңде белеү ғәҙәте башҡорттарҙа бик оҙаҡ ваҡыт һаҡланып килгән, үҙенең нәҫелен 7 быуынға тиклем белеү ғәҙәти хәл булған, хатта ата – бабаларын 10 – 12 быуынға тиклем белеүселәр күп осраған.
Бөгөнгө көндә 25 башҡорт шәжәрәһе ташҡа баҫылған. Улар араһында эстәлектәренең бай һәм тарихи факттар менән нығытылғандары яғынан юрматы, бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ, меңле ырыуҙарын билдәләргә мөмкин.
Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләрҙең әһәмиәте ҙур, ырыу тарихының нигеҙендә шәжәрә ята. Ә инде ырыу тарихы халыҡ тарихын тәшкил итә. Тимәк, башҡорт халҡының тарихын белеү өсөн уның ырыуҙар тарихын өйрәнергә кәрәк.
Махсус фән – генеалогия
Һәр кеше ул айырым бер шәхес кенә түгел, ә ғаиләһенең сағылышы ла. Ҡайһы бер психологтар фекеренсә, айырым кешеләрҙең яҙмышында ғаиләнең үткәне сағыла.
Ғаилә тарихын һәм нәҫелде өйрәнеү менән махсус фән – генеалогия шөғөлләнә. Уның атамаһы боронғо грек һүҙенән алынған һәм “шәжәрә” мәғәнәһен аңлата.
Генеалогик тикшеренеүҙәр тарихтың үҙе кеүек үк боронғо. Халыҡ мифтары уҡ, аллалар йәки батырҙар араһындағы нәҫел бәйләнеше күҙаллауларҙы үҙ эсенә ала. Мифтарҙағы генеалогик күҙаллауҙар боронғо кешеләргә күп һанлы аллалар араһынан үҙҙәренә яҡлаусыны билгеләргә ярҙам иткән. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн боронғо кешеләргә кемдән килеп сыҡҡанлыктарын белеү шул ҡәҙәр мөһим булған?
Билдәле бер ғаиләгә, кешегә ҡараған теләһә ниндәй әйбер генеалогик өйрәнеүҙәр өсөн сығанаҡ булып тора ала.
Кешеләрҙең фамилияһын, исемен, атаһының исемен, ҡушаматтарҙы, псевдонимдарҙы өйрәнә торған фән – антропонимика бар.
Фамилия (лат. Familia - өй, өйҙәгеләр, ғаилә) – кешеләрҙең ғаилә атамаһын быуындан-быуынға күсерер өсөн ҡулланыла торған антропонимик төшөнсә.
Россияла фамилиялар барлыҡҡа килеү сағыштырмаса һуң башланған һәм дүрт быуатҡа һуҙылған (14-17 быуат). Фамилияларҙың күпселеге ата исеменән, ҡайһы берҙәре генә ғаиләнең сыҡҡан төбәгенән, ҡушаматтан, титул, ҡатлау исеменән алынған.
Элек татарҙа фамилия булмаған, уның функцияһын ата – бабалары исеме, йә иһә ҡушаматы башҡарған. Ҡазан ханлығы емерелгәндән һуң фамилиялар татар халҡында рус фамилиялары үрнәгендә тарала башлай. 19нсы йөҙҙөң 2нсе яртыһы 20 йөҙ башында – ОВ(А), -ЕВ(А), -ИН(А) ҡушымсалары менән фамилия яһау рәсми рәүештә ғәмәлгә кертелә. Мәҫәлән, Фәйезханов, Рәмиев, Хәлфин. Ҡайһы саҡта татар фамилиялары -СКИЙ(АЯ) ҡушымсалары менән ҡулланыла. Мәҫәлән, Кудашев-Ашказарский, Болгарская. Татар мәҙәниәте эшлеклеләре араһында ғәҙәттә псевдоним-фамилиялар ҡулланыла, уларҙа ҡушымсалар күрһәтелмәй. Мәҫәлән, Мәржәни, Туҡай. Рус фамилияларынан айырмалы булараҡ, татар фамилиялары башлыса кеше исеменән яһала, ҡушаматтан, титул, ҡатлау, һөнәр исемдәренән, топоним һәм этнонимдарҙан торған яһалыш һирәк осрай.
Генеалогияла һөйләмә сығанактар – легендалар. Улар алпауыттар нәҫелендә лә, крестьяндарҙа ла булған. Шәжәрәләрҙе өйрәнеү 16 быуатта башлана, хатта нәҫел документтарын йыйыу һәм тикшереү, шәжәрә эштәре буйынса шөғөлләнә торған тулы бер Палата ла була. Уның эш нәтижәһе – Бәрхәт китап.
Эшселәр һәм крестьяндарҙың нәҫел –нәҫәбен теркәп барыу бары тик 19 быуатта ғына башлана. Быны руханиҙар башҡаралар.
Ғаилә хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт булдырыу өсөн яҙма сығанаҡтарҙың барлыҡ төрҙәре хеҙмәт итә ала. Тик барондан түңәрәк мәғлүмәтте архивтарҙан алырға мөмкин.
Әгәр ғаиләгеҙҙең, үҙегеҙҙең нәҫел ептәрегеҙҙең кемдәргә барып тоташыуын белергә теләйһегеҙ икән, эште нимәнән башларға?
1.Генеалогик досье.
Эште нәҫелегеҙ хаҡында мәғлүмәттәр туплауҙан башлағыҙ. Ғаиләгеҙҙең һәм туғандарығыҙҙың архивын өйрәнергә, унан һуң ғаилә ағзаларынан иҫтәлектәр һөйләтергә,йыраҡ туғандарығыҙға нәҫелегеҙҙең үҙегеҙ ҡыҙыҡһынған тармағы хаҡында һөйләүҙәрен һорап, хаттар яҙырға була. Тик ғасырҙар төпкөлөнә бары тик архивтарҙа һаҡлана торған мәғлүмәттәр аша ғына ҡарарға мөмкин.
2. Генеалогик карточка.
Эшегеҙҙең алдағы өлөшө, йыйған мәғлүмәттәрҙе һәр кеше өсөн айырым карточкаға ентекләп яҙып ҡуйыуҙан ғибәрәт.
3. Генеалогик таблица (шәжәрә).
Ошо эштәрҙе башҡарғандан һуң шәжәрә төҙөүгә керешә алаһығыҙ.
Инеш
Кескенә ваҡыттарымда Минеәхмәт бабайҙарға ҡунаҡҡа барғалай инем. Ул бик йыш ҡына, зәңгәр тышлы китап тотоп ултыра ине. Был китапты Минеәхмәт бабай әле уҡый , әле ниҙер яҙғалай ине. Ул ваҡыттарҙа мин бик ҡыҙыҡһынмай инем.
Минеәхмәт бабай “Талас” китабын яҙып сығарғас, мин унда үҙемдең быуындарымды күрҙем һәм бик ҡыҙыҡһына башланым. Ләкин “Талас” китабында минең Кәбир олатай һәм уның “асыштарынан” башҡа (Талас ауылында беренсе һыу тирмәнен яһай) бер кем юҡ ине. Ә теге зәңгәр тышлы китап профессор Р.Г. Кузеевтың “ Башҡорт шәжәрәләр”е китабы булып сыҡты.
Шунан һуң мин Әһлиуллиндар шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына башланым. Мин түбәндәге һорауҙарға яуап эҙләнем: Әһлиуллиндар нәҫелен башлаусы кем булған, Талас ерҙәренә улар ҡайҙан килгәндәр һ.б.?
Беҙҙең нәҫелдә Кәбир олатайымдың тормош иптәше ҡасандыр көйләгән йыры бар. Ул бындай:
Шишмәләрҙән сығып киттек
Балан сәскә атҡанда.
Ағиҙелкәйҙәргә барып еттек,
Үлән башы ҡатҡанда.
Тимәк, минең олатайҙарым иң беренсе Ағиҙел буйҙарында туҡталғандар. Һуңынан, йәшәү урынын бер нисә тапҡыр алмаштырып, Талас ауылында тормош ҡора башлайҙар. Ниңә һуң улар йәшәү урынын алмаштырғандар, өҫтәүенә бер нисә мәртәбә?!
Тарих буйынса, билдәле, һәр бер ил һалым түләгән. Ә минең бабаларым нимә түләгәндәр, кемгә бойһонғандар?
Мине шулай уҡ, Талас ауылы халҡы беренсе тирмән төҙөгәнсе нисек йәшәүҙәре ҡыҙыҡһындырҙы. Билдәле, ер менән улар күптән шөғөлләнгәндәр, шулай итеп бөртөклө культуралар үҫтергәндәр.
Беҙ колхоздан иген алыу, колхоз тирмәнендә он тартырға, ондан икмәк һалырға өй шарттарында өйрәнгәнбеҙ. Ә беҙҙең ата – бабаларыбыҙ нисек икмәк бешергәндәр, ондо ҡайҙан алғандар, нимә менән туҡланғандар, нимә кейгәндәр - минең быларҙы беләһем килде.
Беҙ, йәштәр, беҙгә тиклем яландарҙа тракторҙар ер эшкәрткән, комбайндар уңыш йыйған, урамдарҙа машиналар йөрөгән тип уйлайбыҙ. Таласҡа 340 йылдан артыҡ икәнен иҫкә төшөрһәк, уның барлыҡ үткән юлдарын күҙ алдына килтереп булмай.
Бына шундай һорауҙар ҡуйып, эшемдә быларҙы сисергә, асыҡларға булдым.
Мин шәжәрә яҙырға,
Бик тырышып ултырҙым.
Башҡарып сығарыу өсөн,
Күпме биттәр тултырҙым.
Бик тырыша торғас шулай,
Килеп сыҡты бит осо.
Уҡытыусым да маҡтаны,
Әсәйем алды ҡосоп.
Бына шулай күп эҙләнһәң,
Күп тырышһаң була ул.
Күңелдәр ҙә шатлыҡ менән
Бәхет менән тула ул.
Туған, нәҫел, ҡәрҙәштәрҙе-
Белмәйҙәр бит күптәре.
Шәжәрә -ул бик кәрәк,
Беҙҙең нәҫел ептәре.
Айгөл Әһлиуллина
I . Минең быуындарым
- Минең боронғо бабаларым
Минең бабайым Кәбир һөйләүе буйынса, ҡайҙалыр Ҡазан губернаһында
Ишмәмәт менән Ишморат йәшәгән.
–Ишмәмәт шунда ҡалған, ә Ишморат ғаиләһе менән Талас ауылына килгән һәм шунда йәшәргә ҡалған, - тип һөйләгән Кәбир олатайым. Ләкин архивтан
табылған материалдар буйынса, Ишмәмәттең атаһы Ишкәй булыуы билдәләнә. Ә Ишморат – Ишмәмәттең улы.
Ишмораттың улдары: Әхтәм ( 770-1847), Ихсан (1774-1835), Ниғмәтулла
(1777-1831), Хисмәтулла (1794-1847) һәм Хәмиҙулла (1808 т.е. , Ишмораттың оло улы) типтәрҙәр полкында һуғышҡан.
25 йыл хеҙмәт итеп Талас ауылына әйләнеп ҡайтҡан. Уның Әхмәр исемле улы була, әммә ул бик иртә үлә.
Ишмораттың башҡа балаларынан: Ниғмәтулла, Хисмәтулла, Хәмидулла Әхтәмдеке кеүек үк төп нигеҙҙе дауам итеүселәре ҡалмай. Ишмораттың икенсе улы Ихсандың дүрт улы: Әсәдулла (1799), Әһлиулла (1806-1847), Сәмиғулла (1812), Ғайфулла (1819) Әсәдулланың оло улы Әбделхәким. Ә Сәмиғулла менән Ғайфулланың төп нигеҙҙе дауам итеүселәре ҡалмай.Әһлиулланың ике улы: Мөхәмәтхафиз (1847, тәүге хатынынан) һәм Әбделкәбир (1862 – 1953 , икенсе хатынынан).
Әбделкәбирҙең (Кәбир) дүрт улы: Әбделхалиҡ (1888) , Әбделмәжит (1892
– 1968), Әбделхәмит (1896 – 1941), Минеәхмәт (1927 – 2003 , икенсе хатынынан).
Әбделмәжиттең (минең олатайымдың атаһы) иң оло улы Самат (1921 –
1942 ), Әхәт (1924 – 1942) һәм минең олатайым Сабур (1928 – 2006).
Сабурҙың 7 балаһы: Зәйтүнә (1953), минең атайым Хәмзә (1956 ), Ғайса (1958), Әсғәт (1961), Фәнис (1964), Илдар (1969), Илдус (1975 , икенсе хатынынан).Хәмзәнең 3 балаһы: Гөлназ (1989), Айгөл (1994), Айнур (2002)
Минең нәҫел ағасым шуларҙан ғибәрәт:
1 быуын Ишкәй
2 быуын Ишмәмәт
3 быуын Ишморат
4 быуын Ихсән
5 быуын Әһлиулла
6 быуын Әбделкәбир
7 быуын Әбделмәжит
8 быуын Сабур
9 быуын Хәмзә
10 быуын Айгөл
2) Минең нәҫел – ырыуҙарым Талас еренә ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?
Ҡасандыр Кәбир олатай Минеәхмәт бабайҙан һорай:
- Ишмәмәт Ҡазан провинцияһында ҡалған, ә Ишморат бында күсенгән. Шулай ҙа ул ҡайҙа ҡалған һуң: атаһы Ишкәй менәнме, әллә, бында, Башҡортостандамы? Шулай итеп, һорау тыуа: Ишморат Таласҡа ҡайҙан килеп юлыҡҡан? Бында ирекһеҙҙән әбейемдең әбейе көйләгән йыр иҫкә төшә:
Шишмәләрҙән сығып киттек
Балан сәскә атҡанда.
Ағиҙелкәйҙәргә килеп еттек,
Үлән башы ҡатҡанда. (2)
Бында Ағиҙел һүҙе әһәмиәтле. Ишкәй үҙенең улы Ишмәмәт һәм бер нисә юлсылар менән Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан ниндәйҙер ауылға туҡтағандар. Әгәр “ Өфө провинцияһы” картаһына күҙ һалһаҡ, Ағиҙелдең өҫкө яғынан Елем тамағына тиклем берҙән бер ауыл. Был Мәркәт – Ҡарамалы – Ағиҙелдең һул яҡ ярында, Табын крепосте ҡаршыһында урынлашҡан (3). Уның менән йәнәшә, аҫтараҡ, Аҡкүл һәм Күккүл бар. Ул хәҙерге Ғәфури районы Антоновка ауылы тирәһе. Ауылда башҡорттар һәм яһаҡ йыйыусы татарҙар йәшәй. Бик боронғо риүәйәттәргә ҡарағанда, көслө һыу баҫыу сәбәпле татарҙар ауылды ташлап 18 – 20 саҡрым төньяҡҡараҡ, Ҡарамалы йылғаһының өҫкө яғына күсенәләр. Шулай Ҡарамалыбаш исемле татар ауылы барлыҡҡа килә (4).
Ә 1735 – 1740 йылдарҙа тороп ҡалған башҡорттар Табын казактарына ҡаршы восстанияла ҡатнаша. Был бунт – казактарҙың башҡорт ерҙәрен тартып алыуы сәбәпле килеп сыға.
Кублицкий командалығында каратель отряды Мәркәт – Ҡарамалы ауылын яндыра һәм юҡҡа сығара. Халыҡтың бер өлөшөн атып үлтерәләр, ә икенсеһе – тирә - яҡ урмандарҙа йәшеренергә өлгөрә. Шулай итеп, Мәркәт – Ҡарамалы ауылы юҡҡа сыға.
Күрәһең, Мәркәт – Ҡарамалы – иң ҙур ауылдарҙың береһе булғандыр, сөнки урмандарға ҡасҡан башҡорттар, һуңынан, Өсбиләш, Турсағәле, Дәүләтова, Ҡотлосура, Төрәнбәт, Мораҙым, Әбделлина ауылдарына күсенгәндәр (5). Бында шуныһы үҙенсәлекле, әйтелгән ауылдар хәҙер Ауырғазы районына керә.
Ситкә китмәйенсә, Ҡарамалыбаш ауылына күсенгән татарҙарға ҡайтайыҡ. Ваҡыт үткән һайын, унда йәшәүселәрҙең һаны арта бара. Ә һөрөүлө ерҙәр һәм көтөүлөк етмәй башлай. Сөнки көньяҡтан һәм көнбатыштан ауыл урмандар менән сикләнгән (уратылған). Шулай итеп, йәшәүселәр, яйлабыраҡ, бүтән ауылдарға күсенәләр. Берәүҙәре - Өҫкө Мәсәйле, икенселәре – Яманһаҙға, ҡалғандары – Түбән Мәсәйлегә (6). Шул ваҡытта көньяҡта түбәндәге ауылдар булған: Ҡуғанаҡ, Асаутамаҡ, Мөкәтәй йылға ла шундый уҡ исем менән Чупаево (Супай) ауылы.
Минең нәҫел – ырыуҙарыма ҡайтайыҡ. Иң беренсе тапҡыр улар тураһында 1747 йылды (IIнсе ревизия) иҫкә алына. Беренсе булып, Түбән Мәсәйле ауылында Ишмәмәт Ишкәй улы йәшәүе билдәле була . Һуңынан инде уның улдары; бигерәк тә оноҡтары – Ишморатовтар, ревизия документтарында осрай. Улар бында 20 йыл тирәһе (1747 – 1767) бик һәйбәт йәшәгәндәр. Ләкин был ерҙәр (бөтөн Мәсәйле буйында) береһенеке лә түгел икәне беленә.
Өфө провинцияһында ер бүлешеү көсәйгәс, ә башҡорттар ерҙәрҙе һатырға, йә иһә арендаға бирергә рөхсәт биргәс, дүрт волость араһында, йылға буйындағы Мәсәйле ерҙәренә, дәғүәләшеү башлана.
Был башҡорттар Яйыҡ – Субы Минский, Мәркәт – Минской, Бәгәнәш – Минской һәм Минской – волосттәренән.
Шулай итеп, Мәсәйле йылғаһы буйындағы халыҡ, төрлө урынға күсенеүгә интегеп, бүтән йәшәү урыны эҙләргә мәжбүр булалар.
Минең нәҫелдәрем – Ишморатовтар, Талас ауылына күсенгәндәр, әммә был ергә уларға тиклем Асаутамаҡ кешеләре күскән булған.
Ҡалған ғаиләләр ҡайҙа ғына күсенмәгәндәр?! Улар күп ваҡытта яңы ауылдар асҡандар. Былар: Ҡырмыҫҡалы, Балыҡлыкүл, Турсағәле, Кәбәс, Үрәзмәт, Өршәкбаш, Ҡуғанаҡбаш, Услытамаҡ (һуңынан Түбән Услы). Ә ҡалғандары, минең Ишморатов нәҫелдәрем, түбәндәге ауылдарға күсенгәндәр: Яңы Ҡарамалы, Хәлекәй, Бүреҡаҙған, Сәмән, Бәгәнәш - Әбүкән...(7).
Бына шулай, яҡынса, минең нәҫелдәремдең тормошон күрһәтеп була.
Бында бик күп һорауҙар асыҡланмай ҡала. Ишкәй Ағиҙел буйҙарына ҡайҙан килгән һуң? Ҡайҙа һуң ул Шишмә (йырҙа әйтелгән)? Әллә Шушмәҙер, бәлки Шешмәҙер?
Быларҙан башҡа, “Башҡортостан тарихы тураһындағы материалдар” китабы 6-томында түбәндәгесә яҙыла.: “... Ҡазан өйәҙе, Зөрий юлы, Бикмәт ауылы, Сөн йылғаһы буйындағы ултырған йөҙләгән ауылдар татар Муса Иштирәк улы...” (8).
Һуңынан, Мусаның атаһы Иштирәк Мәсәйле ауылында йәшәгәнлеге билдәле була. Муса шул уҡ Мәсәйле ауылында тыуа.
Бәлки, Ишкәй менән Иштирәк бергәләп Ҡазан өйәҙенә килгәндәрҙер? Бәлки улар туғандарҙыр?
Был һорауҙар киләсәккә ҡала...
3) Минең бабаларымдың бурыстары
Теләһә ҡайһы ил, шул рәттән Рәсәй дәүләте лә үҙенең халыҡтарына төрлө бурыстар йөкләтә. 1778 йылда Яһаҡ татарҙары командаһы Типтәрҙәр командаһы тигән исемгә үҙгәртелә. Был ваҡытта типтәрҙәрҙән һәм татар халыҡтарынан, Рәсәйҙәге башҡа халыҡтар кеүек “ йән башынан” һалым түләттерелә. Әммә был мөһим түгел, ә иң мөһиме типтәр нәҫелендәге барлыҡ өлкән ир-аттарҙы “Типтәрҙәр” тип аталған учетҡа алғандар.
Был команда нимә менән шөғөлләнгән һуң?
Бында, моғайын, дөрөҫөрәк һорау ҡуйырға кәрәктер:
- Улар нимә эшләгәндәр, нимәне үтәмәгәндәр? Был осраҡта һорауға яуапты биреү еңелерәк булыр: сөнки уларҙан нимә генә талап итмәгәндәр.
Өфө ҡалаһында I полктағы типтәрҙәр, башҡорт һәм мишәр полктары менән бер рәттән, Урал йылғаһы артындағы сик буйҙарында хеҙмәт иткәндәр.
Ауылда йәшәгән команда ағзалары күберәк йөк ташыу менән шөғөлләнгәндәр. Мәҫәлән, Сольилецк ҡалаһы (Ырымбур арты) тоҙ пристаненән тоҙ ташығандар.
Хәрбиҙәрҙе күсереп йөрөткәндә йәнә ошо уҡ типтәрҙәр отряды ярҙамға килә. Юлдарға ремонт эшләре үткәреү, күперҙәр төҙөү, ҡоролмалар яһау һ.б. төҙөкләндереү эштәре алып баралар.
Яңы алынған һуғышсыны кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү, мәҫәлән, һуғыш кейеме, ҡорал һәм һәр береһенә икешәр ат биреү кеүек мөһим бурыстар ҙа улар елкәһенә төшә.
Юғарыла әйтелгәнсә, Ишмораттың оло улы Әхтәм типтәрҙәр полкында 25 йыл хеҙмәт иткән (9). Ул иҫән-һау Таласҡа әйләнеп ҡайта һәм өйләнә. Уның оло улы тыуа, әммә ул йәшләй донъя ҡуя. Рекрутка киткән солдаттар, ғәҙәттә, мәңгелеккә хушлашып китә торған булғандар. Сөнки шунса йылдар хеҙмәттән һуң, иҫән-һау өйгә әйләнеп ҡайтыуҙарына ышанып та бөтмәгәндәр.
Хаҡ түләмәй торған бындай буш көстәр – типтәрҙәр отряды - ил өсөн бик тә кәрәк һәм файҙалы булған. Архив документтарында һәм ЦГИА (ҮДАИ ) типтәрҙәр отряды тураһында бик күп белешмәләр юҡҡа ғына һаҡланмаған.
Шунлыҡтан даими рәүештә тикшерелгән “ревизияларҙа” барлыҡ типтәрҙәрҙе ентекләп учетҡа ала барғандар. Был списоктарҙа уларҙың ҡайһы командаға кереүҙәре күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың улдарының йәштәре лә күрһәтелә (10).
4) Минең олатайымдың атаһы һәм уның оло улдарының тормошо
Талас ауылы бик яй үҫә. 1802нсе йылда унда барлығы 22 йорт иҫәпләнә. Унда 70 башҡорт, 75 типтәр йәшәй. (11) Документтар буйынса Талас һәм уның ағаһы Супай ерһеҙ булғандар, шулай булғас - фәҡир.
Типтәрҙәр араһында ла байҙар булғанмы икән? Улар бит, минең нәҫелдәрем кеүек бер урындан икенсе урынға күсенгәндәр.
Тимәк, нимә эшләгәндәр, нисек ризыҡ тапҡандар, үрсеткәндәр?
Билдәле, башҡорттарҙың иң төп эше – терлекселек. Ә бит йәшәүселәр араһында мал тотмаған, кәзәһе лә булмаған кеше булған. Күрәһең, терлекселектән башҡа, күбеһе ауға йөрөгән, балыҡ тотҡан, бал ҡорттарын үрсеткән. Утраҡ халыҡтарның төп эше – игенселек. Талас ауылы халҡы, ауылға нигеҙ һалғандан бирле, ер эшендә эшләгәндәр. Унда арыш, борсаҡ һәм башҡа бөртөклө культуралар үҫтергәндәр. Ләкин икмәктәре булмаған. Ә нимә менән туҡланған һуң улар?
Икмәкте әҙерләү өсөн, он һәм тирмән кәрәк булған. Ә ауылда тирмән юҡ. Улар ашлыҡ бөртөктәрен орлоҡваҡлағыс аша үткәреп, борсаҡ, арпа, һоло, бойҙай алғандар. Байҙар көрпәнән бутҡа, ә кемдеке бик аҙ – һурпа бешергәндәр.
Ә ниңә һуң улар бәрәңге бешермәгәндәр? Сөнки ХХ быуат башында бәрәңге һәм йәшелсәләр үҫтерә белмәгәндәр. Бына шулай Талас халҡы беренсе тирмән төҙөлгәнсе йәшәгән.
Иң беренсе тирмәнде Асау йылғаһында башҡорт Зариф Мостафин төҙөй (12)
Таласта өсөнсө кеше булып , (13) минең бабайым Кәбир ҡарт та тирмән ҡорған. Ул былай һөйләй ине:
-Слабуда сыҡҡас (революциянан һуң азатлыҡ тип аңларға кәрәк) Бүреҡаҙғандан бер подаука тирмәне һатып алдым. Уның ҡуласаһын бер атҡа, мөшкәһе менән таштарын икенсе арбаға төйәп алып ҡайтып, үзебеҙҙең ҡойроҡтағы Асау ярына ҡорҙоҡ, - ти торған ине. Бында тағын бер аңлатма биреп китеү кәрәк булыр. Хәҙерге тирмән таштарын йөрөтөү өсөн ат арбаһы ғына түгел, йөк машинаһының да ҙурыһы кәрәк, тирмәндең мөшкәһе лә арбаға һыймай.
Тағын бер нимә. Хәҙерге тирмән таштары бетондан ҡойолһа, элеккеләре тауҙарҙан ҡуптарып сығарылған махсус таштарҙы сүкеп, түңәрәкләп яһалған. Ундай таштар хәҙерге Ишембай районының Рәүзак йылғаһы буйында ла, Макарҙан өҫтә Шиде йылғаһы ярҙарында ла сығарылған, шунда уҡ тирмән ташы итеп сүкелгән.
Аҙаҡ олатайым 3 улы менән – Халик, Мәжит, Хәмит менән бер булып, Асау үҙ ярҙарын тирәнәйтеп үткәс, башта ул туған, әле торған йорттоң ҡойроғона, Таласта беренсе ҙур тирмән ҡоралар. Быуаһы уның уларҙың артында. Хәҙерге аҫылмалы баҫма урынында ине. Икенсеһен элекке Ҡырмыҫҡалы байы Шахмаев тирмәне урынына һалғандар. 2 йылдан һуң Күсәрбай ауылы халҡы Ҡуғанаҡ йылғаһы буйына тирмән һалырға рөхсәт ала (14).
Шулай итеп, минең олатайым өс улы менән өс тирмән хеҙмәтләндерә. Бер – береһен алыштыра – алыштыра сиратлап
эшләйҙәр. Кулактар кеүек, улар кеше яллап эшләтмәйҙәр. Коллективизация башланыу менән колхоз уларҙың тирмәндәрен тартып ала. Ә быға тиклем уларҙың ғаиләһен раскулачивать итергә тигән ҡарар сығарыла.
Әммә был ҡарар үҙгәрешһеҙ ҡала, сөнки улар сит кешеләрҙең хеҙмәтенән файҙаланмайҙар. Ошо хәлде күҙҙә тотоп, Стәрлетамаҡ районы прокуратураһы раскулачивать итергә тигән ҡарарҙы тормошҡа ашырмай ҡала.
Бында минең бабайымдың һәм уның өлкән улдарының тормошо ла күҙҙә тотола. 20нсе быуат башында улар Карташова (Аксакова утары) спиртзаводы өсөн утын киҫәләр, унда кочегар булып эшләйҙәр. Бынан тыш Әбей тауында таш киҫеү һәм һатыу менән шөғөлләнәләр.
5) Әһлиуллиндар нәҫеленең абруйлы кешеләре
Әһлиуллин Гәбдерәшит Хәмит улы 1927 йылда Талас ауылында тыуып үҫә. Беренсе синыфты Талас ауылында, Толбазыла икенсе, өсөнсө, Урта Азияла (Үзбәкстанда) - дүртенсе, бишенсе, Стәрлетамаҡта – алтынсы синыфтарҙы тамамлай.
1944 йылдың декабрь айында армияға алына. Йыраҡ Көнсығыш, Япония, Монголия, Ҡытайҙа 7 йыл хеҙмәт итеп, старшина званияһы алып ҡайта.
Габдерәшит бабайҙың 6 балаһы бар: Рәшиҙә (1953, Айгөл, Әминә, Илдар), Рәйхан (1957, Гөлназ, Лилиә), Роза (1958, Айҙар, Азат, Артур), Мәрйәм (1960, Лилиә, Рөстәм), Гәбделхәй (1962, Наилә, Резеда), Нурия (1966, Әлиә, Альберт).
Армия сафтарынан ҡайткас, ул 1953 йылда Стәрлетамаҡта Госбанкта склад мөдире, төп өлөштөң башлығы, 1954 йылда -заготконторала , 1987 йылға, пенсияға тиклем шунда эшләй.
1951 йылды армиянан ҡайткас, йомаға йөрөй башлай, ҡайҙа саҡыралар шунда ғәйеттәр уҡый. Йомаға йөрөгән бабайҙарҙан әлеге ваҡытта бер үҙе ҡалған. Йөрөй башлағанда 40 бабай булған. Әлеге ваҡытта йома намаҙына Әһлиуллин Лотфрахман, Шәфеев Әбдерәхим, Солтанов Барый, Шахмаев Назим, Мәхмүтов Мозафар, Әһлиуллин Зәкәриә йөрөй.
1933 йылда раскулачивать итәләр, өйҙәрен, малдарын алғандар, әйберҙәрен Архангельгә оҙатҡандар. Аҡсаһына колхоз өсөн беренсе машина алғандар.
Әлеге көндә Гәбдерәшит бабайға күп һанлы ҡотлау открыткалары һәм рәхмәт хаттары килеп тора. Уға бик күп медалдар ҙа бирелгән, мәҫәлән, “50 лет Победы в ВОВ 1941-1945”,” 60 лет Победы в ВОВ 1941 – 1945”, “ Георгий Жуков 1896 – 1996” һ.б.
Әлеге көндә үҙебеҙҙең ауылда ғына түгел, тирә - яҡ ауылдарҙа ла корьән аштарында, дини йола – ғөрөф байрамдарҙа бик актив ҡатнаша. Үҙенең моңло хәҙистәре менән күңелгә нур индерә.
Ул киләсәк тормошта нисек йәшәргә, ауырлыҡтар алдында баш эйеп, юғалып ҡалмаҫҡа үҙенең аҡыллы кәңәштәрен бирә.
Быйыл уға 80 йәш тула. Шундай өлкән булыуына ҡарамаҫтан, ул етеҙ хәрәкәтле, хәтере яҡшы, бер ваҡыт та һаулығына зарланмай, хатта ҡайһы берҙәрҙе көнләштерерлек итеп еңел машинала елдертә.
Әхмәт Кәбир улы Әһлиуллин 1927 йылда Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Талас ауылында тыуған. Етейыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ауылда йәшәй, колхозда эшләй. Шунан Стәрлетамаҡта ҡала коммуналь хужалығында эшсе, электромонтер өйрәнсеге була. Отличие менән Йоматау умартасылыҡ техникумын тамамлай. Юғары уҡыу йортона ебәрелһә лә , тыуған ауылына ҡайтып, бер йыл балалар уҡыта. Артабан Өфөлә педагогия институтында белемен ҡамиллаштырып, уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Аспирантураға тәҡдим ителеүенә ҡарамаҫтан, тыуған районына ҡайтып, Аллағыуат урта мәктәбендә завуч, директор булып эшләй. 1958 йылда ҡабат тыуған ауылы Таласҡа башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып ҡайта, мәктәптә завуч, директор вазифаларын башҡара.
Әхмәт Әһлиуллин, уҡытыусы хеҙмәте менән бер рәттән, уҡыусы балаларға әҙәби китаптарҙың етешмәүен күреп, әкиәттәр, хикәйәләр яҙа башлай. “Беҙ урманда йәшәйбеҙ” тигән беренсе китабы 1974 йылда баҫылып сыға, “Йылансая мажаралары” тигән повесте 1982 йылда донъя күрә. Ул арала тиҫтәләгән хикәйә, лирик парса, нәҫерҙәре, “Әсә мөхәббәте”, “Һандуғас әбей” повестәре матбуғат биттәрендә баҫыла.
Авторға танылыу килтергәне – 1996 йылда нәшер ителгән “Эстәрле” романының беренсе китабы булғандыр, моғайын. Унда ХХ быуат башында шул төбәктәге хәл – ваҡиғалар, ҡала мәғрифәтселәренең эше һүрәтләнә.
Әхмәт Әһлиуллин – Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булған. 2003 йылда вафат була.
Минең атайым Хәмзә - улдарҙан тәүгеһе. Уның балалары: Гөлназ, Айгөл, Айнур. Ул 1956 йылдың 6 апрелендә Талас ауылында тыуып үҫә. 7 йәштән уҡырға төшкән һәм 10-йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. Бәләбәй техникумына уҡырға кергән, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында уҡыуын ҡалдырырға тура килә. 1973 йылда уның хеҙмәт биографияһы башлана. 1974 – 1976 йылдарҙа армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайткандан һуң, тыуған колхозында механизатор булып бөгөнгө көнгә тиклем эшләй. Уның бик күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм грамоталары бар.
II.Талас ауылына башҡорттар ҡасан һәм ҡайҙан килеп урынлашҡан
Мин 1737 йылғы “ Өфө провинцияһы картаһы”н беренсе мәртәбә архив документтары менән танышып ултырған ваҡытта күрҙем. Был картаны тарихсылар “Кирилл заманындағы” тип атағандар.
Был картала Ҡуғанаҡ ауылы ошо уҡ исем менән аталған йылғаның һул яҡ ярында билдәләнгән була. Ул әлеге Чу-Ҡуғанаҡ ауылынан бер аҙ ғына өҫтәрәк. Өфө-Ырымбур араһындағы тәүге арба юлы ошо ауыл аша үтә.
Асау йылғаһы буйына урынлашҡан беренсе ауыл Асаутамаҡ 1747нсе йыл II халыҡ ревизияһынан билдәләнә (15).
Талас ауылы архив документтарына ҡарағанда (әлеге көнгә тиклем табылғандары) беренсе тапҡыр 1756нсы йылда башҡорттарҙың килешеү хатында ер биләүсе Талас Абдрахман Апиловтың шаһит булып үтеүе иҫкә алына (16).
Шулай итеп, беҙгә Талас, Супай Мерясовтар һәм уларҙың юлдаштары башта Ҡуғанаҡ йылғаһы буйына килеп урынлашыуҙарын, ауылды ла ошо исем менән атауҙарын фараз ҡылырға ҡала (17). Сөнки яҡын-тирәләге 10 ар саҡырым йыраҡлыҡта тереклек юҡ, шулай уҡ хәҙерге Стәрлетамаҡ ерҙәре лә буш була. Һуңынан улар Асаутамаҡ исемле ауылға күсенәләр (18).
Турынан-туры уға ҡарамаған дәлилдәр ярҙамында ике төрлө дәлилләү килеп сыға. Беренсе – “Өфө провинцияһы”нда башҡорт биләмәләрен бүлеү (19). Талас ерҙәре Асау йылғаһы буйлап, Ҡуғанаҡ йылғаһының түбәнге ағымы Ағиҙел йылғаһы менән ҡушылған ер, Йөрәктауға хәтле таралған булған.
Икенсеһе - танылған башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимовтың (“Кинйә” диалогияһының авторы) фекерләүе. Супай үҙенең өлкән ағаһынан айырылып, көньяҡҡа юл ала һәм Супай-Чупай (20) исемле ауылға нигеҙ һала. Әгәр ул Талас ауылынан башҡа урынға күсеп киткән булһа, документтарҙа Ҡуғанаҡ йылғаһына ҡоя торған шишмә буйына урынлаша тип яҙылмаҫ ине. Күсәрбай ауылынан өҫтә Ҡуғанаҡҡа башҡа йылғалар ҡушылмай. Ә Супай ауылы хаҡында ҡайһы бер башҡа документтарҙа иҫкә алына. Тимәк, Супай үҙенең ағаһынан Асаутамаҡта уҡ айырылып сыға. Шунлыҡтан Супайҙың исеме Талас ауылы тарихында бер урында ла иҫкә алынмай.
Талас ауылына беренсе күсеп килеүселәр, билдәле, Ҡуғанаҡ, Асаутамаҡ ауылдарынан башҡа йәшәй алмағандар.
1669нсы йылғы документтарға таянып түбәндәгеләрҙе аңларға мөмкин:”...Талас һәм Супай Мерясовтарҙы, сығыштары буйынса Моҡшы волосте, Яйыҡ-Суба башҡорттары биләмәһенә кереткәндәр. Был ерҙәр Асау йылғаһы башынан уның тамағына, йәғни Асаутамаҡҡа тиклем була”(21).
Йомғаҡлау
Шулай итеп, мин архив документтары ярҙамында нимәләр белдем, аңланым? Барынан да элек мин тулыһы менән үҙемдең нәҫел-ырыу ағасын, Әһлиуллиндар шәжәрәһен төҙөнөм. Юғарыла әйтелгәнсә 10 быуындың мин 10сыһы.
Миңә нисек итеп тәү тапҡыр башҡорт еренә минең ата-бабаларымдың килеп урынлашыу тарихы ҡыҙыҡлы булды. Әбейемдең әбейһенең иҫтәлекләренән һәм риүәйәттәренән генә ишетелеп ҡалған “ Барып еттек Ағиҙелгә” тигән йыры аша ғына ошо йылға буйындағы ауылды эҙләп табыу маҡсатына ирештем. Был баштағы исеме Мәркәт-Ҡарамалы төбәген, мин “Өфө провинцияһы”ның тәүге картаһынан таптым.
Был ауыл Ағиҙелдең һул яҡ ярында Аҡкүл һәм Күккүл йылғаларынан йыраҡ түгел урында. Көслө ташыу булыу сәбәпле улар Ҡарамалыбаш йылғаһының өҫкө яғына күсенәләр һәм ауыл да ошо йылға исеме менән атала башлай.
Ваҡыт үтә. Ауыл халҡы ишәйә бара һәм көтөүлектәр, эшкәртеү өсөн ер халыҡҡа етмәй башлай. Шул сәбәпле беҙҙең ырыу Мәсәйле йылғаһы буйына күсеп китергә мәжбүр була. Был ауыл Түбәнге Мәсәйле тип атала.
Мәсәйле йылғаһының буйынан-буйына был ерҙәр бер кем тарафынан ҡулланылмаған буш ер була.
Шулай итеп, минең бабаларым 20 йылдан да артыҡ ошо Мәсәйле йылғаһы буйында көн күреп, 1767 йылда Таласҡа күсенеп килгәндәр.
Әммә, шулай ҙа, Талас ауылына нисәнсе йылдарҙа нигеҙ һалына һуң? Был һорау әлегә асыҡ ҡала. Тәүге архив документтарына мөрәжәғәт итһәк, Талас ауылы 1756нсы йылдар тирәһендә иҫкә алына. Ә бына Асаутамаҡ ауылы1747 (II ревизия) йылдан билдәле. Талас Мерясов һәм уның ауылдаштарының ошо ерҙә йәшәгәндәренә шик юҡ. Һәм тағын бер риүәйәт – таласлылар нәҫеле Ҡуғанаҡ йылғаһының һул яҡ ярында әлеге Михайловка тирәһенә туплана, сөнки документтарҙа улар өсөн ер, тик Асау йылғаһына тиклем генә бирелә.
Шулай итеп, беҙҙең ауылға нигеҙ һалыныу датаһы асыҡ ҡала.
Тулыһы менән Әһлиуллиндарҙың нәҫел ағасы
1) Ишкәй ( туған йылы билдәле түгел);
2)Ишкәй ( Ишмәмәт (1711-1792)).
3)Ишмәмәт (Ибрай(1746-1787), Ишморат (1753-1826), Әбделлалатип (1760-1807), Әбделфәиз (1756-1838)).
4)Ибрай (Ниғмәтулла (1816); Ишморат ( Әхтәм (1770-1837), Ихсан (1774-1835), Ниғмәтулла (1777-1831), Хисмәтулла (1794-1847), Хәмидулла (1808); Әбделләлатип (Әбделкәрим (1802-1812), Әбделфәиз (Хәбибулла (1786-1850), Ғөбәйҙулла (1793-1850), Әбделкәрим (1799-1821)).
5)Әхтәм (Әхмәр (1790-1811); Ихсан ( Әсәдулла (1799), Әһлиулла (1806-1874), Сәмиғулла (1812), Ғайфулла (1819); Ниғмәтулла (Хисаметдин(1815-1845); Хисмәтулла (Кәмәлетдин (1830 т.е.); Хәмидулла (Мөхәмәттаһир (1833 т.е. ); Хәбибулла (Сәйфелмөлөк (1808 т.е.), Әһлиулла (1814 т.е.), Сәйфулла (1822 т.е.), Вәлиулла (1831 т.е.); Ғөбәйҙулла (Ғәзизулла (1827 т.е. ), Зәгиҙулла (1835 т.е.)).
6) Әсәдулла (Әбделхәким (1840 т.е.); Әһлиулла (Мәхмүтхәфиз (1847 т.е.), Кәбир (1862 – 1953); Ғайфулла (Мәхметшакир (1848 т.е.); Сәйфелмөлөк (Нәбиулла ( 1838 т.е.); Әһлиулла (Ғизәтулла (1844 т.е.), Ғәтәулла (1847т. е.); Сәйфулла ( Сибғатулла (1848 т.е.); Вәлиулла (Хәлиулла (1824 – 1848); Ғазизулла (Нурулла) ).
7) Мәхмүтхафиз (Мөхәмәтшакир, Мөхәмәтзакир, Мөхәмәтзариф, Мөхәмәтшәриф); Кәбир (Әбделхалик (1888), Әбделмәжит (1892 – 1968), Әбделхәмит (1896 – 1941), Минеәхмәт (1927 – 2003);Нәбиулла (Нәсибулла); Ғизәтулла ( Ибраһим, Мансур, Мәғсум); Сибғәтулла (Ғәрифулла, Хәйрулла) ).
8) Мөхәмәтзакир (Әдһәм, Минзаһир, Зәкәриә); Мөхәмәтзариф (Хәбибрахман, Мөхәмәтсәлим); Мөхәмәтшәриф (ҡыҙҙар ғына); Әбделмәжит (Самат(1924 – 1942) , Әхәт (1924 – 1942), Сабур (1928 – 2006), Ғәфүр (1929 – 2005); Әбделхәмит (Ғәбдерәшит (1927), Рәүил (1933) ; Минеәхмәт (Әнүр (1985); Ибраһим (Яхья, Муса ); Мансур (Мәғфүр); Мәғсүм (Мәрүән)).
9) Зәкәриә (Яхья, Фәнил, Минзаһир, Фәнүс); Хәбибрәхмән (Лотфрахман, Файзрахман); Мөхәмәтсәлим (Әнүәр, Риф); Сабур (Зәйтүнә (1953), Хәмзә (1956 ), Ғайса (1958), Әсғәт (1961), Фәнис (1964), Илдар (1969), Илдус (1969 , икенсе хатынынан); Ғәфүр (Мәғәфүр, Ғаяз, Фаяз, Әлфир, Гөлнәфис); Гәбдерәшит (Рәшиҙә (1953) , Рәйхан (1957), Роза (1958), Мәрйәм (1960), Гәбделхәй (1962), Нурия (1966)); Мәрвән (Марс,Марат)).
10) Хәмзә (Гөлназ (1989), Айгөл (1994), Айнур (2002); Әсғәт (Эльвира, Альмира, Руслан), Фәнис (Альбина, Ришат), Илдар (Регина, Рената), Илдус (Айгөл, Илнур); Мәғәфүр (Регина, Алина), Гөлнәфис (Земфира, Рөстәм); Рәшиҙә (Айгөл, Әминә, Илдар), Рәйхан (Гөлназ, Лилиә), Роза (Айҙар, Азат, Артур), Мәрйәм (Лилиә, Рөстәм), Ғәбделхәй (Наилә, Резеда), Нурия (Әлиә, Альберт)).
Ә.Әһлиуллиндың “Ашҡаҙар” романында тел - һүрәтләү саралары“
(Шәйәхмәтова Регина, 11 синыф, 2010 йыл)
Инеш
Мин был сығышымды башлар алдынан ҙур булмаған аннотация биреп китер инем.
Беҙҙең яратып, үҙ итеп өлгөргән, ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың ғына түгел, гүзәл Башғортостаныбыҙҙың ғорурлығы булған яҡташыбыҙ, яҙыусы-прозаик Ә.Әһлиуллинға 2012 йылдың 23 февралендә 85 йәш тулған булыр ине.
Уның ижадында тыуған яҡҡа булған мөхәббәт, тыуған ер, тыуған тупраҡ төшөнсәләре тәрән мәғәнәгә эйә. Талас – беҙҙең тыуған яҡ, шуға күрә лә үҙебеҙҙең ауылыбыҙ тураһында бик ғорурланып уҡыйбыҙ. Талас ауылы халҡы өсөн дә был ҙур ҡыуаныс. Минең өсөн ауылыбыҙҙа ошондай яҙыусы булыуы ҙур ғорурлыҡ. Бына шуға ла мин уның ижадын өйрәнеү өҫтөндә эшләргә булдым.
Мин үҙемдең хеҙмәтемдә тикшереү өсөн романдың 4 бүлеген алдым һәм уны “Ә.Әһлиуллиндың “Ашҡаҙар” романында тел - һүрәтләү саралары“ тип атаным.
1.Әхмәт Әһлиуллиндың биографияһына һәм ижадына белешмә биреү
Әхмәт Кәбир улы Әһлиуллин 1927 йылда Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Талас ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ауылда йәшәй, колхозда эшләй. Унан Стәрлетамаҡта ҡала комуналь хужалығында эшсе, электромонтер өйрәнсеге була. Отличие менән Йоматау умартасылыҡ техникумын тамамлай. Юғары уҡыу йортона ебәрелһә лә, тыуған ауылына ҡайтып, бер йыл балалар уҡыта.
Артабан Уфала педагогия институтында белемен камиллаштырып, уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Аспирантураға тәҡдим ителеүенә ҡарамаҫтан, тыуған районына ҡайтып, Аллағуат урта мәктәбендә завуч, директор булып эшләй.1958 йылда ҡабат тыуған ауылы Таласҡа башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып ҡайта, мәктәптә завуч, директор вазифаларын башҡара.
Ә.Әһлиуллин, уҡытыусы хеҙмәте менән бер рәттән, уҡыусы балаларға әҙәби китаптар етешмәүен күреп, әкиәттәр, хикәйәләр яҙа башлай. “Беҙ урманда йәшәйбеҙ” тигән беренсе китабы 1974 йылда баҫылып сыға, “Йылансая мажаралары” тигән повесе 1982 йылда донъя күрә. Ул арала тиҫтәләгән хикәйә, лирик парса, нәҫерҙәре, “Әсә мөхәббәте”, “Һандуғас әбей” повестары сыға. “Эстәрле”-1996, “Талас”-2001, “Кендек ҡаны тамған ер”-2002, “Ашҡаҙар”-2005 йылдарҙа китаптары баҫыла.
Ә.Әһлиуллин - Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһынын атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
2. Яҙыусының “Ашҡаҙар” китабына ҡыҫҡаса күҙәтеү
Әҫәрҙә төп геройҙың береһе Бәҙри учитель. Ул ыңғай герой. Талас ауылына балалар уҡытырға килгәс, ауыл халҡы Ғөбәйҙулла Мөхәмәтсәлим муллаларға эйәреп, Бәҙриҙе туҡмап ауылдан ҡыуып ебәрәләр.
Автор бик урынлы итеп халыҡ әйтемдәрен ҡулланған: “Уҡыған кеше – суҡынған кеше”, “Белмәгәндең – беләге тыныс”, “Күп белгән – тиҙ үлгән”.
Шулай итеп, Бәҙри Эстәрлегә килә һәм «Ҡәләм» исемле кибет аса. Прилавка арты – уҡытыусы өҫтәле түгел инде шул. Мәктәптә балаларҙың холҡон өйрәнеп, ата-әсәһе менән аралашып, уларҙың көнкурешен, хатта киләсәген дә күҙ аллай алһа, бында – көндә яңы кеше, кемдәр генә кермәй ҙә сыҡмай. Кибеттә төрлө дини китаптар менән бер рәттән уҡыу әсбаптары, рус теле китаптары, татар яҙыусылары Әхмәт Ясәүи, Йәләлетдин Руми һ.б. һәм Ырымбурҙа яңы сыға башлаған “Урал” гәзитен таратыу менән шөғөлләнә. Уның уң ҡулы, ярҙамсыһы Шәрифйән дә яңылыҡҡа, белемгә ынтылыусы алдынғы ҡарашлы шәхес.
Әҫәрҙә ҡатын-ҡыҙ образдарынан иң бай – Зөһрә образы. Әҫәр башында беҙ уны ире Ғөбәйҙулла ике балаһы менән әсәләренә ҡайтарып ҡуйған бәхетһеҙ, меҫкен бер ҡатын итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Былай ҙа аслы – туҡлы, осо- осҡа көс-хәл менән ялғап йәшәгән ата -әсәһенә артыҡ ҡашыҡ булып ҡайтып төшә. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәй. Көслө рухлы, ныҡлы характерлы ҡатын һис бер эштән сирҡанмай. Больницала йыйыштырыусы – санитарка булып эшләй башлай. Рус телен яҡшы белеүе менән бергә ул моңға, йырға ғашиҡ. Зөһрә «Мираж” клубының актив ҡатнашыусыларҙың береһе була. Эштән буш ваҡыттарында театр, концерттар ҡуярға ла ваҡыт таба.
Был образды асыуға автор күп көс һала. Бер-береһенә оҡшамаған төрлө яҙмышлы шәхестәрҙе йәнле итеп баҫтырыуҙа уға һөйләм телен, халыҡ ижады байлыҡтарын – йырҙарын, мәҡәл-әйтемдәрен урынлы файҙаланыу ярҙам итә. Мәҫәлән, Зөһрә сәхнәгә сығып гармунға ҡушылып йырлай:
Беҙ барабыҙ Кырымдан
(Эстәрле ҡала ситендә Крымская урамы булған)
Кырым – ҡала ҡырынан.
Минең йәнем булһа таныр
Йырлап килгән йырымдан.
М.Ғафури, Аҡмулла, Ғ. Ибраһимов образдарын бергә ҡушып, Зөһрәнең ысын мөхәббәте – Сәғит Рәмиев образы ла бик матур асыла.
Яҙыусы рухи донъяны үҫештә, хәрәкәттә күрһәтергә ынтыла.
Ә бына Николай-Нурислам образы аша автор ике милләт, ике дин араһында аҙашҡан кеше образын гәүҙәләндерә.
Нурисламдың атаһы Тәхәүетдин Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыған, ярайһы ғына белемле, йыуаш кеше. Урманда ағас киҫеп, уны яндырып, күмерен айырым, көлөн айырым йыйып, ҡапсыҡтарға тултырып баҙарҙа һатыу итәләр. Ләкин бындай кәсеп менән генә байып булмай, аҡсаһы ла саҡлы-соҡло ғына. Нурислам күберәк аҡса эшләү ниәте менән заводҡа эшкә килә. Эш ауыр: руда бушатырға, ҡапсыҡтар ташырға һ.б. Хәйләһеҙ, бер ҡатлы, эшсән ауыл малайы ниндәй эш ҡушһалар, шуны башҡара. Егет күрә: үҙенең напарнигы эт ялҡауы, етмәһә, урыҫ телен белмәүе лә бик ҡамасаулай.
Михаилдың һеңлеһе Мария Нурислам менән аралаша башлай. Улар араһында йылы мөнәсәбәт урынлаша. Шулай итеп, Нурислам – Николайга әйләнә,үҙе лә һиҙмәҫтән урыҫтар донъяһына яҡыная. Мария менән өйләнешергә булалар. Әммә ҡыҙҙың ата-әсәһе татар егетенә шарт ҡуя. Маръя ҡыҙына өйләнеү өсөн суҡыныу мотлаҡ икән: попҡа барып сиркәүҙә көфөр йолаларын үтәү һ.б. Баштараҡ маръя ҡыҙ ҡуйынында ятҡанда, быларға артыҡ иғтибар итмәһә лә ауыр кисерештәр йылдан артыҡ йәшәй башлағас килә. Ата - әсәһенә ғүмерлек әрнеү һалып, үҙ дине, үҙ халҡынан, үҙ теленән ваз кисеп икенсе тормош, башҡа мөхит уны өйөрөлдөрә. Әммә һуң инде.
Шулай ҙа энеһе Бәхтиәргә бындай кәңәштәр бирә:
-Уҡы, туғаным, тик үҙ милләтеңдән айырылма. Халҡыбыҙ бик боронғо, инсафлы, ярҙамсыл. Минең хатаны ҡабатлама.
Әҫәрҙә айырым урын алып тороусы бай ҡатламынан булған Солтанғәле ҡатмарлы шәхес. Ул йәштәрҙең белемгә ынтылыуына, “Мираж” театры асылыуға ҡаршы килмәһә лә, бик аҫтыртын, хәйләкәр, үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып йәшәүсе кеше.
Солтанғәле саүҙагәр, сығышы менән Һаҡмар буйындағы бер ауыл муллаһының йәш бисәһенән тыуған бала булып, ғаиләлә көндәш ҡатындарҙың нисек бер-береһен сәйнәшеп йәшәүен күреп үҫә. Етмәһә, өлкән оҫтабикә ауыл байҙары нәҫеленән булып, уның олатаһы күрше ауылдағы ябай ғына крәҫтиән. Оло инәһе ике ҡыҙын һәр саҡ Солтанғәлегә хөсләтеп тороп, хатта уға “йолҡош” ҡушаматы ла таҡҡандар. Малайҙың ҙур таянысы булып һәр саҡта ла әсәһе тора. Әсәһе Гөлбикә был ғаиләлә үҙ урынын тиҙ таба. Бөтөн йорт эштәрен башҡарыу, ире өйҙә юҡта келәт асҡыстары ла кеҫәһендә булып, хеҙмәтсе малай менән уртаҡ тел табып алып, йортта ысын хужа булып йәшәй. Солтанғәле бәләкәйҙән үк отҡор була. Атаһы улын “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә бирә. “Уҡыһын, кеше булһын. Алла тәғәлә балаға тел асҡысы биргән икән, уның ихтиярына ҡаршы килеү ҙур ғонаһ. Миңә, атай кешегә, уны уҡытыу фарыз” – ти ул.
Солтанғәле саүҙагәрҙең ҡармағына эләгеп, йәш көйөнсә йәшәү рәхәте лә күрмәйенсә фажиғале үлемгә дусар булған Әсмәбикәне ыңғай геройҙар рәтенә кертмәҫкә мөмкин түгел.
1909 йылда ҙур яңылыҡтарҙан һаналған ваҡиға – Эстәрлелә “Мираж” электротеатры асылыуы. Унлап бай, урыҫтар менән берлектә махсус бина төҙөп, кино күрһәтә башлайҙар. Был ваҡиға ҙур ғауға, ғәйбәт тыуҙыра. Бигерәк тә мәхәллә имамы Сәхәү хәҙрәт сығырынан сыға:
-Көпә-көндөҙ тиәтр күрһәтеп, иманһыҙ урыҫҡа әйләндегеҙ. Йәштәрҙе аҙҙырып, диндәренән яҙҙырып йөрөгәндәре өсөн тәмуғ кисәүе булһындар.
-Ул тиәтр тигән нимәгә бер кереп ултырһаң, тиҙ генә сығып китеп булмай икән. Бер барғас, кеше ҡабат-ҡабат бармай түҙә алмай икән.
-Нимәгә ул беҙгә яңылыҡ, бар аламалыҡ шунан сыға, ти. Нимәгә ул беҙгә урыҫ уҡыуы? Аллаһы тәғәләнең өйрәткәненә риза булып йәшәргә кәрәк.
Шулай итеп ,“Мираж”ға барыу дин әһелдәре буйынса боҙоҡлоҡ булһа, йәш быуын был яңылыҡты бик теләп, шатланып ҡабул итә.
2. “Ашҡаҙар” романындағы 4 бүлектә һүрәтләү саралары һәм алымдары.
а) Фразеологизмдар
Әҫәр автор тарафынан ҡулланылған фразеологик әйтемдәргә бай. Улар әҫәр стиленә сәнғәтлелек бирә, фекерҙе тулыраҡ асыуҙа әһәмиәтле роль уйнай, әҫәр теленен халыҡсанлығын, ябайлығын, аһәңле яңғырашын тәьмин итә.
Фразеологик әйтемдәр – ул мәғәнәһе буйынса бер төшөнсә белдереүсе үҙ-ара тығыҙ бәйләнешле һүҙҙәр төҙөлмәһе.
Шик төштө - аптыраны
Элеп алды - тиҙ аңланы
Ыңғайланы - йүнәлде
Ҡараш ташланы - ҡараны
Әхмәлгә төштө - арыны
Хәлдән тайып -арып
Шәйләне – күрҙе
Ҡото осто - ҡурҡты
Шом һала - ҡурҡыу
Ойобораҡ килгән кучер - йоҡлап киткән
Башы ла әйләнә - аңламай
Күҙ алдары ҡараңғылана башланы – арығанлыҡ
Башыңды төҙәт – сара күреү
Эҙһеҙ юғалды – юҡ булды
Ҡулға алһалар ҙа – төрмәгә ябыу
Күҙ күрер - ҡарарбыҙ
Аттары янып сыҡҡан - ныҡ сапҡандар
Ҡобараһы осҡан – ҡурҡҡан
Ҡот осҡос – ҡурҡыныс
Тиҫбе тартыу – доға уҡыу
Күҙе төштө - ҡараны
Шып туҡтаны -ҡапыл
Күсер артынан бейеп кенә күперҙе сыҡты – еңел генә
Байлыҡ артынан ҡыуып – байырға тырышыу
Үс тотоп хәбәр таратыу – үсләшеү
Шау-шыу кәмей башланы - әҙәйҙе
«Махмыр» ҙан яфа сиккән - интеккә
Еңеләйеп ултыра ине – кәйефләне
Шәмгә ут алып - яҡтыртыу
Уйына ла килтермәгәйне - белмәгән
Эргәһендә ҡайнашыу - янында булышыу
Ут быҫҡый – ут яна
Эленеп торған ҡапҡаһына -
Яратып, үҙ итеп үҫәләр -
Тирә - яғын байҡаны – тирә - яғын ҡараны
Донъя күреп – ил гиҙеп
Серем итеп - йоҡлап
Аяғында ныҡ баҫып тора -
Управляющий десятникка аҡса төртөп – аҡса биреп
Ҡараңғы төшөп, күҙ бәйләнгәс – кис еткәс
ат та ҡолағын ҡайсылап алан-йолан байҡаны - ҡараны
Һушы китеп торған – аптырап торған
Башың юғалырлыҡ – буталсыҡ
Күҙ менән генә “атып” ҡул болғайым – күҙ менән генә ҡарап ҡул болғайым
Күҙегеҙ асыҡ -
Атаһы уйҙарына сумған - уйлана
Ҡара кейеп ултырыуын – ҡайғырып ултырыу
Ҡараған да ҡатҡан - аптыраған
Күпме китап, доғалыҡтар көлгә әйләнде - янды
Ҡояш кискә ауышҡаине – кис етеү
Ауыр ҡайғы -
Утты-һыуҙы кискән ил ағаһы – күпте күргән, күпте кисергән
Япраҡтар елгә өйөрөлөп ҡыштырҙаша -
Ағылған ҡара болоттар -
Өнһөҙ ҡалып аптырап ҡарап торҙо -
Егет ҡорона –
Халыҡ ҡайнаша - шаулаша
Күңел төшөнкөлөгө -
Йоҡоло күҙҙәре -
б) Сағыштырыуҙар
Яҙыусы геройҙарҙын кисерештәрен тәрәнерәк асыу, ваҡиғаларҙы тулыраҡ күрһәтеү маҡсаты менән сағыштырыуҙарҙы кин файҙалана. Бер әйберҙе йәки күренеште оҡшатып, уларҙа уртаҡ яҡтарҙы күрһәтеү – сағыштырыу тип атала.
Күшеккән тауыҡ кеүек
Сайырып ағып ыҫланған юнысҡы кеүек
Иманһыҙ кеше – тамуҡ киҫәүе
Атһыҙ арба - “афтамобиль”
в) Халыҡ мәҡәл-әйтемдәре:
Ҡара халыҡ- ҡара һарыҡ, үҙен ҡайҙа ҡыуғанды белмәй. (белем алыуға ишара)
Үткән эшкә салауат. (үткәнде иҫкә алмау)
Байлыҡ бер айлыҡ. (кеше тормошонда байлыҡтың иң мөһим түгел икәнен аңлата)
Алла биргән - алла алған. (бөтә нимә алла ҡулында)
Ике донъя – бер мөрйә. (ғәмһеҙ йәшәү)
Ғилем ул утта ла янмай, һыуҙа ла батмай, ебеп төшмәй торған ғүмерлек хазина. (белемдең әһәмиәте тураһында)
Бөгөн бар-иртәгә юҡ. (байлыҡтың күпкә бармауын аңлата)
Хәйерсегә ел ҡаршы. (юл уңмағанда әйтелә)
г) Рус теленән кергән һүҙҙәр – алынмалар
Башҡорт халҡы борон-борондан урыҫтар менән сауҙа, иҡтисади һәм башҡа мөнәсәбәттәрҙә булған. Шуға күрә лә башҡорт теленә рус теле һүҙҙәре лә күпләп ҡабул ителгән. Һәм мин ул һүҙҙәрҙе эҙләп яҙҙым.
Мәҫәлән: баяр, Гаспринский урамы, Крымский урамы, Миллионный, Дворянский урамдары, Уральский урамы, начальник Ротмистров, русско - татарская школа, насос, реальный, кузла, тачка, стена, кирбес заводы, ҡанау, шиблет ботинкалары, городская управа, Дума, депутат, пожар, чиновник, постоялый двор, амбар, промышленниктары, страховка инспекцияһы, йәшниктәр, бедняга, Ҡаҙан соборы, сиркәү, ҡолоҡол, земство Депортаменттарына, алты аршинлы, каланчаһы, гимназистка ҡыҙы, ҡала управаһы, комиссия, картуф, губерна, училищелар, русско-башкирская школа, тас,табаҡ, мүскә эт.
Минең уйлауымса, зыялы татар-башҡорт байҙары рус дәүләтенә үҙ теләктәре менән ҡушылып, улар менән аралашып ҡына ҡалмай, ә мәҙәниәткә, яңылыҡҡа ынтыла. Белемле булыу менән бергә заманса атларға тырыша. Рустарҙан үрнәк алып, балаларын юғары уҡыу йорттарында уҡытырға тырыша, рус мәктәптәрендә белем алдыра, яңылыҡҡа үрләй.
д) Ғәрәп-фарсы теленән кергән алынмалар
Мәхшәр көнө (ғәр.-фар.)
Ғәрәфә (фар.)
Ғәрәсәт (ғәр.-фар.)
Мәшғүл (ғәр.-фар.)
Хәлфә (ғәр.-фар.)
Ҡазаға ҡалдыҡ (ғәр.-фар.)
Мәҙрәсә (ғәр.-фар.)
Хәрәбә (ғәр.-фар.)
Вәғәз менән һөйләгән (ғәр.-фар.)
Манара (ғәр.-фар.)
Сәғәт (ғәр.-фар.)
Ғумер (ғәр.-фар.)
Кәфенлек (ғәр.-фар.)
Ғонаһ (ғәр.-фар.)
Сауҙа (фар.)
хазина (ғәр.-фар.)
Кәйеф (ғәр.-фар.)
Китапхана (ғәр.-фар.)
Ҡомған (ғәр.)
Тәһәрәтләнде (ғәр.-фар.)
Тамуҡ (ғәр.-фар.)
Хараба (ғәр.-фар.)
Ихтирам (ғәр.-фар.)
Зыялылар (ғәр.-фар.)
Ихлас (ғәр.-фар.)
Ҡиммәт (ғәр.-фар.)
Мәмерйә (ғәр.-фар.)
Намаҙ (фар.)
Доға ҡылҙы (ғәр.-фар.)
Ихата (ғәр.-фар.)
Мөлкәт (ғәр.-фар.)
Нотоҡ (ғәр.-фар.)
Һандыҡ (ғәр.)
е) Башҡа телдәрҙән кергән алынмалар
Полицейский (нем.)
Маклер (нем.)
Кучер егет (нем.)
Экипаж (фран.)
Трантас (тат.)
Ремонтлатам (фран.)
Квартал (лат.)
Штраф (нем.)
Станцанан (лат.)
Вагон (фран.)
Өйәҙ (тат.)
Һығымта
Яҙыусы романда тел-стиль үҙенсәлектәрен бик уңайлы ҡуллана.
Был авторҙың тел байлығының ни тиклем тәрән мәғәнәгә эйә икәнлеген аңлата. Әгәр ҙә бер үк төрлө һүҙҙәр йыш ҡабатланһа, әҫәрҙең эстәлеге лә был тиклем үтемле булмаҫ ине.
“Ашҡаҙар” романын тулыһынса беҙ класста уҡып сыҡтыҡ, фекер алыштыҡ. Яҙыусының шул тиклем тырышып, бөртөкләп йыйылған ҡулъяҙмаларҙан, архивтарҙа эҙләнгән, халыҡ араһында һорашып, аҡһаҡалдар менән осрашып йөрөгәнлегенә инандыҡ.
Был бигерәк тә тарихи әҫәрҙәр ижад иткәндә мөһим. Сөнки ундай әҫәрҙәрҙе, ундағы әҙәби образдарҙы, уйлап сығарған образдар аша ғына гәүҙәләндерергә мөмкин булмаҫ ине.
Тарихилыҡ, минеңсә, документтарға һәм конкрет факттарға таянып эш итеүҙе талап итә.
Әлфиә Ниғмәтуллина
Әхмәт Әһлиуллинға мәҙхиә
Үлгәндәрҙе маҡтау еңел тиҙәр,
Улай түгел икән, ҡайсаҡта
Әхмәт ағай Әһлиуллинға бына,
Табып ҡара һүҙҙәр был хаҡта.
Оло-кесеһенә башын эйеп,
Сәләм бирер ине һәр даим.
Бер ваҡытта әйтмәҫ ине үҙе:
“Арыным инде, мин дә ҡартайҙым”.
Кәңәштәре: “Күберәк китап уҡы,
Шунда аңларһың һин телемде.
Телевизор ҡарау менән генә,
Булып булмай бит ул белемле”.
Таҡта-ташы уның иҫтәлеккә,
Мәктәп диварына ҡағылған.
“Тыуған тупраҡ – изге төшөнсә” тип,
Беҙҙең күнелдәргә һалынған.
Талас ауылына һәйкәл булды,
Онотмабыҙ һис тә, мәңге лә!
Ғорурланып иҫкә алайыҡ уны,
Һаҡлайыҡ, дуҫтар, һәр саҡ күңелдә!
Йәүҙәт Аллаяров
Әхмәт Әһлиуллинға
Данлы хеҙмәт юлың үтеп, Әхмәт,
Бушатһаң да хәстәр биштәрен,
Ижад йөгөң бик тиҙ бушамаҫ әле,
Тығыҙ тейәгән ул эштәрҙе.
Тормош арбаһында гиҙә торғас,
Көмөш етмешеңә еткәнһең,
Сөнки егәрлекле атың итеп
Аҡылыңды эшкә еккәнһең.
Биштәреңдәге йөгөн бушаһа ла,
Зиһенеңдәге йөктәр бушамаҫ.
Артта ҡалған йылдар-төштә һымаҡ,
Ләкин улар эҙһеҙ юғалмаҫ.
Талас юлы-һинең юл башың ул,
Урап Эстәрлегә килтергән.
Уйың, күңел хисең, йөрәк тойғоң
Эстәрлеләй яҙмыш кисергән.
Ҙур ҡаланың ҙур тарихы һиңә
Серен асҡан үткән замандың.
Ҡайҙа, нисек йоҙағына уның
Яратырҙай асҡыс табалдың?
Сөнки Әбей батша заманынан
Бөгөнгәсә үткән йылдарҙа
Аҙмы дауыл, ыҙғыш, ҡанлы һуғыш
Эстәрленән үткән юлдарҙа.
Етмешеңдең түгел бөгөн, Әхмәт,
Ике йөҙ утыҙың байрамы,
Алда тағын күпме йәшәр ҡала,
Һин дә шунса йәшәү яуланың!
Йомғаҡлау
Беҙ ауылыбыҙҙың данлыҡлы прозаик – яҙыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Унын әҫәрҙәрен үҙебеҙҙән ҡалған йәш быуынға ла еткерергә, уның әһәмиәтен анлатырға тырышырбыҙ.
Авторҙың, мәҫәлән, “Талас” (2001 йылда баҫылып сыҡҡан) китабы ауылыбыҙға һәйкәл булып ҡайтты. Ул барлыҡ таласлыларҙың ғына түгел, Стәрлетамаҡ районы халыҡтарының өҫтәл китабына әүерелде.
Ә.Әһлиуллинға 2009 йылдың 23 февралендә 82 йәш тулған булыр ине. Үкенескә ҡаршы, йөрәк ауырыуы уны беҙҙең аранан ваҡытһыҙ алып китте. 2003 йылдың август айында ул мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Мәктәп стенаһында унын иҫтәлегенә таҡта-таш элеп, үҙе һалдырған мәктәптә исеме мәңгеләште.
Мәктәп музейында Ә.Әһлиуллинға айырым бер урын бирелгән. Ундағы материалдар уның ижады менән танышыусылар өсөн ҙур мөмкинселек бирә. Синыфтан тыш уҡыу дәрестәрендә лә беҙ уның ижады менән даими ҡыҙыҡһынабыҙ.
Талас ауылы ҡушаматтарының серҙәре
( Хөснөтдинова Ирина, 8 синыф, 2011 йыл)
Инеш һүҙ
Исеме онотолмаған кеше—иң бәхетле кеше
Бөйөк үзбәк шағире Алишер Наваи
Ә бит исемдәр халыҡ образын тыуҙыралар
Олжас Сөләйманов
Халыҡ тарихы, мәҙәниәте кешенең үҙаңын байыта, белем дәрәжәһен күтәрә, йөрәкте үҫтерә, ҡылған эштәренә, әйткән һүҙҙәренә баһа бирергә өйрәтә.
Кешенең исеме - халыҡ тарихының бер өлөшө.Ономастика (яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнеүсе фән) тармаҡтарының үҙ атамалары бар. Кеше исемдәрен, фамилияларын, ҡушаматтарын өйрәнеүсе өлөшө антропонимикаға ҡарай (грек һүҙе “антропос” – кеше, “онима”, “онома” – исем) .
Доньялағы һәр нимәнең исеме бар. Кешеләр, хайуандар, ҡала һәм ауылдар, йылғалар-күлдәр, диңгеҙҙәр һәм океандар, тауҙар һәм соҡорҙар, юлдар һәм һуҡмаҡтар, тыҡрыҡ һәм урамдар, кинотеатр һәм завод-фабрикаларҙың, татлы кәнфиттәрҙән алып океан пароходтарынаса, йыйнап әйткәндә, беҙҙе солғап алған барлыҡ нимәләрҙең исемдәре бар.
Телдәге исемдәр иһә дөйөмлөлөктө йәки айырымлылыҡты белдереүҙәре яғынан бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйыла торған ике ҙур төркөмгә айырылалар. Бер төрҙән булған әйберҙәрҙең барыһы өсөн уртаҡ, ғомүми атамаһы— уларҙың күмәклек (уртаҡлыҡ) исемен (мәҫәлән, кеше, ҡала, йылға, ағас, таш, урман, урам, баҙар һ. б.), бары тик береһен генә белдергәне —шәхси, яңғыҙлыҡ исем барлыҡҡа килтерә (мәҫәлән, Алһыу, Айназ, Айназар, Айҙар, Иҙел, Өфө, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы һ. б.). Яңғыҙлыҡ исемдәренә кеше, ырыу, ҡәбилә, халыҡ; мифологик образдар һәм аллалар; йорт хайуандары; төрлө географик объекттар; күк исемдәре; китап, газета-журналдар, предприятие һәм учреждение исемдәре; төрлө әйбер, тауар атамалары һ. б. керә. Ошо бөтә исемдәр донъяһында иң төп урынды кеше исемдәре биләп тора.
Беҙҙе, уҡыусыларҙы, исемдәргә ҡарағанда күберәк ҡушаматтар ҡыҙыҡһындыра, сөнки улар күп кешеләрҙә булғандар һәм бар. Ҡайһы бер кешегә ҡушаматтар ғүмерлеккә тағыла: мәктәп тупһаһынан алып ҡартайғанға тиклем, йәғни ҡушамат - кешенең икенсе исеме. Ләкин ул паспортта йәки тыуыу тураһында таныҡлыҡта, йәғни юридик документтарҙа теркәлмәй.
Ҡушаматтар кеше тормошонда бер виза булып тора: балалар баҡсаһында, мәктәптә, эштә. Исем ҡағыҙынан тыш күп балалар икенсе исем йөрөтәләр, ул да булһа ҡушамат. Ул күберәк уҡыусылар араһында, урамда ныҡлы йәшәй.
Ҡушаматтар тормошта, үҙ-ара һөйләшеүҙә, урамда, мәктәп эсендә ҡулланыла. Иң төп һорау: кешегә ни өсөн кәрәк ул ҡушаматтар? Ҡайһы бер олораҡ кешеләр, ҡушаматтар ниңә кәрәк ул, улар тәмәке кеүек алама һәм кәрәкһеҙ тип һанайҙар. Ләкин был уй, минеңсә, дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, ауылда 4 Фәрит, йәки 3 Наил булһа, уларҙы нисек айырырға? Йәки бер синыфта 3 Алина йә 2 Айҙар, шул ваҡытта ҡушаматтар ярҙамға килә лә инде. Бөтөнләй ҡушаматһыҙ күңелһеҙ булыр ине тип һанайым. Әҙерәк фантазияға ла урын ҡалмай һәм көлөп алыу ҙа ғәйеп түгел.
Ошо тема менән ҡыҙыҡһынғас, мин был хеҙмәтемдә ауылым халҡының тел байлығын һәм ҡушаматтарын сағылдырырға булдым. Ҡушаматтарҙы йыйыу һәм группаларға бүлеп тикшереүҙе мин фәнни эшемдең маҡсаты итеп ҡуйҙым. Ошо хеҙмәтем аша мин уҡыусылар араһында туған телгә, ауылымдың тарихына, тирә-яҡты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырмын тип ышанам. Был тема әлеге көндә лә актуаль тип уйлайым, сөнки бөгөнгө көнгә тиклем ҡушаматтар ныҡлап өйрәнелмәгән.
Алда әйтелгән маҡсатҡа ярашлы булараҡ, ауылымдағы ҡушаматтарҙың килеп сығыу тарихын өйрәнеү һәм уларҙы системаға килтереү өсөн мин шундай бурыстар ҡуйҙым:
1.Ономастика буйынса әҙәбиәт һәм һүҙлектәр менән танышыу;
2. Аҡһаҡалдар менән һөйләшеп ҡушаматтарҙың килеп сығыу тарихын асыҡлау;
3. Йыйған материалдар өҫтөндә эшләү(уларҙы төркөмләү, мәғәнәһен асыҡлау);
4. Киң таралған ҡушаматтарҙың исемлеген төҙөү.
Төп өлөш
- Ҡушаматтарҙың барлыҡҡа килеү тарихы
Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлегендә “Ҡушамат – кешегә тағылған исем” тип бирелә.
Ҡушаматтар ҡасан барлыҡҡа килгән һуң? Был һорауға теүәл генә яуап биреп булмай. Бәлки кеше һөйләшә башлағандан бирлелер. Шулай итеп, ҡушаматтар - боронғо күренеш. Боронғо кешенең ике исеме булған: береһе ысын исеме, икенсеһе ҡушамат. Ысын исемде йыш әйтергә тырышмағандар, сөнки уларса, яуыз көстәр золом ҡылып китеүе мөмкин тип уйлағандар. Шуның өсөн кешегә күберәк ҡушамат менән мөрәжәғәт иткәндәр.
Хәҙерге заманда ҡушаматтарҙың килеп сығыу сәбәбе бүтәнерәк: фамилияны ҡыҫҡартырға теләү, кешенең үҙенсәлекле буй-һынын күрһәтеү, тышҡы ҡиәфәт йәки холҡона ишара итеү, дуҫтарса шаяртыу, ҡайһы ваҡыт хатта мыҫҡыллау. Шуның өсөн ҡушаматтарҙы хәтер ҡалдырмаҫлыҡ күренеш тип әйтеп булмай.
Ҡушаматтар – балалар донъяһының мөһим бер өлөшө. Ҡушаматтарҙы күберәк балалар үҙ-ара уйлап сығаралар. Шулай ҙа беҙ иң тәүге ҡушаматтарыбыҙҙы атай-әсәйҙәребеҙҙән, яҡындарыбыҙҙан алабыҙ. Бала тыуғас та, уға һөйөп төрлөсә өндәшәләр: “алтыным”, “ҡояшым”, “күҙ нурым”, “аппағым” һ.б. һәр бер сабый, ниндәй генә милләткә йә иһә мәҙәни шарттарға ҡарамаһын, ошондай ҡушаматтарға күмелә, әммә уларҙың береһе лә ысын исем булып тормай.
Шулай ҙа, нисек барлыҡҡа килә һуң ҡушаматтар?
Балалар араһындағы тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, ҡушаматтарҙың килеп сығыуының дүрт нигеҙе (принцибы) бар:
1. Исем һәм фамилиянан килеп сыҡҡан ҡушаматтар. Мәҫәлән, Рәхмәтуллин-Рахмай, Мәхмүтов-Мәхмүт, Сережа – Серый һ.б.
2. Кешенең тышҡы ҡиәфте буйынса (баш, сәс, ҡулдар, аяҡтар, гәүҙә,кейем һәм башҡалар)(Кәкере, Сатан,Һаҡбай, Оҙон һ.б.).
3. Кешенең холҡо буйынса(Телһеҙ, Бошмаҫ һ.б.)
4. Кеше ғүмерендәге төрлө ваҡиғаларға бәйле(Батмай,Папирос һ.б.).
Күп кешеләрҙә бер-нисә ҡушамат була, һәр ҡайһыһы ниндәйҙер ҙә булһа бер төркөмгә ҡарай. Ике дуҫ йәки бер төркөм кешеләр араһында ғына ла була ала ҡушаматтар. Уларҙы бүтән кешеләр белмәҫкә лә мөмкин, ә күберәк кешеләр араһында шул уҡ кешеләргә киң таралған ҡушаматтары менән өндәшәләр.
Бер төрлө үк ҡушамат бер яҡтан яратып әйтелһә, икенсе яҡтан мыҫҡыллау ҙа булып торорға мөмкин. Әммә мыҫҡыллау ҙа ҡайһы ваҡыт кешенең абруйын күтәреүсе сара булып тороуын билдәләп үтәргә кәрәк. Шулай ҙа гел генә ҡушаматтар менән өндәшеү әҙәпһеҙлек һанала.
- Әҙәбиәттәге ҡушаматтар
Ҡушаматтар әҙәбиәттә лә йыш осрай. Улар барлыҡ милләт халҡына ла хас. Мәҫәлән, бөйөк рус шағире А.С.Пушкиндың ҡушаматы Француз булһа, татар шағире Г.Туҡайҙы Туры Туҡай тип йөрөткәндәр. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең ҡушаматы Кендек булған һ.б..
Шулай уҡ ҡушаматтар әҙәби геройҙарға ла бирелә. Мәҫәлән, Мирсәй Әмирҙең “Ағиҙел” романында Тешһеҙ Ибрай, Фәтих Хөсниҙең “Йөҙөк ҡашы” әҫәрендә Кәзә Шәйәхмәт, М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” әҫәрендә Һары серәкәй Әсғәт һ.б.
- Талас ауылында киң таралған ҡушаматтарҙың мәғәнәһе
Талас ауылында бөгөнгө көнгә 931 кеше йәшәй. Барлығы мин 104 ҡушамат таптым һәм уларҙы төрлө типтарға бүлдем:
- Кешенең исем йәки фамилияһына бәйләнгән ҡушаматтар;
- Кеше менән булған берәр ҡыҙыҡ хәлдән һуң бирелгән ҡушаматтар;
- Кешенең тышҡы ҡиәфәте, эшмәкәрлеге, холҡо менән бәйле ҡушаматтар;
- Ҡош-ҡорт, йәнлектәр менән бәйле ҡушаматтар.
Минең эшемдең бер йүнәлеше – ҡушаматтарҙың мәғәнәһен асыҡлау. Беҙ үҙебеҙҙең тормошта ҡушаматтарға ҡаршы өндәшмәй генә йәки кире ҡағырға өйрәнгәнбеҙ. Ҡушаматтарҙың мәғәнәһен һәм килеп сығыуын тикшергәндә, мин тыуған яҡтың теленә лингвистик анализ яһарға өйрәндем, үҙемдең аң даирәһен киңәйттем, практикала ономастиканың саф төрҙә юҡ икәненә инандым, сөнки уның
факттары психолингвистика, социолингвистика өлкәһендә табыла, этнографияға һәм телдең тарихына ҡайтып ҡала.
Йыйған материалдарымды квалификациялағас, ҡушаматтарҙы түбәндәге группаларға бүлдем:
- хеҙмәткә бәйле ҡушаматтар
Ҡымыҙ Минияр – атаһы ҡымыҙ яһаған.
Медник Хәмит – атаһы тимерсе булған.
Тимерсе Фәнис – олатаһы тимерсе булған.
Почта Рәйсә- почтальон булып эшләй.
Бал Хәләф – умартасы булып эшләгән.
Пытырҙыҡ Рафаэль – атаһы тракторсы булған, тракторы һәр ваҡыт пытырҙап йөрөгән.
Ҡырлай Закир - олатаһы сепрәк, һөйәк йыйыусы булған, ундай кешене “ҡырлайсы” тип йөрөткәндәр.
Ямщик Вәлийән – колхоз рәисен йөрөтөүсе булған
Мәшкәк Нәжип – күп ваҡытын урманда бәшмәк йыйып уҙғарған.
Кино Ҡаюм – клубта кино күрһәтеүсе ( киномеханик)
Лесник Хәйҙәр –урмансы булып эшләгән.
Марка Минихай – яңы маркалы тракторҙа эшләгән.
Мулла Ҡыям – ауылда мулла булған
Тауыҡ Фәриҙә – тауыҡ фермаһында эшләгән
2) ғаилә ағзаларының береһе менән бәйле ҡушаматтар. Элегерәк ауылда ғаиләләр ҙур, күп балалы булған, балалар үҫә бара, өйләнеп ишәйә барғандар һәм уларҙы айырыр өсөн фамилиялар урынына (күберәк ваҡытта атаһының исеменән сығып) ҡушаматтар биргәндәр:
Бәхти Рәфкәт, Латый Рафаэль, Сәйпүш Сәфиулла, Саҙрый
Тәлғәт, Вәли Рәшит.
Орҡоя Хәләфе – әсәһенең исеме Орҡоя булған
3) кешенең тышҡы ҡиәфәтенә бәйле ҡушаматтар:
Сатан Барый - сатан
Һаҡбай Роза - һаңғырау
Ҡыйыш муйын Радик - муйыны ҡыйыш
Фөгөш Минзаһир – һаҡау, һәр ваҡыт «ф-ф”-лап һөйләшә
Бетле Рәшиҙә – бетле булған
Телһеҙ Сәрә-һөйләшмәгән
Ҡылый Басир - ҡылый
Касай Фәнис - ҡылый
Кәкре Минегөл – бөкөрөһө сыҡҡан
Таҙ Мирғәли – пеләш башлы
Иҫерек Ғәптрәүеф - йөрөшө иҫерек кешенеке кеүек
Шәпәй Хәләф - шаян
Аҡрай Наил – ҙур күҙле
Ҡытай Мәрүән – ҡыҫыҡ күҙле
Оҙон Дамир – оҙон буйлы
Сәкүшкә Фәнис – бәләкәй (чекушка)
Ҡабыҡ Минзифа - ябыҡ(ҡабыҡ кеүек нәҙек)
Бомба Лилиә - һимеҙ
Бәләкәй Минегөл – бәләкәй буйлы
Бүтәгә Сафиулла – тауыҡ бүтәгәһе кеүек бәләкәй
Оҙон Зәйтүнә – буйы оҙон
Ҡара Фәнис – ҡарағусҡылт йөҙлө
Снайпер Рөстәм – бер күҙе күрмәй
Ҡырсын Хәйҙәр – ҡап-ҡара йөҙлө
Тарзан Руслан – ҡиәфәте менән Тарзанға оҡшаған(уның кеүек ҡара)
Бахау Рәжәп – ҙур кәүҙәле кеше
Һулаҡ Мөхтәр – һулаҡай
4) кешенең холҡона бәйле ҡушаматтар:
Гөбән Тәлғәт – күп ашай
Прокурор Мәрйәм – күп күрә, күп белә
Мыжыҡ Шаһиҙулла - мыжыҡ
Мөтрәк Зөфәр – тиҙ, етеҙ,бәләкәй генә, “метр” һүҙенән алынған
Пластилин Фәнил – йыуаш, йомшаҡ кеше
Титарай Минзилә – еңел аҡыллы
Бабай Рәис – бабайҙар кеүек
Һарыҡ Рәмил – һарыҡ кеүек ахмаҡ
Колдун Хәләф – мөғжизәгә ышаныусан
Шөрли Марсель – “шөрләй” һүҙенән, ҡурҡак
Төкөшкә Ринат – конфликтҡа инеүсе кеше, “төкөү” һүҙенән
Шәрүк Хәлил – мыжыҡ
Ҡупшы Хәйҙәр –модалы итеп кейенә
5) социаль-иҡтисади хәлгә бәйле ҡушаматтар:
Байский Фәрит – бай, йөрөшө байҙарҙыҡы кеүек эре
Алпауыт Миниәхмәт – олатаһы кулак булған
Кәжүл Ришат - «казенный» һүҙенән алынған
Бажаҡай Әсғәт - ”бажа” һүҙенән
6) кешенең йәшәү урыны менән бәйле ҡушаматтар
Һамар Минияр –
Һамар ҡалаһынан күсеп килгән
Ос Фәриҙә- ауылдың иң ситендә йәшәй
Сүплек Роза – сүплек янында йәшәй
Башҡорт осо Әминә – ауылдың ул осонда элек тик башҡорттар йәшәгән
Ҡырмыҫҡалы осо Фәриҙә – ауылдың Ҡырмыҫҡалы яғында йәшәй
Бушкилде Фаил – ауылдың яңы урамын “бушкилде” тип атанылар, кешеләр уйлауынса ул урамда “яңы татарҙар” йәшәй, еңел генә итеп өй һалалар
7) хайуандарға бәйле ҡушаматтар:
Ҡуян Шәһиҙулла – ҡуян кеүек ҡурҡаҡ
Һары Бесәй Минивәрис – сәсе бесәйҙеке кеүек һары
Бесәй Наил – күҙҙәре бесәйҙекенә оҡшап тора
Бүре Фәнил – бүреләргә һөжүм иткән
Үгеҙ Дамир – үгеҙ кеүек ҡарашлы
Кәзә Рәфкәт – кәзә кеүек тиҫкәре
Ҡара тәкә Минзифа – тәкә кеүек тиҫкәре
Башмаҡ Мөҙәрис – башмаҡ кеүек ҙур, тауышы ҡалын
Маһмай Зөфәр – кеше менән талашып тик йөрөй
Һарыҡ Хәләф – һарыҡ кеүек ахмаҡ
Сысҡан Рафиҡ – тауышһыҙ ғына
Төлкө Рәсүл- төлкө кеүек хәйләкәр
Ҡомаҡ Наил – ҡомаҡ кеүек һаран
Маймыл Риза – ҡыланышы маймылдыҡы кеүек
Ямка Риф – этенең ҡушаматы шундай булған
Суслик Ғимран – йомран кеүек йылғыр
8) ҡоштарға бәйле ҡушаматтар:
Өйрәк Фәнил – атлауы өйрәк кеүек
Бытбылдыҡ Низами – бытбылдыҡ кеүек күп һөйләй
Күркә Юрис – күркә кеүек ҡабарынып, тиҙ ҡыҙып бара
Турғай Мөнир – турғай кеүек етеҙ
Тауыҡ Рауил – тауыҡ кеүек аңғыра
Ястрүк Мидхәт – ҡарсыға кеүек ғорур
Торна Миниғәзим – муйыны торнаныҡы кеүек оҙон
Бройлер Рөстәм – бройлер кеүек һимеҙ
Сиңерткә Әмир – сиңерткә кеүек нескә
Беснәк Фәнис – беснәк кеүек һары
Тәкәрлек Мидхәт – тәкәрлек кеүек матур йырлай
Көртлөк Ғариф – көртлөк кеүек таҙа кәүҙәле
Һайыҫҡан Рәйлә – күршеҙән күршегә яңылыҡ һөйләп йөрөй
Ҡарға Айнур – ҡарға кеүек ҡара
9) Бөжәктәрҙән сыҡҡан ҡушаматтар
Ҡырғаяк Илшат – ҡырғаяҡ кеүек йөрөй
Тараҡан Рәшит – мыйыҡтары тараҡандыҡылай
Муха Фәнис - себен кеүек сәбәләнә
10) Балыҡтар менән бәйле ҡушаматтар
Киҫкес Илгиз – бармаҡтары киҫкес (клешня) кеүек
11) Үҫемлектәрҙән сыҡҡан ҡушаматтар
Өрөк Фәнил –әсәһенең исеме Өрөкфаза
Көнбағыш Фәнүс – көнбағыш сәскәһе һымаҡ һипкелле
Бәрәңге Хәмиҙулла- танауы картуф кеүек
Махорка Рәис - махорка тартырға яратҡан
Папирос Миниғәзиз - күп папирос тартҡан
12) Төрлө предметтар менән бәйле ҡушаматтар
Сүлмәк Вәғиз – ҡорһағы сүлмәк кеүек
Игәү Назим – игәү кеүек кешеләрҙе гел “игәп” йөрөй
Күмер Фаяз – эске донъяһы ҡара булған(уҫал)
Кәбән Фәнил – кәбән төбөндә йоҡлаған
Глобус Айрат – ҙур күҙле
Һепертке Гаяз – сүп йыйыусы
Кәстрүл Фидан – “Фидель Кастро” тигән исемдән килеп сыҡҡан
Төнлөк Марсель – ҡара мунса кеүек ҡараңгы аҡыллы
13) Урыҫ исемдәренән сыҡҡан ҡушаматтар
Иван Илгиз – бер ҡатлы, ышаныусан( Иванушка кеүек)
Ибаш Әптерәй – нәҫелдәрендә Иван исемле мордва булған
Микул Наил – Микола исеменән
Питер Филюс – “Петр” тәмәкеһен генә тарта
Петька Артур – Петр исеменән
Чапай Минзиля – атаһының мыйығы Чапаевтыҡы кеүек булған
Емельян Фәрит – Емельян Пугачёв кеүек ныҡышмалы
14) Төрлө милләттәр менән бәйле ҡушаматтар
Грузин Радик – грузинға оҡшаған
Кахол Илдар – хохолдар кеүек акцент менән һөйләшә
15) Яратҡан ашамлыҡтарға бәйле ҡушаматтар
Икмәк Фәрит - икмәк ярата
Айран Фанис – айран ярата
16) Ҡыҙыҡ хәлдәр менән бәйле ҡушаматтар
Батмый Рәшит – майһыҙ бутҡа ашарға тура килгәс, «майһыҙ бутҡа батмай» тип әйткән.
Тяжка Рәфис – «тяжко» һүҙенән. «Уҡырға бик тяжко» тип әйткән.
Теттелдек Минибай – маҡтансыҡ.
Хытьби Марат – «хоть бы» һүҙенән. Һәр ваҡыт шул һүҙҙе ҡыҫтырып һөйләй.
Исмаһам Наил – «исмаһам» һүҙенән. Шул һүҙҙе күп ҡулланған.
Апара Каррам – эскәндән һуң башы ауыртҡанда әсе балдың апараһын булһа ла һораған.
Аппахи Габдрахим - “ап-аҡ” тан кейенергә яратҡан
Нимәй Рәжәп – “нимәй” һүҙенән. Уның яратҡан һүҙе.
17) Аңлатыуы ауыр булған ҡушаматтар
Барлыҡ ҡушаматтарҙың 15% тирәһе ҡайҙан килеп сығыуын мин асыҡлай алманым, сөнки уларҙың тарихы билдәһеҙ. Ауыл аҡһаҡалдары ла уларҙы аңлата алманы, мәҫәлән, Баҡа Муса, Капрал Зиләүир, Чебурашка Венера, Тефаль Тәфкил, Халдрай Минзаһир.
Эҙләнеү барышында шулай уҡ ҡайһы бер факттар минең иғтибарымды йәлеп итте. Мәҫәлән, ҡайһы бер ауылдаштарымдың ҡушаматы бөтөнләй юҡ, ә ҡайһы берәүҙәрҙә ул бер нисәү булып сыҡты. Берәүҙәрҙең ҡушаматы ата-бабаларынан күсеп бер нисә тиҫтә йылдар буйына һаҡлана, берәүҙәрҙеке алмашынып тора.
Йомғаҡлау
Миңә кешеләр менән аралышыу бик оҡшай, сөнки шул ваҡытта ғына күп нимәләр тураһында беләһең. Мин үҙем элегерәк йәшәгән ауылдаштарым тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белдем. Минең эшем берәй кешене ҡыҙыҡһындыра ҡалһа, хеҙмәтем бушҡа ғына булмаған тип һанармын. Мин йыйған материалдар ҡыҙыҡлы ғына түгел, үҙенә күрә ҡиммәтле лә: улар беҙгә үҙебеҙҙе һәм ҡылған ҡылыҡтарыбыҙҙы аңларға ярҙам итә.
Шулай итеп, мин ошондай һығымта яһаным: кешенең ҡушаматы аралышыу сараһы булыуҙан тыш, күпкә ҙурыраҡ мәғәнәгә эйә. Ҡушаматтарҙа йыш ҡына кешенән көлөү йәки мыҫҡыл итеү һиҙелә. Бындай көлөү кешегә һәм уның эшмәкәрлегенә, холҡона, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарашты һүрәтләй. Ҡушаматтар аша ауылдаштар бер-береһенә мөнәсәбәтен белдерә. Мәҫәлән: аптырау, маҡтау, ғәйепләү һ.б.
Шулай уҡ мин ышаныслы итеп түбәндәгене әйтә алам: ошондай фәнни-эҙләнеү эше менән шөғөлләнеү беҙҙә тыуған яҡҡа,үҙ халҡыңа, телеңә һөйөү уята, һөйләшеү культураһын үҫтерә. Бындай хеҙмәт үҙ халҡыңдың культураһын һәм тыуған телде өйрәнеүҙә ҙур роль уйнай.
И.Насыриҙың “Еңелгән ятыу” повесында тел - һүрәтләү саралары“
( Хәбибуллина Зифа, 10 синыф, 2013 йыл)
Инеш
Мин был сығышымды башлар алдынан ҙур булмаған аннотация биреп китер инем.
Беҙҙең яратып, үҙ итеп өлгөргән районыбыҙҙың ғына түгел, гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булған яҡташыбыҙ, яҙыусы-прозаик Имай Насыриға 2013 йылдың 12 октябрендә 115 йәш тулған булыр ине.
Уның ижадында тыуған яҡҡа булған мөхәббәт, тыуған ер, тыуған тупраҡ төшөнсәләре тәрән мәғәнәгә эйә. Минең өсөн районыбыҙҙа ошондай яҙыусы булыуы ҙур ғорурлыҡ. Бына шуға ла мин уның ижадын өйрәнеү өҫтөндә эшләргә булдым.
Мин үҙемдең хеҙмәтемдә тикшереү өсөн романдың 1,2,4,5,10,11-се бүлектәрен алдым һәм уны “И.Насыриҙың “Еңелгән ятыу” повесында тел - һүрәтләү саралары“ тип атаным.
Тел-һүрәтләү сараларын табыу һәм группаларға бүлеп тикшереүҙе мин фәнни эшемдең маҡсаты итеп ҡуйҙым. Ошо хеҙмәтем аша мин уҡыусылар араһында туған телгә, районым тарихына, тирә-яҡты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырмын тип ышанам. Алда әйтелгән маҡсатҡа ярашлы булараҡ, повестағы тел-һүрәтләү сараларҙың килеп сығыу тарихын өйрәнеү һәм уларҙы системаға килтереү өсөн мин шундай бурыстар ҡуйҙым:
1. Тел-һүрәтләү саралары буйынса әҙәбиәт менән танышыу;
2. Йыйған материалдар өҫтөндә эшләү (уларҙы төркөмләү, мәғәнәһен асыҡлау);
3. Әҫәрҙә киң таралған тел-һүрәтләү сараларының исемлеген төҙөү.
- Имай Насыриҙың биографияһына һәм ижадына белешмә биреү
Имай Насыри 1898 йылда Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Усылы ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде үҙ ауылында ала, ә 1910-1914 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә уҡый. 1914-1918 йылдарҙа буласаҡ яҙыусы үҙ ауылында йәшәй һәм китапханала эшләй. 1919 йылдан И.Насыри Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Отҡор, теремек, һүҙгә оҫта егет Бәләбәй ҡалаһындағы политик әҙерлек курстарына уҡырға ебәрелә. Шул уҡ йылда ул большевиктар партияһына ағза булып инә. Курстарҙы тамамлағас, Имай Насыри Күҙәй кантонына агитатор-ойоштороусы итеп ебәрелә. Үҙен ялҡынлы революционер, яңы тормош өсөн ҡыйыу көрәшсе итеп танытҡан Имай Насыри тиҙҙән шул уҡ кантонда милиция бүлеге начальнигы, аҙағыраҡ республиканың Милиция идаралығына политкомиссар (1921) итеп билдәләнә. Был осорҙа ул ауылдарҙа Совет власын нығытыуға күп көс һала. Мәскәүҙә уҡый.
Имай Насыри республикала ваҡытлы матбуғат тыуҙырыу эшенә күп көс һала: 1924 йылдан 1937 йылға тиклем төрлө гәзит һәм журналдарҙа ( “Коммуна”, “Белем”, “Сәсән”, “Керпе” ) редактор була.
Ошондай тынғыһыҙ эшмәкәрлеген И.Насыри әҙәбиәт өлкәһендә актив ижад эше менән бәйләп алып бара.
1937 йылдың 12 февралендә “халыҡ дошманы” тип ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1942 йылдың 29 мартында тотҡонда донъя ҡуя.
Имай Насыри 1926-1927 йылдарҙа күп кенә нәҫер һәм хикәйә яҙҙы. Улар “Сәскәләр, ләкин башҡалар”, “Ҡарлуғастар” йыйынтыҡтарында тупланған. Аҙаҡ ул повестар ижад итте. Уҡыусыға уның “Һөжүм”, “Вагонда”, “Гөлдәр”, “Сибай” повестары, “Күҙәй” романы киң билдәле.
- Яҙыусының “Еңелгән ятыу” повесына ҡыҫҡаса күҙәтеү
Әҫәр Ымыҡ йылғаһының матурлыҡтарын һәм байлыҡтарын тасуирлауҙан башлана. Уның туғайында еләк-емеш емерелеп уңа, һыуында һимеҙ балыҡтары көтөү-көтөү булып йөҙә. Повестың йөкмәткеһе ошо йылғаның байлыҡтарын үҙләштереү өсөн колхозсылар менән балыҡсы Шәрәфи араһындағы тартышты һүрәтләүгә ҡоролған. Йәғни әҫәрҙә коллективизм менән эгоизм психологияһы бәрелешә.
Колхозсыларҙың теләге - Ымыҡ ятыуҙарындағы байлыҡтарҙы үҙләштереү, уны коллектив милкенә әйләндереү. Колхоз рәйесе Дәүләт, комсомол ойошмаһы секретары Фәтхи был эшкә ең һыҙғанып тотона, әммә уларҙың юлына колхозға инмәй йөрөгән Шәрәфи ҡаршы төшә. Кем һуң ул Шәрәфи? Шәрәфи ағайҙың ауылда бер нисә ҡушаматы бар. Арыҫланға оҡшағанға, уны “арыҫлан Шәрәфи” тип йөрөтәләр, ҡыҙарып торған беләк кеүек ҙур моронға эйә булғаны өсөн “картуф морон Шәрәфи”, үҙ һүҙле булыуына ҡарап “тиҫкәре Шәрәфи” тип атағандар. Һуңғыһы - халыҡ араһында иң ныҡ ҡулланылғаны. Ауылда кешеләр яңыса йәшәй башлауға ҡарамаҫтан, Шәрәфи һаман да әүәлге һымаҡ кире, үҙ һүҙле. Яҙыусы уның аша шул тиҫкәре сифаттарының ниндәй кире һөҙөмтәләргә килтереүен әҫәрендә эҙмә-эҙ асып бирә.
Шәрәфи-тирә-яҡҡа даны сыҡҡан атаҡлы балыҡсы. Кемдәрҙер Ҡара ятыуҙы унан тартып алмаҡсы. “Бирмәм, барыбер бирмәм!.. Ул миңә Гут баярынан мираҫ булып ҡалған байлыҡ. Ҡул һуҙмағыҙ, барыбер ала алмаҫһығыҙ!” ти ул, байлыҡтың ҡулдан ысҡыныуын һиҙеп.
Уның ҡатыны Хәлимә еңгә, ҡыҙы Саимә - яңыса, колхозға инеп йәшәргә ынтылышы булған кешеләр. Шәрәфи колхоз эшендә бөтөнләй ҡатнашмай, үҙ мәнфәғәттәре һәм уйҙары менән йәшәй: күпләп балыҡ тота, уны ситкә һата.
Шулай ҙа Шәрәфи синфи дошман түгел. Ул комсомол Фәтхиҙе ни тиклем яратмаһа ла, аңлы рәүештә енәйәт ҡылмай. Фәтхиҙең бата башлағанын күргәс тә, уны ҡотҡарырға ташлана һәм ҡотҡара алмауына ысын күңелдән борсола. Шулай ҙа Фәтхи фажиғәһендә Шәрәфиҙең ғәйебе һис шикһеҙ, бар.
Тик намыҫлы тормош һәм хеҙмәттә генә күңел тыныслығы, шатлыҡ һәм бәхет табырға мөмкин булыуын Шәрәфи әкренләп төшөнә бара. Тормоштоң коллетив нигеҙгә ҡоролоуы, ғаиләһенең шуға ынтылышы, Фәтхиҙең үлеме - барыһы ла Шәрәфиҙе тәрән уйҙарға һала.
Шәрәфи ағайҙың күңелендәге, донъяға ҡарашындағы тәрән үҙгәреш уның индивидуализм психологияһының еңелеүе менән тамалана. Был проблеманы яҡтыртыуҙа Ҡара ятыу төшөнсәһе символик образға әйләнә, сөнки, бер яҡтан, Шәрәфиҙең эске донъяһының ҡара ятыуҙары еңелә, икенсенән, колхозсылар әлеге ул ташлап ҡасҡан Ҡара ятыуҙы ауыҙлыҡлап, уның байлыҡтарын халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланыуға өлгәшәләр. Әҫәрҙең төп идея-тематик йөкмәткеһе бына шунда.
3. “Еңелгән ятыу” повесындағы һүрәтләү саралары һәм алымдары.
а) Фразеологизмдар
Әҫәр автор тарафынан ҡулланылған фразеологик әйтемдәргә бай. Улар әҫәр стиленә сәнғәтлелек бирә, фекерҙе тулыраҡ асыуҙа әһәмиәтле роль уйнай, әҫәр теленен халыҡсанлығын, ябайлығын, аһәңле яңғырашын тәьмин итә.
Фразеологик әйтемдәр – ул мәғәнәһе буйынса бер төшөнсә белдереүсе үҙ-ара тығыҙ бәйләнешле һүҙҙәр төҙөлмәһе.
Ҡолаҡ һалып
Баш эйгәндәре
Бер аяғы колхозда, бер аяғы ырҙын артындағы картуф баҡсаһында
Һүҙен өҫтә ҡалдырыға тырыша
Һуҡһа тимер өҙөрлөк
Сәстәрен өҙгөләй
Иҫе китмәй
Битенә ҡыҙыллыҡ килтерә
Ут эсендә ҡайнаған
Күңеленә бер яра һалып ҡалдырырға тырышты
Дөрләп янған утҡа кәрәсин һибеп китте
Оло башын кесе итеп
Теле тейһә тиер тишә
Ут кеүек ҡыҙарам
Ашағаным ҡапҡас уҡ йөрәк төбөмә ултыра
Башын алып сыҡты ла китте
Эсе бошто
Донъяға асыҡ күҙ менән ҡарарлыҡ итеп күҙҙәрен асты
Аранан Фәтхигә сүп ташларға йыйынғандары ла табылды
Ағыулы хәнйәр булып ҡаҙалдылар
Ҡулға алырға кәрәк
Ҡойроҡтарын тиҙ ҡыҫырмын
Күҙ күрер
Керпектәре ҡушылмаған төндәр
Аяҡтарын терәп ныҡ торһалар
Йөҙө яҡтырғанадан яҡтыра барҙы
Йөҙө ҡарайып
Күңел асылып
Һунарсыларҙың уларға ҡулы етмәй
Энә күҙенән сығаралар
б) Сағыштырыуҙар
Яҙыусы геройҙарҙын кисерештәрен тәрәнерәк асыу, ваҡиғаларҙы тулыраҡ күрһәтеү маҡсаты менән сағыштырыуҙарҙы кин файҙалана. Бер әйберҙе йәки күренеште оҡшатып, уларҙа уртаҡ яҡтарҙы күрһәтеү – сағыштырыу тип атала.
Диңгеҙ тулҡындары һымаҡ
Һыуһар кеүек
Ҡыр ҡаҙҙары һымаҡ
Эҫе яҡтарҙа үҫә торған ҡаты ағас япраҡтары шикелле
Көслө дошманын еңгән батырҙай
Тауҙай
Юлындағы бөтә кәртәләрҙе емереп, тәрән соғроҙарҙы аша атлап, ватып-емереп алға барған танкыларһымаҡ
Насар бәйләгән көлтә һымаҡ
Сәнскеләй
Тояҡтары менән йондоҙ һанаған аттар һымаҡ
Ҡаты һеңер һымаҡ
Резина шарҙарына оҡшап ҡабарҙылар
Силәбе тракторы һымаҡ
Һуҡһа кәртә һындырырлыҡ көсө
Йыуашлау өсөн сыбыҡлаған тай һымаҡ
Яңы ғына бешеп-етешеп килә торған әнис алма кеүек
Яһалма суҡтар кеүек
Әйтерһеңдә йошаҡ куңелле әсә, себен килтермәҫ өсөн, әкрен генә мышнап йоҡлаған һөйөклө балаһы өҫтөндә елбәҙәк тотоп тора
Сәңгелдәктәге бала һымаҡ
Нәҙек кенә күк ебәккә урап сәңгелдәгенә һалған сабый балаға оҡшай
Яңы ғына буйға етеп килгән йәштәр һымаҡ
Осло хәнйәр һымаҡ
Йылан балаһы кеүек
Биҙгәк тотҡан төҫлө
Үтмәҫ балта һымаҡ
Ҙур аҡ батмус һымаҡ
Һимеҙ ҡуй осаһы һымаҡ
Тоғо йыртылған тары ярмаһы һымаҡ
Ҡая таштар кеүекв
в) Рус теленән кергән һүҙҙәр – алынмалар
Башҡорт халҡы борон-борондан урыҫтар менән сауҙа, иҡтисади һәм башҡа мөнәсәбәттәрҙә булған. Шуға күрә лә башҡорт теленә рус теле һүҙҙәре лә күпләп ҡабул ителгән. Һәм мин ул һүҙҙәрҙе эҙләп яҙҙым.
Мәҫәлән: Кислород, Советтар Союзы, баҙар, кондитер фабрикалары, агенттәре, крепостәр, штыктар,поезд, пассажирҙәр, вагон, революция, баяр, крәҫтиәндәр, анекдоттар, балдар, машина, конюшня, резервтәренә, сорт, карауат, стена, докторҙар, метр, картуф, командалыҡ итә, төрөпкә, характер, хитрый,девиз, брат, пинжәк, кәрзинкә, кирбес,пряме, кулак, колхоз, предприятие, эксплуатация, лекарство, налог, ботинка, галош, шарф, нәплевайт, бриллиант, музыка, алкоголле, һ.б
Минең уйлауымса, зыялы татар-башҡорт байҙары рус дәүләтенә үҙ теләктәре менән ҡушылып, улар менән аралашып ҡына ҡалмай, ә мәҙәниәткә, яңылыҡҡа ынтыла. Белемле булыу менән бергә заманса атларға тырыша. Рустарҙан үрнәк алып, балаларын юғары уҡыу йорттарында уҡытырға тырыша, рус мәктәптәрендә белем алдыра, яңылыҡҡа үрләй.
г) Перифраз
Күренештәрҙең исемдәрен уларҙың мөһим үҙенсәлектәрен тасуирлау менән сағыштырыуға ҡоролған троптар перифраз йәки перифраза тип атала. Ул грек телендәге periphrasis (peri-тирә-яҡ, phraso-һөйләйем, өндәшәм) һүҙенән урыҫ әҙәби теле аша башҡорт теленә килеп ингән.
Ауыл ағайҙары- аҡһаҡалдар
Балыҡтар орлоғо-
д) Ғәрәп-фарсы теленән кергән алынмалар
Ҡорбан
Хаҡ
Ғәҙәт
Кәйеф
Хәрәкәт
Форсат
Ҡиәфәт
Кәсеп
Ғүмер
Вәғәҙә
Ваҡыт
Хис
Ғазап
Мәшһүр
Ғәжәп
Сәңгелдәк
Тәбиғәт
Шиғри
Махсус
Хәтер
Һөжүм
Ғәскәр
е) Башҡа телдәрҙән кергән алынмалар
Станцанан (лат.)
Вагон (фран.)
ж) Метафора
Метафора (грекса metaphora)- күсереү тигән һүҙ. Метафорала һүрәтләнгән күренештәр, предметтар икенсе күренеште йәки предметты бирә торған һүҙ менән туранан-тура әйтелә. Шулай итеп, метафора-ниндәй ҙә булһа берәй нәмә йәки күренештең үҙенсәлектәрен күсереү.
Яр ҡултыҡтары
Ҡайнап ятҡан балыҡ иләүе
Ҡурҡмаҫ йөрәге
Ҡыуыҡ осорған
Ауылдар йөрәгендә ҡайнап, вулканланып ятҡан асыу һәм нәфрәт утында янып көл булғандар
Аяҡ баҫыусылар
Үткер һүҙҙәр
Иҫке донъянан тейәп килгән сүптәренә ҡаршы көслө ут астылар
Һүҙҙәр көндән-көн үҫтеләр
Шым ғына тын алып ятҡан ятҡан ятыу
Большевиктар ундай айыуҙарҙы ғына еңгәндәрме ни
Хыял даръяһында йөҙгән
Туғай сәсен ҡырҙырырға
Сәнскеле көлөү
Тормош тулҡындары
Кәртәгә осрамаған
Боғаҙына һуҙыла башлаған йөшерен ҡулдарҙы һиҙеп кенә артҡа сигенмәне
Ҡара шаҙра пәрҙә ҡапланды
Фекерҙәрҙең ойотҡоһон һалған Хәлил
Йүгәнһеҙ бунтарҙарҙы аҡрынлап теҙгенгә ала башлау
Йшәү ялҡыныда ҡайнау нурҙары
Эске ялҡындар эсендә ҡайнап
Ҡара ятыуҙың ҡара итәге менән ҡапланды
Бер сөй табып көлөргә тырышһа ла
Дөрләп янған утҡа инергә
Асыу лавалары ғына түгел ниндәйҙер яҡты шәм дә һаҡлай ине
Бер ҡандала кәм
Уҫал уйҙар көлөр һымаҡ тойолдо
Һыу тәңкәләре
Мейенең алыҫ мөйөштәренә
Нескә музыкаль хистәр
Шиғри ҡылдар
Зифа ҡамыштар
Ҡамыштар һөгән йылҡаларын йомшаҡ ҡына үбәләр
Шаян балыҡтар
Тәмле йылмайҙы
Суйын бармаҡтары
Ҡара фекерҙәр
Йомшаҡ һүҙ
Һиҙгер йөрәк
Һылыу ҡамыштар
Ҡара фекерҙәр
Ҡара асыу
Ҡара ятыуҙың йәшерен ҡулдары
Уҫал уйҙар
Һылыу йылға
Ялбыр ботаҡтар
Нескә хистәр
Йылғыр ҡыр өйрәктәре
Һылыу ҡамыштар
Һығымта
Яҙыусы романда тел-стиль үҙенсәлектәрен бик уңайлы ҡуллана.
Был авторҙың тел байлығының ни тиклем тәрән мәғәнәгә эйә икәнлеген аңлата. Әгәр ҙә бер үк төрлө һүҙҙәр йыш ҡабатланһа, әҫәрҙең эстәлеге лә был тиклем үтемле булмаҫ ине.
“Еңелгән ятыу” повесының өҙөктәрен беҙ класта уҡып сыҡтыҡ, фекер алыштыҡ. Яҙыусының шул тиклем тырышып, бөртөкләп йыйылған ҡулъяҙмаларҙан, архивтарҙа эҙләнгән, халыҡ араһында һорашып, аҡһаҡалдар менән осрашып йөрөгәнлегенә инандыҡ.
Был бигерәк тә тарихи әҫәрҙәр ижад иткәндә мөһим. Сөнки ундай әҫәрҙәрҙе, ундағы әҙәби образдарҙы, уйлап сығарған образдар аша ғына гәүҙәләндерергә мөмкин булмаҫ ине. Тарихилыҡ, минеңсә, документтарға һәм конкрет факттарға таянып эш итеүҙе талап итә.
Йомғаҡлау
Беҙ районыбыҙҙың данлыҡлы прозаик – яҙыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Унын әҫәрҙәрен үҙебеҙҙән ҡалған йәш быуынға ла еткерергә, уның әһәмиәтен анлатырға тырышырбыҙ.
И.Насыриға 2013 йылдың 12 октябрендә 115 йәш тулған булыр ине. Үкенескә ҡаршы, йөрәк ауырыуы уны беҙҙең аранан ваҡытһыҙ алып китте. 1937 йылдың август айында ул мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
Усылы ауылы мәктәп музейында И.Насыриға айырым бер урын бирелгән. Ундағы материалдар уның ижады менән танышыусылар өсөн ҙур мөмкинселек бирә. Синыфтан тыш уҡыу дәрестәрендә лә беҙ уның ижады менән даими ҡыҙыҡһынабыҙ.
Эстәлек
- Инеш һүҙ___________________________2
- Шәйәхмәтова Регина. Ауылымдың серле тарихы_________________________3
- Әһлиуллина Айгөл. Әһлиуллиндар шәжәрәһе_________________________9
- Шәйәхмәтова Регина. “Ә.Әһлиуллиндың “Ашҡаҙар” романында тел - һүрәтләү саралары“_________________________________________________________29
- Хөснөтдинова Ирина. Талас ауылы ҡушаматтарының серҙәре_________42
- Хәбибуллина Зифа. И.Насыриҙың “Еңелгән ятыу” повесында тел - һүрәтләү саралары“ ________________________________________________________ 53