инша
Вложение | Размер |
---|---|
insha_minen_gailm.docx | 17.22 КБ |
“ Минең ғаиләм” конкурсына инша.
Оҙаҡламай беҙҙең ғаилә һағынып көтөп алған,ихтирам иткән көн-Бөйөк Еңеү байрамы килеп етәсәк. Был көндө беҙ йыл да байрам митингыһынан һуң зыяратҡа барыуҙы традиция итеп алғанбыҙ. Унда барып, мәрхүм туғандарыбыҙҙың ҡәберҙәрен үләндән таҙартып, һәр береһе менән һөйләшеп, сәскәләр ултыртып шулай хөрмәтләйбеҙ, уларҙы иҫләйбеҙ. Ҡайһылырын мин беләм,ә белмәгәндәре тураһында әсәйем,инәйҙәрем һөйләй,таныштыра. Беҙ айырыуса оҙаҡ итеп олатайым ҡәберендә туҡтай торған инек,сөнки уның да Еңеү байрамын яҡынайтыуҙа ҙур өлөшө бар, ә бына үткән йылдан,ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәй янына ла барабыҙ. Эх,белһәгеҙсе һеҙ ниндәй кеше икәнен минең өләсәйемдең! Уның тураһында һөйләгән саҡта “шулай ине” тип әйтергә тел әйләнмәй, ә әйткәндә күҙҙәргә йәш йыйыла. Беҙ һаман да уның юҡлығына өйрәнеп бөтә алмайбыҙ.
Минең өләсәйем Сөнәғәтова Сәғиҙә Сәлимйән ҡыҙы 1929 йылда гүзәл тәбиғәтле Йөйәк ауылында тыуған. Ул Сәфәрбикә өләсәй менән Сәлимйән олатайҙың баш балалары булып донъяға килгән. Ҡәһәрле һуғыш башланғанда уға 13 йәше лә тулмаған булған. Уны һәм бер-нисә тиҫтерҙәрен ситтән килеп ФЗУ-ға йыйып алып киткәндәр( әлеге заманда булһа, бәлки баш тартҡанда ла булыр ине, ә ул ваҡытта ҡанундар икенсе булған шул). Уларҙы әлеге Тирлән ауылына килтереп ашыҡ-бошоҡ тиҙ арала уҡытып өйрәткәндәр ҙә эшкә лә ҡуйғандар. Ҡайһыныһы ирҙәр эшләй торған ауыр эш-рельс,шпал алмаштырған, ә ҡайһыныһы снаряд өсөн болвашкалар игәгән. Уйлап ҡараһаң, улар бит беҙҙең кеүек балалар ғына булғандар... Һары таңдан ҡара төнгә тиклем эшләгәндәр улар, көнөнә бисараҡайҙарға бары икешәр һыныҡ икмәк, алабутанан йә башҡа үлән ҡатыштырып бешерелгән аш һәм баландан, ҡайын бәшмәгенән ҡайнатылған сәй биргәндәр.” Уныһын да ашарға хәлдәре етмәй ине”, -тип һөйләй торғайны өләсәйем.” Баракка ҡайтып етеү менән иҙәнгә йәйелгән бесән өҫтөнә ауыу менән күҙ йомола торған ине. Күҙҙәрен мәңгегә йомоусылар ҙа әҙ булманы. Кешегә үҙе кисергән насар, ауыр мәлдәрҙе онотоу сифаты хас. Шулай булһа ла. Тәрән кисерештәр бер ваҡытта ла юйылмай. Һаман да иҫләйем: Ассы ауылынан Хәтифә исемле ҡыҙ үҙенең поегынан арттырып өйҙә ҡалған ҡустыһына бәләкәй генә икмәк киҫәктәрен күстәнәс итеп киптереп йыйғайны. Бик оҙаҡ йыйҙы ул күстәнәсен. Бер аҙнаға отпускыға ҡайтып киләм тип шатланып, әйберҙәрен төйнәп, күстәнәсен йыйып проходнойҙан тентеү процедураһынан һуң Хәтифәгә үҙенең үк икмәге өсөн: Һин икмәк урлағанһың-тип уны биш йылға төрмәгә япҡандарын онотоп буламы ни? Уның тубыҡланып, ялбарып урламауы.ә йыйыуы тураһында аңлатыуы әле лә булһа тауышты ҡалтырата...”
Өләсәй үҙе һөйләй үҙе илар ине... Ҡарт кешенең илауын күреүе бигерәк ауыр икән. Шул ваҡытта минең өләсәйем буласаҡ олатайым менән танышҡан икән. Улар дуҫлашып киткәндәр, бер-береһенә ҡулдан килгәнсә ярҙам иткәндәр, таяныс булғандар. Олатайым Сөнәғәтов мөхөтдиндең һаулыҡ яғы насарыраҡ булған. Шуға күрә өләсәйем уға ярҙам иткән.
Өләсәйемдең:” Һөйләһәң күп инде ул беҙ күргәндәр, алла ҡушмаһын уларҙы һеҙгә күрергә. Ас-яланғас эшләнек инде, йәшлек дыуамаллығы менән йәшәгәнбеҙ инде. Еңеү тураһында ишеткәс, бөтә лагерь шау-шыу килде, кем илай, кем көлә... Ҡыҙҙар алдағы тормошҡа план ҡора. Ул көндө беҙгә мунса инергә рөхсәт бирҙеләр, өҫтәлмә рәүештә дүртешәр һыныҡ икмәк, ниндәйҙер тәмле бутҡа менән һыйланылар. Һуғыш бөткәс, беҙҙе яйлап-яйлап ҡайтара башланылар. Мин ҡайттым, ә Мөхөтдин ҡалды. Ул һуңғараҡ ҡайтҡан. Ул кем ашалыр минең Ассыға килеп китеүемде һорап записка ебәрҙе. Нисектер көн төшөп мин Ассыға килеп еткәндә, ул әллә ҡайҙан мине ҡаршы алып тора ине инде. Яҡыныраҡ килгәс мин уны хатта таныманым да: ныҡ бирешкән.һаулығы тағы ла нығыраҡ ҡаҡшаған ине шул. Ул нәмә әйтмәһә лә, ҡарашынан барыһын да аңланым. Шулай итеп, күп тә үтмәй, уға кейәүгә сыҡтым. Ул ваҡыттағы Мөхөтиндең күҙ ҡарашын бер ваҡытта ла онотмам: уның ҡарашында наҙ ҡатыш ғәфү үтенеү ҙә,һөйөү ҡатыш хәлһеҙлек тә бар ине...Иҫләһәм, күңелем тула ла китә. Әле генә булған кеүек. Олатайыңдың һаулығы булмағас, күп эш үҙемдең иңемә ятты: бесән сабыу, кәбән ҡойоу, баҡса ҡарау... Унан башҡа дауаханала санитарка булып эшләнем. Шулай итеп йәшәп ятҡанда олатайың ауырыуын еңә алмайынса бары 38 генә йәшендә улде лә китте... Ә миңә 33 йәшлек 8 балалы әсәгә йәшәргә нимә көс бирҙе икән, үҙем дә белмәйем..."-тип һөйләгәндәре һаман да ҡолаҡта сыңлай.
Бөтә балаларын да кеше итергә тырышҡан, урам тултырып ҡош-ҡортон да, мал-тыуарын да көткән, гөрләтеп баҡсаһын да үҫтергән өләсәйемдең шулай тырышлығына, тәүәкәллегенә һоҡланып бөтә алмайым.
Балаларына үҙе тегеп, үҙе бәйләп кейем кейҙергән. Ҡулы белмәгән эше булмаған уның. Ул һаман да донъя хәстәрләп. Балаларын ҡурсалап торған кеүек.
Минең өләсәйем “ Хеҙмәт ветераны”, Әсәлек даны кавалеры, Хеҙмәт фронты хеҙмәткәре. Бына ниндәй һоҡланғыс кеше булған минең ҡәҙерле кешем!!! Шундай кешеләр күберәк булһа, бәлки тормош икенсерәк булыр ине тип уйлайым мин.
Өләсәй! Ауыр тупраҡтарың еңел,тар ҡәберҙәрең киң, йәнең ожмахта булһын! Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә. Һин минең йөрәгемдең, күңелемдең гел түрендә булырһың!
Белорет районы 2-се һанлы Инйәр башҡорт мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Сәйғәфәрова Лиана.
Уҡытыусы: Саматова Әлиә Марс ҡыҙы.
Пятёрки
Развешиваем детские рисунки дома
Весёлая кукушка
Ветер и Солнце
"Не жалею, не зову, не плачу…"