Мостай Кәрим ижадына арналған инша
Вложение | Размер |
---|---|
mostay_krim_-_insha.docx | 374.04 КБ |
Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение
Школа № 37 городского округа город Уфа Республики Башкортостан
(сочинение на городской литературно-творческий конкурс «Пою мою республику!», посвященный 100-летию образования Республики Башкортостан, 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима )
Уфа – 2019
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының
37 – се мәктәбе муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы
( Башҡортостан Республикаһы 100 йыллығы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллығына бағышланған «Республикама дан йырлайым» ҡала әҙәби-ижади конкурсна инша)
Өфө – 2019
Рус түгелмен, ләкин россиян мин
Һәр халыҡ үҙенең ҡәҙерле ул-ҡыҙҙары менән данлы һәм бөйөк. Башҡорт халҡының беҙгә билдәле мең йылдан ашыу шанлы тарихына күҙ һалғанда ла, йорт-ерҙәрен һаҡлап ҡан ҡойған, дан алған азаматтарын күрергә мөмкин. Башҡорт әҙәбиәтенең исемен бөтә донъя күләменә алып сыҡҡан күренекле әҙиптәре, шағирҙары бар. С. Юлаев, М.Аҡмулла, М.Өмөтбаев, Д.Юлтый, Ш.Бабич, М.Ғафури, Р.Ниғмәти, Һ.Дәүләтшина һ.б. Әлбиттә исемдәрҙе теҙһәң битте тултырырға була, ләкин бөгөнгө һүҙебеҙ ил күрке булыр сәсән кеүек, халыҡ ихтирамын яулар әҙип булып танылған Мостай Кәрим тураһында булыр. Әйе, Мостай Кәримде һүҙһеҙ ошо рәткә индерәбеҙ.
«Мостай Кәрим – күп яҡлы талант. Ул поэзия, драматургия. Проза, публицистика өлкәһендә үҙенең берҙәй тип әйтерлек һәләтлелеген танытты. Әҫәренең әҙәби төрөнә, жанрына ҡарап, ул йә поэтик, йә эпик, йә иһә драматургик мөмкинлектәрҙе йәки барыһын бергә бик иркен файҙалана, әммә һәммәһендә лә поэтик тәбиғәтле әҙип булып ҡала. Ул шул поэтик һәләте, шиғриәте менән көслө.» - тип яҙа уның турала Ғайса Хөсәйенов.
Бөйөк шағирыбыҙ Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул күпме әҫәрҙәр, шиғырҙар, поэмалар, повестар авторы. Ниндәй генә әҫәрен алһаң да, һәр береһе шул тиклем эстәлекле, фәһемле. Һәр ваҡыт Шишмә районы Келәш ауылы аша үткән саҡта ғорурлыҡ хисе тоям, сөнки тыуған еребеҙҙә бөйөк, талантлы, бөтә илгә билдәле шағир донъяға килгән. Ижады менән генә түгел, үҙе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡатнашып, башҡорт һәм Рәсәйҙә йәшәгән башҡа милләт халҡын яҡлаған, һаҡлаған.
Иң оҡшаған шиғырҙарының береһе «Рус түгелмен, ләкин россиянмын» исемле емеше.
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россияның һыуын эскәнмен,
Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,
Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен.
Хаҡлымындыр, тимен, үҙемде әгәр
Сағыл имәненә оҡшатһам, —
Тамырҙарым бит дүрт быуат әүәл
Мәскәү менән барып тоташҡан.
Замандар бик хәтәр мәлдә
Мәскәү
Дуҫлыҡ ауазымды ишеткән,
Һәм рус халҡы минең яҙмышымды
Үҙе яҙмышына иш иткән.
Шағир әйткәнсә, Рәсәйҙә күп милләт халҡы йәшәй. Рәсәй – минең Ватаным. Ошо бөйөк Рәсәйҙә йәшәгән бар халыҡ Тыуған иленә һоҡланып туя алмайҙыр. Шағир ошо ҙур булмаған шиғырҙа кешеләр дуҫлығын күрһәтә алған.
Рәсәйҙә йәшәгән һәр халыҡ иркен тормош көтә. Беҙ, уҡыусылар, ҙур яҡты матур мәктәаптәрҙә белем алабыҙ. Дауаһаналарҙа, санаторийҙарҙа һаулыҡтарыбыҙҙы сыныҡтырабыҙ. Бөтә нимә халыҡ өсөн.
Мин үҙем ошо Рәсәйҙә йәшәгән ҡыҙҙарының береһе булам. Рәсәйҙең иң һоҡланғыс төйәге Башҡортостан республикаһында йәшәйем. Мин үҙ илемде бик ныҡ яратам, уның менән ғорурланам. Төплө ныҡлы Рәсәй булғанға беҙ иң бәхетле балалар. Йоҡларға ятҡан төндәрем, һыҙылып атҡан таңдарым тыныс булһын илебеҙҙә, бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын. Беҙ бит Рәсәйҙең киләсәге, шуның өсөн уны һаҡларға һәм яҡларға кәрәк. Әлеге көндә беҙҙең төп бурыс – уҡыу. Уҡып, Ватаныбыҙ өсөн иң кәрәкле кешеләр булырбыҙ тигәнгә ышанам.
Андрей Усачев. Пятно (из книги "Умная собачка Соня")
Осенняя паутина
Ёжикина Радость
Рисуем домики зимой
Тупое - острое