Стенд материалдары
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары | 23.5 КБ |
Әхиәр Хәкимов | 50.5 КБ |
Ҡәҙим Аралбай | 49.5 КБ |
Нәжиб Асанбаев | 91 КБ |
Ноғман Мусин | 103.5 КБ |
Рауил Бикбаев | 36.5 КБ |
Рәшит Ниғмәти | 80 КБ |
Сафуан Әлибай | 23.5 КБ |
Александр Филиппов | 222 КБ |
Ғайса Хөсәйенов | 49 КБ |
Яныбай Хамматов | 230 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары
1. 1923 й- Мәжит Ғафури
2. 1959 й. - Рәшит Ниғмәти
3. 1963 й. - Мостай Кәрим
4. 1964 й. - Сәйфи Ҡудаш
5. 1992 й. – Рәми Ғарипов
6. 1993 й. – Рауил Бикбаев
7. 1993 й. – Назар Нәжми
8. 1997 й. –Әнғәм Атнабаев
9.2003 й. - Марат Кәримов
10. 2003 й. - Тимер Йосопов
11. 2004 й. - Александр Филиппов
12. 2010 й. - Абдулхаҡ Игебаев
13. 2011 й. - Ҡәҙим Аралбай
14. 2015 й. - Гөлфиә Юнысова
15.2016 й. – Факиһа Туғыҙбаева
Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары
1. 1990 й. - Зәйнәб Биишева
2. 2001 й. - Ноғман Мусин
3. 2001 й. - Әхиәр Хәкимов
4. 2006 й. - Нәжип Асанбаев
5. 2008 й. - Ғайса Хөсәйенов
6. 2010 й. – Талха Ғиниәтуллин
7. 2011 й. - Суфиян Поварисов
8. 2013 й. – Флорид Бүләков
9. 2018 й. - Таңсулпан Ғарипова
Предварительный просмотр:
Әхиәр Хәкимов
1929-2003
Әхиәр Хәкимов Башҡортостандың Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. Тыуған ауылы мәктәбендә уҡый. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә “Ватан һуғышы”, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. 1946 йыл, демобилизациянан һуң, Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны бөтөрөп сыҡҡас, Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләй. 1953 — 1956 йылдарҙа — Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса урта мәктәбе директоры. 1956 — 1961 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Уны тамамлағас, М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты янындағы аспирантураға уҡырға инә. Аспирантураны уңышлы тамамлап, фән кандидаты дәрәжәһен ала.
Алтмышынсы йылдарҙың икенсе яртыһында Әхиәр Хәкимов “Ағиҙел” журналының редактор урынбаҫары булып эшләй. Оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә “Литературная газета”ла бүлек мөдире вазифаһын алып бара, ошо гәзиттең редколлегия ағзаһы булып тора.
Әхиәр Хәкимов үҙенең ижади эшмәкәрлеген тәржемәсе һәм әҙәби тәнҡитсе булып башланы. Ул Тургенев, Гончаров әҫәрҙәрен башҡортсаға уңышлы тәржемә итте. Башҡорт совет әҙәбиәте, М. Кәрим ижады буйынса китаптар яҙҙы.
Етмешенсе йылдар башынан проза жанрында актив сығыш яһай башланы. Үткер сюжетҡа ҡоролған повестары, хикәйәләре менән уҡыусыларҙың ихтирамын яулап өлгөрҙө. Уның “Осар ҡоштар”, “Күпер”, “Бәйге” кеүек повестары Бөйөк Ватан һуғышы темаһына бағышланғандар.
Әхиәр Хәкимов роман жанрында ла ҙур уңыштарға өлгәште. Уның “Ҡуштирәк” тигән бәләкәй романы, бигерәк тә “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы” “Өйөрмә”, “Ҡош юлы”, “Каруан” исемле тарихи романдары әҙәби тәнҡит һәм китап уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Күпселек проза әҫәрҙәре рус, ҡаҙаҡ, үзбәк телдәренә тәржемә ителгән. Ул — республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы, Республика комсомолының Ғ. Сәләм премияһы лауреаты, әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн “Почет Билдәһе” ордены менән наградланды. 2001 йылда Әхиәр Хәкимовҡа Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде. 2003 йылдың декабрендә вафат була.
Предварительный просмотр:
Ҡәҙим Аралбаев
Ҡәҙим Аралбай (Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев) 1941 йылда Башҡортостандың Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. Ун йыллыҡ белем алғандан һуң колхозда шофер булып эшләй.Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. 1968 йылда Башҡорт Дәүләт университетын уңышлы тамамлап, Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән райондары мәктәптәрендә эшләй. Беренсе шиғырҙары 1960 йылдар уртаһында донъя күрә башлай. Ә беренсе "Утлы кисеүҙәр" исемле китабы 1975 йылда баҫылып сыға. Әлеге ваҡытта бик күп китаптары донъя күрҙе һәм урыҫ, ҡаҙаҡ, сыуаш, алтай, украин, удмурт телдәрендә нәшер ителде.Ҡәҙим Аралбаевтың шиғырҙарында һәм поэмаларында тыуған яғының дала тәбиғәте, яҡташтарының тормошо, хәҙерге быуын кешеләренең уй- тойғолары сағыла.
Ҡәҙим Аралбай - Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Хәйбулла районының Сергей Чекмарев, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге һәм 1-се республика башҡорт гимназияһының Рәми Ғарипов исемендәге премияларына лайыҡ булды.
Башҡорт телендәге баҫмалары:
Утлы кисеүҙәр: шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1975. – 56 б.
Батыр яраһы: поэмалар, шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1980. – 104 б.
Аҡ тирмә: поэмалар, шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1982. – 110 б.
Һөйөүем йондоҙо: шиғырҙар, балладалар, поэмалар. – Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1986. – 110 б.
Әле һуң түгел : шиғырҙар. – Өфө, Башҡортостан китап нәшр., 1982. – 110 б.
Рух яҙыуы: шиғырҙар, ҡобайырҙар, робағиҙар, бәйеттәр, йырҙар. – Өфө: Китап, 1995. – 288 б.
Тау эйәһе : замана әкиәте. – Өфө : Китап, 1996. – 24 б.
Поэмалар. – Уфа: Белая река, 2001. – 218 б.
Поэмалар. – Өфө: Китап, 2001. – 316 б.
Таналыҡ тауышы. – Өфө : Китап, 2001. – 383 б. – (Шиғриәт йәйғоро).
Һандуғас һәм ҡылыс: поэмалар, шиғырҙар, тәржемәләр. – Өфө: Ғилем, 2004. – 109 б.
Йырҙарында һуғыш һулышы : бала сағы һуғыш афәтенә тура килгән шағирҙар һүҙе : шиғырҙар. – Өфө : Н. к., 2005. – 208 б. : рәс.
Шәжәрә байрамын үткәреү буйынса бер өлгө // Тамырҙарыңды беләһеңме? : шәжәрә байрамдарын үткәреү буйынса ҡулланма. – Өфө, 2006. – Б. 25–26.
Хәтеремдең тере ҡуҙҙары : иҫтәлектәр, бағышлауҙар, замандаштар йөҙө, әҙәбиәт, сәнғәт һәм халыҡ ижадына ҡағылышлы яҙмалар. – Өфө: Китап, 2007. – 295 б.
Ҡаратау тотҡоно : поэма. – Өфө: Белая река, 2007. – 38 б.
Һайланма әҫәрҙәр. 1 т.: шиғырҙар, робағиҙар, ҡобайырҙар. – Өфө: Китап, 2010. – 488 б.
Һайланма әҫәрҙәр. 2 т.: поэмалар, шиғырҙар. – Өфө: Китап, 2011. – 543 б.
Предварительный просмотр:
Нәжиб Асанбаев (Николай Василий улы Асанбаев) —
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, драматург.
1921 йылдың 7 ноябрендә Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
- Тәүҙә ул үҙҙәренең ауылындағы башланғыс мәктәптә, унан һуң Мостафа, Балыҡлы ауылдары мәктәбендә укый.
- 1937 йылда Өфө финанс-экономика техникумын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Ләкин уны тамамламай.
- 1940 йылда Совет Армияһына алына. Рязань aртелерия училищеһын тамамлағас —1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында артелерия батареяһы командиры була.
- Һуғыштан һуң 1949—1959 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе булып эшәй.
- 1961—1963 йылдарҙа Мәскәү юғары әҙәбиәт курстанын тамамлай.
- 1963—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры булып эшләй.
Нәжиб Асанбаевтың әҫәрҙәре күтәрелгән проблематикаларҙың актуаллеге, конфликттың үткерлеге һәм жанр терлөлеге менен характерлана. Н. Асанбаевтың байтаҡ әҫәрҙәре Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Сибай, Салауат, Ырымбур, Әлмәт театрҙарында уңыш менән ҡуйылды.
- Кәрим. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1947 й.
- Беҙгә егеттәр килде. Комедия. Өфө, 1955 й.
- Рәйсә. Пьесалар, Өфө, 1959 й.
- Фәйзи. Пьесалар, Өфө, 1964 й.
- Кәләш әйттергәндә. Комедия. Өфө, 1964 й.
- Алтын бишек. Пьеса. Өфө, 1971 й.
- "Ҡыҙыл паша" пьесаһы (совет дипломаты Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы хаҡында). Өфө, 1982 й.
- Көҙән башҡорто. Пьеса (Әхмәтзәки Вәлиди Туған хаҡында). Өфө, 2004 й.
Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Предварительный просмотр:
Ноғман Мусин
1931
Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡортостандың Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. 1944 йылда үҙҙәренең ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылына һигеҙенсе класҡа уҡырға инә. Унынсы класты тамамлағас, үҙе уҡып сыҡҡан мәктәпкә уҡытыусы итеп ҡалдырыла. Ауылда ике йыл уҡытҡас, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә.
Н. Мусиндың тәүге ижади аҙымдары ла ошо институтта башлана. Институтты тамамлағас, уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй, Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләп йөрөгән еренән 1951 йылдың аҙағында хәрби хеҙмәткә алына. Уның тәүге шиғырҙары хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сыға. Шул йылдарҙа ул проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. Уларҙың “Минең дуҫ,” тигәне 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында, ҡалғандары “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәрендә, 1956 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сығалар.
1953 йылда, һалдаттан ҡайтыу менән, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник, унан үҙ ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, “Ағиҙел” журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник булып эшләй.
Н. Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә “Ағиҙел” журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор булып эшләй.
Н. Мусиндың тәүге күләмле әҫәре— “Зөһрә” повесы 1956 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы “Ғорурлыҡ”, “Күксә урманында”, “Ер биҙәге”, “Ауылым юлы”, “Кеше йылмая”, “Сәскәләр керпеген аса” тигән повестары баҫылып сыға. Ул 1968 йылда колхоз тормошона арналған “Өҙәрем юл кешеләре” исемле романын яҙҙы.
Әҙип Һуңғы йылдарҙа яҙылған “Һайлап алған яҙмыш”, “Зәңгәртауҙа аҡ болан”, “Яҙғы ташҡындар алдынан” (“Яралы кеше тауышы”), “Мәңгелек урман”, “Таң менән сыҡ юлдарға”, “Һуңғы солоҡ”, “Шунда ята батыр һөйәге” романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары менән башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы булып танылды. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ.
Н. Мусин — хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле прозаигы. Башҡортостандың атҡаҙанған культура работнигы.
Н. Мусин әҙәбиәт өлкәһендәге оло хеҙмәте өсөн республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды (1991 й.). Уға 2001 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән исем бирелде.
1963 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Предварительный просмотр:
Рауил Бикбаев (1938)
Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покров (хәҙер Переволоцкий) районы Юғары Ҡунаҡбай ауылында тыуа.
Башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәғрифәтенә Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, ауылдашы Ғабдулла Амантай, нәҫелдәштәре Сәғит Мерәсев, Кәрим Иҙелғужин һымаҡ арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән Туҡсоран ерендә Рауил бәләкәстән йыр-моңға, әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә. Ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Ҡаҙағстан менән Ырымбур сигендәге Аҡбулаҡ педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында, аспирантурала уҡый. 1965 йылдан Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 1995 йылдан — Башкортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретаре.
Рауил Бикбаевтың тәүге шиғырҙары 1957 йылдан республика гәзиттәрендә, “Йәш көстәр” альманахында баҫыла башлай. 1962 йылда “Ағиҙел” журналында “Вокзал” поэмаһы донъя күрә.
1964 йылда Рауил Бикбаевтың “Дала офоҡтары” исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. Унан һуң донъя күргән “Ҡош юлы”, “Автобиография”,
“Ғүмер уртаһы”, “Ерем балҡышы”, “Яҙмышым”, “Ай күргәндәй, ҡояш алғандай” һ. б. китаптары башҡорт шиғриәтенең үҫешенә тос өлөш индерҙе. Бигерәк тә замандың иң киҫкен һәм борсоулы хәлдәре хаҡында яҙылған “Халҡыма хат”, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”, “Система”, “Баҙар балтаһы”, “Башһыҙ һыбайлы”, “Барокамера” тигән поэмалары киң билдәлелек алды.
Алтмышынсы йылдар башынан уҡ Рауил Бикбаев шиғри ижадты төплө, фәнни тикшеренеүҙәр менән бергә алып бара. Ул Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов әҫәрҙәрен ентекле өйрәнеүгә һәм халыҡҡа еткереүгә күп көс һалды, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти һәм башҡа бик күп шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙҙы, башҡорт әҙәбиәтенең алты томлыҡ тарихын баҫтырып сығарыуға күп көс һалды.
Рауил Бикбаевтың Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдәрендә егерменән ашыу китабы баҫылды.
Шиғриәттәге һәм фән өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Рауил Бикбаевҡа 1993 йылда Башкортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Ул — Башкортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башкортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты.
1966 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Предварительный просмотр:
Рәшит Ниғмәти
(1909-1959)
Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) 1909 йылдың 9 февралендә хәҙерге Куйбышев өлкәһе Больше-Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында донъяға килә. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге етем балалар мәктәбенә уҡырға инә. 1931 йылда Өфө рабфагын тамамлағас, Р. Ниғмәти Туймазы районы гәзитендә эшләй. 1934 — 1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Өфөгә күсеп, республика гәзиттәрендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.
Рәшит Ниғмәтиҙең беренсе шиғырҙары 1926 йылда “Башҡортостан”, “Башҡортостан йәштәре” гәзиттәрендә баҫыла. 1933 йылда шағирҙың “Кереш” тигән тәүге шиғырҙар китабы сыға. Шул йылда баҫылған “Баҫыу хөкөмө” поэмаһы менән ул үҙен әҙәбиәттә нығыраҡ танытты. Утыҙынсы йылдарҙа яҙыусының “Мин постамын”, “Хат”, “Кавказ”, “Тимер юл”, “Байраҡ тураһында поэма” кеүек әҫәрҙәре башҡорт поэзияһында тыуған илгә, халыҡҡа оло һөйөү тойғоларын һүрәтләндергән иң яҡшы өлгөләр булды.
Публицистик лирика, героик эпос Рәшит Ниғмәти поэзияһының иң көслө сифаттарынан береһе булып әүерелә. Ул поэзияның идея-художество юғарылығына ирешеүҙә шағир В. Маяковскийҙан бик ныҡ өйрәнә. Был хаҡта башҡорт шағиры “Ҡыҙыма хаттар” шиғырында, “Маяковский миңә маяҡ булды, ә мин барам ана шул юлдан”, тип хаҡлы әйтте.
Рәшит Ниғмәти 1939 йылда иң популяр әҫәрҙәренән һаналған “Йәмле Ағиҙел буйҙары” тигән лиро-эпик поэмаһын ижад итте. Автор был поэмаһында башҡорт халҡының үткән героик тарихын, бөгөнгө тормошон тасуирлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р. Ниғмәти ижады айырыуса әүҙемләшә һәм яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Уның “Тыуған илем өсөн”, “Әсә һүҙе”, “Үс ал, патриот!” шиғырҙары, “Үлтер, улым, фашисты!”, “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмалары башҡорт шиғриәтенең алтын фондына инде.
Һуғыштан һуң Р. Ниғмәти “Большевик”, “Осҡондан ялҡын”, “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаларын ижад итте.
Р. Ниғмәти сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙы. Уның “Врач Ғимранов”, “Ағиҙел ярында”, “Урман шаулай” һ.б. пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Яҙыусы тәржемә эше менән дә сығыш яһаны.
Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Р. Ниғмәти Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланды. 1959 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.
1938 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.
Предварительный просмотр:
Сафуан Әлибаев
1941
Сафуан Әфтәх улы Әлибаев Башҡортостандың Салауат районы Тирмән ауылында 1941 йылдың 21 февралендә тыуа. Урта белем алғандан һуң, колхозда, тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол ауылында китапханасы була, Салауат районы гәзите редакцияһына саҡырыла. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Сафуан Әлибай оҙаҡ йылдар “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була. Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан” гәзите, “Ағиҙел” журналы редакцияларында, Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы директоры булып эшләй.
Сафуан Әлибай балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә яҙа. Уның тәүге китаптары — “Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш” (1968), “Йәйғор” (1970). “Ҡойон” тигән китабы өсөн уға республиканың Ғ. Сәләм исемендәге премияһы бирелә.
Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләй. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары киң танылыу тапты.
Шағир балалар әҙәбиәтендә лә ул актив эшләй, тәржемә менән шөғөлләнә. Ул “Башҡорт балалар антологияһы“ның икенсе китабын төҙөп сығарҙы. Башҡорт теленә А. Пушкин, Р. Ғамзатов һ. б. шағирҙарҙың әҫәрҙәрен тәржемә итте. “Тылсымлы шар” тигән китабы 1996 йылда Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы дипломға лайыҡ булды.
Әҙиптең шиғырҙары урыҫ, украин, ҡаҙаҡ, төркмән, немец, монгол телдәренә тәржемә ителде.
Сафуан Әлибай Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).
1973 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
С.Юлаев ордены кавалеры.
Предварительный просмотр:
Филиппов Александр Павлович
Поэт, писатель, переводчик
Народный поэт РБ, 2004 г.
Филиппов Александр Павлович родился 7 ноября 1932 года в селе Юмагузино Кугарчинского района Башкортостана. Учился в Башкирском государственном педагогическом институте имени К.А.Тимирязева (ныне – Башкирский государственный университет) в Уфе. В 1955 году, получив диплом, уехал работать школьным учителем в деревню Ишлы Аургазинского района Башкортостана.
Потом до 1961 года работал корреспондентом Башкирского радио в Кумертау, Салавате. После переезда в Уфу с 1961 по 1968 год работал редактором молодежных передач на Комитета по телевидению и радиовещанию при Совете Министров БАССР. Член Союза писателей СССР (1965).С 1991 года Александр Филиппов работал главным редактором газеты "Истоки".
В 1968 году он был избран руководителем секции русских писателей Союза писателей БАССР. С 1983 по 1991 год возглавлял Литературный фонд Союза писателей БАССР, был членом Совета по связям с иностранными писателями и правления Литературного фонда Союза писателей СССР, членом редакционной коллегии нескольких изданий. Являлся депутатом Кировского районного совета Уфы, членом Президентского совета Республики Башкортостан.
За большой вклад в развитие многонациональной культуры Республики Башкортостан Александр Павлович Филиппов был награжден орденом Салавата Юлаева.
Александр Павлович много путешествовал. Был в Англии, Вьетнаме, на Кубе, в Конго, ГДР и других странах. Умер 15 октября 2011 года. Похоронен на Южном кладбище в Уфе.
Предварительный просмотр:
Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы
10.04.1928
Академик, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980).
Ғ.Хөсәйенов Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуа. Үҙҙәренең ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда эшләй. Еҙем-Ҡаран мәктәбендә, Өфөләге 9 –сы урта мәктәптә уҡый. 1947-1951 й. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1954 й. Бөтә донъя әҙәбиәт институты аспиранты, филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала.
Ғ.Хөсәйенов 1954 йылдан алып әлеге көнгәсә Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Ғ.Хөсәйенов – журналист, әҙәби тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе, әҙип.
Китаптары:
Шағирҙар. Батырҙар ҡиссаһы.
Заман.Әҙәбиәт.Әҙип. Тормош.
Заман һәм поэзия. Донъя.
Хәҙерге әҙәбиәт донъяһында. Сәйәхәт дәфтәре.
Предварительный просмотр:
Яныбай Хамматов (1925-2000)
Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Башҡортостандың Белорет районы Исмаҡай ауылында тыуған. Ун бер йәшендә ул Инйәр урта мәктәбенә уҡырға китә. Ҡышын аслы-туҡлы уҡый, йәйен йәштәштәре менән бергәләп Әүжән приискыһында алтын йыуа. 1940 — 1942 йылдарҙа Юғары Әүжән алтын приискыһында эшләй. Алтын эҙләүселәргә бағышлап шул йылдарҙа тәүге шиғырҙарын яҙа. 1942 — 1946 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, кире алтын приискыһында, райком аппаратында эшләй. 1949 йылда "Башзолото" тресына күсә. Аҙаҡ Өфөлә өлкә партия мәктәбен һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
Яныбай Хамматов әҙәбиәттә романист булараҡ танылды. Я. Хамматов 17 роман авторы. Яҙыусыға ҙур уңыштар килтергән "Бөртөкләп йыйыла алтын" романын 1964 йылда тамамлай. Шуның артынса "Аҡман-тоҡман", "Йәшенле йәй", "Юрғашты", "Руда" романдарын яҙа. Был романдары өсөн яҙыусы 1994 йылы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Яныбай Хамматов 50 — 60-сы йылдарҙағы колхоз ауылы тормошо хаҡында “Йондоҙҙар нисек ҡабына” тигән романын, Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға арналған “Тыуған көн” исемле романын яҙҙы. Романистика өлкәһендәге яңы уңыштарының береһе булып, башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышындағы батырлыҡтарын сағылдырған “Төньяҡ амурҙары” тигән тарихи романы барлыҡҡа килде.
Яныбай Хамматовтың күпселек романдары тарихи темаға бағышланған һәм тарихи документтар нигеҙендә яҙылған. «Ҡара яу» романы башҡорттарҙың татар-монгол иҙеүенә ҡаршы кѳрәше тураһында һѳйләй.
Уның әҫәрҙәре рус, украин, әзербайжан телдәренә тәржемә ителгән. Белорет районы Советы президиумы ҡарары менән проза ѳлкәһендә актив эшләүселәргә Яныбай Хамматов исемендәге премия булдырылған.