Беҙҙең яңылыҡтар

Архангел районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе
Беҙҙең яңылыҡтар
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары булып үтте. Унда 1-се республика башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы ҡуйған бурыстар тураһында һүҙ барҙы. Делегаттар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Икенсе өлөшөндә БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ мәғариф отличнигы, педагогик хеҙмәт ветераны Нәсиә Хәмит ҡыҙы Йосопова менән осрашыу үтте.
19 апрель Архангел районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда 2-се һанлы Архангел мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы БР мәғариф отличнигы Маликова Р.М. районда милли мәғариф торошо, мәктәптәге уҡытыу торошо тураһында сығыш яһаны. Ҡоролтайҙа Бөтә донъя башҡорттары ағзаһы Р.А.Күзбәкова һ.б. ҡунаҡтар ҡатнашты.
25 апрель Тәүәкәс төп белем биреү мәктәбендә педагогик хеҙмәт ветераны Йосопова Н.Х. менән осрашыу үтте. Сараны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Аҫылбаева Г.Л. үткәрҙе. Уҡыусылар Нәсиә Хәмит ҡыҙының тормош юлы тураһында һөйләнеләр, Тәүәкәс ауылы ағинәйҙәре йырҙар башҡарҙылар, шиғырҙар уҡынылар. Сарала район мәғариф бүлеге методисы Садыҡова Л.Х. ҡатнашты.
29 апрель район мәҙәниәт йортонда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурсы үткәрелде. Конкурс ике турҙан торҙо: эпосты яттан һөйләү һәм өҙөк сәхнәләштереү. Сарала балалар баҡсалары, башланғыс кластар һәм 5-7, 8 -11 кластар ҡатнашты. Гран-приға Әхмәтова С. (Абҙан мәктәбе) лайыҡ булды. Сәхнәләштереүҙә Тирәкле мәктәбе - 1 урын, Абҙан мәктәбе - 2 урын, Архангел 1-се һанлы мәктәбе - 3 урын яуланы. Оҙондар мәктәбе "Халыҡ традицияларына тоғролоҡ" номинацияһын алды.
2019 й. 2- се һанлы Архангел ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы Маликова Резида Миңлеәхмәт ҡыҙы "Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы" исеменә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
15 май райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ҡырмыҫҡалы районында уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы һөҙөмтәләре буйынса зона конференцияһында ҡатнашты һәм мастер-класс күрһәтте, башҡорт телен уҡытыу һәм башҡортса тәрбиә биреү буйынса сығыш яһаны.
18 май Архангел районы мәктәптәрендә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙылды. Уҡыусылар, ата-әсәләр, ауылдың ағинәйҙәре, башҡорт ҡоролтайы вәкилдәре, ауыл кешеләре ҡатнашты.
17-19 июнь Абҙан һәм Тирәкле уҡыусылары Ишембай ҡалаһында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсында йөрөп ҡайтты. Ә.Вәлиди музейында экскурсияла булды, Торатау башына менде.
2019 й. октябрь айында Тәүәкәс ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы "Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы" исеменә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
Район мәктәптәрендә Башҡортостандың100 йыллығына арналған Шәжәрә байрамдары үтте
 
Тәүәкәс ауылы мәктәбе уҡыусылары Башҡортостан Юлдаш каналында барған "Әлләсе" тапшырыуында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәгә иреште
2019 й. ноябрь айында БР Мәғарифты үҫтереү институтында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Тере шишмәләр”  республика конкурсы уҙҙы. Районыбыҙҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Р.М.Маликова (2-се Архангел урта мәктәбе) һәм Г.М.Туләбаева (Баҡалды урта мәктәбе) ҡатнашты. Улар бик уңышлы сығыш яһап, “Уҡытыусы-уҡытыусы” номинацияһында III дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!
19 октябрь район мәктәптәрендә этношәмбе уҙҙы. Уның сиктәрендә барлыҡ мәктәптәрҙә лә М.Кәримдең тыуыуына 100 йыллыҡҡа арнап, уның әҫәрҙәре буйынса Тоталь диктант яҙҙырылды
1 ноябрь 1-се һанлы Архангел урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе ултырышы уҙҙы. Унда үткән уҡыу йылы йомғаҡтары, алдағы уҡыу йылына бурыстар ҡаралды. Маликова Р.М., Медведева Ә.Ә. республика сараларында алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Мәғариф бүлеге методисы Садиҡова Л.Х. район конкурстары тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
10 декабрь "Башҡортостан ынйылары" район  бәйгеһе уҙҙы. Унда барлығы һигеҙ фольклор коллектив ҡатнашты. Гран-при хужаһы - Тирәкле урта мәктәбе уҡыусылары. 1-се урынды Тәүәкәс һәм Ҡыҫынды төп дөйөм белем биреү мәктәптәре, 2-се урынды Абҙан һәм 1-се Архангел урта мәктәптәре, 3-сө урынды Благовещен урта мәктәбе уҡыусылары яуланы.
Декабрь айында Ҡыҙыл Еҙем урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары уҙҙы. 3 һәм 5 кластарҙа асыҡ дәрестәр күрһәтелде (Медведева Ә.Ә.), "Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы алымдар, технологиялар" темаһына эш презентацияһы тәҡдим ителде (Япарова А.З.)
9-11 ғинуарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Регион-ара олимпиада уҙҙы. Беҙҙең райондан барлығы 7 уҡыусы ҡатнашып, яҡшы ғына һөҙөмтәләр күрһәтте
30 ғинуар  "Башҡортостан ынйылары" республика конкурсының зона  этабы уҙҙы. Унда барлығы биш фольклор коллектив ҡатнашты. Тирәкле урта мәктәбе уҡыусылары 2 урын яуланы.
6 февраль районыбыҙҙа Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы булды
21 февраль район мәктәптәрендә М.Шайморатовтың 120 йыллығына арналған Халыҡ-ара диктанттар уҙҙы
М.Горький урта мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты менән байытылды
27 февраль Ш.Бабичтың 125 йыллығына, Р.Ғариповтың 90 йыллығына арналған "Халҡым теле - халҡым күңеле" яттан шиғыр һөйләүселәр район конкурсы булды. Унда район мәктәптәренең 1-11 класс уҡыусылары ҡатнашты
Милли кейем көнөнә арналған дәрестәрҙә
Дистанцион белем биреү