Олимпиада
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада
Скачать:
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һорауҙар
7 класс
- “Хеҙмәт” һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
- Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Миҫалдар килтерегеҙ.
- Түбәндәге һүҙҙәрҙе төбәү килештә яҙығыҙ: повесть, Октябрьский, февраль, грипп, нефть.
- Һөйләмдәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең төҙөлөшөн өйрәнә торған фән … тип атала.
- Ҡыш килде һөйләмен тарҡау һөйләмгә әйләндерегеҙ, синтаксик анализ яһағыҙ.
- Нимә ул тарихи хикәйә?
- Бөйөк Ватан һуғышы геройы Александр Матросов яҙмышы ниндәй әҫәрҙә тасуирланған? Авторын яҙығыҙ.
- “Любизар” йыры ниндәй тарихи ваҡиғалар менән бәйле?
- Кемдәр улар?
Фәрит Иҙрисов –
Муса Мортазин –
Рәшиҙә Туйсина -
- Б.Рафиҡовтың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған әҫәрен атағыҙ.
8 класс
- Ҡоштар һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
- Өйкөмөн, ваҡытындағы һүҙҙәрендә ниндәй ялғауҙар бар?
- Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәләрен аңлатығыҙ: балтаһы һыуға төшөү, эт һуғарыу, теле телгә йоҡмай, кәкре ҡайынға терәтеү, туҙға яҙмағанды һөйләү.
- Хәбәр һөйкәлешенең ниндәй замандары бар? Миҫалдар килтерегеҙ.
- Түбәндәге һөйләмдә ниндәй хаталар ебәрелгән: Тырышыуыма ҡарамаҫтан мәсъәләне сисә алманым. Хаталарҙы төҙәтегеҙ, һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.
- Геройҙарының береһе Ҡонҡас сәсән булған күренекле әҫәрҙе, уның авторын атағыҙ.
- Легенда менән риүәйәттең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын яҙығыҙ.
- М.Кәримдең ниндәй драма әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
- “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы”, “Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе” картиналарының авторын яҙығыҙ.
- Р.Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһында башҡорт халыҡ ижадының ниндәй жанрҙары файҙаланылған?
9 класс
- Тәҙрә төбөн гөлдәр биҙәй. Мәктәпте тамамлағас, Гөлдәр БДУ-ға уҡырға инде. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала? Улар тураһында нимәләр яҙа алаһығыҙ?
- Тәҡдим ителгән текст ниндәй стилгә ҡарай:
Рельеф – ер өҫтө формаларының төрлө һыҙатланышы, күләме, сығышы, йәше һәм үҫеше буйынса йыйылмаһы. Ул йыйылма ерҙең ҡалҡыулыҡтарынан һәм уяларынан барлыҡҡа килә. Ул тауҙар системаһынан, тигеҙлектәрҙән, океандарҙағы түбәнлектәрҙән, һырттарҙан, тау араларындағы уяҙҙарҙан, ҡырлаларҙан, уйпаттарҙан, ҡалҡыулыҡтарҙан, йырындарҙан һәм үҙәндәрҙән тора.
- Күңелдәргә ап-аҡ нур тулһын тип,
Кешеләрем, һеҙгә өндәшәм (Й.Солтанов.) – шиғыр юлдарынан алмашты табып, уға морфологик анализ яһағыҙ.
- Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ: Үҙэшмәкәрлек халыҡ ижадын үҫтереүҙә төп таяныс булһын тип, тырышып, илһамланып эшләү – дөрөҫ йүнәлеш.
- [ ( ) ] схемаһына яршалы һөйләм төҙөгөҙ.
- Түбәндәге шиғри өҙөктән сағыштырыу һәм метафораға миҫалдар табып яҙығыҙ.
Гәүһәр шикелле таштары,
Тупрағы алтын ғына.
Тауҙары, еңгән батырҙай,
Маһайып баҫып тора.
- “Кеше күңелендәге моңдо көйгә һалыр өсөн бер ҡыллы уйын ҡоралы” – думбыра уйлап табыусы геройҙың исемен, ҡайһы әҫәрҙән икәнлеген әйтегеҙ.
- Түбәндәге дүрт юллыҡ ҡайһы әҫәрҙән алынған?
Донъяла мәңге ҡалыр эш –
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән –
Ул да булһа яҡшылыҡ.
- Әҫәрҙәрҙең жанрын билдәләгеҙ:
“Ҡытай-город” –
“Иҙеүкәй менән Мораҙым” –
“Ҡыңғырау” –
“Ҡаһым түрә” –
- Башҡортостан Республикаһында әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштар өсөн ниндәй премиялар булдырылған?
10 класс
- Әҙәби телдең билдәләрен һанап сығығыҙ.
- Әгәр һуҙынҡы өн һүҙ башындағы ике тартынҡы өндөң араһына ҡуйылһа, был күренеш … тип атала. Мәҫәлән, …
- Метонимия күренешенә миҫалдар килтерегеҙ.
- Һандуғастың йыры бик моңло. Һөйләмдә билдәләнгән һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән? Уға морфологик анализ яһағыҙ.
- Был турала һүҙ булғаны юҡ, ләкин әсә һиҙенә: егет күңеле елкенә, ҡайҙалыр сит яҡтарға ынтыла һөйләмендәге тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатығыҙ, синтаксик анализ яһағыҙ.
- Д.Юлтыйҙың “Һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә” шиғырының идея-тематикаһы нимәнән ғибәрәт?
- Түбәндәге өҙөк кемдең ниндәй әҫәренән алынған?
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.
- Автор теле менән персонаждар теленә билдәләмә бирегеҙ.
- З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабында ниндәй әҙиптәр тураһында фекерҙәр әйтелә? Ҡыҫҡаса яҙығыҙ.
- Үткән быуаттың 20-се йылдарында башҡорт драматургияһында музыкаль комедия жанрына нигеҙ һалына. Уның тыуыуы кемдең ниндәй әҫәре менән бәйле?
11 класс
- Һүҙҙең тамырына яһаусы ялғауҙар ҡушылыу, бер нисә тамырҙың бер ҡушма һүҙгә ойошоуы нигеҙендә яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килеү ысулы … тип атала.
- Саманан тыш көсөлө итеп һүрәтләү нисек атала? Ундай һүрәтләү ниндәй жанр әҫәрҙәрҙә йыш осрай? Миҫалдар килтерегеҙ.
- Түбәндәге ҡылымдарҙан ҡайтым йүнәлеше формаларын яһағыҙ: ҡысҡыр, күр, ал, йыу, һөйлә.
- Саҡырылды һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.
- Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ, синтаксик анализ яһағыҙ:Ҡарҙар иреп, ерҙәр кипкәс кенә, тынып ҡала ярһыу йылғалар.
- Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының исемен атағыҙ.
- Зәйнәп Биишеваның трилогияһы нисек атала? Ул ниндәй романдарҙан тора? Исемдәрен яҙып сығығыҙ.
- М.Кәримдең халыҡ-ара тематиканы яҡтыртыусы шиғри циклдарын һанап сығығыҙ.
- Түбәндә бирелгән өҙөк кемдең ҡайһы әҫәренән алынған?
Башҡортостан,
Һине аңлау өсөн
Далаларың кеүек киң күңелле,
Йылғаларың кеүек моң-һағышлы,
Урмандарың кеүек мең балҡышлы,
Ҡаяларың кеүек бейек, серле
Булыу кәрәк,
Ерем – Башҡортостан!
- Назар Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре кемгә бағышланған?
Предварительный просмотр:
2018-2019 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада өсөн инша темалары
7 класс
1. Тыуған яғым – гөлдәр баҡсаһы.
2. Аҡмулла нәсихәттәре.
3. Тарихи йырҙар - халыҡ күңеленең көҙгөһө.
4. Дуҫлыҡтан да ҡәҙерлерәк бер ни юҡ донъяла.
8 класс
1. Сәсәндәр ижадында батырҙарҙы данлау.
2. Башҡорт улдары 1812 йылғы Ватан һуғышында.
3. Башҡортостан – изге төйәгем.
4. Ғаиләм – ҡәлғәм.
9 класс
1. “Ханға ҡаршы уҡ булған – сәсән булмай кем булһын!”
2. Батыр ғүмере – ике. (Салауат Юлаев тураһында уйланыуҙар).
3. Урал батыр тәбиғәт һағында.
4. “Бер сигең Яйыҡ ярында, Ыҡ буйында бер сигең”.
10 класс
1. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы. (Әхмәтзәки Вәлиди эшмәкәрлеге тураһында уйланыуҙар)
2. М.Буранғолов ижадында халыҡ йолаларының сағылышы.
3. Ер яҙмышы беҙҙең ҡулда.
4.“Башҡортостан! Һинең һәр ташыңа ҡанлы-шанлы тарих яҙылған!” (Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы айҡанлы уйланыуҙар)
11 класс
1. М.Кәрим ижадында рухи тәрбиә.
2. Барыһы ла беҙҙең ҡулда!
3. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә заман проблемаларының сағылышы.
4.Башҡорт халҡына хат. (Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы айҡанлы уйланыуҙар)
Предварительный просмотр:
2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
(рус телле мәктәптәр өсөн)
район кимәлендә уҙғарылған олимпиадала анализ өсөн текстар
11 – Р – 2017
Тәүге рәйес
Хажеғәли олатай йәшлек йылдарын, беренсе күмәк хужалыҡтың тәүге бураҙна ярған баҫыуҙарын һағынып ҡайтты. Мине бында күптәр танымаҫ инде, тип әкрен генә атлай. Идараға аяҡ баҫыу менән, был фекер раҫланғандай ҙа була. Үҙенең кем икәнен әйтмәгәс, бер кем дә ҡолас йәйеп ҡаршыламай. “Олатай, рәйес фермаларҙа йөрөй, ҡасан ҡайтырын белмәйбеҙ,” – тип кенә ебәрәләр. Хәтере ҡалмай ҡарттың. Һәр замандың үҙ кешеләре, үҙ бурыстары, үҙ мәшәҡәттәре. Һүҙһеҙ генә борола ла ишеккә йүнәлә, ләкин өлгөрә алмай, өҫтөнә плащ кейгән урта кәүҙәле бер йәш кеше килеп инә.
- Арыу ғынамы, олатай, - ти, ул йылмайып. – Мине көтәһеңме?
- Шайморатов исемендәге колхоздың рәйесе булһаң, һиңә килгәйнем, - тине Хажеғәли олатай, ярым шаярып.
- Әйҙә, рәхим итегеҙ! – Рәйес, ишекте киң асып, ҡартты алдан үткәрә.
Рифҡәт Зәйнәғетдин улы ашыҡмай ғына өҫтәл артына ултыра ла был ят ҡартҡа текләп ҡарай. Күрәһең, танырға теләй. Ахырҙа, йылмайып ҡына:
- Һеҙҙе танып еткермәйем бит әле, олатай, ғәфү итегеҙ, - ти. Тик ҡарт, уны тағы ла нығыраҡ ғәжәпләндереп, һөйләшеүҙе икенсе яҡҡа бора.
- Һине күрмәйенсә китмәҫкә булдым. Колхозсылар, беҙ рәйестән уңдыҡ, тип торҙолар. Ниндәйерәк икәнен белгем килде. Ләкин мин, һин былай йәшһеңдер, тип уйламағайным.
Көтөлмәгән маҡтау һүҙҙәренән Рифҡәт уңайһыҙланып ҡыҙара. Быны күреп, ҡарт:
- Һин, улым, ҡыҙарма, маҡтауҙы ла тейешенсә ҡабул итә белергә кәрәк. Һиҙеп торам: һүҙҙәремде урынһыҙыраҡ һанайһың. Мин – был колхоздың беренсе рәйесе, шуны ла иҫәбеңә ҡуш. Рәхмәт, улым, йәштәргә ихтирам, ышаныс тыуҙыраһың.
Бер йылмайыулы ҡараш – кескәй генә кешелеклелек һыҙаты. Ҡайҙан килә һуң был күңел ихласлығы? Һиҙемләп була: тыуған ерен, үҙ халҡын ысын күңелдән яратыу хисе яралыуҙан. (Р.Ханнанов.)
2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән (рус телле мәктәптәр өсөн) анализ өсөн текстар
10 – Р - 2017
Әсә хөкөмөндә
Кешене бар иткән, йәшәткән нәмә – тәбиғәт. Ул – атлап йөрөр ерең, һулар һауаң, эсер һыуың. Туған тәбиғәт кешегә барын да биргән: ерен-һыуын, аҙыҡ-түлеген, кейем-һалымын, бөтә кәрәк-ярағын. Шуға туған әсәләй ғәзиз һәм үҙ ул туған тәбиғәт.
Кешелектең балалыҡ сағында тәбиғәт тә, уның үҙендәй, шаҡтай ҡырағай булған. Әҙәм балаһы нисек тә көн күреү, йәшәү өсөн уны көс-хәленсә үҙенә буйһондорорға ла уға яйлашырға тырышҡан. Яйлап яйлашҡан: аҙығын тапҡан, торлағын ҡорған, кейем-һалым әтмәләгән, хатта йәнлек-хайуандарҙы эйәләштергән.
Кешелек ир ҡорона инеп үҫә-ҡеүәтләнә бара тәбиғәтте яйлап үҙенә буйһондорған…
Бала үҫеп, барыһына хужа булып үҙе донъя көтһә лә, әсәгә ул барыбер бала булып ҡала. Шуның шикелле, туған тәбиғәт тә ҡеүәтле кешеһенә һаман әсә хөкөмөндә. Әсәләр бары хөрмәтләүгә, ҡәҙерләүгә лайыҡ… (Ғ.Хөсәйенов.)
2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән (рус телле мәктәптәр өсөн) анализ өсөн текстар
9 – Р – 2017
Ағас ултыртыу
Кеше, олондағы яҙыуҙарҙы тергеҙергә, уларға тел биреп, оло тарих һөйләтергә теләгәндәй, тамғаларҙы һыйпаштырҙы, уларҙың һәр береһенә оҙаҡ төбәлеп ҡарап торҙо. Шул саҡ Кеше ҡолағына һәр һүҙе асыҡ итеп әйтелгән тауыш килеп бәрелгәндәй тойолдо.
“Эй, Әҙәмем! Ергә хужа булған кешем минең! Бына һин, әллә ни саҡлым уйҙарға сумып, төбөмдә баҫып тораһың. Ер яҙмышы – беҙҙең яҙмыш тураһында хәстәрлек күреп, шулай болоҡһоуың ҡайһылай шәп! Уйлан һин, ҡартлас Ер тормошон йәшәртеү өсөн, ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшлә. Ә һуң һинең ҡулыңдан ниҙәр генә килмәй, Кеше? Ер-әсәбеҙҙең өҫтөндәге генә түгел, уның тәрән ҡуйынындағы һәммә хазина, бөтә тереклек һинең рәхимеңә тапшырылған. Беҙ, ерҙең барлыҡ йән эйәләре, һиңә күҙ төбәгәнбеҙ. Әгәр беҙҙең баштан үткәндәрҙе, бөгөнгө хәлебеҙҙе, киләһе көндәребеҙҙе асығыраҡ төҫмөрләргә теләһәң, тарихҡа күҙ һал, бөгөн һәр аҙымыңды уйлап баҫ, айыҡ баш менән килер йылдарҙы байҡа, әҙәм балаһы. Бөгөнгөң – үҙ ҡулыңда, киләсәгең иһә – аҡылыңда…”
Солоҡ төбөндәге Кеше ҡолағына килеп бәрелгән был һүҙҙәрҙән тетрәнде, маңлайын усы менән баҫып, башын артҡа саңҡайтты; аҙыраҡ шул килеш өндәшмәй торғас, әкрен атлап ҡаяның моронона килеп баҫты. (Н.Мусин.)
2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән (рус теле мәктәптәр өсөн) анализ өсөн текстар
8 – Р – 2017
Аҡ ҡайын
Ауылыбыҙҙың осонда түңәрәк кенә бер аҡлан бар. Яҙ етеү менән аҡлан өҫтөн хәтфәләй йәшел үлән ҡаплай, тәүге сәскәләр күҙҙәрен аса.
Элегерәк уртала аҡ ҡайын үҫә ине. Ер йәшәргәс, ул аҡланды йәмләп, нәфис япраҡтарын ярып, селтәр шәлен иңенә һалып, тағы ла матурыраҡ булып, ғорурланып ултыра торғайны. Быйыл яҙын аҡ ҡайын өндәшмәй генә, моңһоуланып тора бирҙе, сөнки уҙған йәйҙә тыйнаҡһыҙ малайҙар уның ботаҡтарын һындырҙылар, бысаҡ менән уңалмаҫ яралар яһап, тәмле һыуын ағыҙып эстеләр. Ул ғына ла етмәгән, шашҡан малайҙар ҡайынға ут төртөп киткәндәр.
Ерҙә тағы ла яҙ шаулай. Елбер-елбер килеп, береһенән-береһе матур күбәләктәр оса, турғайҙар, яңы тыуған көнгә ҡыуанышып, матур йырҙарын һуҙа. Тик ҡайын ғына һаман терелмәй. Тирә-яғындағы көйгән үләндәр ҙә баш ҡалҡыта алманы.
Тәбиғәттең бер генә биҙәге юғалһа ла, донъябыҙҙың бер мөйөшө кителгән һымаҡ тойола. Эй, кешеләр, һаҡлайыҡсы тыуған еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе, илатмайыҡ аҡ ҡайынды! Улар беҙҙән мәрхәмәтле ярҙам көтә.
2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән (рус телле мәктәптәр өсөн) анализ өсөн текстар
7 – Р – 2017
Өйрән! Өйрәт!
Туҡталышта ауылсараҡ кейенгән бер ҡатын ҡала ҡыҙынан республика дауаханаһына юлды төпсөндө. Башҡортса һораны, тегеһе әллә ҡыйынһынды, әллә аңламамышҡа һалышты – танауын ғына сирҙы.
– Мин һеҙгә ит-һөт ебәреп ятам ауылдан, ферма батҡағын тапап, ауырыуға һабышып, ә һеҙ бальнисҡа юл өйрәтергә лә йыбанаһығыҙ. Тфү, дармайыд!– ҡатындың йәне үртәлде, күҙҙәренән осҡон сәселде.
– Мин башкирса плохо знаю, – тигән булды ҡыҙ, аҙауҙан ағарынып.
– Бел, уҡы – кем тыя һине! Давай, өйрәт юлды, өйрәтмәһәң, судҡа бирәм мин һине.
Туҡталыштағыларҙан кемдер көлдө, кемдер йәмерәйҙе. Мин иһә апаҡайға ярҙамлашырға уҡталған ерҙән туҡталып ҡалдым, сөнки ҡала ҡыҙы башҡортсаны вата-емерә, башы-ҡулы менән ымлап, ныҡыш һауынсыға юлды төшөндөрә ине. (С. Шәрипов.)
Предварительный просмотр:
2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн тест һорауҙары
11-Р-2017
1. “Әйтегеҙсе, хәҙер миңә ни эшләргә?” (И. Абдуллин). Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
а) хәбәр һөйләм;
б) тойғо һөйләм;
в) һорау һөйләм;
г) өндәү һөйләм.
2. “Рысаев тау, урман юлдарын, тау араларындағы ауылдарҙы яҡшы белә” (А. Таһиров) һөйләмендәге ауылдарҙы һүҙе ниндәй эйәрсән киҫәк булып килә?
а) аныҡлаусы;
б) хәл;
в) тултырыусы;
г) өҫтәлмәлек.
3. “Эште нисек башлап ебәрһәң, аҙағы ла шулай тамамлана” (Шю Янбаев) һөйләмендә эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
а) эйәрсән хәбәр һөйләм;
б) эйәрсән аныҡлаусы һөйләм;
в) эйәрсән рәүеш һөйләм;
г) эйәрсән кире һөйләм.
4. Исемдәр менән бирелгән эйә менән хәбәр араһына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
а) һыҙыҡ;
б) нөктәле өтөр;
г) өтөр;
в) ике нөктә.
5. Араһында диалект һүҙе булған һүҙҙәр төркөмөн билдәләгеҙ:
а) бала, тай, һарыҡ, китап;
б) йорт, юл, ҡашыҡ, боҫмаҡ;
г) өй, табын, урман, тау;
в) ауыл, дала, бейә, алма.
6. Мостай Кәрим «Йылмайыу» поэмаһының формаһын нимә тип билдәләй?
а) боронғо ҡобайыр;
б) классик поэма;
в) көнсығыш әкиәте;
г) төрки хикәйәте.
7. Рәми Ғарипов ҡайҙа, ҡасан, ниндәй уҡыу йортон тамамлауын билдәләгеҙ
а) 1970 йылда БДУ–ны;
б) 1966 йылда Стәрлетамаҡ пединститутын;
в) 1951 йылда Бөрө пединститутын;
г) 1956 йылда Горький исемендәге Мәскәү әҙәбиәт институтын.
8. «Мин тупраҡтан, ерҙән яралған, ерҙә тыуып үҫеп, ерҙә аунап, ерҙән йыйып йәнем йыр алған!» Шиғри юлдарҙың авторын билдәләгеҙ
а) Назар Нәжми;
б) Мостай Кәрим;
в) Рәми Ғарипов;
г) Тимер Йосопов.
9. Рәми Ғарипов «Табыныу» поэмаһында нимәне фашлағанын күрһәтегеҙ
а) батша самодержавиеһын;
б) феодаль-патриархаль ҡоролошто;
в) шәхес культын;
г) Октябрь революцияһын.
10. Әхиәр Хәкимовҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы ҡасан бирелә?
а) 1970 й.;
б) 1999 й.;
в) 1984 й.;
г) 2010 й.
2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн тест һорауҙары
10-Р-2017
1. Исемдәрҙең эйәлек категорияһын белдергән һүҙҙе билдәләгеҙ:
а) уҡыусым;
б) уҡыусылар;
г) уҡыусымын;
в) уҡыусыларҙың.
2. “Өсөнсө көн инде тоташ ҡар яуа...” (М. Кәрим) һөйләмендә алмалар һаны ниндәй һандар менән бирелгән?
а) төп һандар;
б) бүлем һандары;
г) тәртип һандары;
в) рәт һандары.
3. “Эштең әллә ҡайҙа китеп барыуы ихтимал” (Р. Солтангәрәев) һөйләмендә алмаштың ҡайһы төркәмсәһе ҡулланылған?
а) билдәләү алмашы;
б) күрһәтеү алмашы;
в) билдәһеҙлек алмашы;
г) һорау алмашы.
4. “Мөмкинлектең аҡтыҡҡы сигенәсә көрәшергә кәрәк” (Ш. Бабич) һөйләмендәге ҡылым ниндәй ҡылым төркөмсәһенә ҡарай?
а) сифат ҡылым;
б) хәл ҡылым;
в) уртаҡ ҡылым;
г) исем ҡылым.
5. “Иң алдан атлылар тигеҙ, берҙәм саф булып төштө” (Ф. Иҫәнғолов) һөйләмендә ярҙамсы һүҙҙе табып төркөмсәһен билдәләгеҙ.
а) бәйләүес;
б) теркәүес;
в) мөнәсәбәт һүҙ;
г) киҫәксә.
6. Дауыт Юлтыйҙың ҡайҙа тыуғанын билдәләгеҙ
а) Миәкә районының Туҡһанбай ауылында;
б) Шишмә районының Келәш ауылында;
в) Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында;
г) Ырымбур өлкәһенең Юлтый ауылында.
7. Әҙәби әҫәрҙә тел ниндәй функция үтәгәнен билдәләгеҙ
а) герой телмәрен тыуҙырыу өсөн;
б) диалог өсөн;
в) художестволы образдар тыуыҙырыу өсөн;
г) экспозицияны һүрәтләү өсөн.
8. М. Буранғолов «Урал батыр» эпосын ҡасан яҙып алғанын билдәләгеҙ
а) 1917 й.;
б) 1910 й.;
в) 1945 й.;
г) 1888 й.
9. Тәүге башҡорт романын күрһәтегеҙ
а) Д. Юлтый «Ҡан»;
б) С. Ағиш «Нигеҙ»;
в) Һ. Дәүләтшина «Ырғыҙ»;
г) Ғ. Хәйри «Боролош».
10. Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романының жанрын билдәләгеҙ
а) тарихи-хроника;
б) тарихи-революцион;
в) тарихи-фараз;
г) роман-эпопея.
2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн тест һорауҙары
9-Р-2017
1. “Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә” (Мәҡәл) һөйләменең төрөн билдәләгеҙ.
а) эйәртеүле ҡушма һөйләм;
б) теҙмә ҡушма һөйләм;
в) хәл әйтемле ябай һөйләм;
г) ҡатмарлы ҡушма төҙөлмәләр.
2. “Иҫеңдә тот: әсә хаҡынан да изге нәмә юҡ” (М. Кәрим). Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
а) аныҡлаусы һөйләм;
б) тултырыусы һөйләм;
в) шарт һөйләм;
г) кире һөйләм.
3. “Цирк бөткәндә, бик һуң ине (...) ай батҡан, йондоҙҙар баҙлап ҡалҡҡан” (З.Биишева) һөйләмендә йәйәләр урынына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
а) нөктәле өтөр;
б) өтөр;
в) ике нөктә;
г) һыҙыҡ.
4. Бирелгән һөйләмдәр араһында ҡушма һөйләмде билдәләгеҙ.
а) Ҡайтҡан, имеш, тим.
б) Уҡымағас, өндәшмәне.
в) Быймаһын кейҙе, башына бүреген ҡапланы.
г) Хаталанғанын күреп ҡалып, төҙөтә һалды.
5. “Боронғолар әйткәнсә, саф алтын күгәрмәй” (М. Кәрим). Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
а) шарт һөйләм;
б) рәүеш һөйләм;
в) ваҡыт һөйләм;
г) маҡсат һөйләм.
6. “Һунарҙа ат менмәгән, ҡулға һаҙаҡ алмаған...” Был юлдарҙың ҡайһы әҫәрҙән булыуын билдәләгеҙ
а) «Аҡбуҙат эпосынан»
б) М. Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһынан;
в) «Урал» халыҡ йырынан;
г) «Урал батыр» эпосынан.
7. Ҡол Ғәли ҡайһы башҡорт ырыуынан булыуын билдәләгеҙ
а) мең;
б) табын;
в) әйле;
г) юрматы.
8. «Ялан Йәркәй», «Тәфтиләү», «Сәлимәкәй» йырҙарының авторлығын кемгә ҡайтарып ҡалдыралар?
а) Заһир Исмәғилев;
б) Хөсәйен Әхмәтов;
в) Байыҡ сәсән;
г) Буранбай сәсән.
9. Батыршаның батшаға яҙған хатын ғилми яҡтан кем өйрәнгән?
а) Әхнәф Харисов;
б) Ғайса Хөсәйенов;
в) Мирас Иҙелбаев;
г) Ғиниәт Ҡунафин.
10. «Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам.
Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,
Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам » шиғырындағы һүрәтләү сараларын билдәләгеҙ
а) метафора;
б) йәнләндереү;
в) эмоциональ-экспрессив;
г) антитеза.
2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән (рус телле мәктәптәр өсөн) район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн тест һорауҙары
8-Р-2017
1. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен тәшкил иткән юлды билдәләгеҙ:
а) исем, ҡылым, рәүеш, киҫәксә;
б) исем, ҡылым, һан, бәйләүес;
в) исем, ҡылым, сифат, алмаш;
г) исем, ҡылым, сифат, хәл.
2. Йылғаның яры һүҙбәйләнешендә ҡайһы эйәртеүле бәйләнеш төрө ҡулланылған?
а) ярашыу;
б) башҡарылыу;
в) йәнәшәлек;
г) һөйкәлеү.
3. “Унан ашыҡмай ғына һандыҡтың иң төбөнән иҫке ҡыҙыл бәрхәткә төрөлгән бер нәмә күтәреп сығарҙы” (З. Биишева) һөйләмдә аныҡлаусыны табып, төрөн билдәләгеҙ:
а) тиң аныҡлаусы;
б) тиң булмаған аныҡлаусы;
в) билдәһеҙ аныҡлаусы;
г) ҡушма аныҡлаусы.
4. Һөҙөмтә, ҡаршы ҡуйыу, сәбәп теркәүестәре меннән бәйләнгән тиң киҫәктәр араһына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
а) өтөр;
б) нөктәле өтөр;
в) ике нөктә;
г) һыҙыҡ.
5. “Ул иҫтәлек өсөн күмәкләшеп рәсемгә төшөргә тәҡдим итте” (М. Кәрим) һөйләмендә килгән хәл әйтеменең төрөн билдәләгеҙ:
а) рәүеш хәле;
б) маҡсат хәле;
в) сәбәп хәле:
г) ваҡыт хәле.
6. «Ҡобайыр» һүҙенең мәғәнәһен билдәләгеҙ.
а) тыуған ил тураһындағы йыр;
б) дан йырлау;
в) халыҡ йырының бер формаһы;
г) композитор ижад иткән әҫәр.
7. Салауат Юлаев ижадын, тарихын өйрәнеүсе ғалимдарҙы билдәләгеҙ.
а) Р.Игнатьев, В. Даль, Т. Беляев;
б) М. Кәрим, Н. Нәжми, Р. Бикбаев;
в) Т. Килмөхәмәтов, Р. Баимов, Ғ. Хөсәйенов;
г) И. Гвоздикова, В. Сидоров, М. Иҙелбаев.
8. Нимә ул хикәйә?
а) халыҡ ижады жанры;
б) мөһим бер ваҡиғаға арналған бәләкәй күләмле проза әҫәре;
в) мажаралы нәҫер;
г) романдың башланғыс өлөшө.
9. «Башҡорт халҡына көйлө хитап» кемгә арналған?
а) Салауат Юлаевҡа;
б) Шәһит Хоҙайбирҙинға;
в) Әхмәтзәки Вәлидигә;
г) Муса Мортазинға.
10. Л.Н. Толстойҙың «Кешегә күпме ер кәрәк...» хикәйәһендә Пахомдың үлеү сәбәбен билдәләгеҙ
а) башҡорт ерҙәренең ҙурлығынан;
б) Пахомдың ауырыуы сәбәбле;
в) нәфсе;
г) аяҡтарын сисеп атлауы.
2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән(рус телле мәктәптәр өсөн) район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн тест һорауҙары
7-Р-2017
1. Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы хәреф бар?
а) 36;
б) 27;
в) 21;
г) 42.
2. “Ел бер аҙ баҫыла төштө, ... бөтөнлөй үк туҡтаманы” (Н. Мусин) һөйләмендә нөктәләр урынына тейешле теркәүесте яҙ:
а) ләкин;
б) бәлки;
в) ә;
г) әммә?
3. “Шунан ҡалған-боҫҡанынан үҙемә лә аҙ-маҙ өлөш сығарырмын” (З. Биишева) һөйләмендәге сығарырмын ҡылымы ниндәй заманда килә?
а) хәҙерге заман;
б) киләсәк заман;
в) шаһитһыҙ үткән заман;
г) шаһитлы үткән заман.
4. “Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ” . Мәҡәлдәге исемдәр ниндәй юл менән яһалған?
а) аффиктар өҫтәү юлы менән;
б) һүҙҙәрҙе парлау юлы менән;
в) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән;
г) һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән.
5. Бөгөн иртәнсәк беҙ Ғиниәтулла ағайымдарҙы оҙатырға станцияға килдек (Й.Солтанов) һөйләмендә рәүеште табып, төркөмсәһен билдәләгеҙ:
а) төп;
б) ваҡыт;
в) урын;
г) күләм-дәрәжә.
6. Нимә ул «ҡарһүҙ»?
а) «ҡар» һәм «һүҙ»ҙән яһалған ҡушма һүҙ;
б) боронғо кешеләрҙең донъяға ҡарашы;
в) әкиәт жанрының икенсе төрлө атамаһы;
г) халыҡ ижадының дөйөм атамаһы.
7. «Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ... » Был юлдар ҡайһы йырҙан?
а) «Урал»;
б) «Эскадрон»;
в) «Буранбай»;
г) «Ҡаһым түрә».
8. М. Аҡмулланың тыуған ауылын, районын билдәләгеҙ.
а) Ҡырмыҫҡалы районы, Ибраһим ауылы;
б) Өфө районы, Тирмән ауылы;
в) Белорет районы, Сермән ауылы;
г) Миәкә районы, Туҡһанбай ауылы.
9. Мостай Кәримгә «Башҡортостандың халыҡ шағиры» исеме ҡасан бирелә?
а) 1981 й.;
б) 1999 й.;
в) 1964 й.;
г) 1941 й..
10. Рәшит Ниғмәтиҙең «Йәйге ямғыр» шиғырында төп һүрәтләү сараһын билдәләгеҙ.
а) антитеза;
б) сағыштырыу;
в) эпитет;
г) йәнләндереү.
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең IX класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.
Башҡорт теленән һорауҙар
1. Өлкән сержант, йәғни беҙҙең командир, миңә күҙ төшөрөп алды. Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатығыҙ. Һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһағыҙ. (2 б.)
2. Түбәндәге һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатығыҙ, эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юлдар менән бәйләнгән? Ике яр ҙа аҡ томанға күмелде.(3 б.)
3. Нимә ул бер составлы һөйләм? бер составлы һөйләм төрҙәрен яҙығыҙ. Миҫалдар яҙығыҙ.(2 б.)
4. Башҡорт теленең функциональ стилдәрен һанап сығығыҙ. (1 б.)
5. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.(2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Башҡорт әҙәбиәтенән һорауҙар
1. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусылырын һанап сығығыҙ.(2 б.)
2. Түбәндәге юлдар ниндәй әҫәрҙәрҙән алынған:
а ) …Бына, юғарыға табан оҙонсалап, аҡҡош муйынына барып тоташҡан йомройраҡ ҡорһағына ҡойроҡто уралта терәп. туҙ баш йылан көршәктән һыу эсергә ынтылған…
б ) Яманлыҡты яҡшылыҡ
Еңгәнен хәҙер белдеңме?
Кешеләрҙең донъяла
Өҫтөнлөгөн күрҙеңме? (2 б.)
3. Йомаҡтар, әйтемдәр, һынамыштар, мәҡәлдәр ниндәй жанрға ҡарай? Миҫалдар яҙығыҙ. (2 б.)
4. Элекке Златоуст өйәҙе Мырҙалар олоҫонда Мәхмүт ауылында тыуған, Пугачев етәкселегендә Крәҫтиән һуғышының, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоро ваҡиғаларының шаһиты булған сәсәнде атағыҙ. Уның тураһында нимә беләһегеҙ? (2 б.)
5. Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында ниндәй йырау образы кәүҙәләндерелә? Уның тураһында нимә беләһегеҙ? (2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Анализ өсөн текстар
Поезда.
Беҙ вагонға ултырабыҙ һәм йылы диңгеҙгә табан сәфәр сығабыҙ. Беҙгә диңгеҙҙе генә барып күрергә лә кире ҡайтырға кәрәк.
Кисләй. Балалар киске ашты ашай, урын һала һәм йоҡларға әҙерләнә. Тән буйы барырға бит. Вагондар еңелсә генә һелкенә һәм йоҡо килтерә. Балалар урындарына ята. Ҡара күҙле иң бәләкәй Оля:
— Һеҙ, поезды машинист йөрөтә, тигәйнегеҙ. Ә төндә уны кем йөрөтә? Әллә ул үҙе барамы? — тип һорай.
— Төндә лә поезды машинист йөрөтә.
— Нисек? — тип аптырай Оля. Башҡалар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңлай. — Төндә ул йоҡламаймы ни?
- Йоҡламай.
— Беҙ йоҡлайбыҙ, ә ул йоҡламаймы? Төн буйымы? — тип тағы ла нығыраҡ аптырай Оля.
— Эйе, машинист төн буйы йоҡламай. Әгәр ул бер генә минутҡа булһа ла йоҡлап китһә, поезд һәләкәткә осраясаҡ, беҙ үләсәкбеҙ.
— Нисек инде ул,- тип төшөнмәй Оля. — Уның да йоҡоһо киләлер бит?
— Килә, әммә ул поезды йөрөтөргә тейеш. Һәр кеше нимәлер тейеш. Тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, күрәһегеҙме, тракторсы ер һөрөп йөрөй. Төн, ә ул эшләй. Күрәһегеҙме, уға нисек прожектор менән баҫыуҙы яҡтыртып ҡуйғандар. Сөнки ул эшләргә тейеш. Көндөҙ генә эшләһәләр, икмәк етмәҫ ине...
— Мин дә тейешменме? — тип һорай Оля, — Мин дә, мин дәме? — тиҙәр балалар.
— Беҙ бөтәбеҙ ҙә тейеш. Кеше булырға. Был — иң мөһиме. (В.Сухомлинский)
1. Әҫәрҙең темаһын атағыҙ. (1 б.)
2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)
3. Әҫәрҙә ниндәй образдар бар? (1 б.)
4. Урындарына һүҙенә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)
5. Беренсе һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)
6. Текстан 2 хәлде табып, төрөн билдәләп яҙырға.(1 б.)
7. Етмәҫ һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)
8. Текстан теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе табып яҙығыҙ. (1 б.)
9. Яңғыҙлыҡ исемдәргә миҫалдар яҙығыҙ. (1 б.)
10. Текст ниндәй телмәр төрөнә ҡарай: хикәйәләү, тасуирлау, фекерләү? (1 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Инша темалары:
- Сәсәндең һүҙе- аҡылдың үҙе.
- М.Аҡмулла ижадында әҙәп һәм намыҫ темалары.
- Уралҡайым, һинең һәр ташыңа
Ҡанлы-данлы тарих яҙылған…
Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл
Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл
Бөтәһе: 40 балл - 100%
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең X класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.
Башҡорт теленән һорауҙар
1. Яңы һүҙҙәр һәм диалект һүҙҙәргә билдәләмә бирегеҙ. Миҫалдар менән аңлатығыҙ.(1 б.)
2. Һуйған да ҡаплаған-
Сабатаһын түргә элә-
Баш ватыу-
Был һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен яҙығыҙ һәм берәүһе менән һөйләм төҙөгөҙ.(2 б.)
3. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең бүлектәрен һанап сығығыҙ. Улар нимәне өйрәнә? (1 б.)
4. Нимә ул протеза, эпентеза, элизия? Миҫалдар килтерегеҙ. (2 б.)
5. Бер составлы һөйләм төрҙәрен һанап сығығыҙ. Бирелгән һөйләмдәрҙең төрөн асыҡлағыҙ:
1) Төн. Йылы ғәмһеҙ төн;
2) Бөгөн бик арытты;
3) Бөтә ҡыйыулығымды йыйып, ҡысҡырып йырлап ебәрҙем;
4) Унан йорт төҙөйҙәр, күпер һалалар, төрлө нәмәләр үреп эшләйҙәр. (4 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Башҡорт әҙәбиәтенән һорауҙар
1. Дауыт Юлтый ниндәй жанрҙарҙа ижад итә? Миҫалдар килтерегеҙ.(2 б.)
2. “Буранбай”, “Ашҡаҙар”, “Башҡорт туйы” әҫәрҙәренең авторы кем? Уның тураһында нимә беләһегеҙ?(2 б.)
3. Түбәндәге авторҙарҙың фамилиялары эргәһенә уларҙың әҫәрҙәренең исемдәрен яҙығыҙ: (2 б.)
Мәжит Ғафури –
Мифтахетдин Аҡмулла –
Рәми Ғарипов –
Ноғман Мусин –
4. Әҫәрҙәрҙең авторын яҙығыҙ: (2 б.)
1) “Һуңғы тарпан” хикәйәте-
2) “Урал йөрәге” шиғыры-
3) “Айгөл иле” драмаһы-
4) “Ҡурайҡайға” шиғыры-
5. Түбәндәге өҙөктөң ниндәй әҫәрҙән алынғанлығын билдәләгеҙ, авторын әйтегеҙ. Уның тураһында белгәнегеҙҙе яҙығыҙ.
Бер рус китап һатыусыһында Ғәрәп Нәүзиҙең “Рус-ғәрәп һүҙлеге” китабына тап булдым. Аҡсам бик аҙ булыу сәбәпле, китапты алайыммы, алмайыммы тип,лавкаға өс көн инеп-сығып йөрөнөм. Ниһайәт, алдым. Был китап минең өсөн бик ҡиммәтле булды. Һүҙлекте ҡулланып, ара-тирә ултырып, Ядринцевтың китабынан айырым өҙөктәрҙе төркисә тәржемә итеп, Биктимергә уҡыр инем.(2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Анализ өсөн текстар
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле!
I. Тел... һүҙ! Кешеләрҙең хикмәтле һүҙе! Ниндәй көс бар икән тағы һинең менән тиңләшерҙәй?
Теге йәки был телдә күпме һүҙ барлығын теүәл генә әйтеп биреүе мөмкин түгел. Тел тигән төшөнсә үҙе ҡатмарлы, төрлө өлөштәрҙән тора. Мәҫәлән, халыҡтың йәнле һөйләү теле (уға ерле һөйләштәр ҙә инә) һәм әҙәби тел. Телдең был ике өлкәһендә һүҙҙәрҙең һаны ла төрлөсә була. Телдәге һүҙҙәр һанының һәр саҡ үҙгәреп тороуын да иҫәпкә алырға тура килә. Яңы төшөнсәләр менән бергә яңы һүҙҙәр яһалып тора, элек-электән ҡулланылғандары иҫкерә төшә, хатта онотола. Әммә махсус белемле телселәр тарафынан төҙөлгән һүҙлектәр телдең үҫешендәге билдәле бер осорҙа һүҙҙәр һанын сама менән булһа ла билдәләргә мөмкинлек бирә. Хәҙерге башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең һаны биш-алты тиҫтә меңгә етә. Йәнле халыҡ теле уларҙы быуындан-быуынға күсерә, еткерә килә. Шул рәүешле тел йәшәүҙән һәм йәмғиәтте хеҙмәтләндереүҙән туҡтамай. (З.Ғ. Ураҡсин, Э.Ф. Ишбирҙин. Туған тел серҙәре. Өфө: 1983).
1. Әҫәрҙең темаһын атағыҙ. (1 б.)
2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)
3. Әҫәрҙең төп идеяһы? (1 б.)
4. Телендәге һүҙенә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)
5. Йәнле халыҡ теле уларҙы быуындан-быуынға күсерә, еткерә килә. Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)
6. Текстан 2 хәлде табып, төрөн билдәләп яҙырға.(1 б.)
7. Һүҙлектәр һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)
8. Текстан һүрәтләү сараларын табып, ниндәй һүрәтләү сараһы икәнен яҙығыҙ.(1б.)
9. Ҡушма һүҙҙәргә миҫалдар яҙығыҙ, яһалышын аңлатығыҙ. (1 б.)
10. Текст ниндәй телмәр төрөнә ҡарай: хикәйәләү, тасуирлау, фекерләү? (1 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Инша темалары:
- Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһында азатлыҡ өсөн көрәш темаһы.
- Салауат образының әҙәбиәттә һәм сәнғәттә сағылышы.
- Башҡорт әҙәбиәтендә Башҡортостан образы.
- Башҡорт зыялыһы Әхмәтзәки Вәлиди (мәшһүр тарихсының ғилми эшмәкәрлеге тураһында уйланыуҙар)
Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл
Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл
Бөтәһе: 40 балл - 100%
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең XI класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.
Башҡорт теленән һорауҙар
- Тел, һүҙ тураһында 4 мәҡәл яҙығыҙ. (2 б.)
- Һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ:
а) Хыялымдың йылғыр ҡанаттары ауылыма ҡайтып етте.
б) Беҙҙе йыуаттылар.(2 б.)
3. Эйәртеүле бәйләнешкә миҫалдар табығыҙ, уларҙың төрҙәрен әйтегеҙ: ҡояшлы көн, кино ҡарау, әсәй менән атай, ят тауыш, уҡыр өсөн килгән, тау йылғаһы, өйҙөң ҡыйығы, малайҙар һәм ҡыҙҙар, бейеклеккә һикереү, ярыш башлана, һеҙҙең атығыҙ. (2 б.)
4.Элек әсәһе эшләй торған эштәрҙе хәҙер инде ул үҙе шәп башҡара һөйләмендә рәүештәрҙе табығыҙ. Билдәләнгән һүҙгә морфологик анализ яһағыҙ. (2 б.)
5.Нимә ул фразеологик берәмек? ”Төп башына ултыртыу” фразеологик берәмеге ниндәй мәғәнәне белдерә? (2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Башҡорт әҙәбиәтенән һорауҙар
1. Хәҙерге башҡорт романдарын ниндәй типтарға бүлеп ҡарарға була? Ниндәй тарихи романдарҙы беләһегеҙ? Авторын һәм исемен яҙығыҙ. (2 б.)
2. М.Кәрим ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? М.Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһында ниндәй мәсьәләләр сағылдырыла? (2 б.)
3. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сығығыҙ. (2 б.)
4. Р.Ғарипов тураһында белгәндәрегеҙҙе яҙығыҙ, уның әҫәрҙәрен һанағыҙ. (2 б.)
5 Был геройҙар ҡайһы әҫәрҙәрҙән алынған, уларҙың авторҙары кем:
Емеш, Йәнеш, Бибеш –…
Урал менән Шүлгән –…
Тәңкәбикә менән Диуана –…
Кендек менән Оло инәй- … (2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Анализ өсөн текстар
ӘСӘ ЙЫРЫ
(1) Беҙҙең яҡта кешенең кешелеген уның ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәтенә ҡарап билдәләйҙәр. (2) Мин дә шулай уйлайым:
(3)– Илдең бөйөклөгөн, ундағы прогресты ҡатын-ҡыҙҙың хәленә ҡарап билдәләргә кәрәк. (4)Ҡатын-ҡыҙ күҙ йәше аҡҡан ерҙә тормош шәп түгел, ә ҡатын-ҡыҙ йырлаған ер – бәхетле ер, – тип әйтер инем.
(5)Минең донъяла иң тәү күргән, иң тойған нәмәм – ул әсәйемдең йөҙө, уның йыры.
(6)Әсә йыры – донъялағы иң бөйөк йыр. (7)Ҡалған бөтә йырҙар ҙа шунан башлана. (8)Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, моғайын, бүтән йырҙар ҙа тыумаҫ ине. (9)Ул ваҡыт, бәлки, донъяла бәхет, шатлыҡ әлегенән байтаҡҡа ҡайтышыраҡ булыр ине. (10)Беҙ әсә йырын тиҫтәләрсә йыл үткәс тә, тормошобоҙҙоң иң ауыр һәм иң бәхетле сәғәттәрендә иҫкә төшөрәбеҙ.
(11)Тау халҡы йүнһеҙ кеше тураһында: «Сәңгелдәктә ятҡанда, әсәһе, моғайын, уға йыр йырламағандыр»,– ти. (12) Валентина Терешкова, ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе космонавт, йыһандан әйләнеп ҡайтҡас, сит ил хәбәрсеһе тарафынан бирелгән: «Яратҡан кешегеҙҙең исеме нисек?»– тигән һорауға: «Әсәй»,– тип яуап биргән. (143 һүҙ). (Р. Ғамзатовтан).
1. Әҫәрҙең темаһын атағыҙ. (1 б.)
2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)
3. Әҫәрҙең төп идеяһы? (1 б.)
4. Текстан һүрәтләү сараларын табып, ниндәй һүрәтләү сараһы икәнен яҙығыҙ.(1 б.)
5. Тормошобоҙҙоң һүҙенә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)
6. 10-сы Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)
7. 12-се һөйләмдәге тура телмәрҙең схемаһын төҙөгөҙ.(1 б.)
8. Донъялағы һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)
9. Прогрес һүҙенә лексик анализ яһағыҙ. (1 б.)
10. 1-3 абзацтарҙан билдәһеҙ эйәле һөйләмде табып яҙығыҙ. (1 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Инша темалары:
- Ғүмер бер генә.
- Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә мине рухландырған образ.
- Белем алыу – бәхет ул.
- Нисә быуын үҫте моңһоу булып, үҙ теленән үҙе ғәрләнеп.
- Илдә барған оло яу осоронда ( М.Кәримдең “Башҡорт халҡына яуап хат” әҫәре һәм яугирлыҡ, патриотизм тураһында уйланыуҙар).
Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл
Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл
Бөтәһе: 40 балл - 100%
Предварительный просмотр:
Рус мәктәптәренең IX класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.
Башҡорт теленән һорауҙар
1.Ни өсөн һөйләмдәр ике йәки бер составлы тип йөрөтөлә?(2б.)
2.Бирелгән һүҙҙәрҙе төшөм килешкә ҡуйып яҙ: көҙ, киоск, июль,ҡолон. (2 б.)
3.Яһалышы яғынан сифаттар нисә төргә бүленә. Миҫалдар килтер.(2 б.)
4.Дуҫлыҡ,берҙәмлек,тыуған ил тураһында 2 мәҡәл яҙығыҙ.(2 б.)
5.Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ. (2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Башҡорт әҙәбиәтенән һорауҙар
1.”Урал батыр” эпосын нисәнсе йылда кем яҙып алған? Ниндәй осорҙо сағылдыра? (2 б.)
2. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынған һәм уның авторы кем?
Минең яҙғанды уҡығас,
«Әкиәт», – тимә, ҡоҙа.
Бына ул усаҡ янында
Сылғау киптереп тора.
Һөйләгәндең тамсыһы ла
Әкиәт түгел, туған,
Ана ул ята. Ә үҙем
Сылғау киптереп торам. (2 б.)
3.Салауат Юлаев кем ул? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһең? (2 б.)
4.Мифтахетдин Аҡмулла ҡайҙа, ҡасан тыуған?Шиғырҙарының исемдәрен яҙ. (2 б.)
5. Йола поэзияһына нимәләр инә?Башҡорт халҡында ниндәй йолалар һаҡланып килә? (2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Анализ өсөн текстар
ДУҪ БУЛАЙЫҠ.
Бына оҙаҡламай аш та өлгөрҙө. Ибраһим бабай, Хәсән бабай әбейҙәре менән иң түргә мендәр өҫтөнә менеп ултырҙы. Юлдаштың атаһы Хәмит, Кинйәбай ағай ситтәнерәк урынлашты. Шунан һуң Хәмит ағайҙың Юлдаш кеүек ҡустыһы, ҡомғанға йылы һыу һалып, бик һәйбәт итеп ағартылған еҙ тасҡа ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙырып сыҡты. Бөгөн ҡәҙерле ҡунаҡ килеү хөрмәтенә ашау тәртибендә ҡыҙыҡ өсөн боронғо йоланы һаҡларға тырыштылар. Ҡул йыуҙырып бөткәндән һуң, ҙур яңы ашъяулыҡ уртаға йәйелде. Һәр кем алдына ағас ҡалаҡтар ҡуйылды. Был ашты әҙерләүҙә элекке тәртип һаҡланһа ла, хәҙер бер кемдең дә табаҡтан ҡул менән ашамаясағы билдәле ине. (Зәйнәб Биишеванан.)
1. Тексты уҡы һәм темаһын билдәләгеҙ. (1 б.)
2. Төп идеяны асыҡлап яҙығыҙ.(1 б.)
3. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)
4. Әҫәрҙә ниндәй образдар бар? (1 б.)
5. Икенсе һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)
6. Текстан 2 хәлде табып, төрөн билдәләп яҙығыҙ.(1 б.)
7. Ашъяулыҡ һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)
8. Текстан билдәһеҙ эйәле һөйләмде табып яҙығыҙ. (1 б.)
9. Яңғыҙлыҡ исемдәргә миҫалдар яҙығыҙ. (1 б.)
10. Текст телмәрҙең ниндәй төрөнә ҡарай: хикәйәләүме, тасуирлаумы, фекерләүме? (1 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Инша өсөн темалар:
1. Беҙҙең өйҙөң йәме.
2. М.Аҡмулла ижадында әҙәп һәм намыҫ темалары.
3. З.Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә ысын ижад кешеһен данлау.
4. Бер сигең Яйыҡ ярында, Ыҡ буйында бер сигең.
Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла:йөкмәткеһенә- максималь 5 балл
Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл
Бөтәһе: 40 балл - 100%
Предварительный просмотр:
Рус мәктәптәренең X класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.
Башҡорт теленән һорауҙар
1. Архаизмдарға 6 миҫал килтерегеҙ. Береһе менән һөйләм төҙөгөҙ.(2 б.)
2. Алыҫ һүҙенең антонимын яҙығыҙ. Был һүҙҙең синонимдары бармы? (2 б.)
3. Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы бар? Яңғырау тартынҡыларҙы һанап сығығыҙ. (2 б.)
4.Илебеҙ күге ышаныслы ҡулдарҙа! Һөйләмдә исемдәрҙе табып, килештәрен билдәләгеҙ. (2 б.)
5. Һуйған да ҡаплаған-
Сабатаһын түргә элә-
Борсағы бешмәү-
Былар ниндәй һүҙбәйләнештәр? Һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен яҙығыҙ.(2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Башҡорт әҙәбиәтенән һорауҙар
1.Башҡорт халҡының тәүге шағиры исемен кемгә нисәнсе йылда бирәләр? Шағир нисәнсе ҡайҙа тыуған? (2 б.)
2.Түбәндәге өҙөктөң ниндәй әҫәрҙән алынғанлығын билдәләгеҙ, авторын әйтегеҙ.
Бер рус китап һатыусыһында Ғәрәп Нәүзиҙең “Рус-ғәрәп һүҙлеге” китабына тап булдым. Аҡсам бик аҙ булыу сәбәпле,китапты алайыммы,алмайыммы тип,лавкаға өс көн инеп-сығып йөрөнөм.Ниһайәт, алдым. Был китап минең өсөн бик ҡиммәтле булды. Һүҙлекте ҡулланып, ара-тирә ултырып, Ядринцевтың китабынан айырым өҙөктәрҙе төркисә тәржемә итеп, Биктимергә уҡыр инем. (2 б.)
3.Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ҡасан, ҡайҙа тыуған? Уның эшмәкәрлеге тураһында ни әйтә алаһың? (2 б.)
4. Әҫәрҙәрҙең авторын яҙығыҙ:
1) “Һуңғы тарпан” хикәйәте-
2) “Урал йөрәге” шиғыры-
3) “Айгөл иле” драмаһы-
4) “Ҡурайҡайға” шиғыры- (2 б.)
5. Афористик ижад ниндәй жанрҙарҙы үҙ эсенә ала? (4 б.) Һәр береһенә миҫал килтерегеҙ. (2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Анализ өсөн текстар
ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ.
Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостандың хәҙерге Ишембай районы Көҙән ауылында 1870 йылда тыуған. Башланғыс белемде атаһының мәҙрәсәһендә, урта белемде Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә алған.
1917-1920 йылдарҙа Ә.Вәлиди Башҡорт автономиялы республикаһын ойоштороу эшенә етәкселек итә.Башҡорт милли хөкүмәтенең рәйесе һәм хәрби министры вазифаларын башҡара. 1920 йылдың 29 июнендә Төркөстанға китә. Унда Урта Азия халыҡтарының милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Хәрәкәт баҫтырылғас, философия фәндәре докторы, Манчестер университетының профессоры, почетлы докторы, бөтә донъяла танылыу тапҡан ғалим булып китә. (Башҡортостан календарынан.)
1. Тексты уҡы һәм темаһын билдәлә. (1 б.)
2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)
2. Әҫәрҙә ниндәй образдар бар? (1 б.)
3. Әҫәр ниндәй телмәр төрөнә ҡарай:фекерләүме, тасуирлаумы, хикәйәләүме?(1 б.)
4. Алтынсы һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ, схемаһын төҙөгөҙ.(2 б.)
5. Текстан 2 ҡылым табып, заманын билдәләп яҙығыҙ.(2 б.)
6. Донъяла һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)
7. Университетының һүҙенә һүьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Инша өсөн темалар:
1.Башҡортостан- дуҫлыҡ төйәге.
2.Башҡорт зыялыһы Әхмәтзәки Вәлиди (мәшһүр тарихсының ғилми эшмәкәрлеге тураһында уйланыуҙар)
4.Халыҡ сәсәне (М.Буранғолов ижады буйынса)
5.Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде.(Шәйехзада Бабич ижады буйынса)
Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл
Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл
Бөтәһе: 40 балл - 100%
Предварительный просмотр:
Рус мәктәптәренең XI класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада эштәре.
Башҡорт теленән һорауҙар
1. Ҡушма һөйләмдәрҙең ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ? Миҫалдар килтерегеҙ.(2 б.)
2. Һүҙбәйләнештәрҙәге эйәртеүле бәйләнеш төрҙәрен әйтегеҙ: ҡояшлы көн, кино ҡарау, ят тауыш, урмандан ҡайтты, тау йылғаһы, өйҙөң ҡыйығы, матур сәскә, яҡшы китап, мәктәпкә бара.(2 б.)
3. Окоптарҙа заяға үтеүсе йәшлегем өсөн үртәлгән ерем өсөн Бетховен өсөн таныш булмаған дуҫым музыкант өсөн мин аяуһыҙ үс алдым.(И.А.) Кәрәкле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙығыҙ, синтаксик анализ яһағыҙ. (2 б.)
4. Бирелгән һөйләмдәрҙә һүрәтләү сараларын тап һәм ниндәй һүрәтләү икәнен күрһәт.
а ) Бер-беребеҙгә ҡарап тилмерәбеҙ, Бер йылғаның ике ярындай!
б) Немецтың һуғыш техникаһы беҙҙең һанһыҙ һалдатты молотилка барабаны кеүек ашай, йота (2 б.)
5. Бер составлы ниндәй һөйләмдәр бар? Миҫалдар яҙығыҙ(2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Башҡорт әҙәбиәтенән һорауҙар
1.Рәми Ғарипов ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?(2 б.)
2. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сығығыҙ. (2 б.)
3.М.Кәримдең трагик әҫәрҙәрен һанап сыҡ.Тәңкәбикә - ҡайһы драмаһының геройы? (2 б.)
4. Яттан белгән шиғырҙан өҙөк яҙығыҙ. Авторын, исемен әйтегеҙ. (2 б.)
5. Ниндәй жанрҙы сеңләү тип йөрөтәләр? Билдәләмә бирегеҙ. Бөгөн был жанр йәшәйме? (2 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
ФӘЙЗИ ҒӘСКӘРОВ.
Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы 1912 йылдың 21 октябрендә тыуған.
Бәләкәйҙән етем ҡала, 1919-1925 йылдарҙа Бөрө һәм Смоленск өлкәһендәге Дорогобуж балалар йортонда тәрбиәләнгән. 1924 йылда Башҡорт академия театрының оркестр һәм бейеү ансамбленә өйрәнсек итеп алына, бер үк ваҡытта сәнғәт техникумында уҡый. 1928-1932 йылдарҙа В.Ғ.Иманский тәҡдиме буйынса хореография техникумында А.А.Моисеевта уҡый; 1934-1936 йылдарҙа Ленинград хореография училищеһының башҡорт бүлегенә етәкселек итә, шунда уҡ үҙе классик бейеү буйынса дәрес ала. Фәйзи Ғәскәров Башҡорт халыҡ бейеүҙәр ансамблен ойоштора, милли бейеүҙәр эстрадаһының өлгө булырлыҡ репертуарын төҙөй. Халыҡтың тормошонда, үҙешмәкәр сәнғәтендә йәшәп килгән бейеүҙәрҙе йыя һәм бер тәртипкә һала. (Башҡортостан календарынан.)
1. Тексты уҡығыҙ һәм темаһын билдәләгеҙ. (1 б.)
2. Әҫәрҙең телмәр төрөн билдәләгеҙ: хикәйәләүме, тасуирлаумы, фекерләүме? (1 б.)
3. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)
4. Фәйзи Ғәскәров Башҡорт халыҡ бейеүҙәр ансамблен ойоштора, милли бейеүҙәр эстрадаһының өлгө булырлыҡ репертуарын төҙөй һөйләменә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)
5. Текстан 2 хәлде табып, төрөн билдәләп яҙығыҙ.(1 б.)
6. Ансамблен һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ. (1 б.)
7. Тестан яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табып яҙығыҙ. (1 б.)
8. Бейеүҙәрҙе һүҙенә һүьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)
9. Башҡорт һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.(1 б.)
10. Текстан тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе табып яҙығыҙ. (1 б.)
Бөтәһе: 10 балл.
Инша өсөн темалар:
- Бгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә экология проблемалары.
- Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә мине рухландырған образ.
- Нисә быуын үҫте моңһоу булып, үҙ теленән үҙе ғәрләнеп.
5. Илдә барған оло яу осоронда ( М.Кәримдең “Башҡорт халҡына яуап хат” әҫәре һәм яугирлыҡ, патриотизм тураһында уйланыуҙар).
6. Кеше-бөйөк зат.
Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл
Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл
Бөтәһе: 40 балл - 100%
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең 8-се класс уҡыусылары өсөн
башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
1. Рәүеш тә, сифат та билдәне белдерә. Уларҙың айырмаларын яҙығыҙ.
Миҫалдар килтерегеҙ
2. Мәғәнәләре буйынса ниндәй хәлдәр була? Һәр береһен атап сығығыҙ
3. Эйә менән хәбәр араһында ниндәй осраҡтарҙа һыҙыҡ ҡуйыла? Миҫалдар килтерегеҙ.
4. Интонация яғынан һөйләмдәр ниндәй төрҙәрҙә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ
5. Ниндәй һөйләмдәр ҡушма һөйләм тип атала? Ҡушма һөйләмдәр ниндәй төрҙәргә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ
6. Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.Ҡараһаҡал – Башҡортостан тарихындағы атаҡлы шәхес.
7. Тағы күкрәп яҙҙар килде ерҙәр йәшәрҙе һыуҙар ташты болондар сәскәләргә күмелде һөйләмендә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?
Башҡорт мәктәптәренең 8-се класс уҡыусылары өсөн
туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары
1.”Ҡайҙа һин, Александр Матросов?” әҫәренең авторы кем?
2. Нимә ул гипербола?
3. Батырлыҡ тураһында өс мәҡәл яҙығыҙ.
4.”Ҡаһым түрә” драмаһының авторы кем? Төп темаһын билдәләгеҙ.
5. Батырҙар тураһында ниндәй ҡобайырҙар беләһең?
6. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән ;
Килмәк абыҙ был һүҙҙәрен ауылдарға, йәйләүҙәргә барып һөйләй ине.Уның яуға сығырға өндәй башлағанына байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡарҙар иреп, һыуҙар һыуға ҡушылды, йырғанаҡтар ярылды.Ағиҙелдә боҙ китте.
7. Яманға ҡаршы тулҡынған,
Яҡшыға ҡарап урғылған,
Диңгеҙҙән дә ятыулы,
Уралдан да артыулы-
Нимә булыр әйт шуны.
Ҡобайыр йомғағының яуабы нимә булыр?
8. Кем ул сәсән? Cәсәндәрҙән кемдәрҙе беләһең?
Башҡорт теленән яуаптар
1. Предметтың билдәһен белдергән һүҙ сифат тип атала. Мәҫәлән: ҙур йорт, матур күлдәк;
Эш-хәлдең билдәһен белдергән һүҙ рәүеш тип атала. Мәҫәлән: шәп йөҙә, яҡшы уҡый. (1 б.)
2.Хәл төрҙәре: рәүеш хәле, урын хәле, ваҡыт хәле, күләм-дәрәжә хәле, сәбәп хәле, маҡсат хәле, шарт хәле, кире хәл. (1 б.)
3.- Эйә менән хәбәр бер үк һүҙ төркөмөнән килгәндә.
- Эйә алмаштан, хәбәр исемдән йәки исем урынында ҡулланылған бүтән һүҙ төркөмөнән килгәндә. (1 б.)
4. Хәбәр һөйләм . Кемдер килеп инде. Бойороҡ һөйләм . Бөгөн һин быны бөгөн үк эшләргә тейеһең!, Өндәү һөйләм.Онотмайыҡ илдең күргәнен! Һорау һөйләм. Атай, һин иртәгә эшләйһеңме?( 1б.)
5.Кәмендә ике ябай һөйләмдән торған һөйләмдәр ҡушма һөйләмдәр тип атала. Ҡушма һөйләмдәр теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә бүленәләр Мәҫәлән:
а )Урман өнһөҙ, йә ул йоҡлай, йә ул уйлана һымаҡ.
б ) Әсәй, мине таңда уят әле, дала өҫтөн томан алғанда.(2 б.)
6. ( 1 б.)
7. Тағы күкрәп яҙҙар килде, ерҙәр йәшәрҙе, һыуҙар ташты, болондар сәскәләргә күмелде.( 1 б.)
Туған әҙәбиәтенән яуаптар
1.Р.Насиров. (1 б.)
2. Арттырып яҙыу(1 б.)
3. (1 б.)
4.Б.Бикбай. Француздарға ҡаршы һуғышта башҡорттарҙың батырлығы ( 1 б.)
5 “Салауат батыр”, “Бейек тауҙың үлгәне”. ( 1 б.)
6. “Кинйә” романынан. ( 1 б.)
7. Сәсән( 1 б.)
8. Халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе һүҙ оҫталары. Дәүләкән сәсән, Ҡобағош сәсән Айҙар сәсән, Ерәнсә сәсән, Байыҡ сәсән, Шафиҡ Әминев Тамъяни сәсән. ( 1 б.)
Юғары балл 100 %– 16 балл
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең 5-се класс уҡыусылары өсөн
башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
- Түбәндәге һүҙҙәргә синонимдар яҙ: йәшәй, аҙыҡ, эшһөйәр.
- Бирелгән һүҙҙәрҙе төбәү килештә үҙгәртеп яҙ: июль, фонарь, ноябрь, грипп, Донбасс, киоск, нефть.
- Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуй: бир.яҡ, Аҡ.юл, көн.яҡ, .герә, .рған, Гөл.емеш.
- Түбәндәге һүҙгә фонетик анализ яһа: ялан.
- Эш һүҙенә тамырҙаш һүҙҙәр уйлап яҙ.
- Ғаилә һүҙе менән биш һөйләм төҙө.
- Түбәндәге һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуй һәм интонация яғынан ниндәй һөйләм төрө икәнен билдәлә.
Их бигерәк йәмле был тирә ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша ысыҡ тамсылары ем-ем килә сәскә еҫе аңҡый ә һеҙҙең яҡтар матурмы.
8. Синтаксик анализ яһа.
Алтын тәңкәләрен һибә ҡайын,
Ел уларҙы һөйөп уйната,
Торна өйөрө уҙа көньяҡҡа.
Ҡоштар үҙе менән алып китә бергә көн йәмен,
Шәрә ҡала ҡалын урмандар,
Ҡырҙар алмаштыра күлдәген. (Б. Бикбай.)
Башҡорт мәктәптәренең 5-се класс уҡыусылары өсөн
туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары
- Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙ.
- Беҙҙең республикала балалар өсөн ниндәй гәзит-журналдар баҫыла?
- Йомаҡтарҙың яуаптарын тап:
а ) Ҡабаҡтың уртаһында нимә бар?
б ) Диңгеҙҙә ниндәй таш булмай?
в ) Ҡаҙ һыуҙан сыҡҡас ни эшләй?
г ) Ни өсөн ат шишмәгә бара?
4. Тел тураһында ниндәй шиғырҙар беләһең? Уларҙың авторын һәм исемдәрен күрһәтеп яҙ.
5. Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ…;
Шиғырҙы дауам итегеҙ. Уның исеме һәм авторы.
6. Оксана менән Йәмил ниндәй әҫәрҙең геройҙары? Авторы кем?
7. М. Ғафуриҙың ниндәй мәҫәлдәрен беләһегеҙ?
8. Нимә ул йәнләндереү? Миҫал килтер.
Башҡорт теленән яуаптар
- Йәшәй – көн күрә, ғүмер итә
Аҙыҡ – ризыҡ, ашамлыҡ
Эшһөйәр – уңған, тырыш.(1 б.)
- Июлгә, фонарға, ноябргә, грипҡа, Донбассҡа, киоскыға, нефткә. (1 б.)
- Биръяҡ, Аҡъюл, көньяҡ, йүгерә, юрған, Гөлйемеш. (1 б.)
- Ялан – я-лан [йа-лан] – 4 хәреф, 5 өн
[й]- тартынҡы, яңғырау
[а]- һуҙынҡы, ҡалын, иренләшмәгән
[л]- тартынҡы, яңғырау
[а]- һуҙынҡы, ҡалын, иренләшмәгән, баҫымлы
[н]- тартынҡы, яңғырау (1 б.)
5. Эшсе, эшһеҙлек, эшсән, эшһөйәр, эшҡыуар.( 1 б.)
6. (2 б.)
7. Их, бигерәк йәмле был тирә! Ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша, ысыҡ тамсылары ем-ем килә, сәскә еҫе аңҡый. Ә һеҙҙең яҡтар матурмы? (Өндәү, хәбәр, һорау һөйләмдәр) (2 б.)
8. (2 б.)
Туған әҙәбиәтенән яуаптар
1. – (1 б.)
2. “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә” гәзите (1 б.)
3. “Т” хәрефе, ҡоро, ергә баҫа, сөнки шишмә ат янына килә алмай. (1 б.)
4. Б. Бикбай “Туған тел”, “Рус теле”, Р. Ғарипов “Туған тел”, З. Биишева “Башҡорт теле”.( 1 б.)
5. Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ. (Р. Ғарипов “Туған тел”) (1 б.)
6. М. Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме” (1 б.)
7. “Һарыҡты кем ашаған?”, “Ат һәм эт” (1 б.)
8. Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең кеше сифаттары аша һүрәтләнеүе йәнләндереү тип атала. Мәҫәлән, “Тыуған ҡалама йыр” шиғырында Н. Нәжми баш ҡалабыҙҙы кеше ҡиәфәтендә күҙ алдына баҫтырғайны:
Көмөш ҡайыш быуған егет кеүек,
Ағиҙелде урап билеңә,
Баҫҡанһың һин, Урал һаҡсыһындай,( 2 б.)
Тыуған Өфөм минең, бергенәм…
Юғары балл 100% – 20 балл
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн
башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
1. Түбәндә ниндәй мәҡәл яҙылған:
ели ҡю ҡюңыт еелт
2. Өн һәм хәреф һаны тигеҙ булған һүҙҙәрҙе күсереп ал: ябыҡ, Яхъя, көньяҡ, июнь, класс, юртаҡ, Аҡмулла, аҡҡош, орсоҡ.
3. Ерек һүҙенә фонетик анализ яһа.
4. Түбәндәге сифаттарҙы дәрәжәләр менән үҙгәрт : йылы, һоро, ҡара.
5. Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлат :
- бүрәнә аша бүре күреү
- кәкре ҡайынға терәтеү
- түбәһе күккә тейгән
- балтаһы һыуға төшкән
6. Һөйләмдәргә тулы синтаксик анализ яһа. Аҫтына һыҙылған һүҙҙе һүҙьяһалыш буйынса тикшер.
Көҙгө япраҡ төштө килеп
Өҙөлөп ботаҡтарҙан.
Ҡарап торҙом бойоғоп мин
Күҙ алмай уҫаҡтарҙан.
7. Ниндәй үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен беләһең, миҫалдар килтер. Балаларға һүҙенә морфологик анализ яһа.
Башҡорт мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн
туған әҙәбиәттән олимпиада һорауҙары
1. Шиғырҙы дауам ит. Уның исемен, авторын билдәлә.
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин…
2. Башҡорт халыҡ мәҡәлен уҡы. Асҡысы алфавитта.
30 1 16 37 15 26 1 23 6 27 25 2 27 16 31 1 12 16 6 8 19 14
21 24 21 26 20 24 2 27 16 1
3. Батырҙар тураһында ниндәй әкиәттәр беләһең?
4. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән:
- …Кирәмәт башына менеү – бөркөт осор бейеклеккә күтәреләү тигән һүҙ ул. Төндәрен уның өҫтөндә, - ти Шәрифулла, - усаҡ тирәһендә әйләнгән күбәләктәр төҫлө, йондоҙҙар һикерешеп уйнай. Улар түбән үк төшәләр – үрел дә тот үҙҙәрен! Ҡайһы бер шуҡтары, яңылыш ҡаяға һуғылып, селпәрәмә лә киләләр. Ана шуны инде йондоҙ атылыу тиҙәр.
5. Нимә ул хикәйәләү?
6. Нимә ул аллегория? “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәленең морале нимәлә?
7. “…Эй алйот, ҡыҫҡанға былтыр, ҡысҡыралармы быйыл!” Был юлдар ниндәй әҫәрҙән?
8. Салауат Юлаев тураһында ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?
Башҡорт теленән яуаптар
1. Теле юҡтың иле юҡ. (1 б.)
2. Орсоҡ, июнь, көньяҡ. (1 б.)
3. Ерек – е-рек[йэ-рэк], 4 хәреф, 5 өн
[й] – тартынҡы, яңғырау
[э] – һуҙынҡы, нәҙек, иренләшмәгән
[р] – тартынҡы, яңғырау
[э]
[к] – тартынҡы, һаңғырау (1 б.)
4. Йылы – йылымса – йылыраҡ – ныҡ йылы
Һоро – һорғолт – һорораҡ – һоп-һоро
Ҡара – ҡараһыу – ҡарараҡ – ҡап-ҡара (1 б.)
5. Кәрәкмәгәнде күреү, алдау, шатланыу, ҡайғырыу (1 б.)
6. - (2 б.)
7. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем (алма), ҡылым (ашай), сифат (матур һүҙ), алмаш (шул), рәүеш (матур йөрөй), һан (өс).
Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүес (һәм, сөнки), бәйләүес (өсөн, кеүек), киҫәксә (генә, ҡына), ымлыҡ (эй, ссс), мөнәсәбәт һүҙҙәр (әлбиттә)
Балаларға – исем (кемдәргә?), уртаҡлыҡ исем, күплектә, тамыр исем, төбәү килештә, тамыры – бала, -лар – күплек ялғауы, -ға – төбәү килеш ялғауы, һөйләмдә тултырыусы була. (3 б.).
Туған әҙәбиәттән яуаптар
1. Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле. (З. Биишева “Башҡорт теле”) (2 б.)
2. “Халыҡтар дуҫ булһа, илдең көсө тос була” (1 б.)
3. “Урал батыр”, “Аҡъял батыр”, “Ҡамыр батыр” ( 1 б.)
4. М. Кәрим “Өс таған” (1 б.)
5. Хикәйәләү – ваҡиғаларҙы, эш-хәрәкәттәрҙе эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп биреү.
(1 б,)
6. Хайуандар аш кешеләр тормошон ситләтеп һүрәтләү алымы аллегория тип атала. Кешеләр араһындағы яуызлыҡты һәм көслөләрҙең көсһөҙҙәрҙе йәберләүен фашлау. (1 б.)
7. Ғ. Туҡай “Шүрәле”(1 б.)
8. Р. Бикбаев “Салауат ҡылысы”,Ә. Атнабаев “Салауат менән һөйләшеү”, С. Шәрипов “Яҙмыш менән алыш”, М. Ғәли “Ҡайт, Салауат!” (1 б.)
Юғары балл 100% - 19 балл
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең 7-се класс уҡыусылары өсөн
башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
1. Хәреф һаны өн һаны менән тап килгән һүҙҙе күрһәтегеҙ: егерме, таяҡ, юрған, янъялсы, ашъяулыҡ, Кузбасс, Кәримә, завод.
2. Түбәндәге фразеологизмдарҙы бер һүҙ менән генә аңлатығыҙ: айыу майы һөртөү, табан ялтыратыу, ауыҙ ҡолаҡҡа етеү, теш тешкә теймәү.
3. Эйәртеүле бәйләнеш юлы менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәрен һанап сыҡ. Миҫалдар яҙ.
4. Ниндәй үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен беләһең, миҫалдар килтер.
5. Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһа:
Тышта шаулы хеҙмәт ҡайнай,
Һәм тормош тора гөрләп,
Шул тормош эсендә илһам
Шағирҙы йөрөй эҙләп.
6. Ике һәм алты һанын һан төркөмсәләренә ҡуйып яҙ.
7. Түбәндәге һүҙҙәр нимәне белдерә?
Ай-һай, эй, уф-ф-ф, ура. Бер ҡушма һөйләм уйлап яҙ.
8. Бер һәм ике составлы һөйләмдәрҙең төрөн билдәлә:
а ) Таң ата.
б ) Бөтә ҡаланы йороп сыҡты.
в ) Ямғыр. Ләйсән ямғыр.
г ) Дүртөйлө ауылы йоҡонан уяна.
Башҡорт мәктәптәренең 7-се класс уҡыусылары өсөн
туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары
1. “Аттылар уны. Үҙенекеләр атты. Үҙенекеләрме икән?!” Ниндәй әҫәр хаҡында һүҙ бара? Авторы кем? Әҫәр кем тураһында?
2. Александр Мотросов хаҡында кемдәр ниндәй әҫәрҙәр ижад иткән?
3. З. Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесындағы төп геройҙар.
4. Нимә ул рифма? Үҙеңдең фекереңде миҫал менән иҫбатла.
5. Түбәндәге картиналарҙың авторын билдәлә: “Алтын көҙ”, “Салауат йорто”, “Буйһонмаҫ ихтыяр”.
6. Дәүләкән районынан сыҡҡан яҙыусыларҙы һанап сыҡ.
7. Алдар Иҫәнгилдиндың батырлыҡтары тураһында кемдең әҫәре аша беләбеҙ?
8. Образлылыҡты һәм матурлыҡты көсәйтеү өсөн ниндәй тасуирлау саралары
ҡулланыла?
Башҡорт теленән яуаптар
1. Ашъяулыҡ, Кәримә, завод. (1 б.)
2. Алдау, ҡасыу, шатланыу, өшөү. (1 б.)
3. Ярашыу – беҙ әҙерләнәбеҙ, башҡарылыу – урманға барҙыҡ, йәнәшәлек – ҡыҙыл таҫма,һөйкәлеү – Ләйсәндең сәсе. (1 б.)
4. . Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем (алма), ҡылым (ашай), сифат (матур һүҙ), алмаш (шул), рәүеш (матур йөрөй), һан (өс).
Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүес (һәм, сөнки), бәйләүес (өсөн, кеүек), киҫәксә (генә, ҡына), (2 б.)
5. –(1 б.)
6. Төп (ике, алты), рәт (икенсе, алтынсы), сама (ике-өс, алтылап), йыйыу (икәү, алтау), бүлеү (икешәр, алтышар), кәсер (ике бөтөн ундан алты), үлсәү (ике килограмм, алты ҡолас) (2 б.)
7. Ымлыҡтар – кешенең төрлө хис-тойғоһон белдергән һүҙҙәр.(1 б.)
8. а) йыйнаҡ, б) билдәле эйәһеҙ һөйләм, в) атама һөйләм, г) тарҡау һөйләм (1 б.)
Туған әҙәбиәтенән яуаптар
1. Р. Солтангәрәеев “Осто бөркөт” романы. 1937 йылда репрессия ҡорбаны булған Муса Мортазин тураһында.(2 б.)
2. Ә. Бикчәнтәев “Бөркөт һаула үлә”, Р. Насиров “Ил балаһы Шакирйән” (1 б.)
3. Юлдаш, Ҡыҙырас, Ғилман (1 б.)
4. Рифма – шиғыр юлдарының оҡшаш яңғырашлы һүҙҙәргә тамамланыуы. Мәҫәлән, “Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан таптатмаҫ,
Таптаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ…” (2 б.)
5. Ә. Лотфуллин, Ф. Ерғәлиев, Р. Ишбулатов (1 б.)
6. Ә. Хәким, Б. Дим, Р. Ураҡсина, С. Яҡшығолов (1 б.)
7. Ғ. Хөсәйеновтың “Алдар батыр ҡиссаһы” повесы (1 б. )
8. Сағыштырыу, эпитет, метафора (1 б.)
Юғары балл – 100% - 20 балл
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары өсөн
башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
1. Өлкән сержант, йәғни беҙҙең командир, миңә күҙ төшөрөп алды.
а ) Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлат;
б ) Һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһа.
2. Түбәндәге һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатығыҙ, эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юлдар менән бәйләнгән? Ике яр ҙа аҡ томанға күмелде.
3. Бер составлы ниндәй һөйләмдәр бар? Миҫалдар яҙығыҙ.
4. Тура һәм ситләтелгән телмәр. Миҫалдар килтерегеҙ.
5. Башҡорт теленең функциональ стилдәрен һанап сыҡ.
6. Һөйләмгә тулы синтаксик анализ эшлә:
Йәмле йәй үткәс, һалҡын көҙ еткәс,
Һин дә шатланып мәктәпкә киткәс,
Мин дә китермен, диңгеҙ кисермен,
Йылы яҡтарҙа ғүмер итермен. (“Бала менән һандуғас”)
7. Бирелгән һөйләмдәрҙә һүрәтлә сараларын тап һәм ниндәй һүрәтләү икәнен күрһәт. а ) Бер-беребеҙгә ҡарап тилмерәбеҙ,
Бер йылғаның ике ярындай!
б ) Немецтың һуғыш техникаһы беҙҙең һанһыҙ һалдатты молотилка барабаны кеүек ашай, йота.
8. “Беҙҙең өйҙөң йәме” темаһына йыйнаҡ инша яҙ. (Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына ҡарата).
Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары өсөн
туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары
1. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусылырын һанап сыҡ.
2. Түбәндәге юлдар ниндәй әҫәрҙәрҙән алынған:
а ) Ирмен тигән ир-батыр
Тыуған илен һөйөр ул.
Ил ҡайғыһын ҡайғы итеп,
Иле өсөн көйөр ул…
б ) Баланың ниһен маҡтайһың-
Атаның телен алмаған,
Ҡыҙҙың ниһен маҡтайһың-
Ғәйбәт һүҙҙән ҡалмаған…
в ) Ауылға етеп, мәҙрәсә ихатаһына яҡынлағанда:
- Беҙҙең абыҙ бөгөн дә күренмәй, берәй яҡҡа китеп барҙымы? – тип
Һоранылар тағы Кинйәгә текләп…
г ) Урал! Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә,
Ә ҡойроғо ҡойона Аралда…
д ) …Бына, юғарыға табан оҙонсалап, аҡҡош муйынына барып тоташҡан йомройраҡ ҡорһағына ҡойроҡто уралта терәп. туҙ баш йылан көршәктән һыу эсергә ынтылған…
3. Түбәндәге картиналарҙың авторын билдәлә: “Ҡариҙел”, “Алтын көҙ”, “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ”
4. Бирелгән төшөнсәләргә билдәләмә бир: легенда, йомаҡ, әкиәт, әйтеш. Миҫалдар килтер.
5. Ниндәй әҫәрҙең прологында Иҙел буйлап пароходта килеүсе шағир, архитектор һәм агроном әңгәмәләшә?
6. Районда ниндәй гәзит-журналдар нәшер ителә? Уларҙың баш мөхәррире кем?
7. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сыҡ.
8. Ниндәй халыҡ ижады өлгөһөндә Асылыкүл буйҙары иҫкә алына?
Башҡорт теленән яуаптар
1. Айырымланған өҫтәлмәлектәр ике яҡтан да өтөр менән айырыла.(1 б.)
2. Яр күмелде (ярашыу), ике яр (йәнәшәлек) , томанға күмелде (башҡарылыу) .(1 б.)
3. Билдәле эйәле һөйләм, билдәһеҙ эйәле һөйләм, атама һөйләм , эйәһеҙ һөйләм. (1 б.)
4. Үҙгәртелмәйенсә ҡулланылған сит кешенең телмәре тура телмәр тип атала. “Ир намыҫы бил ҡайышы түгел, береһен һалдырып алһалар, икенсеһен быуып булмай”,-тине кемдер.
Икенсе бер кешенең үҙгәртелеп ҡулланылған телмәрен ситләтелгән телмәр тип атайҙар. Кемдер берәү тегегә ир намыҫының бил ҡайышы түгеллеген, береһен һалдырып алғанда, икенсеһен быуып булмауын әйтте.(2 б.)
5. Йәнле һөйләү стиле, матур әҙәбиәт стиле, фәнни стиль, публицистик стиль, рәсми эш ҡағыҙҙары һәм хаттар стиле. (1 б.)
6. (1 б.)
7. Бер йылғаның ике ярындай – сағыштырыу, молотилка барабаны кеүек – метафора.(1 б.)
8. 5 балл.
Туған әҙәбиәтенән яуаптар
1. Халыҡ шағирҙары – М. Ғафури, М. Кәрим, Р. Ғарипов, Р. Ниғмәти, С. Ҡудаш, Н.Нәжми, Р. Бикбаев, Б. Бикбай, Ә.Атнабаев, Т.Йосопов, М.Кәримов, А. Филиппов. Халыҡ яҙыусылары – З. Биишева, Ә. Хәким, Н. Мусин, Н. Асанбаев, Ғ. Хөсәйенов. .(1 б.)
2. “Ололар һүҙе” ҡобайыры, М. Аҡмулла “Аттың ниһен маҡтайһың?”, Ғ. Ибраһимов “Кинйә”, Р. Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйҙары”, З. Биишева “Һөнәрсе менән өйрәнсек”. .(1 б.)
3. Б. Домашников, Ә. Лотфуллин, Ҡ. Дәүләткилдиев .(1 б.)
4. Легенда – ул теге йәки был күренеш, предмет, атаманың килеп сығышын аңлатҡан халыҡ хикәйәһе (“Ҡариҙел”) .
Йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер (Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым)
Әкиәт – уйҙырмаға нигеҙләнгән тылсымлы һәм мажаралы йөкмәткеле йә булмаһа көнкүреш характерындағы хикәйә (“Ҡамыр батыр”)
Сәсәндәрҙең ҡобайыр менән үҙ-ара әйтешен борон ҡобайыр әйтеш, ә унда сығарылған ҡобайырҙарҙы әйтеш тип атағандар (“Ҡобағош сәсән менән Аҡмырҙа сәсәндең әйтеше”) (2 б.)
5. Ғ. Сәләм “Шоңҡар” (1 б.)
6. “Асылыкүл”, “Балҡантау”. Баш мөхәррире – Ишбулат Йомабай улы Аҡҡолов (1 б.)
7. Сюжет - әҫәрҙәге үҙ-ара бәйләнгән һәм эҙмә-эҙлекле үҫә барған тормош ваҡиғалары. Сюжет экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация һәм сиселештән тора. (2 б.)
8. “Заятүләк һәм Һыуһылыу” эпосы (1 б.)
Юғары балл 100% - 23 балл
Предварительный просмотр:
2019-2020 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн һорауҙар
Башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары (7 класс)
1. Төньяҡ һүҙенә фонетик анализ эшләгеҙ.
2. Ғаилә һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.
3. Сифат менән рәүештең айырмалы яҡтарын билдәләгеҙ. Миҫалдар яҙығыҙ.
4. Батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙығыҙ.
5. Баярҙың атын өркөткән өсөн, беҙҙе лә ябып ҡуйҙылар. (С. Агиш) һөйләмендә хәлдәрҙе табып, һорау ҡуйығыҙ, уларҙың төрөн асыҡлағыҙ.
6. Ниндәй халыҡ йырҙарын беләһегеҙ?
7. Һорауарға яуап яҙығыҙ:
Башҡортостандағы иң бейек тауҙың исеме-
Башҡортостандағы иң ҙур күл –
Башҡортостандағы иң оҙон йылға -
8. “Өс бөртөк бойҙай” хикәйәһенең авторын яҙығыҙ.
9. Нимә ул легенда? Ниндәй легендаларҙы беләһең?
10. 2021 йылда юбилейҙары буласаҡ яҙыусыларҙың исемдәрен яҙығыҙ.
Предварительный просмотр:
2019/2020 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
район олимпиадаһы өсөн һорауҙарына яуаптар
10-Б-2019
- Түбәндәге үҙләштерелгән һүҙҙәргә төп башҡорт һүҙҙәренән синонимдар табығыҙ: нәтижә, мосафир, мөхәббәт, януар, фәҡир.
Яуап: Нәтижә-һөҙөмтә, мосафир-юлсы, мөхәббәт-һөйөү, януар-йәнлек, фәҡир-ярлы
- Бындай һүҙбәйләнештәр фразеологизмдар тип атала.
Күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек – бик ҡәҙерле
борсаҡ бешмә – үҙһенмәү, мөнәсәбәттәрҙең килеп сыҡмауы
башы күккә тейеү – ҡыуаныу, шатланыу,
ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ – бик матур
теле телгә йоҡмау – бик шәп һөйләү
- Ҡалъя һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
Яуап: Ҡалъя [ҡал-йа]
ҡ - [ҡ] – тартынҡы, һаңғырау, парлы
а - [а] – һуҙынҡы, ҡалын, иренлшмәгән, баҫымһыҙ
л - [л] – тартынҡы, талғын, парһыҙ
ъ – ҡалын айырыу билдәһе өн белдермәй
[й]- тартынҡы, яңғырау, парһыҙ
я [а] – һуҙынҡы, ҡалын, иренләшмәгән, баҫымлы
5 хәреф, 5 өн, ъ – өн белдермәй, я хәрефе , айырыу билдәһенән һуң килгәнгә ике өн белдерә. Беренсе ижек – ябыҡ, икенсе ижек – асыҡ, баҫымлы.
- Ҡайындар тағы ла нәфисерәк япраҡҡа төрөндө.
Аҫтына һыҙылған һүҙгә морфологик анализ эшләгеҙ.
Яуап: Нәфисерәк – б.ф. - нәфис, тамыр, төп сифат, сағыштырыу дәрәжәһе, аныҡлаусы.
- Шик юҡ һүҙен бер осраҡта инеш һүҙ, икенсе осраҡта һөйләм киҫәге итеп һөйләм уйлап яҙығыҙ.
Яуап: Шик юҡ, ул бөгөн килмәгән. Уның бөгөн килмәүе тураһында шик юҡ.
- Әҫәрҙәрҙең авторын яҙығыҙ.
Яуап:“Ҡытай-город” – Ә.Әминев
“Ҡайыш илә йүкә” – М.Өмөтбаев
“Шағирҙың алтын прииискыһында” – М.Ғафури
“Ҡиссаи Йософ” – Ҡол Ғәли
- Йылы, бөҙрә, ҡайнар һүҙҙәре менән эпитеттар уйлап яҙығыҙ.
Яуап: йылы ҡараш, бөҙрә талдар, ҡайнар йөрәк.
- Дауыт Юлтый драмаһынан алынған һәм халыҡ араһында ялағай, намыҫһыҙ, маҡтансыҡ әҙәмдең синонимына әйләнгән әҙәби образ.
Яуап: Әпкәләй
- Трагедия, комедия, драма жанрҙарына башҡорт драматургияһынан миҫалдар килтерегеҙ.
Яуап: Трагедия: М.Кәрим “Ай тотолған төндә”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!”
Комедия: Х. Ибраһимов «Башмағым», М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»
Драма: М. Кәримдең «Йырланмаған йыр» һәм «Яңғыҙ ҡайын» Ә. Мирзаһитовтың «Күршеләр», Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө рәйес» һ.б.
- “Урал батыр” эпосында ниндәй тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе телгә алына?
Яуап: Урал, Ямантау, Ирәмәл, Ҡырҡты
Предварительный просмотр:
2019/2020 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт (туған) теле һәм туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙарына яуаптар
10 – Р –2019
- Тура телмәргә берәй миҫал килтерегеҙ.
Яуап: Минән: “Йылдың ҡайһы миҙгеле матур ?”- тип һоранылар.
- Барыу ҡылымын зат, һан менән үҙгәртегеҙ.
Мин барам, һин бараһың, ул бара.
Беҙ барабыҙ, һеҙ бараһығыҙ, улар баралар.
- Башҡорт телендәге үлән исемдәрен тәржемә итегеҙ.
Яуап: Ҡуҙғалаҡ - щавель,
Меңьяпраҡ - тысячелистник,
юл япрағы - подорожник,
әрем - полынь,
балтырған - борщевик,
мәтрүшкә - душица
- Ниндәй һүҙҙәрҙе неологизмдар тип атайҙар? Миҫалдар килтерегеҙ.
Яуап: Телдә яңы барлыҡҡа килгән һүҙҙәрҙе неологизмдар тип атайҙар. Модем, боҙбармаҡ, йәнһүрәт
- Эйәнән йәки эйә составынан ғына торған һөйләмдәр нисек атала?
Яуап атама һөйләмдәр
- Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен билдәләгеҙ. Р.Ғарипов“Туған тел”, З.Вәлиди “Хәтирәләр”, Шәйехзада Бабич“Халҡым өсөн”, Талха Ғиниәтуллин“Башҡорт аты”.
- Нәжип Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” драмаһының төп геройы кем? Уның хаҡында ниндәй мәғлүмәттәр әйтә алаһығыҙ?
Яуап: Кәрим Хәкимов. күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре. Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ.
1. Оҫта барҙа ҡулың тый, сәсән барҙа телең тый
2. Сысҡанға үлем, бесәйгә көлкө.
3. Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке -сепрәк
4. Йән биргәнгә, йүн бирер.
5. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта
6. Ни сәсһәң, шуны урырһың
7. Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың
- Ниндәй әҫәрҙәрҙе топонимик хикәйәләр тип йөрөтәләр? Миҫалдар килтерегеҙ.
Яуап: борон-борондан тәбиғәттәге, йәмғиәттәге төрлө хәл-әхүәлдәрҙе, ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе, айырым факттар тураһындағы иҫтәлектәрҙе конкрет, урын атамалары һәм уларҙың аңлатмалары менән мәңгеләштереү һөҙөмтәһендә тыуған. Миҫал: “Ырғыҙ”
- Башҡорт халыҡ әкиәттәре ниндәй төркөмдәргә бүленәләр. Миҫалдар килтерегеҙ.
Яуап: хайуандар тураһындағы әкиәттәр (“Төлкө менән бүҙәнә”)
тылсымлы әкиәттәр (“Урал батыр”,“Ете ҡыҙ”)
батырҙар тураһындағы әкиәттәр(“Аҡъял батыр”),
тормош-көнкүреш әкиәттәре (“Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәсәкән Сәлмән”).
Предварительный просмотр:
2019/2020 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән
район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн һорауҙар
2019/2020 уҡыу йылында рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән диалог темалары (башлап өйрәнеүселәр өсөн):
10 –Г-2019
- Танышыу.
- Дарыуханала.
- Кейем магазинында.
- Ял паркында.
- Театрҙа.
- Китап магазинында.
- Дауаханала (Врач кабинетында).
- “Канцтауарҙар” магазинында.
- Минең тыуған Башҡортостаным.
- Яратҡан миҙгелем.
2019/2020 уҡыу йылында рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән текст өҫтөндә эш (башлап өйрәнеүселәр өсөн):
10 – Г-2019
Башҡорт аты
Башҡорттоң бөтә үткән тарихи юлы ат менән бәйле. Уның хаҡында йырҙар яҙылған. Башҡорт үҙ балаһын «ҡолонсағым» тип ярата. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрендә лә шул уҡ ат тояғы тыпырлаған тауышты ишетергә була.
Башҡорт аты сығышы менән дала урман яғы тоҡомона ҡарай. Башы ҙур, маңлайы киң, муйыны йыуан, арҡаһы тура булған.
Элек атты ҡайһы саҡта бала ҡарарға ла ҡалдырғандар. Бала ситкә китһә, ат яғаһынан тешләп килтереп ҡуя. Аттар һалдаттарҙы һуғыш яланынан да алып сыҡҡандар.
Бүтән бер халыҡта ла башҡорттағы кеүек ат менән бәйле бай ауыҙ-тел ижады юҡтыр. Иң мөғжизәле ат – башҡорт халҡының бөйөк эпостарындағы Аҡбуҙат.
Бейә һөтөнән ҡымыҙ эшләйҙәр, унда бик күп витаминдар бар. Рус яҙыусылары А.П.Чехов, Л.Н.Толстой, С.Т.Аксаков ҡымыҙҙы бик яраталар. Башҡортостанда ҡымыҙ менән дауалаған бик күп шифаханалар ҙа бар.
- Башҡорт халыҡ ижадында ат нисек сағылыш тапҡан?
- Ниндәй ул башҡорт аты?
- Иң мөғжизәле аттың исеме?
- Ҡымыҙ менән ниндәй рус яҙыусылары дауаланған?
БАҺАЛАУ КРИТЕРИЙҘАРЫ
Тексты тыңлау
Уҡыусыға текст тыңлатыла. Уҡыусыға тыңлағанды аңлап һөйләү тәҡдим ителә. Уҡыусыны баһалаған түбәндәгеләргә иғтибар итергә кәрәк:
Баһалауҙың төп критерийҙары | ||
Балл | Йөкмәтке | Грамоталылыҡ |
“10 -9” | Текстың йөкмәткеһенә тура килә. Текстың йөкмәткеһен аңлап һөйләй. Уҡыусының телмәрендә өндәрҙең әйтелеше дөрөҫ ҡуйылған. Бер-ике урында әһәмиәтле булмаған ситкә тайпылыуҙар бар. | |
“8-7” | Текстың йөкмәткеһенә нигеҙҙә тура килә. Хикәйәләү эҙмә-эҙлелегендә бик үк әһәмиәте булмаған ситкә тайпылыу бар. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренә иғтибар биреп бөтөрмәй, бер нисә һүҙҙе дөрөҫ әйтмәй. Һөйләм төҙөлөшөндә бер –ике хата күҙәтелә. | |
“6-5” | Текстың йөкмәткеһен асыуҙа ситкә тайпылыуҙар бар. Уҡыусыға тексты үҙаллы һөйләү ауыр, өҫтәлмә һорауҙар биреү талап ителә. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренә иғтибар бирелмәй, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәй. Һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар. | |
“4-3” | Уҡыусы текстың йөкмәткеһен тулыһынса аңламай, ҡайһы бер һүҙ, һүҙбәйләнештәрҙе генә әйтеп бирә ала. Текст йөкмәткеһен тулы килеш һөйләмәй. | |
“2-1” | Уҡыусы тексты бөтөнләй аңламай. Һорауҙарға яуап бирә алмай. |
Диалог
Бирелгән ситуация йәки лексик тема буйынса төҙөлөшө яғынан дөрөҫ, йөкмәткеһе яғынан эҙмә-эҙлекле һәм тулы диалогик телмәр төзөгәндә, «10-9» ҡуйыла.
Бирелгән ситуация йәки лексик тема буйынса репликаларҙың төҙөлөшөндә һәм айырым һүҙҙәрҙең грамматик формаларында 2-3 хата ебәреп, йөкмәтке яғынан эҙмә-эҙлекле диалогик телмәр төҙөгәндә, «8-7» балл ҡуйыла.
Өҫтәмә һорауҙар ярҙамында ғына әңгәмә ҡора алғанда, репликаларҙың төҙөлөшөндә һәм һүҙҙәрҙең грамматик формаларында 4-6 хата ебәреп, йөкмәтке яғынан бәйләнешһеҙ диалогик телмәр төҙөгәндә, «6-5» балл ҡуйыла.
Бирелгән ситуация йәки лексик тема буйынса диалог төҙөй алмағанда, «0» балл ҡуйыла.
Текст өҫтөндә эш
Һәр дөрөҫ яуап өсөн 1 балл ҡуйыла. Яуап яртылаш дөрөҫ булһа 0,5 балл ҡуйыла. Иң юғары балл - 4.
Предварительный просмотр:
2019/2020 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт теле һәм туған әҙәбиәтенән инша темалары (11 класс)
Башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән инша темалары (11 класс)
1. Беҙҙең илдең йәме (Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл).
2. Аҡмулла шиғырҙарында әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре.
3. Башҡортостан – башҡорт иле,
Шунда беҙҙең тамырҙар.
Беҙҙең ҡайнар ҡаныбыҙҙа
Сал тарихтың даны бар (Сафуан Әлибай) (Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл ).
4. Һ. Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында халыҡ йолалары сағылышы.
5. Театр – ул тамаша ғына түгел, ә беҙҙең тормошобоҙ ҙа... (2019 йыл Рәсәй Президенты тарафынан Театр йылы тип иғлан ителде).
Рус мәктәптәре өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән инша темалары (11 класс)
1. “Урал батыр” эпосында үлемһеҙлек темаһы.
2. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” әҫәрендә экологик проблемалар.
3. М. Кәримдең әҫәрҙәрендә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре (Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл).
4. Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле,
Бар Ватанға тора күренеп.
Яҡты моңға,
Наҙ-һағышҡа тулы
Аҡ тирмәле халҡым күңеле (Ҡәҙим Аралбай) (Башҡортостанға – 100 йыл).
5. Театр – үҙенсә тормош мәктәбе ул;
Театр – тамашалы һабаҡ ул;
Театр – йәнле тормоштоң асыҡ көҙгөһө ул (Ғайса Хөсәйенов).
(2019 йыл Рәсәй Президенты тарафынан Театр йылы тип иғлан ителде).
Предварительный просмотр:
2019/2020 уҡыу йылында рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән текст өҫтөндә эш (башлап өйрәнеүсе төркөм өсөн)
Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы — Өфө. Башҡортостан Республикаһының дөйөм майҙаны — 143,6 мең квадрат километр. Был Рәсәй Федерацияһының 0,8 % дөйөм майҙанын биләй. Башҡортостан Республикаһы Көньяҡ Уралды уратҡан. Ул төньяҡтан Пермь, Свердловск өлкәләре, көнсығыштан — Силәбе, көньяҡ-көнбайыштан — Ырымбур өлкәһе, көнбайыштан — Татарстан, төньяҡ-көнбайыштан Удмурт Республикаһы менән сиктәш булып тора. Республикала 4 миллион 102 мең 900 кеше йәшәй. Башҡортостанда тыуған ил тыуған йорт тыуған ер 25 54 район, 21 ҡала, 40 ҡала тибындағы ҡасаба бар. Иң ҙур ҡалалар — Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат. («Мәктәп календары»нан)
Текст буйынса эштәр:
1. Тексты уҡығыҙ. Һорауҙарға яуап бирегеҙ:
а) Башҡортостанға ниндәй өлкәләр сиктәш?
б) Республикала нисә миллион кеше йәшәй?
2. Көньяҡ һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
3. Уратҡан һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.
2019/2020 уҡыу йылында рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән текст өҫтөндә эш (дауам итеүсе төркөм өсөн)
Берлин ҡалаһының Трептов паркында совет һалдатына һәйкәл ҡуйылған. Уны 1946 йылда төҙөргә ҡарар итәләр һәм 1949 йылдың 8 майында асалар. Һуғыштың һуңғы көндәрендә Берлинда һәләк булған егерме мең совет һалдаты ошонда ерләнгән. Паркка килеп ингәс тә, әсә һыны ҡаршылай. Әсә янында ҡайындар үҫә һәм ике яҡтан ике һалдат баш эйгән. Ҡайындар ҙа, һалдаттар ҙа әсәнең ҡайғыһын уртаҡлаша кеүек. Парк уртаһында — совет һалдаты һыны. Уның бейеклеге 12 метр. Һалдат һуғыш ваҡытында ҡотҡарған немец ҡыҙын күтәргән. Был һәйкәл-ҡәберлектең авторҙары — скульптор Е. В. Вучетич һәм архитектор Я. В. Белопольский. («Йәншишмә» газетаһынан)
Текст буйынса эштәр:
1. Тексты уҡығыҙ һәм тәржемә итегеҙ. Уны исемләгеҙ.
2. Ҡайындар һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.
3. Әсә янында ҡайындар үҫә һәм ике яҡтан ике һалдат баш эйгән. Бирелгән һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.