Күренекле сәнғәт әһелдәре

Архангел районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе

 

Райондан сыҡҡан күренекле сәнғәт әһелдәре
                     
Билдәле актер, режиссер,  Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов
Фәтих Хәйрулла улы Иҡсанов 1935 йылдың 1 сентябрендә Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Өфө сәнғәт училищеһын (1964; Ғ.Ғ. Ғиләжев курсы), ГИТИС‑ты (1973; И.Г.Шароев курсы) тамамлаған. 1964—68 йй. БАДТ актёры, 1972 й. алып Башҡорт филармонияһы режиссёры. “Ҡаҙ өмәһе”, “Яҙғы моңдар”, “Көҙгө моңдар”, “Йәш тауыштар” театрлаштырылған байрамдары һәм концерттары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади кисәләре, 50‑нән ашыу интермедия, шулай уҡ башҡорт ТВ‑һында юмористик тапшырыуҙар сценарийҙары авторы һәм режиссёры. Респ. тальян байрамының (Өфө, 1985—87) инициаторы һәм ойоштороусыһы, "Йәдкәр” фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (1985; икеһе лә — Мәскәү) ҡатнаша. 2004 й. Иҡсанов исемендәге призға “Моңға бай гармун байрамы” республика гармун байрамы ойошторола. Өфөлә Иҡсанов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, тыуған ауылында урамға Иҡсанов исеме бирелгән. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986). 
image

                Билдәле диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәйлә Ғәләүетдинова 

Юғары категориялы диктор. Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң (1965; Р.С. Сыртланов курсы) “Башҡортостан” ДТР‑нда, бер үк ваҡытта 2001—10 йй. “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ында эшләй.  ТВ‑ла әҙәби‑музыкаль (“Моң шәлкеме”, “Музыкаль тулҡындар”, “Сәнғәт әһелдәре”), мәғлүмәти (“Панорама”, “Башҡортостан”), балалар өсөн (“Күңелле станциялар”, “Шарлауыҡ”) тапшырыуҙар, “Минең әкиәттәрем” телеконкурсын һ.б. алып бара. “Башҡортостан радиоһы”нда “Шиғриәт минуттары”, “Һеҙҙең өсөн, ветерандар”, “Бөтә йөрәктән”, “Ваҡыт даръяһы” әҙәби-музыкаль һ.б. тапшырыуҙарҙы алып барыусы.1981 йылда Н.Ғәләүетдинова башҡорт АССР - ның атҡаҙанған артисы,  1993 йылда - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән юғары исемдәргә лайыҡ була. Оҙайлы тырыш хеҙмәте өсөн күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.

М.Ғафури исемендәге БАДТ актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов
Ханов Олег Закир улы 1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районыныңҠыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закир Ханов) тыуған.   Башҡорт театр һәм кино актёры, режиссер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981), Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзының А.Яблочкина исемендәге премияһы лауреаты (1995), профессор, Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының ағза — корреспонденты (2005), Станиславский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2014).Олег Закир улы Ханов 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер) тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.Олег Ханов — актёр оҫталығы кафедраһы профессоры, 2005 йылдан Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының  ағза — корреспонденты.
Билдәле диктор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зифа Фәйзуллина - Винокурова
 Зифа Хөснулла ҡыҙы Фәйзуллина - Винокурова Архангел районы Аҙау ауылында тыуа. Журналист, Башҡортостан радиоһының музыкаль тапшырыуҙар редакцияһы мөхәррире. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый. Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә белем ала. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Республика радиокомитетында эш башлай. "Ватандаш" журналында мәҡәләләр яҙа.Йырҙары бар.
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Мәғәфүр Усманов
Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы 1962 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Ҡыҙғы ауылында тыуа.Мәғәфүр Мәхмүт улы 1987 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Рифҡәт Исрафилов курсы) тамамлай һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эш башлай. 1989 йылдан Башҡортостан Республикаһы Милли йәштәр театры актеры.50-гә яҡын төрлө пландағы (комик ролдәр, балалар өсөн спектаклдәрҙәге ролдәре, етди ролдәр) ролдәр башҡара. Заһир («Ғәлиә», Т. Таһировтың шул уҡ исемле повесы буйынса), Хызыр («Дала ҡиссаһы», Ф. Бүләков), Ҡарт ир («Ҡорон» — «Лавина», Т. Джюдженоглу), Тальян («Иҙеүкәй һәм Мораҙым», Мөхәмәтша Буранғолов), Король («Роза йәки мин?», А. Дилмөхәмәтов), Юламан ҡарт («Мөхәббәт һәм нәфрәт», Зәйнәб Биишева), Тимербай — «Алтын балта», С. Сурин), Жантык («Мөхәббәт тураһында легенда», Г. Мусрепов) һ.б.Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994). «Жест» халыҡ-ара пластика фестивале лауреаты, (Өфө, 1994).
Салауат драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Галин
Рауил Әхтәрйән улы Ғалин 1950 йылдың 25 ғинуарында  Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында тыуа. Актёр. БР-ҙың халыҡ (1996), БАССР-ҙың атҡаҙанған (1989) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң (1974; Р.М. Әйүпов курсы) Салауат башҡорт драма театры, 1991 й. алып Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1994—2008 йй. Башҡорт республика мәҙәниәт техникумында (Стәрлетамаҡ ҡ.) уҡыта. Үҙенсәлекле ролдәр башҡарған Ғалин Р. сәхнә персонаждарын сағыу биҙәктәр менән байыта. Төп  ролдәре: Геннадий (“Йылмайған өсөн бер миллион”, А.В.Софронов; дебют, 1974), Закир (“Ҡара йөҙҙәр”, М. Ғафури), Байымов (“Ун өсөнсө председатель”, А.Абдуллин) һ.б.

Сибай драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин

 Риф Ғәле улы Сәйфуллин1949 йылдың 10 апрелендә Архангел районы Муллаҡай ауылында тыуа. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлай (1973 й.). М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй. Әлеге ваҡытта А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында эшләй.1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.  Төп ролдәре: сэр Маклой («Бәхтегәрәй», Әсғәт Мирзаһитов) Яппар («Ҡоҙаса», Баязит БикбайЗаһир Исмәғилев) Иҫәнгилде («Аҡмулланың аҡ төндәре», Наил Ғәйетбаев) Кочкарев («Өйләнеү», Н. В. Гоголь) һ. б. Ғ. Исхаковтың «Һайра, һандуғасым» спектаклен ҡуйыусы режиссёр (1993), пьесаларҙы тәржемә итеүсе. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1979),  БАССР-ҙың халыҡ артисы (1988)

image
Билдәле диктор Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльвера Сәйфуллина
Эльвера Ғәле ҡыҙы Сәйфуллина Архангел районы Муллаҡай ауылында тыуа. 40 йылдан ашыу Башҡортостан телевидениеһында диктор булып эшләй. "Зәңгәр ут" тапшырыуын алып бара. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була.

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илсур Хәбиров

1962 йылда Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа.  1979 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлағас, Өфө сәнғәт институтының театр бүлегендә уҡый. 1989 йылдан Милли йәштәр театрында эшләй. Илсур Хәбиров ошо дәүер эсендә 60-тан ашыу роль ижад итте. З. Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” — Сәлихйән, Н. Ғәйетбаевтың “Ҡурай моңо” — Батыр, А. Мусреповтың “Дала ҡиссаһы” — Ҡарабай, Ф. Бүләковтың “Ҡәһәр һуҡҡан мөхәббәт” — Булат, “Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр” — Салауат, Т. Миңнуллиндың “Аҡбай ниңә күңелһеҙ” — Бүре, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” — Дәүләтбай, Т. Ғарипованың “Ғилмияза” — Иҫкебей — был спектаклдәрҙә уйнаған ролдәре. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

Башҡорт Ҡурсаҡ театры актеры Рәсүл Лоғаманов
Рәсүл Мөхәмәтйән улы Лоғаманов Архангел районы Муллаҡай ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлай.Башҡорт Ҡурсаҡ театрында 25 йылдан артыҡ эшләй.100-ҙән ашыу роль башҡара. "Урал батыр" эпосында Шүлгән, Йәнбирҙе, угеҙ ролдәрен уйнай.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов
Юнир Ғаяз улы Ноғоманов 1982 йылда Архангел районы Ҡыҙғы ауылында тыуа. Нефтекама дәүләт филармонияһында бейеүсе булып эшләй. Төрлө милләт халҡы бейеүҙәрен башҡара. 2009 йылдан "Түңгәүер" халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе була.

З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра доценты, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Хөсәйенова
Земфира Хәмзә ҡыҙы Хөсәйенова Архангел районы Тәүәкәс ауылында тыуа. 1989 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (Ғ.Ғиләжев класы). 1992 йылда А.Луначарский исемендәге  ГИТИС-ты тамамлай (В.А.Андреев класы). 1989 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһында эшләй. Кафедра доценты. 2016 й.  профессор дәрәжәһенә үрләй. Бик күп хеҙмәттәре, тәржемәләре бар. Төрлө конкурстарҙа жюри ағзаһы. В.Яхонтов исемендәге Бөтә Союз конкурсы лауреаты. Халыҡ-ара конкурстар дипломанты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. 
image
Билдәле йырсы Радмир Хәсәнов
Радмир Марат улы Хәсәнов 1992 йылда Архангел районы Яңы Шишмә ауылында тыуа. 2009 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал сәнғәте бүлегенә (В.Хызыров класы) уҡырға инә. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында опера йырҙарын башҡарыу оҫталығы кафедраһында (Й.Әбделмәнов класы) белем ала. Профессиональ йырсы (баритон). Башҡорт, татар, рус, сит ил эстрада йырҙарын һәм операларын башҡара. Репертуары бик бай. Алып барыусы.Республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе. БР Мәҙәниәт министры Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
image
Билдәле йырсы Айгөл Юламанова
Айгөл Юламанова Архангел районы Көмәрле ауылында тыуа. Липовка урта мәктәбендә уҡый. 2006 й.З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының театр факультетының режиссер һәм актер оҫталығы кафедраһын тамамлай. Йырҙар авторы, башҡарыусыһы.