Уҡыусыларға ярҙамға

Шарафутдинова Дамира Миннисламовна

Предварительный просмотр:

Эпик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү

Хикәйә

Хикәйә — күләме яғынан ҙур булмаған эпик жанр. Үҙенең ҡыҫҡалығы менән ул башҡа жанрҙарҙан айырылып   тора.   Хикәйәлә   кеше   тормошондағы   бер   мөһим ваҡиға, бер яҙмыш һүрәтләнә. Ул ваҡиғаның, ғәҙәттә, башы, хәл ителеше һәм аҙағы була. Образдар ҙа күп түгел: ике-өс, биш кешенән артмай. Эгәр әкиәттең нигеҙендә халыҡтың фантазияһы тарафынан тыуҙырылған ваҡиғалар ятһа, хикәйәлә реаль ысынбарлыҡ, тормошта булып үткән хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә, беҙҙең һәр беребеҙгә улар таныш, яҡын.

Хикәйәне анализлау тәртиптәре:

1. Хикәйәне мәғәнәүи өлөштәргә бүлеп уҡыу.

2. Һәр береһенә исем биреп, план төҙөү.

3. Сюжет элементтарын билдәләү.

  1. Ваҡиғаларҙың башланыуы (экспозиция).
  2. Төйөнләнеш.
  3. Ваҡиғалар үҫеше.
  4. Кульминация.
  5. Сиселеш.

   

Хикәйә һәм хикәйәләү төшөнсәләрен нығытыу маҡсатында эштәр һәм күнегеүҙәр:

1.   Дәреслектән хикәйә тураһында бирелгән аңлатманы уҡытыу һәм һөйләтеү.

2.  Уҡыусының китапта бирелгән темаларҙың береһенә хикәйә үрнәге төҙөүе.

3.  Уҡыусыларҙы хикәйә төҙөргә өйрәтеү:

а)  хикәйәнең башы бирелә - уны дауам итергә;

б)  хикәйәнең башы, иң юғары нөктәһе, сиселеше бирелә - тултырып яҙырға;

в)  хикәйәнең аҙағы бирелә — башын уйлап яҙырға;

г)  сюжетлы картина буйынса хикәйә төҙөргә .

4.    Үҙҙәре менән булған берәй хәл-ваҡиғаны хикәйәләүе.

5.    Мәҡәлдәрҙе һәм әйтемдәрҙе тема итеп, хикәйә төҙөү (мәҫәлән, «Хеҙмәте барҙың - хөрмәте бар», «Берлектә — тереклек», «Бергәлектә — көс», «Тоғролоҡтоң төбө - аҫыл таш» һ. б.)

Повесть

Повесть жанры тураһындағы төшөнсәне хикәйә менән сағыштырып аңлатыу файҙалы, сөнки уҡыусыға таныш материал ерлегендә яңы теоретик төшөнсә биреү еңелгә тура килә.

Повесты, ғәҙәттә, күләменә ҡарап, хикәйә менән роман араһында торған жанр тип билдәләйҙәр. Бында, әлбиттә, дөрөҫлөк бар, әммә уның үҙенсәлектәре бының менән генә сикләнмәй. Жанр үҙенсәлектәрен асыҡлағанда, повестың үҙенә генә хас билдәләрен күрһәтергә кәрәк. А. С. Пушкин, мәҫәлән, «повесть» төшөнсәһен хикәйәләүҙең дөрөҫлөгөнә (достоверность) бәйләп ҡараған, йәғни бында повестың нигеҙендә фактик дөрөҫлөктөң ятыуы күҙ   уңында   тотола.  

Повеста бөтә ваҡиғалар бер йәки ике герой тирәһенә туплана, геройҙарға бәйле бер нисә сюжет һыҙығы үҫтерелә. Был үҫештә геройҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен һүрәтләү төп урынды алып тора. Повеста төп геройҙы төрлө яҡлап характерлау юлдары хикәйәгә ҡарағанда байтаҡҡа күп. Геройҙы һүрәтләгәндә автор уның тышҡы ҡиәфәтен, эске донъяһын, уй-кисерештәрен, кешеләргә, тормошҡа мөнәсәбәтен тулы бирергә тырыша. Ошо маҡсатта ул төрлө саралар ҡуллана: портрет характеристикаһы, геройҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, эш-хәрәкәте, бәхәстәре, обстановканы һүрәтләү, пейзаж картиналары, телмәр характеристикаһы повесть жанрында киң урын ала.

Повесты анализлау тәртиптәре:

1.  Әҫәрҙе уҡыу.

2.  Әҫәрҙе класта комментарийлы (аңлатмалы) уҡыу һәм уның йөкмәткеһе буйынса әңгәмә ойоштороу.

3.  Анализ. Эпик әҫәрҙәрҙе анализлағанда уларҙың түбәндәге компоненттары күҙ уңында тотола:

1.   Әҫәрҙең (повестың) темаһы, проблематикаһы, сюжеты (уның нигеҙендә ниндәй тормош материалы ята).

2.  Образдар системаһы (характерҙарҙың бирелеше, типиклыҡ мәсьәләләре).

3.  Автор образы (уның әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларға, геройҙарға мөнәсәбәте, ҡарашы).

4.   Жанр үҙенсәлектәре.

5.   Әҫәрҙең әһәмиәте.

Роман

Романда ҡатмарлы проблемалар күтәрелә, уға күп темалылыҡ хас. Ошо үҙенсәлек образдарҙың күплегенә, сюжеттың ҡатмарлы булыуына килтерә. Геройҙарҙың характеры, ғәҙәттә, үҫештә һүрәтләнә. Характер үҫеше, формалашыуы геройҙың бала сағынан башланып, үлеменә тиклем һәм унан да күберәк дауам итеүе мөмкин. Башҡорт әҙәбиәтендә һ. Дәүләтшинаның («Ырғыҙ»), 3. Биишеваның («Яҡтыға») әҫәрҙәре быға асыҡ миҫал.

Романда хикәйәләү алымы ла күп төрлө һәм ҡатмарлы: ул төп герой исеменән, йә өсөнсө заттан алып барылыуы мөмкин; лирик сигенеүҙәр, монолог һәм диалогтар, пейзаж картиналары йыш ҡулланыла; халыҡ ижады мотивтары ла (йыр, легенда, хикәйә) киң файҙаланыла. Былар барыһы ла стиль төрлөлөгөнә килтерә.

Романдың жанр формаларын да уҡыусыға еткерергә кәрәк. Әҙәбиәт ғилемендә публицистик, психологик, философик романдар һәм роман-эпопеялар бар. Романдарҙы уларҙың идея-тематик йүнәлешенә ҡарап шулай уҡ бер нисә төргә бүләләр: тарихи-революцион, социаль-көнкүреш, социаль-психологик, фәнни-фантастик, мажаралы роман  һ. б.

Роман жанрын өйрәнеүҙә әҫәр яҙылған һәм әҫәрҙә һүрәтләнгән осорҙарҙы асыҡлау бик мөһим, йәғни бында әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүҙе тарихҡа бәйләү күҙ уңында тотола. Артабан әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларҙы, образдарҙы һәм уның идея-эстетик әһәмиәтен тикшереүгә күсәбеҙ. Был эш бер нисә этаптан тора.

1.   Әҫәрҙе үҙ аллы уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙләштереү. Яҙыусының биографияһын һәм ижад юлын дәреслектән һәм башҡа өҫтәмә сығанаҡтарҙан (иҫтәлектәр, монографиялар һ. б.) өйрәнеү; әҫәрҙең яҙыусы ижадындағы урынын билдәләү.

2.   Әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса әңгәмә. Әңгәмә йәки лекция ярҙамында әҫәрҙең төп компоненттарын (темаһы, проблемалары, образдар системаһы, идеяһы, художество үҙенсәлектәре, жанры, әһәмиәте) асыу.

3.   Уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәрен (доклад, белдереү, һорауҙарға яуаптар, әҫәрҙең айырым өлөштәрен тасуири уҡыу һ. б.) ойоштороу.

4.   Иншалар яҙҙырыу.

5.   Әҫәр буйынса йомғаҡлау дәресе (йәки уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе).

Романды тикшереү (анализлау) тәртиптәре:

1.  Романдың нигеҙендә ниндәй материал, ниндәй ваҡиғалар һәм факттар ята?

2.  Романдың темаһы ниндәй? Ошо темаға яҙылған тағы ла ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?

3.  Төп темаға бәйле автор тағы ла ниндәй мәсьәләләр, проблемалар күтәрә?

4.  Әҫәрҙең сюжет-композиция төҙөлөшөндә яҙыусының оҫталығы нимәлә күренә?

5.  Образдарҙың бирелешендә һәм һүрәтләнешендә яҙыусының оҫталығы ниҙә?

6.  Романдың идеяһы.

7. Әҫәрҙең белем һәм тәрбиә биреү әһәмиәте.

Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү

Шиғырҙарҙы түбәндәге тематик төркөмдәргә бүлеп йөрөтәләр: фәлсәфәүи лирика, мөхәббәт (интим) лирикаһы, сәйәси лирика, пейзаж (тәбиғәт) лирикаһы, гражданлыҡ (публицистик) лирика.

Поэзияла йөкмәтке, тема, идея, сюжет һәм композиция кеүек әҙәби әҫәрҙәргә хас бөтә элементтар ҙа бар. Әммә улар шиғырҙа үҙенсәлекле ҡулланыла: төп материал итеп кешенең тойғоһо, уй-кисерештәре алына; ул һәр саҡ тормоштағы хәл-ваҡиғаларға, күренештәргә нигеҙләнә; тел-һүрәтләү саралары күп ҡулланыла, уларға эмоционаллек, дөйөмләштереү хас; сюжеттың булмауы ла мөмкин; лирик герой образы (образ-кисереш) поэтик фекерҙең үҫеше ярҙамында тыуҙырыла. Ошо үҙенсәлектәр поэзияны өйрәнеүҙең үҙенә генә хас методик юлдарын билдәләүҙе талап итә лә инде.

Лирикала композиция төшөнсәһе үтә шартлы, сөнки унда ваҡиғалар үҫеше бирелмәй, ә поэтик фекер үҫеше күрһәтелә. Ә образлы деталдәр, поэтик стилистика ярҙамында әҙип шиғырҙың ыҡсымлығына ирешә.

Шиғырҙарҙы өйрәнеүҙең түбәндәге этаптары :

1.  Өйрәнеләсәк әҫәрҙе яҡшы өйрәнеү, уның идея-тематик йөкмәткеһен, художество сараларын асыҡлау.

2.  Шиғырҙы тасуири уҡыуҙан алда ойошторолған инеш һүҙ. Ул әҫәрҙе эмоциональ ҡабул итеүгә әҙерләргә тейеш. Инеш һүҙҙә яҙыусының биографияһы, әҫәрҙең яҙылыу тарихы, унда сағылған осор күҙ алдына баҫтырыла; уҡыусыларҙың уҡыу тәжрибәһе, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре, музыка киң ҡулланыла, экскурсия материалдары файҙаланыла.

3.  Лексик-фразеологик аңлатмалы эш. Яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, фразеологизмдар аңлатыла.

4.  Шиғырҙы уҡытыусының тасуири уҡыуы йәки яттан һөйләүе; фонояҙма тыңлау.

5.  Әҫәрҙең уҡыусыларға тәьҫир көсөн билдәләү.

6.  Шиғырҙы уҡыусыларҙың уҡыуы.

      7.  Анализ. Уның өс аспектын күрһәтергә мөмкин:

а) шиғырҙың лирик тонын билдәләүсе һорауҙар;

б) шиғыр ҙың эске структураһын асҡан һорауҙар, поэтик тел сараларын (стилистикаһын) анализлау;

в) әҫәрҙе бөгөнгө тормош менән бәйләү, йәғни тәрбиәүи маҡсатты хәл итеү.

      8.   Уҡыусыларҙы тасуири уҡырға өйрәтеү.

      9.   Шиғырҙы ятлауға әҙерлек (фонояҙма тыңлау, магнитофон файҙаланыу һ. б.).

10.   Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

Драма әҫәрҙәрен өйрәнеү

Драманың башҡа жанрҙарҙан төп айырмаһы шунда: хәл-ваҡиғалар, геройҙарҙың эш-хәрәкәттәре һәм ҡапма-ҡаршылыҡтары хикәйәләү аша түгел, ә диалог һәм хәрәкәт ярҙамында бирелә. Уның ошо үҙенсәлеге сәхнәләштереүҙе еңелләштерә лә инде. Проза әҫәрҙәрен дә сәхнәләштерәләр, әммә авторҙар алдан уның сценарийҙарын яҙа.

Драма  жанрына  ғына  хас  түбәндәге  үҙенсәлектәрҙе күрһәтергә мөмкин:

1)  әҫәр бер йәки унан да күберәк бүлектәрҙән (шаршауҙан) тора; ә һәр бүлек бер нисә картинаға, ә картина күренештәргә, акттарға бүленә;

2)   пьесала авторҙың хикәйәләүе бөтөнләй юҡ, әҫәрҙең конфликты, геройҙар араһындағы ҡаршылыҡтар, бәхәстәр диалог йәки монолог ярҙамында асыла;

3)   Һәр бүлек (шаршау) алдынан авторҙың аңлатмалары бирелә, ул ремарка тип атала; ремарка геройҙарҙың телмәренә һәм эш-хәрәкәтенә бәйле була;

4)   пьесаны сәхнәләштергәндә декорацияның, музыкаль биҙәүҙең дә әһәмиәте ҙур: улар әҫәрҙең йөкмәткеһен, геройҙарҙың уй-кисерештәрен байыта һәм тамашасыла билдәле бер кәйеф уята. Былар барыһы ла тышҡы билдәләр. Драма жанрына хас эске сифаттар ҙа бар: авторҙың әйтергә теләгән фекере, сюжет үҫеше, характерҙарҙың асылыуы, уларға хас телмәр — былар барыһы ла әҫәрҙә алынган төп конфликт менән билдәләнә. Конфликттан эш-хәрәкәт үҫеп сыға; драмаға конфликттың киҫкенлеге хас. Э геройҙар төп конфликтҡа ҡарап төркөмләнә һәм мотлаҡ ике лагерға бүленә. Уларҙың бер-береһе менән бәрелешендә характерҙары асыла, ә характерҙарҙың бирелешенән сығып, әҫәрҙең төп пафосын, идеяһын билдәләй алабыҙ. Драманың конфликты ни тиклем тормошсан, ул шул тиклем киҫкен һәм тамашасыны ышандырыу, солғап алыу көсөнә эйә, уны тулҡынландыра, уйландыра.

Драматик жанрҙарҙың трагедия, комедия, драма кеүек төрҙәре бар. Улар бер-береһенән әҫәрҙә алынған төп конфликттың ни рәүешле хәл ителеүе менән айырыла. Трагедияла «фажиғә күренештең асылын сағылдырыусы төп факторға әүерелә», комедияла тормоштағы, кешеләр араһындағы кәмселектәр көлкө юл менән күрһәтелә. Ә драманың башҡаларҙан айырмаһы шунда: «Әгәр ҙә трагедия ысынбарлыҡтың фажиғәле яҡтарына ғына иғтибар туплаһа, драма үҙенең һүрәтләү объекты итеп бик күп төрлө күренештәрҙе алырға мөмкин». Драмала көнкүреш мәсьәләләренә, хис-тойғоларға ҙур урын бирелә.

Драма әҫәрҙәрен анализлау тәртиптәре:

  1. драма әҫәрендә образдар системаһы;
  2. сюжет элементтары (төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү);
  3. ваҡиғалар үҫешендәге сәбәп-ваҡыт бәйләнеше;
  4. драманың шаршау, акт, күренештәргә бүленеүе асыҡлана;
  5. диологтарҙа, монологтарҙа геройҙарҙың характеры нисек асыла?
  6. Декорация нисек булырға тейеш? Ул нисек алмашына?
  7. Драманың әһәмиәте?

Әҙәбиәт уҡытыу программаһында түбәндәге бүлектәр тәҡдим ителә.

1. Башҡорт халыҡ ижады.

2. Боронғо әҙәбиәт.

3. XIX быуат әҙәбиәте.

4. XX быуат башында әҙәбиәт.

5. Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы.

6. Утыҙынсы йылдар әҙәбиәте.

7. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте.

8. Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте.

9. Хәҙерге әҙәбиәт.

10. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте.

11. Әҙәбиәт теорияһы һәм тарихи мәғлүмәттәр.

12.  Әҙәби белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлау контроле.

13. Кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу.

14. Уҡыусыларҙың тасуири ятҡа һөйләүен ойоштороу.

Кластан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге

V класс

«Алтын тамсы», «Етем төлкө» әкиәттәре. Мәҡәлдәр, йомаҡтар, йырҙар.

Ә. Вахитов. «Урал толпары».

К. Мәргән. «Командармбүләге».

М. Горький. «Мин нисек уҡырға өйрәндем».

М. Ғафури. «Беҙ бәләкәй саҡтарҙа».

Н. Мусин. «Ғүмерҙең бер мәле».

С. Агиш. «Атлы Илмырҙа», «Петька Якушин һәм Петька Байрамғолов».

Ә. Бикчәнтәев. «Илсе ҡыҙы».

Ф. Иҫәнғолов. «Быйыл йәй».

К. Мәргән. «Бабайым балтаһы».

Я. Вәлиев. «Хәйерле иртә, Исмәғил!»

Ф. Рәхимғолова. «Ьаумы, яҙ!»

Р. Низамов. «Ят кешеләр».

Р. Байбулатов. «Иң ауыр фән».

К. Кинйәбулатова. «Турғайҙар рәхмәте».

VI класс

«Башҡорт халыҡ әкиәттәре» (төҙөүсеһе Ғ. Ишбулатов), «Һинд әкиәттәре», «Венгр халыҡ әкиәттәре», «Бейеү таҡмаҡтары», «Кавалеристар бейеүе таҡмағы». Көләмәстәр.

 М. Горький. «Баласаҡ».

И. Крылов. «Мәҫәлдәр».

 М. Ғафури, «һунарсыҡарт».

Ш. Насыров. «Серлеҡая».

Ә. Бикчәнтәев. «Ҙур оркестр», «Яр буйы малайҙары».

Ф. Иҫәнғолов. «Тәүге һынау», «Юлдыбай хикәйәләре», «Кисеү».

Ш. Бикҡол, «һикәлтәләр аша».

Ф. Чанышева. «Һаумы, яҡты көн».

Р. Низамов. «Икмәк тәме».

Ш. Янбаев. «Был донъяның кеме юҡ».

Б. Вәлид. «Ирәндек буйында».

Я. Хамматов. «Тыуған көн».

Р. Ғарипов. «Ҡурай».

Ғ. Хөсәйенов. «Ҡурайсы».

VIкласс

М. Ғафури. «Тормош баҫҡыстары», «Ант».

С. Агиш. «Әхмәҙулла».

К. Мәргән. «Ҡариҙел».

Ғ. Хөсәйенов. «Батырҙар ҡиссаһы».

3. Биишева. «Салауаттың һуңғы монологы».

И. Ғиззәтуллин. «Яңынан сафта», «Үлгәндән һуң утыҙ йыл».

А. Игебаев. Шиғырҙар. Поэмалар.

Э. Вахитов. «Шәжәрә».

Д. Бүләков. «Ауылымдың аҡ өйҙәре», «Килмешәк».

Ш. Анаҡ. «Моңдар иле».

С. Злобин. «Салауат Юлаев».

Я. Хамматов. «Төньяҡамурҙары».

Н. Мусин, «Кеше һуҡмағы».

VII класс

С. Юлаев шиғырҙары (йыйынтығы), Салауат тураһында башҡорт халыҡ йырҙары һәм художестволы әҫәрҙәрҙән өҙөктәр.

Р. Ниғмәти. «Ағиҙел ярында».

С. Кулибай. «Күңелле хикәйәләр», «Яҙһылыу».

Б. Бикбай. «Тере шишмәләр».

М. Кәрим. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау».

3. Биишева. «Уйҙар, уйҙар...», «Мөхәббәт һәм нәфрәт».

Ж. Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар».

Я. Хамматов. «Башҡорттар китте һуғышҡа».

Ә. Атнабаев. «Тыуған тупраҡ», «Мөхәббәт юлы».

Р. Сафин. «Яҙҙар көтәм».

Ф. Рәхимғолова. «Тамсылар йырлай».

Ә. Хәким. «Ҡош юлы».

С. Айытматов. «Беренсе уҡытыусы», «Аҡ пароход».

Ә. Вәлиди. «Хәтирәләр».

Ғ. Ибраһимов. «Кинйә».

Н. Мусин. «Мәңгелек урман».

Н. Нәжми. «Атай йорто», «Тарафтар».

Р. Ғарипов. «Минең антологиям», «Алырымҡош менән Бирмәмҡош».

Ғ. Дәүләди. «Мөхәббәт ғазабы».

Й. Солтанов. «Ҡырҡбыуын».

М. Ғәли. «Аҡ ямғыр», «Ҡояшлы шишмә».

Ҡ. Аралбай. Поэмалар.

Р. Бикбай. «Яҙмышым», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ».

Х. Назар. «Асманғаашыу».

Ф. Туғыҙбаева. «Фатихамды бирәм һиңә».

Б. Ноғоманов. «Дәүер шаңдауҙары».

IX класс

Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 1-се китап. Өфө, 1973. III, IV томдары, 1998, 1999.

Салауат Юлаев. Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар. Өфө, 1994.

Башҡорт шиғриәте антологияһы. Өфө, 2001.

Башҡорт әҙәбиәте XX быуат башында, 1-се, 2-се китаптар. Өфө, 1983.

Ф. Сөләймәнов. Башҡорт йәйләүендә. Өфө, 1994.

М. Буранғолов.  Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1994.

JI. Толстой башҡорттар араһында. Өфө, 1970.

М. Аҡмулла. Шиғырҙар. Өфө, 1984.

М. Өмөтбаев. Йәдкәр. Өфө, 2000.

Ш. Бабич. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар. Өфө, 1994.

Ғ. Хөсәйенов. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Өфө, 1992.

Ә. Вилданов. Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы. Өфө, 1981.

Ятлау өсөн тәҡдим ителгән

әҫәрҙәр исемлеге

V класс

Р. Ниғмәти. «Хәйерле юл һеҙгә!» шиғырынан «Мәктәпкә» бүлеге.

Р. Ғарипов. «Туған тел».

Б. Бикбай. «Туған тел», «Рус теле» (өҙөк).

Мәҡәлдәр, йомаҡтар, йырҙар (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Ш. Бабич. «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?»

Р. Ниғмәти. «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» (өҙөк).

Р. Ғарипов, «Һабантурғай йыры».

VI класс

Ш. Бикҡолов. «Яңырыу».  Р. Мифтахов, «Һүҙ».

3. Биишева. «Башҡорт теле».

Ғ. Хөсәйенов. «Парсалар» (туған тел тураһында).

Р. Бикбаев. «Уралыма», «Салауат ҡылысы».

Әкиәттәр, таҡмаҡтар (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Ш. Бабич. «Башҡортостан», «Тупраҡ».

Ф. Туғыҙбаева. «Эй яҙмышым минең».

М. Кәрим. «Ләйсән».  Р. Ниғмәти. «Йәйге ямғыр».    

VI класс

Башҡорт халыҡ йырҙары: «Урал», «Салауат», «Азамат», «Илсе Ғайса», «Ҡолой кантон».

С. Юлаев. «Тыуған илем», «Уралым».

М. Ғафури. «Мин ҡайҙа?», «Үҙем һәм халҡым», «Гөлдәр баҡсаһында».

Аҡмулла. «Аттың ниһен маҡтайһың?»

Н. Дәүләтшина. «Айбикә» хикәйәһенән өҙөк.

М. Кәрим. «Айгөл иле» драмаһынан өҙөк (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Р. Ниғмәти. «Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһынан өҙөк.

Р. Өмөтбаев. «Атлы башҡорт» әҫәренән өҙөк.

VI класс

Р. Бикбаев. «Башҡортостан бында башлана», «Бөтә донъя башҡорттары, берләшәйек!»

«Ай, Уралым, Уралым», «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне».

Б. Бикбай. «Ер» поэмаһынан өҙөк.

Ғ. Сәләм. «Шоңҡар» поэмаһынан өҙөк.

М. Кәрим. «Йәшәйһебар».

Р. Назаров. «Йәшен», «Йөрәк», «Ғүмер».

3. Биишева. «Һәнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәренән өҙөк (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Р. Ғарипов. «Урал йөрәге», «Аманат», «Уйҙарым»

IX класс

«Урал батыр» эпосынан өҙөк (Аҡбуҙатты тасуирлаған урын).

Салауат Юлаев. «Яу», «Уҡ», «Егеткә».

М. Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Инсафлыҡ», «Тиһеңме?»

Ш. Бабич. «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?», «Салауат батыр».



Предварительный просмотр:

Һүҙҙе  фонетик  тикшереү  өлгөhө

Тикшереү тәртибе. 
1. Һүҙҙe  нисек  ишетелә  шулай, ижеккә бүлеп, яҙып алыу. 
2. Һүҙҙә нисә өн, нисә хәреф бар?
 
3. Һуҙынҡы өндәpҙeң; ҡалын/нәҙеклеген, ә тартынҡыларҙың яңғырау /hаңғыраулығын, йомшаҡ/ҡатылығын билдәләү.

 
Өлгө.   Ебәк - [йэ – вәк]; 2 ижек, 4 хәреф, 5 өн

е -  [й] - тартынҡы, йомшаҡ, яңғырау,

      [э] - hуҙынҡы, нәҙек;

б – [в] - тартынҡы, йомшаҡ, яңғырау;

ә – [ә] - hуҙынҡы, нәҙек;

к – [к] - тартынҡы, йомшаҡ, hаңғырау.

Һүҙьяhалышты тикшереү өлгөhө

Тикшереү тәртибе. 
1. Һөйләмдән тикшереләсәк hүҙҙe алыу hәм уны мәғәнәле өлөштәргә бүлеү.
 2. Составы яғынан hүҙҙeң төрөн табыу -тамыр -яhалма - ҡушма: hyҙҙәpҙe парлау, ҡушыу, ҡабатлау, бәйләү, ҡыҫҡартыу юлы менән яhалған ҡушма hүҙҙәp.
 
3. Ялғауҙарҙы (яhаусы, үҙгәpтeүce) тикшереү, ниндәй hүҙ төркөмө hәм формаhы ялғауы икәнен әйтеү.
 

Өлгө: Айhылыуға - Ай+hылыу-ға. Ҡушма hуҙ, яңғыҙлыҡ исем, ике тамыр hүҙҙән тора, Ай+hылыу, -ға – үҙгәpтeyce ялғау, төбәү килеш ялғауы. Бесәнлек – бесән+лек. Яhалма hүҙ, тамыры – бесән, -лек - яhаусы ялғау.

Лексик анализ

  1. Бирелгән  һүҙҙең килеп сығышын асыҡлағыҙ (төп башҡорт һүҙе йәки

үҙләштерелгән һүҙ, сит телдән ингән һүҙ).

  1. Ҡулланылышы ниндәй һүҙ булыуын әйтегеҙ (киң ҡулланылышлы, тар

ҡулланылышлы).

  1. Тар ҡулланылышлы булһа, уның ниндәй төркөмгә ҡарауын билдәләгеҙ

(профициональ, интернациональ, яңы һүҙҙәр, диалект, иҫкергән һүҙҙәр).

  1. Һүҙҙең ниндәй мәғәнәлә ҡулланылыуын әйтегеҙ (тура, күсмә).
  2. Күсмә мәғәнәлә ҡулланылһа, һүрәтләү сараларының ниндәй төрөнә ҡарауын

асыҡлағыҙ (метафора, сағыштырыу, эпитет).

  1. Һүҙҙәрҙең синонимдары, антонимдары, омонимдары барлығын билдәләгеҙ.

Исемдәргә грамматик тикшереү өлгөhө

Тикшереү тәртибе. 
1. Башланғыс формаhы (төп килеш, берлектә).
 
2. Яңғыҙлыҡ йәки уртаҡлыҡ исем.
 
3. Яhалышы (тамыр, яhалма, ҡушма).
 
4. Һаны.
 
5. Заты.
 
6. Килеше.
 
7. Хәбәрлек ялғауы.
 
8. Һөйләмдең; ниндәй киҫәге булып килгән?

Өлгө. Йондоҙҙар ялтырай. Йондоҙҙар - исем, башланғыс формаhы - йондоҙ, тамыр, уртаҡлыҡ исем, күплектә, төп килештә, hөйләмдә эйә булып килгән. Балаларымды бuк яратам. Балаларымды - исем, башланғыс формаhы - бала, тамыр, уртаҡлыҡ исем, күплектә, 1-се затта, төшөм килештә, hөйләмдә тултырыусы булып килгән.

Сифаттарға грамматик тикшереү өлгөhө   
Тикшереү тәртибе. 
1. Сифаттың башланғыс формаhы.
 
2. Төп йәки шартлы.
 
3. Яһалышы яғынан: тамыр, яһалма, ҡушма.
 
2. Сифаттың дәрәжәhе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙhытыу).
 
3. Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килеүе.
 

Өлгө. Ҡыҙыҡ инде, өҫтөңә яңы, матур кейем кейгәс, нисектер, күңелең дә бөтәйеп, йәмләнеп киткәндәй була. 
Матур (кейем) - сифат, башланғыс формаhы - матур, төп сифат, төп дәрәжәлә, яhалышы яғынан тамыр сифат, hөйләмдә аныҡлаусы булып килгән.

Алмаштарға грамматик тикшереү өлгөhө 
Тикшереү тәртибе. 
1. Башланғыс формаhы.
 
2. Ниндәй hүҙҙe алмаштырған? Ул hүҙ ниндәй hүҙ төркөмөнә ҡарай?
 
3. Алмаш төpкөмcәhe (зат,күрһәтеү, hopay, билдәләү, билдәhеҙлек, юҡлыҡ, эйәлек).
 
4. Алмаштың заты, hаны, килеше.
 
5. Алмаш hөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән?
 

Өлгө. Бик күп йылдар үткәс, алыҫ Көнсығыш uлдәренең береheндә мин боронғо цирк тамашаhы ҡараным. Мин - алмаш, зат алмашы, 1-се затта, берлек hанда, төп килештә, hөйләмдә эйә булып килгән.

Һaндapға грамматик тикшереү өлгөhө 
Тикшереү тәртибе. 
1. Башланғыс формаhы (төп haн).
 
2. Төҙөлөшө (ябай, ҡушма).
 
3. Төркөмсәhе(төп, рәт, бүлем, сама, йыйыу, кәсер, үлсәү).
 
4. Исем урынында килгән hандарҙың эйәлек заты, хәбәрлек заты, килеш, күплек ялғауҙары.
 
5. Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килеүе.
 

Өлгө. Улар өсөнсө рәттә ултыра ине. 
Өсөнсө - haн, башланғыс формаhы - өс, ябай haн, рәт hаны, hөйләмдә аныҡлаусы булып килгән.

Ҡылымдарға грамматик тикшереү өлгөhө
 Тикшереү тәртибе. 
1. Ҡылымдың башланғыс формаhы (бойороҡ hөйкәлешендәге тамыр, нигеҙ).
2. Һөйкәлеше (бойороҡ, хәбәр, шарт, теләк).
 
3. Tөpкөмcәhe (исем ҡылым, сифат ҡылым, ypтаҡ ҡылым, хәл ҡылым).
 
4. 3аман формаhы (үткән, xәҙepгe, киләсәк).
 
5. Заты.
 
6. Һаны
 
7. Барлыҡ йәки юҡлығы.
 
8. Йүнәлеше.
 
9. Күләме.
 
10. Рәүешлеге
 
11. Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән?

Өлгө. Эштән hуң киске эңер ваҡытында, күрше-күлән нигеҙ буйында әңгәмәләшеп ултырғанда, япон батшаhын әрләй - әрләй, сайҡалып был кuлеп сыҡты.
 
Кuлеп сыҡты - ҡылым, башланғыс формаhы - кuлеп сыҡ; ҡушма ҡылым, хәбәр hөйкәлеше, xәҙepгe заман, 3-сө затта, берлектә, барлыҡта, hөйләмдә хәбәр булып килгән.

Рәүештәргә грамматик тикшереү өлгөhө 
Тикшереү тәртибе. 
1. Башланғыс формаhы.
 
2. Яhалышы (тамыр, яhалма,ҡушма).
 
3. Рәүеш төpкөмcәhe (төп, ваҡыт, урын, оҡшатыу, күләм – дәрәжә, сәбәп-маҡсат).
 
4. Дәрәжәhе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ).
 
5. Һөйләмдең ниндәй киҫәге?
 

Өлгө. Элек әсәhе эшләй торған эштәрҙе хәҙер инде ул үҙе шәп башҡара. (Х. Мохтар.) 
Элек – рәүеш, ваҡыт рәүеше, төп дәрәжә, тамыр рәүеш, hөйләмдә хәл булып килгән.

Һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ яhау өлгөhө 

Тәүҙә hөйләмдең грамматик нигеҙе, шунан эйәреп килгән һүҙҙәре менән эйә, аҙаҡ эйәреп килгән һүҙҙәре менән хәбәр билдәләнә. 

Өлгө: Минең көндәрем шулай үтәләр. (Д. Юлтый.) 
Көндәрем үтәләр – грамматик нигеҙ.
 
Һүҙбәйләнештәрҙе билдәләйбеҙ: кемдең? нисек? минең көндәрем (hөйкәлеү) шулай үтәләр (йәнәшәлек)
 
Ябай hөйләмгә синтаксик тикшереү өлгөhө 

1. Әйтелеше буйынса төрө. 
2. Бер составлымы, ике составлымы?
 
3. Йыйнаҡмы, тарҡаумы?
 
4. Бер составлы hөйләмдең төрө.
 
5. Баш hәм эйәрсән киҫәктәрҙе билдәләү.
 

Өлгө. Бында мине бәләкәс дуҫmapым ҡаршылай. 
Был ябай hөйләм, сөнки грамматик нигеҙ берәү: дуҫmapым ҡаршылай. Хәбәр hөйләм, ике составлы, тарҡау, тулы, эйәhе - дуҫmapым, хәбәре - ҡаршылай, бәләкәс - аныҡлаусы, мине - тултырыусы, бында – хәл.

Тeҙмә ҡушма hөйләмдәргә синтаксик тикшереү өлгөhө 
1. Ниндәй hөйләм икәнен әйтергә (теркәүеслеме, теркәүесheҙмe). 
2. Teҙмә ҡушма hөйләмдәге ябай hөйләмдәрҙе күphәтeprә hәм (ябай hөйләмдәрҙең hөйләм киҫәктәрен билдәләргә).
 
3. Teҙмә ҡушма hөйләмдәрҙәге ябай hөйләмдәр үҙ-apa нисек бәйләнә ?
 

Өлгө. Телдән тикшереү.  Бына беҙҙең maпҡырҙа шат кешнәү uшетелде, hәм яр өҫтөндә hомғол кәүҙәле тай күренде. (Б. Рафиҡов.) 
Был теркәүесле теҙмә ҡушма hөйләм, ике ябай hөйләмдән тора, ябай hөйләмдәр үҙ -ара hәм теркәүесе менән бәйләнгән, улар араhында өтөр ҡуйыла. 1- се ябай hөйләмдә кешнәү – эйә, uшетелде – хәбәр, шат - аныҡлаусы, бына беҙҙең тапҡырҙа - урын хеле, ә 2 - се ябай hөйләмдә тай – эйә, күренде – хәбәр, hомғол кәүҙәле - аныҡлаусы, яр өҫтөндә - урын хәле. Яҙып тикшереү. Бына беҙҙең тапҡырҙа шат кешнәү ишетелде, hәм яр өҫтөндә -hомғол кәүҙәле тай күренде. (Б. Рафиҡов .) [ ], һәм [ ].

Эйәртеүле ҡушма hөйләмдәргә синтаксик тикшереү өлгөhө 
1. Ниндәй hөйләм икәнен әйтергә. 
2. Баш hөйләм менән эйәрсән hөйләм төpҙәpeн күphәтeү.
 
3. Эйәрсән hөйләм төрөн билдәләү.
 
4. Эйәрсән hөйләм баш hөйләмгә нисек, нимә ярҙамында бәйләнгән?
 
5. Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатыу.
 
6. Баш hөйләмдең hәм эйәрсән hөйләмдең hөйләм киҫәктәрен күphәтeү.
 

Өлгө. Телдән тuкшереү. Салауат та батыр йырлағанда, уң ҡулында булыр ҡурайы. (Халыҡ йырынан.)
Эйәртеүле ҡушма hөйләм, баш hөйләм – уң ҡулында булыр ҡурайы, эйәрсән hөйләм - Салауат та батыр йырлағанда. Ваҡыт эйәрсән hөйләме. Эйәрсән ваҡыт hөйләме баш hөйләмгә урын-ваҡыт килеш ялғауы ярҙамында бәйләнеп килгән hәм ҡасан hорауына яуап була. Баш hөйләм менән ваҡыт hөйләм араhында өтөр ҡуйыла. Баш hөйләмдә ҡурайы – эйә, булыр – хәбәре, ҡулында - тултырыусы, уң - аныҡлаусы; ваҡыт эйәрсән hөйләмендә Салауат та батыр – эйә, йырлағанда – хәбәре.
  Яҙып тuкшереү. Салауат та батыр йырлағанда, уң ҡулында булыр ҡурайы. ҡасан? ( ), [ ].



Предварительный просмотр:

2018/2019 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт (туған) теле һәм туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

7 – Р –2018

  1. Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы өн бар? Яҙығыҙ.
  2. Һүҙҙәрҙе төбәү килешкә ҡуйып яҙығыҙ.

Класс, артист, лагерь, повесть, поезд, металл.

  1. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.

Декабрь, ҡыш, каникул, уҡыусы, Яңы йыл, байрам.

  1. Бер тамырҙан яҙылған һүҙҙәр нисек атала? Миҫалдар яҙығыҙ.
  2. “Дуҫ булайыҡ” әҫәренең авторы кем? Автор тураһында ҡыҫҡаса   белешмә яҙығыҙ.
  3. Әҫәрҙә алтын йыйыусыларҙың тормошон кәүҙәләндереү, унда төп геройҙар булып,  Ғайзулла, уның атаһы Хәйретдин ҡарт , Хажисолтан бай булған романдың исемен һәм авторын билдәләгеҙ.
  4. Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ:

Әҙәбиәт –

Тормош –

Берҙәмлек –

Ватандаш –

Дуҫлыҡ –

Тоғролоҡ –

  1. Ике мәҡәл  яҙығыҙ.

8 – Р –2018

  1. Башҡорт телендә ниндәй тартынҡы өндәр бар? Һанап күрһәтегеҙ?
  2. Нимә ул  ялғау? Нимә ул яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар? Миҫалдар яҙығыҙ.
  3. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.

      Һалҡын, ҡыш, ял, уҡыусы, күңелле, уйындар.

  1. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.
  2. Б.Рафиҡовтың тарихи фаразының исемен атағыҙ.
  3. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙар ниндәй төркөмдәргә бүленә?
  4.  “Тыуған илем”, “Уралым”, “Егеткә” шиғырҙарының авторын билдәләгеҙ.
  5.  Я. Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романында француздар башҡорт яугирҙәрен нисек атайҙар?
  6. Башҡортостан  Республикаһының  Дәүләт Гимнының һүҙҙәренең һәм музыкаһының авторҙарын яҙығыҙ.

  1. – Р –2018

  1. Нимә ул  һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе?
  2. Ҡушма һүҙҙәргә миҫалдар килтерегеҙ.
  3. Сифат һүҙ төркөмөнә аңлатма бирегеҙ.  Йылы  сифатын барлыҡ дәрәжәлә ҡуйып яҙығыҙ.
  4. Һөйләмдәр ниндәй киҫәктәрҙән тора? Миҫалдар яҙып аңлатығыҙ.
  5. Һөйләмдә тейешле тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ:

Артабан ул  Беүә Танып  Әтәр Төй кеүек йылғаларҙы артта ҡалдырып  Ирән буйҙарына килеп сыҡты. (К.Мәргән)

  1. Нимә ул текст?
  2. Ғ.Хөсәйеновтың  кейек-хайуандарға, аттарға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү  темаһы күтәрелгән әҫәре нисек атала?
  3.  Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен  билдәләгеҙ.

М.Ғафури                                  “Салауат батыр”,  “Ҡурайҡайға”

Ш.Бабич                                     “Йәмле Ағиҙел буйҙарында”

Р.Ниғмәти                                  “Мин ҡайҙа”, “Гөлдәр баҡсаһында”

  1. “Оҙатыу”, “Көтөү” картиналарының авторын яҙығыҙ.
  2.  Хәл итеп булмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар һүрәтләнеп, геройҙарҙың характеры фажиғәле хәлдәрҙә, һәләкәткә илтә торған тиңһеҙ көрәштә асылған драматик әҙәби әҫәр жанры нисек атала?

10 – Р –2018

  1. Башҡорт  теле тураһындағы фәндең ниндәй бүлектәрен беләһегеҙ?
  2. Ялғауҙар нисә төргә бүленә? Һәр төрөнә миҫалдар яҙығыҙ.
  3. Һүҙбәйләнеш төрҙәрен атап күрһәтегеҙ, миҫалдар килтерегеҙ.
  4. Ябай һөйләм ҡушма һөйләмдән ни яғы менән айырыла?
  5. Редукция тип ниндәй тел күренешен атайҙар? Миҫалдар килтерегеҙ.
  6. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен билдәләгеҙ.

Ғ.Ибраһимов                                 “Ер”, “Ҡаһым түрә”

З.Биишева                                      “Кинйә”

М.Кәрим                                            “Шоңҡар”

Ғ.Сәләм                                             “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”

  1. Салауат Юлаевтың ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?
  2. М.Ғафуриҙең ниндәй әҫәрендә үткән тормоштоң фажиғәле картиналары, дин әһелдәренең йәштәр яҙмышын хәл итеүе һүрәтләнә?
  3. Башҡортостандың ете мөхжизәһен һанап сығығыҙ.
  4. “Башҡорт бабаларының тарихы” әҫәренең авторын билдәләгеҙ:

11 класс

  1. Орфоэпия, орфография  нимә өйрәнә?
  2. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Уларҙы һорауҙары менән бергә яҙығыҙ һәм бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.
  3. Ниндәй һүҙҙәр тарихи һүҙҙәр тип атала? Миҫалдар яҙығыҙ.
  4. Тура телмәр автор һүҙҙәренең уртаһында , аҙағында килгән осраҡтарға берәр миҫал яҙығыҙ.
  5. Әгәр рус һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙең әйтелеше еңелләштереү өсөн  һуҙынҡы өн һүҙҙең алдынан ҡуйылһа, ул һүҙ нисек атала? Миҫалдар яҙығыҙ.
  6.  Составында һандар  булған өс башҡорт мәҡәлен яҙығыҙ.
  7. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған

Башҡортостандың халыҡ   яҙыусыһының исемен атағыҙ.    

  1. Зәйнәп Биишеваның трилогияһы нисек атала? Ул ниндәй романдарҙан тора? Исемдәрен яҙып сығығыҙ.
  2. Картиналарҙың авторҙарын билдәләгеҙ.
  1. “Салауаттан һорау алыу”                          А.Лежнев                        
  2. “Салауатты ҡулға алыу”                            Р.Нурмөхәмәтов
  3. “Шәриғәт ҡорбандары”                             А.Кузнецов

 10. М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ендә бишенсе ҡиммәт нәмә нимә тигән?



Предварительный просмотр:

Республика тикшереү эшенең демонстрациялау варианты

ВАРИАНТ №1 – баш.

1-се өлөш

Тексты уҡығыҙ һәм 1-3-сө эш төрҙәрен башҡарығыҙ.

Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!

        (1) Йәш замандаштарым! (2) Һеҙ Ватаныбыҙҙың таңы, өмөтө, киләсәге. (3) Беҙ, ветерандар, Ватаныбыҙ яҙмышын ышанып һеҙгә тапшырабыҙ. (4) Һеҙгә, атайҙарығыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт данын дауам итеүселәргә, ныҡлы ышанабыҙ. (5) Был изге ышанысҡа лайыҡ булһағыҙ ине! (6) Еребеҙҙең күркен һаҡлаһағыҙ, уның йәмен тағы ла арттырһағыҙ ине! (7) Унда һәр ваҡыт туҡ башаҡтар тулҡынланһын, урмандар шаулаһын, саф һыулы йылғалар аҡһын!

        (8) Тәбиғәтте һаҡлағыҙ! (9) Һеҙҙән һуң киләсәк быуын да тәбиғәт ҡосағында иртәнге саф һауаны кинәнеп һулай алһын. (10) Йәштәргә һәр саҡ һандуғас моңо юлдаш булһын, һәр яҙ игенсегә һабантурғайҙар дан йырлаһын.

 

1

    Текста   булған ике мөһим һөйләмде билдәләгеҙ. Ул  һөйләмдәрҙең номерҙарын яҙығыҙ.

(3) Беҙ, ветерандар, Ватаныбыҙ яҙмышын ышанып һеҙгә тапшырабыҙ.

(6) Еребеҙҙең күркен һаҡлаһағыҙ, уның йәмен тағы ла арттырһағыҙ ине!

(7) Унда һәр ваҡыт туҡ башаҡтар тулҡынланһын, урмандар шаулаһын, саф һыулы йылғалар аҡһын!

 (9) Һеҙҙән һуң киләсәк быуын да тәбиғәт ҡосағында иртәнге саф һауаны кинәнеп һулай алһын.

Яуап:

2

    1-4-се һөйләмдәр араһынан исем ҡылым булған һөйләмде табып, номерын яҙығыҙ.

 Яуап:

3

   Текстан синонимдарҙы табып яҙығыҙ.

Яуап:

_____________________________

4

   Ҡайһы фразеологик берәмек өндәшмәү мәғәнәһен  бирә?

  1. ауыҙға йөҙөк йәшереү;
  2. ауыҙ бешеү;
  3. ауыҙҙан ут сәсеү;
  4. ауыҙын ябыу.

Яуап:

5

    Һуҙынҡы өндән башланмаған рәтте күрһәтегеҙ:

  1. урам;
  2. өйрәк;
  3. ағас;
  4. еләк.

Яуап:

6

  Ялғау дөрөҫ ҡушылмаған һүҙҙе билдәләгеҙ:

  1. Бресҡа;
  2. Пермгә;
  3. Донбассҡа;
  4. Кронштадтҡа.

Яуап:

7

  Ҡайһы рәттә яһалма һүҙҙәр бирелгән?

  1. ауыл, юл, таш;
  2. ауылға, юлдың, ташҡа;
  3. ауылдаш, юлсы, ташлыҡ;
  4. ауылдар, юлдаш, ташсы.

Яуап:

8

Һинең ҡыҙың да бик матур.  Алмаштың төркөмсәһен билдәләгеҙ:

  1. зат алмашы;
  2. билдәләү алмашы;
  3. эйәлек алмашы;
  4. һорау алмашы.

Яуап:

9

    Тиклем, табан, өсөн, арҡаһында.

    Ярҙамсы һүҙ төркөмөн билдәләгеҙ:

  1. киҫәксә;
  2. ымлыҡ;
  3. теркәүес;
  4. бәйләүес.

Яуап:

10

     Һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы.

Тәүге һүҙ һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә?

  1. тултырыусы;
  2. аныҡлаусы;
  3. хәл;
  4. эйә.

Яуап:

11

     Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ:

Һөйләмдәр

Хәреф

Эйәрсән һөйләм төрҙәре

1.

Ҡайҙа ҡыйыу кеше кәрәк, ул шунда була.

А

Кире һөйләм

2.

Көн эҫе булһа ла, күлдең һыуы йылынып бөтмәгәйне әле.

Б

Аныҡлаусы  һөйләм

3.

Ғайса көрәш башланасаҡ майҙан тирәһендә уралды. (Н.Мусин)

В

Урын һөйләм

Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.

Яуап:

А

Б

В

12

    Эйәрсән хәбәр һөйләмдәрҙең ниндәй һорауға яуап булыуын билдәләгеҙ:

  1. кем? нимә?
  2. нимә? нимәлә? кемдеке?
  3. кемдең? ниндәй? ҡайһы?
  4. кемде? нимәне? кемгә?

Яуап:

13

   1-се бағаналағы грамматик хаталарға тап килгән һөйләмдәрҙе билдәләгеҙ. 1-се бағаналағы һәр позицияға икенсе бағаналағы позицияны күрһәтегеҙ.

       Грамматик хаталар                             Һөйләмдәр

А

һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе боҙолған

1

Мин быйыл колхозда ла үҙебеҙҙең училище баҡсаһында ла эшләнем.

Б

тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә хата

2

Барыһыла тынып ҡалды.

В

киҫәксәләр яҙылышында хата

3

Борон-борон заманда, Урал тауы ла, Ағиҙел дә әле юҡ саҡта, шыр урман эсендә йәшәгән, ти, бер бабай менән әбей.

                                                       

Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.

Яуап:

А

Б

В

14

     Ҡайһы яуап һөйләмдә һыҙыҡ ҡуйылырға тейеш урында күрһәтә?

 Мансур бабай бәләкәс балаларҙы  ғына түгел (1) ҡолондарҙы (2) бәрәстәрҙе (3) эттәрҙе (4) бөтә хайуандарҙы ла бик ярата шул.  

Яуап: