Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр
Опубликовано 11.02.2019 - 18:56 - Шарафутдинова Дамира Миннисламовна
Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…
- Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ;
- Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ;
- Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ;
- Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын;
- Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ;
- Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ;
- Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ;
- Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ;
- Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ;
- Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ;
- Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ;
- Баланы кәмһетмәгеҙ;
- Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ;
- Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ;
- Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ;
- Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ;
- Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.
Өй эштәрен әҙерләү буйынса кәңәштәр.
- Өй эштәрен әҙерләүҙе дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә һәм нығыта, үҙ һүҙендә ныҡ тороу ғәҙәтен һәм хеҙмәт һөйөү күнекмәләрен тәрбиәләй.
- Системалы эшләү ғәҙәтен тәрбиәләү өй эштәренә билдәләнгән бер ваҡыт булдырыуҙан башлана. Бынан башҡа бер нисек тә уҡыуҙа ҙур уңыштарға ирешеп булмай.
- Башланғыс кластарҙа, ғәҙәттә, өй эше әҙерләүҙе яҙма эштәрҙән башларға, ә унан һуң телдән башҡарыла торған эштәрҙе эшләргә ҡушалар. 1-2-се кластар өсөн был рекомендация күп осраҡта тура килә.
- Ә өлкән класс уҡыусылары өй эштәрен әҙерләүҙе үҙҙәре билдәләргә тейеш.