Класс етәкселеге
.
1. Беренсе башҡорт романының авторы Ғәйнан Хәйриҙең тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы «Ижад дарманы көслө ине».
2. Шәжәрә байрамы “Ете быуыныңды бел”.
3. Встреча с журналистами газеты «Йәншишмә», «Башҡортостан».
4. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримгә 95 йыл тулыуға арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы.
5. Мостай Кәримгә арналған Иҫке Исай китапханаһында әҙәби кисә.
6. Беҙҙең яҡташтар – Советтар Союзы геройҙары.
7. Единой республиканской урок, посвященной Дню рождения башкирского поэта-просветителя Мифтахентдина Акмуллы.
8. Мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы.
9. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары.
10. А.Баймөхәмәтов, Ф.Ғәлимов менән осрашыу кисәһе.
11. Сәғит Мифтаховтың тыуыуына – 110 йыллығына арналған “Мәңгегә беҙҙең менән” исемле әҙәби кисә.
12. Гөлназ Ҡотоева, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә менән осрашыу.
13. Назар Нәжми, Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбайҙарҙың юбилейҙарын Иҫке Күл ауылы китапханасыһы Хисаева М.Ғ.менән берлектә асыҡ саралар үткәрелде.
14. Рәшит Назаровҡа арналған кисә "Ижадында - йыһан һулышы".
".
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары. | 58.5 КБ |
Шәжәрә байрамы. | 25.72 КБ |
Кластан тыш сара «Утлы йылдар ауазы» | 35.3 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары.
Тема: «Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары»
Маҡсат: Башҡорт музыка ҡоралдары менән яҡындан таныштырыу; уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу; ҡурай моңона, халыҡ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландарыу: Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары плакаты, видео-яҙма, газета, журнал материалдары, «Сыңрау торналар иле» (Р.Шәкүр), «Беҙҙең байрамдар» (Ф.Ғөбәйҙуллина) китаптары.
Байрам барышы
1.Ойоштороу.(Ҡурай моңо аҫтында Шәйехзада Бабичтың «Ҡурайҡайға» шиғыры уҡыла.)
Һыҙҙырт,ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт,ҡурай,йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.
- Уҡыусылар, бөгөн беҙ башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары менән
танышырбыҙ. Әйҙәгеҙ әле, һеҙ ниндәй музыка ҡоралдарын беләһегеҙ? (Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра…)
- Бөгөн ошоларға өҫтәп, ҡыл ҡумыҙ, дөңгөр, шаҡылдаҡ, киле кеүек
ҡоралдар тураһында һүҙ алып барырбыҙ.
2.Төп өлөш.
1.Ҡурай.
- Ҡурай- башҡорт халҡының төп музыка ҡоралдарының береһе. Уның
һүрәтен һеҙ ҡайҙа йыш күрәһегеҙ? ( Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербында һәм флагында, газета-журналдарҙың беренсе битендә.)
- Ә ҡурайҙы нимәнән һәм нисек яһайҙар? (Ҡороған ҡурай үләнен ҡырҡып
алалар һәм һабағында тишектәр эшләйҙәр. Ҡурай үләне тауҙарҙа үҫә.)
- Эйе, беҙҙең бай тәбиғәтебеҙ шундай матур, сихри тауышлы музыка
ҡоралы бүләк иткән. 922 йылда башҡорт ерҙәре аша ғәрәп илсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан Болғар ханлығына барған. Шунда халҡыбыҙҙың ҡурай тигән уйын ҡоралы булыуы хаҡында һәм үҙе ишеткән «Сыңрау торна» көйө тураһында яҙып ҡалдырған. (Сыңрау торна көйө аҫтында бер уҡыусы Мәхмүт Һибәттең “Сыңрау торна, йәки Башҡорттоң тыуыуы” шиғрын һөйләй).
Иң беренсе ҡурайсы –
Йырсы сыңрау торналыр.
Ул – моңдо тыуҙырыусы,
Йәне уның моңдалыр.
Сыңрап-сыңрап сыға моң
Торнаның муйынынан.
Муйын булыр ине туң,
Моң бит – уның ҡанынан,
Моң бит – уның йәненән.
Бына ҡайҙан килә ул,
Хис –нур алып күгенән,
Еркәйемә һибә ул!..
Сыңрау торна муйынын –
Ҡурайҙы табып, бабам,
Ҡош моңона үҙ моңон
Нур итеп ҡуша алған.
Йөргенең бар хисен
Шул сергә биргән тамам.
Мәңгелек булған өсөн,
Был көс – минең доғам.
Шулай тыуған донъяға
Башҡорт атлы мәшһүр зат.
Табынған ул торнаға
Һәр көн һайын йөҙәр ҡат.
(Видионан ҡурай тураһында йәнһүрәт ҡарау).
1-се уҡыусы: Халҡыбыҙҙа ҡурай төрлө-төрлө булған. Башҡорт яугирҙары ил азатлығы өсөн көрәшкә сыҡҡанда үҙҙәре менән еҙ (тимер) ҡурай йөрөткәндәр. Ҡатын-ҡыҙ уйнай торҡан ҡыҫҡа ғына ҡурайҙы сор ҡурай тип атағандар. Ағас шпондан эшләнгән ҡурай ҙа бар. Ләкин моңло булыуы менән үҫемлек ҡурай бөтәһенән дә айырылып тора.
- Әгәр кешелә милли рух, милли тойғо бар икән, ҡурай моңо уның
йәнен-тәнен тетрәтмәй ҡалмай. Уҡыусылар,беҙ ҙә ошо тылсымлы ҡурай моңон тыңлайыҡ әле. (Видеонан ҡурайҙы нисек эшләүҙәре күрһәтелә.)
Уҡытыусы билдәле ҡурайсылар менән таныштырып үтә.
- Был нимә? (Ҡумыҙ.)
Ҡумыҙ уйнай бер ҡыҙ, сихри моңо
Арбап ала барлыҡ аңымды.
Ошо моңдар мине алып китә
Үткән юлдарына халҡымдың.
Мин йөрөйөм төҫлө, иңләп-буйлап
Иркен-иркен башҡорт ҡырҙарын.
Киң итәкле Урал буйҙарында
Яңғырай кеүек ҡурай моңдары,
Ҡумыҙ моңдарына ялғаналар
Һауалағы бөркөт сыңдары,
Яландарҙа сабышалар кеүек
Башҡортомдоң толпар аттары,
Табындарҙа кәңәш тотҡан кеүек
Халҡымдың оло ҡарттары...
2-се уҡыусы: Ҡумыҙ- башҡорт халҡының иң боронғо ҡыллы музыка ҡоралы. Ул- уртаһында теле булған дуға формаһындағы металл. Ағастан, ҡаҙ һөйәгенән, тимерҙән эшләнгән ҡумыҙҙар була. Элек уны хатта дөйә тояғынан да яһағандар. Уйнағанда уны, һул ҡулы менән тотоп, тешкә терәйҙәр ҙә ирендәр менән ҡымтыйҙар. Теленә бәйләнгән епте тартыуҙан төрлө-төрлө тауыш сыға. Ҡумыҙҙа тамсы тамған, ат тояҡтары тупылдаған, поезд сапҡан тауыштар, хатта ҡоштар һайрауын да ишеттереп була. Элек ҡумыҙ балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар уйын ҡоралы тип иҫәпләгән,ә хәҙер ҡумыҙҙа ир-егеттәр ҙә уйнай. (Видеояҙманан ҡумыҙҙар күрһәтелә. Бер уҡыусы тарихын һөйләй.)
- Музыка белгесе һәм фольклорсы Л.Н.Лебединский ҡумыҙҙың, ҡурай
һымаҡ уҡ, бик боронғо булыуы тураһында яҙған. Уның барлыҡҡа килеүе неолит дәүеренә, йәки б.э. тиклем 6-4 мең йыллыҡтар тирәһенә ҡарай. Башҡортостанда археолог Н.А.Мәжитов тарафынан табылған ҡула (бронза) телле пластинка башҡорт ҡумыҙының мең йылдар тәпкөлөнән һаҡланып ҡалған бик һирәк ҡомартҡыһы иҫәпләнә. Бына электән өләсәйҙәрҙән ҡалған-ҡыя ҡумыҙы. Ул тубыҡҡа терәп, вертикаль ҡуйып уйналған. Тағы ла, саған ағасынан эшләнгән ҡумыҙ, ҡаҙ ҡауырһынынан, ҡаҙ һөйәктәренән яһалған ҡумыҙ бар, хатта дөйә таяҡтарынан да эшләгәндәр.
3-сө уҡыусы: Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәре араһында ҡумыҙ хаҡында ҡыҙыҡлы легенда бар. Унда көтөүсе улы Бикбайҙың йәмле йәй көндәрендә егеттәр, ҡыҙҙар менән бергә ҡымыҙлыҡҡа сығып, төрлө уйындар уйнауы, саған ағасынан ҡумыҙ эшләп, бейеү көйҙәрен көйләп, йәштәштәрен бейетеүе тураһында һөйләнелә. Ҡымыҙлыҡҡа сыҡҡанда бейеткәне өсөн был музыка ҡоралына ҡумыҙ тип исем бирелә. Бикбай ҡумыҙҙа уйнаған ваҡытта байҙың өлкән ҡыҙы Гөлсөм, күҙен дә алмай, уға ҡарап торған. Егеттең күңеленә лә ҡыҙ хуш килгән, һәм ул, хистәрен белдереү өсөн, ҡыҙға ҡумыҙын бүләк иткән. Шунан башлап ҡумыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уйнай башлаған, тиҙәр.
- Билдәле булыуынса, ер шарының 150 илендә ҡумыҙ сәнғәте йәшәй.
Әммә ҡайһы бер илдәрҙә ул юғалып бара. Башҡортостанда, киреһенсә, ҡумыҙ сәнғәте яңырыу, йәшәреү кисерә. Ул фольклор байрамдарында яңғырай, концерт репертуарҙарында урын ала бара. Ҡумыҙҙың тылсымлы моңо, уның серле сыңы күңелдәрҙә дәрт, илһам, шатлыҡ тойғолары уята. Ә һеҙ билдәле ҡумыҙсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? (Яуаптар.)
- Урал-Иҙел төбәге буйынса варган (хомус) музыкаһының милли үҙәге
рәйесе Роберт Заһретдинов тарафынан ҡумыҙ яңынан тергеҙелә. Роберт Заһретдинов – күп йырҙар һәм инструменталь пьесалар, шул иҫәптән ҡумыҙ өсөн әҫәрҙәр авторы. Башҡорт музыка ҡоралын тергеҙеүҙәге һәм пропагандалауҙағы хеҙмәттәре өсөн уға республиканың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.
Р.Заһретдиновтың уҡыусыһы, яҡташы Ғәфүр Заһретдинов Австрияның Мольн ҡалаһында уҙғарылған, утыҙ илдән өс йөҙ конкурсант ҡатнашҡан 3 Халыҡ-ара ҡумыҙсылар конгресында дипломант исемен яуланы, ә Р.Заһретдинов конгрестың «Донъяның иң виртуоз ҡумыҙсыһы» тигән дипломы менән бүләкләнде.
- Халҡыбыҙҙың боронғо быуаттарҙан килгән тағы бер уйын ҡоралы бар. Ул-
думбыра (Думбыра яһау тураһында видио ҡарау).
4-се уҡыусы: Был ҡоралда аҡһаҡалдар, сәсәндәр уйнаған. ХIХ быуат рус ғалимдары Р.Г.Игнатьев, С.Г.Рыбаков хеҙмәттәренән күренеүенсә, бынан йөҙ йылдар самаһы элек башҡорттарҙа думбыра һәм думбырасылар булған. Әммә ул ҡыл ҡумыҙ менән берҙәй үк яҙмышҡа дусар булған: ихтилалдар ваҡытында халыҡ рухын һаҡлаусы сәсәндәр менән бергә думбыра ла, думбырасылар ҙа рәхимһеҙ юҡ ителгән. Шул сәбәпле ХХ быуат башында был уйын ҡоралын яһаусы оҫталар ҙа, элекке кеүек оҫта уйнаусылар ҙа һирәк булған. Думбырала башҡорт халҡы ла, ҡаҙаҡтар ҙа уйнаған. Ике милләттең думбыраларындағы айырма ҡыл һандарына ҡына ҡайтып ҡала: башҡортта- өс ҡыллы, ҡаҙҙаҡта ике ҡыллы думбыра ҡулланыла. «Ҡаҙаҡ думбыраһы, аҡҡош муйыны һымаҡ, оҙонораҡ, башҡорт думбыраһы, ҡарлуғас ҡойроғо кеүек, ҡыҫҡараҡ»,- тиелә хеҙмәтттәрҙә.
Тылсымлы көс думбыра ла,
Уйнайым башҡорт көйөн.
Сирткәндә ҡылдарын,
Моңдарға бата өйөм.
Эй,думбыра,ҡылдарыңа,
Икеһенә лә сиртәм.
Ҡунаҡтарҙың көйҙәр уйнап,
Күңелдәрен иретәм.
(Думбыра нисек яһауҙарын ҡарау һәм көй тыңлау).
- Был ҡыл ҡумыҙ.
5-се уҡыусы: Иң тәү яһалған музыка ҡоралдарының береһе ҡыл ҡумыҙ ҙа бик үҙенсәлекле. Ҡыл ҡумыҙ- скрипканың бик боронғо ҡәрҙәше. Был музыка ҡоралын ҡулбашҡа терәмәй, теҙгә вертикаль ҡуйып уйнағандар. Скрипка, унан һуң думбыра шул ҡыл ҡумыҙҙан килеп сыҡҡан, тиҙәр белгестәр. Ҡыл ҡумыҙ төрки ырыуҙарында беренсе мең йыллыҡтың икенсе яртыһында уҡ йәшәгән. Уға ҡушылып, башҡорттар йола йырҙары башҡарғандар. Хәҙер башҡорт халҡының музыкаль көнкүрешендә осрамай, уны скрипка алмаштырған.
- Был һорнай.
6-сы уҡыусы: Һорнай- мөгөҙҙән яһалған тынлы тауыш биреү ҡоралы. (Плакатта һорнай күрһәтелә.) Уның ике төрө бар: мөштөклө һәм ике ҡатлы ҡамыш телсекле йәки һыҙғыртҡыслы. Был музыка ҡоралы уҙған быуаттың икенсе яртыһында Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарында, ҡурай кеүек үк, киң ҡулланылған.
( «Башҡорт теленең һүҙлеге»нән һорнай һүҙенең аңлатмаһы уҡыла.) «Тынлы музыка ҡоралы: борғо». Миҫал: «Һалдат, беҙҙе күреү менән, һорнайын ауыҙына ҡуйып, сигнал уйнатырға тотондо».(Мөхөтдин Тажи.)
- Тимәк, һорнайҙың иң мөһим тәғәйенләнеше-яу ваҡытында, ғәскәри
хеҙмәттә оран һалыу, сигнал биреү. Тыныс тормошта, байрам тантаналарында ҡулланыу өсөн дә уңай булған ул.
- Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары араһында шулай уҡ шаҡылдаҡ, дөңгөр,
киле билдәле.
- Был шаҡылдаҡ, ул рамлы шалтырауыҡ, тауыш сығанағы рамға
беркетелгән һәм уға бәрелеп тора.
- Был дөңгөр, ул шөңгөр тибындағы һуҡма инструмент. Бейеклег 19,
диаметры 35 сантиметр булған оҙонса түңәрәк ағас дүңгәләк ике яҡлап яра менән тарттырыла. Корпус түңәрәге буйлап икешәрләп көмөш тәңкәләр беркетелә. Бармаҡтар һәм ус менән күнгә йәки дүңгәләккә һуғалар.
- Киле- башҡорт литавраһы, өҫтөнә күн яры тарттыраыған ағас һауыт
(киле). Ағас сүкештәре йәки таҡылдауыҡтар менән уйнайҙар.
Йомғаҡлау.
- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән иң боронғо музыка ҡоралдары менән таныштыҡ.
Һеҙ үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡтар алдығыҙ? Хәҙер ниндәй музыка ҡоралдарын беләһегеҙ?
- Тимәк, моң- мәңгелек төшөнсә. Халҡыбыҙ шатлыҡ- ҡыуаныстарын да,
ҡайғы-хәсрәттәрен дә, моңға әүерелдереп, музыка ҡоралдары аша сағылдырған, күңелдәренә йыуаныс тапҡан. Һәр башҡорт балаһы үҙ моңон аңларға, яратырға,өйрәнергә тейеш. Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын һаҡлау, киләһе быуындарға аманат итеп тапшырыу- беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Башҡорт ҡурайы
Ябай ғына ошо үҫентенең
Моңдарына хайран ҡалырлыҡ!
Башҡорт ҡурайынан сыҡҡан көйҙө
Бер моңдар юҡ уҙа алырлыҡ!
Ҡурай һәр саҡ юлдаш башҡортома,
Яуҙа көстәр өҫтәп торған ул!
Париж урамдарын данға сорнап
Дошмандарҙы бергә ҡырған ул!
Роберт тигән башҡорт Юлдаш иткән
Йәш ваҡыттан ошо ҡурайҙы,
Ҡурайҡайы менән бар донъяны
Сихри моңдарына сорнаны!
Уралынан ҡурай өҙөп алып
Көпшә эстәренә тын өргән…
Башҡорт тигән халыҡ бар донъяға
Ҡурай моңо тигән моң биргән!
Ҡурай бит ул башҡорт өсөн – изге!
Ҡурай - башҡортлоҡтоң билгеһе!
Ер шарын ураһын ҡурай моңо!
Ҡурай – яҡшылыҡтың өлгөһө!
Фаузия Кутлугильдина
Предварительный просмотр:
Шәжәрә байрамы
Сараның маҡсаттары:
Уҡыусыларҙа ырыуы, халҡы, тыуған яғы тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, шәжәрә (ырыу ағасын) төҙөү барышында фәнни-эҙләнеү, тыуған яҡты өйрәнеү, этнографик эшмәкәрлекте киңәйтеү, йәштәрҙе эҙләнеүгә һәм фәнни эшкә ылыҡтырыу, йәшәгән төйәккә, уның тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙең берлеге нигеҙендә быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, ғаилә һәм ғаилә-туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу, тарихи үҙаң, милли рух һәм әхлаҡлы мәҙәниәт формалаштырыу, урыҫ мөхитендә тәрбиәләнгән уҡыусыларҙы башҡорт халҡының данлы тарихы менән таныштырыу.
Йыһазлау:
- Уҡыусыларҙың шәжәрәләре, фәнни-методик әҙәбиәт, ғаилә ҡомартҡылары күргәҙмәһе, китаптар күргәҙмәһе.
- Плакаттар:
Илен белмәгән – белекһеҙ, нәҫелен белмәгән – намыҫһыҙ.
Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам.
Шәжәрә - Тарих төпкөлөнән киләсәккә тәҙрә.
Тамырын тойған ағас ҡына ныҡ үҫә, нығый, тамырһыҙ – ҡорой.
Шәжәрә - быуындар сылбыры.
Сараны ике уҡыусы алып бара. Байрам аҙағында байрам сәйе ойошторола.
Сценарий
1-се алып барыусы. К062й ырыуы еренд2
Йыйналды7 бе6 б0г0нд2.
Н2ҫел-н2с2б байрам ит2
Тыуып 19к2н еренд2.
Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле уҡытыусылар, уҡыусылар!
2-се алып барыусы. Тамырһыҙҙы ел осора,
Тамырһыҙ һыуҙа серей,
Ерҙә лә урын табалмай,
Мәңге ҡаңғырып йөрөй!
Һаумыһығыҙ, дуҫтар! Нәфис кенә сәскәме, йөҙйәшәр ғорур ҡарағаймы, кешеме – барыһы ла тамыры ныҡ булғанға ғына бер нигә бирешмәй йәшәй
ала.
1-се а.б. Беҙ һеҙҙең менән бөгөн тамырҙарҙы барлауҙың әһәмиәтенә төшөнөү, тыуған төйәккә, ҡомартҡыларға ҡарата һаҡсыл ҡараш, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҫтереү, ғаилә-ара туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу маҡсаты менән Шәжәрә байрамына йыйылдыҡ. Ә хәҙер һүҙҙе Дамира Миңнислам ҡыҙына бирәйек.
Х2йерле к0н, х0рм2тле 7уна7тар, у7ытыусылыр,у7ыусылар.
Б0г0нг0 кис2бе6 « Быуындар сылбыры 060лм23ен» тип атала.
Борон баш7ортто8 я6ылма4ан шундай 7ануны й2ш2г2н: ирмен тиг2н ир-егет ата-баба3ыны8 к2менд2 ете быуынын, ырыуыны8 ш2ж2р2 ебен, хал7ыны8 7обайырын, йыр-мо8он белерг2 тейеш бул4ан. Баш7орт ырыуы ту4андаш ара, айма7 ке1ек бер2мект2р6е8 берл2шм23ен т2шкил итк2н, ырыу6ар башлы4ында ырыу ш2ж2р23ен, тарихын 3а7ла4андар. Ырыу а4залары ла д0й0м ырыу атама3ы мен2н берл2шк2нд2р, д0й0м ырыу там4а3ын й0р0тк2нд2р, 32м билд2ле бер т0й2кт2 й2ш2г2нд2р. ?2бил2 бер нис2 ырыу6ы8 берл2шм23ен т2шкил ит2.?2бил2 а4залары 0с0н д2 72бил2не8 д0й0м атама3ы, там4а3ы, а4асы, 7ошо, ораны мен2н берл2шк2н. Баш7орттар6а ете 72бил2, й24ни ырыу бул4ан.
К062й ырыуы шайтан-к062й, 7ыр- к062й, урман- к062й, т0р0км2н-к062й 32м б1л2к2й-к062й айма7тарына б1ленг2н. К062й62р6е8 сы4ышы Урта Азия4а, Кавказ4а барып тоташа. Улар Алтай6ан т0нья7 Кавказ4а килеп сы77ан булыр4а тейеш. №у8ынан и32 баш7а ырыу6ар мен2н берг2 А4и6ел буйына килеп ултыр4ан.14 быуат а6а4ында к062й62р А4и6елде8 урта а4ымына, ?ари6ел тама4ына килеп ултыр4ан. Ш2ж2р2н2н к1рене1енс2, К062й бей6е8 т2хете Е6ем тама4ында бул4ан. Бында к062й62р ме8д2р мен2н берг2 к1сенг2н. №у8ынан улар ну4ай6ар6ы8 7ы9ымы а9тында А4и6елде8 у8 я7 ярына сы77ан. ?ай3ы бер62ре Э9ем буйына, унан Й1р162нг2 32м Л2м26 буйына к1сенг2н.
2-се а.б. Беҙ түгел ерҙә исемһеҙ, -
Тарихты байҡа ғына!
Рәхим ит, түрҙән, аҡһаҡал,
Шәжәрә байрамына!
1-се а.б. Ырыу ағасы ҡоромаҫ
Йәш быуын барҙа ғына.
Рәхим ит, йәш быуын
Шәжәрә байрамына!
2-се а.б. Йыуанып имен таңдарға,
Туҡ башаҡтар шауына,
Рухланып йәшә Уралда,
Былбылдай һайра ғына!
Хуш киләһегеҙ, ҡунаҡтар,
Шәжәрә байрамына!
Бергә. Шәжәрә байрамына!
1-се а.б. Таныш булығыҙ: беҙҙең хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ – байрамыбыҙҙың төп сәбәпселәре: Ғәйнуллиндар һәм Зәйнуллиндар ғаиләһе.
(Ҡунаҡтар тамашасыларға тороп күренә)
Һеҙҙе Шәһиева Альмира Мирсадир ҡыҙы һәм Ләйсән үҙҙәренең йыры менән сәләмләй. Рәхим итегеҙ!
1-се а.б. Бөгөнгө шәжәрә байрамыбыҙ “Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам!” девизы менән үтә.
2-се а.б. Шәжәрәмдә - сал тарихы бабаларҙың,
Бөгөнгөм дә, киләсәгем, балаларым.
Уралымдың яҙыласаҡ,яңырасаҡ
Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал ҡанында!
1-се а.б. Шәжәрә– теге йәки был ырыу ҡәбиләнең быуындан-быуынға
аманатлап тапшырылған коллектив тарих яҙмаһы ул. Уның барлыҡҡа
килеүендә һәм йәшәүендә әллә нисәмә быуын вәкилдәре хеҙмәт
күрһәткән.
Ә хәҙер һүҙҙе шәжәрәләр тарихын өйрәнеүгә һәм киләсәк
быуынға тапшырыу өҫтәндә арымай-талмай эшләүсе Нәфисә Ғәйетҡол ҡыҙына бирәйек.
1-се а.б. Хәлем бөтһә лә, шәжәрәмдән йәшәү көсө табырмын, тигән борон халыҡ. Киләсәктә артабан да арҙаҡлы шәхестәр үҫтереп, быуаттан быуатҡа шәжәрәне дауам итергә яҙһын! Быуындар сылбыры өҙөлмәһен! Рәхмәт һеҙгә, Нәфисә Ғәйетҡол ҡыҙы.
Тамырын тойған ағас ҡына ныҡ үҫә, нығый, тамырһыҙ – ҡорой. Зәйнуллиндар бик борондарҙан бөгөнгө көндәргә тиклем ентекле шәжәрә төҙөгән, тамырҙарын яҡшы белә. Киләсәктә уларҙың нәҫел ағасы тағы ла байыраҡ булыуын, ғаилә йылъяҙмаһы килер быуындарға ла изге аманат булып күсеүен теләйбеҙ. Һүҙҙе Зәйнуллина Маһира әбей, Фәнит ағай һәм Гөлназ апйҙар ғаиләһенә бирәйек.
2-се а.б. Иҫ киткес матур сығыштарығыҙ өсөн оло рәхмәт.
Ата-бабаларҙың аманатын
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ.
Ауылыбыҙҙы төйәк иткәндәрҙең
Ышанысын беҙ ҙә аҡлайыҡ!
Һеҙгә Зәйнуллин Вилмир үҙенең бүләген еткерә.
1-се а.б. Ете һанын изге иткән
Бабайҙарҙың олоһо.
Мираҫ булып беҙгә күсә
Ете быуын йылыһы.
Ә хәҙер киләһе ҡунаҡтарыбыҙ менән танышып китәйек. Улар Зәйнуллина Йәүит ағай һәм Фазила апай ғаиләһе.
2-се а.б. Еләндәре - сағыу ҡояш,
Моңланып уйнай ҡурай.
Тыпырҙатып оҫта баҫа,
Һис тә оялып тормай.
Һеҙҙең өсөн Зәйнуллиналар башҡарыуында башҡорт халыҡ бейеүе.
1-се а.б. Эйе, Тыуған илебеҙҙең ғорурлығы булған һоҡланғыс кешеләр күп. Тәү тапҡыр ошо ерҙә аяҡ баҫҡан, ауаз һалған һәм яҙмышын тыуған тупрағы менән бәйләгән, илебеҙ данын арттырған һәм тормошто яҡшыртыр өсөн тир түккән ир-азаматтар барҙа Башҡортостан сәскә атыр, мәңгелек булыр!
2-се а.б. Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң,
Шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.
Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә тик ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!
1-се а.б. Бөгөнгө байрамдағы сығыштарҙан күреүебеҙсә, Шәжәрә (ырыу ағасын) төҙөү - мауыҡтырғыс һәм файҙалы шөғөл. Ул хатта дөйөм мәҙәни бурыс та. Был - кешелек хәтерен оҙайтыу һәм киләсәк быуынды тәрбиәләү, милли йолаларҙы һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлап ҡалыу бурысы.
2-се а.б. Шәхси эшҡыуар ҙа, өлгөлө атай ҙа булған Ғәйнулллин Ғүмәр ағай ғаиләһе һәм атай нигеҙен нығытыусы һәм һаҡлаусы Ғәйнуллин Рөстәм ағайҙар менән танышып үтәйек. Һүҙ уларға.
1-се а.б. Ил х2лд2рен белеге6,
Ту4андар6ы белеге6.
Кипм23ен ырыу а4асы -
Тере 3ыу6ар 3ибеге6.
Ғәйнуллиндар шәжәрәһен дауам итеүсе 6-сы синыф уҡыусыһы Ғәйнуллин Нияз һәм Азалия башҡарыуында йыр.
2-се а.б. Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм
Һин үҫкәндә донъя йәшәрә
Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда
Күкте терәт ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә
1-се а.б. Кеше үҙ халҡының, тыуған ил ҡороноң тарихын ни тиклем төплөрәк белһә, тамырҙарын тәрәнерәк һәм ентеклерәк күҙаллаһа, милли аң кимәле, мәҙәнилеге, төрлө халыҡ вәкилдәре араһында үҙ бәҫен белеүе лә шул тиклем юғарыраҡ була.
Һүҙҙе тағы ла бер Ғәйнуллиндар шәжәрәһен дауам итеүсе Ғәйнуллин Илшат ағайға бирәбеҙ.
2-се а. б. Туған йәнле шәжәрәһен барлай,
Ете быуын ата-бабаһын.
Тарих төпкөлөнән тамырҙарын
Беҙ барламай кем барлаһын.
2-се синыф уҡыусыһы Ғәйнуллина Юлиәнән атаһына кескенә бүләк. Башҡорт халыҡ бейеүе.
2-се а.б. Шәжәрә - ул байрам ғына түгел,
Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше,
Мең ғазаптар аша ҡан тартыуы,
Уттар аша ғүмер киҫеше.
1-се а.б. Шәжәрә - ул йәшәү тантанаһы,
Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,
Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,
Боронғо ла, йәш тә, хәҙерге.
2-се а.б. Шәжәрә - ул моңло “Буранбай”ҙай,
Иләүеңде һаҡлар ҡоралдай,
Буш тормаған бала бишегендәй,
Арҡа терәр мәғрүр Уралдай.
1-се а.б. Шәжәрә - ул бөйөк, изге йортоң,
Уға тейеш һин бер ҡайтырға.
Унда һине туғаныңа
Ер ҙә, йән дә, ҡан да тейеш тартырға!
2-се а.б. Ырыу ағасым һин, эй, шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.
Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,
Күкте терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә!
1-се а.б. Шәжәрәләребеҙҙе өйрәнеп, ата-бабаларыбыҙға, нәҫелебеҙгә ҙур хөрмәт күрһәтеп, тыуған илебеҙҙе гөл-баҡсалай яһап, Башҡортостаныбыҙ киләсәге хаҡына ең һыҙғанып уҡыйыҡ, татыу йәшәйек, дуҫтар! Шәжәрәләребеҙ артабан да дауам итһен, үҫһен һәм нығынһын. Артабан һүҙҙе шәжәрәләребеҙҙе дауам иттереүсе иң йәш, кескәй быуынға бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ, бәләкәстәр.
Һеҙҙе иң кескәй Ғәйнуллинар, Айгөл һәм Алһыу сәләмләй . Рәхим итегеҙ, бәләкәстәр.
2-се а.б. Ошоноң менән Шәжәрә байрамы тамам. Мәктәбебеҙ сараһын йәмләндереүсе барлыҡ ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәт!
Предварительный просмотр:
Кластан тыш сара
«Утлы йылдар ауазы»
Маҡсат: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир һәм яҙыусылар
ижадына байҡау яһау; уларҙы иҫкә алыу, хәтерләү һәм
уҡыусыларҙа уларға ҡарата ихтирам хисе уятыу; тыуған илгә,
тыуған ергә, һуғыш һәм тыл ветерандарына һөйөү һәм хөрмәт
тәрбиәләү.
Йыһаз: комьютер, мультимедио проектор, ауылса биҙәлгән сәхнә.
“Свещенная война” көйө яңғырай. Медиопроектрҙа Бөйөк Ватан һуғышына арналған картина. Ауылса йыйыштырылған өй эсе. Өләсәһе менән ейәне һәм ейәнсәре сығалар. Ҡуйылған урындарға ултырышалар. Ейәнсәре:
- Өләсәй, бөтәһе лә ниндәй байрамға әҙерләнә ул?
- Шуны ла белмәйһеңме ни, һуғыш бөткән көн бит, - ти ейәне.
- Һуғыш? Ниндәй һуғыш?
- Ниндәй икәнен мин дә белмәйем әле, тарихтан өйрәнмәнек. Ә
уҡытыусы апай ололарҙан һорашып килергә ҡушты. Өләсәй, һөйлә әле.
- Эйе, өләсәй, һөйлә инде, минең дә беләһем килә.
- Эйй.. ошоларҙы миңә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәйҙәр үҙҙәре.
Иғтибар менән тыңлаһағыҙ һөйләйем, әлбиттә.
Һуғыш... Ниндәй ҡот осҡос, ҡанлы һәм тетрәндергес һүҙ... Ул йылдар, ҡанлы йылдар, бер ҡасан да онотолмаҫ! 1941 йылдың 22 июнь көнөнөң матур бер иртәһендә дошман тыуған еребеҙгә баҫып инде. Ирегебеҙҙе быуырға, эскән һыуҙарыбыҙҙы ағыуларға, шат йырҙарыбыҙҙы моңло-зарлы итергә теләп, ҡара дәһшәт килде. Күктә олоған самолеттарына, юлдарҙа шыҡһыҙ дөбөрҙәгән танкыларына тейәп, дошман беҙгә үлем ташыны.
Беҙҙең ауылдарыбыҙ һәм ҡалаларыбыҙ дөрләп янды. Дәртле йырҙарыбыҙ яңғыраған майҙандарға дар ағастары теҙелде. Емерелгән урамдарыбыҙ буйлап Гитлер һалдаттары атланы. Уларҙың дағалы ауыр итектәре, әйтерһең, йөрәктәрҙе тапай ине...
...Көн менән төн көрәше, йәшәү менән үлем тартышы башланды. Икенең тик береһен һайларға мөмкин ине: йә үлергә, йә еңергә!!!
- Шунан өләсәй нимә булды? Һуғыш беҙҙең ауылға ла килеп
еттеме?
- Юҡ, балаҡайҙарым, аллаға шөкөр, беҙҙең ауылға килеп етә
алманы. Бөтә халыҡ аяҡҡа баҫты һәм тыуған илен, ерен һаҡларға ир-егеттәребеҙ, һеҙҙең олатайҙарығыҙ, яуға күтәрелде.
- Минең олатайымда да яуға киттеме?
- Эйе, ҡулына ҡорал ала алған бөтәһе лә һуғышҡа китте. Һуғыш
еле беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне.
Был ваҡытта м.п.-ла Ә.Лотфуллиндың “Хушлашыу” картинаһы күрһәтелә.
Һалдат кейемендәге бер уҡыусы М.Кәримдең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр” шиғырын ятҡа һөйләй, ҡулында ҡылыс.
Эйәрләне атай, ялын үреп,
Аҡбуҙ аттың ярһыу, ап-ағын,
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр.
Ышан, атай, һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ.
Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,
Һуғарырмын дошман ҡанында.
Йыуырмын мин фашист ҡаны менән
Илем күкрәгенең яраһын,
Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа
Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым.
Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,
Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –
Мин фронтҡа китәм иптәштәр.
- Фашизм идеологияһы менән күҙе тонған йыртҡыс нацистарға
ҡаршы беҙҙең республикабыҙ Башҡортостандың өлөшө лә әҙ түгел: 1942 йылда Башҡортостанда атлы ғәскәр төҙөлә, уның командиры итеп генерал М. Шаймуратов билдәләнә; бында Башҡорт дивизияһының, дүрт мең километрҙан ашыу юл үтеп, тарихта икенсе тапҡыр Шпрее йылғаһында ат һуғарған даны бар; бында Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың, Муса Гәрәев менән тағы нисәмә мең ир һәм ҡыҙ батырҙарҙың ҡаһарманлыҡ шаны бар...
М.п. –ла Р.У.Ишбулатовтың “Генерал Шаймуратов” картинаһы күрһәтелә. Малайҙар башҡарыуында “Шаймуратов генерал” йыры.
- Өләсәй, олатайымдар һуғышта ҡайҙа йәшәгән?
- Мин беләм, кинола күрҙем, блиндажда, окоптарҙа йәшәгәндәр.
Камал Хәбибтең “Блиндажда” шиғырын ятҡа һөйләү. М.п.-ла блиндаж күрһәтелгән картина.
Көн кеүек яҡты айлы кис,
Офоҡтар ялҡынлана.
Блиндаж эсендә тимер мейес
Туҡтауһыҙ дөрләп яна.
Һалдаттар ултыра тын ғына,
Күҙҙәргә йоҡо инмәй.
Туған телдә гармун ғына
Моңланып ниҙер һөйләй.
Тирбәлә гармун моңонда
Ағиҙел ҡамыштары.
Һәм таралып китә шунда
Һалдаттың һағыштары.
Йырлай гармундың телдәре
Дәрт биреп күңелдәргә.
Ашҡына һалдат йөрәге,
Ашҡына еңеүҙәргә.
- Ә олатайым менән телефондан һөйләшеп торҙоғоҙмо?
- Эйе ти, ул ваҡытта телефон ҡайҙан булһын , эйе бит, өләсәй.
- Шулай шул, балаҡайҙарым, беҙ хат яҙышып торҙоҡ. Хаттар бик
оҙаҡ йөрөй ине. Улдары әсәләренә, ирҙәре ҡатындарына, атайҙар баларына яҙып торорға тырыштылар.
Был ваҡытта м.п.-ла өсмөйөшлө хаттар күрһәтелә. М. Харистың “Хат” шиғыры.
Беләм, әсәй, беләм, ауыр һиңә, —
Борсолоулы уйҙар иптәшең.
Ҡарап минең киткән юлдарыма,
Күптән, күптән һағынып көтәһең.
Йыйырсыҡтар сәғәт, минут һайын
Тәрәнәйгән кеүек йөҙөңдә.
Ләкин бел һин:
Бөгөн иртә таңда
Һуғыш барҙы һинең өсөн дә.
Һәм әле лә көслө канонада...
Саҡыра һуғыш. Һау бул хәҙергә.
Мин йығылһам әгәр, йәш түкмә һин,
Ә тын ғына шулай хәтерлә:
«Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә
Уның данын, намыҫын яуланы.
Ул йығылды, ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе. Бушҡа ауманы».
Төхфәт Мораттың “Көт мине” шиғыры. М.п.-ла Ә. Лофуллиндың “Көтөү” картинаһы.
Беләм, иркәм, һин көтәһең мине,
Алыҫтарға текәп күҙеңде.
Таң елдәре аша ишетәм кеүек
«Ҡайт, ҡайт, бәғерем» тигән һүҙеңде.
Һағынаһыңдыр, ләкин һин генәме,
Мин үҙем дә шулай һағындым.
Бит ике йыл тополь япраҡ ярҙы,
Бит ике ҡыш беҙҙе айырҙы.
Аҙна һайын һинән хаттар алам,
Һирәк килә кеүек улар ҙа.
Тик ҡанат юҡ, иркәм, ҡанатҡай юҡ
Яндарыңа барып урарға.
Һағынаһыңдыр, беләм, һағыныуҙан
Йөҙҙәреңә сыҡҡан һарғайыу.
Тик көт мине, тик көт мине һаман,
Иртә һайын, үткән таң һайын.
Тик көт мине хатым оҙаҡлаған,
Алыҫлашҡан һайын аралар.
Шул аралар, иркәм,
ҡушылыу көнөн
Яҡынайта ғына баралар.
Мин ҡайтырмын килер бер көндәрҙә
Һәм сиртермен тәҙрәң ҡапҡасын.
- Өләсәй һуғышҡа киткәндәр иҫән-һау ҡайттылармы?
- Юҡ, балаҡайҙарым, бөтәһе лә тыуған яҡтарына кире әйләнеп
ҡайта алманылар . Беҙҙең ауыл биләмәһенән 1200 кеше һуғышҡа китә, ә шуларҙың 788 яугир ғына әйләнеп ҡайта алды. Уларҙың да күбеһе ауыр яралы ине.
Батыр Вәлидтең “Кил, бәғерем” йыры (“Ирәндек” көйөнә башҡарыла.)
- Өләсәй, улар үҙ ғүмерҙәрен тыныс тормош, беҙҙең бәхетле
киләсәк өсөн бирҙеләр, эйе бит.
Назар Нәжми “Ҡайын” шиғыры.
Дәһшәтле ут атлап үткән ерҙә,
Яландағы тар юл ситендә,
Йәп-йәш кенә бер аҡ ҡайын үҫә
Билдәһеҙ бер ҡәбер өҫтөндә.
Яҙҙарында ҡайын йәшелләнә,
Маныла ул көҙөн алтынға;
Ҡояш ҡарай уға, ул — ҡояшҡа,
Ҡойона ул йылы ямғырҙа.
Үҫә ҡайын... Йәшәй ерҙә ҡайын,
Яландағы тар юл ситендә.
Тирә-яҡты биҙәп тора ҡайын
Билдәһеҙ бер ҡәбер өҫтөндә.
һалдат тынған... Ул, ғүмерен биреп,
Күптәргә бит йәшәү килтерҙе.
Ҡайынды ла күкрәк көсө менән
Ул күтәреп тора шикелле.
Үҫә ҡайын ҡәбер өҫтөндә,
Япраҡ яра һалдат өсөн дә.
- Улар һәләк булһалар ҙа, бөтәһе лә геройҙар, эйеме, өләсәй.
- Беҙҙең өсөн улар— Герой! Сөнки улар Ватаныбыҙҙы,
әсәйҙәребеҙҙе, апайҙарыбыҙҙы һаҡланылар! Әле донъяға ла килмәгән һеҙҙе һаҡланылар! Был батырлыҡ түгелме ни? Үҙҙәре һәләк булдылар, әммә тыуған илдәрен дошмандан һаҡлап ҡала алдылар. Улар йөрәктәре ҡушҡанды үтәнеләр.
Хәким Ғиләжевтың “Йөрәктәргә шулай ҡушылған” шиғыры.
Поста торҙом.
Ул төн айһыҙ ине...
Йөрөй ине йәш ҡыш һалҡыны,
Ә уйҙарым айҙан яҡты ине,
Таш иретерлек ине ялҡыным.
Көндәр ауыр, тревогалы булды,
Фашист йөрөнө Волга ярында.
Оноттоҡ беҙ артҡа сигенер юлды,
Яғалаштыҡ дала ҡырында.
Утыҙ ҡабат барҙыҡ атакаға
Ҡул яҫыуы тиклем ер өсөн.
Һәм ант иттек үбеп
Ал ҡан тамған
Сталинградтың ватыҡ кирбесен.
Ошо ерҙә һуңғы бой бирергә,
Ташҡа әйләнергә ошонда,
Йәки йән бирергә, йә еңергә, —
Йөрәктәргә шулай ҡушылған.
- Тылда ҡалғандарға ла бик ауыр булды. Бөтә эш ҡатын-ҡыҙ,
ҡарт-ҡоро, бала-саға ҡулына ҡалды. Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн ал-ял белмәй ҡорос ҡойоусыларҙың, машиналар, самолеттар, бронепоездар яһаусыларҙың, кейем-һалым тегеүселәрҙең, ыжғыр бурандарҙа ла туҡталмай ер майын һурыусыларҙың, һыйыр менән һабан һөрөп, тубал аҫып иген сәсеп, ашлығын да, итен дә, һөтөн дә, башҡаһын да етештереүсе бабайҙарҙың һәм еңгәләрҙең, әкиәт батырҙары һымаҡ иртә ҡул араһына ингән ҡустыларҙың һәм һеңлекәштәрҙең, — бында уларҙың да ҙур өлөшө бар. Ғәрәсәтле һуғыш йылдарында завод һәм фабрикаларҙа, баҫыу һәм урман эштәрендә — фронт хәжәтенә бәйле һәр эштә күрһәтелгән фиҙәкәрлек яугирҙар батырлығынан һис тә кәм булманы.
Ул ваҡытта үлем хәбәре өй һайын һағалап йөрөнө. Ҡара ҡағыҙ килмәгән йорт ҡалманы. Ауылда ла үлем күп булды инде, балаҡайҙарым. Хоҙай башҡаса ундай афәтте күрһәтмәһен.
Назар Нәжмиҙең “Әсә йөрәге” шиғыры.
(Бер әсәнең улына яҙған хатынан)
«...Ҡустың да бит хәҙер донъяла юҡ —
Тағы килде үлем хәбәре.
Минең башҡа ғына төшә кеүек
Һуғыштың был әсе ҡәһәре...
Ниңә әле үлем һеҙгә генә,
Һеҙгә генә тейә һәр ваҡыт?
Һеҙҙең өсөн тағы минән башҡа
Кем һуң яна, йәшәй йән атып?
Минең өсөн берегеҙ үлгәс тә бит
Етмәгәнме? Ниңә — өсөгөҙ?
Мин барлыҡты оноттоғоҙмо әллә?
Был ниндәй эш? Был ни эшегеҙ?
Бер һин генә ҡалдың. Әллә үҙем
Барайыммы һине һаҡларға?..»
Был улы ла әсәһенең хатын
Уҡыманы... Тик дуҫтары ғына
Яуап бирҙе килгән хаттарға...
- Һуғыш оҙон дүрт йылға һуҙылды. Ҡанлы йылдар… Һуғыш
йылдары… Аслыҡ йылдары… Һуғыш, ҡасан ғына булмаһын, — һуғыш, утлы бер ғәрәсәт инде. Әммә бындай һуғышты, Гитлер фашистарыныҡы һымаҡ яуызлыҡ һәм йыртҡыслыҡтарҙы, совет халҡы күрһәткән ныҡлыҡты, ҡаһарманлыҡты тарих бығаса белмәй ине әле.
Яҡуп Ҡолмой “Мин атакала” шиғыры.
Урал егет итте, ә Кавказым
Атландырҙы кисә атына.
Бөгөн инде атакаға барам
Эскадрондың алғы сафында.
Атым ырғый тәрән окоптарҙан,
Снарядтар янда ярыла.
Ә мин ҡылысымды болғап сабам
Фашистарҙың ғүмерен алырға.
Тештәр тештәремә ҡыҫылалар,
Дошман тәнен бүҫһә ҡылысым;
Толпар атым ярһып үргә ырғый,
Ярҙамсыһы булып һуғыштың.
Урал егет итте, күркәм Кавказ
Атландырҙы толпар атына.
Ҡылысымды үргә күтәрәм мин
Үлем белмәҫ йәшлек хаҡына.
- Өләсәй, һалдаттар үҙебеҙҙең илде генә азат иткәндәрме?
- Юҡ, улым, совет ғәскәрҙәре үҙ илен генә һаҡлап ҡалманы, — бер
ыңғайҙан ярты Европаны фашизм иҙеүенән ҡотҡарҙы. 1945 йылдың 9 майында бөтә кешелеккә үлем янаған фашизм үҙенең өңөнә ҡыуып килтереп дөмөктөрөлдө. Гитлер бандаһы оялаған рейхстаг түбәненә Еңеү байрағын совет һалдаты ҡаҙаны.
Назар Нәжми “Совет һалдатына” шиғыры.
Ҡош осоп етмәҫ ерҙәргә
Ут аша барҙың атлап.
Һәр аҙымың ауыр әкиәт,
Һин ни күрмәнең, һалдат?!
Бомбалар төштө өҫтәңә,
Һушыңдан яҙҙың ҡайсаҡ,
Күпме тереләй күмелдең...
Һин иҫән ҡалдың, һалдат!
Боҙло һыуҙарҙа йөҙҙөң һин,
Туңып иренең ҡарҙа,
Ниндәй һыуҙарҙы кисмәнең —
Үлемде еңеп, һалдат!
Т ындарҙы ҡурған эҫелә
Ҡара туҙандар йоттоң,
Аямайынса ҡаныңды
Индең эсенә уттың.
Төнгө йоҡолар күрмәнең,
Ләкин һин барҙың алға.
Ниндәй уттарҙа булһаң да,
Үлем юҡ һиңә, һалдат!
- Шуға ла беҙ был шанлы еңеү көнөн үҙебеҙҙең иң оло
байрамдарыбыҙ тиңендә һәр йылда байрам итәбеҙ, яу ҡырында ятып ҡалғандарҙы һәм еңеп ҡайтҡандарҙы данлап салют бирәбеҙ, илебеҙ көмбәҙен төрлө төҫтә сатҡыланған сәселмә йондоҙ-нурҙар менән биҙәйбеҙ.
М.п.-ла салют һүрәте күрһәтелә. “День победы” йыры башҡарыла.
- Бына шулай был байрамдың тарихы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был
еңеү бик күп ҡорбандар биреп яулап алынды. Әммә Тыуған ер өсөн һәм азат ил өсөн, тыуасаҡ таң өсөн ҡорбан булғандар онотолмай. Аңланығыҙмы инде был байрамдың әһәмиәтен.
- Аңланыҡ, аңланыҡ, рәхмәт, өләсәй.
Сәхнәгә яй ғына һалдат кейемендәге уҡыусылар теҙелеп баҫа. “Свещенная вона” көйө аҫтында шиғыр һөйләйҙәр.
1.Хәҙер тағы олатайҙарҙың
Етә Бөйөк еңеү көнө.
Улар, еңеү яулар өсөн,
Һуғышҡандар көнө-төнө.
2.Ә яуҙа миллиондар үлгән
Ергә һеңгән улар ҡаны.
Тик үҙҙәре ҡайтмаһа ла,
Ҡайтты илгә батыр даны.
3.Тол ҡатын һәм әсәләрҙең
Күпме күҙ йәше түгелгән.
Һуғышта ҡатнашҡандарҙың
Күбеһе йәшләй генә үлгән.
4.Еңеү өсөн әсәләр ҙә
Эшләгәндәр көндөҙ-кисен.
Тыуған ил һәм еребеҙ өсөн
Йәлләмәгән хәләл көсөн.
5.Риза булып, еребеҙ өсөн,
Ғәзиз баштарын һалғандар.
Батыр йөрәкле ир-егеттәр
Яуҙарҙа ятып ҡалғандар.
6.Көрәшеп уттар эсендә
Бик күп һалдаттар ҡалғандар.
Батырлыҡтары өсөн улар
Орден-миҙалдар алғандар.
7.Ошо ер һәм иле өсөн
Белмәгән улар сигенеү.
Үҙҙәре ятып ҡалһа ла,
Килтергәндәр Бөйөк Еңеү.
8.Ни тиклем аяуһыҙ һуғыш
Артта ҡалды инде хәҙер.
Һуғыштар булмаһын өсөн
Һалдаттар һаҡта әҙер.
9.Көтөлмәгән ундай һуғыш
Бер ваҡытта ла булмаһын.
Донъя тыныс трһон, ерем
Ҡорбандар менән тулмаһын.
10.Ул һуҡыштар онотолмаҫ,
Мәңгегә ҡалыр хәтерҙә.
Яуҙарҙа тороп ҡалғандарҙы
Хәтерләйек беҙ хәҙер ҙә.
11.Рәхмәттәр әйтеп, уларҙың
Ҡәберенә сәскә һалайыҡ.
Ә тере, бар булғандарын
Ҡәҙерҙәр итеп ҡалайыҡ.
12.Сөнки улар беҙгә, илгә
Тыныслыҡ килтергәндәр.
Баҫып ингән дошмандарҙы
Бик күпләп үлтергәндәр.
13.Ыласындай яугирҙарҙы
Онотмайыҡ, данлайыҡ.
Ҡәҙерләйек, ололайыҡ,
Һәр саҡ иҫкә алайыҡ.
Ғәйнан Әмири һүҙҙәренә яҙылған “Йәшәһен тыныслыҡ” йыры менән тамамлау.