Башҡорт теле

Шарафутдинова Дамира Миннисламовна

Дәрес өлгәләре

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Мәшһүр ғалим Риза Фәхретдинов балаларға ғилемдең күңел күҙен асасағын, наҙанлыҡ ҡараңғылығын бөтөрәсәген, оло дәрәжәләргә тоташтырасағын, дошмандарға ҡаршы ҡорал буласағын, донъя көтөү юлдарын белдерәсәген төшөндөрөп яҙған. Мәшһүр ғалим Риза Фәхретдинов балаларға ғилемде аңлатып: “Ғилем күңел күҙен асыр, наҙанлыҡ ҡараңғылығын бөтөрөр, оло дәрәжәләргә тоташтырыр, дошмандарға ҡаршы ҡорал булыр, донъя көтөү юлдарын белдерер”, - тип яҙған.

Слайд 2

Тема: Тура телмәр. Диалог . Цитата. Маҡсат : тура телмәрле һөйләмдәр , диалог, цитата тураһында үтелгәндәрҙе нығытыу , системаға һалыу ; уларҙа тыныш билдәләре ҡуйылышы үҙенсәлектәре менән танышыу ; уларҙы телмәрҙә ҡулланырға һәм дөрөҫ яҙырға өйрәнеү

Слайд 3

Уҡытыусы: – Дүрт аяҡлы хайуандарҙы кем әйтә ? Фәтих һанап китә: – Бесәй, эт , һыйыр, ат ... Артта ултырған бер уҡыусы: – Ике тауыҡ , – тип өҫтәй .

Слайд 4

Күренекле тел ғалимы һәм яҙыусы , профессор Ж. Ғ. Кейекбаев үҙенең бер китабында : “ Мәҡәл һүҙе башҡорт теленә килеп ингәнгә тиклем , боронғо башҡорт телендә уның мәғәнәһен биргән төрлө һүҙҙәр ( терминдар ) ҡулланылған : мәҫәлән , бабайҙар һүҙе , боронғолар һүҙе , тапҡыр һүҙҙәр һәм , ахыр сиктә, әйтемдәр”, – тип яҙҙы . А. М. Горькиҙың раҫлауынса, “һүҙ сәнғәте боронғо замандарҙа хеҙмәт процесында тыуған...”

Слайд 5

График диктант яҙығыҙ. 1.“Ҡурҡма, ҡоҙағый, ҡурҡма. Мин бит көтөүҙән ҡайтҡан кеше булып киләм. Бында бер кем дә минең тегендә икәнде белмәй”, - тине Ҡотлояр. 2.Юлиә: “Ә беҙҙең Айбулат ҡайҙа һуң, күптән бирле хат алғаным юҡ мин унан?” – тип һораны. 3.Шәмсиә: “Ул өйҙә юҡ. Аръяҡҡа әптиккә дарыу алырға сығып китте, - тип яуап бирҙе. – Көтөп ултырығыҙ, тиҙ ҡ айтыр ул”, - тип өҫтәне. 4. “Истебай ағай үҙе бер герой инде ул! – тине Тимербулат. – Юҡ, мин ҡысҡырманым да, тыныс булдым, ҡыҙыҡ бит әле, бер юлы илағы ла, көлгө лә, ҡысҡырып ебәрге лә килә....” (Һ, Дәүләтшина.)

Слайд 6

Түбәндәге тура телмәрле һөйләмдәрҙе ситләтелгән телмәргә әйләндерегеҙ . 1. « Бик күп һөйләй башланың, туҡтап тор булмаһа , Бәҙәр ”, – тине Сәйфуллин . ( С,Агиш .) 2. “ Бына ниндәй көслө ихтыярлы кеше ул !” – тине Көнһылыу , үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ . (З, Биишева .) 3. Емеш : “ Эйе-эйе , донъяла ғәҙеллек, кешелелелек барлығына тамам ышандым ”, – тип һүҙен тамаланы . 4. Уҡытыусы: “Хикәйәне өйҙә уҡып бөтөрөгөҙ һәм йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнегеҙ”, – тине.



Предварительный просмотр:

Тема: Тура телмәр.

Маҡсат: тура телмәрле һөйләмдәр, диалог, цитата  тураһында үтелгәндәрҙе

               нығытыу, системаға һалыу; уларҙа тыныш билдәләре ҡуйылышы

               үҙенсәлектәре менән таныштырыу; уларҙы телмәрҙә ҡулланырға һәм  

               дөрөҫ  яҙырға өйрәтеү;күнегеү текстары буйынса   тәрбиәүи әңгәмә  

               үткәреү;

Йыһазландырыу:  медиопроектор аша  слайдтар, карточкалар.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу моменты.
  • Хәйерле көн, уҡыусылар! Ултырығыҙ.
  1. Өй эшен тикшереү, уҡыусыларҙың белемен нығытыу һәм

уларға ишеттереү.

  • Беҙ үткән дәрестә нимә тураһында һөйләштек? Дәрестең темаһы

ниндәй ине?

  • Теҙемдәр тураһында өйрәндек. (Яҙып килгән теҙемдәрҙе уҡып

күрһәтәләр).

  • Теҙемдәр ҡушма һөйләмдәрҙең ҡайһы төрөнә ҡарай?
  • Ҡушма һөйләмдәр тағы ла ниндәй төрҙәргә бүленә? (Ҡушма

һөйләмдәрҙең төрҙәре тураһында һөйләтеү).

   III.  Дәрестең маҡсаты һәм бурыстары. Уҡыусыларҙың уҡыу

эшмәкәрлегенә мотивация. Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

  • Уҡыусылар, ә хәҙер таҡтаға күҙ һалайыҡ. Унда бер текст ике төрлө

бирелгән, уларҙың бер-береһенә оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын әйтегеҙ.

  • Беренсе текст тура телмәр, икенсеһе ситләтелгән телмәр.
  • Эйе, дөрөҫ, беҙ бөгөнгө дәрестә тура телмәрҙәр, уның төрҙәре: диалог,

монолог, цитата  тураһында үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөп, уларҙа тыныш билдәләре ҡуйылышын асыҡлап үтәсәкбеҙ. Тағы ла таҡтаға күҙ һалйыҡ. Унда тура телмәрҙең ниндәй төрҙәре  бирелгән? (Уҡыусылар текстарҙы уҡыйҙар, төрөн  асыҡлайҙар һәм тыныш билдәләре ҡуйылышын аңлаталар).

  1. Беренсе тапҡыр белемде үҙләштереү.

362-се күнегеү. Көләмәсте уҡып, ундағы тура телмәрҙе, диалогтарҙы билдәлләргә, сиктәрен күрһәтергә, тыныш билдәләре ҡуйылышын аңлатырға.

  1. Уҡыусыларҙың аңлауын беренсе тапҡыр тикшереү.

1 се эш. Бирелгән һөйләмдәргә график диктант яҙырға. Таҡтала эшләү.

2-се эш. Тура телмәрле һөйләмдәрҙе ситләтелгән телмәрҙәргә әйләндереп яҙырға.

  1. Белемде ижади ҡулланыу һәм яңы ситуацияла белемде алыу

(проблемалы эш). Һәр балаға карточка таратып , үҙ аллы эш бирелә.

Өс эш бирелә, 1-се эштә 5 тест һорауына яуап бирергә, 2-се эштә схема төҙөргә, 3-сө эштә автор һүҙҙәрен һәм тура телмәрҙәрҙе табырға һәм тыныш билдәләре ҡуйырға.(Эштәр йыйып алына).

  1. Рефлексия. (Дәрескә һығымта эшләү).
  • Беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында белемебеҙҙе нығыттыҡ?
  • Ниндәй тыныш билдәләре ҡуйҙыҡ?
  • Цитаталар ҡулланыу ни өсөн кәрәк?
  1. Өй эше буйынса мәғлүмәт, уны эшләү буйынса инструктаж.

364-се күнегеү.

  1. Баһалар ҡуйыу.

1- се эш: тест.

1. Тура телмәр янында тыныш билдәләре дөрөҫ ҡуйылмаған һөйләмде билдәләгеҙ:

1. “Ерҙе файҙалана белмәйбеҙ, - тип башланы рәис. – Ҡәҙерләмәйбеҙ”.

2. “Ҡайтмай ҡайҙа барһын улар? – тине Яманһаров. – Ҡайтмай ҡалмаҫтар”.

3. “Хәйерле юл! – тип ҡысҡырҙым мин. – Оҙаҡламай күрешергә яҙһын!”

4. Әхмәт эсенән генә “был пакетты тиҙерәк тапшырырға кәрәк” тип уйлай ине.

2. Ҡайһы һөйләмдә тура телмәр автор һүҙҙәренең уртаһында килгән?

1. Тау бөркөтө һандуғастың тауышына хайран ҡала: “Ниндәй нәфис моңло тауыш! Был моңдо ул ҡайҙан ала?”.

2.  – Һаумыһығыҙ, – тип  Моратов менән алыҫтан ҡына иҫәнләште Рәмилә.

3. Халыҡ араһынан кемдер берәү: “Урмандарыбыҙға ҡот килә, ағай-эне!” – тип әйтеп һалды.

4. – Бына! – Фәриҙә ялан аяғын күтәрҙе. – Итегем әллә ҡайҙа төшөп ҡалған.

3.Тура телмәрле һөйләмде күрһәтегеҙ:

1. – Рәхмәт, апай. – Заһит ишектән ары үтте. Ләкин ултырырға ашыҡманы. – Ҡунаҡ булырға килмәнек, ағай.

2.  – Эй, малайҙар, тәүҙә бәләкәй балалар йыйған башаҡты йыйығыҙ, – тип ҡысҡырҙы Миңлеғәли.

3. – Эш ташлап ҡасыу килешмәй, кире боролайыҡ, – тине Миңлеғәли.

4. Бөтәһе лә тура телмәрле һөйләм.

4.Ситләтелгән телмәр булған юлды билдәләгеҙ:

1. Бөтәһе лә тарихҡа, аңға, һаулыҡҡа бәйле (З.Ханова).

2. “Ата-бабалар элек һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Һунар итерлек тәбиғәт ҡайҙа хәҙер?” – тине баш врач Нәғим Ҡәйүмов (Н.Мусин).

3. Сабыр ғына көтә йәйҙе

     Аҡ кәртәлә күк дүнән (Аҫылғужа).

4. Ислам динен, башҡорт телен һәм башҡорт ерен яҡлап, һаҡлап алып ҡалыу, бер кемдең дә беҙҙе еңә алмаҫы тураһында һөйләне Дамир Вәлиев (З.Ханова).

5. Тыныш билдәләре дөрөҫ ҡуйылған һөйләмде күрһәтегеҙ:

1. Тырышҡанда, ваҡытыңды йәлләмәй йөрөгәндә, ата-бабалар яулап алған хоҡуҡтарыңды яҡларға хәҡиҡәтте юлларға була ул  улым.

2. “Һөйләгәнең елгә осмай - ҡағыҙға теркәлә бара. Һүҙең бәлки, тарихта ҡалыр,” – тине көлөп Бәҙерғол (Ғ.Хөсәйенов).

3. “Үткәнде белмәй тороп, киләсәккә хыял ҡороп булмай”, - ти беҙҙең тарих уҡытыусыһы.

4. – Ултыр Тимофей, ҡунаҡ бул! – тине хужа (Ғ.Хөсәйенов).

_______________________________________________________________________

 2-се эш: Тура телмәрҙәрҙең схемаларын төҙө.

2.  “Йәнлектәрҙе ҡасыраһығыҙ”, -  тип үҙенән башҡа берәүгә лә аяҡ баҫырға рөхсәт   итмәгән.  (И.Насыри).

3. Ул әҙерләнеп бөткәс, Рәхимә: “Сәйҙе һин яһа, Мәғфүрә килен, һинең ҡулыңдан сәй тәмле була”, - тине.  (Һ.Дәүләтшина).

4. Асатай: “Айбулат ағай, мин ырҙын башында булырмын. Килһәң, ҡола атты уйпатҡа     тышаулап ҡалдырҙым!” –  тип ҡысҡырҙы.  (Һ. Дәүләтшина).

5. “Рәхмәт, апай. – Заһит ишектән ары үтте. Ләкин ултырырға ашыҡманы. – Ҡунаҡ булырға килмәнек, ағай”.

_______________________________________________________________________

3 – сө эш:Автор һүҙҙәрен һәм тура телмәрҙе табығыҙ. Тыныш билдәләрен ҡуйып сығығыҙ.

      Бына  был  беҙҙең  йылға   тине  Әминә,  Ғәлиәхмәттең  уйҙарын  һиҙмәйенсә,  уҡыусылар  шулай  ҡәҙерләгән  була  уны.   Һы,  хәтәр  икән  “йылға”  тигәне   тип Ғәлиәхмәт көлөп ҡуйҙы.   Сыбыртҡы  буйы бөтә  үҙәне!   Ҡыҙ  күҙҙәрендәге  шатлыҡлы осҡондар ҡапыл һүнә ҡуйҙы.    Эш уның оҙонлоғондамы  ни    тине  ул ғәжәпләнеп. Матурлығын, теремеклеген ҡара һин уның! Бынау инештәр булмаһа, анау даръя ҡайҙан йыйылыр тиһең? (Р. Байымов.)