Яңылыҡтар
«Семь чудес Башкортостана», посвященное 100-летию со дня образования Республики Башкортостан.
20.03.2019
Прекрасный, чудесный, божественный край - Башкортостан!
С целью углубления знаний по истории и культуре Республики Башкортостан; воспитания чувства патриотизма, любви к родному краю, уважения к нашим истокам, родной земле, чувства гордости за свою малую Родину 20 марта МАДОУ ДС №9 «Рябинка», в честь юбилейной даты, прошло увлекательное путешествие по родному краю «Семь чудес Башкортостана».
Дети совершили увлекательное виртуальное путешествие по красивейшим местам нашей малой Родины и познакомились с золотым списком семи достопримечательностей, которые были выбраны жителями и гостями нашей Республики в рамках телевизионной акции «Семь чудес Башкортостана»: памятник Салавату Юлаеву, курай, эпос «Урал-батыр», пещера Шульган-таш, башкирский мед, гора Янган-тау и Красноусольские минеральные источники.
Мероприятие сопровождалось красочной презентацией, башкирской музыкой, что позволило ребятам полностью окунуться в завораживающую красоту бескрайних просторов и бесчисленных богатств нашей Республики, пробудив интерес к дальнейшему изучению своего родного края и желание все это беречь и преумножать.
В завершение праздника было отмечено, что самое главное богатство Башкортостана – это его люди. И пусть всегда процветает мир и дружба!
Большой этнографический диктант
С 3 по 7 ноября коллектив МАДОУ ДС 9 "Рябинка" г. Янаул и родители воспитанников активно проходят международную акцию «Большой этнографический диктант», направленную на знакомство с культурой народов, проживающих в России, и позволяющий оценить общий уровень этнокультурной грамотности.
Тест состоит из 30 вопросов:
20 вопросов – общефедеральная часть Диктанта, единая для всех участников;
10 вопросов – уникальная часть Диктанта для каждого субъекта Российской Федерации и других стран.
Участие в акции – уникальная возможность прикоснуться к изучению своих корней, традиций своих предков, узнать больше о тех, кто живет рядом, ведь знание является основой для взаимного уважения и согласия между людьми разных национальностей.
Если вы заинтересовались и хотите стать участником, то необходимо:
-с 3 по 7 ноября на сайте miretno.ru нажать на кнопку «Пройти Диктант»;
-заполнить контактные данные;
-ответить на 30 вопросов;
-скачать сертификат участника.
Время прохождения теста – 45 минут. Максимальная сумма баллов за выполнение всех заданий – 100.
Не упусти возможность прикоснуться к многовековой истории народов, живущих в России, и узнать еще больше об их культуре!
14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ.
Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул.
9-һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында тәрбиәселәр менән «Башҡорт теле – иманлы тел»,-тигән темаға уйын-ярыш үткәрелде. Тел бәйгеһе өҫ биремдән торҙо. Беренсе бирем «Башҡорт теле – аҡыл теле», икенсе бирем «Минең халҡым», өсөнсө бирем «Бай тарихым». Ял минуттарында тәрбиәселәр М. Аҡмулланың, З. Биишеваның, Р. Ғариповтың шиғырын уҡынылар.
14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ.
Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. 14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. 9-һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында әҙерлек төркөмдәрендә әҙәби башҡорт телендә матур итеп шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап М.Аҡмулланың ижады менән таныштылар.Байрамда Айлина башҡорт бейеүен башҡарһа, малайҙар һәм ҡыҙҙар күңелле итеп башҡорт телендә йырланылар. Балалар баҡсаһында милли байрамдар йылдан-йыл йөкмәткелерәк, күңеллерәк үтә.
14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ.
Тел ул - бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең күп ғасырлыҡ ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү - һәр кемдең изге бурысы.
9-һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында уртансылар төркөмө менән Башҡорт теле көнөнә арналған сарабыҙ әңгәмә формаһында үтте. Балалар менән өндәрҙе, телтөҙәткестәрҙе, ғаилә һәм башҡорт теле тураһында һөйләштек. Әңгәмәбеҙ йәнһүрәттәр ҡарап тамамланды.
16 декабря были подведены итоги конкурса.
Башкирский ежемесячный литературно-художественный журнал «Акбузат» для детей провел конкурс – «Шәжәрәм − минең анкетам». Организаторами конкурса выступили журнал «Акбузат» и Всемирный курултай башкир. Участники конкурса записали трехминутное видео с рассказом о своей родословной на башкирском языке. Участие приняли воспитанники нашего детского сада и получили сертификаты (руководитель Г.А.Абдуллина). Молодцы!!!!!
Бөгөн Яңауыл ҡалаһының 9-сы һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөндә «Ҡышҡы уйындар» темаһына дәрес үтте.
Маҡсат: Ҡышҡы уйындар менән балаларҙы таныштырыу.
Бурыстар:
Белем биреү:
яңы һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешен һәм мәғәнәһен үҙләштереү: йыл миҙгеле, тышта рәхәт, күңелле, мамыҡ шарҙар;
Үҫтереү:
телмәр органдарын үҫтереүгә һәм нығытыуға һәм дөрөҫ тын алыуға бағышланған артикуляция күнекмәләре; ш, с өндәрен дөрөҫ әйтеүҙе нығытыу;
типик һөйләмдәрҙе өйрәтеү: саңғы шыуалар, сана (тау) шыуа, ҡар бәрә, бәрешә, хоккей уйнайҙар;
балаларҙың иғтибарлығын, аң-зиһенен, хәтерен үҫтереү күнекмәләре башҡартыу;
Тәрбиәүи: телгә ҡыҙыҡһыныу, дуҫлыҡ, бер-береңә ихтирам тойғолары тәрбиәләү.
Яңауыл ҡалаһының 9-сы һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһының ҡыҙҙары Милли аштарға арналған флешмобҡа ҡушылды. Башҡорт халҡының милли аштар әҙерләү серҙәре менән танышты.
#Моенациональноеблюдо2022
#ФлешмобМоенациональноеблюдо2022
Һылтанмаға баҫығыҙ
https://www.youtube.com/watch?v=ezEOaQJc-ow
https://www.youtube.com/watch?v=4V4oSs2W-qM
Тема: «Минең туғандарым» (дәрес-диалог).
Маҡсат: Кем? һорауына дөрөҫ яуап бирергә өйрәтеү, диалогик телмәрҙе үҫтереү; эйәлек заты ялғауын практик ҡулланырға өйрәтеү, «М» өнөн нығытыу; туғандарҙы белеү һәм уларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: һеңлем, ҡустым, инәйем, олатайым, туғаннарым.
Типик грамматик конструкциялар: Минең инәйем тәмле итеп аш бешерә. Минең ҡустым уйынсыҡтар менән уйнай мин үҙемдең туғандарымды яратам.
Йыһазландырыу: туғандарының фотоһүрәттәре эленгә.стенд, ҡурсаҡ Әлиә, өләсәй.
11.03.2022
"Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" конкурсы тамамланды. Бөгөн яҙҙың тәүге көнөндә конкурстың финал этабы - "Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле" үтте. Конкурс һынауҙарын уңышлы үткән 15 педагог араһынан туған телдә белем биреүсе йыл педагогы исеменә кем лайыҡ булыр? Бына улар - иң көслө педагогтар: Әлфиә Баймырҙина, Хәйбулла районының "Шатлыҡ" 3-сө балалар баҡсаһы; Рәшиҙә Ғибаҙуллина, Өфө ҡалаһының 308-се башҡорт балалар баҡсаһы; Ләйсән Рәсүлева, Сибай ҡалаһының "Ҡурай" балалар баҡсаһы; Лилиә Үркенбаева, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 62-се балалар баҡсаһы; Лилиә Сыңғыҙова, Өфө районы Шамонино ауылының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы; Гөлсөм Әлбәкова, Баймаҡ ҡалаһының "Айыуҡай" балалар баҡсаһы; Лилиә Вәлиуллина, Өфө ҡалаһының 63-сө балалар баҡсаһы; Юлиә Фәтҡуллина, Дыуан районы Мәсәғүт ауылының 2-се балалар баҡсаһы; Ләйсән Ғәлимова, Асҡын районы Асҡын ауылының 2-се балалар баҡсаһы; Айгөл Ғайсина, Өфө ҡалаһының 51-се башҡорт балалар баҡсаһы; Эльвира Рамазанова, Белорет ҡалаһының "Тирмәкәй" 25-се балалар баҡсаһы; Әлфиә Ишимова, Бөрйән районы Мәһәҙей ауылының мәктәпкәсә балалар төркөмө; Эльвира Хакова, Дүртөйлө ҡалаһының "Алтынсәс" 12-се балалар баҡсаһы; Вәсилә Таһирова, Йылайыр районының "Ромашка" балалар баҡсаһы; Гөлназ Абдуллина, Яңауыл ҡалаһының "Миләшкәй" 9-сы балалар баҡсаһы. Еңеүсенең исеме конкурстың ябылыу тантанаһында аталасаҡ.
#минобрнаукирб
#ПедагоггодаДООродныеязыки
#миллимәғариф
29.03.2022
Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъям йәшәрә
Күкрәк киреп олон тарбайтканда
Күкте терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә.
Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәҫәпте, ата-бабаларыбыҙҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ни эшләп ағас һымаҡ төшөргәндәр икән? Ағас бороңғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған, халыҡтар тормошон да сағылдырған. Тамыры - үткәнебеҙ, кәүҙәһе - бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары - киләсәгебеҙ. Һәр ағас үҙ тамыры аша ғына һут ала, нығыраҡ, сыҙамлыраҡ, сифатлыраҡ була, ҡуйыраҡ тармаҡлана. Кешелек донъяһы ла шулай уҡ. Бына ни өсөн халҡыбыҙ шәжәрәне ағас рәүешендә яҙып ҡалдырған, - икән.
“Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржимә иткәндә “нәҫел”, “генеалогия” (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Ҙур шәжәрәләр быуындан-быуынға тапшырылып килгән.
Был эштең тәрбиәүи әһәмиәте нимәлә һуң? Тәү сиратта ул балаларҙың ата-әсәләр менән бергә эшләүе һөҙөмтәһендә ике быуындың бер маҡсатта эҙләнеү эше алып барыуы менән әһәмиәтле. Ғаилә архивын, ата-олатайҙарҙың фотографияларын, боронғо реликвияларҙы, хәтирәләрҙе барлау әйтеп бөткөһөҙ баһаға эйә. Бында быуындар күсәгилешлеге, фамилия намыҫын һаҡлау нигеҙе, ата-олатайҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләү сағыла. Шәжәрәһен белгән бала затындағы күренекле кешеләргә оҡшарға тырыша.
9-һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында шәжәрә байрамы үтте.
Нәҫелдәр ебен, быуындар сылбырын барлау, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу, зат-ырыу тураһында ҡыҙыҡһыныу уятыу,- тигән маҡсат ҡуйылды.
Мөхәмәтшин Данияр, Шаймарҙанова Элина, Шәмсиева Айлинә үҙ шәжәрәләре менән таныштырҙылар. Байрамға балалар йырлы-бейеүле күстәнәстәр ҙә алып килгәндәр ине. «Ҡурай» уйынын һәм милли уйындарҙы байрам барышында күрергә булды.
Балалар баҡсаһында шәжәрә байрамдары йылдан-йыл йөкмәткелерәк, күңеллерәк үтә.
Тамыры ныҡ ағасты, ел йыҡмаҫ.
1 апреля 2022
1 апрҽль - Көлкө көнө!
Көлкө көнө менән, дуҫтар!
Халыҡ араһында был көн бер-береңде алдаштырыу, шаяртыу байрамы булараҡ тип билдәләнә.Кәйефтәрегеҙ гел күтәренке булһын, янығыҙҙа гел көлдөрөп, йылмайтып торор кешегеҙ булһын.
17 апрель 2022
Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора. Милли кейем - милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул.
Башҡорттоң милли кейеме бай тарихлы китап кеүек ул. Уның ысын өлгөләрен беҙ музейҙарға барып ҡына тамаша ҡыла алабыҙ.
Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы.
Әгәр ҙә халҡыбыҙ үҙ асылын (ә ул милли кейемдәрҙә бигерәк тә сағылыш таба) ҡәҙерләп һаҡлай икән, тимәк, бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы, оҙон ғүмерле булыр.
Милли кейем көнө айҡанлы Яңауыл ҡалаһының 9-һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында тематик дәрестәр үткәрелде. Балаларҙа милли рух күтәреү, халҡыбыҙҙың милли кейеменә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү өсөн бик яҡшы сара булды. Дәрестәр милли кейемдәрҙә илһам, күңел күтәренкелеге менән гөрләп үтте. Тәрбиәселәрҙең был сарала бергәләп ҡатнашыуы бик күңелле һәм фәһемле булды. Бөгөнгө саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.
“Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк”,-тигән әйтем бар башҡорттарҙа. Әҙәм тәнендә барлыҡҡа килгән замандарҙан алып, кейем кешене һыуыҡ, эҫе, ел- ямғыр кеүек тәбиғәт стихияһынан һаҡлаусы ғына түгел, уның мәҙәни-социаль статусын, этник сығышын билдәләүсе лә, шул уҡ ваҡытта кешенең эске донъяһы – рухиәтен, эстетик- мәҙәни ҡараштарын, аң-белем һәм художестволы зауыҡ кимәлен күрһәтеп тороусы билдә лә ул.
23.04.2022
23 апрель "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2022" акцияһы уҙғарылды. Акцияның девизы:"Тел- халҡыбыҙҙың рухи байлығы". Диктанттың маҡсаты— башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү булып тора.
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктан#башдиктант2022
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам
1 Май
1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы! 1 Май беҙҙең күңелдәрҙә һәр ваҡыт берҙәмлек һәм теләктәшлек яңырыу, яҡты өмөттәр һәм емешле хеҙмәт кәүҙәләнешендә һаҡлана. Тыныслыҡ, бәхет, сәләмәтлек, барлыҡ ниәттәрҙең бойомға ашыуын, һеҙгә һәм яҡындарығыҙға уңыштар һәм именлек теләп ҡалабыҙ!
9 Май
9 Май- Еңеү көнө. Ихлас күңелдән һеҙҙе бөйөк байрам – Еңеү көнө менән ҡотлайым
Ветерандар атлап килә,
Орден-миҙал таҡҡандар.
Улар бит дошманды ҡырып,
Еңеү яулап ҡайтҡандар.
Һаҡлайыҡ ветерандарҙы,
Ҡәҙер-хөрмәт итәйек!
Еңеү көнө менән ҡотлап,
Сәскә бүләк итәйек!
30 Май
Һау бул, балалар баҡсаһы!
Беҙҙең баҡсала, үҫмәй сәскәләр, еләктәр, бәшмәктәр. Үҫәләр унда ҡыҙҙар- йондоҙҙар. Матур күлдәктәрҙә, таҫмаларҙа. Малайҙар- ҡыйыуҙар, салбар һәм галстук кейгән улар. Матур итеп тәрбиәләйбеҙ, ҡарап ҡына үҫтерәбеҙ, беҙ уларҙы. Үтте көндәр, айҙар, йылдар. Балалар үҫтеләр –үҫтеләр һәм ҙур булып киттеләр.
1 июнь – халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ МЕНӘН!
Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе—Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Был көн йәмәғәтселеккә миһырбанлы, ғәҙел һәм имен йәмғиәт төҙөү өсөн балалар хоҡуҡтарын ихтирам итеү һәм яҡлау иң мөһим шарттарҙың береһе булыуын иҫтә тотоу өсөн булдырылған. Байрам көндө балаларҙы һуғыш хәүефенән яҡлауға, физик һәм рухи-әхлаҡи сәләмәтлектәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү—һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнағыҙ, күңел йылығыҙҙы һәм иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлағыҙ. Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.
Ҡәҙерле һәм һөйөклө балалар! Һеҙҙе ҡайнар йөрәктән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайым! Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын! Был көндө һәр йорт балалар йылмайыуына һәм шатлығына күмелһен! Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге теләйем.
12 июнь – Рәсәй көнө
12 июндә күп милләтле илебеҙ үҙенең төп байрамын – Рәсәй көнөн билдәләй. Ул Рәсәй Федерацияһының байрам һәм иҫтәлекле көндәре араһында хаҡлы рәүештә иң әһәмиәтле урынды алып тора. Был көн демократия, кеше хоҡуғы һәм гражданлыҡ иреге принциптарына, халҡыбыҙҙың милләт-ара дуҫлығы һәм илһөйәрлек идеяларына нигеҙләнгән яңы Рәсәй дәүләтселегенең үҫешен кәүҙәләндерә. Был байрам Вата нын яратҡан, Рәсәйҙең азатлығы, бөйөклөгө һәм именлеге хаҡына быуаттарҙан килгән дөйөм халыҡ берҙәмлеге традицияларын ҡәҙерләп һаҡлаған барлыҡ кешеләр өсөн дә ҡәҙерле.
Рәсәй Федерацияһы күп милләтле, талантлы, хеҙмәт һөйөүсән, илһөйәр халҡы менән көслө. Рәсәйҙе үҙенең уртаҡ йорто тип һанаусы халыҡтарҙың күп төрлөлөгө, милли мәҙәниәттәр гармонияһы һәм үҙ-ара уңайлы йоғонтоһо, тарихи традицияларға тоғролоҡ, ғәжәйеп бай рухи һәм интеллектуаль ҡеүәт, яуаплылыҡ, ирекле фекерләү һәм ижад итеү һәләте – алға табан тотороҡло һәм тайпылышһыҙ барыуҙың ысын нигеҙе.
22 август
Бүген – Россия Федерациясе Дәүләт флагы көне
Йыл һайын 22 августа Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә.Ул Россия Федерациясе Президентының 1994 елның 20 августында "Россия Федерациясе Дәүләт флагы көне турында" Указы нигезендә гамәлгә куелган.
1 сентябрь - Белем көнө менән!
Хөрмәтле тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр, ҡәҙерле балалар! Белем көнө – яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас ҡотлайбыҙ! Яңы уҡыу йылында балалар яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен! Хәстәрлекле тәрбиәселәребеҙгә иһә яңы һөнәри уңыштар, илһам теләйбеҙ, яратҡан эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып эшләргә насип булһын.
Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!
9 сентябрь - Милли кейем көнө
Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Традицион кейем-һалым — кешенең милли йөҙөн билдəлəүсе күрһəткес. Кейем-һалымдың составы, уның төрҙəре, биҙəү һыҙаттары күп быуаттар буйы формалашҡан. Ул халыҡтың хужалыҡ-көнкүреш торошона, уның мəҙəни-тарихи үҫешенə бəйле. Кейем-һалым тула, төрлө үлəн сүстəренəн һуғылған туҡыма, йөн, күн, һарыҡ тиреһенəн тегелгəн, шулай уҡ ебəк, бəрхəт һəм башҡа туҡымалар ҡулланылған. Өҫкə елəндəр, камзулдар йыл əйлəнəһенə кейелгəн. Уларҙы биҙəүгə ҙур иғтибар бирелгəн. Башҡорттарҙың йəш һəм урта быуын вəкилдəре сағыу төҫлө кейем кейгəн. Ҡыҙыл төҫ янына йəшелде һəм һарыны, һирəгерəк күк төҫтө ҡулланғандар. Аҡ төҫтəге кейем ҡайыу, сигеү ярҙамында ҡыҙыл төҫ менəн биҙəлгəн. Өлкəн кешелəр ҡара төҫтəн кейенгəн. Кейем-һалымды, баш кейемдəрен йыш ҡына мəрйен, ҡортбаш, мəрүəт, сəйлəн, көмөш көмбəҙҙəр һəм көмөш тəңкəлəр менəн биҙəгəндəр. Селтəр-һаҡалдар, иңһəлектəр, хəситəлəр, муйынсалар, сəс сулпылары — ысын- ысындан сəнғəт əҫəрҙəре. Аяҡҡа күн итектəр, кəүеш, тула ҡуңыслы ситек кейгəндəр.
Милли кейем көнө айҡанлы 9-һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында тематик дәрестәр үткәрелде. Балаларҙа милли рух күтәреү, халҡыбыҙҙың милли кейеменә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү өсөн бик яҡшы сара булды. Дәрестәр милли кейемдәрҙә илһам, күңел күтәренкелеге менән гөрләп үтте. Тәрбиәселәрҙең был сарала бергәләп ҡатнашыуы бик күңелле һәм фәһемле булды. Бөгөнгө саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Милли кейем ғəжəп күп төрлө һəм бай. Милли кейем ул сит милләттәр өсөн – халҡыбыҙҙың визит карточкаһы, шул кейемде кейеп йөрөүсе һәр кешелә милли ғорурлыҡ тыуҙырыусы ҙур көс.Шул уҡ ваҡытта зауыҡлы, әҙәпле, йыһан серҙәрен үҙенә йыйған ата – бабалар ҡомартҡыһы һәм мираҫы итеп һаҡланған милли кейемебеҙ йәш быуын вәкилдәрендә Тыуған ил өсөн яуаплылыҡ тойғоһо ла уята.
Халҡыбыҙҙың милли кейеме үҙенсә булып ҡалһын, мәңге йәшәһен!
16 сентябрь
Уңыш байрамы
Моңһоуланды урмандар,
Һарғайҙы ҡырҙар өҫтө.
Йылға-күлдәр топ-тоноҡ,
Көҙ килде бит, көҙ килде.
27 сентябрь –Тәрбиәселәр һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Үҙ эшенә мөкиббән киткән, бар булмышын, оҫталығын һалып,
күңелен биреп эшләгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгелдер.
Тəрбиәсе - һинең байрам бөгөн!
Йылы һүҙҙəр һинең хөрмəткə.
Ауыр хеҙмəтендə ҙур уңыштар
Лайыҡлы һин оло хөрмәткә.
1 октябрь 2022
Тәрбиәселәр "10 000 шагов к жизни" акцияһында актив ҡатнаштылар.
5 октябрь 2022
Байрамығыҙ менән, уҡытыусылар! Ғүмерҙәрен Ер йөҙөндәге иң изге эшкә – йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға сикһеҙ ихтирамыбыҙҙы еткереп, һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Яңы ижади үрҙәр, ҡоростай һаулыҡ һәм оло хеҙмәттәренең хөрмәтен күреүҙәрен теләйбеҙ!
11 октябрь -Республика көнө!
Сабыйҙарҙы милли рухта тәрбиәләүгә нигеҙ ғаиләлә һалына тиһәләр ҙә, балалар баҡсаһының да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Балаларҙа тыуған илебеҙгә һәм туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү, республика тураһында төшөнсә биреү, тыуған ил тураһында белемдәрҙе арттырыу, милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, балалар баҡсаһының төп бурысы булып тора. Яңауыл ҡалаһының 9-сы һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһының, өлкәндәр һәм әҙерлек төркөм тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында, "Тыуған илем-Башҡортостан",- тип аталған матур байрам сараһы үтте.
Байрам Башкортостан гимны менән башланып китте. Балалар Башҡортостан республикаһы тураһындағы белемдәрен байыттылар, Республикаға арнап шиғырҙар ятланылар, ҡурай моңон тыңланылар, Башҡортостан тураһында йыр йырланылар, «Ҡурай» уйыны уйнанылар.
Балалар Башҡортостан тураһында бик күп һәм мауыҡтырғыс мәғлүмәткә эйә булдылар.
16 октябрь-Атайҙар көнө!
Бөгөн Атайҙар көнө! Матур байрам менән барлыҡ атайҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош, ғаилә именлеге эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙға өлгөлө атай, ғаиләгеҙгә ныҡлы терәк булып, бәхеттә - шатлыҡта оҙон - оҙаҡ йәшәргә насип итһен!
Балаларыбыҙ атай наҙын тойоп иркәләнеп үҫһендәр. Ошондай гаиләм тип, балалары өсөн йән атып торған яҡшы, аҡыллы атайҙар күберәк булһын!!!
4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳ.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө – төрлө милләттәр берләшеүе, бер үк тарих, бер үк ер, бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул.Ата-бабаларыбыҙҙың данлы ла, героик та эштәре беҙгә тупланғанлыҡ, берҙәмлек һәм илһөйәрлек өлгөһө булараҡ хеҙмәт итәсәк. Уртаҡ Ватаныбыҙ — Рәсәй халҡына намыҫлы хеҙмәтебеҙ уларҙың башҡарған эштәрен, ҡаҙаныштарын ихтирам итеү, иҫкә алыу булып хеҙмәт итәсәк.Яңауыл ҡалаһының 9-сы һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһының Йәйғор, Ҡояшҡай һәм Зирәктәр төркөм тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында, халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳнә «Тыуған илем»,- тип аталған матур байрам сараһы үтте.
27 ноябрь - Әсәләр көнө!
Әсәйҙәр йылмайғас,
Өй эсе йәмлерәк.
Әсәйҙәр бешергән,
Аштар ҙа тәмлерәк!
Ноябрҙең һуңғы ялдарында матур байрамды - Әсәләр көнөн ҡаршылайбыҙ! Донъялағы барлыҡ әсәләрҙе ошо байрам уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Бөгөн шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған байрамды тотош республика билдәләй.
Тел халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү аралашыу рәүеше.
"Теле барҙың иле бар, иле барҙың көнө бар"-тигән сәсәндәр.
Һәр бер кеше үҙенең телен яҡшы белергә һәм яратырға тейеш. Тел-халыҡтың бөйөк хазинаһы, ә беҙҙең халыҡтың хазинаһы-башҡорт теле!
Яңауыл ҡалаһының 9-сы һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһының Йәйғор, Ҡояшҡай һәм Зирәктәр төркөм тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында, "Башҡорт телем - тыуған телем" тигән күңел асыу сараһы үтте.
Башҡорт телен өйрәнеү буйынса белемдәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, туған телең, Тыуған илең менән ғорурланыу тойғоһо, балаларҙы әсә теленә ҡарата һөйөү, иғтибар, ғорурлыҡ уятыу маҡсатыбыҙ булып торҙо.
Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
Яңы йыл менән
Ҡар бурандарын уйнатып,
Яңы йыл килә.
Ярһыу ат егеп санаға
Ҡыш бабай елә.
Дуғаһында ҡынғырауҙар
Сылт-сылт сыңлайҙар.
Ҡуян, айыу һәм балалар
Шуны тыңлайҙар.
Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъям йәшәрә
Күкрәк киреп олон тарбайтканда
Күкте терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә.
“Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәҫәпте, ата-бабаларыбыҙҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ни эшләп ағас һымаҡ төшөргәндәр икән? Ағас бороңғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған, халыҡтар тормошон да сағылдырған. Тамыры - үткәнебеҙ, кәүҙәһе - бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары - киләсәгебеҙ. Һәр ағас үҙ тамыры аша ғына һут ала, нығыраҡ, сыҙамлыраҡ, сифатлыраҡ була, ҡуйыраҡ тармаҡлана. Кешелек донъяһы ла шулай уҡ. Бына ни өсөн халҡыбыҙ шәжәрәне ағас рәүешендә яҙып ҡалдырған”, - икән.
“Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржимә иткәндә “нәҫел”, “генеалогия” (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Ҙур шәжәрәләр быуындан-быуынға тапшырылып килгән.
Был эштең тәрбиәүи әһәмиәте нимәлә һуң? Тәү сиратта ул балаларҙың ата-әсәләр менән бергә эшләүе һөҙөмтәһендә ике быуындың бер маҡсатта эҙләнеү эше алып барыуы менән әһәмиәтле. Ғаилә архивын, ата-олатайҙарҙың фотографияларын, боронғо реликвияларҙы, хәтирәләрҙе барлау әйтеп бөткөһөҙ баһаға эйә. Бында быуындар күсәгилешлеге, фамилия намыҫын һаҡлау нигеҙе, ата-олатайҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләү сағыла. Унан тыш, үҙеңдең шәжәрәңде белеү физиологик күҙлектән дә мөһим, юғиһә ҡан ҡәрҙәштәрен белмәү арҡаһында ете быуынға тиклем бер зат-ырыуҙан булған йәштәрҙең өйләнеүе ихтимал.Һәм, ниһайәт, шәжәрәһен белгән бала затындағы күренекле кешеләргә оҡшарға тырыша.
Яңауыл ҡалаһының 9-сы һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында шәжәрә байрамы үтте.
Нәҫелдәр ебен, быуындар сылбырын барлау, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу, зат-ырыу тураһында ҡыҙыҡһыныу уятыу,- тигән маҡсат ҡуйылды.
Шаймарҙанова Элина, Джафарова Азария, Хөснияров Аслан, Пиктубаева Стефания үҙ шәжәрәләре менән таныштырҙылар. Байрамға балалар йырлы-бейеүле күстәнәстәр ҙә алып килгәндәр ине. Балалар баҡсаһында шәжәрә байрамдары йылдан-йыл йөкмәткелерәк, күңеллерәк үтә.
Тамыры ныҡ ағасты, ел йыҡмаҫ.
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.
21 февраль – Бөтә донъя туған телдәр көнө. Был көн ЮНЕСКО тарафынан 1999 йылда булдырыла. 2000 йылдың 21 февраленән телдәрҙе яҡлау һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау маҡсатында үткәрелә башлай.
Яңауыл ҡалаһының 9-сы һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында балалар туған телде өйрәнәләр. Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар.
Туған тел... Кеше тәү мәртәбә ошо телдә -«әсәй», «атай» һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә - яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аралаша.
21 март
Оҙон ҡыштан һуң яҙ етеүен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Быйыл һыуыҡтар тиҙ генә сигенергә теләмәһә лә, яҙ әкренләп булһа ла үҙ хоҡуғына инергә йыйына. Яҙҙың байрамдары күңелдәргә дәрт өҫтәй, уларҙың атамаларынан да йылылыҡ, наҙ бөркөлә. Шундай көндәрҙең береһе – Наурыҙ байрамы. Ул көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә.
Ошо аҙнала Яңауыл ҡалаһының 9-сы һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында “Ҡояшҡай” һәм “Зирәктәр” төркөм балалары Наурыҙ байрамын ҡаршы алып йырлы - моңло сара үткәрҙе. Тантананың төп ҡунағы Наурыҙ һылыуҡай үҙе булды. Ул бәләкәй дуҫҡайҙарыбыҙға халыҡ уйындары уйнатып, бейетеп күңел асты. Ҡатнашыусыларҙы яҙ байрамы менән ҡотланы. Балалар шиғырҙар, хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр, бейеүҙәрен, моңло йырҙарын бүләк иттеләр.