Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә эш алымдары

Абдуллина Гөлназ Әлфир ҡыҙы

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ  ЭШ АЛЫМДАРЫ

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭШ АЛЫМДАРЫ

Слайд 2

АЙЫРЫЛҒАНДЫ БҮЛЕНГӘНДЕ

Слайд 3

ҺӨЙЛӘЙ ЭШЛӘЙ

Слайд 4

ЛӘ ЛӘ

Слайд 5

ЮНҒАН БЕСКӘН

Слайд 10

а КЕЙЕНЕҮ ЭҘМӘ-ЭҘЛЕЛЕГЕ

Слайд 11

МНЕМОЮЛ

Слайд 12

МНЕМОТАБЛИЦА



Предварительный просмотр:

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ  эш АЛЫМдары

Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :

  • тулы булмаған ябай һүҙҙәрҙән торған һөйләм;
  • һөйләмдең грамматик яҡтан  дөрөҫ төҙөй белмәйҙәр;
  • һүҙлек запасының һәм телмәрҙең наҡыҫ булыуы;
  • әҙәби булмаған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ҡулланыу;
  • диалогик телмәрҙең насар булыуы;
  • монолог төҙөй белмәү;
  • телмәрҙә логик бәйләнеш булмауы;
  • телмәр мәҙәниәте күнекмәләренең булмауы: интонация, тауыш көсө, тембр, темп, ритм менән ҡуллана белмәү.

Шуға күрә лә балаларҙы таҙа асыҡ бәйләнешле итеп һөйләшергә, үҙ фекерҙәрен аңлайышлы формаларҙа әйтергә өйрәтеү- тәрбиәселәрҙең һәм ата-әсәләрҙең төп  бурыстарының береһе.

 Беҙҙең балалар баҡсаһында тәрбиәүи һәм белем биреү процесы саф башҡорт телендә алып барыла.Өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә аҙнаһына бер тапҡыр рус теленән шөғөл инә.

Телмәр үҫтереү эшмәкәрлеген планлаштырғанда педагогтар  «От рождения до школы» Вераксы ,шулай уҡ Азнабаева Ф.Г.етәкселегендә донъя күргән порциаль программаларҙы ҡулланып эш итәбеҙ: «Гөлбостан»,  “ Русский язык”, “Башкортостан- тыуган илем”.

Теоретик материал

Бәйләнешле телмәр үҫтереү  процесын еңеләйтеүсе факторҙарға иғтибар итәйек.

С. Л. Рубинштейн, А. М. Леушина, Л. В. Эльконин фекерҙәренсә беренсе фактор – күргәҙмәлек.  Картиналар, һүрәттәр ҡарау балалар  предметтарҙы дөрөҫ әйтергә, уларҙың билдәләрен аңлатырға, улар менән нимә эшләп була икәнен аңлай алалар.

икенсе фактор – һөйләү планы. Был факторҙы Выготский тәҡдим итә. һәм раҫлай. Схемаға ҡарап бала һөйләргә өйрәнә тип белдерә.

Бының өсөн мнемотаблицалар бик уңайлы вариант.  

. Мнемо̉̉̉ника – (от греч. –  искусство запоминания, иҫтә ҡалдырыу).

мнемоник иҫтә ҡалдырыу 4 этаптан тора:

  • кодирование в образы;
  • запоминание (соединение двух образов);
  • запоминание последовательности;
  • закрепление в памяти.

мнемотаблица йөкмәткеһе – ниндәйҙер персонаждарҙың, тәбиғәт күренештәренең, нимәнеңдер хәрәкәтен белгерткән график һүрәттәр. иң мөһиме – һүрәтләнгән схемалар балаларға аңлайышлы булһын.

Практик эш

Күнегеү – уйын

Маҡсат: образлы иҫкә алыу,хәтер үҫтереү, ҡарау һәм ишетеү иғтибарын үҫтереү, ассоциатив фекерләү йөрөтөү.

Задание: педагогтарға асылмалар тәҡдим ителә. Асылмаларҙәғы һүрәттәргә  ҡарап  фразалар төҙөү. Фразалар: (1) күңелле байрам; (2) оҙон юл; (3) һыуыҡ көн; (4) яратҡан эш.

    Материалдар: слайдтарҙа асылмалар

Практик эш№2

Көҙ тураһында мнемотаблица төҙөп һөйләү

мнемотехника ҡулланыу һуңғы ваҡытта актуаль булып китте.Сөнки был технология аша төрлө бурыстарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин :

  • балаларҙың юғары психик функцияларын үҫтереү.
  • аҡыл активлығын, күҙәтеүсәнлек, сағыштыра белеү.
  • график аналогияларға ҡарап тулы бәйләнешле һөйләргә өйрәтеү

Мнемотехника не требует дословного запоминания текстовой информации. Совершенно очевидно, что ребенок, как и взрослый, воспроизводит текстовые сведения по припоминаемым картинкам. Когда мы слушаем или читаем рассказ, сказку, воссоздающее воображение автоматически переводит слова в зрительные образы и создает связи между зрительными образами. Процесс воспроизведения, пересказа прочитанного или услышанного напоминает рассказ по картинкам.

кескәйҙәр һәм уртансылар төркөмдәре өсөн төҫлө мнемотаблицалар ҡулланыу мөһим, сөнки балаларҙың хәтерендә айырым образдар һаҡлана: шыршы – йәшел, еләк ҡыҙыл, ҡояш – һары һ.б. һуңғараҡ был төҫлө һүрәттәрҙе  график рәүештә һүрәтләргә тәҡдим ителә. Өләкән төркөм балалары өсөн схемаларҙы  бер төҫтә билдәләйҙәр.

Мнемотаблицаларҙы педагогтар үҙҙәре эшләй ала. Был эш бик еңел.

Мнемотехника балаларҙың бәйләнешле телмәрен һәм һүҙлек запасын байытыу өсөн дидакти материал булып хеҙмәт итә:

- йомаҡтар төҙөү һәм сисеү барышында;

- шиғырҙар ятлау, тиҙәйткестәр, телтөҙәткестәр, әүрәткестәр өйрәнгәндә

- хикәйәләр төҙөгәндә;

- нәфис әҙәбиәтте һөйләгәндә.

1. Йомаҡтар уйлап сығарыу һәм сисеү

  • мнемотаблицаны ҡарау.
  • тулы итеп аңлатыу.
  • балаларҙың йомаҡты сисеүе

2. Шиғырҙар ятлау, әүрәткестәр, телтөҙәткестәр өйрәнеү.

Мәғәнәһе:  һәр һүҙгә йәки һүҙбәйләнешкә һүрәт эшләнә. Шул рәүешле шиғыр график һүрәттәр ярҙамында һөйләнелә.

  3. Хикәйәләр төҙөү.

Хикәйләр төҙөү бик ауырҙан һанала. Мнемотехника был эштә лә ярҙамға килә ала. .

   Мнемотаблица буйынса хикәйә төҙөү эҙмә - эҙлелеге:

  1. картинанаң йөкмәткеһе буйынса әңгәм үткәреү барышында терәк символ – карточкалар теҙелә.
  2. карточка – символдар ярҙамында һөйләмдәр төҙөргә тәҡдим ителә.
  3. График планға ярашлы хикәйә төҙәлә.

Өлкән тәркәмдәрҙә балалар үҙҙәре карточка- символдар ҡуйып һөйләй алалар.

        Предметты һүрәтләрҙән алда бала предметтың айырым сифаттарын айыра белергә өйрәнә, эҙмә - эҙлекле һөйләй, үҙенең был предметҡа булған ҡарашын аңлатып әйтә, һөйләмен грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөй.

   Мнемотаблицалар “йәшелсәләр”, “емеш – еләктәр”

4.  Нәфис әҙәбиәтте һөйләп биреү.

Һөйләп биреү – монологик телмәрҙең ябай төрө, сөнки ул әҫәрҙең автор биргән тексты һөйләй, әҙер сюжет ҡулланыла һәм әҙер телмәр формалары бирелә.

Һөйләп биреүҙә мнемотаблица  балаға һөйләү планы булып хеҙмәт итә. бал үҙ – үҙен тикшерә ала. Балалар тыңлағанда нимә һөйләнде һәм нимә һөйләп бөтөлмәгәненә баһа бирә алалар.

Һөйләп биреү буйынса мнемотаблица ҡулланыу эҙмә - эҙлелеге:

  • нәфис әҙәбиәт уҡып ишеттереү;
  • мнемотаблица менән танышыу;
  • мнемотаблица буйынса һөйләп биреү.

Өлкәндәр төркөмөндә график һүрәттәр ҡулланылһа, мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә тыңланылған әҫәрҙе бүлектәргә бүлеп,үҙаллы һөйләү планы төҙөп схема эшләй алалар

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлектәрҙән тыш өлкән төркөм балалары төрлө  тема буйынса  ла мнемотаблицалар ярҙамында  һөйлә алалар.

шулай итеп, мнемотаблицалар ҡулланғанда балаларҙың бәйләнешле телмәрҙәре үҫешә, улар һөйләмдәрҙе грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөргә өйрәнәләр, һүҙлек запасы арта һәм бөтә булған психик процестар ҙа йылдам үҫешә.

     Рефлексия.

-«........миңә оҡшаны…»;

-«Мин үҙем өсөн….»;

-«......уйланырға мәжбүр итте….»