Ата-әсәләргә кәңәштәр

Абдуллина Гөлназ Әлфир ҡыҙы

Предварительный просмотр:

                                                Ата-әсәләргә кәңәштәр

  • Балаға бәләкәй генә асыштар эшләргә мөмкинлектәр бирегеҙ.
  • Эмоциональ ҡәнәғәтлек ни тиклем юғары булған һайын, белем алыуҙа уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге шул тиклем үк юғары.
  • Балаларҙың яңылышыуҙарынан ҡурҡмағыҙ. Бала хатаһы – ул табыш.
  • Онотмағыҙ, бер хата икенсе фекерҙе тыуҙыра.
  • Онотмағыҙ, аҙ яратыу һәм үҙ-үҙен түбән баһалау уҡыу барышындағы уңышһыҙлыҡтарға килтереүе ихтимал.
  • Балаға үҙе аңлай, төшөнә алырҙай нәмәләрҙе тылҡымағыҙ.
  • Балаларҙы яратығыҙ һәм һөйөүегеҙҙе күрһәтеүҙән тартынмағыҙ.

 

Уңыш сере

Барыһы ла “Уңышлы булғым килә”  тип хыяллана. Ә уңышлы булыуҙың сере ниҙә? Уның сере-ете хикмәттә.

Тырышлыҡ

Был-бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә иң мөһимдәренең береһелер. Сөнки ҡайҙандыр көтөп, миңә килтереп бирерҙәр, тип уйлап ултырыу-әлеге замандың бәләһе. Шуны онотмағыҙ: уңыш һәр саҡ һеҙҙең эргәлә генә, тырышһағыҙ, уға өлгәшә алаһығыҙ.

Маҡсатлы булыу

Кеше һәр ваҡыт маҡсаттар, уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш. Буй етмәҫлек ҙур  мотлаҡ түгел, ә үҙенең ҡулынан килерлек, тормошона мәғәнә бирерлек булһын ул. Мәҫәлән мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға, күңелгә ятҡан эш табырға, артабан тағы ла ниндәйҙер ыңғай ынтылыштыр барлыҡҡа киләсәк.

Тәүәккәллек

Уңышҡа өлгәшеү өсөн тәүәкәллек үтә мөһим. Ҡарар  ҡабул итә алмайынса икеләнеп ултырырға ярамай, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға кәрәк.

Яуаплылыҡ

Кемдер һиңә ниндәйҙер эште ышанып тапшыра икән, уны, һис шикһеҙ, еренә еткереп башҡарыу зарур.

Аралаша белеү

Беҙ даими рәүештә кем менәндер әңгәмә ҡорабыҙ, аралашыу аша яңы дуҫтар, таныштарыбыҙ барлыҡҡа килә. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кешеләрҙе барыһы ла ярата. Был сифат карьера үсешендә лә уңай. Кәрәк урында әңгәмәгә ҡушылып китеү, фекерҙәреңде еткерә белеү күпселек осраҡта ыңғай ҡараш уята. Өҫтәүенә, мөләйемлегеңде лә эшкә екһәң...

Ярҙамсыллыҡ

Яныңда ныҡлы таяныс булыуы – уңыштың башы ул. Туғандарың һәм дуҫтарыңдың ярҙамы, үҙеңдең дә уларға битараф булмауың һәр саҡ кәрәгеп тора. Кемгәлер таяна алаһың икән, аҙымдарың  да ныҡлы, тигән һүҙ. Шул уҡ ярҙамсыллығың менән үҙең дә кемгәлер уңыш яуларға булышлыҡ итәһең.

 Итәғәтлелек

Беҙ туҡтауһыҙ төрлө даирәлә уралабыҙ, сөнки һәр беребеҙең эш-хәрәкәттәре, мөнәсәбәте башҡа кешеләрдонъяһы менән бәйләнгән. Шуға ла оҙаҡҡа һуҙылған, дауамы йә ҡыҫҡа ғына ваҡытта барлыҡҡа килгән мөнәсәбәтме, быныһы мөһим түгел, һинең менән аралашҡан  кешеләрҙең кәйефе ҡырылмаһын, күңеле кителмәһен өсөн бик һаҡ, итәғәтле булырға кәрәк. Һәм тағы ла, дуҫтар, уңышлы булыу өсөн сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Билдәле бер әҙип әйтмешләй, әгәр тормоштоң һеҙгә йылмайыуын теләһәгеҙ, үҙегеҙ уға йылмайып ҡарағыҙ.

Уңышлы булыу һәр кемдең үҙенә бәйле: баҫҡан аҙымына, эшләгән эшенә, үткәргән көндәренә...



Предварительный просмотр:

Ата-әсәләргә консультация

"Шәжәрә" темаһына эҙләнеү эше

План:

Шәжәрә - сал тарихҡа бағыр тәҙрә

1.Инеш.

2. Төп өлөш:

Минең шәжәрәм.

Шәжәрәләрҙе төҙөү төрҙәре.

Туғандарым тураһында мин нимәләр белдем?

3. Йомғаҡлау.

4. Ҡулланылған әҙәбиәт.

Инеш.

Шәжәрә- сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!..

Шәжәрәмдә - сал тарихы балаларҙың,

Бөгөн дә, киләсәгем, балаларым.

Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал ҡанында!

Ҡәҙим Аралбаев.

Шәжәрә - ырыу тарихы, теге йәки был ҡәбилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы. Шәжәрә - борон-борондан ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә, бер туған кешеләрҙең дөйөм танышмаһы ла булып һаналған. Башҡорттар борон-борондан үҙ тарихи ваҡиғаларын шәжәрәһенә яҙып барған.

Ағас – тамырһыҙ, кеше тарихһыҙ булмай. Хатта сүллектә тәгәрәп йөрөгән ҡамғаҡ та бит тәүҙә ергә берегеп үҫә (тәгәрәүе лә маҡсатһыҙ түгел – орлоҡтарын сәсер өсөн). Ә беҙҙең һәр беребеҙҙең сал быуаттарға барып тоташҡан меңәрләгән йыллыҡ тарихы бар. Үкенескә күрә, уны тулыһынса тергеҙә алмайбыҙ. Сөнки күп мәғлүмәт билдәһеҙлек томаны артында тороп ҡалған-юйылған. Ләкин ҡайһы бер ғаиләләрҙә егерме бишенсе быуынға тиклем шәжәрәләр төҙөлөп, һаҡлана. Был заманында үҙ тарихына битараф булмаған атай-олатайҙарҙың хеҙмәте – киләһе быуындар өсөн ысын хазина!

Төп өлөш.

Шәжәрә төҙөү боронғолоҡҡа ҡайтып ҡала. Иң тәүҙә мәғлүмәттәр телдән быуындан-быуынға күсеп килгән. Яҙма барлыҡҡа килгәндән һуң, таштарҙа, балсыҡ таҡталарҙа, туҙҙа һәм ҡағыҙҙа яҙылып, беҙгә тиклем килеп еткән мәғлүмәттәр бар. Ғөмүмән, генеалогик ағас – шәжәрә ағасын төҙөү, белеү кеше күңелендә бәләкәй тыуған илгә, ергә ҡарата һөйөү тойғоһо уята.

Ғаилә архивын, ата-олатайҙарҙың фотографияларын, боронғо реликвияларҙы, хәтирәләрҙе барлау әйтеп бөткөһөҙ баһаға эйә. Бында быуындар күсәгилешлеге, фамилия намыҫын һаҡлау нигеҙе, ата-олатайҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләү сағыла. Унан тыш, үҙеңдең шәжәрәңде белеү физиологик күҙлектән дә мөһим, юғиһә ҡан ҡәрҙәштәрен белмәү арҡаһында ете быуынға тиклем бер зат-ырыуҙан булған йәштәрҙең өйләнеүе ихтимал, ә ҡан ҡушылыуы нәҫел сәләмәтлеге өсөн хәүефле. Һәм, ниһайәт, шәжәрәһен белгәндәр затындағы күренекле кешеләргә оҡшарға тырыша.

Шәжәрәне нисек төҙөргә һуң?

Шәжәрәне ағас рәүешендә төҙөргә, түңәрәктәр, табличкалар менән күрһәтергә мөмкин. Иң мөһиме, бер быуын кешеләрен бер горизонталь һыҙыҡта урынлаштырырға кәрәк. Тағы бер шарт. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә шәжәрә төҙөүселәр шәжәрә ағзаларының ғүмер йылдарын күрһәтмәй төҙөлгәндәрен һанға һуҡмай.

Ә беҙ бөгөн шәжәрәне түбәндәге схема буйынса төҙөнөк,сөнки шәжәрәне тик ир-ат яғынан ғына төҙөү бөгөнгө көндә дөрөҫ үк түгел. Унда ҡатын-ҡыҙ заты вәкилдәрен дә ҡушырға кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Никах теркәгәндә ҡатын-ҡыҙ яғынан да туғанлыҡ мөһим.

Мин – беренсе быуын, иң өҫкә ҡуйыла.

Икенсе быуын: Атайым – ... Әсәйем...

Өсөнсө быуын: Атайымдың атаһы (йәғни атайым яғынан ҡартатай). Атайымдың әсәһе (атайым яғынан ҡартәсәй). Әсәйемдең атаһы (әсәйем яғынан ҡартатай). Әсәйемдең әсәһе (әсәйем яғынан өләсәй).

Дүртенсе быуын:ҡартатайымдың атаһы (атайым яғынан ҡарт ҡартатай). Ҡартатайымдың әсәһе (атайым яғынан ҡарт ҡартәсәй). ҡартәсәйемдең атаһы (атайым яғынан ҡарт атай). Ҡартәсәйемдең әсәһе (атайым яғынан икенсе ҡарт ҡартәсәй). Артабан әсәй яғынан ике ҡарт ҡартатай һәм ике ҡарт өләсәй. Шулай итеп, быуындан-быуынға дауам ителә. Бындай схема буйынса шәжәрә ағасының өсөнсө быуынында һигеҙ кеше була, дүртенсеһендә – 16, бишенсеһендә – 32 һ. б. Күреүегеҙсә, бындай схема буйынса бөтәһен дә табыуы ҡыйын. Ул саҡта шәжәрә ағасының һәр ағзаһы өсөн һеҙ һайлаған түңәрәк, квадрат йәки башҡа берәй билдәне буш килеш ҡалдырыу яҡшыраҡ.

“ Ҡарағай ҙа ағас бейек ағас

Юл ҡарамай барыу ярамай.

Ҡайҙа ла ғына бармай кәңәш кәрәк,

Кәңәшле лә зиһен тара(л)май.

Был ҡарт ҡартатайымдың яратҡан йыры булған.

Йомғаҡлау

Әйтелгәнгә йомғаҡ яһап, үҙ шәжәрәһен төҙөргә теләгәндәргә бер нисә кәңәш:

1. Эште ата һәм әсә яғынан бөтә туғандарҙы асыҡлауҙан башларға кәрәк. Тереләрҙең тыуған йылын, үлгәндәрҙең йәшәгән йылдарын да оноторға ярамай.

2. Горизонталь шәжәрә төҙөгәндән һуң уларҙы вертикаль буйынса берләштереп ҡарарға кәрәк. Бөтә ейәндәр – артабан атайҙар – шунан олатайҙар – ҡарт олатайҙар. Шулай эшләгәндә, фамилияғыҙ кемдән башланыуын асыҡларға мөмкин. Был башҡорттар өсөн мөһим, әлбиттә, сөнки халҡыбыҙҙа даими фамилиялар совет осоронда ғына индерелә. Ауылда һәм тирә-яҡтағы ауылдарҙа һеҙҙең ырыуығыҙға тағы ниндәй фамилиялар ҡарағанлығын белегеҙ. Зат-ырыуығыҙ вәкилдәре тормошонан фәһемле эпизодтарҙы белергә, ҡыҙыҡлы документтар, фотографиялар табырға тырышығыҙ.

3. Сит яҡтарҙа йәшәгән туғандар менән бәйләнешкә инеп, мәғлүмәттәр йыйырға.

4. Мәғлүмәттәрҙе (тыуған йылдарын, мөһим ваҡиғаларҙы һ. б.) асыҡлағандан һуң шәжәрә ағасын төҙөүгә тотоноғоҙ.

Үҙ халҡыңдың мәҙәниәтен, үткәнен, бөгөнгөһөн өйрәнеү, тыуған яҡтың тарихы менән танышыу – изге эш. Быуындар араһында бәйләнеш булдырыу һәм нығытыу, туғанлыҡты танытыу, нәҫел тармаҡтарын барлау һәр ырыуҙаштың үҙ нәҫел тармағы алдында яуаплылығын көсәйтә.

Илен белмәгән – белекһеҙ, нәҫелен белмәгән – намыҫһыҙ, тиҙәр. Шуның өсөн беҙ барыбыҙ ҙа үҙ нәҫелебеҙҙең тамырҙарын, тыуған еребеҙҙең тарихи үткәнен белергә һәм өйрәнергә бурыслы.

Тамырын тойған ағас ҡына үҫә, нығый, емеш бирә, ә тамырһыҙы ҡорой. Үҙ нәҫел тамырҙарыбыҙҙы өйрәнәйек, ата-бабаларыбыҙҙы онотмайыҡ, йолаларыбыҙҙы үтәйек, ырыу тамғаларыбыҙҙы беләйек.



Предварительный просмотр:

Ата-әсәләргә тәҡдимдәр

1. Баланы көн режимын үтәргә өйрәтегеҙ.

1. Өйҙә уҡыусы мөйөшөн булдырығыҙ.

2. Балала мәктәпкә һәм уҡытыусыларға һөйөү тәрбиәләгеҙ.

3. Баланы тәртип ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәтегеҙ, һәр уйын ҡағиҙәгә буйһонһон.

4. Бала хеҙмәтте яратып үҫһен. Унда ябай ғына хеҙмәт күнекмәләре тәрбиәләгеҙ. Өйҙә уның үҙ вазифаларын билдәләгеҙ (һауыт-һаба йыуыу, өйҙө йыйыштырыу, кер йыуыу, энә, кайсы менән файҙаланыу,

аш-һыу әҙерләү, өҫтәл әҙерләү, сәскәләр бағыу, бахсала ҡулынан килгән эште башҡарыу, үҙенең урынын йыйыштырыу, магазинға барыу).

5. Баланың организмын сыныҡтырыу хәстәрлеген күрегеҙ (зарядка, теш таҙартыу, саңғыла, конькиҙа һәм велосипедта йөрөү, йөҙөү, ҡул тубы уйнау, шашка һәм шахматта уйнау һ.б.)

6. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.

7. Баланың логик фекерләүен үҫтерегеҙ, уның өсөн хисаплау ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ (тигеҙ, күп, аҙ, бейек, түбән, оҙонораҡ, ҡыҫҡараҡ, йоҡараҡ-ҡалыныраҡ, оло-кесе һ.б. Әйберҙең формаларын отоп алыу күнекмәләрен өйрәтегеҙ).

8. Тәбиғәт менән таныштырығыҙ: йыл миҙгелдәренең алмашыуы, йорт һәм ҡырағай хайуандар, ашарға ярашлы һәм ағыулы бәшмәктәр, үҫемлектәр һәм ағастар, ҡышлаусы һәм күсмә ҡоштар, тәбиғәт үҙгәреше, һауа торошо.

9. Баланың ижадын үҫтерегеҙ: конструктор, пластилин, балсыҡ менән эшләргә өйрәтегеҙ; тегеү, сигеү, рәсем, ағасты көйҙөреп һырлау һ.б.

10. Баланың телмәрен үҫтерегеҙ: һөйләтегеҙ, әкиәт һөйләүҙең планын төҙөтөгөҙ, әйтем һәм йомаҡтарҙың йөкмәткеһен әйтешегеҙ, уҡырға өйрәтегеҙ, һөйләм төҙөргә ярҙам итегеҙ.



Предварительный просмотр:

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ...

  1. Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
  2. Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
  3. Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ.
  4. Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
  5. Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
  6. Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
  7. Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
  8. Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
  9. Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
  10. Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
  11. Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
  12. Баланы кәмһетмәгеҙ.
  13. Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
  14. Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
  15. Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
  16. Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
  17. Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.



Предварительный просмотр:

Хөрмәтле ата-әсәләр! Бында яҙылған кәңәштәр, мәғлүмәттәр һеҙгә ярҙам күрһәтер, тип ышанам.  

  ХӨРМӘТЛЕ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР!!!

       ТУҒАН ТЕЛ – АТАЙ МЕНӘН ӘСӘЙҘЕҢ ҮҘ БАЛАЛАРЫНА МӘҢГЕЛЕК БҮЛӘГЕ УЛ. ОШО БҮЛӘКТӘН КИЛЕР БЫУЫНДАРЫҒЫҘҘЫ БЕРҮК МӘХРҮМ ИТӘ КҮРМӘГЕҘ!!! ӘЙҘӘГЕҘ, ХАЛЫҠ АҠЫЛЫНА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТӘЙЕК.  ХАЛЫҠ ӘЙТҺӘ, ХАҠ ӘЙТӘ, ТИҘӘР БИТ.  ЫСЫНЛАП ТА, ТЕЛ ТУРАҺЫНДАҒЫ МӘҠӘЛ ҺӘМ ӘЙТЕМДӘРҘӘ, ТАПҠЫР ҺҮҘҘӘРҘӘ АТА-БАБАЛАРЫБЫҘҘЫҢ МЕҢӘР ЙЫЛДАР ДАУАМЫНДА ТУПЛАНҒАН УЙ-ФЕКЕРҘӘРЕ, БАЙ ТОРМОШ ТӘЖРИБӘҺЕ САҒЫЛЫШ ТАПҠАН.

БЫНА УЛАР – ТИҢДӘШҺЕҘ ХАЗИНАҒА ТОРОШЛО ХАЛЫҠ ИЖАДЫНЫҢ АҪЫЛ ӨЛГӨЛӘРЕН ТӘШКИЛ ИТЕҮСЕ МӘҠӘЛДӘР:

ТЕЛЕ БАРҘЫҢ ЮЛЫ БАР.

ТЕЛДӘР БЕЛГӘН – ИЛДӘР БЕЛГӘН.

ТЕЛЛЕ КЕШЕ ТЕЛЕ МЕНӘН ҠОШ ТОТА.

ТЕЛҺЕҘ КЕШЕ – ЯРТЫ КЕШЕ.

ТЕЛЛЕ ҺҮҘЕН ИКЕ ӘЙТЕР.

ТУҒАН ТЕЛЕМ – ҮҘ ТЕЛЕМ, ҠАЙҘА БАРҺАМ – ҮҘ КӨНӨМ.

ТУҒАН ТЕЛЕН ҠӘҘЕРЛӘГӘН ХАЛЫҠ ҠӘҘЕРЛЕ БУЛЫР.

ҮҘ ТЕЛЕМ – ҮҘ ҠЫЛЫСЫМ, АТАЙҘАН ҠАЛҒАН ҠОРОСОМ, ИЛДӘ - КӨНДӘ ТЫНЫСЫМ.

ТЕЛ – ҠЫЛЫС: ТЕЙЕШҺЕҘ ЕРҘӘ ТЫЙ, ТЕЙЕШЛЕ ЕРҘӘ ҠЫЙ.

ТЕЛ ҠЫЛЫСТАН ҮТКЕР.

ТЕЛ – КҮҢЕЛДЕҢ КӨҘГӨҺӨ.

ТЕЛ МЕНӘН ӘЙТМӘЙ, БАРМАҠ МЕНӘН ТӨРТӨП БУЛМАЙ.

ТЕЛДЕҢ ЗИННӘТЕ – ТУРА ҺҮҘ.

ТЕЛДӘН ТЕЛ УҘА, ҠУЛДАН ҠУЛ УҘА.

ТЕЛДӘН ТЕЛЕҢ УҘҘЫРМА, ҠУЛДАН ҠУЛЫҢ УҘҘЫРМА.

ҺҮҘҘӘН ҺҮҘ УҘА, ТЕЛДӘН ТЕЛ УҘА, ҠУЛДАН ҠУЛ УҘА.

ҺҮҘҘЕҢ ҠАНАТЫ БАР.

ҺҮҘЕ ХАҠТЫҢ ЙӨҘӨ АҠ.

ҺҮҘЕҢ ҮЛГӘНСЕ, ҮҘЕҢ ҮЛ.

ҺҮҘЕН ҺӨЙЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ҮҘЕНӘ ЗЫЯН КИЛТЕРГӘН.

ҺҮҘЕН ҺӨЙЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ҺҮҘЕН ҮҘЕНӘ КИЛТЕРГӘН, ЭҘЕН ЭҘЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ЭҘЕН ҮҘЕНӘ КИЛТЕРГӘН.

ӘЙТЕМ – ҺҮҘҘЕҢ БИҘӘГЕ, МӘҠӘЛ – ҺҮҘҘЕҢ ЕЛӘГЕ.

ҠАРТТАР ҺҮҘЕН ҠАР БАҪМАҪ.

ҠАРТТАР ҺҮҘЕН ТОҠҠА ҺАЛ, ЙӘШТӘР ҺҮҘЕН ЯНСЫҠҠА ҺАЛ.

ҠАТЫ КҮҘҘӘН ТАЛ ҺЫНА, ЙОМШАҠ ҺҮҘҘӘН ТАШ ҺЫНА.

ҠЫЛЫС БЕРҘЕ ҮЛТЕРГӘН, ТЕЛ МЕҢДЕ ҮЛТЕРГӘН.

ҠЫҪҠАЛЫҠТА – ОҪТАЛЫҠ.

МЕҢ КЕШЕ МЕНӘН ЭШ ИТ, БЕР КЕШЕ МЕНӘН КӘҢӘШ ИТ.

МЕҢ ИШЕТ, БЕР ҺӨЙЛӘ.

МӘҠӘЛ ӘЙТКӘН – ЮЛ ӨЙРӘТКӘН, ӘЙТЕМ ӘЙТКӘН – КҮҢЕЛ ЙЫУАТҠАН.

МӘҠӘЛЛЕ ҺҮҘ – АҠЫЛЛЫ ҺҮҘ, МӘҠӘЛҺЕҘ ҺҮҘ – ТОҘҺОҘ АШ.

ОЛО ҺҮҘЕН БҮЛДЕРМӘ.

ОЛО ҺҮҘЕН ТЫҢЛАМАҒАН – ОРОЛҒАН ДА БӘРЕЛГӘН.

ОҪТА БАРҘА ҠУЛЫҢ ТЫЙ, СӘСӘН БАРҘА ТЕЛЕҢ ТЫЙ.

БИТ КҮРКЕ – КҮҘ, ТЕЛ КҮРКЕ – ҺҮҘ.

БОРОНҒОЛАР ҺҮҘЕ КИТАПТАН ТЫШ ТҮГЕЛ.

ДОНЪЯЛА ИҢ ӘСЕ НӘМӘ ЛӘ ТЕЛ, ИҢ СӨСӨ НӘМӘ ЛӘ ТЕЛ.

ДОНЪЯНЫ ҺҮҘ БИҘӘР.

ИЛ ТЕЛЕ ИМ БУЛЫР. ИЛЕ БАРҘЫҢ ТЕЛЕ БАР.

ЯРАТАЙЫҠ ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘҘЕ!!!



Предварительный просмотр:


Урыҫ телендә аралашҡан

 башҡорт балаларының

телмәрен үҫтереү алымдары

И Родной тел.


И родной тел, и красивый, 
Папам, мамамдың теле. 
Мог я узнать күп нәмәне 
Һин родной тел арҡалы. 
Был языкта коляскала 
Мамкам сказку көйләгән. 
А затем төндәр буйы
Бабуля рассказ һөйләгән. 
А потом ни сәбәптәндер 
Өйрәткәндәр рус язык. 
Якобы, тик ошо телдә 
Алам духовный аҙыҡ. 
Почему же нас детсадта 
Һиңә өйрәтмәнеләр, 
В школе, когда обучали, 
Һиндә һөйләтмәнеләр? 
И родной тел, и матур тел, 
Мамам, папамдың теле. 
Только я их обвиняю 
Өйрәтмәгәнгә һине. 
И родной тел, аңлаталар: 
Можно жить и быть һинһеҙ. 
Папа, мама и бабуля 
Оставили меня телһеҙ.

 (Вил Казыйханов) 

Ысынлап та, һуңғы ваҡытта балаларыбыҙҙың теле тап ошолай яңғырай башланы. Йәғни, улар ике телдә лә иркен итеп аралаша алмай. Ә ни өсөн бала үҙ телендә иркен һөйләшә алмай һуң? Быны булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә? Бөгөнгө сығышым тап ошо турала буласаҡ.

Башҡорт әҙәби теле – илебеҙгә туғандаш телдәр менән хоҡуҡлы милли тел. Башҡорт теле - башҡорт милли культураһының нигеҙе. Башҡорт теле хәҙерге көндә ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған, үҫешкән, көндән- көн алға китеүсе культура тармаҡтары һанала. Балаларға белем биреүҙә туған телдең әһәмиәте ҙур, мөмкинселектәре киң. Бала үҙ туған телендә һөйләшә, фекер йөрөтә.

Ошо тел аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт күренештәрен күреп, танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.

Ғаиләлә ата-әсәләр ике телдә лә һөйләшкән осраҡта балаларҙың теле һуңлап асылыу осраҡтары ла юҡ түгел. Шуға күрә, ата- әсәләр баланың һуң һөйләшә башлауына борсола. Лингвистарҙың фекеренсә, хәҙерге ваҡытта бер телдә генә һөйләшеүселәргә ҡарағанда ике телдә һөйләшеүселәр һаны арта бара. Һуңғы тикшеренеүҙәргә ҡарағанда икетеллелек балаларҙың хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә, төрлө яҡлап үҫешенә ыңғай тәьҫир яһай тигән фекерҙәрҙе лә ишетергә мөмкин. Икенселәр, киреһенсә икетеллелек баланың телмәре үҫеүҙе тотҡарлай, тигән фекерҙә. 1-3 йәш, әгәр ҙә бала психик һәм физик яҡтан үҫешкән булһа, тел өйрәнеү өсөн иң отошло осор тип иҫәпләнә.Ул төп телде тиҙ арала үҙләштереп аласаҡ. Төп телгә таянып икенсе телде өйрәнеү еңелерәк була.

Туған тел баланың психикаһына туранан-тура йоғонто яһай, унда кире һәм ыңғай эмоциялар тыуҙыра, туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта. Тыуған телде өйрәнеү баланың үҙ аллы фекер йөрөтөү, һөйләү телмәрен үҫтереү, байытыу һәм формалаштырыуҙа берҙән-бер ҡорал булып тора.

Үҙ халҡының тарихы, йыр-моң күңеленә һеңеп, шул нигеҙҙә тәрбиәләнгән, тыуған ерен, ғәзиз әсәһе кеүек һөйгән, йөрәге халҡы менән бергә типкән, халҡы рухы менән, уның маҡсаты, үҙ хыялы, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән, туған теленең байлығына эйә булып, уның нескәлектәрен аңлаған, үҙенең бөтә булышын халҡына бағышлаған кеше генә тәрбиәле һәм белемле шәхес була ала.

Ғалимдар фекеренсә, бала туған телендә алған белемде бер ҡасан да онотмай. Тәүҙә балалар баҡсаһында, унан мәктәптә киңәйтә, тәрәнәйтә, нығыта бара. Шулай итеп,  балаларҙа үҙ туған еренә, халҡына, унан үткәненә, ғөрөф-ғәҙәтенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, ихтирам уятыу, милли рухҡа нигеҙ һалыу, милли йыр, уйын, бейеү, мәҡәлде туған телдә өйрәтеү мәктәпкәсә йәштән үк балаға йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, улар ҡабул итә алған тиклем кимәлдә өйрәтелһә, киләсәктә үҙенең кем икәнлеген белгән, ныҡлы рухлы булған быуын үҫәсәк, сөнки бала саҡтағы ишеткәндәр онотолмай, бала үҙенең саф, таҙа күңеленә һеңдерә, тәүге бураҙналар һалына. Башҡорт балаһына үҙ телендә белем биреү, телгә һөйөү уятыу беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.

Балалар баҡсаһында бала өсөн уйын-төп эшмәкәрлек, уйын-ысынбарлыҡ. Бала уйында йәшәй, сыныға, үҙаллыҡҡа өйрәнә. Тәрбиә, уҡытыу эшен уйынһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуның өсөн белемгә өйрәтеү ҙә уйынһыҙ мөмкин түгел. Баланың әүҙемлеген арттырыу өсөн уйын алымын индереү, ҡулланыу киң таралған.

Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә, “телдең рухын” үҙләштерә.

Туған телгә өйрәтеүҙең тағы бер мөһим бурысы булып балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү тора. “Баланың мейеһе бармаҡтарының осонда урынлашҡан”, -тигән әйтем бар. Ысынлап та, бармаҡтар ни тиклем күберәк күнегеү башҡарһа, улар шул тиклем аҡыллыраҡ була. Шулай уҡ бармаҡ хәрәкәте менән телмәр үҫеше араһында бәйләнештәр бар. Шуның өсөн, “бармаҡ уйындарын” ҡулланып телмәрҙе лә, бармаҡ эшмәкәрлегендә үҫтереп була, балала ҡыҙыҡһыныу ҙа көсөйә.

Бала нимә күрә, ишетә, күҙәтә-барыһы ла уның телмәрендә сағыла. Уның өсөн һөйләгән һүҙе-асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе.

Телмәр үҫтереүҙә шиғыр юлдарын хор менән һөйләү мөһим роль уйнай. Ысынлап та, әгәр кескәйҙәр төрлө сараларҙа башҡалар менән бер тиң ҡатнашмаһа, үҙ-үҙенә ышаныс юғалыуы, кәмһенеү тойғоһо уяныуы ихтимал.

Балаға туған телде өйрәткәндә бик күп алымдар ҡулланырға була һәм эш барышында тел ҡәҙерен аңлай белергә, туған телгә, уның матурлығына һөйөү уятырға бурыслыбыҙ.

Бала өләсәйҙәре, олатайҙары менән аралашып үҫкән осраҡта башҡорт телен ишетеп, белеп үҫә. Кескәйҙәр ошо ваҡытта уратып алған әйберҙәргә, телмәргә бик тә иғтибарлы була. Ул кешеләрҙең һөйләшкәнен, аралашҡанын ишетеп үҫһә, тиҙерәк теле асыла. Яңы тыуған бала менән йыш аралашыу, һөйләшеү баланың төрлө яҡлап үҫешенә булышлыҡ итә. Баланың телмәрен үҫтереүҙә ата- әсәнең сабый менән аралашыуы бик мөһим роль уйнай. Балаларға йорт, ҡырағай  хайуандарҙың, ҡоштарҙың һүрәттәрен күрһәтеп, уларҙың сығарған тауыштарын ҡабатлап, исемен дөрөҫ итеп әйтеүҙәре һүҙлек байлығын арттырыуға булышлыҡ итә. Мәҫәлән: әтәс- кикрикүк, һыйыр- мө-ө-ө, ҡаҙ- ҡаҡ-ҡаҡ, себеш- сип-сип, һарыҡ-бә-ә-ә. Ата- әсәләр артынан баланың төрлө хәрәкәтте һәм һүҙҙәрҙе ҡабатлауы, уның һәләттәрен үҫтереүгә ярҙам итә. Был осраҡтарҙа инде башҡорт халыҡ уйындары мөһим роль уйнай. Мәҫәлән: бармаҡ уйындары,шаяртҡыстар, һикергестәр, һанашмаҡтар, табышмаҡтар, мауыҡтырғыстар.

Шаяртҡыстар: Һәр бармаҡ ғаилә ағзаларына арналып, бөгөлә:-быныһы- олатайға, быныһы- өләсәйгә, быныһы- атайға, быныһы- әсәйгә, быныһы- ағайға, быныһы- апайға....Баланың усы йомола. Ҡайҙа ҡаҙан төбөн ҡырып ашайым, кетер-кетер- кетер-  тип ҡытыҡлап баланың усын астыралар.

Һөйгөстәр:

Бәпес- бәпес, бәпестәй,

Бәләкәй генә бәпестәй.

Бәпелдәтеп һөйөргә

Арҡалары йәтештәй.

Яңы телдең матурлығы, аһәңлеге ритм, рифма һәм йырҙар аша күренә, сөнки улар балаларҙың нескә күңеленә ныҡ тәьҫир итә. Шиғыр, йырҙарҙың көслө тәьҫирен үҙебеҙҙең уҡытыусылар ҙа иҫбатлай. Халыҡ педагогикаһына күҙ һалғанда ла ата- бабалар балаларҙы һөйләшергә өйрәткәндә төрлө шиғырҙар ҡулланған. Теләктәр,  юрауҙар, имләүҙәр, таҡмазалар, балаларҙы әүрәткәндә әйткән һүҙҙәр шиғри формала булған. Улар йә һамаҡлап, йә көйләп әйтелгән. Тел өйрәткәндә лә яңы телдең матурлығын, аһәңлеген еткереү өсөн поэтик әҫәргә мөрәжәғәт итеү файҙалы.

 5 йәш- баланың телмәр үҫеше өсөн иң әүҙем осор. Ул әңгәмәлә еңел ҡатнаша, уй- фекерен ата- әсәләргә, ололарға әйтә башлай. Һүҙ байлығын арттырыуға телевидение, ололар менән аралашыу, әкиәттәр тыңлау булышлыҡ итә. Шулай уҡ балалар баҡсаһында йәки өйҙә өйрәнгән төрлө һамаҡтар, тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар, тел көрмәлдергестәр, һанашмаҡтар өндөрҙе дөрөҫ әйтеүгә булышлыҡ итә. Кескәйҙәр өндө ишетһен, айырһын һәм дөрөҫ әйтһен өсөн телмәр ағзаларының һығылмалылығын, хәрәкәтселеген үҫтереүгә артикуляцион, дөрөҫ тын алыу һәм тын сығарыу күнегеүҙәрен ойоштороу ҙа файҙалы. Мәҫәлән:

Ға-ға-ға әйҙә киттек урманға.

Шә-шә-шә урманда еләк бешә.

Ле-ле-ле ауыҙ итәйек әле.

Ге-ге-ге бигерәк тәмле еләге.

Тәрбиәсенең телмәре, эмоциональ яҡтан сағыу булһа, бала иғтибарын тиҙ йәлеп итә. Балаларға башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн төрлө- төрлө уйын һәм яңы методик алымдар ҡулланырға кәрәк. Бының өсөн башҡорт халҡының йолалары, ижады, мәҙәниәте отошло. Хәрәкәтле уйындар ял итеү өсөн генә түгел, һүҙ байлығын арттырыуға булышлыҡ итә.

Айыу килә алпан-толпан,

Ҡуян килә һикереп.

Төлкө килә әкрен баҫып,

Айыу килә үкереп.

Йомаҡтар сисеү, тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр ҡулланыу, ҡабатлау кескәйҙәрҙе телгә өйрәтеүҙә алыштырғыһыҙ алымдар.

  • ·         Ҡара ҡарға ҡарҙан бара, ҡанаттарын ҡаға- ҡаға.
  • ·         Әнисә, Әнисә, әйт әле, сәғәт нисә.
  • ·         Ҡара ҡарға төшкән ҡарға, ҡара түгел аҡ ҡарға

Балалар өсөн әкиәттәр уҡыу, уларҙы инсценировкалау, бармаҡ театры, би-ба-бо ҡурсаҡтары театры, күләгә театры, ҡурсаҡ театры ойоштороу башҡорт  телен теләп өйрәнеүҙә бик отошло юлдар булып тора. Әкиәттәрҙе ата- әсәләр йыйылышында, байрамдарҙа, иртәлектәрҙә сәхнәләштереү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Төркөмдөң ҡабул итеү бүлмәһендә ата- әсәләр өсөн махсус  стендта дәрестә өйрәнелгән һүҙ, диалог, шиғыр һәм һүҙҙәрҙең грамматик формаларын биреп был эшкә ата- әсәләрҙе лә йәлеп итергә була. Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә, 3-5 һүҙ менән һөйләмдәр төҙөргә, 4-8 юллыҡ шиғырҙар ятларға, әкиәттәр һөйләргә өйрәнһәләр, башланғыс кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар килтермәйәсәк.

 Әгәр баланы бала саҡтан уҡ телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙенең фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала. Ғөмүмән, үҙ телендә һөйләшкән бала киләсәктә лә милләтенә тоғро булып үҫәсәк.