Разработки уроков

Мотиғуллина Зимфера Әхнәф ҡыҙы

Разработки уроков по башкирскому языку

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл urok_po_bashk.yaz_.5kl.docx15.96 КБ
Файл urok_sabantuy_2.docx294.58 КБ
Файл urok_5kl.docx17.84 КБ

Предварительный просмотр:

Класс: 5 класс.

Тема: Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Минең ғаиләм.

Ойоштороу моменты: -Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡыусылар!

Дәрестә кем юҡ.

Фонетик күнекмә:Слайд №1.

Мин бәхетле кеше…( я счастливый человек)

Һин бәхетле ҡыҙ( ты счастливый)

Ә һин бәхетлеме?

Ә һеҙ бәхетлеме?

Хором- Беҙ бәхетле! Афарин!

Белемдәрҙе актуализациялау Слайд №2:әсәй, әсәйҙең, әсәйҙе, әсәйгә, әсәйҙә, әсәйҙән.

Ғаилә, ғаиләнең, ғаиләне, ғаиләгә, ғаиләлә, ғаиләнән.

Нимә һуң ул ғаилә? һеҙҙең класс ғаилә була аламы?

Ғаиләлә кемдәр бар?

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу: Слайд№ 3

Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.Олатайымдың миҙалдары күп. Өләсәйем менән олатайыма 9май көндө күп ҡотлауҙар килә. Сөнки өләсәйем менән олатайымды иғтирам итәләр. Мин олатайымда ҡунаҡ булырға яратам. Олатайымдан мин күп нәмә өйрәнәм.

-Уҡыусылар, һеҙгә текст оҡшаймы.?

-Ни өсөн?.

-Олатайым һүҙен нимә менән алыштырып була?.

- Олатайым һүҙе нисек үҙгәргән?.

- Дөрөҫ, килештәр менән, тимәк текстың мәғәнәһе боҙолмаһын өсөн алмаштарҙы ла килештәр менән үҙгәртергә кәрәк.

Шулай итеп, беҙ бөгөн зат алмаштарының килеш менән үҙгәреүе темаһын үтәсәкбеҙ.

Слайд №4 Ниндәй зат алмаштары бар әле?

Слайд №5 Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

Таблица-c.46. упр. 106.

Слова на стр.47 выучить.

Слайд №5 Һау булығыҙ!Рәхмәт!



Предварительный просмотр:

Һабантуй- башҡорт халҡының милли байрамы. Исем темаһын ҡабатлау. (v класс)

Маҡсат. Башҡорт халҡының милли байрамы –Һабантуй тураһында белемдәрен нығытыу, яҙғы һынамыштар тураһында мәғлүмәт биреү. Тәбиғәткә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү. «Исем” темаһын ҡабатлау.

Йыһазландырыу. Компьютер, мультимедиа, дәреслектәр.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу. Һаумыһығыҙ,уҡыусылар!Бөгөн көн шундай матур! Ҡояш та беҙгә йылмая. Әйҙәгеҙ, күңелдәребеҙ күтәрелһен өсөн бер-беребеҙгә йылмайыу бүләк итәйек.

Артикуляцион күнегеү.(Уҡыусылар менән өйрәнелгән шиғырҙы ҡабатлау)

Һәр миҙгелдең үҙ йәме бар,

Үҙ төҫө бар һәр айҙың.

Зәңгәр сирен йәшел үлән

Бигерәк йәмләй яҙҙы!

                 (Т.Дәүләтбирҙина.)

Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. Уҡыусылар һеҙ белеүегеҙсә беҙ йыл һайын гимназияла урыҫ халҡының милли байрамы- “Масленица”-“Ҡоймаҡ байрамын”үткәрәбеҙ. Был байрамдың үҙенсәлектәре ниҙә?(  Әңгәмә). Ә башҡорт халҡының милли байрамы ниндәй? Уның үҙенсәлектәре ниҙә икән ул? (Экранда Һабантуй байрамының видио яҙмаһын ҡарау). Ни өсөн «Һабантуй”байрамы тип аталған?

2.Маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу.

1) һүҙлек эше: һабан-плуг; туй- праздник,свадьба; көрәш-борьба, яҙғы сәсеү- весенней посев, халыҡ- народ, баҫыу- поле, сыйырсыҡ-скворец, һынамыш-примета, хеҙмәт- труд.

2)яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү.

Һүҙҙәрҙе кем? нимә? һорауына бүләләр

Нимә?

Кем?

һабан

халыҡ

туй

көрәш

баҫыу

хеҙмәт                              

сыйырсыҡ

һынамыш

Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Исем тураһында кем нимә өҫтәй?

3) Экрандағы һөйләм өҫтөндә эш.

Сыйырсыҡтар- яҙҙың килеүен хәбәр итеүсе ҡоштар.

 Сыйырсыҡтар һүҙенә һорау биреү.(Һығымта: башҡорт телендә кешеләргә генә кем? һорауы бирелә)

3.Физминут. (Яҙ тураһында йыр тыңлау)

4)Экрандағы шиғыр юлдарына ай исемен ҡуйып күсереп яҙырға, уртаҡлыҡ исемдәрен табырға.  

Килде беҙгә бер апай.

Үҙе шат, үҙе ябай.

Ә исеме .......  икән,

Сәскәләргә бай икән.

Гел йылмайып һөйләшә,

Бәхет, шатлыҡ өләшә.

Миндә байрам күп, тиеп,

..........апай йөрөй бейеп.

                   (Г.Юнысова. )

4.Дәреслек өҫтөндә эш. (Һабантуй тексты менән танышыу)

а) өлгөлө уҡыу

б)сылбырлап уҡыу

в)статистик парҙар менән эшләү.( Ике уҡыусының эшмәкәрлеге. Һорауҙарға яуаптар эҙләү).

Башҡорт халҡының милли байрамдары бик күп улар менән танышыу өсөн ошо эште башҡарайыҡ: (байрамдарҙың йөкмәткеһен уҡып, исемен табыу)

Был байрамды яҙғы сәсеү эше тамамланып йәй башында ойошторалар. Бында ҡатын –ҡыҙҙар, йәштәр ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы биҙәп үҙҙәре менән алып килгән ашамлыҡ (бутҡа,ҡаймак,творог,икмәк,бауырһаҡ,бал һ.б.)менән һыйланғандар.Байрам аҙағында бутҡаны таш өҫтәренә, түнгәктәргә һалып ҡоштарҙы һыйлағандар. Халыҡ үҙ ғаиләһенә именлек, мул тормош һораған.

Бик күңелле милли байрамдарҙың береһе бар халыҡ йылы көндә,йәй башында йәшел яланда,йылға буйында йыйылып төрлө уйын,йыр, бейеү менән күңел аса, коллектив сәй эсә. Һәр хужабикә үҙенең уңғанлығын, алсаҡлығын күрһәтеп һый-хөрмәт әҙерләй, сәй эсерә. Кем иң ихласы шуға уңышлы йыл килер тигән һүҙҙә булған был байрамда.

Кәкүк сәйе (йома сәйе)

Шулай итеп милли байрамдар халыҡты берләштерә, дуҫлыҡты нығыта, киләсәккә яҡты өмөт, тыныслыҡ тойғоһон, бер-береңә иғтибарлыҡ, ихтирам арттырыу менән мөбәрәк. (Слайдтарҙа милли байрамдарҙың һүрәттәрен күрһәтеү)

5.Нығытыу.

Һабантуй байрамында ойошторолған уйындарҙы, ярыштарҙы һанау.(ат сабышы, милли көрәш, тоҡ менән бүрәнә өҫтөндә һуғышыу, көршәк ватыу) “Тирмә” уйынын уйнау.

Юрта (Тирмэ)

Һабантуй байрамын халыҡ ҡайһы мәлдә байрам итә? Тимәк, яҙғы сәсеү эштәре бөткәс байрам итәләр, шуның өсөн дә «праздник плуга” тип атала был байрам.

6. Йомғаҡлау. Тимәк, “Һабантуй” байрамы борон –борондан килгән милли байрамдарҙың береһе. Халыҡ яҙғы сәсеү эштәре бөткәс бик күңелле байрамға йыйылырға айырыуса яратҡан. Унда йәше-ҡарты, бала-саға төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, ат сабыштарын ҡарап күңелле ял иткән. Һәр хеҙмәтсән халыҡтың теләге- мул, бай уңыш алыу, әммә борондан килгән һынамыштарға ла күҙ- ҡолаҡ һалырға онотмаған халыҡ.

7.Өйгә эш. Яҙ миҙгелен белдереүсе, яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу мәлен иҫкәртеүсе халыҡ һынамыштарын яҙып килергә.

8. Рефлексия. Һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшанымы? Ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ? (Уҡытыусы уҡыусыларға баһа ҡуя).



Предварительный просмотр:

Тема: Йыл миҙгелдәре

Маҡсат:1.Уҡыусыларҙы йыл миҙгелдәре тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Һорау алмаштары тураһында төшөнсө биреү.

2.Уҡыусыларҙың телмәрен, матур яҙыу, дөрөҫ итеп һөйләм төҙөү

күнекмәләрен үҫтереү.

3.Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: интерактив таҡта ,дәреслек, ялғауҙар , индивидуаль

карточкалар , сигнал карточкалары

Дәрес планы:

  1. Ойоштороу моменты.
  2. Дежур уҡыусы менән әңгәмә;

III. Артикуляцион күнегеү : ижектәр һәм һүҙҙәр уҡыу

IV. Дәрестең темаһы , маҡсаты менән таныштырыу (йомаҡ сисеү)

V. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу

VI. Тема өҫтөндә эш:

  1. һүҙбәйләнештәр менән эш (148-се күнегеү)
  2. һөйләмдәр төҙөп таҡтала яҙыу, телдән рус теленә тәржемә итеү

VII Өй эшен тикшереү

VIII. Ял минуты.

IX. Үтелгән теманы нығытыу

1) һүрәт төшөрөү (диктант)

2) һүрәттәрҙән күргәҙмә яһау

X.Дәреслек менән эш:

1) шиғырҙарҙы тасуири уҡыу һәм миҙгелен билдәләү (151-се күнегеү)

- һүҙлек эше;

- шиғырҙарҙы үҙ аллы уҡыу

- миҙгелен билдәләү

- оҡшаған бер шиғырҙы дәфтәргә яҙыу

XI.1)Ребус сисеү (индивидуаль карточкалар менән эш)

2) тикшереү

XII. Йомғаҡлау. Баһалау.

XIII.Өй эше. 64-се бит 150-се күнегеү