Мастер- класс по теме "ФДББС ын тормошҡа ашырыу шарттарында дәрестә «Уңыш» ситуацияһы тыуҙырыу "
Мастер- класс по теме "ФДББС ын тормошҡа ашырыу шарттарында дәрестә «Уңыш» ситуацияһы тыуҙырыу "
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
master-klass.docx | 31.28 КБ |
Предварительный просмотр:
ФДББС ын тормошҡа ашырыу шарттарында дәрестә «Уңыш» ситуацияһы тыуҙырыу
Хөрмәтле уҡытыусылар. Мин һеҙҙе оҫталыҡ дәресендә күреүемә бик тә шатмын.
Әйҙәгеҙ,бер – беребеҙҙе сәләмләп, ыңғай атмосфера булдырып эш башлайыҡ.
- Бер – берегеҙгә әйләнеп ултырығыҙ. Күҙҙәрегеҙгә тура ҡарашып йылмайығыҙ. Устарығыҙҙы бер – берегеҙгә ҡаратып ҡуйығыҙ. Хәҙер бер – берегеҙҙең бармаҡтарығыҙҙы берәм – берәм тоташтырып түбәндәге һүҙҙәрҙе ҡабатлағыҙ:
“теләйем һиңә”- ҙур бармаҡтар
“ҙур уңыштар”(һуҡ бармаҡтар)
“бәхет - шатлыҡтар”(урта бармаҡтар)
“именлек - һаулыҡ”(сығанаҡ бармаҡтар)
“саф мөхәббәт”(сәтәкәй бармаҡтар)
“сәләм һиңә” (устарҙы тоташтырыу)
Һеҙ коллегаларығыҙҙың устары йылыһын тояһығыҙмы? Бер – берегеҙгә күңел йылыһы, йән тыныслығы бүләк итегеҙ. Был һеҙгә бер – берегеҙ менән аңлашып хеҙмәттәшлек итергә ярҙам булыр тип ыщанам. Ә хәҙер мин һеҙгә үҙемдең устарымдың йылыһын бүләк итәм. Алдағы эшебеҙ мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле булыр тип ышаныс белдерәм.
Оҫталыҡ дәресемде башлап китер алдынан мин һеҙгә бер видео яҙманан өҙөк күрһәтеп китәһем килә.
-Бөгөн мин нимә тураһында һөйләргә теләйем, хөрмәтле коллегалар?(дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек). Рәхмәт, бөгөн беҙ берҙәмлек тураһында һөйләшербеҙ.Сөнки балалар араһындағы берҙәмлек, татыулыҡ уңышҡа ирешеүгә килтерә.
Беҙ күп милләтле республикала йәшәйбеҙ һәм төрлө милләт балаларын мәктәптәребеҙҙә уҡытабыҙ. Шул балаларҙың бәләкәс кенә ҡулдары, уларҙың мәктәпкә булған уй-хыялдары беҙҙең ҡулларыбыҙҙа.
Мин һеҙгә бәләкәс ус төптәре тараттым, коллегалар.Әйҙәгеҙ әле, шул ҡулдарҙы тотоп ҡарайыҡ. Һеҙ нимәләр хис итәһегеҙ, ниндәй хистәр кисерәһегеҙ, коллегалар?(яуаплылыҡ, борсолоу, йылылыҡ ,тулҡынланыу).
-Әйе, беҙ был бәләкәс ҡулдар өсөн яуаплы. Уларҙы үҙ балаларыбыҙ кеүек күреп, уларҙың мәктәптәге тормоштары өсөн борсолабыҙ.Ә бына шул ҡулдарҙы беҙ нимәләр эшләтә алабыҙ?(һыйһай, тота алабыҙ, йылытабыҙ,үҙебеҙ менән йәнәшә алып бара алабыҙ, юл күрһәтә алабыҙ).
Бына шул кескенә ҡулдарҙы йомарлап, уның белем алыуға өмөтөн һүндерергә, хыялдарын емерергә беҙҙең хаҡыбыҙ бармы? Юҡ, әлбиттә, юҡ. Беҙ уны будырмаҫҡа тейеш. Беҙҙең ҡулда бала ҡулы, беҙҙең ҡулда бала күңеле, шуға күрә беҙҙең эшебеҙ--балаларҙы һаҡлап, яҡлап, уларҙың ниндәй милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, шәхес итеп күрә белеү. Баланы ваҡытында үҙ –үҙенә,үҙ көсөнә ышандыра алыу. Сөнки уңыш, ул ҡош кеүек, ҡанаты менән ҡағылып китеп ҡанатландыра ла, ауырлыҡтарҙы еңәргә көс тә бирә ала, ә ҡай саҡ киреһенсә, ситтән генә осоп үтеп китә ала. Шуның өсөн, һәр дәресебеҙҙе заманса технологиялар ҡулланып, дәрестәребеҙҙә уңыш ситуацияһы тыуҙырырға тейешбеҙ.(тема сыға) Шул осраҡта ғына беҙ үҙ эшебеҙҙең татлы емештәрен күрербеҙ.
Уңыш ситуацияһы - заманса дәрестең нигеҙе булып тора. Ә уҡытыусының ижади яҡын килеп эшләүе юғарыға, көтөлгән нәтижәләргә алып килә.
-Хөрмәтле коллегаларым, һеҙҙең өсөн көтөлгән нәтижә -ниндәй шәхес ул?(ижади фекерләүсе, толерант, тәрбиәле, белемле,бөгөнгө көнгә ярашҡан ).
Тимәк, көтөлгән нәтижәбеҙ-күп яҡтан үҫешкән шәхес. Бындай шәхес формалаштырыр өсөн беҙ ҡатлаулы, сикәлтәле юл үтәбеҙ. Балалар менән йәнәшә барып, уларға йүнәлеш күрһәтәбеҙ.
Рус телле балалар менән эшләүсе уҡытыусының төп маҡсаты – уҡыусыны башҡорт телендә һөйләмне аңларға, башҡортса аралашырға өйрәтеү. Шул максатҡа ирешеү өсөн, уҡытыусы уҡыусыда телгә ҡарата ҙур ҡыҙыкһыныу, телде өйрәнеү теләген уятырға тейеш. Үҙе өсөн сит тел булған башҡорт телен өйрәнеү уҡыусы өсөн ауыр йөк булып тойылырға мөмкин. Бына шул йөкте тартыуҙы бала өсөн ниндәйҙер бер мауыктырғыс процесска әүерелдерергә кәрәк. Бүген дәрес ҡыҙыҡлы формала, мауыктырғыс итеп үтһә, уҡыусы икенсе дәрескә теләп киләсәк, башҡорт теле дәрестәрен көтөп аласаҡ, уҡытыусының һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлаясаҡ, яңы төшөнсәләрҙе хәтерендә ҡалдырырға тырышасаҡ.
Педагогика фәндәре докторы Август Соломон улы Белкин фекеренсә, укыусы өсөн иң ҙур шатлыҡ – уңышҡа ирешеүен аңлау. Уңышка ирешеү бәхет хисе тыуҙыра, ҡанатландыра, рухландыра. Дәрестә укытыусы уңышҡа ирешеү ситуациясе булдырып, укыусының илһамландырыусыһына әүерелергә тиеш. Тимәк, уҡыусы – укытыусы берҙәмлеге,хеҙмәттәшлеге шәхес тәрбиәләүҙә мөһим роль башҡара.
Үҙ ара хезмәттәшлек педагогикаһы технологияһының төп маҡсаттары: баланың шәхесенә хөрмәт менән ҡарау, уҡытыу һәм тәрбиәнең берҙәмлеге.
Укытыусы менән уҡыусы араһында бәйләнеш урнашҡас, укытыусы уға үҙен уңышлы итеп тойор өсөн ерлек булдырырга тейеш. Бу конкуренция шарттарында йәшәргә сәләтле ижади шәхестәр итеп тәрбиәләүҙең нигеҙе булып тора. Укыусыға хатаһын төҙәтергә, үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырырға мөмкинлек биреү кәрәк.
Уңыш ситуацияһының нәтижәһе түбәндәгеләр?
- укыусыла телде өйрәнеүгә ҡызыкһыныу уята;
- танып белеү активлыгын үҫтерә;
- укыуҙан ҡәнәғәтләнеү хисе тыуҙыра;
- юғары нәтижәләр күрһәтергә мөмкинселек бирә;
- шәхес булараҡ формалашыуға нигеҙ булып тора;
- позитив эмоциялар уята.
Уңыш ситуацияһы булдырыу алымдары ниндәйҙәр һуң?
Ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итеү
Мәҫәлән, яҙма эш алдынан: “Биремдәр бик еңел, үтелгән темалар буйынса” йәки “Һәр кем дә үҙ хатаһы өҫтөндә өйрәнә, хаталанырға ҡурҡмағыҙ” тип укыусыларҙы психологик яҡтан әҙерләү бик мөһим.
Ә уҡыусыларҙың белемдәрен тикшергәндә беҙ уны йыш ҡына таҡта янына саҡырабыҙ. Балалар төрлө-кемдер ҙур теләк менән сыға, кемдәлер таҡта янына сығыу ҡурҡыу хистәре уята. Бына шул ҡурҡыуҙы еңергә уҡытыусының интонацияһы ҙур роль уйнай. Хөрмәтле коллегалар, әйҙәгеҙ, « Таҡта янына сыҡ» фразаһын төрлө интонацияла әйтеп ҡарайыҡ.---------
- Рәхмәт,коллегалар.Һеҙ үҙ эшегеҙҙең оҫталары икән! Уҡыусының хәлен аңлап, уға уңышҡа ирешерә ярҙам итә алаһығыҙ.
Уңыш ситуацияһының киләһе алымы-
Нәтижәнең уңай буласағына ышандырыу
Укыусы үҙ көсөнә ышанырға тейеш.
Йәшерен йүнәлеш биреү
Мәҫәлән: “Биремде эшләгәндә, шуны онотмағыҙ...” йәки: “Бу биремде шунан башлау уңышлы булыр...” тип әйтеү яҡшы.
Ышанысты белдереү
Мәҫәлән, “Һинең ярҙамыңдан башҡа иптәшең булдыра алмаҫ” .
Педагогик ышандырыу
Ниндәй ҙә булһа эште башкарыуға теләк-омтолош уята: “Әгәр ҙә был эште башкарһак, нимә булыр икән? Тизерәк беләһе килә”, “Тизерәк эште башлаһы килә”
Детальде юғары бәйәләү
уңыштың нәтижәһен түгел, ә уның бер детален эмоция менән кисерергә ярҙам итә. “Һинең эшеңдә миңә бигерәк тә шул яҡ оҡшаны...”, “Һин был өлөштө айырыуса ла яҡшы аңлата алдың” һ.б.
Уңай психологик хәләт тыуҙырыу дәрестең һәр этабында башҡарылырға тейеш. Мәҫәлән, уңай хәләт тыуҙырырға ярҙам итә торған шиғыр һөйләү, табышмаҡтар әйтеү, бер-береңә комплиментлар әйтешеү, теләктәр, яҡшы кәйеф теләү, укыусыларға исемдәре менән эндәшеү, маҡтау һүҙҙәре әйтеү.
-Әйҙәгеҙ, коллегалар, беҙ был ситуацияны практикала эшләп ҡарайыҡ. Был уйын сылбырлап үткәрелә. Йәнәшә ултырған коллегабыҙҙың исеме менән эндәшеп, уға яғымлы һүҙҙәр әфтеп, киләһе Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, матур теләктәр теләргә.
-Таңсулпан, һеҙ минең яҡын коллегам да, ышаныслы дуҫтым да. Мин һеҙгә һәр ваҡыт таяна алам. Яңы йылда һеҙҙең бар теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын.Сәләмәтлек, уңышлар теләйем.
-Ҙур рәхмәт, коллегалар. Ә хәҙер әйтегеҙ әле, һеҙгә матур теләктәр әйтеү оҡшанымы, әллә уларҙы ҡабул итеүме ? Әйе, оло кешеләрҙә лә, балаларҙа ла яғымлы һүҙҙәр ишетеү уңай, позитив хистәр тыуҙыра, кәйефте күтәрә. . Психологик рәхәтлек булғанда, уҡыусы дәрестә арымай, үҙен иркен тота, ул ҡыҙыкһынып, бирелеп эшләй.
- Татыу коллективта уҡыусылар бер-береһенең кире яҡтарын ғына түгел, ә күберәк яҡшы яҡтарын күрәләр. Әйҙәгеҙ, дуҫтарыбыҙҙың уңай яҡтарын күрергә өйрәнеп ҡарайыҡ. Бында беҙгә «Тылсымлы ултырғыс» ярҙамға килер. Әйҙәгеҙ, коллегалар, кемдең бындай ултырғысҡа утырып ҡарайһы килә? Ә һеҙ коллегабыҙҙа булған уңай яҡтарын һанап китергә тейешбеҙ.
-Рәхмәт. Ә хәҙер әйтегеҙ әле, бындай яҡшы һүҙҙәр ишеткәннән һуң һеҙҙә ниндәй хистәр уянды?
-Бындай күнегеүҙәр уҡыусыларҙа ла үҙ-үҙенә ышаныс, ҡыйыулыҡ тыуҙыра, яҡшы кәйеф булдырыуға ярҙам итә. Шулай уҡ был уҡыусының шатлығы бөтә коллективка ла күсә, сөнки коллектив уҡыусыға психологик рәхәтлек миҙгеле бүләк итте.
Бына шундай эштәр менән мин уҡусыларымды уңыш атмосфераһына сумдырам. Яңы педагогик технологиялар ҡулланып, заманса дәресте проектлаштырып, беҙ уҡыусыларыбыҙҙы башҡорт теле менән ҡыҙыҡһындыра аларбыҙ, балаларҙың дәрестәргә теләп йөрөүҙәренә ирешербеҙ.
Ҡытай әйтемендә дә шул ук фекерҙәр күҙ уңында тотола;
“Әйт миңә – мин онытырмын,
Күрһәт миңә – мин отормон,
Ҡыҙыҡһындыр мине – мин өйрәнермен.”
Ҡыҙҡһынған бала, эштең нәтижәһен күргән бала, минең фәнемә тартылыр, ул минең дәресемә теләп йөрөр.
Шуның өсөн бөгөнгө уҡытыусыға алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеп, яңы технологиялар ҡулланып, уны көндәлек эштә файҙаланып, профессиональ яҡтан үҫешеп, ата – әсәләр менән яҡында булып ҡына яҡшы һөҙөмтәләргә, матур күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин. Ә тырышып эшләү, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.Тик арымай-талмай, ҡанатланып, илһамланып, ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк.
-Хөрмәтле коллегалар, мастер-классымдың башында мин һеҙгә ус төптәре таратҡан инем, хәҙер шуларға үҙ исемдәрегеҙҙе яҙып, беҙҙең “Дуҫлыҡ ағасы”на беркетергә кәрәк. Бына беҙҙең берләшмәнең “дуҫлыҡ ағасы” килеп сыҡты.
Мастер-класымды тамамлап, шуны әйтәһем килә. Беҙ ҡайҙа, кемдәр менән генә йәшәсәк тә, төрлө милләт балаларын уҡытһаҡ та, дуҫ, татыу, берҙәм булайыҡ.Бер-беребеҙ менән хеҙмәттәшлекте нығытайыҡ. Шул осраҡта ғына донъяларыбыҙ имин, көндәребеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булыр.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.