Главные вкладки
Мотиғуллина Зимфера Әхнәф ҡыҙы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты
Профессия: учитель
Профессиональные интересы: башкирский детский фольклор
Увлечения: стихи
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: город Нефтекамск
Место работы: МОАУ СОШ №4
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/mutigullina-zimfera-ahnafovna“Киләсәккә маҡсаттарың бер йылға икән-арыш сәс, тиҫтә йылдарға икән-ағас ултырт, ә быуаттарға икән-балалар тәрбиәлә.”
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар,
уҡыусылар һәм башҡорт телен өйрәнеүселәр !
Һеҙҙе сайтымда күреүгә бик шатмын. Мин бында хөрмәтле коллегаларым менән эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға, ә уҡыусыларға телебеҙҙе өйрәнеүҙә кәңәштәр, материалдар менән ярҙам итергә теләйем. Башҡа фәндәрҙе өйрәнгәндә күп кенә материалдарҙы, Интернет селтәрҙәренән табып, рәхәтләнеп ҡулланырға мөмкин, ә бына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса был йәһәттән ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Шуға күрә был сайтҡа индерелгән эштәрем аша кемгәлер ярҙамым тейһә, мин бик шат булыр инем.
Рәхим итегеҙ!
О себе
Минең исемем, фамилиям:
Мотиғуллина Зимфера Әхнәф ҡыҙы
Йәшәгән урыным: Нефтекама ҡалаһы
Белемем: юғары, БДПИ, филология факультеты, 1994 йыл
Эш урыным: Нефтекама ҡалаһының 4-се һанлы урта мәктәбе
Башҡарған вазифам: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Педагогик эш стажым: 23 йыл
Квалификациям: юғары категория
Эшемдең йүнәлеше: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә башҡорт фольклоры өлгөләрен ҡулланыу"
Ҡыҙыҡһыныуҙарым : шиғырҙар
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
“Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә”, – тип яҙып ҡалдырған оло ғалим, яҙыусы һәм мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдинов.
Миңә М.Бураҡаеваның "Арғымаҡ " әҙәби-публицистик әҫәре, М.Кәрим , Һ. Дәүләтшина, З.Биишева ижады, М.Өмөтбаев мәҫәлдәре һәм М.Аҡмулланың нәсихәттәре оҡшай.
Мой взгляд на мир
Мин Рәми Ғариповтың шиғыры аша донъяға үҙемдең фәлсәфәү ҡарашымды белдерәм.
Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә
Янып эшләһен дә,
Ял иткәндә
Көлһөн,
Йырлаһын!
Һыҡранмаһын
Тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул,
Яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын.
Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын!
Үҙ ҡайғыһын
Кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен.
Шундай бай, бәхетле күрәм
Киләсәктең
Матур кешеһен!
Мои достижения
Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылыу өсөн заман менән бергә атларға, алдынғы ҡарашлы булырға, ижади эҙләнергә, һөнәри һәләтен, белемен үҫтерергә ынтылырға тейеш. “Аң-белем үҫешен һәм белемде бер кешегә лә биреп ҡуйып булмай. Өйрәнергә теләгәндәр быға үҙенең эшмәкәрләге, үҙенең көсө менән ирешергә тейеш”, – тигән А. Дистервег. Бөгөн уҡытыусы үҙенә ҡарата талапсан булмаһа, уҡыусыларын заманға ярашлы итеп уҡыта һәм тәрбиәләй алмаясаҡ.
Моё портфолио
Моё электронное портфолио предназначено для опубликования результатов всех основных видов моей педагогической профессиональной деятельности. Это разработки моих уроков, внеклассных мероприятий, доклады и статьи, исследовательские и творческие работы обучающихся, фотографии.
Можно найти информацию обо мне (образование, курсы повышения квалификации, мои достижения и достижения моих обучающихся ).
Также можно найти информацию по методике преподавания башкирского языка и литературы языка, полезные советы для обучающихся и их родителей
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты