Моя инициатива

Мотиғуллина Зимфера Әхнәф ҡыҙы
Хәйерле көн һеҙгә, хезмәттәштәр,
Имин булһын һәр бер көнөгөҙ!
Сәләмәтлек һеҙгә юлдаш булһын,
Шатлык сәсһен нурлы йөҙөгөҙ!
 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл initsiativa.docx26.03 КБ

Предварительный просмотр:

Хәйерле көн һеҙгә, хезмәттәштәр,

Имин булһын һәр бер көнөгөҙ!

Сәләмәтлек һеҙгә юлдаш булһын,

Шатлык сәсһен нурлы йөҙөгөҙ!

Хәйерле көн, хөрмәтле жюри, хөрмәтле коллегаларым! Бөгөнгө конкурс бәйге генә булып ҡалмаһын, күңелләребеҙҙә байрам – иҫтәлек булып та һакланһын ине. Был бәйгегә мин һеҙҙең менән уҡытыусылыҡ тәжрибәмде уртаҡлашырға килдем. Был турала киләһе видео яҙмам.

Бала күңеленә нисек юл hалырға? Нисек туған телгә һөйөү тәрбиәләргә? Ошо һорау бөгөн һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын борсой һәм ошо юлда тел уҡытыусыһы әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре, алымдар уйлап сығара ала. Яңылыҡтар, асыштар яһағанда, әлегә тиклем билдәле булғандарының асылын белеү, берләштереү, таныш булғандарының яңы мөмкинселектәрен күҙҙаллау кәрәк. Ошо маҡсат менән башҡорт теленә һөйөүҙе милли баҫмалар аша һалырға кәрәк тигән инициативамды, идеяларымды тәҡдим итәм.  

Милли телдәге ваҡытлы матбуғатһыҙ ҡалған халыҡ туған телен юғалтыу юлында. Ә беҙ бөтәбеҙ ҙә “теле юҡтың - иле юҡ“ тигән хаҡ һүҙҙәрҙе ҡабатларға яратабыҙ. Шулай булғас, башҡорт теле уҡытыусылары, күптәргә үрнәк булырлыҡ бай тарихлы, мәҙәниәтле, ҡыйынлыҡтарға баш эймәгән ғорур халыҡ вәкилдәре, тарихтың әлеге этабында үҙебеҙҙең милли гәзит, журналдарыбыҙ өлгөһөндә киләсәк кеше тәрбиәләргә булышлыҡ итергә тейешбеҙ. 

Башҡортостанда бик күп гәзит һәм журналдар  баҫтырыла. Һуңғы йылдарҙа баҫмалар төҫлө булып сыға. Йәйғорҙай балҡып, күҙҙең яуын алып торған гәзит-журналдарҙы ҡулға алыуы үҙе бер ҡыуаныс.

Хөрмәтле коллегалар, балаларыбыҙҙы әҙәбиәткә, ижадҡа ылыҡтырырға кәрәк. Китап, гәзит-журнал уҡыған кешелә насар уй булмай. Уларҙың ҡарашы киң, теле бай, төрлө ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булалар.

  Беҙ һуңғы йылдарҙа йыш ҡына балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ китаптан, бигерәк тә нәфис әҙәбиәттән, ситләште, уҡымай, компьютер артынан сыҡмай, тип зарланабыҙ. Был ысынбарлыҡ. Интернет селтәренең, ундағы мәғлүмәттең иге-сиге юҡ. Тик уның менән һирәгерәк, сама белеп, дөрөҫ файҙаланырға тейешбеҙ. Интернет ауына, бигерәк тә балалар, тиҙ генә эләгеп виртуаль донъяға күсеү ҙә оҙаҡ түгел. Ул кешене бөтөнләй йота.

    Был йәһәттән кескәйҙәр өсөн нәшер ителгән ваҡытлы матбуғатты нисек файҙаланабыҙ, балалар ниндәй баҫмаларҙы уҡый?

Был мәғлүмәттәр ҡала буйынса  2019 йылга алынды. Яҙылыусылар һаны;

 

ғинуар

февраль

март

апрель

май

июнь

«Йәншишмә» гәзите

21

11

9

6

2

5

 «Аҡбуҙат» журналы

37

28

24

18

16

16

«Аманат» журналы

36

24

18

11

11

10

«Йәшлек» гәзите

27

19

8

10

7

7

Үрҙә килтергән һандар балаларҙа даими уҡыу теләге тәрбиәләүгә тейешле йоғонто яһай алмай, әлбиттә. Ә бит кескәйҙәргә тәғәйенләнгән гәзит, журналдарҙың йөкмәткеһе уларҙың йәшен иҫәпкә алып нәшер ителә һәм ҙур әхлаҡи, тәрбиәүи көскә эйә. Ваҡытлы баҫма уҡып үҫкән бала китапҡа ҡул һелтәмәй, уның ысынбарлыҡты төҫмөрләүе, донъяға ҡарашы юғарыраҡ кимәлдә.

Милли баҫмаларға мөрәжәғәт итеү уйы, әле башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылған рус телле мәктәптәрҙә уҡыу әсбаптарының етерлек кимәлдә һәм күләмдә булмауынан килгәйне. Ғаиләмдә бик күп гәзит-журналдар алдырам, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын төпләп йыйып барам. Бер саҡ баҫмаларҙы күҙҙән үткәреп ултырғанда: “Бына бит иртәнге дәрестәрем өсөн аҫыл материалдар, иртәгә балаларға алып  барып уҡыйым әле” – тигән фекер матур һөҙөмтәләр бирҙе. Балалаларға дәреслектән тыш гәзит-журналдар менән эшләү оҡшаны, киләһе дәрестәргә үҙҙәре алып килә башланы, тәнәфестәрҙә төрткөләшеү урынына өймәкләшеп баҫмалар ҡарап уҡый башланылар. Шунда шәп идея килгәйне – ә ниңә балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын файҙаланмаҫҡа? Шулай итеп, мин көндә балаларға биш-алты минутлыҡ гәзит-журнал  менән эш ойоштора башланым. Ул эшкә балалар мөкиббән киттеләр, хатта гәзит биттәре күп эшләүҙән туҙып, йыртылып бөтә. “Элек атай-олатайҙарыбыҙ гәзитте хәс тә һеҙҙең һымаҡ, ҡулдан ҡулға йөрөтөп, туҙып бөткәнсе уҡығандар”, - тиһәң, күңелдәре үҫеп китә.

Тағы ла, хөрмәтле уҡытыусылар, шул маҡсаттан, уҡыусыларҙың гәзит-журналдарҙы уҡыуға ҡыҙыҡһындырыу хистәре уятыу өсөн, «Яңылыҡтар донъяһында»тигән телдән журнал үтәреүҙе тәҡдим итәм. Бындай сараның маҡсаты- балаларҙа милли баҫмаларҙы уҡыу, уларға яҙылыу теләге туҙырыу. Сараны китапханә менән берлектә үткәрергә мөмкин. Мәҫәлән, журналдың беренсе бите- “Аҡбуҙат” журналына бағышлана.У3ыусылар журнал тураһында һөйләй, уның тиражы, мөхәррире кем, унда баҫтырылған бер мәҡәлә, йәғни яҙыусының тормошо, ҡыҙыҡлы мөғлүмәттәр, ҙәм башҡа нимәләр тураһында һөләргә мөмкин.

Икенсе бите- Аманат журналы тыраһында.-------

Ҡала гәзите тураһында ла һөйләргә мөмкин.

Ысынлап та, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә милли матбуғат баҫмаларын ҡулланыу ҙур һөҙөмтә бирә. Гәзит һєм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләрҙе, хикәйә-повестарҙы, яҙыусыларҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең тормошо һәм ижады хаҡындағы һүрәтләмәләрҙе, очерк, ижади портреттарҙы ҡулланыу өҫтәмә белем биреү өсөн генә түгел, ә балаларҙы башҡорт рухлы итеп тәрбиәләүгә лә ярҙам итә. Уҡыусыларыбыҙ республикабыҙ, уның аҫыл ир-егеттәре һєм шәхестәре менєн ғорурланып үҫһен, башҡорт теленән ятһынмаһын, үҙ телендә һөйләшһен .

Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, әйҙәгеҙ, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бирешмәйек, матбуғат менән арабыҙҙы өҙмәйек. Уҡыусыларыбыҙҙа республика, ҡала  матбуғатына һөйөү тәрбиәләйек.