Инша
Вложение | Размер |
---|---|
insha_bash.docx | 18.44 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы
муниципаль район хакимиәте Туҙлыҡыуыш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениниеһы
“ Гүзәл ерем –Башкортостан”
Инша яҙҙы : Сәлихова Ынйы Рәмзил ҡыҙы
Тикшерҙе: Хәмиҙуллина Оля Мәғдән ҡыҙы
Гүзәл ерем –Башкортостан.
Ошо гүзәл ерем үҙенең һоҡландырғыс тәбиғәте менән элек-электән үк күптәрҙең иғтибарын тартҡан.Уның тәбиғәтен күрергә килгән кешеләрҙең күңелдәренә хуш килгән ер. Икһеҙ- сикһеҙ яландары, болондары, мул һыулы йылғалары, йәм- йәшел ҡалын урмандары.
Тыуған илемдә ҡунаҡсыл, изге күңелле, шат, талантлы, "бал ҡорттарындай" уңған кешеләр йәшәй. Һәр илде тәбиғәте, байлығы ғына түгел, ә халҡы биҙәй. Беҙҙең республикала инде бик күп йылдар төрлө милләт халҡы бер ғаилә булып, иңде - иңгә терәп, татыу ғүмер итәләр. Ниндәй генә милләт халҡы йәшәмәй беҙҙә: башҡорттар, татарҙар, рустар, мариҙар, мордвалар, украиндар, удмурттар, белорустар, сыуаштар, ҡаҙаҡтар, хатта, немецтар ҙа беҙҙең республиканы төйәк иткән. Улар бер болонда үҫкән төрлө төҫтәге сәскәләр кеүек илебеҙҙе матурлап, дуҫлыҡта ғүмер итәләр...
Республикабыҙҙың иң матур ерендә урынлашҡан минең тыуған ерем-Туҙлыҡыуыш ауылы.Тыуған ер!Сабый саҡтан уҡ уның матурлығы минең күңелемә һеңгән.Йомартлығы йөрәгемә күскән.Аунап-тәгәрәп уйнаһам,һин м иңә йәйен хәтфә менән еҫле сәскәләргә төрөнгән болон булдың.Минең йөрәк тамырҙарым да һинең тупрағыңа тоташҡан.Алтын көмөштәргә ҡарағанда ла һин миңә ҡәҙерле һәм яҡын…
Хәҙерге замандың шау-шыуынан ҡасып урмандарҙа йөрөүең генә ни тора. Барлыҡ йән,тән яҙылып ҡалғандай,мәшәҡәттәр бөткәндәй.Әйтерһең,шаян ел уларҙы осороп алып киткән.
Йылғала балыҡ ҡармаҡлау,һыу инеү,ҡояшта ҡыҙыныу-ниндәй рәхәт!
үҫә,матурлана,нығый.Йылдан –йыл яңы йорт төҙөүсе йәш ғаиләләр һаны арта,юлдар төҙөкләндерелә,ағастар ултыртыла.Ауылда урта мәктәп,мәҙәниәт клубы,балалар баҡсаһы,магазин,китапхана бар.Күптән инде йорттарҙа газ менән йылытыла.
Минең тыуған ауылым күркәм тәбиғәтле,талантлы кешеләргә бай. Беҙҙә йырламаған,бейей белмәгән кеше һирәктер,шуға күрә лә районда йыр-бейеү конкурстарында алдынғы урындарҙы яулай беҙҙең мәҙәниәт йорто.
Бына шуға ла мин,һағынып ҡайтам тыуған ауылымды.
Илебеҙгә ниндәй генә һынауҙар төшһә лә республикам халҡы ситтә ҡалмай. Беренсе Донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышында туғандаш халыҡтар берҙәмлеге дошмандарҙы еңеп сығырғы ярҙам итә. Һуғыш мәлендә генә түгел, ә башҡа төрлө фажиғәләр, бәләләр килгәндә лә төрлө милләт кешеләре бергә күтәрелеп сыға. Юҡҡа ғына "Күмәкләгән яу ҡайтарған", "Берҙәмлектә көс"- тип әйтмәгәндәр.
Республикабыҙҙа халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу өсөн бик күп төрлө саралар үткәрелә. Башҡорт яҙыусылары менән бер рәттән рус, татар, мари яҙыусыларының ижады өйрәнелә, осрашыуҙар, кисәләр үткәрелә. Телевидениенан төрлө халыҡтарҙың милли байрамдары, кейемдәре тураһында тапшырыуҙар ҡарап торабыҙ.
Республикала 130– ҙан ашыу милләт халҡы йәшәй. Улар үҙ-ара күрше булып, бик татыу йәшәй, бер коллективта эшләй, бер мәктәптә һәм башҡа уҡыу йорттарында уҡый, ғаиләләре менән аралаша. Шулай уҡ ҡатнаш ғаиләләр һаны лы йылдан-йыл арта бара.
Минең туғандарым, дуҫтарым, таныштарым араһында ла төрлө милләт вәкилдәре бар. Байрамдарҙа бер табын артында йыйылып, йырҙар йырлап, һөйләшеп ултырыуҙары үҙе бер шатлыҡ. Табында башҡорт балы, бишбармағы, татар бәрәмәсе, рус билмәне, үзбәк былауы һәм башҡа ризыҡтар биҙәй. Апайҙарым, еҙнәйҙәрем, олатайым, өләсәйем һәм башҡа туғандарым бер- береһенең милләтен, нәҫелен хөрмәт итәләр. Беҙҙе лә, йәштәрҙе дуҫ, татыу булырға өндәйҙәр. Өләсәйем кешене милләтенә, теленә, әсәһенә ҡағылышлы һүҙҙәр менән битәрләмәгеҙ, тип иҫкәртеп тора. Ысынлап та, һәр милләттең теле, йолаһы үҙенсә матур, яҡшы. Уны бер ваҡыттта ла оноторға ярамай.
Республикабыҙҙа төрлө милләт халыҡтары элек- электән дуҫ, туған, ҡәрҙәш булып йәшәй һәм киләсәктә лә милләт- ара ыҙғыштар булмаҫ тип, ышанам.
"Морская болезнь" у космонавтов
Л. Нечаев. Про желтые груши и красные уши
Ледяная внучка
Сказка "12 месяцев". История и современность
Барсучья кладовая. Александр Барков