Мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү

Хәсәнова Гүзәл Фәйез ҡыҙы

Бөгөнгө көндә мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар менән эшләү ҙур яуаплылыҡ һәм ныҡлы әҙерлек талап итә. Башҡа уҡыусыларҙан айырмалы, эш төрҙәре төплө уйланылған, ҡыҙыҡһындырырлыҡ дәрес алымдары - уҡытыусының үҙ предметына булған талаптарын тағы ла нығыраҡ көсәйтә.

 

Мәктәптә урта кластарҙа (5-9 кл.) аҡыл  үҫеше йәһәтенән артта ҡалған балалар өсөн башланғыс кластар алдына ҡуйылған бурыстар тормошҡа ашырыла,

тик улар бер аҙ юғарыраҡ кимәлгә ҡуйыла.Тик бында уҡыусыларҙың курс йөкмәткеһен ниндәй кимәлдә үҙләштереүенән сығып, өҫтәлмә бурыстар алырға ла мөмкин.

Уҡыусылар нимә белергә тейеш?

- башҡортса текстарҙы етеҙ, аңлы,тасуири уҡыу күнекмәләренә эйә булырға;

- грамоталы яҙыу күнекмәләре алырға;

- телдән һәм яҙма формаларҙа фекерҙәрен элементар кимәлдә еткерергә;

-үҫеше һәм формалаштырылған әхлаҡи сифаттары менән тормошҡа яраҡлаша белергә.

Бындай уҡыусыларҙың телмәрҙәрен һәм фекерләү ҡеүәһен коррекциялау уҡыу процесының төп өлөшөн тәшкил итә һәм белем, күнекмәләр биреү,

шәхесте тәрбиәләү менән бергә хәл ителә.

Уҡыу.

5-9 кластарҙа дәрестәрҙә уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын үҫтереү өҫтөндә эш дауам ителә: уҡыған материалдың йөкмәткеһен аңлау менән бергә дөрөҫ, етеҙ, тасуири уҡырға өйрәнеү ҙә ҡарала.Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәр төрлө жанрҙарҙа булыу сәбәпле, балаларҙа уҡыу һәм йөкмәткеһен аңлау йәһәтенән

ҙур ауырлыҡтар тыуҙырырға мөмкин.Был категорияға ҡараған балалар яҙыусыларҙың биографик белешмәләрен, хатта ҡыҫҡаса ижад юлын да ауырлыҡ менән ҡабул итәләр. Уҡыған әҫәр өҙөктәренән геройҙарын билдәләй алмаған осраҡтар була. Тарихи әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы әйтә алмайҙар, текстағы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе аңламайҙар. Шуға күрә уҡыу дәрестәрендә уҡыу техникаһын үҫтереүҙән тыш төп бурыс итеп билдәле кимәлдә текстарҙың, әҫәр өҙөктәренең йөкмәткеһен үҙләштереү ҡуйыла. Шул нигеҙҙә уҡыусыларҙың телмәре һәм фекерләүе үҫтерелә.

Уҡыусылар ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә, йәки текстан таба белергә тейештәр; текст, әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса нимә тураһында икәнлеген әйтә белергә, төп һәм икенсел  геройҙарын күрһәтә, уларға ҡылыҡһырлама бирә белергә, эш-ҡылыҡтарын аңлата алырға, әҫәр буйынса һығымта яһай белеү күнекмәләренә эйә булырға тейеш.

Грамматика һәм орфография.

Билдәле бер кимәлдә грамматиканы һәм дөрөҫ яҙылышты өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре, орфографик һәм пунктуацион күнекмәләре үҫешә. Грамматиканың элементар курсы уҡыусыларҙың юғары психик функцияларын коррекциялауға йүнәлтелә.

Был иһә аҡыл һәм телмәр үҫешен уңышлыраҡ тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Бәйләнешле телмәр. 

Бәйләнешле телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар биреү мотлаҡ,сөнки психик яҡтан үҫеше артта ҡалған уҡыусыға үҙенең фекерен яҙма рәүештә еткереү бик ауыр бирелә. Шуға күрә фонематик ишетеү һәләтен, дөрөҫ әйтелеш күнекмәләрен, һүҙлек байлығын үҫтереү, һөйләмдәр төҙөү, уй-фекерҙәрен әйттереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эш алып барырға кәрәк. Текстарҙағы һөйләмдәрҙе тәртипкә килтереү, корректорлау, һорауҙарға яуап биреү, һорауҙар төҙөү кеүек эштәр ҙур кластарҙа ла алып барылырға тейеш, был иһә үҙ йәһәтенән уҡыусыға бәләкәй күләмле изложение йәки инша яҙа алыу мөмкинлеген бирәсәк. 

Шулай уҡ эш ҡағыҙҙары тултырыу күнекмәләре булдырыу мөһим: ғариза, автобиография, расписка яҙыу, бланк, квитанциялар тултырыу һ.б.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүҙе баһалау формалары

Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:

Яҙма эштәр: бирелгән текстарҙы күсереп яҙыу: 40-50 һүҙ.

һүҙлек диктанты:15-20  һүҙ,

Күсереп яҙыу бер генә билдә менән баһалана.

«5» - хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә: 1/0,1/2, 0/2

«4» - 2 орфографик, 2 пунктуацион, 1 орфографик, 3 пунктуацион хата булған эшкә:  2/2, 1/3, 2/3

«3» - 4 орфографик, 4 пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион хата булған эшкә: 4/4, 3/5, 3/6, өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла

«2» - 9 орфографик, 9 пунктуацион хата булған эшкә: 8/10, 9/9

Телдән яуаптарҙы баһалау:

“5” - материалды  аңлап, тулы яуап ҡайтарһа;  белемен практик ҡуллана алһа, аңлата белһә;

 “4” - яуабында 1-2 хата яһап, үҙе төҙәтһә;

“3” - материалды аңлауын күрһәтһә, әммә тулы асып бирә алмаһа, төшөнсәләрҙә хаталар ебәрһә; үҙ фекерен миҫалдар менән нигеҙләй алмаһа.