Айгуль Гатауллина 13.01.2023 - 0:13
Уҡытыусы.
Төн уртаһы – уның уты яна,
Ҡара таңдан аяҡ өҫтөндә,
Донъяһының эше ятып тора,
Бар күңеле – мәктәп эшендә.
Өйгә комиссия килмәҫ әле!
Оят булмаһын тик эш өсөн,
Ул тырыша теш-тырнағы менән,
Бар йөрәген биреп, бар көсөн!
Артыҡ маҡтауҙарға өмөт итмәй –
Ул өйрәнгән ҡарар үтәргә,
Нисек кенә яҡшы эшләһә лә,
Күтәрмәҫтәр уны күктәргә.
Йөктө өҫтәп-өҫтәп тейәһәң дә,
Сабыр һөйрәр күндәм эш аты,
Ул күтәргән йөккә лайыҡ итеп
Түләмәҫтәр хатта эш хаҡы.
Кеше балаһына янып-көйә,
Үҙ балаһы үҫә үҙаллы,
Ашарға ла ваҡыт тапмай ҡай саҡ,
Ләкин эшен эшләй – ул аңлы!
Мәғәнәһеҙ ҡағыҙ яҙа-яҙа,
Үҙ эшенә йәне атлыға,
Ләкин уның яҡты уй-хыялы
Инструкцияларға ҡаҡлыға.
Нисек кенә аяҡ салмаһындар,
Үҙ эшенә тоғро ул ҡала,
Йәшәү мәғәнәһе - балаларҙа,
Уның өсөн яҡын һәр бала.
Өйрәнгәнсә башты ғорур тотоп,
Сабыр йота сөсө-әсене,
Зарланырға уға рөхсәт итмәй
Уҡытыусы тигән исеме.
(Фирүзә Абдуллина).
Давлетбаева Дильбар11.01.2023 - 18:29
Гүзәл Фәиз ҡыҙы! Уңыштар теләйем.
Райфа Хайразиевна11.01.2023 - 18:16
Афарин!!!Уныштар телайем!!!
Яҡшыбаева Альмира 11.01.2023 - 17:52
Гүзәл Фәиз ҡыҙы!! Сайт матур эшләнгән, киләсәктә тағы ла файҙалы материалдар менән байытылыр тип ышанам. Конкурста һәм алдағы хеҙмәт юлыңда уңыштар теләйем!!
Суфия Амировна11.01.2023 - 9:28
Гүзәл Фәиз ҡыҙы ! Бик матур сайт, ҡулланыу өсөн файҙалы әйберҙәр күп! Ҙур уңыштар теләйем!
Эльвера Тимерьяновна11.01.2023 - 9:25
Бик матур сайт, маладис, Гүзәл Фәиз ҡыҙы! Уңыштар!
Эльвира Миниамеровна11.01.2023 - 6:56
Афарин! Уңыштар һәм еңеүҙәр Гүзәл Фәиз ҡыҙына!
ҙур рәхмәт!