Ҡайһы берәүҙәр уны, ҡолаҡҡа оҡшатып, Ҡолаҡташ тиҙәр, кемдер Ҡалаҡташ тип йөрөтә. Ә ҡолаҡ бит берәү булмай, шуға мин дә уны Ҡолаҡташ тип йөрөтмәйем. Был таш, ысынында, ҡалаҡҡа оҡшаған, шуға күрә мин уны Ҡалаҡташ тип атайым.
Вложение | Размер |
---|---|
kalaktash._sitdikov_denis_rishatovich._strana_zapovednaya.doc | 128 КБ |
”Тәбиғәт һәйкәлдәре” номинацияһы
Ҡалаҡташ (Ҡолаҡташ)
Тыуған ауылымдың хозур тәбиғәте борон-борондан үҙ күркәмлеген һис тә юғалтмаған. Ауылдың уң яғынан икегә айырылып талғын ғына Яйыҡ йылғаһы аға. Өҫкә ауырҙай ҡая таштар теҙмәһе рәтендә Ташҡыя ауылы урынлашҡан (1-се һүрәт). Бәлки, таштар аҫтында ултырғанға, халыҡ ауылдың боронғо Мишкә исемен ҡалдырмаҫҡа теләп, Ташҡыя исемен мәңгеләштеререгә теләгәндер. Исеме есеменә тап килә бит. Тик, һаман документтарҙа Мишкә (Мишкино) булып аталып килә.
Ысынлап та, Ташҡыя тауҙарын эргәһенә барып аҫтан күҙәтһәң, өҫкә ауып килгән һымаҡ, ҡурҡыныс булып китә (2-се һүрәт). Ә тауына менһәң, күкле – йәшелле төҫкә мансылып бөткән, ҡатлам-ҡатлам яҫтыҡ таштары өҫтөндә ултырып төшөүе үҙе бер тамаша (3-сө һүрәт). Уныһы ғына түгел, барыһын да ҡыҙыҡһындырған бер иҫ китмәле текә торған оҙон таш бар унда. Күптәр уны белмәй, эҙләһә тапмай. Сөнки, тауына күтәрелмәй генә ауыл осонан ҡараһаң, ул күренмәй. Ул таш, ҡаяға аҫылынып, бына – бына уҡмарылып, аҫҡа осоп төшөрҙәй булып тора. Ҡайһы берәүҙәр уны, ҡолаҡҡа оҡшатып, Ҡолаҡташ тиҙәр, кемдер Ҡалаҡташ тип йөрөтә. Ә ҡолаҡ бит берәү булмай, шуға мин дә уны Ҡолаҡташ тип йөрөтмәйем. Был таш, ысынында, ҡалаҡҡа оҡшаған, шуға күрә мин уны Ҡалаҡташ тип атайым. Был текә торған таш – Ҡалаҡташ ауылдың өҫкө яҡтан һул яғында, Яйыҡ йылғаһына 100 -150 м тирәһе яҡын, тауҙың ҡатлам – ҡатлам таштар ҡуйынында ғорур тора (4-се һүрәт).
Ҡалаҡташ янындағы һандыҡ ташы урындыҡты хәтерләтә. Әбейҙәр унда теҙелешеп ултырып, йөн иләп, сиратҡан, теләк теләгән, йыр – моң көйләгән, мөнәжәттәр әйткән, тиҙәр. Кистәрен йәштәр килеп, халыҡ уйындары уйнаған, төрлө тамашалар ҡорған икән.
Әле булһа, йәй көнө беҙ ошо урындыҡҡа оҡшаған таш өҫтөндә ултырып алабыҙ, тирә-яҡты өҫтән күҙәтәбеҙ. Беҙҙең өсөн ҡыҙыҡ. Туй-фәлән үткәрһәләр, Ҡалаҡташты күрергә, йәше лә, ҡарты ла ошо тауға артыла. Урындыҡҡа оҡшаған ташы өҫтөндә, ашъяулыҡ йәйеп, ашап-эсеп, күңел асып төшәләр (5-се һүрәт).
Йылға ситендә лә шул урындыҡҡа оҡшаған таш һымаҡ бер өлкән таш ята. Әллә шунан килеп төшкән микән? Үҙе тип-тигеҙ, киң, өҫтө шыма ғына, йышып эшләп ҡуйғандармы ни! Йәйен уның өҫтөндә кер йыуабыҙ, бигерәк тә келәм – балаҫтарҙы шунда һалып ышҡыйбыҙ, таҙартабыҙ, ҡояшта киптерәбеҙ. Ташҡа хатта сират булып китә. Кем беренсе килә, шул алдан өлгөрә. Ә Ҡалаҡташты күрергә ситтән килеүселәргә юлды беҙ, Ташҡыя ауылында йәшәүсе балалар, күрһәтәбеҙ. Улар ялҡауланмай уны таштан ташҡа баҫып менеп ҡарайҙар, үрмәләп менәләр, фотоға төшөрәләр. Бик матур күренеш була, миңә бик оҡшай (6-сы һүрәт).
Ауылдың оло йәштәге кешеләре һөйләүенсә, филология фәндәре кандидаты, беҙҙең Ташҡыя ауылы шәхесе Рәүеф Шаһиев та гәзиттә баҫылып сыҡҡан“Ташҡыя - Мишкә” мәҡәләһендә (Яйыҡ, №139, 29.11.2007 йыл) шул турала яҙҙы, бола замандарҙа был тауҙың мәмерйәгә оҡшаш ҡыуышлыҡтары халыҡты үлемдән йолоп алып ҡалған. Өләсәйем дә, был таштарҙың файҙаһын кеше күп күрҙе, насар кешеләрҙән йәшеренеп ҡалыр өсөн урын булды, ти торғайны. Шулай булғас, Ҡалаҡташ тарихҡа бай Тәбиғәт һәйкәле булып тора. Ташҡыя халҡы үҙенең матур һәм тарихи ҡаяташы менән һоҡлана (7-се һүрәт).
Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Денис Ситдиҡов
Фәнни етәксеһе – башланғыс кластар уҡытыусыһы Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы Мәүлитова
Военная хитрость
Что общего у травы и собаки?
Под парусами
Вокруг света за 80 дней
Аэродинамика и воздушный шарик