Фәнни-эҙләнеү эше "Ете һаны"
Вложение | Размер |
---|---|
ete_hany_azaliya.docx | 41.47 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Бишбүләк районы муниципаль районының
Ҡаныҡай урта дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеhы
Тема: Мөғжизәле лә, серле лә ете һаны.
(фәнни - тикшеренеү эше)
Башҡарҙы: Әхмәтшина Азалия, 6-сы класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Әхмәтшина Фәриҙә Рәмил ҡыҙы,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Йөкмәткеһе
I. Инеш ……………………………………………………………................... 3
I I.Төп өлөш.
Беренсе бүлек. Мөғжизәле лә, серле лә ете һаны.
1. 1. Етегән йондоҙ легендаһы…………………………………...4
1. 2. Башкортостандың ете һанына бәйле мөғжизәләре……............4
1. 3. Тәнебеҙгә күҙ һалһаҡ...............................................................................4
Икенсе бүлек. Башҡорттарҙа ете һаны.
2.1. Ете һанының көнкүрештә, предметтарҙа сағылышы….............6
2. 2.Ете һаны башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә ……………………..........6
III. Йомғаҡлау…………………………………………………………....7
IV.Ҡулланылған әҙәбиәт……………………………………………………..8
Башҡорт телендә һандар,үҙҙәренең семантик йөкмәткеһенә һәм яһалышына ҡарап, түбәндәге төркөмсәләргә бүленә:
Төп һандар, йәғни иҫәп һандары, предметтарҙың теүәл һанын күрһәтә һәм башҡа һан төркөмсәләре өсөн нигеҙ булып торалар.Һәр төп һандың үҙҙәренә генә хас семантик йөкмәткеһе бар. Әйтәйек, Европа халыктары ун өс һанынан ҡурҡа, был әле лә бар. Ә башҡорттарҙа һандан һиҫкәнеү юҡ. Беҙҙә бары изге мәғәнәле, йәки "серле һандар" бар. Был йәһәттән ете һаны айырым урынды алып тора.
Халкыбыҙҙың донъяға ҡарашында, халыҡ ижадында һандарҙың мәғәнә биҙәктәрен асыу, символика, арбау һәм ғаләм хакындағы ҡараш менән бәйле булыуын ентекләберәк ҡарап китәйек.
Маҡсат: Башҡорт халҡының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәби ҡәғиҙәләре менән таныштырыу һәм башҡорт халҡының рухи, материаль культураһында ете һанының ҡулланылышын билдәләү.
Бурыс: башҡорт халҡында ҡулланылған ете һанының кешелә,тормош-көнкүрештә ниндәй роль уйнауын киләһе быуынға еткереү.
I I.Төп өлөш.
Беренсе бүлек.
Мөғжизәле лә, серле лә ете һаны.
Етегән йондоҙ - ете ҡыҙ. Элек бер кешенең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыкһалар гел бергә йөрөйҙәр икән. һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай ти.
Бер саҡ был ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтырып улар артынан килгән. Инде тотам, инде эләктерәм тигәндә, ҡыҙҙар берәм - бөрәм күккә ашҡандар. Етеһе ете урынға баҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер- береһенә яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ тип атағандар.
1. 2. Башкортостандың ете һанына бәйле мөғжизәләре
Башкортостандың Ейәнсура районында "Ете быуын" (Семиколенка) тауы бар.
Суверенлы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт атрибуттарысимволикаһында ла ете һаны сағылыш таба.
Көньяҡ Башҡортостанда боронғо Ете ырыу берләшмәһе һәм хәҙерге Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренеңберҙәмлек билдәһе булараҡ, республикабыҙҙың Дәүләт флагындағы аҡһыҙыҡтың уртаһында алтынһыу төҫтә эмблема - түңәрәк эсендә ете таж япрағынан торған ҡурай сәскәһе эшләнгән. Ул - дуҫлыҡ символы, аҡһыҙыҡ уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан территорияһында уның халыҡтарының тупланыуына һәм берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы кәүҙәләндерә: Юрматы, Үҫәргән, Бөрйән, Табын, Мең, Тамъян, Түңгәүер.
1. 3. Тәнебеҙгә күҙ һалһаҡ...
Ҡайҙа ғына күҙ һалһаң да ете һаны ҡабатлана. Үҙебеҙҙең тәнебеҙгә иғтибар итһәк тә ете һанының ғәжәп рәүештә ҡабатланыуын иҫәпләрбеҙ. Кәүҙәбеҙ ете өлөштән тора: баш, муйын, кәүҙә, ике аяҡ, ике ҡул. Баштағы тишектәрҙе һанап ҡарайыҡ: ике ҡолаҡ, ике күҙ, ике танау тишеге һәм ауыҙ. Бармаҡгарыбыҙға иғтибар итәйек: бер ҡул суғында ун дүрт быуын, икегә бүлһәң, етешәрҙән тура килә. Быуындарыбыҙ: ике бәләкәй, ике тубыҡ, икебот төбө быуыны һәм бил; ике ҡул бөгәре, ике терһәк, ике ҡулбаш һәм муйын. Беҙҙе йәшәтеүсе төп органдарыбыҙ: йөрәк, үпкә, ашҡаҙан, бауыр, ике бөйөр, тамаҡ - етәү.
Икенсе бүлек
Башҡорттарҙа ете һаны.
2.1. Ете һанының көнкүрештә, предметтарҙа сағылышы
Борон кешеләр алтыға тиклем генә һанай белгән, ә етенән башлап һандар «күп» тигәнде аңлатҡан. Тәбиғәт көстәре алдында яҡлаусыһыҙ ҡалған кеүек, аңһыҙ кешеләр ҙур һандарҙан ҡурҡҡан, улар алдында баш эйгән.
Изге мәғәнәле һандар араһынан бик күп нәмәләргә бәйләнгән иң серле, тылсымлы, изге ете һаны. Ете - ул бик ғәжәйеп хикмәтле һан.
Ете һанын хаҡлы рәүештә Алла һаны тип йөрөтәләр. Ҡөръәндән башлайыҡ: уның китапты асыуғабағышланған тәүге "Фатиха" сүрәһе ете аяттан тора.
Ер шарына ҡараһак та ете материкты абайларбыҙ: Европа, Азия,Көньяҡ Америка, Төнъяҡ Америка, Австралия һәм Антарктида. Йәйғорҙа ете төҫ, моңда ете өн, аҙнала ете көн. Ай фазалары ла етешәр көндән тора һәм аҙнала дүрт тапҡыр ҡабатланып, һижрә календары буйынса бер айҙы тәшкил итә.
Күк - яҙмышты билдәләүсе изге көс менән бәйле ғаләм донъя. Ул ҡатлы тип иҫәпләнә. Кеше үлгәс, йәне күктең етенсе ҡатына оса һәм етенсе быуынға әйләнеп ҡайта тип фараз ителә. Ни мөғжизә: ожмахы ла ҡатлы, тамуғы ла. Әҙәмде ҡотҡармак булып ете ясин сығалар, үлгәс, етеһен уҡыталар. Шулай ук һәр башҡортҡа үҙенең ете быуын ата -бабаһын белеү фарыз.
2. 2.Ете һаны башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә
Беҙҙең халҡыбыҙҙың иң бай хазинаһы - быуаттарҙан-быуаттарға күсә килгән халыҡ ижады ынйылары. Ә уларҙы барлап, тикшерә башлаһаң, һәр береһендә ете һанын осратырға мөмкин. Бына халыҡ мәҡәлдәрен генә алыпҡарайыҡ:
"Ете ауылда ете ҡәрҙәшең булһын"
"Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ"
"Егәрленең ҡулы ете"
"Ете ул өйләндергән - бай булған, ете ҡыҙ биргән - бөлгән"һ.б.
III. Йомғаҡлау
Эйе, был тылсымлы ла, серле лә, мөғжизәле лә ғәжәйеп хикмәтле ете һаны әҙәмде донъяла уратып тора кеүек: өҫтә - ете ҡат күк, аҫта ете ҡат ер. Күктә ете йондоҙ, ерҙә ете мәғдән. Хатта үҙебеҙҙең тәнебеҙҙә лә ете һаны бик күп тапҡырҙар осрай.
Ете һанының мәғәнә биҙәктәре халыҡ ижадында киң ҡулланылаһәм күмәк булыу, ныҡлыҡ, ойошҡанлыҡ, берҙәмлек билдәһе тип ҡабулителә. Тылсымлы ете һаны мосолман халҡы өсөн бәхетле һан тип иҫәпләнә. Башҡорт халҡында ҡулланылған ете һанының кешелә, тормош - көнкүрештә, әҙәбиәттә ниндәй роль уйнауын киләһе быуынға ла еткереү кәрәктер тип уйлайым. Сөнки һәр кеше үҙенең халҡының яҙмышын, телен, йәшәйешен һәм мәҙәниәтен белергә тейеш, уны өйрәнеү мотлаҡ.
IV.Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Абдуллина К. Мөғжизәле һан // Башҡортостан уҡытыусыһы. - № 12 -
Өфө, 2003. - 38-се б.
2. Базаева С. Башҡорттарҙа ете һаны // Башҡортостан укытыусыһы. -
№ 8 - Өфө, 2002. - 63-сө б.
3. Башҡортостан уҡытыусыһы. - № 6 - Өфө, 2002. - 57-59-сы б.
4. Башҡортостан уҡытыусыһы. - № - 8 - Өфө,2002. - 63-64-се б.
5. Башҡортостан уҡытыусыһы. - № 9 - Өфө, 2005. - 33-35-се б.
6. Буракаев И.Д., Буракаева М.С., Юлмөхәмәтов М.Б. Тормош
һабаҡтары. 3-сө синыф өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2003. - 30-36-сы
б.
Афонькин С. Ю. Приключения в капле воды
В поисках капитана Гранта
Распускающиеся бумажные цветы на воде
Невидимое письмо
Дерево в снегу