“Республикамды данлайым” конкурсы
Вложение | Размер |
---|---|
insha.docx | 16.2 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы муниципаль районы Ҡаныҡай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа с. Каныкаево муниципального района Бижбулякский район Республики Башкортостан
“Республикамды данлайым” конкурсы
Конкурс “Пою мою Республику”
Тема: Ер яҙмышы беҙҙең ҡулда.
Башҡарҙы: Ишмөхәмәтова Камила,
5-се класс уҡыусыһы.
Работа обучающейся 5 класса Ишмухаметовой Камилы.
Етәксеһе: Әхмәтшина Фәриҙә Рәмил ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Руководитель: Ахметшина Фарида Рамиловна, учитель башкирского языка и литературы.
Ҡәҙерен генә беләйек,
Еребеҙ гөл сәскәһен
Дуҫтарым, беҙҙең ҡулда бит
Илебеҙ киләсәге.
Ер!!! Был изге һүҙҙәрҙә күпме мәғәнә һалынған.Әгәр ҙә беҙ ер тиһәк, иң тәүҙә әсәйемдең бишек йырҙары, йәшел бәпкә үләнендә уйнап уҫкән ишек алдым, тыуған йортомдоң тупһаһы, ауылымдың киң һәм матур урамдары, йәйрәп ятҡан киң болондары, яландары, бормаланып аҡҡан шифалы һыулы Дим йылғаһы, тәрән мул һыулы кулдәре, бөтә доньяға танылған районымдың арҙаҡлы кешеләре һәм күпме йырҙарҙарҙа йырланған данлыҡлы Башҡортостаным күҙ алдыма баҫа.Ер- ул туйҙырған да, кейендергән дә, үҫтергән дә илаһи бер һүҙ.Ғөмүмән, бар кешелек уҙенең ысын барлығын ерһеҙ,куҙ алдына килтерә алмайҙыр.
Заман технологиялары уҫеүе менән, кешеләрҙең йылдан- йыл өр яңы ҡаҙаныштары үҫә барыуына бәйле һуңғы ваҡытта Ер төшөнсәһенең, уға ҡарата ихтибарлы, ихтирамлы булыуҙы онотола барыуы күҙгә сағыла. Тыуған еребеҙҙе һаҡлау маҡсатында быйылғы йыл республикабыҙҙа тирә -яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Ә нимәнәнән башларға кәрәк икән һуң ул ерҙе ҡурсалау? Йыл әйләнәһенә кешеләрҙең төрлө ерҙәрҙә сүп- сар түгеүе, таҙа һыуҙы юҡҡа сарыф итеүҙәре, йәнлектәрҙе күпләп аулауҙары борсоуға һала.
Ә минеңсә, был проблеманы хәл итергә мөмкин, мәҫәлән беҙ быйыл мәктәп уҡыусылары менән бер нисә тапҡыр Дим ярҙарын сүп-сарҙан таҙарттыҡ, класыбыҙ менән ауыл тирәһенә ағас ултырттыҡ. Ғаиләбеҙ менән һәр яҙ һайын йорт – ҡура тирәһен тәртипкә килтерәбеҙ.Әлбиттә, бер нисә ваҡыттан һуң үҙең йыйыштырған ерҙә сүп-сар күреүе эсте бошора, сөнки ҡайһы бер кешеләр уйлап тормайынса ла сүптәрен ташлап китәләр.Бына шундай кешеләрҙең мин аҙ ғына булһа ла Ер-әсәбеҙгә хөрмәт менән ҡарауын, башҡаларҙың эштәрен ихтирам итеүҙәрен теләр инем.
Был яҙыу минең ябай ғына яҙған иншам булмаһын , ә мөрәжәғәт һәм саҡырыу булып ҡабул ителһен ине.Ололар һәм кеселәр, әйҙәгеҙ тыуған еребеҙҙе яратайыҡ, бысратмайыҡ. Һәр ерҙә һәр ҡайҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булайыҡ!
Петушок из русских сказок
ГЛАВА ТРЕТЬЯ, в которой Пух и Пятачок отправились на охоту и чуть-чуть не поймали Буку
Как нарисовать портрет?
Притча о гвоздях
Ласточка