Аҡыл һандығы- Сундук знаний
Предварительный просмотр:
Нәфселек шулай харап итә…
“Бер ҡарт һунарға сығып китә лә, өс көндән егет булып ҡуйтып инә. Әбейе уны танымай тора хатта. Бабай хәлде һөйләп бирә:
- Бер шишмә янына барып сыҡтым да, һыуын эсә торғас, үҙемдә әллә ниндәй үҙгәреш була башлауын тойҙом. Һыуҙағы сағылышыма ҡараһам, йәшәрә барам икән. Һине осратҡан саҡтағы йәшемә еткәс, һыу эсеүҙе туҡтаттым. Хәҙер бына һине лә шул шишмәгә ебәрергә тип ашығып ҡайттым,-ти бабай.
Әбейе ашығып ҡына сығып китә. Ҡайтмай ҙа ҡайтмай икән. Бабай борсолоп, теге шишмә янына барһа, унда бер бәпес илап ята, ти. Әбей һыуҙы самаһыҙ эсеп ташлап, бәпескә әйләнгән икән. Бабай уны өйөнә алып ҡайтҡан. Әммә күпме генә тәрбиәләмәһен, күпме генә ваҡыт үтмәһен, был сабый үҫмәй ҙә үҫмәй икән…Нәфсе тигәнең шулай харап итә шул…”