Кластан тыш эшмәкәрлек

Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы

 Аҙналыҡтар, төрлө конкурстар, яҡташ шағирҙар тураһында белешмә

Скачать:


Предварительный просмотр:

  Үтәсәк сара

 Яуаплы

Дүшәмбе 13.02

  Фотоһүрәттәр конкурсы:

  • Рәми Ғарипов шиғырҙары  буйынса

 Класс етәкселәре,

Ниғәмәтова А.А.

 Шишәмбе 14.02

 Рәми Ғарипов көндәлектәре буйынса конференция

 Ниғәмәтова А.А.

5-9 синыфтар

 Шаршамбы 15.02

 Әҙәби-музыкаль кисә “Мәңге йәш, мәңге тере шағир!”

 Ниғәмәтова А.А.,

 8-9 класс

 Кесе йома 16.02

 Рәми Ғарипов музейына экскурсия  

 Ниғәмәтова А.А.

 Йома 17.02

 Яттан шиғыр һөйләүселәр конкурсы. Аҙналыҡты йомғаҡлау.

 Ниғәмәтова А.А.

 Рәми Ғариповтың 85 йыллығына,  Туған телдәр көнөнә арналған башҡорт әҙәбиәте аҙналығының эш планы.

Мәктәп директоры: _______(Хизбуллина Л.Й.)



Предварительный просмотр:

Агиш Ғирфановhttps://im0-tub-ru.yandex.net/i?id=14d226bbc521f35392f9a57f1858f6cb&n=33&h=215&w=152

1928 йылдың 14 апрелендә Башҡорт АССР-ының Салауат районыТаймый ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында урта мәктәп тамамлаған.

  • 1942—1945 йылдар — Мәсәғүт педагогия училищеһы уҡыусыһы.
  • 1945—1950 йылдар — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.
  • 1950—1951 йылдар — Учалы районы Наурыҙ урта мәктәбе уҡытыусыһы.
  • 1951—1954 йылдар — СССР Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итеү.
  • 1954—1959 йылдар — Әбйәлил районы Таштимер урта мәктәбе директоры.
  • 1959—1964 йылдар — «Һәнәк» журналының хаттар бүлеге мөдире.
  • 1964—1966 йылдар — Башҡорт АССР-ы радио һәм телевидение буйынса комитетының балалар өсөн тапшырыуҙар редакцияһында өлкән редактор.
  • 1966—1984 йылдар — Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор һәм нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөдире.
  • 1985—1987 йылдар — «Һәнәк» журналының бүлек мөдире.
  • 1987—1989 йылдар — «Һәнәк» журналының яуаплы секретары.

Ижади эшмәкәрлеге. Агиш Ғирфановтың ижади эшмәкәрлеге ХХ быуаттың илленсе йылдарында журналист тәжрибәһенән башлана, ул әҙәбиәткә журналистика аша килде тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар. Атмышынсы йылдарҙа ул үҙен шаҡтай өлгөргән прозаик итеп таныта. Быға уның «Һәнәк» журналында эшләүе ныҡлап ярҙам итә. Баҫма биттәрендә ул юмор һәм сатира әҫәрҙәре ижад итеү буйынса оҫталығын камилаштыра һәм үҫтерә. Был осорҙа нәҡ ошо йүнәлештәге хикәйәләрен, балалар өсөн «Мөғжизә» исемле повесть яҙа. Башҡорт әҙәбиәтендә быға тиклем булмаған сатирик романды тәүге ижад итеүсе нәҡ Агиш Ғирфанов икәне әҙәбиәт тарихында айырым билдәләнә. Сатирик характерҙағы был эпик әҫәрҙең тәржемәһе менән танышҡан билдәле яҙыусы, РСФСР Яҙыусылар союзының юмор һәм сатира советы рәйесе Леонид Линч уны бик оҡшата һәм бик тә ыңғай баһа бирә. Ул ғына түгел, тәжрибәле тәржәмәсе ярҙамында романдың урыҫ телендә донъя күреүенә ныҡлап булышлыҡ итә. Баш ҡаланың танылған «Советский писатель» китап нәшриәтендә әҫәр 1975 йылда баҫылып сыға һәм илдең төрлө төбәктәрендә уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә.

Төп әҫәрҙәре

  • Артҡы ишектән: Сатирик һәм юмористик хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — 176 бит.
  • Пузыри словы: Роман. — Уфа, Башкнигоиздат, 1980. — 360 с. Русск.
  • Секретное послание: Рассказы. — М.: Сов.писатель, 1982. — 240 с. Русск.
  • Яҙҙар ике килә: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 318 бит.
  • Йәшәреү сере: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 286 бит.
  • Дан туртаһы: Сатирик роман, хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 416 бит.
  • Ҡайтыр яҙҙар: Роман. — Өфө: Китап, 1996.
  • Йәшерен амулет: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1998.

Маҡтаулы исемдәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).

Хәтер

  • Яҙыусының тыуған ауылы Таймый урамдарының береһе Агиш Ғирфанов исемен йөрөтә.
  • Таймыйҙа һәм Өфөлә әҙип йәшәгән йорттар стенаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
  • Таймый урта мәктәбендә арҙаҡлы яҡташтарының тормошо һәм ижадына арналған музей эшләп килә.



Предварительный просмотр:

Байыҡ Сәсән 1710-1815

https://ds04.infourok.ru/uploads/ex/0089/0002e6b8-b88b5c49/hello_html_688c3249.jpg

Байыҡ сәсән Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы (хәҙер Башҡортостандың Салауат районы) Мәхмүт ауылында 1710 йылдар тирәһендә Байназар тархан ғаиләһендә тыуған. Риүәйәттәр аңлатыуынса, Байыҡ сәсән йәш сағында Ҡараһаҡал һәм Батырша яуҙарында ирек өсөн көрәштә ҡатнашҡан яугир. Батша эҙәрлекләүҙәренән ҡасып, ҡаҙаҡ далаларына китеп йәшәгән. Донъялар бер аҙ ип-һил булғас, ҡаҙаҡ далаларынан тыуған Уралына ҡайтып, дан алған Айҙар сәсән булып танылған. Емельян Пугачев етәкселегендә 1773 йылда Крәҫтиәндәр һуғышы башланып, күтәрелергә өндәгән һәм үҙе лә ошо ҙур яуҙа ҡатнашлыҡ иткән. 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда иһә башҡорттарҙы Рәсәйҙе һаҡлау яуына барырға өндәгән ил сәсәне, һәр йәһәттән заманының уҙаманы булып халыҡ хәтерендә ҡала. Башҡорт полктары дошман яуын ҡыуып, Парижды алып 1814 йылды тыуған яҡтарына ҡайтҡанда Байыҡ сәсән “йөҙҙән ашҡан йәшем бар!” тип еңеүселәрҙе дан йыры менән ҡаршылай.

           Байыҡ айҙар сәсән тураһындағы мәғлүмәттәр һәм уның ижадына бәйләнешле материал Ғәбит сәсән башҡарыуындағы “Байыҡ айҙар сәсән” тигән риүәйәттә һаҡланған. Күренекле әҫәрҙәре: “Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне”,“Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне”.

И    ж    а    д    ы



Предварительный просмотр:

Ғәбиҙулла Зариповhttps://im0-tub-ru.yandex.net/i?id=46f363ba9eb4a1f0e8b181a3372cf438&n=33&h=215&w=157

    1961 йылдың 6 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, бер ни тиклем ваҡыт Көньяҡ Урал тимер юлының күрше ауылда урынлашҡан участкаһында эшләй. 1980—1982 йылдарҙаСовет Армияһы сафында хеҙмәт итә, запасҡа ҡайтарылғандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1987 йылда тамамлай. Шул уҡ йылда республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Йәншишмә»гә эшкә саҡырыла, башта ябай хеҙмәткәр, шунан бүлек мөдире була, 1990 йылдан яуаплы сәркәтип итеп үрләтелә. Был вазифала ике йыл эшләй һәм, сәләмәтлегенә арҡаһында хеҙмәт урынын ҡалдырып, 1993 йылда тыуған ауылына ҡайтырға мәжбүр була. 2001 йылдың 26 ғинуарында шағир яҡты донъя менән хушлаша. Тыуған төйәге Тирмәндә ерләнгән.

           Ғәбиҙулла Зарипов уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында әҙәбиәткә ныҡлап аяҡ баҫа.Башҡорт дәүләт университетында уҡыу йылдары уның таланты ныҡлап формалашыуға ныҡ йоғонто яһай. Йәш әҙип филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлегендә эшләп килгән «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгенең әүҙем ағзаларының береһе була. Артабан үҙенең йылдан-йылға шымара барған ҡәләмен шулай уҡ проза һәм драматургия жанрҙарында ла һынап ҡарай. «Йәншишмә» гәзитендә эшләгән ваҡытында Ғәбиҙулла Зарипов өлгөргән ижадсы булып үҫеп етешә. Уның алдараҡ һәм был осорҙа ижад ителгән бер шәлкем шиғырҙары «Төнгө йәшен» исеме аҫтында «Шарлама» тип аталған коллектив йыйынтыҡҡа индерелә һәм Башҡортостан китап нәшриәтендә 1992 йылда донъя күрә. Шағир Гөлназ Ҡотоева билдәләүенсә, «китаптың исеменə ҡушылған „Төнгө йəшен“ шиғырында — поэтик деталдəрҙəн туҡып, тулы, сағыу картина хасил иткəн. Күңелдең иң нескə ҡылдарын тирбəтергə һəлəтле ул ҡыҫҡа ғына шиғыр. Оҫта һелтəнеп күк йөҙөнə сыра тоҡандырып ырғытҡан, күк йөҙөнəн нимəнелер эҙлəүсе. Эҙлəгəнен тапҡандың шатлығынан гөрһөлдəп көлөп ебəреүе, аҙаҡ, шул шатлыҡ нуры баҫылғас, бала кеүек күҙ йəштəре менəн илауы — йəшнəп яуған ямғырҙың кеше күңелендə көслө хистəр уятыуын ниндəй оҫта итеп асып биргəн ул! Йəшенле ямғырҙы ул кеше күңеленə образ итеп алған.»:

«

Ул сыраһын тəүҙə сытырҙатып
Ҡараңғыға атты бер һелтəп.
Эҙлəгəнен тапҡас төн йөҙөндə,
Шатлығынан көлдө гөрһөлдəп.
Тик, ниңəлер, уты һүнеү менəн,
Түкте генə, түкте күҙ йəшен.
Ниндəй көслө, ниндəй хисле икəн
Ямғыр алып килгəн был йəшен.
(«Төнгө йəшен»)

»

«Йәншишмә» гәзитендәге көндәлек эшмәкәрлек дәүерендә шағир публицистика менән даими шөғөлләнә, ҡобайырҙар сығарыуҙа тәүге аҙымдарын яһап, һиҙелерлек тәжрибә туплай, шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәби әҫәрҙәр яҙыуға ныҡлап тотона. Уның был дәүерҙәге ижади эшмәкәрлек нәтижәһе тип тулы нигеҙ менән 1996 йылда «Китап» нәшриәтендә үҙаллы баҫылған «Аҡбатыр» шиғыр һәм ҡобайырҙар йыйынтығын атарға кәрәк. Бында авторҙың кескәй уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәре лә урын алған. 1997 йылда «Егет һүҙе» шиғри тупланма эсендә Ғәбиҙулла Зариповтың киң ҡатлам әҙәбиәт һәм шиғриәт яратыусыларға тәҡдим ителгән «Йән йылыһы» йыйынтығы уның тулы кимәлдә яңы бейеклектәргә күтәрелгән шағир итеп күрһәтте.

Шағир тыуған ауылы Тирмәнгә ҡайтып йəшəй башлағас та, ҡаты ауырыу аяҡтан йыҡҡас та, ижад итеүҙəн туҡтамай. Ошо дəүерҙə ул «Азамат» исемле повесын тамамлай (әле лә баҫылмаған).

     Оло ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала киң танылыу ала барған әҙип үҙенең ташҡа баҫылған башҡа әҫәрҙәрен тере сағында күреп өлгөрмәне. Уның проза өлкәһендә тәүге ҡарлуғасы булған һәм балалар һәм йәштәр журналы "Аманат"та 2000 йылдың ноябрь айынан баҫылып килгән «Туғандар сәйәхәте» фантастик повесының аҙаҡҡы өлөшөнөң уны күптән көткән йәш уҡыусыға барып етеүе ҡәләм оҫтаһының вафат көнө менән тап килде. Ә инде күптән нәшриәткә тапшырылған һәм тағы ла бер талантлы балалар яҙыусыһының башҡорт әҙәбиәтенә килеүен һәм унда ныҡлы урын алыуын дәлилләгән «Бәрҙе балаһы» повесы Ғәбиҙулла Зариповтың яҡты донъя менән хушлашыу йылына үҙенсәлекле иҫтәлек булып ҡалды. Балалар өсөн тәғәйенләнгән һәм үҙ-ара ҡаршылыҡта изгелектең яуызлыҡтан күпкә өҫтөн булыуын һүрәтләгән, кешеләр араһындағы матур мөнөсәбәттәрҙе данлаған был әҫәрҙә халыҡ ижады өлгөләре менән тәрән бәйләнеш ярылып ята.

      Ә инде талантлы шағирҙың иң матур ижади өлгөләре тупланған «Шиғырҙарым — күңел шәжәрәһе» тип исемләнгән йыйынтығы 2007 йылда донъя күрҙе һәм тиҙ арала шиғриәт һөйөүселәр араһында таралып та бөттө. Улар һәм әҙәбиәт белгестәре бер тауыштан Ғәбиҙулла Зарипов ижадында оло илһөйәрлек, туған халҡына, уның боронғо ауыҙ-тел ынйыларына һәм ғәжәйеп бай теленә сикһеҙ мөхәббәт ярылып ята тип билдәләй. Әҙиптең шиғырҙары тәрән философик мәғәнәгә эйә, уларға сюжетлы һүрәтләү ысулдары хас. Шағир үҙенең лирик геройының барлыҡ ыңғай булмышын сағылдырыу өсөн күп осраҡта башҡорт халҡының үҙенсәлекле ауыҙ-тел ижады өлөгөләренә мөрөжәғәт итә, уларҙағы төрлө образдарҙы үҙенсә байытып уҡыусыға яңыса еткерегә ынтыла. Йыйынтыҡтарында тупланған әҫәрҙәре бер үк ваҡытта авторҙың шиғри телде бик яҡшы тойомлауын, уның бик оҫта файҙаланыуын бик асыҡ күрһәтә. Фекерҙәрҙең ҡыйыулығы һәм туралығы, уларҙың философик тәрәнлеге менән бергә Ғәбиҙулла Зарипов поэзияһының башҡалар менән бутамаҫлыҡ үҙенсәлекле икәнен иҫбат итә. Нәҡ ошо сифаттары өсөн әҙәбиәт һөйөүселәр уны ярата һәм йылдар аша һаман һағына.

«Ғəбиҙулла Зариповты ҡаты ауырыу аяҡтан йыҡты, йəшəргə тырышып тырмашып ятты, ауырыған килеш тə əҫəрҙəр ижад итеүҙəн туҡтаманы, ҡəлəмдəштəренə хаттар яҙып, əҙəбиəткə, ижадҡа булған ҡараштарын, мөнəсəбəтен белгертте. Йəл, 40 йəшен дə тултыра алмай, яҡты донъя менəн хушлашты шағир. Үҙенсəлекле ижады, матбуғатта ҡыйыу сығыштары менəн замандаштары хəтерендə ул мəңгелеккə уйылып ҡалды. Ə инде уны танып белмəгəндəр, уның менəн аралашмағандар шағирҙы китаптарынан таныр, яңы дəүерҙə уның ижадына бөтөнлəй икенсе баһа бирелер…», тип яҙҙы «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакторы, шағир Гөлназ Ҡотоева«Ағиҙел» журналының 2011 йылғы ноябрь һанында баҫылған «Йән йылыһын өләшеп… (Ғəбиҙулла Зариповтың тыуыуына 50 йыл)» тигән мәҡәләһендә.

       Мәшһүр СалауатАйҙар Байыҡ сәсән, халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, йырсы шағир Сафуан Әлибай менән бер рәттән Ғәбиҙулла Зарипов та Йүрүҙән һәм Әй буйҙарын төбәк иткән арҙаҡлылар рәтендә үҙенең лайыҡлы урынын алған. Уның тыуған ауылы Тирмән дә һәм Салауат районының үҙәге Малаяҙҙағы яңы урамдар шағир исемен йөрөтә. Районда шулай уҡ Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге әҙәби премия булдырылған.



Предварительный просмотр:

Рәми Ғарипов 1932-1977


        Рәми Йәғәфәр улы Гарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, ул Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә, шул мәктәп янындағы интернатта тәрбиәләнә.C:\Users\Эльвира Айдаровна\Documents\ктп_на_рапеч\яҡташ шағирҙар\Загит\рәми.jpg

Урта мәктәпте тамамлап сыҡҡас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса, 1950 йылда Мәскәүгә барып, А. М Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға керә.

Мәскәүҙә юғары белем алып ҡайтҡас, Рәми Ғарипов 1955 йылдан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй башлай. Бер ни тиклем ваҡыт ул Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп ала.

1959 йылда ул тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. “Йүрүҙән” колхозында һәм “Һарғамыш” совхозында ул өс йыл комскомитет секретары һәм Салауат район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. Аҙаҡ ул яңынан “Совет Башҡортостаны” гәзитенең әҙәби сотруднигы була. Байтаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яуаплы секретары вазифаһын башҡара.

Рәми Ғариповтың шиғырҙар яҙыуы Арҡауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ башлана, ә Өфөлә 9-сы мәктәптә уҡығанда әҙәби түңәрәктә актив ҡатнашыу, кисәләрҙә яҙыусылар менән осрашыу, консультациялар алыу уның ижадын йәнләндереп ебәрә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыу уға ижад эшенә яуаплы ҡарарға һәм сәнғәт нигеҙҙәрен тәрән белергә өйрәтә.

Рәми Ғариповтың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре— 1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылған “Ленин” тигән шиғыры. Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы — “Йүрүҙән” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыға һәм матбуғатта ыңғай баһа алды. Шулай ҙа уның шағир булараҡ формалаша барыуын 1958 йылда сыҡҡан “Таш сәскә” исемле шиғырҙар йыйынтығы асыҡ күрһәтә. Уның поэзияһы өсөн тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Лирик шиғырҙарынан йәшлек ялҡыны бөркөлөп торһа ла, ул, нисектер, талғын бер сабырлыҡ менән аға. Тормоштағыса моңло һағышҡа мул ул поэзия.

Институт аудиторияларынан, нәшриәт, редакция бүлмәләренән һуң, колхоз ҡырҙарында эшләү ҙә Рәми Ғарипов поэзияһына күп нәмә бирҙе, шағир өсөн үҙе бер ҙур тормош мәктәбе булып әүерелде. Китаптан китапҡа уның поэзияһында халыҡтың тормош һәм ижад тәжрибәһенә нигеҙләнгән философик лирика, халыҡсан юмор көсәйә.

Тормоштоң айышы, йәшәү мәғәнәһе, заман һулышы менән бәйле мотивтар нығына, поэтикаһы халыҡсан тасуирҙар менән байыға. Рәми Ғариповтың ҡобайыр формаһына мөрәжәғәт итеүе лә һис осраҡлы түгел. Ул башҡорт халыҡ поэзияһының фекер тәрәнлеге, мәғәнә теүәллеге, форма камиллығы кеүек иң яҡшы сифаттарынан ижади өйрәнә һәм үҙ шиғырҙарында шуларҙы яңыса — новаторҙарса үҫтереү хәстәрлеген күрә.

Рәми Ғарипов — үҙ ижадына ла, ҡәләмдәштәре ижадына ла ғәжәп талапсан кеше ине. Ошо талапсанлыҡ һәм ижадҡа хәстәрле, ентекле ҡараш уның әҙәбиәт хаҡында һәм йәш шағирҙар тураһында яҙған мәҡәләләрендә ярылып ята.

Рәми Ғариповтың ижади уңыштары художестволы тәржемәлә лә айырым асыҡ. Ул Пушкиндән, Лермомтовтан, Гейненан, Рудакиҙан, Ғүмәр Хәйямдан, Хетагуровтан, Абайҙан, Блоктан, Есениндан, Рәсүл Ғамзатовтан һ. б. һүҙ оҫталарынан поэзия өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итте. Бынан тыш Иван Франконың, А. Твардовскийҙың әҫәрҙәре, Рәсүл Ғамзатовтың байтаҡ шиғырҙары уның тәржемәһендә башҡортса сыҡты. “Ғөмүмән, әҙәби тәржемә эшен мин үҙебеҙҙең милли культура үҫеше өсөн иң кәрәкле эштәрҙең береһе тип һанайым һәм был эште ахырғаса дауам итәсәкмен”,— тип яҙҙы был хаҡта Рәми Ғарипов үҙе.

Рәми Ғарипов 1977 йылда Өфөлә вафат булды. 1988 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге премия (үлгәндән һуң) бирелде.

Әҙип Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән оло исемгә лайыҡ булды.

И   ж   а    д    ы

Әсәм ҡулдары

Аямағас донъя сабый саҡты, 
Ун етелә мине тапҡанһың да, 
Мин етелә — Шартау битендә — 
Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ... 
Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй? 
Шул көн минең һәр саҡ иҫемдә. 

Моңланып бер кәкүк саҡырғанда, 
Үҙең янып бирҙең салғымды. 
Тыуып ҡына килгән ҡояш нуры 
Үҙ салғымда уйнап сағылды. 

Һин эргәмдә ҡарап торҙоң, әсәй, 
Көлөмһөрәп минең һелтәүгә, 
Тик маҡтаған булдың, дәртләндереп, 
Юнле сапмаһам да мин тәүҙә. 

Үҙ ҡулдарың менән күрһәттең һин: 
«Тарыраҡ ал,— тинең,— алдыңды, 
Ипләп кенә өйөрөп сап шулай, 
Йөҙөн йәнсеп ҡуйма салғыңдың!..» 

Һыуҙай алып китте кескәй салғым, 
Сәскәләрҙең ғүмере ҡыйылды. 
Ысыҡтары тамғас мөлдөрәшеп, 
Улар илашҡандай тойолдо... 

Һин һоҡланып ҡарап тора инең 
Артта ҡалған йәшел эҙемә. 
Йылмайһаң да үҙең, йәш тулғайны 
Һинең дә бит, әсәй, күҙеңә: 

«Атайың да шулай саба ине — 
Был саҡлы ла оҡшар икәнһең!..» 
Тик күрмәне атай был эҙҙәрҙе, 
Юҡ ине ул, яуға киткәйне... 

Шул эҙҙәрҙә ине башланыуы 
Кескәй генә хеҙмәт юлымдың. 
Ул саҡ, әсәй, белмәй инем әле 
Алтын икәнлеген ҡулыңдың! 

1953


ТУFАН ТЕЛ

И туған тел, и матур тел,

атам-әсәмдең теле!..

Туҡай

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел —

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Илe юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә — сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Кавказ

Тотырбәк Джатиевкә

Тау кешеһе кеүек ғорур Кавказ

Аҡ башлығын кейгән башына,

Ниҙелер ул хәтерләгән һымаҡ

Баҫып тора диңгеҙ ташына.

Диңгеҙ уның йәш кәләше, гүйә,—

Муйынына килеп һарылған.

Ахыры, ул яуҙан ҡайтҡан ирен

Шундай һөйә, шундай һағынған?..

Ниндәй пар килгәндәр! Бирһен, әйҙә,

Шат ғүмерҙең оҙон, тынысын.

Ҡыяҡ гөлдәр булып үҫһен, Кавказ,

Билдән һалған хәнйәр-ҡылысың!

1961



Предварительный просмотр:

Сафуан Әлибаев 1941-2015
http://rus.bashgazet.ru/uploads/posts/2014-07/1404711599_srssrr.jpg

Сафуан Әфтәх улы Әлибаев Башҡортостандың Салауат районы Тирмән ауылында 1941 йылда тыуа. Урта белем алғандан һуң, колхозда, тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол ауылында китапханасы була, Салауат районы гәзите редакцияһына саҡырыла. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Сафуан Әлибай оҙаҡ йылдар “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була. Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан” гәзите, “Ағиҙел” журналы редакцияларында, Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы директоры булып эшләй.

Сафуан Әлибай балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә яҙа. Уның тәүге китаптары — “Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш” (1968), “Йәйғор” (1970). “Ҡойон” тигән китабы өсөн уға республиканың Ғ. Сәләм исемендәге премияһы бирелә.

Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләй. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары киң танылыу тапты.

Шағир балалар әҙәбиәтендә лә ул актив эшләй, тәржемә менән шөғөлләнә. Ул “Башҡорт балалар антологияһы“ның икенсе китабын төҙөп сығарҙы. Башҡорт теленә А. Пушкин, Р. Ғамзатов һ. б. шағирҙарҙың әҫәрҙәрен тәржемә итте. “Тылсымлы шар” тигән китабы 1996 йылда Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы дипломға лайыҡ булды.

Әҙиптең шиғырҙары урыҫ, украин, ҡаҙаҡ, төркмән, немец, монгол телдәренә тәржемә ителде.

Сафуан Әлибай Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).

1973 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

 2014-се йылдың 6 июлендә әҙиптең йөрәге туҡтаны

И    ж     а      д      ы

Болан

Йәм-йәшел кәбән ултыра,

Уға ҡар бүрек булған.

Ә аҡлан ситендә тора

Озон аяҡлы болан.

Ул бында көрт йырып үткән,

Ҡарап тора кәбәнгә —

Башында ҙур һәнәк бар,

Килгән, ахыры, бесәнгә.

1996 йыл.

Баҫыуҙа

 Йылтырашып, сылтырашып

 Ағып та китте ҡарҙар.

 Ҡар аҫтында яҙ ҡышлаған —

 Йәм-йәшел икән ҡырҙар.

 Йәшел ужым диңгеҙенең

 Урман ситендә яры.

 Еләҫ елдәр иҫкән һайын,

 Тулҡындар таша барҙы.

 Ерҙе ямғыр ҡойондорҙо,

 Елберләп бейеп кенә.

1996 йыл



Предварительный просмотр:

Салауат Юлаев 1754-1800https://im0-tub-ru.yandex.net/i?id=8f8c6b2443079dc5c8861d20bb3a4c47&n=33&h=215&w=151

ХVIII быуат башҡорт әҙәби мираҫында Салауат Юлаев ижады үҙенә башҡа бер урынды алып тора. Салауат — шиғырҙары халыҡ хәтере һәм яҙма сығанаҡтар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән талантлы сәсән-шағир. 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының күренекле сардары, осорҙоң ижтимағи аңын сағылдырыусы аҡыл эйәһе, башҡорт халҡының легендар геройы.

Салауат Юлаев 1754 (бүтән сығанаҡтар буйынса 1752) йылдың йәйендә Өфө провинцияһы Себер юлы Шайтан-Көҙәй йорто (хәҙер — Башҡортостандың Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуып үҫкән. Уның атаһы Юлай Аҙналин Шайтан-Көҙәй йорто старшинаһы һәм күп яуҙар үткән кеше була. Салауат бик яҡшы белем һәм тәрбиә ала. Риүәйәттәргә ҡарағанда, хәреф танырға ул әсәһенән өйрәнә, аҙаҡ Нәби Кәбири тигән муллала уҡый. 16-17 йәшендә ил аҡһаҡалы Байыҡ Айҙар сәсән менән осрашып, яҡындан таныша. Е. Пугачев етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы башланыу мәлендә Салауат Юлаев башҡорт халҡын ирек өсөн көрәшкә күтәрерлек шәхес булып өлгөрә.

Ул 1200 кешелек атлы ғәскәр менән яуға ҡушылып, һәләтле полководец халыҡтың яратҡан батыры һәм шағиры булып таныла. Крәҫтиәндәр һуғышы еңелеү менән тамамланғас, Салауатты атаһы, бер нисә көрәштәше менән ҡулға алып, 1775 йылдың октябрендә Балтик диңгеҙе Рогервикка (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһына) ғүмерлеккә каторгаға ебәрәләр. Шағир 1800 йылдың 26 сентябрендә шунда вафат була.

Салауат Юлаев әҫәрҙәре беҙҙең көндәргә халыҡ хәтерендә һаҡланған йыр йә ҡобайыр рәүешендә һәм 7 шиғыры рус теленә юлма-юл тәржемә формаһында килеп еткән, һуңғылары 1893 йылда Р. Г. Игнатъевтың “Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор” тигән мәҡәләһендә донъя күрә. Р. Г. Игнатьев яҙыуынса, С. Юлаевтың был шиғырҙары 1868 йылда төп нөсхәнән руссаға Дәүләтшин тигән кеше тарафынан тәржемә ителгән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҫәрҙәрҙең башҡорт йәки төрки телендәге нөсхәләре һаҡланып ҡалмаған.

Әлеге 7 шиғыр ҡайтанан башҡортсаға 1922 йылда Сәғит Мирасов тарафынан тәржемә ителә. 1952 йылда Рәшит Ниғмәти уларҙы яңынан эшкәртеп “Әҙәби Башҡортостан” журналында сығара.

Салауат Юлаевтың поэтик ижады башҡорт халҡының бай ауыҙ-тел әҙәбиәте һәм фольклорынан, шулай уҡ Көнсығыштың классик шиғриәтенән һут алып майҙанға килгән. Шағирҙың барлыҡ әҫәрҙәренә лә тәрән лиризм һәм хислелек хас, улар халыҡҡа, тыуған ергә һәм уның тәбиғәтенә оло һөйөү, ә дошманға көслө нәфрәт тойғолары менән һуғарылған. Азатлыҡ өсөн көрәш рухы уларҙың төп асылын билдәләй.

 И     ж      а     д     ы.

Һандуғас

Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта 
Һандуғас моңо. 
Күктеме, ерҙеме данлай? 
Кем белә уны. 
Йырлаймы күктә балҡыған 
Ҡояштың нурын? 
Әллә айға арнағанмы 
Һандуғас йырын? 
Әллә арналғанмы ул йыр 
Яҡты йондоҙға? 
Йәйрәп ятҡан яландарға, 
Хәтфә болонға? — 
Мин белмәйем.

Уҡ

Һауаларға уҡ сойорғоттом,

Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам.

Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,

Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.

Һауаға атҡан уҡҡайым

Тау, урмандар аша уҙһасы.

Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,

Бер дошмандың йәнен өҙһәсе.

Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып...

Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып,

Ҡайтып киләм, тауҙар артылып.

Эй, һағындым, йәнем, ер еләгем,

Күҙ алдымдан китмәй балҡыуың.

Таңдарымда миңә ҡояш баҡты,

Юл күрһәтте йондоҙ төндәрҙә.

Көнөн-төнөн еләм тынғы белмәй, —

Иҫән-һауҙар микән илдәрҙә?

Әминәкәй көтөп ҡаршы алыр,

Рамазаным булыр ҡулында.

— Һаумы, улым, һаумы, Рамазаным,

Йәндәр аттым һин тип юлымда.

Зөләйха

Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,

Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.

Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,

Яҡтыра шул күҙҙәреңдә ай үҙе.

Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе,

Һындарың, гүйә, фәрештә кәүҙәһе

Мин бахыр һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм,

Әйтә алмайынса һүҙҙәремде, баш эйәм.

Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф,

Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф.

Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы

Күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо.



Предварительный просмотр:

Сыңғыҙ Ханов

       1915 йылдың 30 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Салауат районыАрҡауыл ауылында тыуған. 1931 йылдаӨфөләге К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тарих-филология факультетында уҡырға инә. Үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән егетте 1936 йылда институтты тамамлағас та ВКП(б)-ныңБашҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы марксизм-ленинизм классиктары әҫәрҙәрен руссанан башҡорт теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнгән комиссияға эшкә саҡыралар. Аҙаҡтан ул Башҡортостан китап нәшриәтенең (бөгөн «Китап» нәшриәте) нәфис әҙәбиәт секторының мөхәррире һәм балалар әҙәбиәте секторының мөдире булып эшләй. 1940 йылдың июнь айында уны Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә саҡыралар. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Сыңғыҙ Ханов үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм йәй аҙаҡтарында Волхов фронтында батырҙарса һәләк була.  Нәшер ителгән китаптары: “Фатима: Хикәйәләр”, “Ҡаратау партизандары: Хикәйәләр” / М. Ғәйнуллиндың баш һүҙе менән. 



Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль районы Мәсетле ауылы төп дөйөм белем биреу мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү

бюджет учреждениеһы.

Ҡаралған:

ММБ ултырышында

 ______ Ғәлина З.П.

Протокол №  _____

«___» ________20__ й.

Килешелгән:

Директорҙың УТЭ урынбаҫары

_______ Мырҙакамалова З.З.

«___» _______________20__ й.

Раҫлайым:

Мәктәп директоры

_____ Хизбуллина Л.З

Приказ  № _____

«___»________20__ й.

5-9  кластар өсөн ойошторолған

«Һай, ҡумыҙы» түңәрәгенең йыллыҡ программаһы.

Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы

2018  йыл.

Аңлатмалы яҙыу.

Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары, мәҙәниәте – ул мираҫ. Үҙ тамырҙары менән боронғолоҡҡа барып  тоташа. Һуңғы йылдарҙа тарихҡа, фольклорға ҡыҙыҡһыныу арта бара. Ҡумыҙсыларҙың сығыштары халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлауға, милли  музыка ҡоралдарын һаҡлауға   ынтылышын күрһәтә.

Ҡумыҙ – башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы.

          Халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлау, уларҙы пропагандалау был программаның актуаллеген асыҡлай. Һәм шул йәһәттән Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбендә ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеү “Һай ҡумыҙы” түңәрәгенең эш программаһы төҙөлдө. Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

      1.  « Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законы» (29.12.2012. №273-ФЗ)

      2.   Төп дөйөм белем биреү Федераль дәүләт белем биреү стандарты (2010-сы йылдың 17 декабренән № 1897; )

      3.  Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы   тарафынан тәҡдим ителгән “Төп дөйөм белем биреү учреждениеларында Федераль дәүләт белем биреү стандартына  үҙгәрештәр индереү  тураһындағы бойороғо”  (2015-се йылдың 31 декабренән № 1577).

      4. Мәсетле төп дөйөм  белем  биреү  мәктәбенең 2018-2019 уҡыу йылына эшләнгән «Уҡыу планы»на ярашлы,  «Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе»  уҡыу-методик әсбапы нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүсеһе: Роберт Заһретдинов,  Өфө: «Белая река», 1997. Шулай уҡ интернет   ресурс файҙаланылды: Башҡорт википедияһы -  https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡумыҙ

     “Һай ҡумыҙы” түңәрәгенең эш программаһы бер йылға иҫәпләнгән (аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән).

1. Ҡумыҙҙа уйнарға  өйрәтеүҙең маҡсаттары:

  1. Башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыу;
  2. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы – ҡумыҙ менән таныштырыу, уның төҙөлөшө һәм төрҙәре тураһында төшөнсә биреү;
  3. Йыр, рәсем дәрестәре менән предмер-ара бәйләнеш булдырыу.

                 2. Ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Программаны үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләр:

 Уҡыусы белергә тейеш:

  • шәхестең рухи—әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары. Башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү;
  • танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын  ҡабул итеү һәм файҙаланыу,  ҡумыҙҙа төрлө көйҙәр сығара белеү.
  • Башҡорт милли музыка ҡоралы ҡумыҙ тураһында белемде тәрәнәйтеү.

Метапредмет һөҙөмтәләре.

Уҡыусы белергә тейеш:

·         проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау;

·         эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны билдәләү;

Фән һөҙөмтәләре.

Уҡыусы белергә тейеш:

·         ҡиммәт—ориентация сфераһында (башҡорт мәҙәниәтенә ҡарата уғыусыларҙың үҙ ҡараштарын булдырыу һәм уларҙы баһалау, автор позицияһын аңлау. Уға ҡарата үҙ ҡарашыңды белдереү);

·         коммуникатив сферала (төрлө көйҙәрҙе, тауыштарҙы аңлы рәүештә ҡумыҙҙа уйнау  һәм йөкмәткеһен ҡабул итеү, ҡумыҙ төрҙәрен  белеү).

3.Уҡыу курсының йөкмәткеһе

Бүлек

Сәғәттәр һаны

1

Ҡумыҙҙың килеп сығышы тураһында

1

2

Ҡумыҙ-башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Күренекле ҡумыҙсылар.

1

3

Ҡумыҙ төрҙәре. Видео

1

4

Ҡумыҙҙы фиксациялау ысулдары

5

5

 Бармаҡтар өсөн күнегеүҙәр

3

6

Тын юлдары өсөн күнегеүҙәр

5

7

Ҡумыҙҙа уйнау стилдәре. Видео

3

8

Ҡумыҙҙа уйнау төрҙәре

3

9

Ҡумыҙ музыкаһы жанрҙары. Видео

8

10

Артикуляцион алымдар

5

11

Ҡумыҙ көйҙәре. Видео

5

  1. Календарь-тематик планлаштырыу.

Тема

Үткәрелеү ваҡыты

Иҫкәрмә

План буйынса

Үткәрелде

1

Ҡумыҙҙың килеп сығышы тураһында легенда, риүәйәттәр.

I.09

2

Күренекле ҡумыҙсылар

II.09

3

Ҡумыҙ төрҙәре. Видео

III.09

4

Ҡумыҙҙы фиксациялау ысулдары.

IV.09

5

Тауыш сығарыу ысылдары

I.10

6

Тауыш сығарыу ысулдары

II.10

7

Бер яҡлы һуғыу

III.10

8

Ике яҡлы һуғыу

IV.10

9

Ҡатнаш һуғыу

I.11

10

Бармаҡтар өсөн күнегеүҙәр

II.11

11

Бармаҡтар өсөн күнегеүҙәр

III.11

12

Бармаҡтар өсөн күнегеүҙәр

IV.11

13

Тын юлдары өсөн күнегеүҙәр

I.12

14

Тын юлдары өсөн күнегеүҙәр

II.12

15

Ирендәр өсөн күнегеүҙәр

III.12

16

Тел өсөн күнегеүҙәр

IV.12

17

Тамаҡ өсөн күнегеүҙәр

I.01

18

Ҡумыҙҙа уйнау стилдәре. Көйләп башҡарыу

II.01

19

Аныҡ төп көйө булмаған башҡарыу

III.01

20

Инструменталь-тауыш ҡабатлауҙарға ҡоролған көйҙәрҙе башҡарыу

I.02

21

Ҡумыҙҙа уйнау төрҙәре. Традицион, йәғни боронғоса уйнау

II.02

22

Имитация яһау

III.02

23

Импровизациялау

IV.02

24

Ҡумыҙ музыкаһы жанрҙары. Видео

I.03

25

Ҡумыҙҙың үҙ әҫәрҙәре жанры

II.03

26

Халыҡ йырҙары менән бәйле әҫәрҙәр жанры

III.03

27

 Лирик инструменталь миниатюралар

I.04

28

Төрлө тембр һәм ритм төҙөлөшөнә нигеҙләнгән аныҡ төп көйө булмаған инструменталь әҫәрҙәр

II.04

29

Тамаҡ төбө менән йырлау йәки өзләү

III.04

30

Тамаҡ төбө менән йырлау йәки өзләү

IV.04

31

Бирелгән йәки ирекле темаға импровизация

I.05

32

Оҙон көй. “Ағиҙел”

II.05

33

Ҡыҫҡа көй. “Үҙән буйы”

III.05

34

Марштар “Салауат”

IV.05

35

Концертҡа әҙерлек



Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль район хакимиәте Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәсетле  төп дөйөм белем биреү мәктәбе

Ҡаралған:

ММБ ултырышында

_____Галина З.П.

Протокол №_______

«__»_________2018 йыл

Килешелгән:

директоҙың УТЭ урынбаҫары

_____Мырҙакамалова З.З.

«__»_________2018 йыл

Раҫлайым:

мәктәп директоры

_____Хизбуллина Л.Й.

приказ №_______

«__»_______2018 йыл

2018-2019 уҡыу йылына

9-сы класс өсөн  башҡорт  теленән “Изложение яҙам” факультативының  программаһы .

Төҙөүсеһе: Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы.

Аңлатма.

  Бөгөнгө көндә Мәғариф министрлығы тарафынан  9-сы  кластар өсөн  башҡорт теленән изложение формаһында дәүләт имтихандарын индереү шарттарында был факультативтың эше бик уңышлы.

Программа 33  сәғәткә иҫәпләнгән.

Ысын грамоталылыҡҡа эйә булған бала дөрөҫ яҙыу,  орфографик һәм пунктуацион хатаһыҙ уҡыу менән генә сикләнмәҫкә тейеш. Тағы ла тексты  аңлы  үҙләштерергә, анализларға, интерпретация төрҙәрен белергә һәм дә  бирелгән темаға дөрөҫ, эҙмә-эҙлекле итеп фекер йөрөтә белергә тейеш.

Программа үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе индерә:

  • теоретик материал
  • практик материал (текст өҫтөндә эшләү, тестар)
  • орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләрен ҡабатлау.

Курстың программаһы алты бүлектән тора. Был бүлектәрҙе өйрәнеү барышында  уҡыусыларҙың тексты тыңлай белеүе һәм  иҫтә ҡалдырыуҙары, уны телдән һәм яҙма рәүештә еткерә белеүҙәре тикшерелә. Ошо йәһәттән һәр бүлектә  текст өҫтөндә эшләү күнегеүҙәре, аҙаҡтан изложение текстары менән эш итеү ҡаралған.

Һәр бүлек контроль эш менән тамамлана.

Һуңғы бүлектә изложениеларҙы баһалау критерийҙары бирелгән.

Факультатив курстың төрө – ярҙамсы.

Маҡсаты: башҡорт теленән изложение яҙыу ҡаралған дәүләт имтиханына  өҫтәлмә рәүештә әҙерләнеү өсөн ярҙам итеү.

Йөкмәткеһе (33 сәғәт)

 1 бүлек. Нимә ул изложение? (7 сәғәт).

  • Изложение яҙыу талаптары.
  • Тексты уҡыу, уның төрҙәре. Тыңлау, текстың йөкмәткеһен үҙләштереү.
  • Текст өҫтөндә эшләү алгоритмы.
  • Текстың темаһы. Теманың иң бәләкәй өлөшө булараҡ микротема.
  • Текста төп һүҙҙәрҙе билдәләү. Проблема.
  • Текстың төп фекере (идеяһы).
  • Текста һөйләмдәрҙең бәйләнеү үҙенсәлектәре.

2 бүлек. Тел һүрәтләү саралары.(10 сәғәт)

  • Лексика. Лексик ҡатламдар.
  • Фонетика. Һүҙҙәрҙең фонетик үҙенсәлектәре.
  • Һүрәтләү саралары: аңлатмалары, үтәгән функциялары (эпитет, сағыштырыуҙар, метафора, йәнләндереү, гипербола һ.б.)

3 бүлек. Көткән хаталар…( 5 сәғәт).

  • Телмәр хаталары.
  • Грамматик хаталар.
  • Фактик хаталар.
  1. бүлек. Орфография һәм пунктуация (11 сәғәт)
  • Һүҙҙәрҙә һуҙынҡы өндәрҙең сиратлашыуы
  • Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы.
  • Һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәре
  • Һөйләмдең баш киҫәктәре. Грамматик нигеҙ
  • Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре
  • Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр, уларҙа тыныш билдәләре
  • Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр
  • Ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре

Календарь – тематик планлаштырыу

Тема

Үткәрелеү ваҡыты

Иҫкәрмә

План буйынса

Үткәрелде

1.

Нимә ул изложение?

2

Дөрөҫ уҡыу һәм тыңлау ҡағиҙәләре. Изложение яҙыу талаптары.

3-4

Текст өҫтөндә эшләү алгоритмы.

5.

Текстың темаһы, төп фекере, проблема.

6.

Теманың иң бәләкәй өлөшө булараҡ микротема. Төп һүҙҙәр.

7.

Текста һөйләмдәрҙең бәйләнеү үҙенсәлектәре. Текст өҫтөндә эш.

8.

Лексика. Лексик ҡатламдар

9.

Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһе

10.

Синонимдар

11.

Грамматик синонимдар

12.

Антонимдар

13.

Фразеологик берәмектәр.Изложение яҙыу.

14.

Фонетика.Һүҙҙәрҙең фонетик үҙенсәлектәре

15.

Һүрәтләү саралары

16.

Эпитет.Сағыштырыу.

17.

Метафора.Йәнләндереү.Изложение яҙыу.

18-19

Телмәр хаталары.

20-21.

Грамматик хаталар.

22.

Фактик хаталар.Изложение яҙыу.

23.

Һүҙҙәрҙә һуҙынҡы өндәрҙең сиратлашыуы.

24.

Үҙгәртеүсе ялғауҙар

25.

Яһаусы ялғауҙар.Изложение яҙыу.

26-27.

Һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәре

28.

Һөйләмдең баш киҫәктәре. Грамматик нигеҙ

29.

Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Изложение яҙыу

30.

Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр, уларҙа тыныш билдәләре.

31.

Өндәш һүҙҙәр.Инеш һүҙҙәр.

32.

Тура телмәрле һөйләмдәр.

33.

Ҡушма һөйләмдәр. Изложение яҙыу.