Методик материал - Методический материал
Дәрес өлгөләре, сценарийҙар
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәр | 125 КБ |
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев.Дәрес өлгөһө | 108.3 КБ |
Әнүәр Бикчәнтәев "Бөркөт һауала үлә". Йомғаҡлау дәресе | 31.42 КБ |
Өн һәм хәреф.Алфавит. Дәрес өлгөһө | 38.71 КБ |
8 март байрамына сценарий | 26.66 КБ |
Митинг сценарийы | 21.33 КБ |
Предварительный просмотр:
Ниғәмәтова А.А.,
Салауат районы, Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбе.
Хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәр.
(яңы материалды үҙләштереү)
Предмет: Башҡорт теле.
Класс: 5
Дәрес төрө: яңы материалды үҙләштереү.
- Маҡсат: хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәрҙе айыра белеү кимәлен асыҡлау һәм белемде тәрәнәйтеү, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләре булдырыу.
Шәхси сифаттар өлкәһендә үҫеш:
- Туған тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү;
- Әңгәмәсенең һөйләгәнен иғтибар менән тыңлау;
- Башҡа уҡыусыларҙың хис-тойғоларын аңлай һәм уртаҡлаша белеү.
Предмет өлкәһендәге үҫеш:
- Хәбәр, өндәү һәм һорау һөйләмдәрҙең араһындағы айырмалыҡтарҙы билдәләргә;
- Һөйләмдәрҙе дөрөҫ тауыш менән уҡырға күнектереү;
- Һөйләмде мәғәнәле итеп дөрөҫ төҙөргә өйрәнеү;
- Хәбәр, өндәү һәм һорау һөйләмдәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш:
Көйләүсе УУЭ:
- Дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү;
- Уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү.
Коммуникатив УУЭ:
- Үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белергә һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алырға өйрәтеү;
- Дәрестә уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә кәңәшләшеп эшләргә күнектереү;
- Үҙ фекерҙәрен аныҡ һәм ҡыҫҡа итеп һөйләп бирә белергә күнектереү.
Танып-белеү УУЭ:
- Әйтелеү маҡсатына ҡарап һөйләм төрҙәре менән эшләргә белергә өйрәтеү: хәбәр, өндәү һәм һорау һөйләмдәр.
- Мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү ( схема, таблица төҙөү һ.б.)
- Кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү.
Йыһазландырыу: дәреслек, “Дидактик материал”, презентация, һүрәттәр, смс хәбәр, карточкалар.
Дәрес барышы:
Дәрес этабы | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге | УУЭ формалаштырыу |
I. Ойоштороу моменты. Этаптың маҡсаты:уҡыусыларҙы дәрес- кә әҙерләү, ың- ғай психологик атмосфера булдырыу. Слайд 1 | 1.-Һаумыһығыҙ,балалар! Һеҙҙе күреүемә мин бик шатмын. Бөгөн ниндәй кәйеф менән уҡырға килдегеҙ? 2. Уҡыусыларға йомро шар күрһәтеү. - Ошо шарҙы бер-бер артлы иғтибарлап ҡына ебәрегеҙ, сөнки ул ватылыусан. Бөгөнгө дәрестә лә бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булырһығыҙ тип ышанам. -Тимәк, дәресебеҙҙе башларға барығыҙ ҙа әҙер? | Йылмайған, уртаса йәки күңелһеҙ смайликтар күрһәтәләр.
- Шарҙы бер-бер артлы ебәрәләр. Кәйефте эшкә көйләйҙәр. -Уҡыусылар яуап бирә.(эйе) | Шәхси УУЭ. Үҙеңде эшкә көйләү. |
II. Актуалләштереү Этаптың маҡсаты: яңы теманы үҙләш- тереү өсөн эшмәкәрлектең билдәле ысулдарын актуалләштереү. Слайд 2-3 | 1. Телефон шылтырай. Уҡытыусы телефондан нимәлер уҡый. - Уҡыусылар, һеҙгә смс хәбәр килде. Унда нимәлер яҙылған, тик уның мәғәнәһенә төшөнә алманым. Һеҙ миңә ярҙам итә алырһығыҙ тип уйлайым. - Был һөйләмдәрҙе һеҙгә уҡып сығырға һәм аңларға нимә ҡамасаулай, нимәләр етмәй? -Ә һөйләм аҙағында ниндәй тыныш билдәләре ҡуйылырға мөмкин? - Ни өсөн ҡайһы бер һөйләмдәр аҙағында нөктә, йә өндәү, йә һорау билдәләре ҡуйыла? | - Презентацияла смс хәбәрҙең тексы килеп сыға, уны уҡып ҡарайҙар, ләкин туҡталалар. -Һөйләмдең сиктәре билдәләнмәгән, тыныш билдәләре ҡуйылмаған. -Өндәү, һорау, нөктәләр.
| Алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөү. |
III. Дәрестең тема -һын,маҡсатын билдәләү, уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация фор- малаштырыу. Этаптың маҡса -ты:уҡыусыларҙың иғти- барын һәм теләген яңы белем үҙләштереүгә йүнәлтеү. Слайд 4-6
| – Балалар, бөгөнгө дәрестең темаһы нисек яңғырай? - Эйе. Бөгөнгө тема “Хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәр”. Числоны һәм теманы дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып алығыҙ. -Ә хәҙер смс хәбәрҙә бирелгән һөйләмдәрҙе дәфтәрегеҙгә күсерегеҙ, уларҙың сиктәрен билдәләп, кәрәкле тыныш билдәләре ҡуйығыҙ. (Уҡытыусы парталар буйлап ҡарап сыға, балалар тыныш билдәләрен ҡуйғанда хаталар ебәргән). - Һөйләм аҙағында тыныш билдәләрен барыһын да дөрөҫ билдәләмәгәнһегеҙ. Уларҙы билдәләү өсөн нимәләр белер кәрәк? -Ошо эште дөрөҫ үтәү өсөн дәрестә ниндәй маҡсаттарға ирешер кәрәк? - Өҫтәлдә ятҡан япраҡтарҙы ағасҡа йәбештерегеҙ. Билдәләгән маҡсаттарҙы яҙып алығыҙ. | - Хәбәр,һорау,өндәү һөйләмдәр. -Дәфтәрҙәргә чис - ло,теманы яҙалар. Һөйләмдәрҙе күсереп яҙалар, тыныш билдәләрен ҡуйып сығалар. “Һаумыһығыҙ 5 класс уҡыусылары мине һағынып көттөгөҙмө бына минең килер мәлем дә етте тәбиғәт алтын күлдәк кейгән төҫлө күренә ниндәй тамаша ә һеҙ көҙҙө яратаһығыҙмы Көҙһылыу. ” -Маҡсаттар яҙылған япраҡтарҙы таҡталағы ағасҡа йәбештерәләр,ҡысҡырып уҡыйҙар, һуңынан яҙып алалар. 1.Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙең телмәрҙә ҡулланыу әһәмиәтен билдәләү. 2. Улар бер-береһенән нимәһе менән айырылылғанын асыҡлау. 3. Һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйырға өйрәнеү. 4.Был һөйләмдәр ниндәй интонация менән уҡылыуын асыҡлау. | Танып-белеү УУЭ Коммуникат. УУЭ Проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү, проблеманы аныҡлау. |
IV. Яңы тема үҙләштереү. Этаптың маҡса -ты: текст ярҙа -мында яңы мәғлү- мәт үҙләштереү. Слайд 7
| - Һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар. Уҡып сығып, мәғлүмәт турыһына кәрәкле билдәләр ҡуйырға тәҡдим итәм. “ ˅” – мин быны белә инем “+” – минең өсөн яңы “-” – икенсе төрлө уйлай инем “?”- минең өсөн аңлашылмай ҡалды. - Бөгөнгө тема буйынса нимәләр һеҙгә таныш ине? - Ниндәй мәғлүмәт һеҙҙең өсөн яңы булды? - Ҡайһы мәғлүмәт буйынса икенсе төрлө фекерләй инегеҙ? - Нимә аңлашылманы? | - Карточкаларҙа тейешле билдәләрҙе урынлашты- ралар. - Һәр уҡыусы карточка буйынса үҙенең яуаптарын аңлатып бирә. (паузалар, интонация тураһында белмәйҙәр, ) | Шәхси УУЭ; |
IV.Яңы теманы беренсел үҙләштереү, аңлау кимәлен тикшереү. Этаптың маҡса- ты: уҡыусыларҙың яңы мәғлүмәтте аңлау кимәлен билдәләү, алған белемде ҡулланып,биремдәрҙе үтәүгә йәлеп итеү. Слайд 8-12 | - Уҡыусылар, Көҙһылыу ебәргән смс хәбәргә кире ҡайтып, һөйләмдәрҙә тейешле тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ. - Барығыҙ ҙа дөрөҫ билдәләнеме? Тикшерегеҙ. -Ә хәҙер һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡып ишеттерегеҙ, ни өсөн ошо тыныш билдәһе ҡуйғанығыҙҙы аңлатығыҙ. - Мин һеҙҙең менән тулыһынса килешәм. Яңы мәғлүмәтте барығыҙ ҙа тейешле файҙаланды.Афарин! | -Хаталанған урындарҙа тейешле тыныш билдәләре ҡуйып сығалар. -Презентацияла сыҡҡан һөйләмдәр менән сағыштыралар. “Һаумыһығыҙ, 5 класс уҡыусылары! Мине һағынып көттөгөҙмө?Бына минең килер мәлем дә етте. Тәбиғәт алтын күлдәк кейгән төҫлө күренә. Ниндәй тамаша!Ә һеҙ көҙҙө яратаһығыҙмы? Көҙһылыу. ” - Һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡып, аңлатып баралар. 1-се уҡыусы- ысынлап та, бындай һөйләмдәр менән эш иткәндә интонация ҙур әһәмиәткә эйә. Интонация-ул һөйләүсенең эске тойғоһон, кисерешен сағылдырған тауыш үҙенсәлеге. 2-се уҡыусы- 1,5 һөйләмдәрҙә Көҙһылыу тәбиғәт менән һоҡлана, уларҙы уҡығанда аҙаҡҡы һүҙҙә тауыш юғары күтәрелә. Шуның өсөн өндәү билдәһе ҡуйҙыҡ. 3-сө уҡыусы- 2,6 һөйләмдәрҙә беҙгә һорау бирә, шуның өсөн һорау билдәһе ҡуйҙыҡ. 4-се уҡыусы - 3,4 һөйләмдәрҙә көҙ күренештәре тураһында хәбәр итә, шуға ла был һөйләмдәрҙә нөктә ҡуйҙыҡ. | Коммуникатив УУЭ: -үҙ фекереңде еткерә белеү; -дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү |
V. Ял минуты. Этаптың маҡса- ты: лексик тема буйынса әңгәмә- ләшеү, ял минуты ойоштороу. Слайд 13-14
| -Уҡыусылар, смс хәбәр беҙгә кемдән килгәйне? Ә һеҙгә көҙ миҙгеле оҡшаймы? -Ни өсөн? -Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ.Көҙ иң мул килеүсе миҙгел. Баҡсала халыҡ мәж килә.Бик күңелле осор! -Ә йәнлектәр көҙ нимә эшләй икән? Ял иткән арала уныһын да белерһегеҙ. Ҡоштар осто көньяҡҡа, Ҡанат ҡағып йыраҡҡа Айыуҙар өн ҡаҙыны. Бик тәрән итеп баҙҙы. Балыҡтар да тындылар, Һыу төбөнә сумдылар. Ағастар яланғастар Елдәрҙә сайҡалалар. | -Көҙһылыуҙан -Тыуған көндәр, -яңы уҡыу йылы башлана, - уңыш йыябыҙ һ.б. -Физкультминутканың һүҙ- ҙәренә тура килтереп хәрәкәттәр яһайҙар. | Коммуникатив УУЭ. |
VI.Яңы белемде нығытыу, күне- геүҙәр өҫтөндә эш. Этаптың маҡса- ты: уҡыусыларҙың тема буйынса алған белем- дәрен нығытыу, төрлө типтағы күне- геүҙәр башҡарыу. -хәбәр,һорау,өндәү һөйләмдәр төҙөү; телмәрҙә ҡулланыу әһәмиәтен билдәләү;
-дөрөҫ интонация менән уҡыу; | - Ял итеп алдыҡ, көҙөн кешеләрҙең, йәнлектәрҙең нимә менән шөғөлләнеүен дә белдек, ә хәҙер эште дауам итәбеҙ. -Һеҙ 3 төркөмгә бүленәһегеҙ. (класты 3 төркөмгә бүлеү:1- уҡыу алдынғылары, 2-“уртаса” уҡыусылар, 3- артта ҡалыусы уҡыусылар) Беренсе төркөм, мин таратҡан ҡағыҙ, клей, һүрәттәрҙе файҙаланып “Тыуған яҡта көҙ” темаһына хикәйә төҙөй. Хикәйәгеҙҙә хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе ҡуллана -һығыҙ. Был төр һөйләмдәр телмәрҙә ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын аңлатаһығыҙ. Икенсе төркөм, дәреслек- тәге 37- се күнегеүҙе баш- ҡара. Һөйләм аҙағында кәрәкле тыныш билдә -ләрен ҡуйып күсерегеҙ ҙә,биремдә ҡушылғанса һөйләмдәрегеҙҙе иң тәүҙә иптәштәрсә, икенсе- һендә ҡәтғи бойороусан тауыш менән уҡып күрһәтегеҙ. Өсөнсө төркөм- “Дидактик материал” китабынан 37-се карточканы башҡара. Һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға. | -Уҡытыусы бүлгәнсә ултыралар. -хикәйә төҙөйҙәр, дөрөҫ интонация менән һөйләмдәрен уҡыйҙар, телмәрҙә бындай һөйләмдәрҙең әһәмиәте нимәлә икәнен аңлаталар: хәбәр, өндәү, һорау һөйләмдәр телмәребеҙҙе байыта, матур яңғырашлы итә. - 37-се күнегеүҙе башҡаралар, өндәү билдәләрен ҡуялар, тәүҙә – иптәштәрсә, һуңынан –бойороусан тауыш менән уҡып ишеттерәләр. -“Дидактик материал” китабынан 48-се карточкала бирелгән һөйләмдәрҙе күсереп яҙалар. | Регулятив УУЭ. Дифференциаль уҡыу |
VII.Теманы үҙләш- тереү кимәлен тикшереү. Этаптың маҡса- ты: яңы белемде үҙләштереү ки- мәлен, сифатын билдәләү. Слайд 15-17 | -Дәресебеҙ аҙағына яҡын- лашты.Һеҙҙең алған белемдәр- ҙе лә баһаларға ваҡыт. Мин уҡыған һөйләмдәрҙе дәфтәр- ҙәргә күсереп яҙығыҙ. Парталарҙа ятҡан карточкалар ярҙамында һөйләм аҙағында нин дәй тыныш билдәһе ҡуйыуы- ғыҙҙы күрһәтегеҙ. -Беренсе һөйләм аҙағында …. ҡуябыҙ -Икенсе һөйләм аҙағында ….. ҡуябыҙ. -Өсөнсө һөйләм аҙағында …..ҡуябыҙ. -Афарин, уҡыусылар! | -Дәфтәрҙәргә һөйләмдәрҙе яҙалар: 1. Һәр уҡыусы үҙ мәктәбен ярата. 2. Йәй лагерҙа уҡыусылар булдымы? 3. Их, һағындырҙы ла һуң мәктәп! -нөктә -һорау -өндәү | Шәхси УУЭ. |
VIII. Рефлексия. Этаптың маҡса- ты: дәрес буйынса һығымта яһау. Слайд 18-19 | - Ә хәҙер дәрес ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырҙыҡ,хәбәр,һорау,өн- дәү һөйләмдәрҙең телмәрҙә ҡулланыу әһәмиәтен билдәләнек, уларҙы бер-береһенән айырырға,дөрөҫ инто -нация менән уҡырға, һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға өйрәндек тиһәгеҙ, иң юғары баҫҡысҡа өндәү билдәһе яҙылған ҡағыҙҙы йәбештерәһегеҙ; аңлашылмаған мәғлүмәт ҡалды тиһәгеҙ, һорау билдәһен йәбеш- терәһегеҙ; әгәр тема аңлашылмаһа, нөктә билдәһен сығып йәбештерәһегеҙ. -Кем үҙенең, уҡытыусының дә рестәге эшен “5” билдәһенә баһалай-сәпәкәйләй, кем “4” билдәһенә-тыпырлай, әгәр ҙә “3” билдәһенә баһалайһығыҙ икән-баҫаһығыҙ. -Яҡшы, барығыҙ ҙа теманы аңлаған тигән һығымтаға киләм! | -Һәр уҡыусы дәрескә һығымта эшләй, яңы теманы аңлау/аңламауын әйтеп кәрәкле билдәне сы -ғып йәбештерә. -Дәрескә һәр кем үҙбаһа яһай. | |
IX. Өйгә эш аңлатыу.Йомғаҡлау Этаптың маҡса- ты: уҡыусыларға өйгә эш биреү, аңлатыу. Слайд 19 | -Бирелгән эштәрҙе ғәҙәттәгесә теләк буйынса башҡарабыҙ. 1.43 -сө күнегеүҙә бирелгәнбер теманы һайлап, инша яҙырға. 2. 42 –се күнегеү. Һорауҙар яҙырға -Яҡшы эшегеҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ. | - Теләк буйынса бер күнегеүҙе генә башҡаралар. -Һау булығыҙ! |
Предварительный просмотр:
9 класс. Башҡорт әҙәбиәте.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев “Ҡайыш илә йүкә” мәҫәле.
Маҡсат: Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тураһында белешмә биреү, уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу; әҫәрҙең йөкмәткеһе менән танышыу, анализлау; уҡыусылар менән кешеләргә ихтирамлы булыу, һәр кемде тиң күрә белеү тураһында әңгәмәләшеү.
Йыһазлау: хрестоматия, М.Өмөтбаевтың портрет-таблицаһы, презентация, карточкалар.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу моменты.
1. Иҫәнләшеү.
2. Уҡыусыларҙы барлау.
II. Өйгә эш тикшереү, үтелгәнде иҫкә төшөрөү. (Мифтахетдин Аҡмулла ижады буйынса).
- Бер-нисә баланан иншалар уҡытыу.
- Шиғырын яттан һөйләтеү.
- “Дуэль” уйыны. (Һорау-яуап)
III. Төп өлөш. Яңы тема.
- Дәрес маҡсаты менән таныштырыу. Уҡытыусының инеш һүҙе.
- Башҡорт әҙәбиәтебеҙҙе, мәғрифәтебеҙҙе үҫтереүҙә яҙыусы-шағирҙарыбыҙҙың
әһәмиәте бик ҙур. Үҙенең күп яҡлы ижади эшмәкәрлеге менән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Башҡортостанда ижтимағи аңдың,фәнни фекерҙең һәм әҙәбиәттең үҫешенә тос өлөш индерҙе.Бөгөн беҙ дәрестә уның тормош юлы һәм ижады менән танышабыҙ.
- Число, теманы яҙҙырыу.
- Әҙиптең биографияһы менән танышыу (презентацияла күрһәтелеп барыла). Таҡтала
М Ө Х Ә М Ә Т С Ә Л И М Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1841 йылдың 21 авгусында (2 сентябрендә ) Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран -Табын олоҫоноң (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы р-ны) Йомран-Ибраһим ауылында тыуған | Ө М Ө Т Б А Е В Ауылындағы мәҙрәсәне тамамлағас, 1852-1860 йылдарҙа Ырымбурҙағы Неплюев исемендәге кадетлыҡ корпусында уҡый. Аҙаҡ Өфөгә күскәс Диниә назаратында тәржемәсе булып эшләй. |
- Өҫтәлмә рәүештә дәреслектә бирелгән теоретик мәғлүмәтте уҡып сығалар, ижады тураһында өҫтәп яҙалар.
IV. “Ҡайыш илә йүкә” мәҫәле өҫтөндә эш.
- Инеш һүҙ.
- Бөгөн беҙ уҡыясаҡ мәҫәлдә социаль мотивтар сағылыш таба. Бай менән ярлының социаль хәлен, бер-береһенә ҡаршы ике көс икәнен асып һала.
2. Һүҙлек өҫтөндә эш. (презентацияла)
Йүкә - эре ағас, бейеклеге 20-30 м-ға етә. Йүкә июлдә аҡһыл һары сәскә ата.
Мәжал – көс-ҡеүәт
Һиммәт -тырышлыҡ, теләккә ынтылыусанлыҡ
Йөрьәт итеү – баҙнат итеү, ҡыйыулыҡ.
- Мәҫәлде уҡытыусының уҡып сығыуы.
- Класты төркөмдәргә бүлеү. (слайдта эштәр яҡтыртыла)
А) Беренсе төркөм мәҫәлдең темаһын, идеяһын асып бирә.
Б) Әҫәрҙең композицияһы.
В) Өсөнсө “Баһалаусы” төркөм.
V. Йомғаҡлау.Өйгә эш биреү.
- Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе, уҡыусыларҙың дәрестәге эшмәкәрлеген баһалау.
- Өйгә эш биреү. Әҫәрҙең аҙағында бирелгән һорауҙарға яуап бирергә.
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль район
Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Әнүәр Бикчәнтәевтың
“Бөркөт һауала үлә”әҫәре буйынса башҡорт әҙәбиәтенән йомғаҡлау дәресе.
Үткәрҙе: Мәсетле төп дөйөм
белем биреү мәктәбенең
юғары категориялы башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы.
Тема: Әнүәр Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”. Йомғаҡлау
Уҡытыусы эшмәкәрлегенең маҡсаты: Әнүәр Бикчәнтәевтың тормош юлын иҫкә төшөрөү, “Бөркөт һауала үлә” әҫәренең йөкмәткеһен анализлау; уҡыусыларҙы башҡорт телендә аралашырға, белем алырға, әҫәргә таянып, батырлыҡ, тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ тураһында һөйләшеү, уларҙың тормоштағы урынын билдәләү; уҡыусыларҙың интеллектуаль шәхес булып үҫеүен тәьмин итеү.
Көтөлгән шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре:
- Шәхси үҫеш кимәле: белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу; ижади-эҙләнеү эше менән шөғөлләнеү; телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыуға ынтылышты үҫтереү.
- Метапредмет кимәле: төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү, алған белемде системалаштырыу; башҡаларҙы тыңлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү; хеҙмәт, намыҫ, яҡшылыҡ кеүек төшөнсәләрҙе тәрәнерәк аңлау; үҙ-үҙеңә баһа биреүҙе тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү.
- Предметты үҙләштереү кимәле: тасуири, етеҙ, шыма уҡыуға өлгәшеү, әҙәби әҫәрҙе анализлау алымдарын өйрәнеүҙе дауам итеү; бәйләнешле телмәр үҫтереү.
Маҡсат: бирелгән әҫәрҙең йөкмәткеһенә анализ яһау;
фекерләү һәләтен, анализлау, синтезлау күнекмәләрен үҫтереү;
тыуған иленә тоғро, хеҙмәтте һөйгән, туған телен
ихтирам иткән шәхес тәрбиәләү;
Планлаштырылған һөҙөмтә: әҫәрҙең йөкмәткеһен асыу, аралаша, фекер алыша белеүҙе мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.
Предмет-ара бәйләнеш: Тарих, Башҡортостан географияһы.
Ресурстар:
- Төп: 6 класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән дәреслек; компьютер, экран.
- Өҫтәмә: карточкалар.
Эште ойоштороу төрҙәре: фронталь, индивидуаль, парлап һәм төркөмләп эшләү.
Үткәреү технологияһы:
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль район
Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбе
“Өн һәм хәреф. Алфавит” темаһы буйынса башҡорт теленән дәрес өлгөһө.
Үткәрҙе: Мәсетле төп дөйөм
белем биреү мәктәбенең
юғары категориялы башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы.
Класс: 5
Предмет: башҡорт теле.
Тема: Өн һәм хәреф.Алфавит.
Дәрес төрө: Яңы белем алыу.
Белем биреү маҡсаты: өндәр һәм хәрефтәр тураһында төшөнсә биреү, ике өн белде-
реүсе, өн белдермәүсе хәрефтәрҙе яҙырға өйрәтеү; алфавит тура-
һында белгәндәрен иҫкә төшөрөү, уның әһәмиәтен асыҡлау.
Шәхси сифаттар өлкәһендә үҫеш:
- Ҡоштар тураһында әңгәмәләшеү, улар менән ҡыҙыҡһыныу;
- Дәрестә башҡарған эшең өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тойоу.
Предмет өлкәһендә үҫеш:
- Өн һәм хәреф араһында булған айырманы билдәләү;
- Һығымта яһап, ҡағиҙә сығарыу;
- Башҡорт алфавитын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
Метапредмет өлкәһендә үҫеш:
Көйләүсе УУЭ: дәрестең темаһын, дәрестә нимәгә өйрәнергә кәрәклеген
маҡсат итеп билдәләй белеү;
Коммуникатив УУЭ: уҡытыусы һәм класташтары менән хеҙмәттәшлек итеү; башҡалар-
ҙың фекерен тыңлау, үҙ фекереңде яҡлау; төркөмдә килешеп эшләү;
Танып-белеү УУЭ: тема буйынса белемде тәрәнәйтеү; Башҡортостанда йәшәүсе ҡоштар
тураһында белемде дөйөмләштереү.
УМК: Башҡорт теле. 5 класс. В.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин, З.М.Ғәбитова һ.б. – Өфө:
Китап,2017.
Предмет-ара бәйләнеш: әҙәбиәт(шиғыр өҙөктәре), тирә-яҡ тәбиғәтте өйрәнеү (ҡоштар).
Йыһазландырыу: Дәреслек, презентация, карточкалар, “Белем ағасы”, һүҙлек һүҙҙәр,
уҡытыусының шәхси сайты (онлайн тест), электрон дәреслек.
Дәрес этабы | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге | УУЭ формалаштырыу |
I. Ойоштороу моменты. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙы дәрескә әҙерләү, ыңғай психологик атмосфера булдырыу. Слайд 1 | - Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа, Уяналар ауыл-ҡалалар. Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем- Һаумыһығыҙ, балалар! | Һаумыһығыҙ!
|
Һаулыҡ һаҡлау |
II. Өй эшен тикшереү. Этаптың маҡсаты: өйгә бирелгән эште тикшереү. | - Кем һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙы лексика бүлегендә өйрәнәбеҙ ти, шулар ултыра. -Кем һуҙынҡы һәм тартынҡылар фонетика, графика бүлегендә өйрәнелә ти, шулар ултыра. -Афарин! Ҡағиҙәне барығыҙ ҙа ятлаған. -Тынысландыҡ, матур, дөрөҫ ултырҙыҡ! - Таныш булайыҡ мин- Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы. Мәсетле мәктәбендә һеҙҙең кеүек тырыш, аҡыллы балалар уҡытам. | - Беренсе фекерҙән һуң бер бала ла ултырмай(дөрөҫ түгел) -Икенсе фекерҙән һуң бөтәһе лә ултырырға тейеш (дөрөҫ яуап). -Парта артына дөрөҫ итеп ултыралар. | |
III.Актуалләштер Этаптың маҡсаты: яңы теманы үҙләш- тереү өсөн эшмәкәрлектең билдәле ысул- дарын актуал- ләштереү. Слайд 2-3 | -Фонетика һәм графика бүлеген өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ, белем ағасын артабан байытабыҙ. Хәҙер уҡыусылар, ҡош тауыштарын тыңлайыҡ. -Уларҙың телен аңланығыҙмы? Ярай. - Дәреслектең 70-се битендә диалогты ролләп уҡыйыҡ. Текст аңлашылдымы? Ни өсөн? -Беҙҙең алда ниндәй проблема тыуҙы? -Ни өсөн тип уйлайһығыҙ? -Проблеманы сисеү өсөн телмәребеҙҙең структур төҙөлөшөн ҡарайыҡ. Өн Хәреф Һүҙ Һөйләм Текст | -Ҡош тауыштарын тыңлайҙар. -Юҡ -Ролдәргә бүлеп уҡыла -Сөнки өндәр һәм хәрефтәр ярҙамында, һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ һәм аңлайбыҙ. -Ни өсөн беҙ ҡоштар телен аңламайбыҙ. -Белмәйҙәр. - | Танып-белеү УУЭ. Алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөү. |
III. Дәрестең тема -һын,маҡсатын билдәләү, уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация фор- малаштырыу. Этаптың маҡсаты:уҡыу-сыларҙың иғти- барын һәм теләген яңы белем үҙләш- тереүгә йүнәл- теү. Слайд 4-6
| - Бөгөн дәрестә нимә өйрәнәбеҙ? - Төҙ ултырабыҙ, дөрөҫ, матур итеп яҙабыҙ: Егерме бишенсе ғинуар. Ниндәй орфограмма? Өн һәм хәреф.Алфавит. -Ее Ее Ее Ее Ее Ее Ее -Был ниндәй хәреф? -Тағы ошондай хәрефтәр бармы? - | - Өн һәм хәреф. Алфавит. -Дәфтәрҙәргә чис - ло,теманы яҙалар. -Яуап бирәләр. -Дәфтәргә яҙалар -Ике өн белдереүсе е хәрефе. -Тағы ла я, ю, ё хәрефтәре бар. | Танып-белеү УУЭ Коммуникат. УУЭ Проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү, проблеманы аныҡлау. |
IV. Яңы тема үҙләштереү. Этаптың маҡса -ты: текст ярҙа -мында яңы мәғлүмәт үҙләш- тереү. Слайд 7
| -Электрон дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте уҡып, алдығыҙҙа ятҡан карточкаларҙа тейешле билдәләр урынлаштырығыҙ. “ ˅” – мин быны белә инем “+” – минең өсөн яңы “-” – икенсе төрлө уйлай инем “?”- минең өсөн аңлашылмай ҡалды. - Бөгөнгө тема буйынса нимәләр һеҙгә таныш ине? - Ниндәй мәғлүмәт һеҙҙең өсөн яңы булды? - Нимә аңлашылманы? | -Электрон дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте уҡып сығалар. -Карточкаларҙа тейешле билдәләрҙе урынлаштыралар. - Һәр уҡыусы карточка буйынса үҙенең яуаптарын аңлатып бирә. ( ) | Шәхси УУЭ; |
IV.Яңы теманы беренсел үҙләштереү, аңлау кимәлен тикшереү. Этаптың маҡса- ты: уҡыусы- ларҙың яңы мәғлүмәтте аң- лау кимәлен билдәләү, алған белемде ҡул- ланып,биремдәр-ҙе үтәүгә йәлеп итеү. Слайд 8-12 | -Барыбыҙ ҙа дәреслектең 73 битен астыҡ. Алфавит тураһында белемде иҫкә төшөрәйек. Һорауҙарға яуаптарҙы яҙып барайыҡ. - Алфавитта нисә хәреф? - Өн белдермәүсе ниндәй хәрефтәр? - Ике өн белдереүсе? - Рус алфавитынан нимә менән айырыла? - Ә хәҙер, тиҙ генә 98-се күнегеүҙе яҙып эшләйек. - Мин һеҙҙең менән тулыһынса килешәм. Маҡсатыбыҙға ирештек-алфавит тураһында иҫкә төшөрҙөк. Афарин! | - Бер бала биремде ҡысҡырып уҡый. - Ҡысҡырып класс менән уҡыйҙар. - 42 - 2: ъ,ь - ике өн белдереүсе: 4 хәреф-е,ю,я,ё. -башҡорт алфавитын- да үҙенсәлекле өндәр бар: ә,ө,ү,ҡ,ғ,ҫ,ҙ,һ,ң -Ҡош исемдәрен алфавит тәртибендә яҙалар. | Коммуникатив УУЭ: -үҙ фекереңде еткерә белеү; -дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү |
V. Ял минуты. Этаптың маҡса- ты: лексик тема буйынса әңгәмә- ләшеү, ял минуты ойоштороу. Слайд 13-14
| -Арығанһығыҙҙыр, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ. -Беҙҙең Башҡортостанда Шундай бейек тауҙар. Беҙҙең Башҡортостанда Шулай бөгөлә талдар. Беҙҙең Башҡортостанда Шундай йүгерек шишмәләр. Беҙҙең Башҡортостанда Шулай осалар ҡоштар. Беҙҙең башҡортостанда Шулай һикерә ҡуяндар. Беҙҙең Башҡортостанда Уңған ҡыҙ һәм малайҙар! -Афарин,бигерәк уңғанһығыҙ! | -Физкультминутканың һүҙҙәренә тура килтереп хәрәкәттәр яһайҙар. | Коммуникатив УУЭ. |
VI.Яңы белемде нығытыу, күне- геүҙәр өҫтөндә эш. Этаптың маҡса- ты: уҡыусыларҙың тема буйынса алған белем- дәрен нығытыу, төрлө типтағы күнегеүҙәр баш- ҡарыу. | -Балалар, ә беҙҙең районда ниндәй ҡоштар бар? Беләһегеҙме икән? 1. - Әйҙәгеҙ уларҙың бер нисәһе менән танышып китәйек. Эште төркөмдәрҙә башҡарабыҙ. Мин һеҙгә таныш булған шиғырҙан буталған юлдар таратам, һеҙ дөрөҫ тәртиптә яҙып, ниндәй ҡош тураһында һүҙ барғанын уҡып ишеттерегеҙ. -Үҙебеҙҙә булған ҡоштар тураһында ла белдек. - Уҡыусылар, ҡоштарға ҡышлауы еңел булһын өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ? 2. -Һеҙҙең парталарҙа карточкалар,был эште парлап башҡарабыҙ.Нимә эшләр кәрәк? -Дөрөҫ ултырабыҙ, матур яҙабыҙ! - Яҙылғандан сығып ниндәй һығымта эшләрһегеҙ? - Тағы ла бер маҡсатыбыҙға ирештек. Ике өн белдереүсе хәрефтәрҙе яҙырға өйрәндек.Афариндар! 3. Күҙҙәр, ҡулдар өсөн гимнастика? 4. -Эште дауам итәбеҙ , бергәләп 101-се күнегеүҙе эшләйбеҙ. -Ниндәй осраҡтарҙа ъ, ә ҡасан ь билдәһе яҙыла. Беҙ уларҙы ниндәй өндәр тип йөрөтәбеҙ? (таблица таҡтаға эленә) | -Ҡош исемдәрен һанайҙар. -А4 биттәрендә буталған юлдарҙы дөрөҫләп йәбештерә- ләр, яҙып алалар. Шиғырҙы уҡыйҙар. -Тағараҡтар эшләп, ем һибәбеҙ. -Бер бала карточканан биремде уҡый.Һүҙҙәр яҙырға.Ҡағиҙә сығарырға. -Ө,ү,о хәрефтәре алдынан й яҙыла, е,я,ю хәрефтәрен әйткәндә ике өн ишетәлә, ә яҙғанда е,ю,я,ё ғына яҙыла. - Берешәрләп таҡтаға сығып ъ,ь билдәһе төшөп ҡалған хәреф- тәрҙе өҫтәп яҙалар.Әгәр дөрөҫ яҙһа-йәшел ҡулды күтәрәләр, хаталанһа-зәңгәр ҡулды күтәрәләр. - Беренсе ижектә ҡа – лын һуҙынҡы торһа-ъ, нәҙек һуҙынҡы – ь бил дәһе яҙыла. | Регулятив УУЭ. Дифференциаль уҡыу |
VII. Теманы үҙләштереү ки- мәлен тикшереү. Этаптың маҡса- ты: яңы белемде үҙләштереү ки- мәлен, сифатын билдәләү. Слайд 15-17 | -Ҡуйған маҡсаттарға ирештекме икән? Тест һорауҙарына яуап биреп беләбеҙ. (уҡытыусының сайтында онлайн тест асыла). | -Эйе. -Уҡыусылар берешәрләп яуап бирәләр. | Шәхси УУЭ. |
VIII. Рефлексия. Этаптың маҡса- ты: дәрес буйынса һығымта яһау. Слайд 18-19 | -Ә хәҙер таҡтала бирелгән һүҙҙәрҙе | …..иҫкә төшөрҙөк …..яҙырға өйрәндек …..белдек ……һүҙҙәр төҙөнөк …..килешеп эшләнек ….ҡатнаштым | |
IX. Өйгә эш аңлатыу.Йомғаҡлау Этаптың маҡса- ты: уҡыусыларға өйгә эш биреү, аңлатыу. Слайд 19 | - |
Предварительный просмотр:
Салауат районы МР
Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбе
“Гүзәл заттар – тормош биҙәге”
(8 март)
Үткәрҙе: Ниғәмәтова А.А.
( бер төркөм егеттәр сығып, шахмат тәртибендә теҙелә)
1-Хәйерле көн,
2- ер биҙәге,
3-донъя ҡото булған гүзәл заттар –
4-ҡыҙҙар,
5-апайҙар,
6-әсәйҙәр,
7- өләсәйҙәр,
8-хөрмәтле уҡытыусылар!
9-Кем донъяға кеше бүләк итә?
Ә кешегә яҡты донъяны?
Тойғолары ҡояш кеүек ҡайнар,
Эретерлек гранит ҡаяны...
10-Кем дөньяға кеше бүләк итә?
Кемдең күңеле тулған айҙай серле,
Яҙҙар һымаҡ наҙлы, яғымлы?
11-Шатлыҡтарын башҡаларға бүлә
Ҡайғыларға түҙем, сабырлы
Кем йылмая йәйге таң атҡандай
Балҡытып бар донъяны?
12-Нәфис гөлгә һоҡланырлыҡ
Көләслектә уға тиңдәр юҡ.
Кемдең ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй.
Изгелеге үлсәү тапҡыһыҙ.
13-Ул әлбиттә йәшәү сығанағы,
Тормош йәме-ҡатын-ҡыҙ!
14-Ҡәҙерле гүзәл заттарыбыҙ!
15-Һылыу ҡыҙҙарыбыҙ,
16-Яратҡан әсәйҙәребеҙ,
17-Сал сәсле өләсәйҙәребеҙ,
18-Көләс йөҙлө уҡытыусыларыбыҙ!
19- Һеҙҙең барығыҙға бөгөн
Беҙҙең иң ҡәҙерле һүҙебеҙ.
Шат бейеүҙәр, матур йырҙар
Әҙерләнек үҙебеҙ.
2 класс уҡыусылары башҡарыуында “Байрам бөгөн”
1А.Б: 8Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Гүзәл заттар-тормош биҙәге» тип аталған кисәне башлайбыҙ һәм ҡотлау өсөн һүҙҙе мәктәп директоры – Лилиә Йәләл ҡыҙына бирәбеҙ.
2 А. Б. Оҙон, йоҡоло ҡыштан һуң, ниһәйәт, түҙемһеҙләнеп көткән Яҙ беҙгә ишек ҡаға. Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, донъя шулай нурға ҡойонғанда, йөрәктәр ҙә елкенмәй ҡала алмай. Яҙ менән бергә наҙ, йәшлек, моң һибелә, ер йәшәрә, тәбиғәт йәмләнә.
1 а. Б - Яҙ – ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫ яна.
Алһыу Дәүләтшина башҡарыуында йыр- “8 марта – мамин день!”
2 а.б. Ҡатын-ҡыҙҙы төпһөҙ даръяға ла, ғорур ҡаяға ла, наҙлы елгә лә оҡшаталар. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы ла, хәстәрлекле әсә лә, кәрәк икән үткер телле, ҡыйыу, батыр ҙа, нәзәкәтле, һылыу, мөләйем тормош биҙәге лә.
Һеҙҙең йәшәйештең үҙ ҡануны,
Кеше хәстәрҙәре иң элек.
Бар булмышың – янып хеҙмәт итеү,
Бар булмышың – ҡылыу изгелек.
6 класс ҡыҙҙарының бейеүе байрам бүләге булһын. ( ҡыҙҙар )
1 а.б. Шундай ҡыҙҙар була :
Матурлығы
Йөрәгеңде китә ҡуҙғатып,
Гөнаһмы ни:
Ситтән генә балҡып
Илһам биреп барһа оҙатып?
2 а.б. Беҙҙең егеттәребеҙ ҡыҙҙарҙы нисек ярата, ихтирам итә икән? Әйҙәгеҙ уларға һүҙ бирәйек.
Йыр “ Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар!”
1 а.б. Ҡатын-ҡыҙҙар барҙа ил ишәйер,
Бәрәкәттә йәшәр тыуған ер.
Әсә булған ерҙә тел йәшәрер,
Тик ырыҫтан торор тыуған ер.
2 а.б. Ысынлап та, әсәйҙәр булған ерҙә бар тирә-яҡ яҡтыра, тормошҡа йәм өҫтәлә. Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеуек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.
1 а.б. Киләһе концерт номерыбыҙ бары тик һеҙҙең өсөн.
Йыр “Әсәйем”.
1 а. б. Ә хәҙер әйҙәгеҙ, бер аҙ ял итеп алайыҡ.
2 а.б. Афарин, әсәйҙәребеҙ ысынлап та моңло һандуғастар икән!
1 а.б. Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һеҙ-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнъя йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә, һеҙ дөрләтеп тораһығыҙ.
Псинова Настя башҡарыуында “ Мама” йыры.
2 а.б. Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә
Уларҙалыр бөтөн ауырлыҡ
Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан
Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ
1 а.б. Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә
Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.
Башланғыс класс уҡыусылары башҡарыуында “ Гөлнәзирә” бейеүе
2 а.б.Ошо яҡты, яҙғы байрам көндө,
Гел йылмайһын һеҙҙең йөҙөгөҙ.
Шатлыҡ-бәхет күреп йәшәгеҙ гел.
Яҙ ҡояшы кеүек көлөгөҙ!
1 а. б.- Күңелдәргә йылылыҡ биреүсе, нур һибеүсе, мөләйем йөҙлө өләсәйҙәребеҙ! Киләһе музыкаль номерыбыҙ һеҙҙең өсөн. Класс уҡыусылары башҡарыуында “ Өләсәйем” йыры.
2А.Б Ҡатын-ҡыҙҙар, гүйә, ҡара урман;
Ҡуйынында күпме сер ята!
Ҡай берәүҙәр унда бәхет таба,
Ҡай берәүҙәр башын юғалта.
1А.Б: Мин ҡушылма, Боҙ һәм ялҡын,
Кемгә эҫе,кемгә һалҡын,
Туңдырам йә өрәм ялҡын
Ҡатын-ҡыҙ бит минең затым.
Гөлдәр Ғәлимова башҡарыуында “Башҡорт лирик бейеүе” бейеүе.
2 а.б. Һеҙҙең йәшәйештең үҙ ҡануны,
Кеше хәстәрҙәре иң элек.
Бар булмышың – янып хеҙмәт итеү,
Бар булмышың – ҡылыу изгелек.
Уҡытыусылар башҡарыуында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” йыры.
2 а.б Ни булыр ине доньяла
Әгәр ҙә бейеү булмаһа
Кешеләрҙең күңелендә
Яңғырап гел тормаһа.
5 класс ҡыҙҙары башҡарыуында “ Башҡорт полькаһы”
1 а.б .Йырҙан ҡиммәт, йырҙан ҡәҙерлерәк
Күстәнәсем башҡа юҡ минең – ти Гөлшат Исламғолова.. “ Мама, будь всегда со мною рядом”
2 а. Б. Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ, ҡыҙҙар, уҡытыусы апалар! Һеҙ беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешеләребеҙ. Һәр ваҡыт йәш, оҙон ғүмерле булығыҙ, таҙалыҡта йәшәгеҙ, ҡайғы-хәсрттәр һеҙҙе ситләп үтһен. Дөнъяла һеҙ булғанда, беҙ ҙә бәхетле булып йәшәйбеҙ.
1 а.б. Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағын бер ҡат яҡынлашып килгән 8 март- ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлайбыҙ! Ошоноң менән концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!!!
Программа.
- 2 класс “Байрам бөгөн”.
- Йыр “8 марта-мамин день” Давлетшина Алсу.
- 6 класс “Әүһәләй”.
- 5-6 класс егеттәре “Эх,һеҙ матур ҡыҙҙар!”.
- 7-8 класс ҡыҙҙары “Әсәйем”.
- Йыр “Мама” Псинова Анастасия .
- Башл. кл. “Гөлнәзирә” бейеүе.
- 5 класс “Өләсәйем” йыры.???
9. Гөлдәр Ғалимова “Башҡорт лирик бейеүе”.
10. Уҡытыусылар “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” йыры.
11. 5 класс ҡыҙҙары “Башҡорт полькаһы”
12. 2 класс “Әсәй”
13. Йыр “Мама, будь всегда со мною рядом” Гульшат Исламгулова.
Предварительный просмотр:
“Ул йылдарҙың даны һүнмәҫ...” (Еңеү көнөнә арналған митинг)
Гимн РФ
Хәйерле көн, хөрмәтле ауылдаштар!
А. б : 1941-1945 йылдарҙа барған Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 72 йыл...
1941 йылдың 22 июнендә һуғыш башланыуын иғлан итмәйенсә Советтар Союзына Германия ғәскәрҙәре һөжүм итә. Иртәнге сәғәт дүрттә илебеҙ күгендә ҡара болот кеүек фашист самолеттары бер-бер артлы бомба бәрә башлайҙар. Бөтә халыҡ был илбаҫарҙарына ҡаршы Сталиндың ҡул аҫтында күтәрелә. Йәш егеттәр, ағайҙар, атайҙар – барыһы ла һуғышҡа алына.
Шинель кейеп, мылтыҡ тотоп һуғышҡа китеүселәр бик күптәр. "Бер кайтмаһак, бер кайтырбыҙ",-тип китһәләр ҙә, күбеһе вафат булды.
Бөгөн беҙ һуғыш ҡырҙарында ятып ҡалган һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәт итергә, иҫкә алырға йыйылдык.
А. б: Ошо ваҡиғаларға арналған Митинг асыҡ итеп иғлан ителә.
1. Кем онотһон июнь уртаһында
Илгә ҡара ҡайғы килгәнен.
«Һуғыш» тигән яман хәбәр менән
Әсе хәсрәттәрҙең ингәнен.
2. Кем онотһон , йәмле йәй айында
Илгә әфәт килгән ул көндө.
Һуғыш упҡынына алып киткән
Иң ҡәҙерле ғәзиз кешеңде.
3.Һәйкәл булып баҫа еңеүселәр
Һәйкәл булып баҫа батырҙар .
Ә батырҙар ике тапҡыр үлмәй,
Ерҙә улар мәңге балҡырҙар.
Һәйкәлдәрҙе йәнһез тейә күрмә
Һәйкәлдәрҙең йәне таш түгел.
Һәр һэйкәлдә күпме һалдат йәне,
Һәйкәлдәргә һыҡрау хас түгел.
Йыр “Батырҙар һәйкәле”
А. б. Яуҙа ҡорбан булған һәм һуғыштан һуң тыуған ерендә ауыр яраларҙан вафат булған оло яҡташтарыбыҙҙың рухын иҫкә алайыҡ. Улар иҫтәлегенә Бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итәбеҙ.
Бер минутлыҡ тынлыҡ. Метроном .
А. Б:
1. Без ҡайтырбыҙ тиеп киткән инек,
Киткән инек , ләкин ҡайтманык.
Беҙҙең өсөн бары елдәр генә
Асып- ябып тора ҡапканы.
2. Тыуған ерҙе ҡайтып бер күрһәм дә,
Мин үкенмәм тинем үлһәм дә.
Баш осымда һаҡлап ҡалдырырға
Туфраҡҡайым йөрттем кеҫәмдә.
Эй,ғүмерҙең һуңғы сәғәте!
Һин миңә лә шулай күкрәп кил.
Батырҙарын шулай иҫкә алғанда,
Онотмаһын мине лә Тыуған ил.
(Мәлих Харис)
Ваҡыт яраларҙы дауалай тейҙәр . Әммә дауаламай торған яралар ҙа бар . Ул – хәтер. Хәтер – мәңгелек! Халкыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы, рухи көсө , фронттағы һәм тылдағы батырлығы да иҫән булып, балаларға , аларҙан оноҡларға ла етһен ине.
Бер кемдә онотолмаһын.Бер нәмә лә!
“Журавли” йыр башҡорт телендә.