Шәжәрә / Родословная
Предварительный просмотр:
Шәжәрәлә – ғаиләм тарихы
- Башҡортостан – илем минең,
Баймаҡ булыр районым.
Йәмле Һаҡмар буйҙарында
Темәстә мин тыуҙым.
- Ырыуым минең Бөрйән,
Ҡарсыға булыр ҡошом,
Ҡарағас минең ағас,
Ә Яуымбай – тамғам.
- Шәжәрә – ғаилә тарихын,
Тамырын сағылдырған.
Дәүләтбирҙе тоҡомдо
Башлап ебәреүсе булған.
- Бейеүсеһе, ҡурайсы,
Сәсәне, йырсылары,
Эскадрон командиры
Тоҡомомдо данлаусы.
- Мәшһүр ҡурайсы –
Исҡужин Әҙеһәм.
Күренекле шәхес
Бар донъяға билдәле.
- Фольклорсы һәм журналист
Ғәйнетдинов Юлай.
Халыҡ артисы, ҡурайсы,
Илебеҙҙе ул данлай.
- Ғаиләм минең – ғәлғәм минең,
Һеҙ минең таянысым.
Ауыр саҡта эргәмдә гел,
Һеҙ минең йыуанысым.
- Ғаилә башлығы – атайым
Ауыл имам хатибы.
Беҙҙе гелән ҡурсалай
Уның ҡылған доғаһы.
- Әсәйем – ғаилә тотҡаһы,
Алсаҡ, мөләйем, эшсән.
Уның кеүек яҡшы табип
Булырға хыялланам.
- Зиннур ағайым – талип,
Минең өсөн өлгө ул,
Спорт менән шөғөлләнә,
Һәр бер эшкә өлгөрә.
- Тоҡомобоҙ ишәйһен,
Дуҫ-татыу йәшәйек беҙ.
Хоҙай беҙгә һаулыҡты
Һис кенә йәлләмәһен!
Исҡужина Зилиә,Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге
республика гимназия-интернатының
9б класс уҡыусыһы