Кластан тыш саралар / Внеклассные мероприятия

Худайбердина Гузель Зулфаровна

Предварительный просмотр:

Кластан тыш саралар

 “Исемең матур, кемдәр ҡуйған? ”(төп һәм үҙләштерелгән антропонимдар)

 Сәхнәлә бер әбей ултыра. Ике ҡыҙ, таҡмаҡ йырлап, сәхнәгә сыға:

                      Аҡлы ситса күлдәгемдең яғаларын кем уйған?

Исемең матур, кемдәр ҡуйған, һине күреп, кем туйған?

Әбей: Ҡалай матур йырлайһығыҙ икән! Афарин, балаларым!  Исемдәрегеҙ нисек, килегеҙ, әле кил  яҡыныраҡ.

1 ҡыҙ:  Һаумыһығыҙ, инәй! Минең исемем Гөлнәзирә.

Әбей: Исемең матур икән, ай-һай! Ҡыҙым, ә һин беләһеңме исемеңдең мәғәнәһен, нимә аңлата ул?

1  ҡыҙ: Эйе, беләм. Минең исемем фарсы теленән бик матур, өлгө булырлыҡ тигәнде аңлата.  Инәй, ә минең исемемә бейеү ҙә һалынған. Бейеп күрһәтәйемме?

Әбей: Йә, әйҙә, ҡыҙым, рәхим ит! (1 ҡыҙ “Гөлнәзирә” бейеүен башҡара).

Бына афарин!  Ә һин, ҡыҙым, кем булаһың, кил әле, кил бындараҡ.

2 ҡыҙ: Мин – Сафия. Исемем ғәрәп теленән саф, эскерһеҙ тигәнде аңлата. Ә беләһегеҙме, инәй, минең исемемә арналған йыр ҙа бар.

Әбей: Шулаймы ни?  Йә йырлап күрһәт әле.

2 ҡыҙ:   Сафия, ҡара әле, алда ғүмер бар әле,

              Сафия, ҡара әле, алда ғүмер бар әле.

              Һөймәгәнгә һөйкәлмәйҙәр, һөйөүсе булыр әле,

              Һөймәгәнгә һөйкәлмәйҙәр, һөйөүсе булыр әле. Вәт!

2 егет керә: Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ! (яҡыныраҡ киләләр).

Әбей: Уландарым, кемдең балалары булаһығыҙ?  Исем-шәрифтәрегеҙ нисек?

1 егет: Минең исемем Рөстәм.

Әбей: Исемең матур икән. Ә мәғәнәһен беләһеңме?

1 егет:  Белмәйем.  Ә нимәне аңлата икән ул?(уйлана).

Әбей: Улым, һинең исемең фарсынан үтә көслө, ҡыйыу тигәнде аңлата.

1 егет: Шулай икән. Бына хәҙер белдем инде.

Әбей: Ә һин кем булаһың, улым?(2 егеткә)

2 егет: Миңә ата-әсәйем, көслө булып үҫһен тип, Арсен тип ҡушҡандар, ул грек теленән көрәшсе тигәнде аңлата.

Әбей: Етте инде заманалар... Хәҙер йәштәр балаларына күберәк сит илдәрҙән килгән исемдәрҙе ҡуша.  Гөлбикә, Гөлшат, Айнур, Илшат исемдәре һирәгәйгәндән-һирәгәйә. Уйлап ҡараһаң, ниндәй матур исемдәр! Балаларым, аманат итеп һеҙгә бына нмә тип әйтәһем килә (ҡобайыр):

Башҡортобоҙ нисә быуат ғүмерен аямаған,

Халҡыбыҙҙы, илебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлаған.

Яҙмышыбыҙ киләсәге һеҙҙең ҡулда, балалар,

Замансаға эйәрмәй, үткәндәрҙе онотмай,

Исемдәрҙе, йолаларҙы шул көйөнсә һаҡлағыҙ!

Балалар: Ярай, инәй, ярай (сәхнә артына кереп китәләр).



Предварительный просмотр:

“Шаттар һәм тапҡырҙар клубы”

(“Башҡортостан ере буйлап” бүлеген үткәндән һуң, йомғаҡлау дәресе)

  1. класс, башҡорт дәүләт теле)

Дәрес барышы.

Уҡытыусы. Хәйерле көн, уҡыусылар! Мин һеҙҙе “Шаттар һәм Тапҡырҙар  клубы”на  саҡырам.

                    Сәләмләйбеҙ һауаны именлек булһын өсөн,

                           Сәләмләйбеҙ Ер-әсәне беҙҙе туйҙырған өсөн,

    Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

Бөгөн беҙҙә 2 команда үҙ-ара көс һынашасаҡ. Ҡайһы команда көслөрәк, ҡайһыһы тыуған ерен яҡшыраҡ белә икән? Бының өсөн командаларға бер нисә һынау аша үтергә кәрәк буласаҡ (жюри һайлау). Командалар үҙҙәре менән таныштыра.

  1. команда - “Урал батыр”. Девизы: “Кем эшләмәй, шул ашамай”.

      2 команда – “Аҡбуҙат”. Девизы: “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”.

1.“Капитандар ярышы ”. Шиғырҙы тасуири итеп, дөрөҫ интонация менән уҡырға:

1)Тыуған илем, тыуған ерем,                   2)Милләтем – урыҫ,

   Минең Башҡортостаным,                       Ләкин тыуған ерем

   Имен булһын, аяҙ булһын                       Гүзәл  Башҡортостан илендә,

   Көндәрем һәм ал таңым.                        Шуға ла мин теләп өйрәнәм

                                               Һөйләшергә башҡорт телендә.                          

2.“Артыҡ һүҙҙе тап” һынауы. Командаларға карточкалар таратыла,  артыҡ һүҙҙе табырға:

  1. М.Кәрим, Р.Ғарипов, З.Биишева, Ә.Лотфуллин, М.Ғафури.
  2. Мәләүез, Күмертау, Һарытау, Салауат, Нефтекама.

3.“Викторина һорауҙарына яуап бир” һынауы.

I командаға һорауҙар:

 - Башҡортостанда нисә район бар? (54)

- Башҡортостандағы ниндәй ҡала батыр исемен йөрөтә?(Салауат)

 - Башҡортостандағы  иң ҙур йылға?(Ағиҙел)

 - Башҡортостан флагының авторҙары. (У.Мәсәлимов, О.Асабина)

- Милли йәштәр театры кемдең исемен йөрөтә?(М.Кәрим)

II командаға һорауҙар:

-  Башҡортостанда нисә ҡала бар?(21)

-  Башҡортостандың милли геройы.(С.Юлаев)

-  Башҡортостанда иң бейек тау.(Ямантау)

-  Башҡортостан гербының авторы.(Ф.Ислахов)

-  Башҡорт дәүләт академия  драма театры кем исемен  йөрөтә?(М.Ғафури)

4.“Кем тураһында һүҙ бара?” һынауы.

1.Был кеше Башҡортостандың Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Әсәһе үлә, атаһы менән генә ҡала. Һуңынан ул ауылдан сығып китә. Урам малайҙары уны Шурик тип йөрөтә. Ул күкрәге  менән амбразураны ҡаплай. Кем ул? (Александр Матросов / Шакирйән Мөхәмәтйәнов)

2.Был кеше Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы командиры була. Уны һалдаттар бик хөрмәт иткән. Ул бер нисә сит тел белгән. Хәрби кеше, званиеһы – генерал. Кем ул? (Шайморатов генерал)

5.“Уңға барһаң, бәхет табырһың, һулға барһаң, уңыш йылмайыр... ” һынауы. Командаларҙан берешәр кеше һайлана. Был һынауҙа ҡатнашыусылар сиратлап бер аҙым эшләй ҙә Башҡортостанға ҡағылышлы бер һүҙ әйтеп, жюриға тиклем барып етергә тейеш.

6.“Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай – йырлап күңел асалар...” һынауы. Башҡорт               йырҙарын башҡарыусылар  ярышы. Командалар сиратлап, хор менән йыр    башҡара.

 

7.“Ҡара ҡумта” (ҡумтала нимә ятҡанын белергә кәрәк).

  1. Йомортҡаға ғына баҫып, бәләкәй шар рәүешендә майҙа бешерелгән башҡорт халыҡ ашамлығы.Нимә ул? (бауырһаҡ)
  2. (Музыка яңғырай). Был ниндәй музыка ҡоралы? (ҡыл-ҡубыҙ)

II.Йомғаҡлау.

Уҡытыусы. Бына беҙҙең ярыш аҙағына ла килеп етте. Һүҙ жюриға бирелә (уйындың йомғаҡтары әйтелә, командаларға бүләктәр тапшырыла). Гел шундай актив булып ҡалыуығыҙҙы теләйем.  Һау булығыҙ!



Предварительный просмотр:

Интеллектуаль уйын « Алтын тирмә”

Маҡсат: Мостай Кәрим ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу;

Яҙыусыға, уның әҫәрҙәренә, телебеҙгә, илебеҙгә ихтирам, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү;

Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү.

Уйын барышы.

Алып барыусы: Хөрмәтле ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар, һеҙҙе студияла күреүебеҙгә шатбыҙ. Бөгөн беҙҙең бәйгелә ике команда ҡатнаша:

1-се  команда- «Өс таған»,

2-се  команда- “Айгөл иле”.

Алып барыусы:- Әйҙәгеҙ, һәр команда менән танышып, уларҙы тыңлап үтәйек.

Һүҙ беренсе командаға бирелә.

( Капитан үҙ командаһы менән таныштыра)

-Беҙҙең девиз:

Алып барыусы : - Икенсе командаға һүҙ бирәйек.

Капитан үҙ командаһы менән таныштыра.

-Беҙҙең девиз:

Алып барыусы :- Рәхмәт. Бөгөн уйыныбыҙҙы бөйөк башҡорт халыҡ шағиры , яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримгә бағышлайбыҙ.

  • Әйҙәгеҙ, уйынды башлайыҡ.

1 тур. Тормош юлы.

1. М. Кәрим ҡасан тыуған? а) 1991 й. 19 окт., б)1919 й. 20 окт., в) 1919 й. 18 окт.

2. Ҡайҙа тыуған? а)Шишмә р-ны Келәш ау., б) Шишмә р-ны Теләш ау., в)Шишмә р-ы Пеләш ау..

3.Мостай Кәримдең ысын исеме кем? а) Мостабай, б)Мостаҡа, в) Мостафа.

4.М.Кәримдең атаһының исеме а)Сәфиулла, б) Сафа, в) Вафа.

5.М.Кәрим ниндәй өлкәлә эшләмәгән?а) Поэзия, б) Тәнҡит, в) Тәржемә. 

6.М.Кәрим  ниндәй уҡыу йортонда уҡыған? а) БДПУ, б) БДУ, в) БДАУ

7.М.Кәримдең ҡушаматы. а) Керпек, б) Терпе, в) Кендек.

8.Мостай Кәрим ниндәй һуғышта ҡатнашҡан? а)Бөйөк Ватан һуғышы, б) Граждандар һуғышы, в) Беренсе Донъя һуғышы.

9.Мостай Кәримдең яҙыусыларҙан  иң яҡын дуҫы?  а)Муса Ғәли, б) М.Аҡмулла, в) З.Исмәғилев.

10.М.Кәрим тыуған  ауылда тағы ла бер Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуған. Кем ул ? а) З.Биишева, б) С.Ҡудаш, в) Р.Заһретдинов.

2 тур. Ижады.

1.Беренсе шиғырҙар китабы нисек атала? а) “Ҡайын япрағы тураһында”, б)“Отряд ҡуҙғалды”, в) “Яҙғы тауыштар”.

2. Мостай Кәримдең беренсе шиғыры ниндәй гәзиттә баҫыла башлаған?

а)“Йәншишмә” , б)“Йәш төҙөүсе”, в)“Йәшлек”.

3.М.Кәрим нисәнсе кластан яҙа башлаған? а) 3, б) 6, в) 9.

4. Автобиографик повесын  атағыҙ.  а) “Беҙҙең өйҙөң йәме”, б) “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ”, в) “Өс таған”.

5. “Эйе, япраҡ, шул ҡайындың

Бер япрағы ни бары,

Ә ҡайыны _______  Рәсәй,

Шундай йәшел, юғары...”

Ниндәй һүҙ төшөп ҡалған? а) Ҙур, б) матур, в) бөйөк.

6. Йәмил менән Оксана ниндәй әҫәр геройҙары?

а) «Оҙон- оҙаҡ бала саҡ”, б) “Айгөл иле”, в) “Беҙҙең өйҙөң йәме”.

7. “Айгөл иле” әҫәре жанры буйынса ниндәй төргә ҡарай? а) повесть; б) роман; в) драма.
8. М.Кәримдең ниндәй шиғырҙар циклы бар? а) “Ҡайын япрағы тураһында”,   б) “Ҡайтыу”,  в) “Европа -Азия”.

9. Һуғыш темаһын сағылдырған шиғырын атағыҙ. а) “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, б) “Күкрәгемдән ҡоштар осорам”, в) “Рус түгелмен, ләкин россиян мин”.

10. Мостай Кәримдең нисә драмаһы сәхнәлә ҡуйыла ? а) 9, б) 10, в) 11.

“Ҡара ҡумта”. Йомаҡты сисегеҙ: Ҡалаһы бар, кешеһе юҡ, йылғаһы бар, һыуы юҡ? (карта).

Алып барыусы: - Командаларға өйгә эш бирелгәйне. М.Кәримдең шиғырынан өҙөк ятларға ине. Һүҙ командаларға.
3 тур. Наградалары.

1. М.Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме нисәнсе йылда бирелә? а) 1963, б) 1964, в) 1965.

2. Ниндәй орден бирелмәгән? а) “Ҡыҙыл йондоҙ”,  б) “Изге Георгий,” в) “Халыҡтар дуҫлығы”.
3. Г.Х.Андерсен исемендәге Почет дипломы ниндәй китабы өсөн бирелгән?
а) «Отряд ҡуҙғалды», б) «Хәбәр көтәм», в) “Яҙғы тауыштар”.

4. С.Юлаев исемендәге премия ниндәй йыйынтығы өсөн бирелгән? а) “Отряд ҡуҙғалды”, б) “Беҙҙең өйҙөң йәме”, в) “Һайланма әҫәрҙәр”.

5. СССР-ҙың Дәүләт премияһы ниндәй йыйынтығы өсөн бирелгән? а) “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, б) “Өс таған”, в)“Йылдар эҙенән”.

4 тур. Хәтер.

1. 2013 йылдың 10 октябрендә  М.Кәримгә ҡуйылған һәйкәлдең  авторы кем? а) А.Бабурин, б) С.Тавасиев, в) А.Ковальчук. (Андрей Ковальчук.Һәйкәлдең бейеклеге 6 м, оҙонлоғо 15 м).

2. Ниндәй тауҙа 3555 метр бейеклектәге түбәгә Мостай Кәрим исеме бирелде? а)Анд,  б)Кавказ, в) Альп.

3. Ниндәй уҡыу йортонда студенттар өсөн әҙиптең стипендиялары һәм гранттары булдырылған? а)БДУ, б) БДПУ, в) БДАУ.

4. М.Кәрим исемен Өфөлә ниндәй театр йөрөтә? а)Йәштәр,  б) Нур театры, в) БДАДТ.

5. Рәсәй Банкы әҙиптең 100 йыллығына бағышлап ниндәй көмөш тәңкәләр сығарған? а) 1, б) 2, в) 5.

5 тур. Ғаиләһе.

1.М.Кәрим ғаиләһендә нисәнсе бала булып тыуған? а) 1, б) 2, в) 3.

2. Әҙип ғаиләһендә бөтәһе нисә бала булған? а) 7, б) 8, в) 12.

3.М.Кәримдең ҡыҙының һәм улының исемдәре нисек? а) Илгиз һәм Әлфиә, б) Әлфиә һәм Тимербулат ,

в) Илгиз һәм Лилиә)

4. Ҡыҙы Әлфиәгә ниндәй әҫәр бағышлаған? а) “Әлфиә әкиәттәре”, б) “Әлфиә хикәйәләре”, в) “Әлфиәгә бағышлана”.

5. Ейәненең исеме нисек? а) Тимербай, б) Тимерхан, в) Тимербулат.

 “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесына буктрейлер(китапты рекламалау) ҡарау.

“Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән Александр Галибиндың “Сестренка”(Һеңлекәш) фильмының трейлерын ҡарау.

Алып барыусы: Уйыныбыҙ тамам.Бөтәгеҙ лә ҙур рәхмәт! Командаларҙың йыйған мәрәйҙәрен һанайбыҙ

Дәресте флешмоб менән тамамлау. М.Кәримдең “Уҡытыусым” йырын башҡарыу.

http://www.kpopov.ru/road/bashkir_map/bash_map.jpg



Предварительный просмотр:

Сценарий, посвященный Дню Республики.

Цели:

  • воспитание в детях любви к Родине, уважения к ее героям и чувства гордости за них;
  • развитие творческих способностей;
  • развитие любознательности, познавательного интереса к истории, литературе и культуре башкирского народа.

Оборудование: фонограммы мелодий Гимна РБ, курая, башкирской плясовой, карта Республики Башкортостан, плакаты с изображением флага, герба Республики Башкортостан, юрты, выставка книг башкирских писателей, рисунков и поделок, образцы национальных костюмов

Фильм о РБ. (на проекторе) Звучит музыка.

Мелодия курая 1(фрагменты курая, природы Башк.)

1-й ведущий

Самый родной на земле и любимый

Башкортостан- край ты неповторимый.

Нет на земле ничего нам дороже,

Ближе, милее, щедрее, пригоже.

Ласково солнце теплом согревает,

Нежно звучат переливы курая.

В поле от ветра склонилась осина,

А на опушке краснеет рябина.

Все мы твоею любовью хранимы,

И от тебя мы неотделимы.

Любим тебя и гордимся тобой,

Башкортостан- ты дом наш родной

2-й Ведущий. –Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар һәм  хөрмәтле уҡытыусылар !

1-й Ведущий. - Добрый день, дорогие ребята и уважаемые учителя!

2 –й ведущий.11 октябрҙә беҙ Республика көнөн билдәләйбеҙ. 1990 йылдың ошо көнөндә ул суверенлы республика тип иғлан ителә һәм Башҡ.Респ. тип атала башлай.

1-й Ведущий. Наш праздник, посвященный Дню РБ, считается открытым. Прошу всех встать.(звучит гимн РБ)

2-й Ведущий.  (надпись Европа, Азия; автономия)

Наша республика расположена на южном Урале, на границе двух частей света – Европы и Азии. Занимает территорию более 143 тысяч кв.км. Население более 4 млн. чел. В годы Октябрьской революции народ Башкортостана боролся за создание самостоятельной республики. В ноябре 1917 года Башкортостан провозгласили республикой. Вековая история обернётся праздником. 17 июля Владимир Путин подписал Указ о праздновании в 2019 году 100-летия со дня образования Республики Башкортостан. 

Конц.номер.2

2-й Ведущий.  Һәр бер республиканың  суверенитетын сағылдырыусы символдары бар.

1-й Ведущий. Государственный гимн Республики Башкортостан был принят 12 октября 1993 года. Гимном РБ является торжественная мелодия “Республика” на музыку Фарита Идрисова. Государственный гимн РБ является символом единства и дружбы ее народов. (ноты)

2-й ведущий.

Башҡортостан флагы(флаг)

Тора өс төрлө төҫтән:

Күк, аҡ,йәшел, ә уртаға

Ҡурай сәскәһе төшкән.

1-й ведущий.

Три цвета носит флаг республики моей.

Окрашен он самой природой –

Цветок курая золотом на флаге –

Древнейший символ моего народа.

Конц.номер.3

2-й Ведущий. БР Дәүләт флагы 1992 й-ң 25 февралендә ҡабул ителгән, уның авторҙары – Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина.

Башҡортостан флагы

Зәңгәр, йәшел, аҡ төҫтә.

Илгә теләп имен тормош,

Тора ул һәр саҡ өҫтә.

Коц.номер.4

 1-й Ведущий. Государственный герб Республики Башкортостан был принят 12 декабря 1993 года, автор – Фазлетдин Ислахов. Герб представляет собой изображение памятника Салавату Юлаеву (символ мужества народов) на фоне восходящего солнца и его лучей (символ стремления народов к свободе), вписанное в круг, обрамленный национальным орнаментом. Ниже изображено соцветие курая (символ стремления к единству), лента, окрашенная в цвета Государственного флага Республики Башкортостан, с надписью по белому полю “Башкортостан”

2 ведущий.

Тыуған ерем-гүзәл баҡсам

Һиндә йәшәйбеҙ йырлап.

Һиндәй юк бүтән ер шарын

Мең ҡат сыҡһаң да урап.

1 вед.Башкортостан горжусь тобою

Сияньем радостных твоих огней

Твоею славою, твоей судьбою,

Тобой, прекрасной родиной моей.

5  Конц.номер

1-й Ведущий: Все мы говорим о Родине, о том, как мы преданны ей и любим её. Родина- это место, где вы родились, впервые увидели мир и начали познавать его.

2 вед. Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Күккә ашҡан Уралым,-

Минең изге төйәгем,

Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

1 вед.Родина моя –

Башҡортостан мой,

Мне бы превратиться в соловья.

Воспевать тебя я не устану,

Родина Великая моя!

6 конц.номер

1-й Ведущий. Республика Башкортостан - это многонациональная республика. Единой семьей здесь живут и трудятся башкиры и русские, татары и украинцы, белорусы и чуваши, марийцы и мордва, удмурты и немцы - представители более 100 национальностей.

15-й уч.

Милләтем – рус,

Ләкин тыуған ерем

Гүзәл Башҡортостан илендә.

Шуға ла мин өйрәнәм

Һөйләшергә башҡорт телендә.

7 Конц.номер

1-й Ведущий. Столица республики – город Уфа. Он основан в 1574 году. Уфа – большой, красивый город. Проспект Октября, который соединяет южную и северную части города, имеет протяженность более 10 км. В Уфе много фабрик, заводов, учебных заведений, дворцов, музеев.

2 вед.

Эх, Өфө ҡалаһы

Йәмле Иҙел буйында.

Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә

Һин булырһың уйымда.

8 Конц. Номер “Өфө йүкәләре” песня

1-й Ведущий.  Недра Башкортостана хранят почти все виды полезных ископаемых. В 1932 году были открыты первые месторождения башкирской нефти. С тех пор она стала республикой развитой нефтяной и химической промышленности.

 Мы сегодня говорим:

1-й уч.Башкортостан – республика большой нефти и нефтехимии.

2-й уч.Башкортостан – республика машиностроения.

3-й уч.Башкортостан – республика хлебных полей.

4-й учБашкортостан – республика душистого меда,

5-й уч.Башкортостан-республикацелебного кумыса.

6-й учБашкортостан – республика певцов и поэтов.

2-й Ведущий.  И все это наш родной край – Башкортостан. И любим мы его не только за достопримечательности и полезные ископаемые, а потому что мы здесь живем, это наша Родина. Мы гордимся ее героями, восхищаемся ее красотой и любим все, что нас окружает, - наш Башкортостан.

9 Конц. номер

1-й Ведущий. Сегодня мы говорили о нашем родном Башкортостане, о его бескрайних просторах, о бесчисленных богатствах, которые нам с вами беречь и преумножать. А самое большое богатство Башкортостана это его люди. И пусть на твоей земле, Башкортостан, всегда процветает мир и дружба, пусть хватит места для всех народов, населяющих этот удивительный край!

2 вед. С праздником! С днем Республики! Байрамығыҙ ҡотло булһын! Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!.






5

 

 



Предварительный просмотр:

Сценарий, посвященный Дню Республики.

Мелодия курая.

Ведущий 1.

Самый родной на земле и любимый

Башкортостан - край ты неповторимый.

Нет на земле ничего нам дороже,

Ближе, милее, щедрее, пригоже.

Ведущий 2.

Моңдарымдың моңо һиңә, 
Башҡортостан - төйәгем һин. 
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем, 
Берҙән-берем, йөрәгем һин. 

Ведущий 2. Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар,  хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр! Килгән ҡунаҡтар!

В 1.-Добрый день, дорогие ребята, уважаемые учителя, воспитатели и гости! 11 октября в судьбе нашей республики особенный день. В 1990 году наши отцы и деды получили в собственность землю, недра, природные богатства своего края - родного Башкортостана. Вот уже 28 лет мы празднуем этот день. И событие это вправе быть отнесенным к тем из важнейших моментов жизни, который оставляют значительный след в судьбах людей. 

В2. Алтын көҙҙөң йәмле мәлендә, 1990 йылдың 11 октябрендә, беҙ йәшәгән ил азат, сувернлы дәүләт тип иғлан ителде. Халҡыбыҙ тәүге тапҡыр үҙенең президентын һайланы. Ул – Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов. Ирек һөйгән халҡыбыҙ тарихында яңы дәүер башланды.

В1.-Наш праздник, посвященный Дню Республики Башкортостан, считается открытым. Прошу всех встать (звучит гимн РБ).

(конц.номер 1).

1 вед. Республика Башкортостан расположена на Южном Урале. Эта земля с давних времен принадлежит коренному народу – башкирам. Они жили племенами возле прекрасных рек: Агидель, Караидель, Ашкадар, Ай, Урал, Дема.

   На человека, впервые приехавшего в нашу республику, край наш производит незабываемое впечатление. Башкортостан – это золото хлебных полей и уходящие в небо гордые нефтяные вышки, это мощное дыхание заводов, созидательный труд и гостеприимство наших людей.

(Конц. номер 2).

2 вед. Мәшһүр “Урал” йырында ошондай юлдар бар: “Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын”. Халҡыбыҙ ере ул – Урал. 1990 йылдың октябрендә Башҡортостандың халыҡ депутаттары республиканың буйондороҡһоҙлоғо тураһында ҡарар ҡабул итте. Хәҙер республика бик күп  эштәрҙе үҙ аллы башҡара ала.

(Конц.номер 3).

1 вед. Башкортостан связан многовековыми узами с великой Россией. Россия – наш общий дом. Добровольно войдя в состав Русского государства в далеком 16 веке, башкирский народ сделал свой осознанный выбор.

2 вед. Рустар ҙа, башҡорттар ҙа

Борондан уҡ дуҫ булған,

Шуға ла Башҡортостан

Рәсәйгә ҡушылған.

(конц.номер4)

1 вед. Сыны башкирского народа отличились своей удалью и смелостью в Азовских походах Петра 1 и в Северной войне со Швецией. В семилетней войне с Пруссией в составе русских войск Александра Суворова сражался отряд под командованием Юлая Азналина – отца Салавата Юлаева. Самый большой след оставили башкирские конники в Отечественной войне 1812 года. Башкирские полки приняли активное участие в сражениях и в преиод вторжения Наполеона в Россию, и в период заграничных походов русских войск.

2 вед. Француздар килеп ингән,

Мәскәү тигән ҡалаға.

Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,

Сығып ҡасты далаға.

Любезники, любизар,

Маладис, маладис!

(Конц.н.5)

1 вед. Особой страницей в историю Башкортостана вошла Крестьянская война под предводительством Емельяна Пугачева, ближайшим сподвижником которого был легендарный сын башкирского народа – Салават Юлаев.

2 вед. Салауаттың утлы ирендәре

Пугачевты үпкән сағында

Беләм: шул саҡ мөхәббәтең артты.

Рус туғаным, һинең ҡаныңда.

(конц.н.6)

1 вед. В любой войне невозможно достичь победы без военного превосходства над противником. Башкортостан, как составная часть Российского государства, всемерно способствовал этому во время Великой Отечественной войны 1941-1945 года.

2 вед. Рәсәйҙең данлы хәрби тарихында 112-се  Башҡорт кавалерия дивизияһы сағыу эҙ ҡалдырған. Дивизия, Шайморатов Генерал етәкселендә, Дондан алып Эльбаға тиклем бөтәһе 4000 саҡрым юл үткән.

1 вед. Вспомним пламенные годы,

Опаленные войной,

Шаймуратовцы вступили

В свой смертельный бой.

(Конц.н.7)

1 вед. Вековая мечта башкир о свободе, демократии и равноправии сбылась 11 октября 1990 года. Сегодня Башкортостан является является самым стабильным регионом России в плане межнациональных отношений, основанных на дружбе и уважении друг к другу.

2 вед. Башҡортостаныбыҙҙа башҡорттар менән бергә 100-ҙән артыҡ милләт һәм халыҡ йәшәй. Халыҡтар үҙ-ара татыу, берҙәм ғаилә булып йәшәйҙәр, сөнки уларҙың яҙмышын тарих үҙе бәйләгән.

Республикала 14 тел өйрәнелә. Шулар араһында дәүләт теле булған башҡорт теле гәлсәр шишмәләр сафлығын, баллы һауаһын, тәбиғәте матурлығын, башҡорт халҡының сабыр холҡон, азатлыҡҡа ынтылышын, йырҙарының моңон сағылдыра.

(Конц.номер 8).

2 вед. Башҡортостан!

Ошо бер һүҙ һине елкендерә

Ошо бер һүҙ йөрәк түрендә.

Һин герой ҙа, йырсы, шағир ҙа,

Йәшәйһең һин, башҡорт ерендә.

1 вед. Превыше счастья нет для человека

В согласье жить, крепить покой и мир.

Уже четыре с половиной века

Идем мы вместе, русский и башкир.

(Конц. номер 9)

1 вед. В нашей республике много городов, районных центров, поселков, сел и деревень, в которых проживают более 4 миллионов жителей республики. Столица нашей Республики – г. Уфа. Датой её основания считается 1574 год. Это город зелени, цветов, лесов и парков.

2 вед.

Тау башында балҡый бер ҡала,

Ул ҡала Өфө тип атала.

Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,

Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.

(Конц. номер 10)

 1 вед. Сегодня мы говорили о нашем родном Башкортостане, о его бескрайних просторах, о бесчисленных богатствах, которые нам с вами беречь и преумножать. А самое большое богатство Башкортостана это его люди. И пусть на твоей земле, Башкортостан, всегда процветает мир и дружба, пусть хватит места для всех народов, населяющих этот удивительный край!

2 вед. Башҡортостан – азат Республикам,

Ниндәй иркен һәм бай еребеҙ!

Беҙ атларға тейешошо ерҙән,

Хужа булып уға үҙебеҙ.

(Конц. номер. 11 (оркестр).



Предварительный просмотр:

                               ВИКТОРИНА «Знаешь ли ты свой родной край?»          

                                         Символика
1. Что означает белый цвет на флаге Башкортостана?
1. Воздух, миролюбие, открытость
2. Воздух, добродетель
3. Землю, свободу, вечность жизни

2. Что означает семь лепестков курая?
1. Семь племен положившим начало единению народов
2. Семь человек положившим начало единению народов
3. Семь народов
3.Что означает синий цвет на флаге Башкортостана?
1. Воздух, открытость
2. Небо, ясность, добродетель, чистоту помыслов
3. Землю, мудрость, свободу
4.Что означает цветок курая?
1. Символ радости
2. Символ знания
3. Символ дружбы
5. Что означает зеленый цвет на флаге Башкортостана?
1. Свобода, мудрость
2. Земля, мудрость, свобода, вечность жизни
3. Природа, воздух
                                        Природа Башкортостана 
6. Какая самая знаменитая пещера Башкортостана?
1. Шульганташ
2. Сугман
3. Салаватская пещера
7. Самое глубокое озеро Башкортостана?
1. Аслы-Куль
2. Кулдыбай
3. Яктыкул
8. Какой водопад Башкортостана является памятником природы?
1. Кук – Караук
2. Гадельша
3. Ниагарский водопад
9. Какая из перечисленных гор находится в Башкортостане?
1. Альпы
2. Шиханы
3. Саяны
10. Какая река длиннее? 
1. Сакмара
2. Дим
3. Ай.
                                   Города Башкортостана 
11. Первая столица Башкортостана
1. Стерлитамак
2. Темясово.
3. Уфа.
12. Второй по численности населения город Башкортостана? 
1. Оренбург
2. Стерлибашево
3. Стерлитамак
13. Самый молодой город Башкортостана?
1. Благовещенск
2. Агидель
3. Караидель
4. Учалы
14. Города-миллионеры
1. Уфа
3. Стерлитамак
4. Нефтекамск
15. Какой город РБ занимает второе место по численности жителей?

1. Кумертау.

2. Стерлитамак.

3. Нефтекамск. 
                                Знаменитые люди Башкортостана
16. Какой башкирский композитор написал оперу «Акмулла»?
1. Г. Альмухаметов
2. Р. Загретдинов
3. Ф. Ибрагимов
4. З. Исмагилов
17. В каком году родился Мустай Карим?
1. 1880
2. 1819
3. 1920
4. 1919
18. Балерина сыгравшая образ Зайтунгуль в первом национальном балете «Журавлиная песнь»?
1. З.Насретдинова
2. Д.Абдуллина
3. З.Ханнанова
4. Г.Сулейманова
19. Какой ведущий актер российских постановок мюзиклов был заложником при захвате театра на улице Дубровка во время мюзикла Норд – Ост?
1. А.Абдразаков
2. С.Аргинбаева
3. М.Абдрахимов
4. А.Мубаряков

20. Габдрахман Кадыров – это …

1. Певец

2. Артист.

3. Мотогонщик.

4. Борец.

Ответы викторины сдать учителю башкирского языка и литературы Худайбердиной Г.З. (каб.215, 306). Победителей ждут призы.



Предварительный просмотр:

  1. Знаменитый артист балета. Ему принадлежат слова: «Я хотел бы, что бы мой танец производил такое же впечатление, как и картина великого художника. Пусть мной восхищаются, пусть меня ненавидят, но пусть никто не останется равнодушным». 

  1. Кто автор стихотворения и как оно называется  :

                                «Минең тыуған ҡырҙарым,

                                Балдай татлы һыуҙарым,

                                Яландарым, урманым,

                                Күккә ашҡан Уралым...»

  1. Народные сэсэны Башкортостана.

  1. Единственная народная писательница Башкортостана.

  1.  Кто это? Какие его произведения знаете?  http://4responsible.ru/misc/i/gallery/25681/649010.jpg

  1. Сколько народных поэтов и писателей Башкортостана?

  1. Создатели оперы “Эшсе”.

  1. Какие места знаете в Уфе, связанные с именами выдающихся личностей?

9.Кто автор картины «Девушка-башкирка в голубом»?        https://s12.stc.all.kpcdn.net/share/i/4/1152933/wx1080.jpg

10.Настоящее имя Александра Матросова.

11.Этот памятник кому посвящен и где находится?       https://pimg.mycdn.me/getImage?disableStub=true&type=VIDEO_S_720&url=http%3A%2F%2Fi.ytimg.com%2Fvi%2FjOm4TR0rNXI%2F0.jpg&signatureToken=lgFqoLsGJseunq8kVGXk_Q

12.Дважды Герой Советского Союза.

13.Народный поэт Башкортостана, родом из Салаватского района, автор сборника “Юрюзань”.

14. “Отец башкирской автономии”.

   15.Русский писатель, который родился в Уфе, он же автор сказки        “Аленький цветочек”,

        Ответы сдать до 10 октября 2017 г. Худайбердиной Г.З.(каб.210) .

        Победителей ждут призы.