Уҡыусыларға ярҙамға

Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы

Уҡыусыларға ярҙамға

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mostay_karim.pptx246.88 КБ
Файл prezentatsiya_rashit_nazarov.pptx1.09 МБ
Файл ukyusy_oson_iskrm.docx11.43 КБ
Office presentation icon tizytkestr.ppt520.5 КБ
Файл mkldr.docx19.89 КБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Кәрим Мостай ( псевдоним; ысын исеме Мостафа Сафич Кәримов )

Слайд 2

1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.

Слайд 3

Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән алып еңеүгә тиклем һуғышта була – бәйләнеш начальнигы, дивизия артиллерияһы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Ҡаты яралана, һауығыу менән һуғыш гәзиттәренең хәбәрсеһе булып эшләй. Һуғыштан һуң тулыһынса ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә бирелә.

Слайд 4

Мостай Кәрим 30- сы йылдар уртаһында яҙа башлай. 1938 йылда уның «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғырҙар китабы, ә 1941 йылда икенсе «Яҙғы тауыштар» китабы донъя күрә. Ул 100-ҙән артыҡ шиғри һәм проза йыйынтыҡтары, 10-дан артыҡ драматик әҫәрҙәр баҫтырған.

Слайд 5

Билдәле әҫәрҙәре: шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Ваҡыттар», пьесалары «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн аралаш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!», повестары «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Бәләкәй таған», «Ярлыҡау», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».

Слайд 6

Мостай Кәримдең әсәрҙәре Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең унлаған телдәренә тәржемә ителгән. Ул – билдәле юлдар авторы: Рус түгелмен, ләкин россиян мин, Россияның һыуын эскәнмен, Сағылдарҙа имән нисек үҫһә, Рус ерендә шулай үҫкәнмен.

Слайд 7

1967 йылда «Ай тотолған төндә» пьесаһы өсөн уға К.С. Станиславский исемендәге РСФСР премияһы, ошо уҡ йылда «Һайланма әҫәрҙәр»ҙең беренсе томы өсөн Салауат Юлаев исемендәге БАССР-ҙың Республика премияһы бирел ә. 1972 йылда «Йылдар артынан» китабы өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә. 1978 йылда Мостай Кәрим «Хәбәр көтәм» китабы өсөн Г.-Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара жюриҙың Почетлы дипломы менән бүләкләнә.

Слайд 8

Мостай Кәрим 2005-се йылдың 21 сентябрендә Баш ҡортостандың бөйөк шағиры Өфө ҡалаһының Мосолмандар зыяратында ерләнгән

Слайд 9

Долгая жизнь и короткая старость... Думалось, этого хватит вполне. …Ведать не ведю , сколько осталось – Дольше, чем нужно, не надобно мне. Мера важна. И бессмыслен избыток, Коль через край наливаешь вино: В землю уйдёт он, желанный напиток, В землю уйдёт, пропадёт всё равно...


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

« Рәшит Назаров ши ғриәтендә миҙгелдәр сағылышы » Шағир ғүмере йылдар менән түгел, шиғыр ғүмере менән үлсәнә. Хәниф Кәрим

Слайд 3

1965 йылда «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге йыйынтығы Назар Нәжми мөхәрирлегендә донъяға сыға. Икенсе китабы « Ҡояш юлы буйлап » ( 1970) төҙөүсеһе Әсхәл Әхмәтҡужин « Йөрәгемде һеҙгә илтәм» (1991) « Й ә шен » тиг ән шиғыр йыйынтығы Риф Мифтахов мөхәрирлегендә сыға .(1994)

Слайд 4

А ҙмы йылдар еткән сәтләүектәй, Ярылғандар ергә бәрелеп, Тосо уның- кешелеккә ҡалған, Ҡабыҡтарын йотҡан- мәңгелек. «Мин торам ете юл сатында» Бер генә минут ул бында, Ул йәнә күккә осор. Йәшендәр менән шаярыр, Ғаләмдең үҙен ҡосор. « Ду ҫ менән һөйләшеү » Йәйге ҡояш яңы ғына әле Ҡалҡып килә ине ул саҡта... Беҙ йүгерҙек күмәк, беҙ йүгерҙек Тау башында ятҡан ҡояшҡа. ( исемһеҙ шиғырҙан өҙөк ) “Ҡояш юлы буйлап”

Слайд 5

« Й өрәгемде һеҙгә илтәм » китабы 7 б үлеккә бүленә: 1. Та ңды ҡаршылау 2. Ҡояш юлы менән барыу 3. Һынау 4. Юлдар дауам итә 5. Бәхет юлдары 6. Йондоҙҙар туйы 7. Асы таштар янсығы

Слайд 6

“ Таңды ҡаршылау” бүлеге Урал итәгенә башын терәп, Ауылым тынған төнгө серемгә. Ялан еле бишек көйөн көйләй. Әкиәт һөйләй уға сирендәр. ( “Таңды ҡаршылау” шиғырынан өҙөк) Ярһыу йылға оҙон ҡыш буйына Боҙ ситлектә ятып иреккән, Инде хәҙер шашып , ҡотороноп, Ләззәт ала яҙғы иректән. ( “Азатлыҡ йыры” шиғырынан өҙөк)

Слайд 7

Шат йондоҙҙарға ҡарайым Баҡсаға сығып. Сәскәләр ойоп ултыра Татлы бал һығып. (“ Төн” шиғырынан ) Йәйге ҡайнар ҡояш нуры Ҡунып керпек осона, Әллә ниҙәр әйтер булып, Осона ла осона. (“ Һөйөнөр инем” шиғырынан )

Слайд 8

“ Йәшен ” 6 б ү леккә бүленә : 1.Йөрәк 2.Әсә һүҙҙәре 3.Мин һалдатмын. 4.Һәр замандың ҡояшы бар. 5.Ҡарамасы һирпеп керпегеңде 6.Алйотбай

Слайд 9

Бөгөн күрҙем һинең һүрәтеңде, Һүрәт шул ул, һиңә тиңме ни? Күҙе ҡара уның, ҡарап торҙом,- Болот һырыған көҙгө төнмө ни? ( Исемһеҙ шиғырҙан өҙөк) Һуңғы япраҡ менән ер шаяра Ҡыштыр- ҡыштыр... Ауыр... күңелһеҙ... ( “Көҙгө элегия” шиғырынан өҙөк)

Слайд 10

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә шағирҙың ике томдан торған әҫәрҙәре донъя күрҙе. Шағирға Башҡортостандың Салауат Юлаев премияһы бирелде.

Слайд 11

Шулай уҡ Ҡазан ҡалаһында шағир Риф Мифтаховтың тырышлығы менән Р. Назаровтың “Йөрәк”исемле китабы татар телендә баҫылып сыға.

Слайд 12

Рәшит Назаров-иҫ киткес талантлы шағир М.Кәрим

Слайд 13

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!



Предварительный просмотр:

Уҡыусы өсөн иҫкәрмә

Тырышлыҡ ҡына уңышҡа алып килеүен һәр саҡ иҫеңдә тот!

Өй эшен ваҡытында әҙерлә.Дәрестәр теҙмәһе буйынса китап-дәфтәрҙәреңде,яҙыу кәрәк-яраҡтарын барла.

Кеше әйберенә һорауһыҙ теймә.

Ыҙғышма,үсекләшмә,һуғышма.

Уҡыуҙа ла,уйында ла иптәштәрең менән татыу бул.

Ололар менән бәхәсләшмә,тыйнаҡ,тыңлаусан булырға өйрән.

Ошаҡлашма,һүҙ йөрөтмә.

Баһа өсөн илама,ғорур бул.

Дуҫлыҡты һаҡлай бел.

Әҙәпле булып үҫ!

Әҙәп-милләт күрке лә,мәҙәнилектең айырып алғыһыҙ күрһәткесе.Быуаттар буйына ата-бабаларыбыҙ йәш быуында кешелеклелек, әхлаҡлылыҡ,рухи хистәр үҫтерергә тырышҡан,киң күңелле,кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәтле,ихтирамлы булырға өндәгән:

-Тыуған ереңде,илеңде,туған телеңде онотма!

-Намыҫлы бул,ялғанды,ғәйбәтте,уғрылыҡты,хаинлыҡты юлдаш итмә!Битеңә оят килтерерлек эштәрҙән өҫтөн тор,кеше күҙенә тура ҡарап,дөрөҫөн әйтергә ҡурҡма!

-Һәр ваҡыт күңелеңде көнсөллөк менән хисенән һҡла,үҙеңде кәмһетмә,күңелең киң,теләктәрең изге,уйҙарың яҡты булһын!

-Ғорур бул,үҙ-үҙеңде ихтирам ит,башҡа кешеләргә лә шәхес күрә бел!

-Яҡшы бул!Кешенең шатлығын да,ҡайғыһын да уртаҡлаш,ярҙам итергә тырыш!

-Хеҙмәт итергә өйрән!эшләп үҫкән кеше тырыш,түҙемле була.Ҡулың оҫта булһын!

-Тәрбиәле,әҙәпле бул,ата-әсәңде,милләтеңдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермә!


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

А В Б Тиҙәйткестәр

Слайд 2

А В Б Г Д Е Ҡыҫала менән ҡырмыҫҡа Баҫмала дуҫлашҡандар, Иҫтәлеккә аҫыл төҫтәге Таҫмалар алышҡандар

Слайд 3

А В Б Г Д Е Күпер башында күк күркә, Күк күркәнән кем ҡурҡа?

Слайд 4

А В Б Г Д Е Сибәр, Сәймә һәм Сәлимә Сәй эсәләр өсәүләп. Сулпан ситтә сәсәй-сәсәй Сәй көтә был өсәүҙән.

Слайд 5

А В Б Г Д Е Килгән Ғата, кейгән ҡата, Уң аяҡта һул ҡата. Ҡатала түгел хата, Ҡата кейелгән хата.

Слайд 6

А В Б Г Д Е Ҡоймаҡ ҡойҙом, ҡарбуз ҡуйҙым, Ҡоштар килде һәр яҡтан, Ҡара ҡарға ҡабаланып, Ҡайтып китте ҡунаҡтан.

Слайд 7

А В Б Г Д Е Мейес башында биш бесәй, Биш бесәйҙең биш башы. Биш бесәйҙең биш башына Емерелмәһен мейес ташы.

Слайд 8

Һары Сабираға һары сандали, Һары сандалиға һары Сабира. Һары Сабираны һары сандали Һап-һап итеп сейәгә алып бара. А В Б Г Д Е

Слайд 9

Бүрәнәгә баҫты бүҙәнә, Бүҙәнәне баҫты бүрәнә. Ғәйеп бүҙәнәлә лә бар, Бүрәнәлә лә бар. А В Б Г Д Е

Слайд 10

А В Б Г Д Е Өммөгөлсөм өләсәйем Өлөштәрен өләшә. Өлөшһөҙҙәр көтә өлөш, Өлөшлөләр көлөшә .

Слайд 11

А В Б Г Д Е Йәмле йәйҙә йәйләүҙә, Йәмле йәшел болонда, Йәйрәп йөрөй елә-елә Йәп-йәш кенә ҡолонсаҡ.

Слайд 12

А В Б Г Д Е Алланған алма аша, Балдары тама-тама. Аша, алһыу алманы, Балына мана-мана .

Слайд 13

А В Б Г Д Е Һылыу һигеҙ һарыҡ һуйған, һигеҙе лә бик һимеҙ. Һигеҙенән,һеңкелдәп, Һигеҙ һауыт май сыҡҡан.

Слайд 14

А В Б Г Д Е Вазифа менән Варис Ваҡ-ваҡ валсыҡ ваҡлайҙар, Вайымһыҙ түгел улар, Ваҡ ҡоштарҙы һаҡлайҙар.

Слайд 15

А В Б Г Д Е Интернет - ресурсы http://filinkova-nasty.narod.ru/images/7_0065.jpg - картинка буратино http://www.filipok.ru/show_good.php?idtov=5773 – кубики «Алфавит» http://allday.ru/ - полочка с книгами Шаблон: «Ермилова Марина Владимировна, учитель рус яз и литер МОУ СОШ № 1 г. Гуково «http://pedsovet.su/»



Предварительный просмотр:

Хеҙмәт

Хеҙмәт, һөнәр,уңғанлыҡ,ялҡаулыҡ

Ағас емеше менән, кеше эше менән.

Аҙ һөйлә,күп эшлә.

Аҙығыңды алыҫ ҡуй,ҡаҙығыңды ҡулбуйы.

Бер тырышлыҡ уңлата ҡайта.

Дан хеҙмәттә уяна.

Һунарсылыҡ, малсылыҡ, игенселек

Иртә сәсһәң уңырһың,һуңға ҡалһаң- туңырһың.

Малы юҡтың йәне юҡ.

Юлаусыға – юл, һунарсыға – йәнлек.

Етене сәселмәгән, киндере һуғылмаған.

Шәп мал аяҡланып тыуа.

Ижтимағи тормош

Бер йортта ике бикәнең тауығы һыймаҫ.

Ер тауһыҙ булмай, халыҡ ханһыҙ булмай.

Буран булһа,һунар юҡ, ямғыр булһа,туҙан юҡ,түрә килһә,майҙан юҡ.

Ил ҡәҙерен белмәгән-башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән- ашын юғалтҡан.

Көтөүсе күп булһа,һарыҡты бүре алыр.

Социаль хәл, синфи мөнәсәбәттәр

Айыу – бүре берекмәҫ.

Бай ҡарғышы ярлыға төшмәҫ.

Иҙелеп йәшәгәнсе, үҙеңә үҙең баш булып йәшә.

Кем ҡулында иллелек, уның һүҙе иң элек.

Тауға ҡарап тау булма.

Дин әһелдәре тураһында мәҡәлдәр

Мулла менән түрә ил өҫтөндә көн күрә

Дингә ышанған малһыҙ ҡалыр

Хоҙайҙың биргәненән бирмәгәне күп.

Ярлы беләгенә,  мулла терәгенә ышаныр

Хөрмәтенә күрә доғаһы.

Һуғыш-тыныслыҡ

Алыҫтағы ауҙы күргәнсе, яҡындағы яуҙы күр

Бүренән бүрек ташлап ҡотолоп булмай

Йыландың балаһы ла йылан

Йылан үлтерһәң,балаһын ҡалдырма

Ҡылыс күтәргән ҡылыстан үлер

Көнкүреш, йолалар, ғаилә,туғанлыҡ

Ат менән ҡыҙҙы ауылдан алма

Барһаң, табып бар, егетте танып бар

Бер ҡатындың ире үлһә, ҡырҡ ҡатынға көндәш була,ти

Егермелә етлекмәгән иллеһендә өйләнмәҫ

Күп һайлаған һайландыҡта ҡалыр

Ғаилә тормошо, нәҫел-нәсәп

Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос ныҡ була

Аптыраған бала атаһының һаҡалы менән уйнар

Бала бар ерҙә батша юҡ

Дегәнәк тамырынан гөо үҫмәй

Илаҡ баланы илап тымыҙып булмай

Ир – егет,ҡатын-ҡыҙ

Яман ирҙән яҡшы ҡатын артыҡ

Ҡатын-ҡыҙҙың хәйләһенә шайтан да түҙә алмаҫ

Ирҙе ир үлтермәҫ,намыҫ үлтерер

Ҡатындар теле – утлы киҫәү

Тырнаҡ үҫтергән ҡатындан йыраҡ ҡас

Күрше-күлән,дошман,дуҫ

Баҡыр башлы йылан күҙе ҡояш батҡас асыла

Боҙолошҡан дуҫ дошмандан яман

Вафаһыҙ дуҫ аш ашай

Дуҫ башҡа, дошман аяҡҡа ҡарар

Йоҡлаған йыландың ҡойроғона баҫма

Донъя көтөү, мал табыу

Атайыңда булғансы,алҡыныңда булһын

Буштан килгән байлыҡ – бер айлыҡ

Кеше малына нәпсеңде һуҙма

Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында

Малды тота бел,ашты йота бел!

Алыш – биреш, бүләк

Аҡсаң бөттө – ҡәҙерең бөттө

Бер биргәнде кире ҡайтарып алмайҙар

Ни кәрәк – шул ҡиммәт

Юлдан тапһаң да һанап ал

Яҡшы аттың тешен ҡарама

Аш һыу, һый-хөрмәт

Алдыңа ҡуйған ашты хурлама

Аш ҡәҙерен ас белер, тун ҡәҙерен яланғас белер

Балалы ҡунаҡ – бәләле ҡунаҡ

Икмәк сәйнәмәйенсә йотолмай

Кеше ризығын кеше ашамаҫ

Кейем-һалым, биҙәнеү-төҙәнеү

Алтын йүгән яҡшы атты һимертмәҫ

Туңған туңды маҡтай

Итеге тишектең сабатаһы тишек

Заманың нисек була, бүркеңде шулай кей

Кейемең йыртыҡ булһа, елгә үпкәләмә

Юл-сәфәр, ил-донъя күреү

Ат яҡшы булһа, юл ҡыҫҡа була

Йәйәү йөрөү бүрегә генә килешә

Юл белмәһәң, белгәндән һора

Үҙеңдән юлдашың батыр булһын

Юлға юлдаш алып сыҡ

Шәхси сифаттар, әхлаҡ – әҙәп

Ағастың йомшағын ҡорт баҫыр

Аҫтырытын аҫтан киҫә, өҫтөн ялғай

Алама ат ҡойроҡҡа үҫер

Бейек тауҙың томаны ла бейек

Даныңды юйғансы,башыңды юй

Батырлыҡ, ҡурҡаҡлыҡ

Арыҫлан аста төокө туҡ, тәүәккәл ирҙә ҡайғы юҡ

Йүгерек ярышта беленер

Ҡыйыулыҡ ҡыйынлыҡтан ҡотҡара

Яҡшы юртаҡ күпкә уртаҡ

Мәргән кәкере атһа ал тура тейҙерер

Аралашыу: изгелек,яуызлыҡ

Аш ҡорһаҡ артынан йөрөмәҫ

Ишек төбөндә урын ҡуйһалар,түргә уҙма

Беткә үс итеп,тунды утҡа яҡмайҙар

Кешегә ҡалған төнөң – ҡаранғы төнөң

Оло ат менән уйнаған тайҙың аяғы һыныр

Хаҡлыҡ, ғәҙеллек,яҡшылыҡ

Бейек түбәгә менһәң күҙең асылыр, яҡшы менән һөйләшһәң, күңелең асылыр

Дуңғыҙ күҙе йондоҙ күрмәҫ

Кеше ҡолағын борғанда үҙеңдеке ауыртмай

Эт башын эт ашай

Шайтан таяғына ҡырау теймәй

Яңылышыу, гонаһ–яҙыҡ,енәйәт,хөкөм

Бүре береһен береһе ашамай

Башың киҫелгәс, сәсең өсөн ҡайғырма

Кешенекен алған – ҡоро таяҡҡа ҡалған

Уттан ҡурҡҡан төтөндән һаҡланыр

Һуғыштан һуң йоҙроҡ төймәй

Яңғыҙлыҡ, берҙәмлек

Ауыл эте ала булһа ла, бүре килгәндә, берегер

Бер тау бер кейекте туйҙырмаҫ

Ҡошто ҡанат осорор

Яңғыҙ батыр яу түгел

Эт күп булһа,бүрене еңә

Тел һәм һүҙ

Аҡылһыҙҙан кәңәш һорау – үҙе аҡылһыҙлыҡ

Баш – һандыҡ, тел – асҡыс

Бер яҡшы эш мең яҡшы һүҙҙән артыҡ

Йыртыҡ ҙурайһа,ямаулыҡ етмәй

Ҡарғыш уртаҡ булыр

Аҡыл, аҡылһыҙлыҡ,наҙанлыҡ

Аҡыл эйәһен табыр

Белемһеҙ кеше – һуҡыр кеше

Иҫәр генә икеләнмәй

Кисәге аҡыл бөгөнгә ярамай

Үҙ аҡылың етмәһә,кешене тыңла

Донъя,ғүмер, яҙмыш тураһында уйланыуҙар

Йүкәне майлау менән ҡайыш булмаҫ

Йылғаһына күрә кәмәһе

Ут яҡмаһаң,төтөн сыҡмай

Сәбәпһеҙ япраҡ та һелкенмәй

Яңы – танһыҡ, иҫкеһе – һаҫыҡ

Йәшлек,ҡартлыҡ,сәләмәтлек

Ауырыуҙың аҙығы үҙе меән

Ғүмер ҡыҫҡа,үткәрмә бушҡа

Ғәриптең хәлен ғәрип белер

Йәшлегендә иренгәг ҡартлығында эшләр

Һаҡланғандан үлем дә һаҡлана

Бәхет, шатлыҡ, ҡайғы,бәлә-ҡаза

Башҡа бәлә килде тип, башты ташҡа ороп булмай

Килер ҡаза ҡысҡырмай килер

Өмөтлөнөң ҡояшы икәү

Һағыш бер кемгә лә һары май түгел

Уйламай баҫҡан – ҡайғыға батҡан

Төрлө темаға ҡараған мәҡәлдәр

Бейей белгән кеше бейеүенән кинәнер

Йыр – күңеллегә ҡыуаныс, күңелһеҙгә  - йыуаныс

Хәйерһеҙ болот диңгеҙҙә яуыр

Шиғыр яҙыу ғыйын түгел, шағир булыуы ҡыйын

Оса алмаған ыласындан файҙа юҡ