Уҡытыусыларға ярҙамға
Уҡытыусыларға ярҙамға
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
vhitov.pptx | 662.42 КБ |
primernaja_struktura_tipa_uroka_po_fgos.doc | 37 КБ |
mkldr.docx | 19.89 КБ |
otkrytyy_urok_bakeshchiktap_ilak_bulmay.docx | 18.87 КБ |
lotfullin.pptx | 354.6 КБ |
mzhit_gafuri.pptx | 440.82 КБ |
h._dultshina.pptx | 828.57 КБ |
prez._nuguman_musin.pptx | 750.57 КБ |
prezentatsiya_zaki_validi.pptx | 838.03 КБ |
helder.docx | 23.25 КБ |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Һүҙлек эше. Ҡомарлыҡ Йән көйҙөрөп Йән аҙығы Ҡанаты йылы ине Ҡолон һалды Һыртын ҡуйыу Миктәү Кешәнләү Шаны артыу Тәңгәл
Андыҙ К үп йыллыҡ үлән.Бейеклеге 1-1.25м.тирәһе,июль-сентябрь айҙарында сәскә ата,емеше август-октябрҙә өлгөрә.Башҡортостандың күпселек райондарында йыш осрай,ә Урал аръяғы райондарында һирәгерәк. Андыҙ дымлы туғайҙарҙа үҫә. «Андыҙ барҙа ат үлмәҫ»-ти халыҡ.
М әҡәлдәр
Ат төҫтәре Ерән(рыжий)- ҡыҙыл менән һары ҡатыш, һарғылт һары
Саптар(игреневый)- ялы һәм ҡойроғо сал булған ерән ат
Туры( гнедой) Ҡоба туры(каурий)- ҡара ҡыҙыл, ял-ҡойроғо ҡара төҫтәге ат
Аттарҙың йәше Йәше Айғыр малы Бейә малы Яңы тыуған ҡолон ҡолон ҡолонсаҡ Икенсе яҙға сыҡҡан бер йәшлек мал ябаҡ ябаға Бер йәштән ике йәшкәсә тиклемге мал ҡырҡмыш тай ҡырҡмыш бейә Өс йәшкә сыҡҡан мал ҡонан ҡонажын Дүрт йәшкә сыҡҡан мал Иркән дүнән дүнәжен Биш йәшкә сыҡҡан мал айғыр бейә Өйөрҙәге тоҡом айғыры Өйөр айғыры ________
Дүрт йәштән үткән 1-се ҡолонлар бейә _____________ байтал Өйөргә ҡушылмаған айғыр малы һәүер!әк ____________ Биҙәү бейә малы ___________ тыу бейә Һыналған тоҡом айғыры Аҫау айғыр ________
Атты мин менгегә ярағаны,еккегә барғаны,йәғни кешегә хеҙмәт иткәне,эшкә ярағаны өсөн генә,кешенең ярҙамсыһы итеп кенә түгел,ә беҙҙең ата-бабаларҙың тормошо,көнкүреше,йәшәү рәүеше итеп тә ҡараным.Ат беҙҙең башҡортттоң таянысы ғына түгел,ә ҡанаты ла булған. Әнүр Вәхитов
Предварительный просмотр:
Примерная структура типа урока по ФГОС
- Структура урока усвоения новых знаний
1) Организационный этап.
2) Постановка цели и задач урока. Мотивация учебной деятельности учащихся.
3) Актуализация знаний.
4) Первичное усвоение новых знаний.
5) Первичная проверка понимания
6) Первичное закрепление.
7) Информация о домашнем задании, инструктаж по его выполнению
8) Рефлексия (подведение итогов занятия)
Примерная структура типа урока по ФГОС
2. Структура урока комплексного применения знаний и умений (урок закрепления)
1) Организационный этап.
2) Проверка домашнего задания, воспроизведение и коррекция опорных знаний учащихся. Актуализация знаний.
3) Постановка цели и задач урока. Мотивация учебной деятельности учащихся.
4) Первичное закрепление
- в знакомой ситуации (типовые)
- в изменённой ситуации (конструктивные)
5) Творческое применение и добывание знаний в новой ситуации (проблемные задания)
6) Информация о домашнем задании, инструктаж по его выполнению
7) Рефлексия (подведение итогов занятия)
Примерная структура типа урока по ФГОС
3. Структура урока актуализации знаний и умений (урок повторения)
1) Организационный этап.
2) Проверка домашнего задания, воспроизведение и коррекция знаний, навыков и умений учащихся, необходимых для творческого решения поставленных задач.
3) Постановка цели и задач урока. Мотивация учебной деятельности учащихся.
4) Актуализация знаний.
- с целью подготовки к контрольному уроку
- с целью подготовки к изучению новой темы
5) Применение знаний и умений в новой ситуации
6) Обобщение и систематизация знаний
7) Контроль усвоения, обсуждение допущенных ошибок и их коррекция.
8) Информация о домашнем задании, инструктаж по его выполнению
9) Рефлексия (подведение итогов занятия)
Примерная структура типа урока по ФГОС
4. Структура урока систематизации и обобщения знаний и умений
1) Организационный этап.
2) Постановка цели и задач урока. Мотивация учебной деятельности учащихся.
3) Актуализация знаний.
4) Обобщение и систематизация знаний
Подготовка учащихся к обобщенной деятельности
Воспроизведение на новом уровне (переформулированные вопросы).
5) Применение знаний и умений в новой ситуации
6)Контроль усвоения, обсуждение допущенных ошибок и их коррекция.
7) Рефлексия (подведение итогов занятия)
Анализ и содержание итогов работы, формирование выводов по изученному материалу
Примерная структура типа урока по ФГОС
5. Структура урока контроля знаний и умений
1) Организационный этап.
2) Постановка цели и задач урока. Мотивация учебной деятельности учащихся.
3) Выявление знаний, умений и навыков, проверка уровня сформированности у учащихся общеучебных умений. (Задания по объему или степени трудности должны соответствовать программе и быть посильными для каждого ученика).
Уроки контроля могут быть уроками письменного контроля, уроками сочетания устного и письменного контроля. В зависимости от вида контроля формируется его окончательная структура
4) Рефлексия (подведение итогов занятия)
Примерная структура типа урока по ФГОС
6. Структура урока коррекции знаний, умений и навыков.
1) Организационный этап.
2) Постановка цели и задач урока. Мотивация учебной деятельности учащихся.
3) Итоги диагностики (контроля) знаний, умений и навыков. Определение типичных ошибок и пробелов в знаниях и умениях, путей их устранения и совершенствования знаний и умений.
В зависимости от результатов диагностики учитель планирует коллективные, групповые и индивидуальные способы обучения.
4) Информация о домашнем задании, инструктаж по его выполнению
5) Рефлексия (подведение итогов занятия)
Примерная структура типа урока по ФГОС
7. Структура комбинированного урока.
1) Организационный этап.
2) Постановка цели и задач урока. Мотивация учебной деятельности учащихся.
3) Актуализация знаний.
4) Первичное усвоение новых знаний.
5) Первичная проверка понимания
6) Первичное закрепление
7) Контроль усвоения, обсуждение допущенных ошибок и их коррекция.
8) Информация о домашнем задании, инструктаж по его выполнению
9) Рефлексия (подведение итогов занятия)
Предварительный просмотр:
Хеҙмәт
Хеҙмәт, һөнәр,уңғанлыҡ,ялҡаулыҡ
Ағас емеше менән, кеше эше менән.
Аҙ һөйлә,күп эшлә.
Аҙығыңды алыҫ ҡуй,ҡаҙығыңды ҡулбуйы.
Бер тырышлыҡ уңлата ҡайта.
Дан хеҙмәттә уяна.
Һунарсылыҡ, малсылыҡ, игенселек
Иртә сәсһәң уңырһың,һуңға ҡалһаң- туңырһың.
Малы юҡтың йәне юҡ.
Юлаусыға – юл, һунарсыға – йәнлек.
Етене сәселмәгән, киндере һуғылмаған.
Шәп мал аяҡланып тыуа.
Ижтимағи тормош
Бер йортта ике бикәнең тауығы һыймаҫ.
Ер тауһыҙ булмай, халыҡ ханһыҙ булмай.
Буран булһа,һунар юҡ, ямғыр булһа,туҙан юҡ,түрә килһә,майҙан юҡ.
Ил ҡәҙерен белмәгән-башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән- ашын юғалтҡан.
Көтөүсе күп булһа,һарыҡты бүре алыр.
Социаль хәл, синфи мөнәсәбәттәр
Айыу – бүре берекмәҫ.
Бай ҡарғышы ярлыға төшмәҫ.
Иҙелеп йәшәгәнсе, үҙеңә үҙең баш булып йәшә.
Кем ҡулында иллелек, уның һүҙе иң элек.
Тауға ҡарап тау булма.
Дин әһелдәре тураһында мәҡәлдәр
Мулла менән түрә ил өҫтөндә көн күрә
Дингә ышанған малһыҙ ҡалыр
Хоҙайҙың биргәненән бирмәгәне күп.
Ярлы беләгенә, мулла терәгенә ышаныр
Хөрмәтенә күрә доғаһы.
Һуғыш-тыныслыҡ
Алыҫтағы ауҙы күргәнсе, яҡындағы яуҙы күр
Бүренән бүрек ташлап ҡотолоп булмай
Йыландың балаһы ла йылан
Йылан үлтерһәң,балаһын ҡалдырма
Ҡылыс күтәргән ҡылыстан үлер
Көнкүреш, йолалар, ғаилә,туғанлыҡ
Ат менән ҡыҙҙы ауылдан алма
Барһаң, табып бар, егетте танып бар
Бер ҡатындың ире үлһә, ҡырҡ ҡатынға көндәш була,ти
Егермелә етлекмәгән иллеһендә өйләнмәҫ
Күп һайлаған һайландыҡта ҡалыр
Ғаилә тормошо, нәҫел-нәсәп
Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос ныҡ була
Аптыраған бала атаһының һаҡалы менән уйнар
Бала бар ерҙә батша юҡ
Дегәнәк тамырынан гөо үҫмәй
Илаҡ баланы илап тымыҙып булмай
Ир – егет,ҡатын-ҡыҙ
Яман ирҙән яҡшы ҡатын артыҡ
Ҡатын-ҡыҙҙың хәйләһенә шайтан да түҙә алмаҫ
Ирҙе ир үлтермәҫ,намыҫ үлтерер
Ҡатындар теле – утлы киҫәү
Тырнаҡ үҫтергән ҡатындан йыраҡ ҡас
Күрше-күлән,дошман,дуҫ
Баҡыр башлы йылан күҙе ҡояш батҡас асыла
Боҙолошҡан дуҫ дошмандан яман
Вафаһыҙ дуҫ аш ашай
Дуҫ башҡа, дошман аяҡҡа ҡарар
Йоҡлаған йыландың ҡойроғона баҫма
Донъя көтөү, мал табыу
Атайыңда булғансы,алҡыныңда булһын
Буштан килгән байлыҡ – бер айлыҡ
Кеше малына нәпсеңде һуҙма
Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында
Малды тота бел,ашты йота бел!
Алыш – биреш, бүләк
Аҡсаң бөттө – ҡәҙерең бөттө
Бер биргәнде кире ҡайтарып алмайҙар
Ни кәрәк – шул ҡиммәт
Юлдан тапһаң да һанап ал
Яҡшы аттың тешен ҡарама
Аш һыу, һый-хөрмәт
Алдыңа ҡуйған ашты хурлама
Аш ҡәҙерен ас белер, тун ҡәҙерен яланғас белер
Балалы ҡунаҡ – бәләле ҡунаҡ
Икмәк сәйнәмәйенсә йотолмай
Кеше ризығын кеше ашамаҫ
Кейем-һалым, биҙәнеү-төҙәнеү
Алтын йүгән яҡшы атты һимертмәҫ
Туңған туңды маҡтай
Итеге тишектең сабатаһы тишек
Заманың нисек була, бүркеңде шулай кей
Кейемең йыртыҡ булһа, елгә үпкәләмә
Юл-сәфәр, ил-донъя күреү
Ат яҡшы булһа, юл ҡыҫҡа була
Йәйәү йөрөү бүрегә генә килешә
Юл белмәһәң, белгәндән һора
Үҙеңдән юлдашың батыр булһын
Юлға юлдаш алып сыҡ
Шәхси сифаттар, әхлаҡ – әҙәп
Ағастың йомшағын ҡорт баҫыр
Аҫтырытын аҫтан киҫә, өҫтөн ялғай
Алама ат ҡойроҡҡа үҫер
Бейек тауҙың томаны ла бейек
Даныңды юйғансы,башыңды юй
Батырлыҡ, ҡурҡаҡлыҡ
Арыҫлан аста төокө туҡ, тәүәккәл ирҙә ҡайғы юҡ
Йүгерек ярышта беленер
Ҡыйыулыҡ ҡыйынлыҡтан ҡотҡара
Яҡшы юртаҡ күпкә уртаҡ
Мәргән кәкере атһа ал тура тейҙерер
Аралашыу: изгелек,яуызлыҡ
Аш ҡорһаҡ артынан йөрөмәҫ
Ишек төбөндә урын ҡуйһалар,түргә уҙма
Беткә үс итеп,тунды утҡа яҡмайҙар
Кешегә ҡалған төнөң – ҡаранғы төнөң
Оло ат менән уйнаған тайҙың аяғы һыныр
Хаҡлыҡ, ғәҙеллек,яҡшылыҡ
Бейек түбәгә менһәң күҙең асылыр, яҡшы менән һөйләшһәң, күңелең асылыр
Дуңғыҙ күҙе йондоҙ күрмәҫ
Кеше ҡолағын борғанда үҙеңдеке ауыртмай
Эт башын эт ашай
Шайтан таяғына ҡырау теймәй
Яңылышыу, гонаһ–яҙыҡ,енәйәт,хөкөм
Бүре береһен береһе ашамай
Башың киҫелгәс, сәсең өсөн ҡайғырма
Кешенекен алған – ҡоро таяҡҡа ҡалған
Уттан ҡурҡҡан төтөндән һаҡланыр
Һуғыштан һуң йоҙроҡ төймәй
Яңғыҙлыҡ, берҙәмлек
Ауыл эте ала булһа ла, бүре килгәндә, берегер
Бер тау бер кейекте туйҙырмаҫ
Ҡошто ҡанат осорор
Яңғыҙ батыр яу түгел
Эт күп булһа,бүрене еңә
Тел һәм һүҙ
Аҡылһыҙҙан кәңәш һорау – үҙе аҡылһыҙлыҡ
Баш – һандыҡ, тел – асҡыс
Бер яҡшы эш мең яҡшы һүҙҙән артыҡ
Йыртыҡ ҙурайһа,ямаулыҡ етмәй
Ҡарғыш уртаҡ булыр
Аҡыл, аҡылһыҙлыҡ,наҙанлыҡ
Аҡыл эйәһен табыр
Белемһеҙ кеше – һуҡыр кеше
Иҫәр генә икеләнмәй
Кисәге аҡыл бөгөнгә ярамай
Үҙ аҡылың етмәһә,кешене тыңла
Донъя,ғүмер, яҙмыш тураһында уйланыуҙар
Йүкәне майлау менән ҡайыш булмаҫ
Йылғаһына күрә кәмәһе
Ут яҡмаһаң,төтөн сыҡмай
Сәбәпһеҙ япраҡ та һелкенмәй
Яңы – танһыҡ, иҫкеһе – һаҫыҡ
Йәшлек,ҡартлыҡ,сәләмәтлек
Ауырыуҙың аҙығы үҙе меән
Ғүмер ҡыҫҡа,үткәрмә бушҡа
Ғәриптең хәлен ғәрип белер
Йәшлегендә иренгәг ҡартлығында эшләр
Һаҡланғандан үлем дә һаҡлана
Бәхет, шатлыҡ, ҡайғы,бәлә-ҡаза
Башҡа бәлә килде тип, башты ташҡа ороп булмай
Килер ҡаза ҡысҡырмай килер
Өмөтлөнөң ҡояшы икәү
Һағыш бер кемгә лә һары май түгел
Уйламай баҫҡан – ҡайғыға батҡан
Төрлө темаға ҡараған мәҡәлдәр
Бейей белгән кеше бейеүенән кинәнер
Йыр – күңеллегә ҡыуаныс, күңелһеҙгә - йыуаныс
Хәйерһеҙ болот диңгеҙҙә яуыр
Шиғыр яҙыу ғыйын түгел, шағир булыуы ҡыйын
Оса алмаған ыласындан файҙа юҡ
Предварительный просмотр:
Тема: Ә.Бикчәнтәевтың тормош юлы .
“ Бакенщиктар илаҡ булмай” әҫәрен анализлау.
Маҡсат: Уҡыусыларға автор тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреү.
Әҫәр ярҙамында дуҫлыҡ төшөнсәһенең киң ҡулланылышын аңлатыу,уның бөгөнгө көндә актуаль булыуын күрһәтеү.
Уҡыусыларҙа фекерләү ҡеүәһен,яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү.
Йыһазлау:дәреслек, мультимедиялы проектор,презентация,авторҙың китаптар күргәҙмәһе,мәҡәлдәр,смайликтар.
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу мәле.Инеш һүҙ.
- Һаумыһығыҙ ,уҡыусылар.
-Бөгөнгө дәрес беҙҙең ябай дәрес түгел. Борон –борондан башҡорт халҡы йыйындар ,бәйгеләр уҙғарыр булған.Шуға күрә беҙ ҙә бөгөнгө дәресебеҙҙе дәрес-бәйге тип атаһаҡ хата булмаҫ,моғайын. Үҙебеҙҙең дәресебеҙгә быйылғы йылда уҡырға килгән 7 в класы уҡыусыларын ҡунаҡҡа саҡырғанбыҙ.Шуға күрә лә инде беҙ төркөмдәргә бүленеп командалар барлыҡҡа килтерҙек.Әйҙәгеҙ әле командаларға исем уйлайыҡ
-Ҡунаҡҡа килгән һәр кем башҡорт йолалары буйынса күстәнәс алып килә.Йәгеҙ кем ниндәй күстәнәс менән килдек икән бөгөнгө дәрескә?
(күстәнәстәр алдан әйтелеп әҙерләтелә)
- (Слай 1)Быйылғы уҡыу йылы планы сиктәрендә бөгөнгө көндән беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең аҙналығы башланды.Быйылғы йыл ил етәкселәре ҡарары буйынса ниндәй йыл тип иҫәпләнә?
- ( Әҙәбиәт йылы)
- Ошо сәбәпле беҙ һеҙҙең менән планлаштырылған һәр сарала бик актив ҡатнашырға тейешбеҙ.
- 2.Өй эшен тикшереү.
- Һеҙгә уҡыусылар өй эше итеп Әнүәр Бикчәнтәевтың тормош юлын ҡарап килергә ине һәм “ Бакенщиктар илаҡ булмай “ әҫәрен уҡырға кәрәк ине.Мин уйлайым һеҙ барығыҙҙа был эштәрҙе башҡарғанһығыҙҙыр тип.
1.Автор тураһында белешмә биреү.
Слайд 2.Ә.Бикчәнтәевтең тормош юлы бик ҡатмарлы осорға тура килә.
(Ҡыҫҡаса һөйләп китеү слайд буйынса)
- Кем уның тормош юлы буйынса өҫтөлмә материал әҙерләне?(уҡыусылар берәмләп өҫтәп китәләр).
- 2 Әҫәр өҫтөндә эш.
- Уҡыусылар әҫәрҙең эстәлеген уҡыған саҡта ниндәйҙер аңлашылмаған һүҙҙәр осраманымы?
- -Әйҙәгеҙ әле ошо һүҙҙәрҙе башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенән табып ҡарайыҡ.
- Слайд3 .
- Дәрестең проблемаһын билдәләү.
- Балалар,был әҫәрҙе уҡыған саҡта автор беҙҙе нимә тураһында уйланырға мәжбүр итте? Геройыбыҙ нимә тип борсола?
- Ни эшләп ул мин атайҙан уңманым тип уйлай.
- Уҡыусыларҙың ижад лабораторияһында булған анализ яһау буйынса эш.
- Әҫәр кем һәм нимә тураһында?
- Әҫәрҙә хәл-ваҡиғалар ҡайҙа һәм ҡасан бара?
- Төп герой кем? ( малай)
- Малайға характеристика бирегеҙ.
- Малай кем менән йәшәй?
- Ул ниндәй эштәр башҡара?
- Атаһы характеры буйынса ниндәй кеше тип уйлайһығыҙ?
- Ул уны ниндәй итеп тәрбиәләй?
- Атаһы йыш ҡына улына нимә тип ҡабатлай?(табып уҡығыҙ)
- Әҫәрҙә ниндәй тарихи шәхестәрҙең исемдәре телгә алына?
- Пароходтар ниндәй эштәр башҡарыуҙары тураһында автор яҙа?
- Бер көндө малайҙың атаһы ҡайҙа китә?
- Атаһының аҡса алған һайын ниндәй ғәҙәте бар?
- Бакенщиктың төп эше ниҙән тора?
- Һауа торошо үҙгәреү менән герой нимә тураһында борсола?
- Тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр һүрәтләнгән?
- Малай ,атаһы ҡайтмағас, нимә тип уйлай?
- Ни өсөн ул атаһы урынына эшкә китә?
- Беренсе фонарҙы тоҡандырғас малай нимә тураһында уйлай?
- (Был төндө йөҙөүселәр һуҡыр ҡалмаясаҡ)
- Һеҙ йәшендән ҡурҡаһығыҙмы?
- Ни өсөн малай йәшенгә иғтибар итмәй?
- ( Сөнки атаһына оҡшарға тырыша)
- Күк күкрәгән саҡта малайҙың башына ниндәй уйҙар килә?
- Барлығы нисә фонарҙы ул яндырп өлгөрә?(5)
- Уның менән артабан нимә була?
- Әҫәр аҙағында ни өсөн малай аптырай?
- Атаһының йомшаҡлығы ни өсөн оҡшамай?
4. уҡыусылар һеҙҙең өҫтәлдәрегеҙҙә бик күп мәҡәлдәр яҙылған ҡағыҙҙар бар.Ошонан әҫәргә тап килгәнен яҙып алырға.
5 Йомғаҡлау.
Беҙ һеҙҙең менән быға тиклем бик күп әҫәрҙәр уҡыныҡ.Уларҙың һәр береһе ниндәй темаға ҡағылды?был әҫәр ниндәй теманы яҡтырта?
(ДУҪЛЫҠ)
-Ә хәҙер иғтибарығыҙҙы таҡтаға йүнәлтәйек.Ошо һүрәттәр ҡайһы уҡылған әҫәрҙәргә тап килә?
Рефлексия
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Әхмәт Лотфуллин , Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин ( 4 февраль 1928 — 10 июль 2007 ) — СССР - ҙың (1989) һәм РСФСР- ҙың халыҡ рәссамы (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (1966), һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982).
Биографияһы Рәссам 1928 йылда Урал аръяғында урынлашҡан Ишҡол ауылында донъяға килә . Уның йәш йылдары Асҡар һәм Абҙаҡ ауылдарында үтә . Һуғыш башланғас , йәш егет Магнитогорск ҡалаһына йәйәү бара, унда училищеға инеп токарь һөнәрен үҙләштерә башлай . Һуғыштан һуң ул Ленинград ҡалаһында архитектура һәм һынлы сәнғәт , Өфөлә театр һәм һынлы сәнғәт училищеларын тамамлай , Литва республикаһындағы дәүләт һынлы сәнғәт институтында уҡый .
Рәссамдың беренсе күргәҙмәһе Өфөлә 1957 йылда асыла . Унда ул яңы һулыш һәм төҫтәр менән һуғарылған портреттар тәҡдим итте . Улар араһында « Интерьерҙа башҡорт ҡыҙы », «Автопортрет», « Әсәй портреты» кеүек эштәр урын алды . Лотфуллин ысын мәғәнәһендә милли рәссам . Ижадында ул милли характерҙарҙы асырға тырыша.Картиналарында осраған образдарҙы ул иң яҡын кешеләренән : ата-әсәһенән , ауылдаштарынан һынландыра . Портрет жанрында рәссам яңы формаларҙы , алымдарҙы эҙләргә дауам итә .
Әхмәт Лотфуллин үҙенә генә хас булған һынлы сәнғәт манераһын тормошҡа ашыра . Рәссамдың ижад емештәре Мәскәүҙең Третьяков галереяһында , Санкт- Петербургтың Рус музейында , Өфөләге М.В.Нестеров музейында һәм байтаҡ шәхси коллекцияларҙа һаҡлана
Әхмәт Лотфуллин исемендәге Абҙаҡ урта мәктәбе
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Мәжит Ғафури – күп яҡлы талант.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Ысын яҙыусы , башҡорт әҙәбиәте ғорурлығы булыу өсөн Һәҙиә Дәүләтшинаға оҙон һәм ауыр тормош юлы үтергә тура килә . Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы 1905 йылдың яҙында Һамар губернаһы Хәсән ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа
1919 йылда атаһы үлгәс , ғаилә хәстәрлеге уның иңенә төшә . Аслыҡты ла, һыуыҡты ла, ауыр хеҙмәтте лә кисерергә тура килә . Граждандар һуғышы йылдарында башҡорт ҡыҙҙарынан беренсе булып комсомолға инә . Ун биш йәшлек Һәҙиә күрше ауылға уҡытыусы булып китә , һуңынан Һамар педтехникумында , аҙағыраҡ Өфө пединститутында педагогик белем ала. 1927 йылдан Дәүләтшина – балалар йортонда тәрбиәсе , ә 1932-1933 йылдарҙа – редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институты студенты. 1933 йылда ире , билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғөбәй Дәүләтшин , менән бергә республиканың көньяғына китә һәм унда гәзит хеҙмәткәре булып эшләй . Һуңынан Ғөбәй Башҡортостан мәғариф наркомы булып китә . Ҡатынына тәүге ижади аҙымдарын яһарға ул ярҙам итә .
1920 йылдарҙа Һамар губернаһы Дынғыҙбай ауылында уҡытыусы булып эшләй . 1924 - 1925 йылдарҙа Педагогия институты рабфагында уҡый . 1932 йылда Редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институтында белем ала. 1934 йылда 1-се СССР яҙыусыларҙың съезында делегат булып ҡатнаша . 1935 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына кереп , уның ике курсын бик яҡшы билдәләр менән тамамлай .
1936 йылда Минск ҡалаһында үткән яҙыусыларҙың 3-сө Пленумында ҡатнаша . Өфө ҡалаһы Ленин район Советына депутат, Советтарҙың ғәҙәттән тыш X Бөтә Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана . 1937 йылдың 20 ноябрендә Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы булыуында ғәйепләп , ҡулға алалар һәм НКВД Айырым кәңәшмәһе тарафынан 5 йылға иркенән мәхрүм итәләр .
1937- 1942 йылдарҙа Мордовия Темников лагерҙарында ултыра . 1954 йылдың 5 декабрендә - Бөрө ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат була . 1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға " Ырғыҙ " романы өсөн ( үлгәндән һуң ) Башҡорт АССР- ының Салават Юлаев исемендәге премияһы бирелде .
Тәүге әҫәре – “Пионерка Һылыуҡай ” хикәйәһе (1926). Шулай ҙа коллективлаштырыу тәьҫире аҫтында яҙылған “ Айбикә ” повесы (1931) уға танылыу килтерә . Ул төрлө жанрҙарҙа сығыш яһай , шиғырҙар , очерктар , хикәйәләр яҙа . Күп хикәйәләренең төп темаһы – элек иҙелеп йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙының рухи яңырыуы .
Һәҙиә Дәүләтшинаның “ Ырғыҙ ” романы бөтә илгә билдәле була . Романдың айырым өҙөктәре 30-сы йылдарҙа уҡ баҫыла . Әммә репрессиялар уның ижадына аяҡ сала. 1937 йылда Һәҙиә ҡулға алына , ире халыҡ дошманы булараҡ атып үлтерелә . Биш йыл лагерҙа ултырып ҡайтҡандан һуң Дәүләтшинаға Бөрөлә генә йәшәргә рөхсәт ителә , әҙәби һәм педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйыла . Оҙаҡ йылдар Һәҙиә йәбер-золомға дусар булып йәшәй , ғүмерен матди мохтажлыҡта үткәрә . Яҙыусы романына 50-се йылдар башында ғына әйләнеп ҡайта . Роман- эпопеяла башҡорт халҡының 1902-1922 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларға бай тормошо сағыла . Был ысын мәғәнәһендә монументаль әҫәр . Китап иртә етем ҡалған ауыл егете Айбулат Айҙаровтың яҙмышы , уның революцияға ылығыуы , шәхес булып формалашыуы хаҡында һөйләй . Әммә әҫәрҙең төп геройы – халыҡ .
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
2
Ноғман Мусин – үҙ темаһын ғына түгел , үҙ стилен , уға ғына хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы . 3
4
5
6
7 « Ноғман Мусин – замана яҙыусыһы. Әҫәрҙәрендә кеше бәҫе, дәрәжәһе алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундарының тормошсанлығы һәм матурлығы данлана ». Роберт Байымов.
8 И ғтибарығыҙ өсөн рәхмәт !
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
А таҡлы ғалим һәм дәүләт эшмәкәре, 1917 – 1920 йылдарҙа Башҡорт милли хәрәкәтенең арҙаҡлы етәксеһе.
Уның исеме XX быуаттың бөтөн донъяға танылған иң күренекле шәрҡиәтсе ғалимдары рәтендә урын алды.
Предварительный просмотр:
8-се класс өсөн тәғәйенләнгән башҡорт теле дәресенә план-конспект.
Грамматик тема: Хәлдәр.
Лексик тема: Ҡояш ниңә түңәрәк?
Белем биреү маҡсаттары: уҡыусыларҙың тема буйынса алған белемдәрен ҡыҫҡаса ҡабатлау, уҡыусыларға ҡылым тураһында төшөнсә биреү. Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу.
Үҫтереүсе маҡсаттар: иғтибарлыҡ һәм күҙәтеү буйынса һөҙөмтәләр яһау һәләттәрен үҫтереү; һүҙлек байлығын арттырыу һәм активлаштырыу:танып –белеү дөйөм буйынса ҡыҙыҡһыныуына булышлыҡ итеү;логик дөйөм уҡыу буйынса белемдәрен һәм һәләттәрен ; фекерләү операцияһын, төрлө хәтер төрҙәрен үҫтереү.
Тәрбиәуи маҡсаттар: туған телгә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек, презентация,
Дәрес барышы:
Дәрес этаптары | Үҫтереүсе УУЭ | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге |
Ойоштороу моменты | Шәхси: йәштәштә-ренә иғтибар ҡараш һәм хөрмәт тәрбиәләү. Коммуника-тив: уҡытыусы һәм иптәштәре менән ижади эшмәкәрлек булдырыу. | - Хәйерле иртә, күҙҙәр, һеҙ уяндығыҙ мы? Хәйерле иртә, ҡулдар, һеҙ уяндығыҙ мы? Хәйерле иртә, аяҡтар, һеҙ уяндығыҙ мы? Хәйерле иртә, ҡояш, Мин уяндым! Ҡулдар менән ҡояшҡа ынтылабыҙ. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан көс, дәрт алабыҙ. Ә хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, уңыштар, хәйерле көн теләйек. | (Психологик минутлыҡ. Уҡыусылар уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар.) (Балалар комментарийлайҙар.) |
Уҡыу эшмәкәрлеге-нә мотив тыуҙырыу | Шәхси: үҙбилдәләнеш, уҡытыу маҡсаты менән уның мотивы араһында бәйлелек булдырыу. Коммуника-тив: | Үтелгәнде ҡабатлап үтеү. Хәлдәрҙе иҫкә төшөрөү, рәүеш, ваҡыт, урын, күләм-дәрәжә хәлдәренең нимә асыҡлап килгәнен, ниндәй һорауҙарға яуап биргәнен әйтеү. | (Уҡыусылар яуап бирә, яуаптарға смайликтар таратыла) |
Белемдәрҙе актуалләште-реү |
| - Иҫкә төшөрөп үттек. Слайдтарҙағы һөйләмдәрҙә хәлдәрҙе табалар. | (Уҡыусылар ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрә һәм миҫалдарҙы таба.) |
Маҡсат ҡуйыу Теманы ҡабул итеү эшмәкәрле-ген ойоштороу | Көйләүсе: планлашты-рыу, маҡсат ҡуйыу, рефлексия, үҙкөйләү. | - Бөгөн дәрестә ошоларға туҡталып, белемдәрҙе нығытырбыҙ. Теманы ныҡлап аңлар өсөн әйҙәгеҙ әле тиҙ генә ошондай эш эшләп китәйек. Хәҙер беҙ ике төркөмгә бүленәбеҙ. Һәр команда рәүеш, ваҡыт, урын хәлдәрен ҡулланып һөйләмдәр төҙөйбөҙ. Һеҙгә дүрт минут ваҡыт бирелә. Башланыҡ. Афарин балалар! Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән ошондай күнегеү эшләйбеҙ. Мин һүҙбәйләнештәр уҡыйым. Әгәр ҙә уларҙа ваҡыт хәле булһа- ултырабыҙ, урын хәле булһа-тик торабыҙ. Ҡайһы командала иң әҙ хаталаныусылыр була, шулар иң юғары балл аласаҡтар. йыраҡтан арба килә (урын) мин класста ултырам(урын) хәҙер ашарға барам(ваҡыт) Өфөлә йәшәй(урын) иртәнсәк һыуыҡ(ваҡыт) тиҙҙән ҡар яуа(ваҡыт) йәйгеһен йылы(ваҡыт) Хәҙер проекторға тағын да күҙ һалайыҡ. Ундағы текста хәлдәрҙе табырға кәрәк. Ҡояш бик йыраҡта урынлашҡан. Уның матур йылмайыуы беҙҙе көн дә ҡыуандыра. Ул инде күп быуаттар ерҙе йылыта. Бик алыҫта булһа ла, уның йылыһы көн оҙонона етә. Мин иртә һайын уны тәҙерәмдән ҡаршылайым. Ҡайһы берҙә уны болот ҡаплай. Шул ваҡытта ул моңһоу йылмая. | (Уҡыусыларҙың Лексика тураһында һөйләүе һәм ҡайҙа ниндәй туҡталыш яһарға кәрәклеген әйтеүҙәре). (Үҙ – аллы эшләү, күберәк һөйләмдәр яҙған командаға йондоҙҙар таратыу) (Кем берҙе лә яңылышмай, шул уҡыусыға өс йондоҙ, кем берҙе-икене- ике йондоҙ, ә кем өстө яңылыша- шуға бер йондоҙ бирелә.) (Уҡыусылар яҙма дәфтәрҙә эшләйҙәр.) |
Рефлексия (йомғаҡлау) Баһалау Өй эше | (Дәрестә алынған белемдәрҙе нығытыу, системаға һалыу.) - Дәрестән үҙегеҙ өсөн нимә алдығыҙ? - Актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Кемгә ниндәй билдә ҡуя алабыҙ бөгөн? (Йондоҙсоҡтарҙы һанайбыҙ. Билдәләр куйыла.) - Афарин (Дәреслек буйынса күнегеү.) | (Уҡыусылар аңлатма бирәләр). |