Ата-әсәләргә ярҙамға

Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы

Ата-әсәләр өсөн

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ata-slr_oson.docx16.69 КБ

Предварительный просмотр:

Ата-әсәләргә кәңәштәр.

Әгәр ҙә балағыҙ алдашмаһын тиһәгеҙ,үҙегеҙ ҙә алдашмағыҙ.

Балағыҙ һеҙгә ҡысҡырмаһын тиһәгеҙ,үҙегеҙ ҙә уға һәм башҡаларға ҡарата тауыш күтәрмәгеҙ,матур итеп һөйләшегеҙ.

Балағыҙҙың һеҙҙе хөрмәт итеүен теләһәгеҙ,үҙегеҙ ҙә әйләнә-тирәләрҙәгеләргә хөрмәт менән ҡарағыҙ.

Балағыҙҙы эшкә өйрәтер алдынан үҙегеҙ ҙә эшләп күрһәтегеҙ.

Уңыш сере.

Барыһы ла “Уңышлы булғым килә”тип хыяллана.Ә уңышлы булыуҙың сере ниҙә?Уның сере-ете хикмәттә.

Тырышлыҡ.

Был-бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә иң мөһимдәренең береһелер.Сөнки ҡайҙандыр көтөп,миңә килтереп бирерҙәр,тип уйлап ултырыу-әлеге замандың бәләһе.Шуны онотмағыҙ:уңыш һәр саҡ һеҙҙең эргәлә генә,тырышһағыҙ,уға өлгәшә алаһығыҙ.

Маҡсатлы булыу.

Кеше һәр ваҡыт маҡсаттар ,уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш.Буй етмәҫлек ҙур  мотлаҡ түгел,ә үҙенең ҡулынан килерлек, тормошона мәғәнә бирерлек булһын ул.Мәҫәлән мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға, күңелгә ятҡан эш табырға, артабан тағы ла ниндәйҙер ыңғай ынтылыштыр барлыҡҡа киләсәк.

Тәүәкәллелек.

Уңышҡа өлгәшеү өсөн тәүәкәллелек үтә мөһим. Ҡарар  ҡабул итә алмайынса икеләнеп ултырырға ярамай, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға кәрәк.

Яуаплылыҡ

Кемдер һиңә ниндәйҙер эште ышанып тапшыра икән, уны, һис шикһеҙ, еренә еткереп башҡарыу зарур.

Аралаша белеү

Беҙ даими рәүештә кем менәндер әңгәмә ҡорабыҙ, аралашыу аша яңы дуҫтар, таныштарыбыҙ барлыҡҡа килә. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кееләрҙе барыһы ла ярата. Был сифат карьера үсешендә лә уңай. Кәрәк урында әңгәмәгә ҡушылып китеү, фекерҙәренде еткерә белеү күпселек осраҡа ыңғай ҡараш уята. Өҫтәүенә, мөләйемлегенде лә эшкә екһәң..

Ярҙамсылыҡ

Яныңда ныҡлы таяныс булыуы – уңыштың башы ул. Туғандарың һәм дустарының ярҙамы, үҙеңдең дә уларға битараф булмауың һәр саҡ кәрәгеп тора. Кемгәлер таяна алаһын икән, аҙымдарың  да ныҡлы, тигән һүҙ. Шул уҡ ярҙамсылығының менән үҙең дә кемглер уңыш яуларға булышлыҡ итәһең.

 Итәғәтлелек

Беҙ туҡтауһыҙ төрлө даирәлә уралабыҙ, сөнки һәр беребеҙеъ эш-хәрәкәттәре, мөнәсәбәте башҡа кешеләрдонъяһы менән бәйлйнгән. Шуға ла оҙаҡҡа һуҙылған, дауамы йә ҡыҫҡа ғына ваҡытта барлыҡҡа килгән мөнәсәбәтме, быныһы мөһим түгел, һинең менән аралашҡан  кешеләрҙең кәйефе ҡырылмаһын, күңеле кителмәһен өсөн бик һаҡ, итәғәтле булырға кәрәк. Һәм тағы ла, дуҫтар, уңышлы булыу өсөн сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Билдәле бер әҙип әйтмешләй, әгәр тормоштоң һеҙгә йылмайыуын теләһәгеҙ, үҙегеҙ уға йылмайып ҡарағыҙ.

Уңышлы булыу һәр кемдең үҙенә бәйле: баҫҡан аҙымына, эшләгән эшенә, үткәргән көндәренә..