Иншалар

Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы

Уҡыусыларҙың иншалары

Скачать:


Предварительный просмотр:

         

                            Башҡортостан тәбиғәтенең уникаллеге.

                                                               Башҡортостан-гөлбостан

                                                              Былбылыстан,нурбостан,

                                                             Шунда тыуған,шунда үҫкән

                                                            Башҡорт тигән арыҫлан.

Ш.Бабич

Ҡоштар һайрай башҡорт моңдарын,тәбиғәт уяна.Тағы ла бер көн башланды.Урманда ҡоштар,хайуандар,бөжәктәр йоҡонан  тороп,үҙ эштәре менән булыша.Сәхрәләргә сыҡһаң ,сыңлап ағып ятҡан йылғаны,бейек һауаларға ынтылған тауҙарҙы,ер байлыҡтарын күрергә мөмкин.Уларҙың һәр береһенең үҙ легендаһы,риүәйәте бар.Шул легендаларҙан беҙ Башҡортостан тәбиғәтенең борон-борондан шундай матур,йәмле икәнен,кешеләр тәбиғәтте гел яратып,һаҡлап ҡына торғанын беләбеҙ.Сәсәндәребеҙ Тыуған илебеҙҙе,изге төйәк булып иҫәпләнгән Уралыбыҙҙы маҡтап күпме ҡобайырҙар ижад иткән.

Ай,Уралым,Уралым

Күгәреп ятҡан Уралым.

...

   Башҡортостан тәбиғәтен һаҡлау бөгөнгө көндә лә ҙур проблема булып тора,сөнки көндән-көн тирә-яғыбыҙ бысрана,урмандарыбыҙ киҫелә,юҡҡа сығарыла.Халыҡ шағиры Р.Бикбаев “ Һыуһаным-һыуҙар бирегеҙ!” тип бушҡа ғына оран һалмай бит.Поэмаһында ошо проблеманы күтәреп сыға.Тәбиғәт байлығы менән рөхсәтһеҙ һәм ҡырағайҙарса ... тәбиғәт йәмен генә бөтөрөп ,тау-урмандарын яланғасландырып,йылға-күлдәрен һайығайтып йә киптереп кенә ҡалмай,әҙәм күңелдәрен дә йәмһеҙләй,үҙҙәрен ғәмһеҙ бәндәләргә әйләндерә-шулар өсөн нығыраҡ борсола һәм бошона шағир.Шуның өсөн дә мин һеҙгә Әлфиә исемле ҡыҙ тураһында һөйләп киткем килә.

 Матур йәйге көн.Әлфиә иртән тороп,тиҙ генә кейенә лә,ялан,урман буйлап уйнарға китә.Тәбиғәтте,ҡоштарҙы,йәнлектәрҙе бик ярата ,шуға күрә улар ҙа ҡыҙсыҡҡа гел ярҙам итеп тора.

Урман буйына килеп еткәс,Әлфиә бер матур ҡошҡа:

  • Һаумы ,ҡошсоҡ.Шул тиклем матур һайрап ҡайҙа  осоп бараһың?
  • Иҙелгә.Унда бөгөн шундай матур.Әйҙә минең менән,-тигән ти ҡошсоҡ.Күп уйлап тормайынса ризалашты  ул.Улар бергәләп Иҙел ярына табан юл тоттолар.Барған юлда Әлфиә Урал тауы менән күрешкән,тау уға гүзәл таштар бүләк иткән,Иҙелгә сәләм биргән.Тағын да мөғжизәле урындарҙы  үткәс,Әлфиә менән ҡошсоҡ йылға буйына килеп еткәндәр.Ҡараһалар,тирә-яҡта сүп-сар,кемдер бик яҡшы ял иткәндән һуң ошо хәлдә  тыныс ҡына ҡайтыу яҡҡа юл тотҡан, күрәһең.Әлфиәне күргәс,йылға һыҡтап илап  ебәргән
  • Ярҙам ит, Әлфиә!Башҡаса түҙә алмайым мин .Һыуым бысрана,күреүеңсә, ярҙарымда нимә генә юҡ! Һыуҙарым бысрана,балыҡтарым үлә,тонсоға, йәнлектәрем ағыулана.Сылтырап ағырға ла хәлем ҡалманы.
  • - Хәҙер, Иҙел,түҙ инде саҡ ҡына,-тип Әлфиә атаһы менән әсәһен  килтерергә ҡайтып китә.Һуңынан улар бергәп сүп-сарҙы йыялар,ярҙарын таҙарталар.
  • Шунан башлап Иҙел элеккегә ҡарағанда ла йәмлерәк аға башлай.Тирә-яҡ яңынан йәмләнеп китте.Беҙҙә Әлфиә кеүек тәбиғәткә битараф булмайыҡ,уны һаҡлап торорға тейешбеҙ.Сөнки Башҡортостандың  һәр мөйөшө,һәр гүзәл төбәге уникаль.


Предварительный просмотр:

Шәйбәҡов Радмир,8 б класы уҡыусыһы

Ҡ.А.Дәүләткилдеев исемендәге

республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты

уҡытыусыһы: Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы

   Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтта ғына түгел, тылда ла халыҡ тыуған иле, тыуған ере өсөн тырышты. Бөйөк Еңеү яҙына тылдағыларҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ! Минең өләсәйем – әсәйемдең әсәһе Мәүә Мөхәмәҙи ҡыҙы Сөнәғәтова тыл ветераны. Балалыҡ һәм үҫмер йылдарын ҡәһәрле һуғыш урлаған быуындан. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, күпте кисереп, сынығып үҫкән, өләсәйем минең. Ул Әбйәлил районының Ғабдин ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән. Һуғыш башланғанда уға 13 йәш кенә тулған була. Ҡасандыр ул гөрләп торған “Трактор” колхозында эшләгән. Ҡара яҙҙан, алтын көҙгә тиклем баҫыуҙан ҡайтмай ҙа тиерлек. Трактор ҙа йөрөткән. Ноябрҙән Белорет районына ебәрелгән. Үҙенең тиҫтерҙәре менән бергә унда йәйәүләп барған. Өләсәйем һөйләгәндәрҙән ҡыҙҙар ирҙәр өсөн иң ауыр эш һаналған – ағас ҡырҡыуҙа ҡатнашҡан. Ҡарағас, ҡарағайҙар ауғанда сайырға йәбешеп бөтә торған инек, ти ине. Әүжән урмандарында күрмәгәнде-күреп, ҡышҡы селләләрҙе ауыр ыҙалыҡ менән үткәреп ебәреп, марттың ундарында тыуған ауылына ҡайтҡан. Унан һуң тағы ла, баҫыуға эшкә сыҡҡан. Самолеттар осҡанда, ҡыуаҡлыҡ араһына инеп боҫа инек, тип тә һөйләй ине. Баласаҡ хәтирәләре менән ул ярайһы уҡ күп уртаҡлашты. Беҙҙе, туғандар ҡәҙерен, илдә тыныслыҡ булһын тигән теләктәрен әйтә торғайны. Өләсәйем Бөйөк Ватан һуғышында, башҡа тылдағылар менән күрһәткән ҡаһарманлығы айырым китап итеп яҙырлыҡ. Илдә тыныслыҡ урынлашҡас та ул ауыл колхозында эшләп тә, уҡып та йөрөй. Туйыш ауылы егете Әҡсән Хәсән улы Сөнәғәтовҡа кейәүгә сыға. Ете балаға ғүмер бирәләр. Олатайым да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Үҙем белмәһәм дә, әсәйем, туғандарым һөйләүҙәре буйынса яуҙа ул Рәсәйҙең Алыҫ көнсығышында булған. Ете йыл буйына Японияға ҡаршы һуғышҡан. 1947 йылда ғына ул демобилизациялана. Яҡындарым һөйләүҙәре буйынса Алыҫ көнсығышта яуҙа булғандарға ҡәҙер-хөрмәт булманы, ти. Ауыл клубтарында үткән байрамдарға ла, хатта саҡырмаған булғандар... Шулай ҙа, олатайымдың орден-миҙалдары күп ине. Ул донъянан иртә китеп барҙы. Тормоштоң йәнә ауыр һынауҙары өләсәйем иңенә төшә. Ете балаһы менән генә яңғыҙы тороп ҡалғас та, ауырлыҡтарға бирешмәй балаларының барыһын да башлы-күҙле итә. Өләсәйем ауыл хужалығында ла эшләй, балаҫ та һуғып, ойоҡ-бейәләйҙәрен дә бәйләй ине ваҡытында. Ул ғына түгел халыҡты ла дауаланы. Әбйәлилдәр уны ренген-инәй тип йөрөтә ине. Сөнки ул кешенең аяҡ-ҡулдарын, мейеһен ултыртты. 
Өләсәйем был донъянан 2008 йылдың 9 майында китеп барҙы. Бөйөк Еңеүҙең 63 йыллығында уға 80 йәш тә тулмаған ине... Тыл һәм хеҙмәт ветераны, ҡәҙерле өләсәйем мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә!



Предварительный просмотр:

«Һуғышта ятып ҡалған олатайыма хат»

Ҡайҙа һин олатай?!

«Һуғыш! – тип радионан хәбәр иттеләр. Һуғыш – бер һүҙ, бер бәләкәс кенә һүҙ, ә ниндәй ҡайғы, ниндәй тойғо, ниндәй ауыр хәбәр! Аслыҡ  ваҡыты башланды.

Бөтә ирҙәр ҙә был көндө әҙерләнә башлай, ғаиләләре менән хушлаша, илебеҙҙе һаҡларға, дошманды ҡыуырға фронтҡа китәләр. Улар араһында, йәш кенә бер ир ҙә бар. Уның ҡулында сумка , ул ҡатыны  һәм ете әле бәләкәс кенә бәпестәре менән хушлашып тора. Был минең олатайым...

“Олатай ҡайҙа һин?! Был хатты мин һиңә бөгөн яҙам. Беләһеңме олатай, бөгөн Бөйөк Еңеүгә 70 йыл. Ә һин һаман да юҡ... Беҙгә хат ебәргәйнеләр, урыҫса телендә яҙылған ине ул.Унда ошондай юлдар ҙа бар: “Безвести пропавший” тигән, тик мин уларға ышанмайым. Һин тере , мин беләм.

Өләсәй һинең турала куп һөйләй торғайны. Һин яҡшы, яҡты кеше инең , ти. Мин беләм, мин беләм...»

- Йә инде, киттек! Һин сығаһыңмы бөгөн юҡмы?!

- Киләм инде, киләм.

- Малайҙар, мәктәпкә һуңлайһығыҙ, шәберәк.

“... Тағы бер көн мәктәптә. Бөгөн беҙҙең  мәктәптә Бөйөк Еңеүгә арнап ойошторолған кисә үткәрҙеләр. Башҡорт телендә беҙгә Мостай Кәрим тураһында һөйләнеләр. Ул да Бөйөк Ватан  һуғышында ҡатнашҡан. Олатай, ә һин уны һуғышта күрҙеңме? Беҙ уның «Беҙҙең өйҙөң йәме» исемле повесын уҡыныҡ. Оксанаға рәхәт, уның атаһы ҡайтҡан. Йәмилдең дә атаһы өйҙә. Эх, олатай...Мин дә һине, исмаһам, бер тапҡыр күрһәм ине... Мин белмәйем ҡайҙа ебәрергә был хатты, мин белмәйем ҡайҙа һин. Тик мин беләм, һин минең батырым.  Һин гел беҙҙең менән, һин мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә. Олатай! Ҙур рәхмәт һиңә! Ҙур рәхмәт беҙҙең ғәзиз, гүзәл илебеҙ өсөн.  Байрам менән, олатай!»

Һуғыш бөттө.  Байрам менән, дуҫтар! Бөйөк еңеүҙең  70 йыллығы менән!!!

Алһыу Абсаликова, 8Б класы уҡыусыһы.

 

Ң



Предварительный просмотр:

        

Ҡ.А.Дәүләткилдеев исемендәге

Республика һынлы сәнғәт гимназия интернаты

Инша.

«Минең олатайым ветеран»

Абсаликова Алһыу

К.А.Дәүләткилдеев исемендәге

 һынлы сәнғәт гимназия-интернатының

8“Б” класы уҡыусыһы

Етәксеһе:Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 1941 йыл. “Фронтҡа!” Был хәбәр илебеҙҙең һәр бер йортона бәлә, ҡайғы, үлем килтерә!

Башҡортостандың Мәсетле районында йәшәгән Бахтеев Минлеғәле Бәхтей улының ғаиләһенә  лә был хәбәр 1941 йылдың йәйендә килеп етә. 27 йәшлек  Минлеғәле ҡатыны, балалары менән хушлашып, фронтҡа китә. Башта Мәсетлелә военком була, аҙаҡтан Курск ҡалаһына ебәрелә. Ошолай башлана йәш егеттең һуғыш йылдары. Бөйөк Ватан һуғышы...

Алыш. Оборона. Немец танктары килә лә килә. Беҙҙекеләр бирешмәй. Полк командиры Минлеғәлене саҡырып:

  • 4-5 һалдатты алып ошо өйҙәр артынан һул яҡ оборонаға сығығыҙ!  Ә, тағы ла, ипләберәк. Кешеләр әҙ. Һаҡ булығыҙ.
  • Есть ,товарищ командир!

Минлеғәле һалдаттарҙы алып юлға сыға. Улар араһында иң олоһо Минскиҙан Ирхан исемле 38  йәшлек егет ине. Уның бәләкәй сағынан уҡ йырсы, артист булғыһы килә ине. Башҡортса ла белә. Әле генә концерттар ҡуйып эшен башлағайны ла бит, һуғыш ғүмерен бөтөнләй икенсе яҡҡа борҙо.

  • Юлсур, ҡара әле шул немецҡа! Ҡая бир автоматты. Хәҙер мин уны...
  • Йә инде, шашма. Шым булырға кәрәк. Күрһәләр бөттө баш!

Әйтеп киткәндә, Юлсур ул Шишмә егете. Әсәһе, апаһы бар. Шаян егет ул. Сөм ҡара күҙле, ҡара сәсле. “Деньги есть Уфа гуляем, денег нет Чишмы сидим”, – тип ҡыҙыҡ ҡына итеп иҫкә ала ул тыуған яҡтарын.

Улар араһында тағы ла Өфө һәм Силәбенән Әхмәтйән менән Сәбирйән дә була.

  • Товарищ Минлеғәле! Ишетәһегеҙме? Балалар... – тип шым ғына тынып ҡалды Сәбирйән.
  • Киттек, ул тегендә. Һигеҙенсе штаб артындағы подвалда.

Быны ишеткән Юлсур шаҡ ҡатып ҡалды.

-  Нисек киттек? Ҡайҙа? Беҙҙең приказ бар! Нимә менән ярҙам итәбеҙ беҙ уларға? Һыу юҡ, аҙыҡты инде үҙебеҙҙә аҙна күрмәнек тиһәң дә була... Бында немецтар, бында һуғыш...

- Ниндәй приказ? Приказ, имеш. Унда балалар, аңлайһыңмы һин шуны?! Улар унда бомбежканан һуң ҡалған, моғайын, сыға алмайҙарҙыр! Беҙҙең бер мәсьәлә -  ҡотҡарыу. Үҙеңде уйлайһың һин. Ашамаған, имеш.

- Әхмәтйән, бар санчасҡа хәбәр ит. Штаб артындағы подвалда ҡалған балаларға ярҙам итегеҙ. Ә беҙ алға!

Минлеғәле Бахтеевич үҙ эшен яҡшы белә ине, тик үҙ балаларын иҫкә төшөрөп был етемдәрҙе былай ҡалдырып китә алмай ине. Шуға ла ул Әхмәтйәнде кире ебәрҙе.

Оборона оҙаҡ булды. Күп һалдаттар ятып ҡалды был алышта. Күбеһе яраланды. Ә был дүрт ҡыйыу егеттәргә йәшәү бәхете насип булды. Шулай айҙан ашыу алыш, һуғыш...

Бер заман немец танктары Курск  ҡалаһының сигенә барып етер алдынан ҡаты бәрелеш булды. Капитан яраланды. Егеттәргә нисек  булһа ла был алышты еңергә кәрәк ине.

Пулялар әҙәйгәндән-әҙәйә бара, аҙыҡ-түлек тураһында әйтеп тораһы ла юҡ .  Тағы ла өс танк ҡына ҡалды тигәндә, автоматтың пулялары бөттө. Ирхан яҡындағы складҡа әкрен генә сығып бомба менән бер нисә пулемет килтермәксе ине. Китте. Арттан немецтар ата. Шатланып, барып еттем тигәндә генә ҡайҙандыр дошман килеп сығып егеттең йөрәгенә ата.. 38 йәшлек Ирхан йырсының ҡыҫҡа ғына ғүмере ошолай өҙөлә...

Быны күргән күрше отрядтың старшинаһы ярҙам кәрәк икәнен һиҙеп Минлеғәлеләргә кешеләр ебәрә. Ә улар килгәнсе егеттәрҙең хәле бик ауыр була.

Һуңғы граната. Минлеғәле танкыға яҡыныраҡ килеп гранатаны ырғытырға була һәм шул ваҡытта уның ҡулына, аҙаҡтан аяғына аталар. Ул йығыла, тик танкты шартлатып өлгөрә һәм ошонда инде күрше полк килеп ярҙам итә.

Минлеғәлене ҡаты яраланғандан һуң, уны Ульяновск ҡалаһына госпиталгә алып китәләр. Госпиталдә ул хәл йыя, туғандарына хат яҙа.  Тик ҡаты яраланған аяғы менән ҡулын ғына табиптар дауалай алмағандар. Шуға күрә уны тыуған районына оҙаталар,ҡайтыу менән ир-егеттә көсө етмәгән  колхозға  председатель  итеп тәғәйенләйҙәр...

Ауыр юлдарҙы үтеп, ҡайғы, бәлә кисереп яҡындары яныны ҡайта Бахтеев Минлеғәле Бәхмей улы – минең олатайым, Еңеү көнөн яҡынайтҡан батырым!



Предварительный просмотр:

                                  Наркоман  монологы.

        Мин ҙур ҡаланың байрамдары, ялтыр рекламалары, бейек йорттары, һәм иң мөһиме – аҡса доръяһында үҫтем. Миңә бәләкәй саҡтан бөтә ишектәр асыҡ булды, ни теләйем шуны кейҙем, ашаным, һатып алдым. Атыйым – банк етәксеһе, әсәйем – билдәле йырсы. Шуға күрә аҡса менән барыһын да һатып алып була икәнен миңә бәләкәй саҡтан өйрәттеләр. Ҡыҫҡа ғүмерем эсендә миңә иң яҡшыһын бирергә тырыштылар: иң яҡшы мәктәп, затлы кейем, телефондар. Мәктәпте бөтөүгә йыһазландырылған фатирлы ла булдым. Мин үҙемде башға балаларҙан өҫтөн күрҙем. Үҫкәс, мине яҡшы университетҡа инднрҙеләр, унда инде барғым килһә  - барҙым, килмәһә – юҡ.

        Минең дуҫтарым булманы. Әлбиттә, минең атайымдың дуҫтарының балалары минең менән бергә үҫтеләр. Улар ҙа бай, ләкин улар уҡыйҙар, киләсәктә аталарының эштәрен дауам итеү баштарында. Әйткәндәй, улар менән атайҙың күңелен төшөрмәҫ өсөн генә аралашам.

        Әсәйемдең гастролдарҙан башы сыҡмағанға, атайым көнө – төнө эштә юғалып йөрөгәнгә күрә, уларҙы ағса алғанда ғына күрә инем. Улар мине университетта тырышып уҡый, үҙ аллы йәшәй тип уйлап, тормошома артыҡ ҡыҫылманылар. Оҙайлы ваҡыттын һуң ғына күрешә инек.

        Минең тормошом яйса бара: көндөҙ – йоҡо, төндә – клубтар. Бик кәйефем яҡшы булһа – әйткәнемсә, универға барам. Төнгө клубта күңелле: төн, йыр, һыра – былар барыһы ла арыуҙы, уҡыу һәм башҡа мәшәҡәттәрҙе оноттора. Мин үҙемде яҡшы тойҙом. Тик иң күңеллеһе алда ине...

        Шул фажиғәле көндә, мин яратҡан клубымда, минибар янында коктейль эсеп торған сағымда, яныма «ул» килде:

     -Дуҫҡайым, эш бар. Ал ошоно, ял итерһең, рәхәтләнерһең, оҡшаһа мине ошонда табырһың, - тип миңә ҡом шикелле ҡатнашмалы ҡап тотторҙо.

    Миңә күҙ ҡыҫып, серле йылмайып, егет кеше араһына инеп тә юғалды.

        Эйе, бындай ҡатнашма, наркотик һатҡан кешеләр күп бында.  Наркотик һымаҡ әйберҙәр миңә ҡурҡыныс түгел,ул кешенең ихтыяр көсөнән тора.Нисек инде ниндәйҙер матдә кешене бөгә алырлыҡ көскә эйә һуң?!

   Ошолар тураһында уйланып мин ҡайттым,рәхәтләнеп йыуынып,беренсе ҡыйыу эш башланым:ҡапсыҡты асып ҡатнашманы шприцҡа йыйып ҡан тамырыма ҡаҙаным.Тәмле-татлы ашап,эш күрмәй үҫкәс,ул тамырҙарҙы табып ҡаҙауы ла ҡыйын ине.

Бер аҙ ваҡыт үткәс,миңә бик эҫе булып китте,һуңынан мин иҙәндә тәгәрәп,үҙемдең ботинкамдан ҡастым.Мин манма тир булып,ҡурҡыштан мөйөшкә һыйындым,ә ажарланған аяҡ кейеме күҙ алдымда үҫте,ҡабарҙы,бөтә бүлмәне ҡапланы һәм мине йотто...

Миңә йылы һәм бик рәхәт,мин үҙемде ожмахтағы кеүек тойҙом...Мин уянғанда әллә иртә,әллә кис ине,мин аңлай алманым.Башымды күтәрә алмай иҙәндә ятты,һуңынан үҙемдә көс табып барып йыуындым.Кисәге мажараларҙы иҫләп йылмайып ебәрҙем,бындай яҡшы тынысландырыу сараһы кәрәк,тип уйлап ҡуйҙым.

Был мөғжизә “дарыу” арыу уҡ ҡына аҡсаны алып китеп торҙо,ә миңә рәхәт,миңә барыбер булды.Тора бара ошо наркотиктар миңә бик кәрәк,икәнен аңланым,унһыҙ йоҡлап та ,ашап та булманы-булған татлы тойғолар,бишектә ятҡан кеүек бәүелеүҙәр,күҙ алдында йүгергән дүңгәләктәр миң мотлаҡ ине.

Тиҙҙән мин баяғы егеттең “постоянный клиенты” булып киттем.Бының өсөн,әйтергә кәрәк,бик күп аҡса ла сарыф ителде,күпме атайым менән әсәйемдең кеҫәләрен таҙартырға тура килде,биҙәүестәрен сәлдерҙем!?

Мин үҙемде дөрөҫ эшләйем тип уйланым.Һис шикһеҙ урлаған аҡсалар,һатҡан әйберҙәр-үҙемә,кәйефемә,күңел торошома мотлаҡ ине.Күңел һәм кәйеф тип әйтҙәм яңылышыраҡ булыр,һуңғы көндәрҙә мин ошо “ дарыуымды” ҡулланһам-һөйәктәрем һыҙланы,ҡалтырандым,һаташтым.Миңә тик бер нәмә генә кәрәк ине-  “Дарыу!!!”

Күңелем төбөндә мин туҡтарға теләне,тик бөтөнләйгә наркотик тотҡоно булып китеүем миңә барып етмәне кеүек.Мин көн һайын тороп “Юҡ,мин башҡа бармайым да,һатып алмайым да”-тейем үҙ-үҙемә,һуңынан кис етеү менән ҡалтырата башлаһа,мин өйҙәге ҡиммәтле  балдаҡты йәки телефон тотоп баяғы егеткә китәм.үҙем шул тиклем ҡурҡыныс һәм бисара булғанмындыр инде,урамда китеп барышлай ҡолағанда,эргәмә тинлек аҡсалар һәм икмәк һалып киткән булғандар.Ғүмеремдең иң бысраҡ,иң хәлһеҙ минуты ине ул .Миңә ниндәйҙер ярлы студенттың аҡса ырғытыуы шундай ауыр булды,үҙемде ҡулға ала алмай илап ебәрҙем...

Нисектер барып етеп,ҡалған кескәй мөлкәтемдең киҫәген биреп,урынына мөғжизәле “дарыу” алдым.”Ҡотҡарыусым”- егет миңә шул тклем мыҫҡыл итеп йылмайҙы,мин уға төкөрөп,дарыуымды битенә  ырғытып киткем килде,әммә физик яҡтан көсһөҙлөк һәм көс менән был “ ларыуҙы” алыуҙарымды иҫкә төшөрөп башымды аҫҡа эйеп сығып киттем.Фатирымда ваҡытлыса бәхетемде кисереп,татлы хистәремде оҙайтырға оҙаҡ яттым.

Таң менән уянып китһәм,тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары иҙәндә  шаҡмаҡлы яҡты эҙ ҡалдырған,мин  шул эҙгә ҡарап уйланып ятам. Барлыҡ кешеләр иртәнсәктән тороп ҡайҙалыр ашыға,һәр ҡайһыһы ниндәйҙер эш менән мәшғүл,ә мин бында ятам...Был ваҡытта иртәнге һауа саф һәм бар тирә –яҡ яңы яуған  ап-аҡ ҡар менән мансылған.Башымды бороп бүлмәмә күҙ йүгерттем ике ултырғыстан башҡа бер нәмә лә юҡ..Юҡ...Мин юҡҡа сығарҙым барыһын да...Мин бөтөрҙөм..ҡороттом...Яйлап ҡына тороп ванна бүлмәһенә индем,көҙгөгә ҡарап үҙемде таныманым,тере мәйет баҫып тора:һаҡалы үҫкән,теше һарғайған, ҡыҙыл шешкән күҙле. «Нимә булды  минең менән!? Ҡайҙа матур, ҡара күҙле, таҙа, саф  Динис, ҡайҙа ул!? Ҡайтар миңә үҙемде, ишетәһеңме, ҡайтар!» - тип хайуандай ҡысҡырып көҙгөгә йоҙроҡ менән тондорҙом... Ярылған көҙгөараһында аунап иланым мин... Көндәр үтте, мин һаҙлыҡҡа бөтөнләйгә баттым. Өйөмдә ҡыйҙан башҡа бер нимә лә ҡалманы, тик аквариум һәм ултырғыс. Аквариум эсендә балығым йөҙә. «Йөҙә, бахыр, башҡа бер эше лә, мәшәҡәте лә юҡ. Һин йөҙ, Алтынҡай, йөҙ, бәлки ҡабырсыҡлы ынйы табырһың» - тип йылмайырға тырыштым. Ә балыҡ ишетмәне күрәһең, киреһенсә, аквариум төбөндәге уйынсыҡ һарайына инеп йәшенде...  Айҙар, йылдар алмашынды кеүек, мин бер нәмә лә хәтерләмәйем, белмәйем. Күҙемде асҡанда эргәмдә аквариум ярылып, Алтынҡайым иҙәндә ята ине. Миүә бик ауыр булып китте, ҡысҡырайым тип ауыҙымды асһам, тауышым сыҡманы, ярылған иренемдәнәсеттереп ҡан килеп сыҡты...

    Тиҙҙән минең ата-әсәйем һәм милиция фатир ишеген емереп килеп инерҙәр, мине иҙәндә үле көйө табырҙар, әсәйем ҡолап китер, ә атайым минең  ҡулымдағы Алтынҡайға оҙаҡ итеп ҡарап  торор ҙа, донъя яңғыртып ҡысҡырып ебәрер...

       Һуңынан мине ауыр наркотиктар ҡулланып, артыҡ доза һөҙөмтәһендә үлеүемде асыҡларҙар. Мине ерләү көнө – Йома. Изге көн... Ерләгәндә мәйетемде атайым үҙе күтәреп алып барыр, минең ябыҡ кәүҙәмде, ҡыҙҙы күтәргән шикелле, еңел итеп алып барыр... «Байҙар ҙа илай» - тип әйткәндәре дөрөҫ икән, минең ғаиләмде ҡайғы баҫыр... Мин – Динистың йәне, ситтән генә ҡарап торормон. Элек барыһын да һатып алып була тип уйлай торғайным, ғүмер буйына унан да аңһыҙыраҡ уйым  булмағандыр  буғай...

     Ошоно уҡып: «Йүләр, бай балаһы, һин үҙең ошо юл һайланың!» - тип әйтермен, һәм үҙемдең һүҙҙәремдән ҡурҡып күккә осормон...